Әйткәндәй, Башҡортостан-дың Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылда был программаға республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтергә ниәтләйҙәр.
- Был программа урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүҙә мөһим әһәмиәткә эйә. Унда халыҡ туранан-тура ҡатнашып, мәҙәниәт йортон, йә мәктәпте төҙөкләндереү, юл эшләү, зыяратты кәртәләү кеүек ауыл биләмәһе хакимиәтенә хас көнүҙәк мәсьәләне асыҡларға, тиҙ арала булған проблеманы хәл итергә ярҙам итә.
Беҙгә 31 декабргә тиклем ауыл биләмәләрендә йыйылыштар үткәреп, ҡайһы ауылда ниндәй проблема булыуын өйрәнеп, конкурста ҡатнашырғамы-юҡмы тигән ҡарар ҡабул итер кәрәк була. Унан инициатив төркөм иҫке объекттарҙың фотоларын эшләү, протокол тултырыу һәм башҡа төрлө документтар йыйып, папка әҙерләп тапшыра. Конкурста еңеп сыҡһалар, йәйге осорға ҡарай төҙөлөш эштәре башлана.
Конкурста йыйған документтарҙың тулылығы, халыҡтың әүҙемлеге, берҙәмлеге, спонсорҙарҙың ҡатнашлығы һәм шул уҡ ваҡытта һәр кем үҙ өлөшөн индереүгә әҙер булыуы (аҡсалата йә өмәләрҙә ҡатнашып) һәм башҡалар күберәк балл йыйыуға мөмкинлек бирә. Әгәр ҙә республика бюджетынан аҡса бүленә икән, субсидия күләменең 15 процентын ауыл хакимиәте, 15 процентын ауыл халҡы, 15 процентын эшҡыуарҙар йыйырға тейеш була.
Һәр биләмә нисә һумдан аҡса йыйырға икәнен үҙе хәл итә. Шулай итеп, һәр йорттан яҡынса 500-1000 һум аҡса сығарып, халыҡ нимәнелер ремонтлауға, эшләтеүгә өлгәшә ала.
Был программаның йәнә ыңғай яҡтары бар: беренсенән, халыҡ көтөп алған объектты подрядсы сифатлы эшләй, икенсенән, кеше үҙ аҡсаһына төҙөткәс, һаҡсыл ҡарашта була.
- Һис шикһеҙ, урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу программаһы үҫешә, яңыра. Быйыл хөкүмәт, үткән йыл тәжрибәһен иҫәпкә алып, 2018 йылға проектты иртәрәк башланы. Шунлыҡтан йыл һайын март айында үткән йыйылыштар - халыҡты йыйып кәңәшләшеү, уларҙың идеяһын тыңлау - декабрь айына тәғәйенләнде. Айырыуса 2016 йылдан проект күҙгә күренеп киңәйҙе һәм халыҡ араһында аңлау тапты. Ауыл биләмәләренең күп ҡатнашыуы ла быға асыҡ дәлил. Шулай уҡ тәүге йылдарҙа тик ауыл биләмәһе ҡарамағында булған проекттарҙы ғына хәл итеп булһа, һуңғы йылдарҙа район проблемаларын да күтәреп сығыу мөмкинлеге бар. Миҫал өсөн әйткәндә, хәҙер мәктәп, балалар баҡсаларын ремонтлауҙы, ниндәйҙер төҙөкләндереү эштәрен башҡара алабыҙ.
Районда был программаны бойомға ашырыу уңышлы бара, быйыл 5-се йыл рәттән ҡатнашасаҡбыҙ. 2014 йылда 12 ауыл биләмәһе араһында 6 биләмә, 2015 йылда - 10, 2016 йылда - 7, 2017 йылда 4 ауыл биләмәһе еңеп сыҡты. 2014 йылдан алып районда 27 проект тормошҡа ашырылған, планлаштырылған эштәр ҙә ваҡытында һәм сифатлы үтәлер, тигән өмөттәбеҙ. Һуңғы проекттарҙың бер нисәһе: Кейекбай, Исламбай, Брәтәк ауылдарында мәҙәниәт йорттары, Ҡолғанала балалар баҡсаһы төҙөкләндерелде, Байғаҙыла Һәүәнәк йылғаһы аша күпер ремонтланды, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, граждандарҙы һәм уларҙың мөлкәтен янғындан һаҡлау маҡсатында 3 ауыл биләмәһендә мобиль янғын комплекстары һатып алынды. Быйыл конкурста 12 биләмәнең 10-һы ҡатнашырға теләк белдерҙе.
- Ауыл хакимиәттәре ошо проект ярҙамында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен дә ыңғай хәл итеп булыуына иғтибар бирһен ине. Сөнки быға тиклем ҡулланылған ДРЛ һәм ДНаТ лампаларын заманса диодлы яҡтыртҡыстарға алмаштырыу күпкә отошло: улар сифатлыраҡ, әҙ сығым талап итә һәм шунлыҡтан күберәк урамдарҙы яҡтыртыу мөмкинлеге бирәсәк. Халыҡ, хакимиәт һәм эшҡыуарҙар инициатива күрһәтеп, берләшеп эшләһәк кенә инфраструктураны үҫтерергә, киҫкен социаль проблемаларҙы хәл итергә мөмкин буласаҡ.
Район халҡы байтаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән проекттың кәрәклеген аңлап, әүҙем ҡатнашыр тигән теләктә ҡалам.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Д. БАЙНАЗАРОВ.