Бөтә яңылыҡтар
Үҙидара
13 Июнь 2018, 17:31

Рух байрамына рәхим итегеҙ!

23 июндә район мәҙәниәт һарайында “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһының йыйыны һәм “Ҡораматуй” байрамы үткәрелә. Унда Бөрйән районы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы, район ҡорамасыларының “Кәрәҙ” клубы, район мәҙәнит бүлеге, ауыл хакимиәттәренә ҡараған ағинәйҙәр ойошмалары ҡатнаша.

23 июндә район мәҙәниәт һарайында “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһының йыйыны һәм “Ҡораматуй” байрамы үткәрелә. Унда Бөрйән районы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы, район ҡорамасыларының “Кәрәҙ” клубы, район мәҙәнит бүлеге, ауыл хакимиәттәренә ҡараған ағинәйҙәр ойошмалары ҡатнаша. Сарала “Мираҫ”, “Ҡурыуҙы”, “Тамъян гәүһәрҙәре” фольклор төркөмдәренең сығыштары, район ҡорамасыларының иң сағыу эштәре күргәҙмәһе, ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Башҡа райондарҙан һәм районыбыҙҙың ауылдарынан саҡырылған делегацияларҙы һәм ҡунаҡтарҙы теркәү 10.00 сәғәттә башлана.
"Киске Өфө" гәзитенә яҙылыу һәм махсус приздар отоу ҡаралған. Байрам 11.00 сәғәттә башлана.

21 июндә 11.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында райондың бөтә ауылдарынан күргәҙмәлә ҡатнашасаҡ оҫталарҙың эштәре ҡабул ителә һәм күргәҙмә талаптарына тап килгән иң зауыҡлылары һайлап алынасаҡ.

Читайте нас: