Бөтә яңылыҡтар
Үҙидара
29 Ғинуар 2018, 13:59

Ауылдың төп көсө-гүзәл заттар

Ниндәй генә заманалар кисермәһен ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы үҙ бурысын ошоға тиклем намыҫлы башҡарып килә. Һүҙем Иҫке һәм Яңы Монасип, Нәби ауыл гүзәл заттары хаҡында булыр.

Ниндәй генә заманалар кисермәһен ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы үҙ бурысын ошоға тиклем намыҫлы башҡарып килә. Һүҙем Иҫке һәм Яңы Монасип, Нәби ауыл гүзәл заттары хаҡында булыр. Ҡайһы берәүҙәр был йәмәғәт ойошмаһы эшен артыҡ баһалап та еткермәҫ, әммә уның эшмәкәрлеге булмаһа бөгөнгө эшһеҙлек, мәҙәни торош һүлпәнәйеп, күрше күршенең хәлен белмәгән заманда ауыл йәшәйеше, бәлки төҫһөҙләнеп тә бөтөр ине. Тап ошо совет ағзалары ауылдың һулышын күҙәтеп, уны көйләндереп тороусы көс булып тора ла инде. Уларҙың эше ниҙән ғибәрәт һуң? Күп, төрлө яҡлы һәм бушлай. Эйе, ауыл, район кимәлендә үткән һәр сарала тип әйтерлек улар ҡатнашмай ҡалмай. Бынан тыш совет ағзалары үҙҙәре лә ауыл тормошон йәнләндереү маҡсатында төрлө йүнәлештәге конкурс, мәҙәни саралар үткәреп тора. Айырып әйткәндә, Иҫке Монасип ҡыҙҙары мәсет таҙартыу, ағас ултыртыу кеүек изге эштәрҙә әүҙем ҡатнашһа, Яңы Монасип, Нәби ауыл гүзәл заттары кис ултырып ҡул эштәрен өйрәнеүҙе яйға һалған. Тормош булғас һәр ваҡыт ыңғай ғына бармай, ауылдың күңелһеҙ ваҡиғалары ла совет ағзалары иңенә төшә. Эскән ғаиләләргә, көмөшкә һатыусыларға рейдар яһаған саҡта ауыл советы етәкселеге һәр ваҡыт ярҙамға ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына мөрәжәғәт итә. “Берҙәмлектә – көс” тип юҡҡа әйтмәй бит халыҡ. Бындай һөйләшеүҙәр күпселек һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Үткән йылдың декабрь айында Яңы Монасип ауылында үткән өс ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советының отчет йыйылышында беҙ быларға шаһит булдыҡ та инде.

Ә 25 ғинуар көндө Нәби ауылында алдағы йылды планлаштырыуға арналған осрашыу үтте. Ойоштороусылар сараны милли үҙаң тәрбиәһе нигеҙендә быуындар ялғанышын һүрәтләү нигеҙендә башлап ебәрҙе. Өләсәйҙәр үҙенә әллә күпме сер, хикмәт, зиннәт һыйҙырып йорттоң ҡото булып торған һандыҡтан үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡашмау, һаҡал, камзул, сулпы, суҡтарҙы сығарып ейәнсерҙәренә таныштырҙы. Үҙҙәре сығарған мөнәжәттәрҙе йырлап ишеттерҙе. Артабан Иҫке Монасип, Яңы Монасип, Нәби ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары сәхнә тултырып “Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары” йырын башҡарҙы.

Сараны өс ауылдың кураторы Зөлфиә Ҡунафина отчет сығышы менән дауам итте. Иҫке Монасип ауыл советы башлығы Гүзәл Баймырҙина үҙ биләмәһенә ҡараған ҡатын-ҡыҙҙар советың тупланып, тулы бер көс булып эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеп, үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн Нәби ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Римма Рәхмәтуллинаны маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова үҙ сығышында һуңғы ваҡытта был ойошма ағзаларының әүҙем эшләүенә һоҡланыуын белдерҙе һәм Нәби ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалырына танытма тапшырҙы. Осрашыуға саҡырылған ҡунаҡтар – Әбделмәмбәт ағинәйҙәре йыр күстәнәсе алып килһә, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Земфира Ғөбәйҙуллина сынаяҡтар бүләк итте.

Сараның икенсе өлөшөндә “Ағас башын ел бутай, кеше башын һүҙ бутай” тигән темаға диспут үткәрелде. Район үҙәгенән саҡырылған психолог Инзирә Баязитова нимә ул ғәйбәт, уның кешегә ҡарата эҙемтәлере һәм унан ҡотолоу юлдары тураһында ентекле итеп һөйләп китте. Был ҡыҙыҡлы фекер алышыу мул сәй табыны артында ла дауам итте.
Әйтергә кәрәк, күҙ ҡамашырлыҡ ҡул эштәре өлгөләренән күргәҙмә лә ойошторолғайны. Киләсәккә тағы ла яңы пландар, аныҡ бурыстар ҡуйып әлләкүпме наҙ, нығыш, дәрт, фәһем алып таралышты был саранан ауыл көсө булып торған гүзәл заттар.

Динара Ҡотлобаева.
Читайте нас: