Ғәлин Артур Азамат улы 1989 йылдың 31 авгусында Бөрйән районы Мораҙым ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Юғары белемле – БДУ-ның математика һәм информатика факультетын тамамлаған.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлы.
Өйләнгән. Ғаиләһендә ҡатыны менән ике ул тәрбиәләйҙәр.
Артур Азамат улы хеҙмәт юлын 2006 йылда Байназар мәктәбендә эшсе булып башлай. 2014 йылдан “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һының беренсе категориялы белгесе. 2016 йылдан Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәтенең иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлегенең баш иҡтисадсыһы.
2016 йылдан 2020 йылға тиклем – иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлеге начальнигы.
2020 йылдың 24 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.