Бөтә яңылыҡтар
Үҙидара
5 Ғинуар 2022, 10:00

«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығының 2021 йыл өсөн эш һөҙөмтәләре

Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы 454 саҡрым оҙонлоғондағы дөйөм ҡулланылышлы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы автомобиль юлдарын ремонтлау, асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләү һәм юл төҙөлөшө буйынса эштәр башҡарыу менән шөғөлләнә.

«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығының 2021 йыл өсөн эш һөҙөмтәләре
«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығының 2021 йыл өсөн эш һөҙөмтәләре

Юлдар - халыҡтың йәшәйеше өсөн иң кәрәкле факторҙарҙың береһе. Уларҙың торошо, сифаты йылдар буйы үҙгәрештәр кисерә. Юлдарҙы төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу – юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре яуаплылығында.

Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы 454 саҡрым оҙонлоғондағы дөйөм ҡулланылышлы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы автомобиль юлдарын ремонтлау, асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләү һәм юл төҙөлөшө буйынса эштәр башҡарыу менән шөғөлләнә. Ул район биләмәһенең юлдар селтәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән бер рәттән, яңы юлдар, күперҙәр, ойошмаларҙың, социаль объекттарҙың биләмәләрен төҙөкләндереүҙә лә ҡатнаша.

2021 йылда тапшырылған объеттар:

  1. Иҫке Собханғол-Мораҡ йүнәлешендә 13+752 км – 18+937 км оҙонлоғондағы автомобиль юлы участкаһында капиталь ремонт эшләнгән. Унда профильде яңыртыу, С4, С7 ташлы ҡом, асфальт-бетон ҡатнашмаларын түшәү, юл ситтәрен тупраҡ, ташлы-ҡом ҡатнашмаһы менән нығытыу, металл автопавильон урынлаштырыу, юл тамғаларын, барьер ҡоймалар, пластик сигнал бағаналарын, АОС системаһын ҡуйыу, горизонталь юл билдәләрен һыҙыу эштәре башҡарылған.
  2. Бөрйән районындағы төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ҡарау.

Был тәңгәлдә Йылайыр-Иҫке Собханғол (Әтек), Иҫке Собханғол-Мораҡ, Аҫҡар ауылына ингән юл, Иҫке Собханғол-Темәс, Тимер ауылына ингән юл, Әбделмәмбәт-Ҡағы-Иҫке Собханғол  автомобиль юлдары рәтләнгән. 1830 кв.м. күләмендәге юлда соҡорҙарҙы рементлау, барьер ҡоймаларҙы, юл тамғалары һәм туристик билдә бағаналарын, автопавильон, күпер ҡоймаларын буяу, юл ситтәрен ҡыуаҡтарҙын һәм үләндәрҙән таҙалау, ҡарҙы ваҡытында таҙартыу, юлда боҙлауыҡтарҙы бөтөрөү, Ҡағы - Иҫке собханғол, Иҫке Собханғол – Мораҡ, Иҫке Собханғол – Темәс, Яңы Собханғол – Иҫке Мөсәт - Ҡағы - Иҫке Собханғол автомобиль юлдарында горизонталь юл билдәләрен һыҙыу, юл һәм туристик тамғалар ҡуйыу, йәйәүлеләр үткәүелендә юл билдәләрен һыҙыу эштәре башҡарылған.

  1. Ҡағы – Иҫке Собханғол йүнәлешендәге автомобиль юлдарының 35+000 км - 37+000 км участогында ремонт эштәре. Был юлдарҙа түбәндәге эштәр башҡарылған: асфальт-бетон ҡатнашмаларын түшәү, юл ситтәрен нығытыу, туҡталҡаларҙы асфальт-бетон ҡатнашмаһын һалыу, горизонталь юл билдәләрен һыҙыу.
  2. Мәндәғол ауылының Ағиҙел урамы юлына киңлеге 4 метр һәм 1 саҡрым оҙонлоғонда асфальт түшәлгән.
  3. Нәби ауылының Моронташ урамында 1 саҡрым оҙонлоғонда асфальт түшәлгән.
  4. Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡушыуы менән Иҫке Собханғол – Мораҡ йүнәлешендәге автомобиль юлдарының 46+899 км – 47+721 км участогында ремонт эштәре башҡарылған.

Шулай уҡ ремонт буйынса тышҡы заказдар ҙа үтәлде:

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәниәт комплексы объекты эргәһен, район мәҙәниәт йорто алдын, ветеринар станция майҙансығын асфальтлау, төҙөлөштән һәм объекттарға газ үткәргәндән һуң боҙолған юл япмаларын тергеҙеү, Алаҡуян күперен асфальтлау, Мораҙым ауылындағы Ташморон урамы юлына, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылының Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙә ремонт эшләү, Үҙән йылғаһының ярҙарын нығытыу, Тимер ауылындағы С.Юлаев урамы юлын ремонтлау, Аҫҡар ауылында Мәктәп урамы юлына яһалма тигеҙһеҙлектәр эшләү, Иҫке Собханғол ауылында Ленин урамы тротуарын асфальтлау, урындағы юлдарҙа соҡор ремонттарын башҡарыу һәм башҡалар.

2021 йылда тырыш хеҙмәте, һөнәрмәнлеге, юл хужалығын үҫтереүгә һалған көсө өсөн Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау хужалығы начальнигы Руслан Динисламов «БР транспорт төҙөүселәре союзы» ойошмаһының почетлы хеҙмәткәре тигән исем алыуға өлгәште.

Бер хеҙмәткәр РФ транспорт министрлығының Маҡтау ҡағыҙына, 2 хеҙмәткәр БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығының почет грамотаһы һәм Рәхмәт хатына, 1 хеҙмәткәр «БР транспорт төҙөүселәре союзы» ойошмаһының почет грамотаһына,  2 хеҙмәткәр АО «Башкиравтодор»ҙың почет грамотаһына һәм Рәхмәт хатына, 4 хеҙмәткәр Бөрйән районы хакимиәтенең почет грамотаһына һәм 1хеҙмәткәр рәхмәт хатына эйәләр.

Район күләмендәге шахмат, шашки, йөҙөү, бильярд, буйынса ярыштарҙа, һабантуй, Яңы йыл байрамдарында уҙғарылған конкурстарҙа, спартакиада ярыштарында һ.б. тәүге урындарҙы яулайҙар.

Балаларҙы яҡлау  көнөнә бағышланған «Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы» хәйриә акцияһында ҡатнашалар.

 

 

«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығының 2021 йыл өсөн эш һөҙөмтәләре
«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығының 2021 йыл өсөн эш һөҙөмтәләре
«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығының 2021 йыл өсөн эш һөҙөмтәләре
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: