Бөтә яңылыҡтар
Үҙидара
13 Март 2023, 08:40

Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!

Исламбай уңған, тырыш, бөтмөр кешеләре менән дан тота. Йәштәр ҙур-ҙур өйҙәр һалып, уларҙа заманса уңайлыҡтар булдырып, деү килтереп донъя көтә. Хәйер, ана, һүрәттәрҙәге өйҙәр үҙҙәре “һөйләп тора” тора был хаҡта... Тулыраҡ – артабан.

Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!

Бөрйән районының Исламбай ауылы тәбиғәтенең матурлығы, тауҙарының бейеклеге, йәмле Шәйек һыуының таҙалығы менән генә түгел, бында йәшәгән халҡының уңған, дәртле, берҙәм , алсаҡ булыуы менән дә айырылып тора.
Район үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Исламбай ауылы донъянан һис тә артта ҡалмаған. Ауылыбыҙ йылдан-йыл күркәмләнә бара. Яңынан-яңы йорттар һалына, юлдар ремонтлана. Халыҡ күпләп малсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә лә йылдан-йыл иғтибар арта бара. Ғөмүмән, ауылда эш юҡ тип, көндө буштан-бушҡа ауҙарып йөрөгән кешене күрмәҫһең, һәр кемдең үҙ шөғөлө: кемдер эшҡыуарлыҡҡа тотонған, ағас эшкәртә, баҡсасылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнә, аҡ ризыҡ етештереп тә һатыу итәләр.

Бөтәһе 124 хужалыҡта 430 кеше йәшәй. Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, клуб һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты гөрләп эшләп тора. Ауыл халҡын дүрт магазин аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән даими хеҙмәтләндерә. Береһендә лә ағыу һатылмай! Әйткәндәй, магазиндар асыу үҙебеҙҙең ауылдың йәш ғаиләләренең тырышлығы, йүнселлеге һөҙөмтәһе. Билмән эшләү цехы ла уңышлы ғына эшләп килә. Район магазиндарин билмән, манты, тефтели менән тәьмин итәләр.

Һуңғы 5 йылда ауылыбыҙҙа береһенән-береһе матур, иркен, заманса йыһазландырылған ундан ашыу йорт ҡалҡып сыҡты. Тимәк, йәштәр ауылда ҡала, ауылдың киләсәге бар тигән һүҙ.

Ауылдың иң өлкән кешеләре – ошо көндәрҙә генә 91 йәштәрен билдәләүсе тыл һәм хеҙмәт ветерандары Хайбуллин Әхтәм бабай һәм Ғәлиуллина Зөлхизә инәй, ә иң бәләкәсе яңы ғына донъяға килгән Әмир Мырҙағолов, уға әле ни бары ике ай.
Ауылдаштарымдың замана ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, матур итеп донъя көтөүҙәренә, ауыл тормошон күтәреп йәшәүҙәренә һоҡланырға ғына ҡала.

Г. Мырҙағолова.

Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Исламбайҙар алдыра, тырышып, таңға ҡалдыра!
Автор:
Читайте нас: