Әҙәби бит
22 Июль , 12:31

"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА

Аҙағы. – Һеҙҙә ҡапҡа асып ҡаршылайҙар, ҡысҡыртып тауыш бирәйемме?– тине таксист. – Кәрәкмәҫ, улар беҙҙе көтмәйҙәр, – тип Сөмбөл аҡсаһын түләне, машинанан сыҡты. Әйберҙәрҙе ҡапҡа төбөнә бушатҡас, таксист китеп барҙы. Сөмбөл инергә ашыҡманы, тирә-яғына ҡаранды, тыуған ауылы һауаһын һуланы. Азамат, әсәһенең итәгенә тотоноп, таныш булмаған ерҙе күҙәтте.

"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА
"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА

Киң эшләпәле берәү ишек алды уртаһында торған йөк машинаһынан һарай башына бесән ата ине. Ул кинәт артҡа боролоп ҡараны. Уларҙы күргәс, эшенән туҡтап ҡалды, бер аҙ ҡарап торҙо ла, һәнәген ҡаҙап, ергә һикерҙе һәм әкрен аҙымдар менән уларға табан килә башланы. Ул эшләпәһен һалғас ҡына, Сөмбөл, уны танып, телһеҙ ҡалды. «Байрас, һин бында ни эшләп йөрөйһөң?» – тиәһе килде, теле әйләнмәне, беренсе тапҡыр күргәндәй, ҡарап тик торҙо. Азамат, аптырап, бер әсәһенә, бер ҡаршыһында торған ҙур кәүҙәле ағайға ҡараны. Ағай өндәшмәй, уның әсәһенә ҡарап тора, ул әкрен генә күҙ ҡарашын Азаматҡа күсерҙе лә уның алдына сүгәләне:
– Азамат, ҡайттыңмы, кил миңә, – тип ҡулын һуҙҙы.
Азамат ҡаршы килмәне, ҡыҙыҡһыныулы күҙҙәре менән Байрасҡа ҡарап, көтмәгәндә:
– Һин минең атайыммы? – тине.
Сөмбөл улының һүҙҙәренән һиҫкәнеп китте:
– Улым.
Байрас уға әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне, «өндәшмә» тигәнде аңлатып, ҡулын күтәрҙе, бер ҡулы менән күкрәгенә баланы ҡыҫты.
– Эйе, улым, мин һинең атайың.
Сөмбөл был һүҙҙәрҙе ишетеп, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.
– Байрас!
Байрас, «Өндәшмә!» тигәндәй, ҡаты итеп Сөмбөлдөң ҡулын ҡыҫты.
– Мин һине шундай һағындым, улым, – тип баланы ҡулына алды. – Әсәйеңде үбеп алайыҡ әле, мин уны ла бик һағындым, – тине лә, Сөмбөлдө күкрәгенә ҡыҫып, маңлайынан үпте.
Азамат бер ҡулы менән әсәһен ҡосаҡланы ла матур итеп көлөп ебәрҙе. Ул ике яҡтан икеһен ҡосаҡлап, суп-суп үбеп алды.
– Атайым, мин һине бик һағындым. Ә был ҙур машина кемдеке? Минең машинаға ултырғым килә.
– Байрас, ни эшләйһең һин? Ул бит бала, улай ярамай, – тине Сөмбөл, күҙ йәштәренә төйөлөп.
– Ярай. Мин һеҙҙе алты йыл көттөм, – тине лә, боролоп, Азамат менән машинаға табан китте. – Сания апай, ҡунаҡтар ҡайтты!
– Был ҡыҙыу эш ваҡытында ниндәй ҡунаҡтар? – тип һөйләнә-һөйләнә, Сөмбөлдөң әсәһе килеп сыҡты.
Ҡапҡа төбөндә, сумаҙандар араһында әле һаман зиһенен йыя алмай баҫып торған Сөмбөл, әсәһен күргәс, илап ебәрҙе. Әллә аптырауҙан, әллә әсәһен бик һағыныуын аңлауҙан:
– Әсәй, әсәйем, – тип үкһене.
– Сөмбөл балаҡайым, һин түгелме һуң? – тип әсәһе ҡыҙын ҡосаҡлап алды. –Бала ҡайҙа?
– Ана, Байрас янында.
Әсәһе ейәненә табан йүгерҙе, ике арала ни эшләргә белмәне.
– Әйҙә, балам, ни эшләп һаман унда тораһың?
Байрас өндәшмәй генә сумаҙандарҙы ишек төбөнә килтереп ҡуйҙы.
– Һеҙ өйгә инегеҙ, мин бесәнде үҙем атып бөтөрөрмөн. Ә һин, улым, шунда ултырып тор, ана, рулен борғола.
Бер йөк бесәнде һарай башына нисек тултырып бөтөргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды, йөрәге, шатланып, «ул ҡайтты, ҡайтты» тип типте.
– Улым, эш бөттө. Әйҙә, икәү мунса инеп сығайыҡ, – тип Азаматты үҙе менән мунсаға алып китте. Йән тартмаһа, ҡан тарта – бала унан ситһенеп торманы, һөйөндө, көлдө. Уның көлөүҙәре әсәһенекенә, күҙҙәре атаһыныҡына оҡшаған ине.
– Атай, ә һин мине машинаға ултыртып йөрөтөрһөңмө? Минең ҙур машинала бер ҙә йөрөгәнем юҡ, – тине Азамат, Байрастың муйынынан ҡосаҡлап.
– Йөрөтәм, әлбиттә, иртәгә үк.
– Һин бөгөн кем менән йоҡлайһың?
– Һинең менән инде, улым.
Улар шулай һөйләшә-һөйләшә йыуынды.
Сания апай ҡыҙы менән ейәне ҡайтыу шатлығынан иланы ла, көлдө лә. Ашыға-ашыға өҫтәл әҙерләне. Сөмбөл әсәһенә булышып йөрөһә лә, уйҙары ҡапҡа төбөндә ине.
– Әсәй, миңә ни эшләргә? Ниңә балаға «мин һинең атайың» тине ул? Мин хәҙер нисек аңлатайым, башым да эшләмәй. Байрас бында ни эшләп йөрөй?
– Һин, балам, ныҡлап уйла, ундай егетте көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Байрас һине нисә йыл көттө, башта мин дә ҡаршы килдем, ә ул ана шулай үҙ өйөнә ҡайтҡан кеүек килә, бар эште үҙе белеп эшләй. Һинең хаттарҙы уҡып һөйөнә. Ул һине бик ярата, ҡыҙым, бәхетеңә ҡаршы килмә.
– Ни һөйләйһең һин, әсәй? Кеше ни тиер, улар бит бер туғандар.
– Кешеләрме? Бындай егет аҫылын кире ҡаҡһаң, йүләр тиерҙәр.
Азамат менән Байрас мунсанан ҡайттылар. Байрас ингәс, беҙ юҡта ни һөйләштегеҙ тигәндәй, Сөмбөлгә ҡарап ҡуйҙы. Сөмбөл нисектер ҡаушап ҡалған, үҙен сит кешеләр араһында кеүек тота ине. Улар бергәләшеп сәй эстеләр. Азамат:
– Мин атай менән йоҡлайым, – тигәс, Сөмбөл һиҫкәнеп китте. Ул ауыҙын асырға өлгөргәнсе, Байрас:
– Сания апай, беҙ улым менән теге бүлмәгә инеп ятайыҡ, – тип Азаматты үҙе менән алып инеп китте.
Сөмбөл, аптырап, ни әйтергә белмәй, әсәһенә ҡараны.
– Ҡурҡма, ҡыҙым, Байрас нишләгәнен яҡшы аңлай.
Ул кисте Сөмбөл әсәһе менән аш бүлмәһендә бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы, таң алдынан ғына йоҡларға яттылар. Иртән ул уянғанда, Азамат менән Байрас урындарында юҡ ине. Сөмбөл йүгереп ишек алдына сыҡты. Әсәһе, ҡыҙының ҡурҡынған йөҙөн күреп:
– Байрас Азаматты үҙе менән алып китте, оҙаҡламай ҡайтырҙар, – тип тынысландырырға ашыҡты.
Төшкө аш ваҡыты тирәләрендә ҡапҡа төбөнә өр-яңы ҡыҙыл «Жигули» машинаһы килеп туҡтаны. Машинанан ҡара костюм-салбар кейгән, зәңгәр күлдәгенә килешле галстук таҡҡан Байрас төштө. Ул был костюмда иҫ китмәле сибәр һәм дәрәжәле егет аҫылы ине. Был инде майканан йөрөгән оҙон сәсле ябай ғына шофер түгел ине шул. Яңы ғына мунсанан сыҡҡан Сөмбөл оҙон сәстәрен елдә киптереп маташа ине. Уларҙың күҙ ҡараштары осрашты. Азамат әсәһенә ашыға-ашыға үҙенең күргәндәрен һөйләй, тик улының һүҙҙәре генә Сөмбөлдөң башына кермәй. Байрас уға яҡыныраҡ килеп баҫты, ул уны ҡосаҡлап алыр кеүек ине, ләкин үҙенең хистәрен тыйып ҡала алды.
– Беҙгә икәүҙән-икәү генә һөйләшергә кәрәк. Мин эштән һуң ҡайтырмын, – тине лә боролоп сығып китте.
Кис баланы йоҡлатҡас, Байрас Сөмбөлдө йылға буйына саҡырҙы. Улар әкрен аҙымдар менән йылға буйына төштө. Сөмбөлдөң бала сағы ошо йылға буйында, әрәмәлектә үтте. Ҡышын малайҙар менән кәшәкә һуҡтылар, йәйен күлдәк итәге менән балыҡ һөҙҙөләр. Әрәмәлек киңәйеп киткән, йылға ғына элек нисек аҡһа, хәҙер ҙә тыныс ҡына, киске тынлыҡты боҙоп, сылтыр-сылтыр аға. Байрас әкрен генә Сөмбөлдөң сәс толомдарын ҡулына алды. Сөмбөл иһә ҡасандыр дуҫы, туғаны булған, ауыр саҡта һәр ваҡыт ярҙам иткән Байрас янында үҙен нисек тоторға белмәне.
– Сөмбөл, һин киткәнсе үҙ хистәремде әйтергә өлгөрмәнем. Мин һиңә беренсе тапҡыр күргәндән бирле ғашиҡ. Һинең ағайымды яратыуыңдан көнләштем. Һин һәр ваҡыт миңә ҡарап йылмая инең, мине ошо йылмайыуың менән ниндәй ғазаптарға һалыуыңды аңламаның. Хәйер, мин һиңә әйтеп ҡараным, һин генә барыһын шаярыуға әйләндерҙең, – тип уны үҙенә табан борҙо.
Уның күҙҙәренең матурлығы боҙҙо түгел, ташты ла иретер ине... Сөмбөл үҙ уйҙарынан ҡурҡып ҡалды. Байрас, эйелеп, уның татлы йомшаҡ ирендәренән үбеп алды.
– Беләһеңме, ошо ирендәргә бер генә ҡағылһаң ине, тип күпме хыялландым мин. Хәҙер инде был ирендәрҙе туйғансы үбәсәкмен, мин уларға бер кемде ҡағылдырмаясаҡмын.
Ул уны тағы үпте, иркәләне.
Сөмбөл инде ир-ат ҡулының ниндәй булыуын да онотҡан ине. Байрастың көслө ҡулдары, наҙлы ирендәре уның башын әйләндерҙе, күктәргә мендерҙе, һыуҙарға һалды. Ул хәҙер өлгөргән ҡатын, ул да иркәләүҙәргә һыуһаған икән бит. Байрас уны ебәрергә ашыҡманы, уның ҡалтырауын һиҙеп, көслө ҡулдары менән күкрәгенә ҡыҫты.
– Сөмбөл, минең ҡатыным, тормош юлдашым бул. Мин һине бер ҡасан рәнйетмәм, атай-әсәйем кеүек, татыу йәшәрбеҙ. Мин һине үлгәнсе яратырмын, – тип бышылданы. Уның ҡайнар һулышы Сөмбөлдөң битен, ҡолаҡтарын, сәстәрен яндырҙы. – Сөмбөл, бәлки, һин дә мине бер ваҡыт яратырһың. Мөхәббәтемде кире ҡаҡма, мин һине бик бәхетле итермен.
Сөмбөл үҙ-үҙен ҡулға алырға, тынысланырға тырышты.
– Байрас, мин быға әле әҙер түгел. Әллә өнөм, әллә төшөм – аңлай алмайым. Ҡайтҡан көнөмдән бирле һин мине үҙеңдең һүҙҙәрең менән ғәжәпләндерәһең. Былай булыр, тип башыма ла килтерә алманым, мин киткәнгә барығыҙҙа шатланғанһығыҙҙыр, тигән инем. Һине лә, күптән өйләнгәндер, тип уйланым. Һин
мине ашыҡтыраһың, уйларға ла мөмкинлек бирмәйһең. Байрас, улай ярамай, һеҙ бит туғандар. Булат ни тиер? Һеҙҙең арағыҙға кергем килмәй, минең арҡала ике туғандың дошманлашыуын теләмәйем. Атайҙар ни тиер?
– Улар әйтәһен әйттеләр инде. Булат өйләнде, теләгенә иреште. Ә атай беҙгә күптән үҙенең хәйер-фатихаһын бирҙе, атай-әсәй һине бик ярата, һағына, ҡайтыуыңды көтә, минең кеүек, – тине лә тағы Сөмбөлдө үбә башланы.
Улар был таңды һыу буйында бергә ҡаршыланылар. Иртән Сөмбөл әкрен генә улы янына инеп ятты, Байрас эшкә китте. Ул бөгөн бик бәхетле, буй етмәҫ хыялы тормошҡа ашты. Ул бөгөн беренсе тапҡыр үҙе яратҡан ирендәрҙе үпте.
Төштән һуң Байрас тәмле әйберҙәр күтәреп ҡайтты.
– Әйҙә, йыйын, атайҙарға ҡайтабыҙ, – тине, үҙе, ярҙам итегеҙ инде тигәндәй, Сания апайға ҡарап ҡуйҙы.
– Эйе шул, барып ҡайтығыҙ, ҡоҙаларҙың күңеле булыр, – Сания апай ҡаршы килмәне.
– Азамат, олатайҙарға барабыҙмы? Унда һине өләсәйең, ағайың көтә.
– Барабыҙ, барабыҙ. Әсәй, әйҙә, олатайҙарға барайыҡ инде!
Сөмбөл аптырап:
– Бөгөн үкме? – тине. Ул, Байрас тағы бер мөгөҙ сығармағайы тип ҡурҡа ине.
– Бөгөн, – тине Байрас, кире сигенергә урын ҡалдырмайынса.
– Ярай, йыйынайым, сығып тороғоҙ.
Байрас Азамат менән Сания апайҙы, Сөмбөл кире уйлағансы тип, тиҙерәк алып сығып китергә ашыҡты.
– Сания апай, булыш миңә. Сөмбөл ҡурҡа, ә минең бер көн дә көткөм килмәй. Хәйер-фатихаңды биреп ебәр, мин барыбер уға өйләнәм.
Сөмбөлдөң әсәһе йылмайып баш ҡаҡты. Ул риза ине.
Сөмбөл кейенеп сыҡҡас, Байрас һоҡланыуын йәшермәне:
– Азамат, әсәйең шундай сибәр. Әгәр күрһә, беҙҙең һуҡыр мулла ла ғашиҡ булыр.
Эйе, уның ҡаршыһында элекке ябыҡ, бәләкәй генә Сөмбөл түгел, уртаса кәүҙә ле бик һөйкөмлө йәш ҡатын ине. Өҫтөнә кейгән зауыҡлы, ҡиммәтле кейемдәре, өйөлгән сәсе, бейек үксәле аяҡ кейеме – былар барыһы ла уны затлы ҡатын итеп күрһәтә.

Байрас Сөмбөлдө үҙ янына алға ултыртты. Азамат артта баҫып барҙы, уға бөтә нәмә яңы, ҡыҙыҡ, юл буйы һөйләне, көлдө. Сөмбөл Ахунға яҡынайған һайын тулҡынланды, ҡулдары ҡалтыраны, аяҡтары хәлһеҙләнде. Ҡыҙыл ҡапҡаны уҙғанда ул төшөп кире йүгерер хәлгә еткән ине. Байрас уның хәлен тойоп, ҡулын ҡыҫты.
– Тыныслан, барыһы ла яҡшы булыр, мин һинең менән, һин минең менән, – тип йылмайҙы. – Шулаймы, улым?
– Юҡ, Байрас, – тине Сөмбөл, ҡурҡып. – Улай тимә, аңламаҫтар, һин үҙең дә ни эшләгәнеңде аңламайһың. Бер йортҡа ике тапҡыр килен булып төшмәйҙәр, мин риза түгел.
Был һүҙҙәрҙән Байрастың кәйефе ҡырылһа ла, һиҙҙермәне.
Бына улар Байрастарҙың тыҡрығына килеп етте. Байрас, ҡапҡа төбөнә килеп туҡтауға, ҡаты итеп ҡысҡыртты. Кемдер ҡапҡаны асты, машина ишек алдына инеп туҡтаны. Машина ҡаршыһында баҫып торған Булатты күреп, Сөмбөл ҡурҡып ҡалды, йөҙө ап-аҡ ҡағыҙ төҫөнә инде. Ул да, Сөмбөлдө танып, баҫҡан урынында тораташтай ҡатып ҡалды. Байрастың йөрәген көнсөллөк уты яндырып үтте.
– Әйҙә, улым, килеп еттек, – тине ул, үҙе Сөмбөлдән күҙен алманы. Азаматты күтәреп, машина өҫтөнә баҫтырып ҡуйҙы.
– Атай, кил әле бында. Күрегеҙ, кем ҡайтты беҙгә.
Шәфҡәт ағай, ниҙер һиҙенеп, абына-һөрлөгә машина янына килде. Бер улына, бер балаға текәлде. Бала уға өндәшмәй генә ҡарап торҙо ла, үрелеп, Байрасты ҡосаҡланы.
– Атай, был кем?
– Был һинең олатайың, иҫәнләш, исемеңде әйт.
– Һаумы, олатай, мин Азамат.
– Иҫәнме, улым, ҡайттыңмы? Беҙ һине бик һағындыҡ, бигерәк ҙур үҫкәнһең, – тине олатаһы, тамағына ултырған төйөндө йотоп. – Кил әле үҙемә, өләсәйеңә күрһәтәм.
Баҡсаға йыйылған халыҡ баланы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп һөйҙө.
Машина янына килеп баҫҡан йәш үҫмер Сөмбөлгә текәлеп ҡарап тора башланы. Сөмбөл уны танып, «Солтанай» тип бышылданы. Әлфис, ағаларына оҡшап, оҙон буйлы, бик сибәр егет булып үҫкән. Сөмбөлдөң машинанан сығырға көсө етмәне, аяҡ-ҡулдары уға буйһонорға теләмәне, күҙҙәренән йәш аҡты. Быны күреп, Әлфистең уны ҡосаҡлап илағыһы килде, ун алты йәшлек егеткә күҙ йәшен күрһәтеү оят тойолғанға, ул кинәт боролоп, баҡсалар артына уҡ сығып китте. Шәфҡәт ағай килеп, машина ишеген асты.
– Әйҙә, ҡыҙым, өйгә керәйек, – тип Сөмбөлгә ҡул һуҙҙы. Уның үҙенең дә Сөмбөлгә ҡушылып илағыһы килде.
– Сөмбөл балаҡайым, ҡайттыңмы? – тип Гөлфиә апай ҙа йүгереп килеп етте. Уны ҡосаҡлап баҡсаға алып инде. Фәриҙә, бер ни аңламайынса, ситтән генә барыһын күҙәтеп торҙо. Булаттан:
– Был кемдәр? – тип һорағас, ире, ни әйтергә белмәйенсә, һарайға инеп китте. Йорттағы хәлдәр уны бик ныҡ тетрәндерҙе, уға үҙен ҡулға алырға кәрәк ине. Улы үҫкән, Сөмбөл үҙгәргән, матур ҡатын булған. Хәҙер Азамат уға кем тиер? Әле ишетәһеләре алда булған икән...
Булат, әҙерәк тынысланып, башҡалар янына сыҡты. Уны күреүгә, бала, был ағай менән танышманым, тигәндәй:
– Атай, атай, был кем? – тип Булатҡа күрһәтеп һорап ҡуйҙы. Шәфҡәт ағайҙың йөрәге әрнене. Байрас, башта ҡаушап ҡалһа ла, һиҙҙермәне.
– Таныш бул, улым, был Булат ағайың, – тине, ағаһының күҙҙәренә ҡарап. –Ике атай булмай бит инде, – тип өҫтәне.
Булаттың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, йөҙө ап-аҡ ағарҙы. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ҡасандыр Байрас уға был баланы көсләп таҡты, Булат иһә уны матур ҡатынға алыштырҙы. Ә хәҙер, рөхсәт тә һорамайынса, тартып алды. Булатҡа Азаматтың ағаһы булыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Сөмбөл, Әлфисте эҙләп, картуф баҡсаһына сыҡты. Ул бер мөйөштә ултырған, ҡул арты менән күҙ йәштәрен һөртә ине.
– Әлфис, солтаным, – тине апаһы, уның алдына теҙләнеп. – Үҫкәнем, һин ниндәй ҙур егет булғанһың, – тип Әлфисте ҡосаҡланы. – Әллә миңә үпкәң ҙурмы? Өндәшмәйһең дә, Азамат менән дә күрешмәнең. Мин уға һинең хаҡта бик күп һөйләнем, ләкин һине былай еткән егет итеп күҙ алдыма ла килтерә алманым.
– Апай, мин һеҙҙе һәр йылды көттөм, сәскәләреңде һаҡлап үҫтерҙем, ә һеҙ бик оҙаҡ ҡайтманығыҙ. Бөгөн һеҙҙе күргәс, юғалып ҡалдым, – тип Әлфис күҙ йәштәрен һөрттө. – Мин һеҙҙе бик һағындым.
Байрас, энеһенең хәлен аңлап, Азаматты күтәреп баҡсаға инде.
– Бына бәләкәй ағайың, ул һине бәләкәй сағыңда гел күтәреп йөрөнө, һинең менән уйнай ине.
– Ә ул ниңә илай?
– Ә һин уны йыуат, ҡосаҡла, улым, һөйләш, ә беҙ өләсәйең янына инәбеҙ.
Сөмбөл менән Байрас, уларҙың икеһен генә ҡалдырып, баҡсанан сығып киттеләр.
Булат ҡатынына:
– Йыйын, киттек, – тине лә машинаһына сығып ултырҙы.
Фәриҙә иренә ҡаршы килмәне. Булатҡа юл буйы сәйер ҡунаҡтар тураһында һорауҙар яуҙырҙы, ләкин һорауҙары яуапһыҙ ҡалды. Ире уны ишетмәнеме, йә иһә ишетеп тә, дөрөҫөн әйтергә көсө етмәнеме...
Эйе, Сөмбөл менән ҡасан да булһа осрашырға тейеш ине ул. Ләкин былай түгел бит. Ә Сөмбөл үҙгәргән. Ҡыҫҡа сәсле, ҡыҫҡа итәкле, сыйырсыҡ кеүек сытырлап торған бәләкәй генә Сөмбөл хәҙер йомшаҡ ҡына, үҙ дәрәжәһен белеп кенә һөйләшеүсе һөйкөмлө ханым булған.
Ә энеһе? Энеһе уның улын тартып алды. Байрас бындай аҙымға барыр, тип башына ла килтермәне бит ул. Киткәс онотҡандыр, тип уйланы, асыҡтан-асыҡ бер ни ҙә һораманы. Сөмбөлдө ҡайҙан табып алып ҡайтҡан? Улы ҡайҙа булған, нисек үҫкән? Эх, яҙмыш ағас башынан йөрөмәй шул, кеше башынан йөрөй.
* * *
Сөмбөл Гөлфиә апай тирәһендә ҡайнашты, икәү һөйләшеп туя алманылар.
Байрас ҡайҙалыр барып ҡайтты, үҙе ситтән генә Сөмбөлдө күҙәтте.
Атаһы икенсе көндө:
– Улым, ни эшләргә уйлайһың, һөйләштеңме, ризамы? – тип һораны.
– Юҡ, ризалашмай, ағайымдан ситенһенә, ахыры, беҙҙе дошманлаштырыуҙан ҡурҡа.
– Сөмбөл хаҡлы, улым. Уны күргәс, ағайыңдың йөҙө ап-аҡ булды, ул үҙенең кемде юғалтыуын аңланы. Әгәр Фәриҙәне айырып, кире Сөмбөлдө алырға теләһә?
Байрас был хаҡта уйламаған ине.
– Юҡ инде, атай. Мин Сөмбөлдө алты йыл көттөм. Минең нисек ғазапланыуымды үҙегеҙ күрҙегеҙ, ағайымдың ике ятып бер төшөнә лә кермәне, өйләнеү менән онотто. Йәшәһен үҙенеке менән! Мин Сөмбөлдө бер кемгә бирмәйәсәкмен! Ошо ике көн эсендә өйләнмәһәм, исемем Байрас булмаһын! – тине ҡаты итеп. – Атай, миңә һеҙҙең хәйер-фатихағыҙ кәрәк, ҡалғанында минең эшем юҡ.
– Беҙ риза ла ул, Сөмбөл риза булмаһа, ни эшләрһең?
– Уныһын үҙем хәл итермен, миңә бары ике көн кәрәк.
Шәфҡәт ағай улын яҡшы белә, ике һөйләргә лә яратмай, әйткән икән – эшләмәй ҡалмай.
Шәфҡәт ағайҙарҙа ике көн ҡунғандан һуң, Сөмбөл ҡайтырға йыйынды.
Гөлфиә апай:
– Тағы бер көнгә генә ҡалығыҙ инде, унан Байрас илтеп ҡуйыр, – тип ялбарһа ла, Сөмбөл ризалашманы.
– Юҡ, беҙ ҡайтайыҡ, күрештек, һөйләштек, әсәйем дә көтәлер. Байрас – эш кешеһе, уны борсоп тормайбыҙ.
Ҡапҡанан сығыуҙары булды, туҙан туҙҙырып Байрас ҡайтып туҡтаны, тиҙ генә машинанан сыҡты.
– Улым, ҡайҙа йыйындығыҙ? – тип Азаматты күтәреп алды.
– Өләсәйгә ҡайтабыҙ, – тине бала.
– Һин, улым, олатай-өләсәйең янында өйҙә ҡалып торорһоң, беҙ әсәйең менән ҡалаға барып киләбеҙ, – тип Азаматты кире өйгә алып инеп китте.
Байрас, улын ҡалдырып сыҡҡас, машина янында аптырап баҫып торған Сөмбөлгә асыулы итеп ҡарап:
– Ултыр машинаға! – тип алғы ишекте асты.
Сөмбөл ҡуҙғалмағас, ялт итеп ҡулына күтәреп, машинаға ултыртты. Машина үрә баҫырға йыйынған ат һымаҡ һикереп ҡуйҙы ла, ауыл урамын туҙанға күмеп, ҡалаға табан елдерҙе.
– Байрас, нишләйһең һин, сапма, – тине Сөмбөл, ҡурҡып.
Байрастың күҙенә аҡ-ҡара күренмәне. Үҙе бер нәмә өндәшмәй, ирендәре ҡыҫылған, күҙҙәре уттай яна. Ауылдан ниндәй тиҙлек менән сығып китһә, шулай ҡалаға килеп инде. Машина ҙур яңы бина ҡаршыһына килеп туҡтаны. Байрас, Сөмбөлдө ҡулынан етәкләп, бина эсенә өҫтөрәне.
– Туҡта, ҡайҙа сабаһың, йығаһың бит. Ниңә өндәшмәйһең?
Байрас уны еңел генә ҡулына күтәреп алды, алдындағы ишекте этеп асты. Бүлмәлә ултырған ҡатын ҡурҡып һикереп торҙо. Байрас:
– Бына, беҙ килдек. Ҡайҙа ҡул ҡуйырға? – тигәс, теге ҡатын ҡабаланып өҫтәлдә ятҡан китапҡа төртөп күрһәтте.
– Ҡуй шунда имзаңды! – тине Байрас, Сөмбөлдө иҙәнгә баҫтырып.
Сөмбөл, аптырап, ҡағыҙға ҡараны, Байрастың һүҙҙәренә буйһоноп, уның артынса бер ни аңламайынса ҡул ҡуйҙы. Ханым, ашығып, өҫтәлгә уларҙың паспорттарын килтереп һалды. Уларҙы нимәлер уңайынан ҡотланы. Байрас, рәхмәт әйтеп, документтарҙы алды. Сөмбөлдө нисек күтәреп ингән булһа, шулай алып сығып машинаға ултыртты. Бер аҙҙан яңы төҙөлгән биш ҡатлы йорттоң ишек төбөнә килеп туҡтанылар. Байрас Сөмбөл яғындағы ишекте асты, уны машинанан һурып ҡына алды ла, ҡулына күтәреп, ҡыҙыу-ҡыҙыу өсөнсө ҡатҡа күтәрелде. Сөмбөлдө ҡулынан төшөрмәй генә бер фатир ишеген асты. Улар бер бүлмәле фатирға килеп инделәр. Бында тормош итер өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар ине. Байрас уны бүлмә уртаһында торған диванға әллә ултыртты, әллә ташланы – һәр хәлдә, Сөмбөлдөң башы муйынынан ысҡына яҙҙы. Байрастың ни өсөн уны шулай бесәй балаһы кеүек бәргеләп йөрөтөүен аңлай алманы. Байрас
был мәлдә яралы ҙур януарға оҡшап ҡалды, бүлмә буйлап арлы-бирле йөрөй башланы. Уның күҙҙәре асыулы, йөҙө етди. Сөмбөл, ҡурҡып, уны күҙәтте.
Байрас кинәт йөрөүенән туҡтаны, уға боролоп:
– Беләһеңме кем һин? – тип һорап ҡуйҙы.

Уның был асыулы һүҙҙәренән Сөмбөл диванға нығыраҡ һеңә төштө. Беләм, тигәндәй, аптырап баш ҡаҡты.
– Юҡ, белмәйһең, йән ҡорто һин! Теге ваҡытта ҡасып китеп, күпме кешене илатҡаныңды, ҡайғыға һалғаныңды беләһеңме? Юҡ, белмәйһең. Атай-әсәй, һинең өсөн борсолоп, бер йылда ун йыллыҡ ҡартайҙы. Һалҡын ҡыш көнөндә, ас килеш, бала менән ҡайҙа йөрөй икән, тип борсолдолар. Һәр көн ҡайтыуыңды көттөләр. Ә Әлфис сабый ғына ине. – Байрас ҡайҙандыр Сөмбөлгә таныш бер халат тартып сығарҙы. – Бына быны таныйһыңмы? Ул сабый ошо күлдәкте өс йыл ҡосаҡлап йоҡланы. Әсәйем йыуһа, еҫе бөтә тип, йәшереп һаҡланы. Аҡылдан яҙмаһын тип ҡурҡып, өс йыл ошо халатты үҙемдә һаҡланым. Мин дә һине көтә-көтә аҡылдан яҙыр дәрәжәгә еттем, – тине лә халатты Сөмбөлгә атты. Сөмбөлдөң ғәжәпләнеүҙән күҙҙәре түңәрәкләнде.
– Һин киттең, барыһын оноттоң. Әсәйеңдең күпме күҙ йәштәре түгеүен дә күрмәнең. Мин алты йыл буйы уның янында һине көттөм. Һин уҡый тигәс, һиңә тиң булайым тип, мин дә уҡыным, эшләнем. Һин ҡайтыуға тип, бәләкәй генә булһа ла, ошо ояны әҙерләнем. Ә һин минең бөтә хыялдарымды тапап, тағы ҡасырға йыйындыңмы? Һин минең бөтә йәнемде ашап бөтөрҙөң...
Ул асыу менән бүлмә ишегенә килтереп һуҡты, ишектә тишек ҡалды. Үҙе кухняға сығып китте, унан сәйнүк шылтыраған, һауыт-һаба ватылған тауыш ишетелде. Кинәт фатирҙа тынлыҡ урынлашты. Өйөрмә нисек башланды, шулайтынды. Байрас ишек янына килеп баҫты. Башы ишек башына етә яҙып тора, елкәләре ишек киңлеге. «Йәнәшә баҫһаҡ, айыу менән сысҡанға оҡшайбыҙ икән»,– тип уйланы Сөмбөл. Үҙе бер Байрасҡа, бер ишектәге тишеккә ҡараны. Байрас уның күҙҙәрендә ҡурҡыу күреп, аяҡ осона, иҙәнгә, килеп ултырҙы, туфлиҙарын һалдырҙы. Ҡыл кеүек тартылған Сөмбөл иҫке халатын күкрәгенә ҡыҫты. Байрас моңһоу ғына йылмайҙы.
– Кис ҡайтҡас, мин дә уны шулай күкрәгемә ҡыҫам. Мин бит һау-сәләмәт ир-егет, миңә һин үҙең кәрәк. Ҡурҡыттым, ғәфү ит. Башҡа улай эшләмәм, шулай ҙа, әгәр киткән булһаң, мин һине табып, йомшаҡ ереңде ҡайын менән ярған булыр инем. Зинһар, ҡасма, минең һине лә, үҙемде лә бәхетле иткем килә. – Ул Сөмбөлдөң бәләкәй генә ҡулдарын үҙенең көрәк кеүек ҡулдарына алды, күҙҙәренә ҡарап, уның бармаҡтарын үпте. – Һин бер ҡасан да минең ҡатыным булғанға үкенмәҫһең. Ысын күңелеңдән мине ирең, балаңдың атаһы тип ҡабул ит. Әгәр аңлаған булһаң, беҙ ЗАГС-та яҙылышып сыҡтыҡ. Паспортыңда аҡҡа ҡара менән «Арыҫланов Байрастың ҡатыны» тип яҙылған. Һин – минең законлы ҡатыным.
Минең бик матур туй яһағым, һиңә аҡ күлдәк кейҙергем килгән ине. Һинең ҡарышыуыңдан, һине юғалтыуҙан ҡурҡтым. Сөмбөл, йәшәйек бергә. Әйт берәй нәмә. Ниңә өндәшмәйһең? – Кеҫәһенән бәләкәй генә алтын балдаҡ сығарып, Сөмбөлдөң бармағына кейҙерҙе. – Мин һине бик яратам, ғүмерлек юлдашым бул. Әгәр ярата алмаһаң, балдаҡты ошо өҫтәлгә ҡуйып китерһең. Мин барыһын да шунан аңлармын.
Ул кеҫәһенән икенсе алтын балдаҡ сығарып, Сөмбөлгә һуҙҙы. Сөмбөл, уйланып, уға ҡарап торҙо ла балдаҡты ҡулына алды.
– Әгәр мине үткәндәр менән битәрләмәһәң, бындай тишектәр яһамаһаң, мин һиңә яҡшы ҡатын булырмын, – тине. Байрастың бармағына ул биргән балдаҡты кейҙерҙе. – Һин тоғролоҡло ир булһаң, балдағыңды бармағымда үлгәнсе һаҡлармын, – тип үҙе лә еңел һулап ҡуйҙы.
Байрас бер мәлгә аптырап ҡалды, ул Сөмбөлдән тиҙ генә бындай һүҙҙәр ишетермен тип уйламаған ине, уның күҙҙәре ялтыраны, аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайып ебәрҙе, шатлығы эсенә һыйманы. Ул ҡатынын ҡосағына алып, яратып үпте, наҙға һыуһаған ике йөрәк ләззәт донъяһына сумды. Көслө ирҙең ҡайнар һулышы Сөмбөлдө яндырҙы, тылсымлы ҡулдар уны йондоҙҙарға алып менеп китте, башы әйләнде. Ул үҙен мәңгегә ошо ҡулдарға тапшырҙы. Икәүләшеп ләззәт шишмәһенән йотлоғоп һыу эстеләр...

Көн үтеп, төн етте. Төн уҙып, тағы яңы көн тыуҙы. Байрас уянды. Аҡ мендәрҙә ҡара оҙон сәс көлтәһенә уралып йоҡлаған ҡатынына һоҡланды. Уны уятыуҙан ҡурҡып, тыныс ҡына уйланып ятты. Бына ниндәй татлы була икән ул оҙаҡлап көтөп алынған мөхәббәт! Сөмбөлдө ҡосағына алыу тураһында күпме йылдар, күпме көндәр хыялланды. Хыялда бер, ә тормошта бөтөнләй икенсе төрлө...
Дөрөҫ, ул, егерме ете йәшенә етеп, суфый булып ултырманы, ҡатын-ҡыҙҙың төрлөһөн күрҙе, ләкин ул бөгөн бер нәмәне аңланы: был донъяла һәр кешенең үҙ пары бар икән, шул парҙы табырға кәрәк. Ул яңылышманы, юҡҡа ғына Сөмбөлдө алты йыл буйы көтмәне, үҙенең хистәрендә аҙашманы, ул быны бөтә йәне-тәне менән тойҙо. Иртәме-һуңмы, Сөмбөл үткәндәрен онотор, ул да, бәлки, уны яратыр.
Байрастың ҡатынына баштан аяҡ ҡарап һоҡланғыһы килеп, әкрен генә өҫтөндәге юрғанын тартты. Ҡатынының матур тәне асылған һайын, уның күҙҙәре янды, һулышы йышайҙы, йөрәген шатлыҡ хисе биләп алды. Бына ул көтөп алған мөхәббәт!
Иренең күҙ ҡарашын тойоп, Сөмбөл дә уянды, үҙенең шәрә ятыуын абайлап, тиҙерәк юрған аҫтына сумырға ашыҡты. Байрастың йылмайып ятыуын күреп, оялыуҙан бите ҡып-ҡыҙыл булды. Көнмө, төнмө икәнен аңларға тырышты.
Юрған аҫтынан ике күҙен генә ялтыратып:
– Байрас, ваҡыт күпме? Ниңә уятманың? – тине.
Байрас ҡатынына ҡарап көлдө.
– Тағы дүрт көн ятһаҡ, минең ялым бөтә, йәнем.
– Ни һөйләйһең һин? Атайҙар беҙҙең бында ни менән шөғөлләнеп ятҡанды белһә, ни уйлар? Ояты ни тора. Нисек күҙҙәренә күренербеҙ?
– Бәләкәй түгелдәр, ни эшләп ятҡанды аңлайҙарҙыр, улар ҙа бер-береһен ярата.
– Ни һөйләйһең һин? Атайҙар белһә...
– Һуң, шул атайҙар белгәнгә беҙ тыуған бит инде. Үҙең ҡатын-ҡыҙҙар табибы түгелме һуң? – тип хәйләкәр йылмайып, Байрас уның юрғанын тартты. – Бөгөн беҙҙең ғаилә тормошона аяҡ баҫҡан беренсе көнөбөҙ. Миңә һинең йәнәшәңдә булыу, йоҡлау бик оҡшаны. Ҡартайып бабай булғас та һинең менән шулай йоҡлармын. Һин әле ир менән ҡатын араһында ниндәй матур мәлдәр булыуын белеп бөтөрмәйһең, был институтты мин һиңә үҙем уҡытырмын, Сөмбөл ханым, алда ғүмер оҙон әле, – тип һөйләй-һөйләй, уның сәстәрен таратты. – Һин бөгөн тағы ла матурыраҡ күренәһең, – тип күкрәгенә ҡыҫты.
Улар ауылға икенсе көндө кисен ҡайттылар. Сөмбөл ҡайны-ҡәйнәһе алдында үҙен нисек тоторға белмәне, ғәйепле бала кеүек, уларҙың күҙҙәренә күтәрелеп ҡарарға оялды. Гөлфиә апай, ниҙер һиҙенеп, уны үҙ бүлмәләренә алып инде.
– Ни булды, балам, йөҙөң ҡасҡан? – тип текәлеп ҡараны.
Сөмбөл башын аҫҡа эйеп ултыра бирҙе.
– Нимә тип әйтәйем, ул мине бесәй балаһы урынына, бер ни ҙә әйтмәйенсә, унда-бында болғап йөрөттө лә, беҙ яҙылыштыҡ, һин минең законлы ҡатыным, тип фатирына алып ҡайтты, – тине Сөмбөл, башын күтәрмәйенсә бышылдап. – Мин бер ни ҙә эшләй алманым, әсәй. Кешенән оят, бер йортҡа ике тапҡыр килен булып килгән, тиерҙәр. Булат ни тиер, ҡатыны ни тиер, ул бит мине күрә алмаясаҡ. Гөлфиә апай көлөп ҡуйҙы.
– Эй, килен, Байрас атаһына оҡшаған шул, әйтһә, эшләмәй ҡалмай инде. Аталары мине лә шулай алып ҡайтҡан ине. Байрас менән юғалмаҫһың. Ә кешелә эшең булмаһын, һин беҙҙеке, бала беҙҙеке, беҙ шат ҡына. Беҙ быны атайың менән күптән көттөк, шулай булғас, төклө аяҡтарың менән, килен, – тип арҡаһынан һөйҙө.
Шәфҡәт ағай Байрасҡа:
– Нисек? – тип ымланы.
– Яҡшы, – тине шатлыҡтан ауыҙы ҡолағына еткән улы.
– Маладис, падлис, – тип йылмайҙы атаһы, улар бер-береһен тиҙ аңланылар.
Иртән Сөмбөл уянғанда, Байрас эшкә киткән ине. Ул аптырап тирә-яғына күҙ һалды. Барыһы шул тиклем тиҙ булды, дүрт көн эсендә кейәү табып, тормошҡа сыҡты. Нисек булһа ла, ғаилә тормошон башлап ебәрергә кәрәк.
Сөмбөл, беренсе эше итеп, хәленән килгәнсә фатирға ремонт яһаны, яңы матур шаршауҙар элде, матур гөлдәр ултыртты, иҙәнгә келәмдәр йәйҙе. Аш бүлмәһен тәртипкә килтерҙе. Сәмәрҡәндтән алып ҡайтҡан йәймәләр һәр ергә матурлыҡ өҫтәне. Ире ҡайтҡан ваҡытҡа һәр ваҡыт тәмле ашы әҙер, сәй янына ҡоймағы, бәрәмәсе бешкән була. Байрас уның шул тиклем эште бер үҙе башҡара алыуына ғәжәпләнде. Сөмбөл фатирҙы гөл баҡсаһы яһаны. Байрас, хәҙер буш ваҡыты булған һайын, өйөнә ҡайтырға атлығып тора. Элек ашханала ашап ҡайта, диванға ятып телевизор ҡарай ҙа йоҡлай ине. Яңғыҙ йәшәгән көндәрен иҫкә
төшөрөп: «Нисек йәшәгәнмен икән?»– тип уйлай.
Сөмбөл беренсе ике аҙнаны фатир менән генә шөғөлләнеп үткәрҙе. Азамат иһә ауылда олатаһы янында булды.
Булат Сөмбөлдө күргәндән һуң үҙенә урын тапманы, эштән ҡайтышлай энеһе янына инеп сығырға булды. Ул уларҙы ҡайҙан тапҡан, улы ни өсөн уға атай тип өндәшә – барыһын да ентекләп һорашырға уйланы. Шундай уйҙар менән ишек төймәһенә баҫты, танауына әллә ниндәй тәмле еҫтәр килеп бәрелде. Ишек асылып китте.
– Ҡайттыңмы? – тип йылмайып Сөмбөл ҡаршы сыҡты.
Улар, бер-береһен күреп, һиҫкәнеп ҡуйҙылар.
Ярай әле, эштән ҡайтып килеүсе Байрас уларҙы был ауыр хәлдән ҡотҡарҙы:
– Нимә, ағай, аптырап тораһың, ин, – тигәнгә, улар икеһе лә ҡараҡлыҡта тотолғандай ҡурҡып киттеләр. – Әйҙә, ин. Ай, ниндәй тәмле еҫтәр сыҡҡан, үлеп ашағым килә. Ағай, өҫтөңдө һал, түргә уҙ, сит кеше кеүек торма инде, – тигәс, Булат ҡыйыр-ҡыймаҫ эскә уҙҙы. Энеһенең фатиры танырлыҡ түгел ине. Өйҙә әкрен генә ниндәйҙер көй уйнай, бүлмә яҡты ла, ҡараңғы ла түгел, киске ут яндырылған, ысын-ысынлап мөхәббәт ояһы. Булаттың йөрәген әллә үкенес, әллә көнләшеү киҫтереп үтте.
Байрас ағаһын:
– Әйҙә, ағай, киске аш ашап алайыҡ, унан иркенләп һөйләшербеҙ, – тип аш бүлмәһенә алып инде.
Сөмбөл мул итеп табын әҙерләгән, өҫтәлдә ҡыҙҙырылғаны ла, бешкәне лә, йәшелсәһе лә бар. Улар һөйләшмәйенсә ашанылар, тәмле бәрәмәстәр менән сәй эстеләр. Табынды йыйыштырғас, Сөмбөл ҙур бүлмәгә сыҡты, Байрас уның артынан ишекте япты.
– Ағай, күрәм, һин Сөмбөлдө бында осратып аптырап ҡалдың. Беҙ яҙылыштыҡ, үҙең күргәнсә, хәҙер бергә йәшәйбеҙ. Теге ваҡытта өйгә алып ҡайтып ултыртһам да, һин уға өйләнергә теләмәнең, хәҙер миңә үпкәләмә. Минең һеҙҙең арала йәрәштереүсе булып йөрөгөм килмәй. Ул китеп бармаған булһа, теге ваҡытта уҡ өйләнә инем. Белмәнем тимә, мин һиңә уны яратыуымды күптән әйтә килдем. Хәҙер минең үткәндәргә кире ҡайтҡым килмәй, һин дә үткәндәрҙе онот. Сөмбөл – минең ҡатыным, мин уны бик яратам.
– Ә ул һине?
– Белмәйем, бәлки, ҡасан да булһа яратыр, һинән һуң янып бөтмәгән булһа...
– Ә Азамат һиңә ни өсөн атай ти?
– «Һин минең атайыммы?» тине, эйе, тинем. Алты йәшлек сабыйға һинең йәшлек хаталарыңды нисек аңлатайым инде. Ағай, нисек бар – шулай ҡалһын, Сөмбөлдөң башҡа балаһы әллә була, әллә юҡ. Хәтерләһәң, теге ваҡытта ҡарт доктор, уға бала табырға ярамаясаҡ, тине. Бына хәҙер икебеҙгәме, дүртебеҙгәме бер бала. Ә һин улың менән аралаш, ҡурҡма, Сөмбөл ҡаршы килмәҫ. Фәриҙәң үткәндәрең тураһында беләме?
– Юҡ, белмәй.
– Беҙ ҡапсыҡта ятмай, бер тишеп сығыр, һин уға дөрөҫөн һөйлә, оҙаҡҡа һуҙма. Кешенән ишетһә, яҡшы булмаҫ.
Булат уларҙан һуң ғына ҡайтып китте, күңел мөйөшөндә ҡабынған бәләкәй өмөт сатҡыһы бик тиҙ һүнде, ул һуңға ҡалды... Сөмбөлдөң өйө таҙа, йылы, үҙе яғымлы, бешергән аштары тәмле. Ә улар икәү генә йәшәгәс, Фәриҙә ҡайнар аштарҙы һирәк бешерә, күберәк ҡоро-һары менән туҡланалар, һөйләшер һүҙҙәре лә юҡ, әкренләп бер-береһенән ситләшә баралар. Сөмбөлдөң йылы өйөнән һуң үҙенең өйө шыҡһыҙ, йәнде һалҡын өшөткәндәй тойолдо. Ул Алла урынына табынған, тыйнаҡ, йомшаҡ, күп һөйләшмәй, ҡысҡырып көлмәй торған Фәриҙә менән йәшәй башлағас, унда ниндәйҙер эрелек, һалҡынлыҡ һиҙҙе. Барыһы ла ул көткәнсә булманы, күңеле ниҙер эҙләне, кемделер көттө. Сөмбөлгә килеп ҡағылыуға, ул ҡабынып китә, башын юғалта, Сөмбөл уға бөтә йәне-тәне менән яуап бирә, улар һүҙһеҙ аңлашалар ине. Теге ваҡытта, мунсала, хатаны төҙәтергә ике һүҙ етә ине. Булаттың йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Сөмбөл менән йөрөгәндә, ҡайҙа барып инәһең, шунда байрам, уйын-көлкө, шаян һүҙҙәр ине, бер ҡасан юҡ-барға үпкәләмәне. Фәриҙә, юҡ өсөн үпкәләп, уны айҙар буйы янына ебәрмәй, һөйләшмәй интектерҙе, шуға ла Булат ярамаған һүҙ һөйләп ҡатынын үпкәләтеүҙән ҡурҡып йәшәне. Бала булһа, һөйләшер-уртаҡлашыр һүҙҙәре булыр, уларҙы үҙ ара бәйләр ине. Ә былай? Бөгөн ул энеһенән ҡайтҡанда, тормошоноң ни тиклем йәнһеҙ һәм буш икәнлеген аңланы. Фәриҙә янына йылы юрған аҫтына инеп ятты – йылына алманы. «Ҡайҙа яңылыштым һуң?» тигән уй башынан сыҡманы. «Үкенерһең, улым, Сөмбөл яҡшы ҡатын буласаҡ, юҡҡа рәнйетәһең» тип атаһы нисә тапҡыр киҫәткән ине. Бына хәҙер шуның әжәрен йыя.
Аталары Фәриҙәне Сөмбөлдө яратҡан кеүек ярата алманылар. Уларға һалҡын ғына «Һеҙ» тип өндәшеүе, эшкә артыҡ иҫе китмәй торған Фәриҙә менән «атай-әсәй» тип өҙөлөп торған, көсөнән килгән барлыҡ эште емертеп эшләүсе Сөмбөл араһында ер менән күк айырмаһы ине шул. Аталарының Фәриҙәне асыҡтан-асыҡ өнәмәүҙәрен күреп, Булаттың йөрәге әрнене. Йортта Сөмбөлдөң урынын берәү ҙә алыштыра алмай ине, ул хаҡта ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, һәр ваҡыт һиҙелеп торҙо. Сөмбөл менән йыш осрашырға тура киләсәк, бер түбә аҫтында нисек йәшәргә? Эх, теге ваҡытта атаһын тыңлаған булһа... Ҡасандыр Сөмбөлдө илатһа, хәҙер үҙе илай. Әсе йәштәр ирҙең мендәрен сылатты.
Ағаһы киткәс, Байрас Сөмбөл янына инде, ул тәҙрәнән киске урамға ҡарап тора ине. Байрас, һиҙҙермәйенсә, ҡатынын күҙәтте. Беләһе ине: Сөмбөл ниҙәр уйлай икән? Бәлки, ул әле һаман Булатты яраталыр. Түҙергә кәрәк, уны оноттороу өсөн ул барыһын да эшләйәсәк. Сөмбөл илайҙыр тип, үҙенә табан борҙо, улар һүҙһеҙ генә бер-береһенә ҡарашып торҙо. Сөмбөлдөң ҡараштары бер ни аңлатмай, унда бушлыҡ.

– Үткәндәргә кире ҡайтыу юҡ, Байрас. Һин мине ашыҡтырма, ваҡыт бир.
Сөмбөл ике-өс аҙнанан эшкә сығырға йыйынды.
– Байрас, мин эшкә урынлашырға уйлайым. Теге ваҡытта үҙем ятҡан больницаға барып ҡарайым әле, урын булһа, шунда эшләр инем.
– Үҙем илтермен. Һине аҡ халаттан, аҡ башлыҡтан күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
– Миңә бөгөн үк эш бирмәйҙәр бит, әле күреп туйырһың. Төндәрен ҡуйыныңдан алып сығып китә башлаһалар, ниңә өйләндем, тиерһең.
– Мин һинән туймам, һин генә минән туйма, – тип Байрас ҡатынын алдына ултыртты. – Мин әле һине күреп тә туйманым, кисен кем мине йылмайып ҡаршы алыр? Төшкө ашты өйҙә ашарға өйрәнеп бөткән инем, ашхананыҡын күргем дә килмәй. Ашау бер сәбәп кенә, һине көндөҙ ҡайтып бер яратып китһәм, эш сәғәте тиҙерәк үткәндәй була. Мин бит һине өйҙән сығыуға һағына башлайым.
– Ярай, ул тиклем арттырма, төн етмәгән һиңә...
– Юҡ, етмәй, һөйөклөм, етмәй, – тине ир, ҡатынының ҡолаҡ япраҡтарын үбә-үбә, – мин юғалған алты йылдың һәр көнө өсөн һинән үс аласаҡмын. Эшкә бараһы булмаһа, өйҙән бөтөнләй сыҡмаҫ инем, шулай һинең менән генә ятыр инем.
Уның күҙҙәре ялтыраны, тыны ҡайнарланды, үҙе халат бауын тартҡыланы.
– Байрас, сабырһыҙ, ялтыратма күҙеңде, май урлап ашаған бесәйгә оҡшайһың, – тип көлдө Сөмбөл, уның үҙенә лә был тормош оҡшай башлаған ине.
Икенсе көндө Сөмбөл бик матур итеп тегелгән йөн костюм, аҡ кофта, бейек үксәле туфлиҙарын кейеп, көҙгө ҡаршыһына килеп ултырҙы. Ул биҙәнеү әйберҙәрен һирәк ҡуллана, ҡайһы саҡ, биҙәнгеһе килеп, көҙгө ҡаршыһына килә. Көҙгөнән үҙенең һүрәтенә ҡарай: тән тиреһе ҡара, ҡашы ҡалын, керпеге ҡуйы оҙон, ирендәре әле ҡыҙыллығын юғалтмаған. Ни һөртөргә белмәй, шулай ҙа ярар, тип көҙгө ҡаршыһынан китә. Бөгөн дә көҙгө ҡаршыһында оҙаҡ ултырҙы, ире янына сығып.
– Шулай барһам яраймы? – тип һораны.
– Минең янға бындай сибәр ҡатын килһә, бер һүҙһеҙ эшкә алыр инем.
Байрасҡа ҡатынының кейенеүе, ҡыланышы бик оҡшай. Ул уны больница ишеге төбөнә тиклем килтерҙе. Сөмбөлдөң тулҡынланыуын һиҙеп, ҡулынан тотто, уның күҙҙәренә ҡарап:
– Тыныслан, барыһын да онот. Мин һине ошонда көтөрмөн, – тип ишек төбөндә баҫып ҡалды.
Сөмбөл баш табип бүлмәһен эҙләп китте. Теге ваҡытта кемдең ҡайҙа ултырғаны иҫендә ҡалмаған, хәйер, уның ҡайғыһы түгел ине. Бөгөн ул больницаға икенсе кеше күҙлегенән ҡараны: таҙа, яңы ғына төҙәтеү эштәре бөткән, ахыры, тип уйлана-уйлана, «Баш табип Власов Юрий Петрович» тигән яҙыулы ишек янына килеп туҡтаны. Ишек шаҡып, инергә рөхсәт һораны, өҫтәл артындағы ултырған сәркәтип уның кем булыуы менән ҡыҙыҡһынды.
– Миңә Юрий Петровичты күрергә кәрәк, эш буйынса. Мин уның күптәнге танышы, – тине Сөмбөл.
Сәркәтип баш табип янына инеп китте, бер аҙ торғандан һуң сығып:
– Инегеҙ, – тине.
Бүлмәлә йәше алтмыштан уҙған, сәсе ҡойолоп бөткән, шулай ҙа әле ныҡ кәүҙәле, бик етди Юрий Петрович ултыра ине.
– Һаумыһығыҙ, Юрий Петрович, – тине Сөмбөл, йылмайып. – Мине танымайһығыҙҙыр инде. Һеҙ мине ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарып ҡалдығыҙ, – тине, тулҡынланып.
Власов уға текәлде, күҙлеген дә һалып ҡараны.
– Хәтерләмәйем шул, бәлки, иҫкә төшөрөрһөгөҙ. Күптәрҙе үлемдән ҡотҡарырға тура килә.
– Мин алты йыл элек бик ауырлыҡ менән бала таптым. Уға тиклем дә бер ай был больницала ятып сығырға тура килгән ине. Берәй ваҡыт мин һеҙгә карточкамды күрһәтермен. Һеҙ мине һис шикһеҙ иҫегеҙгә төшөрәсәкһегеҙ. Һеҙ минең янымда бик күп ваҡыт уҙғарҙығыҙ. Үткәндәрҙе иҫкә төшөргөм килмәй. Уның ни тиклем ҡурҡыныс булғанлығын мин хәҙер генә аңланым. – Сөмбөлдөң күҙенә йәш тулды.
Ҡарт табип, ниҙер иҫенә төшөрөргә тырышып, маңлайын йыйырҙы.
– Һеҙ хаҡлы, карточкағыҙҙы ҡараһам, иҫемә төшөр ине. Ҡурҡыныс булғанлығын нисек аңланығыҙ?
Сөмбөл, бит остарын соҡорайтып, бик матур итеп йылмайҙы.
– Мин хәҙер һеҙҙең коллега.
Ишектә аҡ халатлы бер ханым күренде.
– Юрий Петрович, ҡул ғына ҡуйығыҙ әле, – тине.
Доктор «инегеҙ» тигәнде аңлатып, янындағы урындыҡҡа күрһәтте. Ҡаршыға ултырған ханым Сөмбөлгә ҡарап ҡуйҙы. Сөмбөл уны танып, йылмайып ебәрҙе.
– Һаумы, Римма, әллә һин дә танымайһың инде, Юрий Петрович та онотҡан.
– Туҡта, туҡта, хәҙер әйтәм, Булаттың ҡатыны бит һин, иҫемә төштө: Сөмбөл.
– Мин Булаттың ҡатыны түгел, шулай ҙа таныуың өсөн рәхмәт.
– Риммочка, миңә уның карточкаһын табып килтер әле, һис хәтерләй алмайым.
– Хәтерләр инегеҙ ҙә, ул бик үҙгәргән. Сәстәре ҡыҫҡа, үҙе ябыҡ, бәләкәй генә ине. Һеҙ уны бер ай депрессиянан сығара алманығыҙ, башта өс көн комала ятты. Бала табырға ла беҙгә килтерҙеләр. Һуңға ҡалып килтергәнгә, бик ауыр операция яһарға тура килде. Ул тағы үлем менән көрәште, бер апай уның янынан да китмәне.
– Бына хәҙер иҫемә төштө, һеҙҙе Верочка һаҡланы. Беҙ бит уның менән бер йортта йәшәйбеҙ, күрешкән һайын һеҙҙе иҫкә ала инек. Һуңғы ваҡытта ғына һирәк осрашабыҙ, сирләй ул. Уның янына барҙығыҙмы әле?
– Юҡ шул. Бына бөгөн барырға йыйынам. Минең ҡайтҡаныма әле ике генә аҙна, шул арала ла бик күп ваҡиға булды, һис ваҡытым етмәне. Борсолмағыҙ, мин уны ташламам.
– Беҙгә ниндәй йомош менән килдегеҙ?
– Юрий Петрович, миңә эш кәрәк. Һеҙ миңә теге ваҡытта бик оҡшанығыҙ, шуға күрә мин дә һеҙҙең юлды һайланым, – тип ул уның алдына үҙенең ҡыҙыл тышлы дипломы менән характеристикаһын сығарып һалды.
Юрий Петрович, дипломды асып ҡарағас, һыҙғырып ебәрҙе. Дипломды ҡат-ҡат ҡараны, характеристиканы ентекләп уҡып сыҡты.
– Риммочка, был элекке Сөмбөл түгел, ул хәҙер – юғары белемле ҡатын-ҡыҙ табибы, минең коллегам Сөмбөл Харисовна. Бындай йүнәлеш буйынса яҡшы хирургты күптән эҙләй инек, ҡатмарлы операция яһарҙай ҡатын-ҡыҙ хирургыбыҙ юҡ. Беҙгә килеүегеҙгә бик шатмын. Бөгөн үк кадрҙар бүлегенә инеп, документтарығыҙҙы тапшырығыҙ. Әгәр яҙылғандар ысынлап та хаҡ икән, һеҙ минең уң ҡулым булырһығыҙ. Бына бит, ауырлыҡтар кешене ниндәй һайлау алдына ҡуя, кемдер һынып юҡҡа сыға, ә көслөләр уҫаллашып, тормошта кәмһеткәндәргә үс итеп, сыбыҡ осона йәбешеп булһа ла, юғарыға үрмәләй. Мин һинең менән ысын күңелдән ғорурланам. Кем уйлаған һине, шундай сибәр ханымға әйләнерһең, тип, ышаныуы ла ҡыйын, һин ҡабат сәскә атҡанһың. Аҡ юлдар һиңә, коллега! – тип баҫым яһап әйтте доктор.
Римма Сөмбөлдө больница ишек алдына тиклем оҙатып сыҡты.

– Сөмбөл, һине, юғалған, тип тә, ҡайтып киткән, тип тә һөйләнеләр. Ҡайҙарҙа булдың һуң һин?
– Уҡырға киттем, алты йыл уҡыным. Бына хәҙер ҡайттым, – тип һүҙен теүәлләргә өлгөрмәне, яндарына Байрас килеп баҫты.
– Бәй, Байрас, ни эшләп йөрөйһөң бында?
– Ҡатынды алып килдем. Эшкә алаһығыҙмы үҙен? – тип Сөмбөлдөң биленән ҡосаҡлап алды.
Римма телһеҙ ҡалды, дөрөҫ ишеттеме, тигән һымаҡ уларға ҡарап ҡуйҙы. «Ағаһының ҡатынына өйләндеме икән ни?»
Байрас, уның уйын уҡығандай:
– Ул теге ваҡытта ла минең ҡатын ине, мин уны уҡырға ғына ебәргән инем бит. Әйҙә, матурым, эшең бөткән булһа, өйгә ҡайтабыҙ, – тип ҡатынын етәкләп алды.
Сөмбөл эшкә сыҡты. Беренсе көндәрҙә Юрий Петрович уның һәр эшен һынап-күҙәтеп торҙо. Коллектив Сөмбөлдө яратып ҡабул итһә лә, көнләшеүселәр аҙ булманы. Юрий Петрович уны үҙ янынан йыраҡ ебәрмәҫкә тырышты. Операция көндәре графигы алдан төҙөлә, Сөмбөл өсөн ҡайһы бер еңел операцияларға айырым график төҙөнөләр. Тәжрибәле табип йәш коллегаһының беренсе операцияһын үҙе ҡарап тороп яһатты. Яңы уҡыу бөтөрөп ҡайтҡан тимәҫһең, Сөмбөл операцияны тап-таҙа һәм үҙ-үҙенә ышанып эшләне. Ғәлимә апаһының ҡул аҫтында бындай операцияларҙы аҙ үткәрмәне, шуға күрә уның тәжрибәһе башҡаларға ҡарағанда күпкә юғары ине. Юрий Петрович аҙна буйы бөтә операцияларҙы Сөмбөлдән яһатты, үҙе уның күҙәтеүсеһе генә булды. «Ҡыйыу тотона, – тип уйланы ул Сөмбөл тураһында, – былай дауам итһә, оҙаҡламай миңә алмаш буласаҡ».
– Һеҙ бик ҡыйыу башланығыҙ, Сөмбөл Харисовна, хуплайым. Былай оҫта эшләргә кем өйрәтте?
– Минең уҡытыусыларым бик һәйбәт, тәжрибәле табиптар ине. Унан мин өсөнсө курстан апайым янына больницаға йөрөй башланым, төнгө сменала ул мине операция яһау серҙәренә өйрәтте. Йәйге каникулда уның янында эшләнем. Һуңғы курста бигерәк тә яман шештәр өҫтөндә эшләргә тура килде.
– Бик яҡшы. Сөмбөл Харисовна, мин һеҙҙең эшегеҙҙән ҡәнәғәт.
Улар ауыр операцияларға бергә әҙерләнә башланылар.
Бер көндө Сөмбөлдө ҡабул итеү бүлмәһенә саҡырттылар. Ул ашығып беренсе ҡатҡа төштө. Байрасты күреп, ниҙер булған, тип ҡурҡып ҡуйҙы.
– Байрас, ни булды?
– Ҡурҡма, бер ни булманы. Һине аҡ халатта күргем килде, – тип ул ҡатынын бер ситкә тартты. – Һағындым.
– Ни һөйләйһең, әле ун ике генә бит.
– Ә мин һигеҙҙә үк һағынған инем. – Сөмбөлдө ҡосаҡлап үпте лә көлә-көлә сығып китте. Сығышлай:
– Ә һин иң сибәр табип, – тине.
Байрастың ҡыланыштарына Сөмбөл әкренләп эйәләшеп килә. Ире уны бер күреү өсөн йә бер үбер өсөн көндөң теләһә ҡайһы ваҡытында килеп китергә мөмкин.
Сөмбөл менән Байрас Верочканың хәлен белергә бергә барҙы. Ҡарсыҡ, уларҙың өйләнешкәндәрен ишеткәс, аптыраманы.
– Мин шулай булырын белә инем, – тине.
Сөмбөлдөң ҡайтыуына ул шатланып туя алманы. Ул бик ҡартайған, һуғыш йылдарындағы һалҡын тейҙереүҙәре лә эҙһеҙ ҡалмаған. Аяҡтары ауыртҡанға, урамға һирәк сыға икән. Сөмбөл эштән ҡайтышлай уға укол яһай, ашарға ризыҡтар алып инә башланы. «Мин һинең алда ғүмерем буйы бурыслы, Верочка. Мин һине үлгәнсе ташламам», – тине күңелләнеп.

Азамат мәктәпкә уҡырға инде. Байрас:
– Бәләкәй бит әле, тағы бер йылдан бирербеҙ, – тип ҡараған ине.
– Азамат уҡый-яҙа белә. Әнүәр ағаһы уны уҡырға-яҙырға, шахмат уйнарға өйрәтте. Буйы еткән, башы бар, әйҙә, уҡыһын, – тип Сөмбөл ризалашманы.
Тормош шулай дауам итте. Кем уҡыны, кем эшләне.
Сөмбөлдөң эше ни тиклем ҡатмарлы икәнде Байрас та аңлай ине. Сөмбөл эшләй башлау менән, уларға телефон индерҙеләр. Төндөң теләһә ҡайһы ваҡытында саҡыртып йә килеп үк алдылар. Ул төндәрҙә Байрастың күҙенә йоҡо инмәне. Операцияларҙың төрлөһө булды: уңышлыһы, уңышһыҙы. Ҡайһы бер көндәрҙә борсолоуҙан Сөмбөлдөң тамағына бер ҡабым ризыҡ үтмәне.
Баштараҡ йәш табипты күреп, ҡайһы бер ауырыуҙар:
– Бигерәк йәш, нисек яһар? – тип ҡурҡып, операциянан баш тартты, барыһы ла Власовтан яһатырға сират торҙо.
Эйе, Юрий Петрович – районда билдәле кеше, танылған табип.
– Һин уларға үпкәләмә, килер бер ваҡыт – һиңә лә сират торорҙар. Һин үҙ эшеңдең оҫтаһы. Оҙаҡламай мин лайыҡлы ялға китермен. Сәләмәтлек артығын эшләргә ҡушмай: бил, теҙ ауырта, арҡа һыҙлай. Хәйер, был – һөнәри сиребеҙ. Кешене дауалайбыҙ, ә үҙебеҙгә сират етмәй. Шулай итеп, был хужалыҡ минән һуң һиңә ҡаласаҡ, – тип ҡарт табип йәш коллегаһын тынысландырҙы.
Сөмбөлгә больницала ауылдаштарын, класташтарын осратырға тура килде. Уны күреп, барыһы аптырашта ҡалды. Власов менән эшләүенә ышанманылар ҙа шикелле.
Сөмбөл һәр көндө ҡайтыр алдынан үҙенең ауырыуҙары янына инеп, хәлдәрен белешеп сығыуҙы ғәҙәткә алды. Бөгөн дә, ҡайтып киткәнсе, операция яһатҡан ханым янына инергә уйланы. Кисен ауырыуҙар янына хәл белергә туғандары, дуҫ тары йыйыла. Ҡатындың үҙен яҡшы хис иткәнен күреп һөйөндө, шәфҡәт туташына кәрәкле күрһәтмәләрҙе биргәс, иртәгә операция буласаҡ ауырыу янына инде. Палатала Фәриҙәне күреп, икеһе лә ҡаушап ҡалды. Сөмбөл тиҙ генә үҙен ҡулға алды.
– Һаумы, Фәриҙә. Нимә булды?
– Бына, һеңлемде операцияға һалдылар.
Сөмбөлдө күреп, ауырыуҙар йәнләнеп китте.
– Һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек? – тине Сөмбөл, барыһын күҙҙән кисереп.
Фәриҙәнең илап-шешенеп бөткән һеңлеһен күреп, уны тынысландырырға ашыҡты.
– Ни булды? Ниңә илайбыҙ? Кем рәнйетте? – тип сәсенән һыйпаны, пульсын һананы.
– Миңә операцияны яңы уҡып ҡайтҡан йәш бер хирург яһаясаҡ икән. Минең ике балам бар, үлтереп ҡуйһа, балаларымды кем ҡарар? – тип үкһене йәш ха ным.
Сөмбөл һүҙҙең үҙе тураһында икәнен бик тиҙ аңлап алды.
– Туҡтағыҙ әле, ул йәш хирург берәйһен үлтергәнме әллә? Ниңә улай ҡурҡаһығыҙ?
– Уныһын белмәйем, ләкин мин унан операция яһатырға теләмәйем.
Сөмбөл сабыр ғына уның тынысланғанын көттө.
– Бөттөгөҙмө инде, илап туйҙығыҙмы? Хәҙер мине тыңлағыҙ: мин Юрий Петрович менән һөйләшермен, операцияны ул үҙе яһар һеҙгә, тынысланығыҙ. Борсолорға ярамай. Операцияның уңышлы сығыуының һикһән проценты ауырыуҙың үҙенән тора. Һеҙ үҙегеҙгә үҙегеҙ ярҙам итергә тейеш. һеҙҙең төп бурысығыҙ – тыныс булыу, ҡалғаны инде – беҙҙең эш. Ҡурҡһағыҙ, сирегеҙ әллә ҡайҙа ҡасып ҡалырға мөмкин, ә тыныс булһағыҙ, беҙ уны еңел табып, юҡҡа сығарырбыҙ. Һеҙ тиҙерәк терелерһегеҙ.
– Һеҙгә әйтергә еңел, үҙегеҙ бысаҡ аҫтына ятып ҡараһағыҙ, улай тимәҫ инегеҙ әле.
Сөмбөл уйсан ғына:
– Мин күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын. Мин табип, ләкин мин дә кеше, һеҙҙең кеүек ҡатын-ҡыҙ. Сиргә бөтә кеше бер: табип та, министр ҙа. Мине урап уҙыр, тип бер кем дә әйтә алмай. Шуға күрә тынысланығыҙ, үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Бына был дарыуҙы эсегеҙ ҙә тынысланып йоҡлағыҙ, – тип кеҫәһенән бер дарыу алып бирҙе. – Һөйләштекме? Иртәгә һеҙҙе Власов үҙе ҡаршы алыр. Барығыҙға ла тыныс йоҡо! – тип сығып китте.
Ул сығып киткәс, шәфҡәт туташына бер-бер артлы һорауҙар яуҙы.
– Кем булды был? Үҙе йәш кенә, шундай йомшаҡ һөйләшә, күңелгә рәхәт булып китте.
– Һеҙ операция яһатырға ҡурҡҡан йәш хирург Арыҫланова ошо була инде, – тип йылмайҙы шәфҡәт туташы. – Күрҙегеҙме, ниндәй тыныс, эшен дә еренә еткереп башҡара. Эш йәшлектәме ни...
Икенсе көндө Фәриҙәнең һеңлеһен алып ингәндә, операция өҫтәле янында Власов баҫып тора ине. Сөмбөл йәш ханымға, тынысланығыҙ, теләгегеҙҙе үтәнем, тигәндәй, йылмайып ҡараны. Ауырыу:
– Ниндәй матур күҙҙәр, – тип уйлап, әкрен генә йоҡоға китте.
Ханымдың ҡурҡыуы урынлы булған: инәлектең ярты яғын бик ҙур шеш биләп алған. Юрий Петрович менән йәш табип бер-береһенә ҡарашып алдылар, үҙ-ара кәңәшләшеп, уртаҡ бер фекергә килделәр: инәлектең яртыһын киҫеп алырға, иҫән ҡалған яҡтың каналдарын ябырға. Бындай хәлдә башҡа бала табырға ярамай. Операция биш-алты сәғәткә һуҙылды. Сөмбөл арыны, аяҡтары ҡалтырай башланы. Операцияны теүәлләп, арып-талып, коридорға сығып ултырҙылар. Сөмбөлдөң сәстәре тирләп, тағы ла бөҙрәләнеп маңлайына йәбешкән.
– Маладис, Сөмбөл Харисовна, һеҙ иҫ киткес яҡшы эшләнегеҙ. Мин бик ҡәнәғәт, – тип коллегаһын маҡтап алды Юрий Петрович. – Хәҙер һөҙөмтәһен генә көтәһе ҡалды.
– Унда ауырыуҙың туғандары операция бөткәнен көттө. Ни тиергә? – тине йәш шәфҡәт туташы.
– Әйҙәгеҙ, тынысландырайыҡ үҙҙәрен. Көтөү – ауыр нәмә.
Сығыуға уларҙы ауырыуҙың туғандары уратып алды. Улар араһында Фәриҙә лә бар ине.
– Юрий Петрович, һеҙ үҙегеҙ генә аңлатығыҙ инде, – тип Сөмбөл улар менән иҫәнләшеп, сисенеү бүлмәһенә инеп китте.
Сөмбөл иртә-кис ауырыуҙары янына инеп йөрөгәнгә күрә, уға Фәриҙә менән йыш осрашырға тура килде. Фәриҙәнең һеңлеһе Фәймә Сөмбөлдө шатланып ҡаршы ала торған булды.
– Беҙ бит һеҙҙең менән туғандар икән, терелеп сыҡҡас, Алла теләһә, апайымдар менән бергә ҡунаҡҡа саҡырам әле. Килерһегеҙ бит?
– Һин башта терел, унан күҙ күрер. Һиңә бик ныҡ һаҡланырға кәрәк, ҡунаҡтар әле алда күп булыр.
Бына шулай һалмаҡ ҡына көндәр үтә торҙо. Кемделер йыуатты, кемделер терелтте, күп рәхмәттәр ишетте. Үҙе тураһында ғына уйларға ваҡыты ҡалманы.
Бер көндө операцияға инер алдынан башы әйләнеп, күңеле болғанып китте.
Был ҡарт табиптың ҡарашынан ситтә ҡалманы.
– Ни булды, ағарып киттең, күптәнме был хәл, сибәрем?
– Белмәйем, әллә ни булды, башым әйләнә.
– Ни булғаны аңлашыла инде, Сөмбөл Харисовна: һеҙ бит – ир ҡатыны.
Сөмбөлдөң башына һуҡҡандай булды, күңеленән көндәрҙе һанай башланы. Һанай торғас, осона сыҡты: беренсе көндө үк ауырға уҙған булһа кәрәк, эш менән мауығып һиҙмәгән. Дүртенсе ай киткән. Бына һиңә ҡатын-ҡыҙ табибы.
Башҡаларҙы бының өсөн тәнҡитләр ине, ә үҙе? Эшләргә ине бит әле. Байрас ни тиер? Ярар, хәҙергә әйтмәй торорға кәрәк, Яңы йылға бүләк булыр.

Яңы йыл етте. Азаматтың ҡышҡы каникулы башланды. Ул да, Әлфис кеүек, мәктәпте өнәп бөтөрмәне. Уны ауылға өләсәй-олатаһы янына ҡайтарып ҡуйҙылар. Азамат олатаһы менән атта йөрөнө, урам малайҙары менән тау шыуҙы. Атаһы кеүек таҙа, матур, әсәһе кеүек һөйкөмлө һөйәкле Азамат бөтә кешене үҙенә тартып торҙо. Ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан балҡып торған зәңгәр күҙҙәре, бит соҡорҙары кешене ҡабат боролоп ҡарарға мәжбүр итә. Күрше-тирә уның матурлығына, асыҡ йөҙлө, йомшаҡ телле булыуына һоҡлана.
– Олатай-олатай, – тип бер нәмә һөйләй башлаһа, әсәһе шикелле сылтыратып көлөп ебәрә, уға ҡушылып олатаһы көлә.
– Өләсәй-өләсәйем, миңә ни бешерәһең? Үлеп ашағым килә, – тиһә, өләсәһе юҡ әйберҙе табып, ейәнен һыйлай.
Азаматты ҡышҡы каникулға ҡайтарып ҡуйғас, Байрас менән Сөмбөл өйҙә икәү генә ҡалдылар. Байрастың эшендә Яңы йыл кисәһен бик ҙурлап уҙғарырға уйлайҙар ине. Директоры бер көндө Байрасты саҡырып алып:
– Ҡатыныңды алып килеп күрһәт инде, улайһа барыбыҙҙан йәшереп тотаһың, туй ҙа яһатманың. Иртәгә киске алтыла кафеға йыйылабыҙ, һуңламағыҙ, – тине.
Байрас менән Сөмбөлгә быға тиклем бергәләп кеше араһына сығырға тура килмәне. Бөгөн беренсе сығыуҙары. Сөмбөл быға бик етди ҡараны, оҙон буйлы, сибәр иренә нисек тә тиң күренергә теләне. Ире менән эшләүселәрҙең уны энә күҙенән үткәрәһеләре билдәле, шуға күрә ул барлыҡ кейемдәрен яңынан ҡарап сыҡты. Аҙаҡтан сығарылыш кисәһенә тектергән күлдәгенә туҡталды. Был күлдәге тегелеше менән Яңы йыл кисәһенә тура килә, яңы беленә башлаған эсен дә ҡаплай ине. Төҫөнә тура килтереп, бейек үксәле туфли алды. Күҙенә һөрмә тартты, ирененә әҙ-мәҙ иннек һөрттө, сәсен байрамса матур итеп яһатты, алтындарын таҡты. Ире ҡайтып ингәндә, ул кафеға барырға әҙер ине.
Байрас уны күреп телһеҙ ҡалды. Хәйер, ҡатынын һәр көн күрһә лә, уға беренсе тапҡыр күргәндәй һоҡланып ҡарай. Ул көн һайын яңы яғы менән асыла барҙы. Сөмбөл – серле һандыҡ. Байрас уны һәр көн үҙе өсөн әҙләп-әҙләп аса.
– Шулай барһам яраймы? Һиңә оҡшаймы? – тине Сөмбөл, әкрен генә әйләнеп.
– Һинең менән булыуыма мин әле һаман ышанып бөтә алмайым. Матур төштә йәшәгән кеүек. Һиңә нимә кейһәң дә килешә, – тип ҡатынын ҡосаҡлап алды.
Сөмбөл иренә, Яңы йыл бүләгем тип, ҡуйы зәңгәр төҫтәге күлдәк кейҙерҙе һәм, серле йылмайып:
– Тағы бер бүләгем ҡайтҡас булыр, – тине.
Байрас менән Сөмбөл кафеға килгәндә, халыҡ йыйылған, музыка уйнай ине. Бөтә халыҡ уларға боролоп ҡарап, үҙ-ара бышылдаша башланы. Береһе оҙон буйлы баһадир, икенсеһе бәләкәй генә ҡурсаҡ кеүек күренһәләр ҙә, матур пар ине улар. Кисә буйына Сөмбөлдө әле береһе, әле икенсеһе бейергә саҡырҙы. Директорҙа:
– Байрас Шәфҡәтович, тормош иптәшегеҙ менән бер әйләнәйем, рөхсәт итегеҙ, – тип Сөмбөлдө бейеүгә саҡырҙы.
– Беҙҙең батырҙы кем йүгәнләгәнен бик күргем килгәйне. Күптәр тырышып ҡараны, булдыра алманылар. Һеҙ бик матур пар.
Шулай итеп, кеше күреп, кешегә күренеп ҡайттылар. Ҡайтҡас, ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эстеләр. Байрас ҡатынына текәлеп ҡарап ултырҙы.
– Ә мин көнләшәм икән. Һин башҡалар менән бейегәндә, билеңә һалған ҡулдарҙы өҙөп алырҙай булдым. Эшегеҙҙә ирҙәр күпме?
– Күп, – тип йылмайҙы Сөмбөл. – Әгәр мин көнләшә башлаһам? Эшеңдә ана ни тиклем ҡатын-ҡыҙ, кис буйы һинән күҙҙәрен алманылар. Минән ниңә көнләшергә, үҙем бәләкәй генә, һинең шикелле сибәр түгелмен...

Башлаған һүҙен әйтеп бөтөрөргә лә мөмкинлек бирмәйенсә, Байрас уны күтәреп алды.
– Бәләкәй булғас, күтәрергә яйлы, ҡосағыма инеп бөтәһең, – тип һөйләнә-һөйләнә, Сөмбөлдө ҙур бүлмәгә алып сыҡты. – Ҡайтҡас, тағы бер бүләк вәғәҙә иткән инең түгелме?
– Ашыҡма, сабыр ит.
Сөмбөл Байрастың алдынан төшөп, кейемдәрен алмаштырырға инеп китте. Ул сәстәрен таратып, йоҡо кейемен кейеп, ире янына сыҡты.
– Байрас, оҙаҡламай беҙгә тағы бер карауат кәрәк буласаҡ.
– Ниңә? Әллә минән айырым йоҡламаҡсы булаһыңмы? Үлһәм дә риза түгелмен. Әрәм уҙған алты йылдың үсен алам, тип күптән әйткән инем шикелле.
– Етте, алдың үсеңде. Шуға күрә бына хәҙер бер йыл айырым йоҡлатам үҙеңде.
– Ниңә, Сөмбөл? Әллә минән туйҙыңмы? Оҡшамайыммы?
Сөмбөл уға әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәйенсә, усы менән ауыҙын ҡапланы, уның ҡулын үҙенең эсенә ҡуйҙы.
– Һин минән башҡа бер нәмә лә күрмәйһең, ә бында тағы бер кеше бар. Уға инде йән инде, – тип бышылданы.
Байрастың күҙендә әллә ҡурҡыу, әллә аптырау сағылды, ятҡан урынынан тороп ултырыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Сөмбөл уның юғалып ҡалыуын күреп аптыраны:
– Байрас, ни булды? Һиңә лә бала кәрәк түгелме? – тине, ҡурҡып. – Мин шатланырһың тип уйлағайным.
Байрас, бер һүҙ әйтмәй, ҡатынын күкрәгенә ҡыҫты ла шашып үбә башланы.
– Кәрәк, кәрәк. Ләкин мин һинең өсөн ҡурҡам. Азаматты тапҡан ваҡытта доктор, мине һинең ирең тип белеп, башҡа бала табырға ярамай, тигән ине. Шуға күрә бала тураһында хыялланманым. Ә һин таба алырһыңмы һуң? Теге ваҡыттағы кеүек булмаҫмы?
– Һинең кеүек иргә үлһәм дә бер бәпес табып бирәм инде, ләкин кем булыр, белмәйем.
– Сөмбөл, тыңла әле. Мин балаһыҙ йәшәй алырмын, һинһеҙ йәшәй алмам. Миңә ундай ҡорбан кәрәкмәй, беҙҙең улыбыҙ бар. Һинең теге ваҡытта интегеүҙәреңде мәңге онотаһым юҡ. Сөмбөл, мин һине юғалтыуҙан ҡурҡам. Бәлки...
– Т-сс, – тип бармағын Байрастың ирененә ҡуйҙы ҡатын. – Уға йән ингән, ул барыһын ишетә, аңлай, атай минән баш тарта тиер, рәнйер. Улай әйтеү түгел, уйлай ҙа күрмә. – Уның биттәрен усына алып, күҙенә ҡараны. – Ҡурҡма, һин минең табип икәнемде онотма, барыһы яҡшы булыр. Һинең артыҡ дәртеңде генә ҡайҙа ҡуйырбыҙ, – тип яратып, Байрастың ирендәренән үбеп алды. –Ситтәргә ҡарай башлаһаң, ни эшләрмен?
Ошо көндән Байрас өсөн яңы тормош башланды, ул тыныслығын юғалтты, ҡатынының һәр һулышын аңларға тырышты. Сөмбөл иренән көлдө.
– Кем ауырлы: һинме, минме? Бөтөнләй сиргә һабыштың, ябыҡтың.
– Һин иҫән-һау булып, бәпес алып ҡайтҡансы мин тыныслана алмам.
– Байрас, йәнем, мин сирле түгел, мин – ауырлы. Ваҡыты еткәс тә ҡайғырырға өлгөрөрһөң әле...

Булат менән Фәриҙәнең ғаилә тормошо бер яйға һалынған килеш дауам итте.
Фәриҙә юҡ-барға йәнен борсоманы. Һәр иртә эшкә килгәс, кем иренә, кем ҡәйнәһенә зарланды, һәр кем үҙ ғаиләһендәге шатлыҡҡайғы менән уртаҡлашты.
Фәриҙә һис ҡасан ғаиләһе, үҙе тураһында һөйләмәне. Башҡаларҙы «эйе, шулай, дөрөҫ иткәнһең» тип йөпләгәндәй булды, ҡайһы бер нәмәне аңламағанға һалышты. Эстән генә: «Эй, йүләрҙәр, кемгә кәрәк һеҙҙең зарығыҙ, кемгә ҡыҙыҡ һеҙҙең иҫерек ирегеҙ, аҡылһыҙ балаларығыҙ, кем үҙ тормошон кешегә һөйләй инде», – тип уйланы. Ул яҡтан уның ҡайғыһы юҡ: ире эсмәй, аҡсаны һәйбәт эшләй, юҡ-барға бәйләнмәй. Фәриҙә ашарға бешерһә бешерә, бешермәһә, Булат үҙе бешереп ашай. Артыҡ ашау кешенең фигураһын боҙа, ана, тултырылған тауыҡ һымаҡ йөрөйҙәр, билдәре лә, муйындары ла күренмәй. Хеҙмәттәштәре янында ул ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙар кеүек, үтеп китһә, ирҙәр әйләнеп ҡарай. Бергә эшләүсе ҡатындар:
– Эй, Фәриҙә, һинең кеүек нескә билле булһаң ине, – тип уфылдайҙар.
Бала булмағанға Фәриҙәнең иҫе китмәне. Утыҙҙарҙа табыр, бәпес сепрәге йыуырға өлгөрөр әле. Әсәһенеке булған, уныҡы ла булыр. Булат ҡына, бала кәрәк, тип эсен бошора. Ҡәйнәһе ҡайтҡан һайын: «Ниңә табиптарға күренмәйһең?» –тип һаман шул бер балыҡ башын сәйнәй. Балаһыҙ ҡатын – емешһеҙ ағас, ти. Хәҙер инде, Байрас балалы ҡатын алып ҡайтҡас, өндәшмәй башланы. Шуларға:
«Сөмбөл ҡыҙым, ейәнем», – тип йән аталар. Әллә ҡайҙан ҡайтҡан килмешәк, сит-ят балаһы алдында тәрилкә генә тотмайҙар. Бер көндө һис нәмәгә иҫе китмәй торған, бар кешегә өҫтөн генә ҡараусы, ғорур Фәриҙәне аяҡтан йығырлыҡ ваҡиға булды.
Ғәҙәттәгесә, ҡатындар төшкө ашҡа йыйылдылар, өҫтәл артында Яңы йылда булған хәлдәр, байрам тураһында һүҙ китте. Аҙаҡтан ингән Фәриҙә ҡул йыуырға тип барғанда, Арыҫланов фамилияһын ишеткәс, ишек төбөндә тыныс ҡына тыңлап торорға булды. Ҡалаға, тирә-яҡҡа батырлығы, сибәрлеге менән даны таралған Байрас тураһында һөйләүҙәрен аңлап алды.
– Яңы йылға ирем менән кафеға барҙыҡ, уларҙың эшенән ойошторҙолар, – тип һүҙен дауам итте бер ханым. – Унда түрә-ҡаралар ғына йыйылған, ябай эшселәр саҡырылмаған ине. Иң һуңынан Арыҫланов менән ҡатыны килде. Ул бит хәҙер баш инженер. Элек бер ябай шофер ине, хәҙер күрһәгеҙ... Яҡындан үҙемдең бер күргәнем юҡ ине, уның буйы, сибәрлеге, уның күҙ ҡарашы... Ашауым ашау булманы, ике күҙем гел унда булды. Көлөп ебәрһә, йығыл да үл. Кәртинкә инде.
– Ә ҡатыны, ҡатыны ниндәй? – тине берәү түҙемһеҙләнеп.
– Икәү килеп инделәр, эйеме, ҡатыны бәләкәй буйлы, өҫтөнә ялтырап торған оҙон күлдәк кейгән, алтындар таҡҡан, үҙе шундай мөләйем, ҡарап тороуға әллә кем түгел, ә бына йылмайһа, шундай һөйкөмлө. Ире кис буйы ҡатынынан күҙен алманы, бейегәндә, бишкә бөкләнеп, муйынынан үбә, кеше күрмәй, тип уйлай, ахырыһы. Эх, ҡыҙҙар, шундай ирҙең ҡуйынында бер генә ятып ҡарайһы ине.
Арыҫланов ҡуйынында иркәләнеүҙәрен күҙ алдына килтерепме, бөтәһе тынып ҡалды. Фәриҙә, кеше һиҙгәнсе сығайым тигәндә, тынлыҡты үҙенең шаҡ ҡатырғыс хәбәре менән яңы эшкә урынлашҡан бер ханым боҙҙо.
– Ул Арыҫланов бер туған ағаһының беренсе ҡатынына өйләнгән, ти.
– Кит унан, – тине ҡатындар бер ауыҙҙан.
Фәриҙә, дөрөҫ ишеттеме тип, ишеккә яҡыныраҡ барып баҫты.
– Эйе, минең апайым больницала эшләй, уны яҡшы белә. Элек ул ҡатын бик ҡаты сирләп, шул больницала ятҡан. Ауырға уҙған булған, егете алмаған, шуға үҙ-үҙен үлтерергә уйлаған, буғай, көс-хәлгә ҡотҡарып ҡалғандар. Унан балаһын тапҡанда ла үлемдән ҡалған. Апайым әйтә: башта ул Булат ҡатыны ине, хәҙер Байрасҡа сыҡты, ти. Бала ағаһыныҡы икән. Улар ауылынан эшләүсе бер ҡатын да: «Әллә ҡайҙа китеп юғалған ине, әкиәттәге кеүек булды инде: үлергә китеп, байып ҡайтты, уҡып, дипломлы белгес булып ҡайтты», – тип әйтә, ти. Власов үҙ ҡанаты аҫтына алды, бер ҡайҙа ебәрмәйем, ти. Власов оло йәштә бит, үҙенә алмаш әҙерләйҙер. Хәҙер бөтә операцияны Сөмбөл Харисовна яһай, ул күҙәтеп кенә тора, бик маҡтай икән.


Фәриҙәнең өҫтөнә һалҡын һыу ҡойғандай булды, етмәһә, теге ҡатындың һүҙе әле бының менән генә бөтмәгән булып сыҡты.
– Ағаһының икенсе ҡатынынан балаһы юҡ, ти. Хәҙер бик үкенәлер инде, балаһыҙ ҡатын кемгә кәрәк.
Был һүҙҙәр Фәриҙәне бөтөнләй аяҡтан йыға яҙҙы, көс-хәл менән ҡайҙалыр тотондо, башҡалар уны был хәлендә күрмәһен өсөн, бүлмәһенең ишеген эстән бикләне. Кешеләр төшкө аштан таралғансы, шунан сыҡманы. Бер аҙҙан етәксеһенән һорап ҡайтып китте. Ишеткәндәре башына һыйманы. Булатҡа асыуы килде. Булат нисек шулай эшләй алған? Ни өсөн был хаҡта бер ни әйтмәгән? Йә Хоҙай, уның балаһы бар! Бына ни өсөн өйҙәгеләр Сөмбөл ҡаршыһында бейеп йөрөйҙәр икән! Был уйҙары уны йоҡоһонан ваҡытһыҙ уятҡан януар хәленә килтерҙе.
Булат эштән ҡайтҡанда, Фәриҙәнең йөҙө танырлыҡ түгел ине. Булат:
– Ни булды? – тине ҡурҡып. – Үҙеңде көҙгөнән ҡара әле.
– Сөмбөл кемдең ҡатыны? Һинекеме, Байрастыҡымы? – тип тураһын бәреп һораны Фәриҙә.
– Байрас менән йәшәгәс, Байрастыҡылыр.
– Ә уға тиклем?
Булат, өндәшмәйенсә, аш бүлмәһенә инеп китте. Кәстрүл ҡапҡастарын асып ҡараған булды, уларҙың буш икәнен күргәс, сәй ҡуйҙы. Фәриҙә уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп торҙо. Фәриҙәнең утлы ҡарашынан Булаттың арҡаһы семерҙәп ҡуйҙы. Яратмай ине ул Фәриҙәнең бындай зәһәр ҡарашын. Беҙ ҡапсыҡты тиште. Ҡатынына нисек яуап бирергә белмәй баш ватты Булат.
– Мин яуап көтәм. Ни эшләп Сөмбөлдө һинең беренсе ҡатының тип һөйләйҙәр? Бала кемдеке?
– Минеке. Сөмбөл дә минең ҡатыным ине, законлы түгел, ә никахлы...
– Мин ҡыҙ килеш, һине егеттер тип уйлап кейәүгә сыҡтым. Ә һин ҡатын айырған ир булғанһың бит. Әсәйемдәр белһә, ни тиерҙәр, хурлығы ни тора бит. Оятһыҙ! Ниңә башта әйтмәнең? Оятһыҙҙар һеҙ, ике туғанға бер ыштан. Байрас туйғас, яңынан һиңә ҡайтырмы? Һеҙҙең ул фахишәгеҙҙе ҡайҙарҙа кем менән ни эшләп йөрөгәнен Алла ғына беләлер. Ауылға ҡайтһаң да, телдәрендә Сөмбөл менән балаһы, батша урынына күрәләр үҙҙәрен. Ғаиләгеҙ менән боҙоҡтар һеҙ, ата-әсәйең дә йүнһеҙ. Кәтүк буйы бер ҡатын барығыҙҙы үҙ ҡулында тота. Ике малайға бер ҡатын, шуға барыһы һөйөнә, боҙоҡтар һеҙ! – тип ҡысҡырҙы Фәриҙә.
Нисә йыл йәшәп, ҡатынын бындай хәлдә беренсе тапҡыр күрҙе Булат. Уның бигерәк тә ата-әсәһенә ауыр һүҙ әйттергеһе килмәне. Сөмбөлдөң һис ғәйебе юҡ, бында барыһына Булат үҙе генә ғәйепле.
– Туҡта, етте! Ни һөйләгәнеңде ҡолағың ишетмәй.
– Мин әле башланым ғына, бәлки, ул бала башта уҡ Байрастыҡы булғандыр...
Булат уға һүҙен әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне, Фәриҙәнең эйәгенән ҡыҫып тотто ла күҙенә ҡараны.
– Сөмбөл менән балаға тел тейҙерәһе булма! Һинең алда уларҙың ғәйебе юҡ. Мин ғәйепле улар алдында, – тип Фәриҙәне этеп ебәрҙе.
– Үкенәһеңме? Һора Байрастан, бәлки, кире ҡайтарып бирер, – тине Фәриҙә, асыуына быуылып. Булат мөйөштәге кәнәфигә барып ултырҙы.
– Хәҙер барыһын аңлатам, яҡшылап тыңла, әгәр аңламаһаң, үҙеңә үпкәлә.
Сөмбөл менән дә, ата-әсәйем менән дә ауыҙ сайҡама. Балаға тел тейҙермә. Баланың кемдеке булыуын мин бик яҡшы беләм. Мин һине яраттым, бөтә хыялым һин инең, һин тип, Сөмбөлдө илаттым, баланан баш тарттым. Һиңә өйләнһен тип, алты айлыҡ бала менән ул өйҙән сығып китте. Атайымды, Байрасты аңламаным, «Яҡшы ҡатын буласаҡ, бергә йәшәгеҙ», – тинеләр, ишетергә теләмәнем.
Атай: «Үкенерһең, балаңды һағынырһың», – тине. Юҡ, миңә Фәриҙә бала табасаҡ, тинем. Баламдың һинән булыуын теләнем. Барыһын һинең өсөн ҡорбан иттем. Ҡыҙ килеш айырылған иргә сыҡтым, тиһең, бел, мин Сөмбөл менән йәшәмәнем, яратҡан кешеңә өйлән, тип, ул үҙ янына яҡын ебәрмәне, мине бер ҡасан битәрләмәне, күҙ йәштәрен күрһәтмәне. Ирһеҙ бала тапҡан исемен күтәрмәҫ өсөн генә йәшәне бит ул беҙҙә. Буйы бәләкәй булһа ла, бик көслө кеше ул. Ҡышҡа ҡаршы, беҙҙең туй алдынан сығып юғалды, ҡайҙа киткәнен белмәнек. Ә Байрас уға бер күреүҙә ғашиҡ булған, ләкин Сөмбөл минең менән булғанға, араға инмәгән. Байрас уны эҙләне, бик оҙаҡ көттө. Аҙаҡтан нисек күндергәндер, Сөмбөл хәҙер уның менән. Өйҙәре йылы, яҡты, ожмах ояһы. Үкенәһеңме, тиһең. Әгәр мине эштән ҡайтыуыма ҡайнар аштар бешереп, йылмайып ҡаршы алһаң, балаларым йүгереп ҡаршы сыҡһа, үкенмәҫ инем. Һин бит үҙ-үҙеңде генә яратаһың, фигура һаҡлайһың, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙар кеүекмен, тип ғорурланаһың. Кемгә кәрәк һуң һинең ҡоро һалҡын сибәрлегең? Һүҙ ҙә юҡ, һин бик сибәр, ләкин мин уның йылыһын тоймайым. Ни үҙең йылытмайһың, ни миңә йылынырға ла, йылытырға ла мөмкинлек бирмәйһең. Һинең һалҡын ҡарашыңдан ҡурҡып, беҙгә хәҙер кеше кермәй башланы, яңғыҙ кәкүктәр шикелле, икебеҙ ике яҡта ултырабыҙ. Хәйер, һин кем менән йәшәһәң дә шулай буласаҡ, таш ҡурсаҡ бит һин, Фәриҙә! – тине лә Булат өйөнән үк сығып китте.

Урамда төҫлө уттар яна, Яңы йыл байрамы шауҡымы әле бөтмәгән, йәштәр күңел асып йөрөй. Элек эсе бошһа, энеһенә бара ине. Хәҙер унда Сөмбөл булғас, уға юл ябыҡ. Өйөнә кире ҡайтҡыһы килмәне. Урам буйлап йөрөй торғас, иртәгә ял көнө булыуы иҫенә төштө. Оҙаҡлап уйлап торманы, машинаһына ултырып,
ауылына ҡайтып китте. Ауыр саҡта ҡайтырға тыуған йорто, ата-әсәһе булыуына һөйөнөп ҡуйҙы. Ваҡытлыса булһа ла, ауыр уйҙарынан арыныр, атаһы менән һөйләшер. Булат машинаһын кертеп ҡуйып, өйгә инде, ишекте асыуға, ҡаршыһына Азамат йүгереп сыҡты:
– Булат ағай ҡайтты, – тип һикергеләне, – ә һин атай менән әсәйемде күрҙеңме? Улар ҡасан ҡайта?
Булат әллә һөйөнөстән, әллә көйөнөстән баланы күтәреп алып, уның күкрәгенә башын йәшерҙе, күңеле тулды, күҙ йәштәрен улына күрһәтеүҙән оялды, тамағына ултырған төйөрҙө йота алмай ғазапланды. Азамат быны һиҙҙе, ахырыһы:
– Булат ағай, ниңә илайһың? Әллә машинаң ватылдымы? – тип Булаттың ҡолағына бышылданы. – Илама, атай төҙәтеп бирер. Ул бөтә әйберҙе лә эшләй белә, илама, – тип сәсенән һыйпаны.
Булаттың былай әсенгәне юҡ ине әле. Нисә йылдан һуң бөгөн улын беренсе тапҡыр ҡулына алды. Ул уны ҡосаҡларға күпме ынтылды, Сөмбөлдән ҡурҡты: «Яҡын килмә, һинеке түгел», – тиер кеүек ине. Ә бөгөн улын ҡурҡмайынса ҡулына алды, яратып ҡосаҡланы. Булатты был хәлдә күреп, ата-әсәһенең йөрәге әрнене. Атаһы: «Их, балам, һуңға ҡалдың шул», – тип улын ҡыҙғанып ҡуйҙы.
Азамат, Булат ағаһының ҡулынан һыйпап:
– Әйҙә, бөгөн минең менән йоҡлайһыңмы? Әлфис ағай клубтан барыбер һуң ҡайта, теге бүлмәлә икәү йоҡларбыҙ йәме, – тип йылмайҙы.
Ятыр алдынан Шәфҡәт ағай:
– Нимә, улым, донъялар ауырайҙымы әллә? – тип һораны.
Булат, атаһына күтәрелеп ҡарамайынса ғына, әрнеүле тауыш менән:
– Үкенестән үлеп булһа, мин үлер инем, атай, – тине.
Улының һүҙҙәренән атаһының йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы, утыҙға етһә лә, уның өсөн һаман бала шул. Уның барлыҡ тойғоһон үҙенә генә алыр ине, ләкин һәр кемдең үҙ яңылышы, үҙ яҙмышы, башҡа кеше төҙәтә алмай.
– Үлергә ашыҡма әле, улым, ана ниндәй матур улың үҫеп килә, уның үҫкәнен, кеше булғанын күрәһең килмәйме ни? Атаһы була алмаһаң, яҡын ағаһы, дуҫы бул. Һөйләш, серләш, йән дуҫы бул.
– Сөмбөл яҡын ебәрмәҫ шул, атай.
– Һин Сөмбөлдө белмәйһең, улым, оло йөрәкле кеше ул.
– Әйҙә, йоҡлайбыҙмы? – тип Азамат Булаттың ҡулынан тартып, Әлфистең бүлмәһенә алып инде. – Һин бында ят, – тип, йәнәшәһендәге мендәрҙе рәтләне.
– Мин бер үҙем йоҡларға ҡурҡам, төндә бында бик ҡараңғы, һин мине ҡосаҡлап ят, – тип үҙе лә Булатты ҡосаҡлап, танауын уның күкрәгенә төрттө лә йоҡлап китте.
Булат төн буйы керпек ҡаҡманы, улын уятыуҙан ҡурҡып, һелкенергә лә ҡыймай ятты. Ул бөгөн кемде юғалтыуын аңланы, әгәр уның кеүек хата яһарға йыйыныусы кеше барын белһә, һис икеләнмәйенсә: «Балағыҙҙы сибәр ҡатынға алыштырмағыҙ!» – тиер ине. Үткәндәге яңылыштары йөрәген әрнетте, күҙҙәренән ҡайнар йәш аҡты. Ярай әле, илағанын улы күрмәй. Булат таң алдынан ғына йоҡлап китә алды. Байрастар ҡайтмаһа, уға тағы бер көн улы менән йәнәшә йоҡлау насип буласаҡ.

Икенсе көндө улар бергә баҡсала ҡарҙан әүәләп Ҡар бабай, Ҡар ҡыҙы, машина яһанылар. Азамат ысын күңелдән ағаһына булышты, үҙе юҡтан ҡыҙыҡ табып, баҡсаны яңғыратып көлдө. Һалҡындан бит остары ҡыҙарған, йүгереп йөрөүҙән тирләп сыҡҡан ошо бәләкәй генә бала, әйтерһең дә, бөтә донъяның шатлығын үҙенә туплаған. Ниңә шуны Булат элек аңлай алмаған? Улынан башҡа нисек йәшәй алған? Быға тиклем һағынманымы, һағынды, улының буш бишеген күреүгә йөрәге һулҡылдап ҡуя ине, ләкин сер биргеһе килмәне, артҡа сигенергә һуң ине инде.
Өйҙәгеләр уларға ҡамасауламаны, уйындарына ҡатнашманы, бары тик тәҙрәнән генә күҙәтеп торҙолар.
– Эй, балаҡайҙарым, – тине Гөлфиә апай, алъяпҡысы менән күҙ йәштәрен һөртөп.
– Әле былай булғанға шөкөр итәйек, әсәһе. Әсәһен башҡалар алып китһә, беҙ уны мәңге күрмәҫ инек.
Йәкшәмбе Булатҡа китергә кәрәк булһа ла, иртән китермен, Азамат үҙе генә йоҡларға ҡурҡа, тағы бер кис ҡунырға кәрәк, тип, улы янында ҡалыр өсөн һылтау эҙләне. Уның ҡалырын белгәс, Азамат һөйөндө:
– Бөгөн дә икәү йоҡлайбыҙ, эйеме, – тип Булатты ҡосаҡлап алды.
– Эйе, улым, – тигәнен Булат үҙе лә һиҙмәйенсә ҡалды.
Сөмбөлдөң серле бүлмәһендә улар тағы икәү. Улының уның өсөн урын әҙерләүе, шатланып йылмайыуы, ҡуйынында мыш-мыш йоҡлауы Булатҡа әйтеп бөтөргөһөҙ йән рәхәтлеге, Фәриҙә менән нисәмә йылдар йәшәп ала алмаған йылыны бирә. Хәҙер ул нисек, кем өсөн йәшәргә кәрәклеген аңланы. Тыныслыҡ һәм рәхәтлек биреп, күңелендә яҡты өмөт йондоҙо ҡабынды. «Улым, мин һине бер ҡасан ташламам, яҡын ебәрмәһәләр, йыраҡҡа китмәм, күләгәң булып, һәр ваҡыт яныңда йөрөрмөн». Улының маңлайынан үбеп алды. Торор ваҡыт еткән.
Эшенә һуңға ҡалмаҫ өсөн китергә уйланы, атаһы оҙата сыҡты.
– Тынысландыңмы инде?
– Ҡайғырма, атай, хәҙер барыһы ла һинеңсә булыр. Рәхмәт, әле, ярай, һеҙ бар мине аңларға.
– Һин, улым, Байрасҡа үпкәләмә, Сөмбөл һеҙҙе дошманлаштырыуҙан ҡурҡып, ризалыҡ бирмәне. Энеңде үҙең беләһең, ике һөйләргә яратмай. Ул өйләнмәгән булһа, башҡалар алыр ине, ул саҡта инде баланы мәңге күрә алмаған булыр инең. Улым, һеҙ бит бер туғандар, уртаҡ тел табып йәшәгеҙ...
* * *
Фәриҙә быға тиклем яңғыҙлыҡтың ни икәнен аңламаған икән. Булат китеп юғалғас, ул үҙ-үҙенә урын тапманы. Әгәр балаһы булмаһа, ире ташлап китһә, ғүмере буйы шулай яңғыҙы йәшәрме? Һеңлеһенә барҙы, ләкин күңелен бушатырға ғорурлығы ирек бирмәне. Туҡтың хәлен ас аңламағас, бала-сағаһы, ире менән мәш килеп йөрөгән һеңлеһе апаһын аңламаны, аңларға ваҡыты ла булманы. Һәр кемдең үҙ донъяһы. Фәриҙә өйөнә ҡайтты, ундағы бушлыҡ йәнен өшөттө. Теге ҡатындың «Балаһыҙ ҡатын кемгә кәрәк?» тигән һүҙҙәре иҫенә
төштө. Булат, унан айырылып, башҡа ҡатынға өйләнһә? Ул бығаса «Булат минән башҡа йәшәй алмай, мин сибәр, нисек теләһәм, шулай борам» тип үҙ-үҙенә ышанып йәшәне. Бала юҡлығына ла ҡайғырманы, булыр әле, тип, табиптарға ла күренмәне. Бөгөн иһә үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡа ҡалды. Булат ял көнө кисен килмәгәс, бөтөнләй шикләнә башланы. Байрас янына барып һорарға ғорурлығы баш бирмәне. Дүшәмбе, йүгерә-йүгерә эшенән ҡайтып ашарға бешерҙе. Ире бөгөн дә ҡайтмаһа, яңғыҙы ни эшләр? Булат һуң ҡайтты. «Ашарға бешерҙем, яңғыҙым ашаманым, һине көттөм»,– тиергә Фәриҙәнең ҡыйыулығы етмәне, тәҙрә янына баҫып, урам күҙәткәндәй баҫып торҙо. Бына хәҙер Булат уны килеп ҡосаҡлар, ғәфү үтенер, тип уйланы. Ире бер ни өндәшмәне, ашарға һораманы, йоҡо бүлмәһенә инеп, урын да йәймәйенсә ятты. Фәриҙә асыуынан шартлар дәрәжәгә етте, ләкин өндәшмәне. Күңелендәге ҡурҡыу көсәйҙе. Элек Фәриҙә һөйләшмәй йөрөгән булһа, хәҙер Булат һөйләшмәне. Аҙна аҙағы етеүгә, ауылына ҡайтып китте. Бер түбә аҫтында йәшәүсе сит кешеләр кеүек, бер-береһенә өндәшеүҙән, бәрелеп китеүҙән ҡурҡтылар. Һүҙһеҙ көрәш ике ай дауам итте. Бер көн-дө, һис уйламағанда, Байрас килеп инде. Тегеһен-быныһын һөйләшкән булдылар.
– Онотмаған булһағыҙ, 8 мартта әсәйҙең тыуған көнө, ҡайтығыҙ, – тип икеһен дә ауылға саҡырып китте.
Булат, байрамда ата-әсәһенең кәйефен төшөрмәҫ өсөн, Фәриҙәгә:
– Ҡайтаһыңмы, ҡайтһаң, тиҙерәк йыйын, – тип ҡоро ғына әйтеп ҡуйҙы. Фәриҙә өйҙәге тынлыҡтан, яңғыҙлыҡтан тамам туйып, йәһәннәмгә китергә әҙер ине, иренең ауылына ҡайтырға шатланып риза булды.
– Хәҙер күстәнәстәр алып керәм, – тип кибеткә сығып китте.
Улар ҡайтып ингәндә ишек алдына Байрастың машинаһы күренмәгәс: «Ҡайтмағандар!» тип, эстән генә икеһе лә еңел һулап ҡуйҙы. Өйгә ингәс, көтөлмәгән хәл булды: Сөмбөл мейес алдында бәрәмәс бешереп йөрөй, Әлфис менән Азамат һөйләшеп көлөшөп ултыралар, Булатты күреп, Азамат:
– Булат ағай ҡайтты! – тип ҡосағын йәйеп, ҡаршыһына йүгереп килде.
Булат был юлы Сөмбөлдән ҡурҡманы.
– Ни хәл, улым? – тип Азаматты ҡосаҡлап алды.
Сөмбөл, ни әйтергә белмәй, юғалып ҡалды. Шулай ҙа ул үҙен бик тиҙ ҡулға алды. Азамат ауылдан килгәс, Булат ағаһы менән дуҫлашыуы тураһында һөйләгән ине. Байрас:
– Ҡаршы килмә, ағайға былай ҙа бик ҡыйын, – тигәс, ул бөтә үпкәләрен эсенә йотто, бала бүлешеп, тауыш сығарып булмай бит инде.
Сөмбөл, бер ни һиҙҙермәҫкә тырышып:
– Әйҙә, уҙығыҙ, маҡтап йөрөйһөгөҙ, – тип йылмайҙы. Яны менән боролған ине, Фәриҙәнең яңағына килтереп һуҡҡандай булды, Булат та баҫҡан урынында ҡатып ҡалды: Сөмбөлдөң эсе шаҡтай түңәрәкләнгән ине. Сөмбөл, уларҙың хәлен һиҙеп, Фәриҙәне:
– Әйҙә, түр бүлмәгә өҫтәл әҙерләйек. Хәҙер Байрас та ҡайтып етер, әсәйҙе алырға киткән ине, – тип икенсе бүлмәгә алып сығып китте.
Сөмбөл, әҙерләп биреп барҙы, Фәриҙә оло бүлмәгә ташып торҙо, асыуы килһә лә, ҡушҡанды үтәне. Сөмбөл уның менән дуҫ ҡыҙылай яҡын күреп һөйләште, ләкин был Фәриҙәнең ҡанын ғына ҡайнатты. Кәтүк буйы, тәпән кеүек йыуан ошо нәмәкәй бөтә кешене ауыҙына ҡаратып тора. Байрас ҡәйнәһен алып килгән, йыйылышып гөрләшәләр. Булат Фәриҙәнең әсәләрен алып килеү тураһында уйламаны ла. Донъяһын онотоп, Азамат менән уйнай. Байрас, бишкә бөкләнеп, Сөмбөл ҡаршыһында нисек булышырға белмәй тырышып йөрөй. Фәриҙә бөгөн ире менән дуҫлашырға өмөтләнгән ине, Сөмбөлдөң ауырлы икәнен белгәс, өмөтө өҙөлдө. Хәленән килһә, Сөмбөлдө күҙ ҡарашы менән үлтерер ине, уны үҙенең йән дошманы итеп күрҙе. Ситтән генә ирен күҙәтте: ул аҫтан ғына
Сөмбөлгә ҡарап-ҡарап ала, Азамат менән ниҙер һөйләшә, көлөшәләр. Былар барыһы Фәриҙәнең һарыуын ҡайнатты, ләкин түҙергә, бер ни һиҙҙермәҫкә тырышты. Нисек кенә булмаһын, Булат менән дуҫлашырға кәрәк, кәтүк буйы Сөмбөлгә ике ир күпкә китер. Кеше булмағанда, Сөмбөлдән асыуын алмаҡсы булып:
– Һин бик тиҙ етешкәнһең, ауырыңды әйтәм, – тип зәһәр генә йылмайҙы.
– Шулай килеп сыҡты шул, бер-ике йыл бала тапмам, эшләрмен әле, тигән инем. Фәриҙә, һорағанға үпкәләмә, ә ниңә һеҙҙеке һаман юҡ? Бергә йәшәүегеҙгә лә байтаҡ, донъяғыҙ етеш, нимә ҡамасаулай? Бәлки, берәй ярҙам кәрәктер, һин Юрий Петровичҡа күренеп ҡара әле, ул яҡшы табип.
Сөмбөл үҙе һөйләне, үҙе Фәриҙәне күҙәтте: «Эйе, Фәриҙә бик сибәр. Мин уның янында кем инде? Байрастың да тиңе шундай сибәр ҡатын булырға тейеш, миндә ни тапҡандыр? Әгәр берәй ваҡыт, күҙе асылып китеп, шундай сибәрҙе осратһа... Юҡ, улай булыуы мөмкин түгел. Сөмбөлдөң ул мәхшәрҙе башҡа кисергеһе килмәй. Ул саҡта ир-ат затынан мәңгегә баш тартасаҡ. Улар яҡшы, күңелле йәшәһәләр ҙә, ул әле һаман Байрасҡа йөрәген асырға ҡурҡа. Булат та уның ауырлы икәнен белгәнсе янынан бер аҙым ситкә китмәне, иркәләп туйманы. Ә нимә булып бөттө? Юҡ, мин хәҙер ике бала әсәһе, үҙемде рәнйетергә юл ҡуймам, хистәргә бирелмәм. Теге ваҡытта яралы йөрәгемде
усыма тотоп, төнгө урам буйлап йөрөүҙәремде, әрнеүгә түҙә алмайынса, поезд ҡаршыһына сығып баҫыуымды һис бер ваҡыт оноторға тейеш түгелмен.

Ул шулай уйҙар даръяһына инеп батыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. “Бик ныҡ рәнйеттең һин беҙҙе, Булат, хәйер, үҙең дә бәхетле күренмәйһең, Сөмбөл тапҡан кәрәкһеҙ бала менән уйнайһың...”

Сөмбөл үҙенең Булатҡа ҡарап ултырыуын һиҙмәне, сөнки ул уны күрмәне, был ваҡытта ул артта ҡалған ғазаплы үткәндәре эсендә йәшәй ине. Унда Фәриҙәгә ҡарата көнсөлөк хистәре уянманы, күңеле түренән элекке мөхәббәт сатҡыларын эҙләне, унда ла әллә ниндәй сәйер тынлыҡ, йөрәге уға яуап бирмәне. «Һиңә булған ҡайнар хистәрем янып бөткәнме, әллә улыма күскәнме? Һине күреп, йөрәгем ашҡынмай, һин мине башҡа рәнйетә алмаҫһың».
Сөмбөл, уйҙарынан арынып, ауыр һулап ҡуйҙы. Үҙенең Булат менән күҙгә-күҙ ҡарашып ултырыуҙарын аңлағас, йоҡоһонан уянғандай һиҫкәнеп китте, уғрылыҡта тотолғандай, Байрасҡа ҡараны. Уның йөҙө ҡара болот, ҡатынының ҡарашынан ни аңлағандыр, Сөмбөл иренең күҙҙәрендә рәнйеү күрҙе. Ни эшләп мөхәббәт өсмөйөштән тора икән?
Байрас бер һүҙ әйтмәйенсә сығып китте. Уның йөрәген инде нисәнсе тапҡыр бер үк һорауҙар борсой: «Һаман ағайымды яратамы икән? Күпме дауам итер? Уның түҙемлеге етәрме?» Йәшәгән һайын Сөмбөлдө нығыраҡ яратыуын аңлай, ул уға һауа кеүек кәрәк. Бәлки, бала тыуғас, Сөмбөлдөң уға ҡарата хистәре ҡабыныр, сабыр итергә кәрәк.
Байрас тышта, ауыр уйҙарына батып, бик оҙаҡ баҫып торҙо. Ишектән кемдер сығып, уның өҫтөнә йылы кейем ҡапланы.
– Әйҙә, Байрас, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ, бында бөгөн кеше күп. Сығар машинаңды, мин йыйындым, Азамат хәҙер кейенеп сыға, – тип Сөмбөл кире инеп китте.
Юл буйы һөйләшмәй ҡайттылар. Өйгә ҡайтып йоҡларға ятҡас, Байрас ауыр һулап борғоланды, әйләнде. Сөмбөл дә йоҡламаны, ирен нисек йыуатырға белмәне. Сөмбөл уның ниҙәр уйлап йоҡлай алмауын аңланы, ләкин Байрас ҡына ҡатынының йөрәгендә Булат урынын әкренләп яулап барыуын һиҙмәй, әгәр белһә, былай борғоланмаҫ ине. Сөмбөл иренә табан боролоп ятты, башын уның киң күкрәгенә һалды ла ҡыҫып ҡосаҡланы.
– Юҡҡа ғазапланаһың, үткәндәр артта ҡалды. Һин үткәнде уйлайһың, ә мин киләсәкте. Һин яңылышаһың, береһе лә һин уйлағанса түгел.
Байрастың йөрәге йыш-йыш тибә башланы, ҡатынын әкрен генә мендәргә яйлап һалды, уның күҙҙәрен күрәһе килеп, ут яндырҙы.
– Сөмбөл, минең ни уйлауымды ҡайҙан беләһең?

– Битеңә яҙылған, ауыр һулап ятыуыңдан һиҙәм...
– Эйе, мин теләгеңә ҡаршы өйләндем, һиңә яҡшы ир булырмын, наҙлармын, иркәләрмен, йөрәгеңде яулармын, тип уйланым. Ә бөгөн шикләнеп ҡалдым. Һин ағайға шундай итеп ҡарап ултырҙың, һин уны һаман яратаһың, ғазап уттарында янаһың, ахырыһы. Мин бөгөн көсһөҙлөгөмдө аңланым. Ағай сит кеше түгел, уның менән ҡара-ҡаршы көрәшеп, һуғышып булмай. Һеҙ осрашҡан һайын, йәнемде ниндәйҙер ҡорт кимерә, көнләшеүме был, үҙем дә аңламайым, аңым томалана, туғандар икәнлегебеҙҙе лә онотам. Һин мине ярата алмаһаң, ни эшләрмен? Мин һине көндән-көн нығыраҡ яратам, үҙеңә әллә ниндәй тылсымлы көстәр менән тартаһың. Һин миңә һауа, ҡояш кеүек кәрәк. Элекке йылдарҙағы хистәр ул яратыу булмаған икән. Мин һине бер яратып үпһәм, иркәләһәм, шул етер кеүек тойола ине, ә хәҙер һинең бөтә йөрәгеңә хужа булғым килә, һине бер кем менән бүлешкем килмәй. Аңлайһыңмы мине? Һин бит мине аҡылдан яҙҙыраһың, Сөмбөл,– тип ауыр һулап, башын ҡатынының ҡуйы сәстәре араһына йәшерҙе. – Мин элек бер ни аңламағанмын икән шул: йөрәгеңде яулай алмаһам, ҡалғаны бер ни тормай икән.
Сөмбөл Байрастың битен устарына алып, күҙҙәренә ҡараны:
– Булатҡа ҡараһам да, мин һинең хаҡта уйлайым.
– Ниҙәр уйланың? Минең бик белгем килә.
– Юлыңда Фәриҙә кеүек сибәр ҡатын осрап, һине минән тартып алһа, нисек йәшәрмен? Һинең кеүек оҙон буйлы баһадирға шундай сибәрҙәр пар бит.
– Ни һөйләйһең һин, Сөмбөл? Шуға күрә мине яратырға ҡурҡаһыңмы? Ҡайҙан килә башыңа ундай уйҙар? Эй, Сөмбөл, Сөмбөл. – Ул ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡланы, еңел һулап ҡуйҙы. – Мин һине бер ҡасан бер кемгә алмаштырмаясаҡмын. Ҡурҡма, ас йөрәгеңде, аҙ булһа ла урын алайым.
Ташҡын һыуын асҡандай, ҡатынын йәне туйғансы үпте, иркәләне.
– Юҡ, мин һине бер ниндәй сибәр ҡыҙҙарға алмаштырмайым. Йә Хоҙай, бынан да артығыраҡ яратып буламы икән? Яндырып үлтерәһең бит, – тип бышылдап, ҡайнар тыны менән Сөмбөлдө яндырҙы. Сөмбөл ҡаршы килмәне, бөтә йәне-тәне менән яуап бирҙе, иренең ҡайнар ҡосағында ирене. Шул миҙгелдә аңын йәшен кеүек бер уй киҫеп үтте: «Хоҙайым, үҙең һаҡла ошо мөхәббәтте!»

* * *
Тәбиғи юл менән бала таба алыу мөмкин булмағанға, Юрий Петрович менән кәңәшләшеп, бала тыуҙырыу көнөн Сөмбөл үҙе билдәләне. Һәр көндө һанап, ҡурҡып йәшәгән Байрасҡа:
– Тағы ике аҙна ваҡыт бар, – тип ялғанларға мәжбүр булды.
Сөмбөл кистән больницаға инеп, операцияға әҙерләнде. Икенсе көндө иртән яһаһалар, ире килеүгә барыһы үткән булыр. Әйтһәң, ул меҫкен ҡурҡып, кеше генә борсоп йөрөр. Байрас, кис менән Сөмбөлдө эштән алырға килгәс, ҡабул итеү бүлмәһендәге шәфҡәт туташынан:
– Сөмбөл Харисовна сыға алмай, – тигән яуапты ишетеп аптыраны.
– Ни эшләп сыға алмай?
– Иртән генә операция яһағас, нисек сыға алһын?
– Ниндәй операция? – тине Байрас, ҡото алынып.
– Үҙе таба алмағас, операция яһанылар.
– Ҡайҙа ул? Нисәнсе палата?
– Икенсе ҡатта, унынсы палата.
Байрас баҫҡыстарҙы ике генә һикерҙе, артынан: «Унда инергә ярамай!» – тип ҡысҡырып ҡалған шәфҡәт туташының һүҙҙәрен ишетмәне. Ул палата ишеген асҡанда, Юрий Петрович менән шәфҡәт туташы Сөмбөлдөң беләгенә энәләр ҡаҙай ине. Сөмбөл үҙе әллә аңһыҙ, әллә йоҡлай, уныһын аңлап бөтөрә алманы.
Байрас аҡ ҡағыҙ төҫөнә инде, көс-хәл менән карауат башына килеп тотондо, ҡатынының беләгенә ҡаҙалған энәнән күҙен ала алманы.
– Ни булды? Ни өсөн? Әле ике аҙна бар ине бит, – тип тотлоға-тотлоға һораны, үҙе ҡурҡыуынан йығылыр дәрәжәгә етте.
Юрий Петрович, Байрастың хәлен аңлап:
– Әйҙәгеҙ, сығайыҡ, бында инергә ярамай, – тине.
Байрас урынынан теләһә лә ҡуҙғала алманы, Сөмбөлгә ҡарап тик торҙо.
– Уға хәҙер йоҡларға кәрәк. Барыһы ла яҡшы. Әйҙәгеҙ, сығайыҡ, иртәгә килерһегеҙ.
Сөмбөлдө әллә һөйләшкән тауыштар, әллә иренең тетрәнеүе уятты, ул йоҡо аралаш:
– Байрас, ебәр карауат башын, йолҡоп алһаң, мин карауат менән бергә таралам, – тип мығырҙаны. – Һеҙ уға тынысландыра торған укол яһағыҙ, шунһыҙ китә алмаҫ.
Байрастың артына энә менән төрттөләрме ни:
– Юҡ, кәрәкмәй, мин ҡурҡам, мин шунда ғына торам, – тине.
– Ярамай, микроб индереүегеҙ бар. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә балағыҙҙы күрһәтәм, – тип доктор уны үҙе менән алып сығып китте.
Ул, иҫерек кеше кеүек сайҡала-сайҡала, Юрий Петрович артынан эйәрҙе, ҡурҡыу ҡатыш һораулы күҙҙәре менән докторға ҡараны. Доктор көлөп ебәрҙе:
– Сөмбөл Харисовна хаҡлы, һеҙ бик ҡурҡаҡ икән. Ул һеҙҙе йәлләп, операцияға керәһен әйтмәне. Кемегеҙ бар икәнен белдегеҙме әле?
Байрас, «юҡ» тигәнде аңлатып, баш сайҡаны.
– Ай, егетем, ҡурҡаҡ айыу икәнһең, үҙең тирә-яҡта иң көслө кеше һаналаһың. Кил әле бында, – тип Юрий Петрович уны быяла менән бүленгән бүлмә янына саҡырҙы.

– Был яҡтан икенсе бала – һеҙҙең ҡыҙ.
– Сөмбөл иҫән ҡалырмы?
– Ҡалыр, ҡалыр, борсолма. Нисек инде һинең кеүек ҡурҡаҡ ирҙе ҡалдырып китһен ул. Ана, үҙеңә ниндәй матур ҡыҙ бүләк итте. Ҡыҙҙар аталарын малайҙарға ҡарағанда нығыраҡ яраталар. Һин хәҙер бар, ҡайт, ял ит, өйҙә балағыҙ яңғыҙҙыр. Иртәгә иртән килерһең, борсолма, барыһы ла яҡшы булыр.
Байрас төнө буйы йоҡламаны, арлы-бирле йөрөп таң аттырҙы. Азаматты мәктәпкә оҙатыуға, больницаға йүгерҙе. Сөмбөл иренең киләһен күңеле менән һиҙҙе. Байрас, ҡурҡып, палата ишеген асты, әкрен генә ҡатыны ятҡан карауат янына сүгәләне, йоҡлай, тип тын алырға ла ҡурҡып, уға ҡарап ултырҙы.
Сөмбөл:
– Мин бик йәмһеҙме? – тине лә боролоп йылмайҙы.
Байрас күҙ йәштәрен йәшерә алманы, уның мендәренә башын һалды.
– Тағы бер бала табам тиһәң, мин аҡылдан яҙасаҡмын.
Сөмбөл иренең сәсенән һыйпаны.
– Ҡара инде, аҡ сәстәрең барлыҡҡа килгән.
Байрас:
– Башта сәс күп, ә һин берәү генә, – тип уның бармаҡтарынан үпте. – Мин кисә баланы күрҙем, уйымда гел һин булғанлыҡтан, бер ни аңламаным.
Сөмбөл уның битен, күҙҙәрен һыйпаны.
– Ҡыҙың тыуҙы, ә һин һөйөнмәйһең дә.
– Мин һинән башҡа бер кем тураһында уйлай алмайым. Һин йылмаяһың, ә мин һаман һинең өсөн ҡурҡам.

Палатаға Юрий Петровичтың ингәнен һиҙмәнеләр.
Ул арала шәфҡәт туташы баланы палатаға индерҙе.
– Ҡап-ҡара бәләкәй йомғаҡ, әсәһенә оҡшаған...
Сөмбөл, Байрасҡа ҡарап:
– Мә, атаһы, үпкәләмә инде, малай бүләк итә алманым, – тип баланы уның ҡулына һалды.
– Улай тимә, кемгә кәрәк ул өй тулы малайҙар. Уларҙы матур итеп кейендереп тә булмай бит, – тип йылмайҙы ире. – Ҡыҙыбыҙ өсөн рәхмәт. – Байрастың йөҙө яҡтырып китте, ул үҙенең атай булыуын аңлай башланы. – Мин һиңә ни бүләк итәйем икән?
– Һин беҙгә өй һал, атаһы, ҙур, яҡты өй. Һәр яҡлап ҡояш төшһөн, тәҙрәнән ағастар, сәскәләр күренеп торһон. Балаларыбыҙҙың тыуған йорто, аяҡ баҫыр үҙ ерҙәре булһын.
– Һин мине ғәжәпләндереүҙән туҡтамайһың. Бөтә ҡатын-ҡыҙ ҡала фатиры тураһында хыяллана, ә һиңә ауыл өйө кәрәк.
– Ҡала фатиры аяҡ аҫтындағы тыуған ерҙе алмаштыра алмай, үҙ баҡсаңда ялан аяҡ йөрөүгә ни етә. Беҙ ҡыҙым менән гөлдәр үҫтерербеҙ. Һин беҙгә матур йорт һал, мин һиңә булышырмын, бына шунда беҙҙең ысын тормошобоҙ башланыр.
Сөмбөл больницанан ике аҙнанан һуң ғына сыҡты, шул сәбәпле һабантуйға бара алманы, бала менән өйҙә ҡалды. Байрас менән Азамат икәү китте.
– Байрас, көрәшә күрмә, йә имгәнерһең, – тип оҙатып ҡалды уларҙы Сөмбөл.
– Һин ҡурҡмайынса бала таптың, мин дә батыр, улыма көрәшеп күрһәтәм әле...
Көрәш майҙанына халыҡ йыйылды. Булат менән Әлфис көрәшсе туғандары янында ҡайнашты. Алғы рәткә, ҡарттар араһына, Шәфҡәт ағай ҙа ғорур ғына инеп урынлашты. Азаматтың әле көрәш күргәне юҡ, шуға ул ҡыҙыҡ итеп кенә күҙәтте. Ахун халҡы таҙа, көрәшсе халыҡ, ҡараусыһы ла, көрәшсеһе лә етерлек, хатта ҡатынҡыҙ ҙа ситтә ҡалмай. Ахун көрәш майҙанының уртаһында күҙ һалып һоҡланырҙай ир бәһлеүәндәре етерлек әлегә. Шәфҡәт ағай үҙ малайы өсөн тыныс ине. Бил бирмәйәсәк, күренеп тора...
Ысынлап та, көрәштә Байрас еңеп сыҡты, елкәһенә тәкә килтереп һалғас:
«Сөмбөлөм, был еңеүем һиңә!» – тине эсенән генә. Азамат:
– Атайым еңде, атай еңде! – тип Булат янында һикергеләне.
Һөйөнөшөп өйгә ҡайтып инеүгә, Азамат ашыға-ашыға әсәһенә һабантуй яңылыҡтарын һөйләргә тотондо.
– Минең атайым иң көслөһө, – тигәс, Сөмбөл эштең ниҙә икәнен аңланы.
– Ҡотлайбыҙ, атаһы! Мине тыңламаҫыңды белдем бит, еңелеп хур ҡалмаһын, тип кенә әйткән инем. Улайһа, өйләнеү килешмәгән, тиерҙәр ине, минең менән бергә бәпесләп ябығып бөттөң бит.
– Сөмбөл, әйҙә, йыйынығыҙ, мин һеҙҙе бер ергә алып барам, тик һорама, барғас күрерһең.
Байрас Сөмбөл менән балаларын ауыл ситендәге ҡарағай урманы буйына алып килде.
– Оҡшаймы һеҙгә был ерҙәр?
– Бик матур урындар. Ҡарағай урманының саф һауаһы ни тора...
– Мин һине хәҙер үҙемдең класташтарым, дуҫтарым менән таныштырам. Бөгөн беҙ ҡыҙымдың тәпәйен йыуабыҙ. Һин больницанан терелеп сыҡмайынса, байрам итергә күңелем тартманы. Ә бөгөн ике байрамды рәхәтләнеп бергә үткәрәбеҙ.

Ул машинаһын йыйылған халыҡ янына килтереп туҡтатты. Дуҫтары уны шатланып ҡаршы алды. Байрас машинанан сыҡты, унан ипләп кенә Сөмбөл менән ҡыҙын төшөрҙө.
– Ҡәҙерле дуҫтарым, мин һеҙҙе ғаиләм менән таныштырырға теләйем. Бына был бәләкәй матур ҡатын – бөтә тормошомдоң йәме, шатлығы. Барлыҡ еңеүҙәрем Сөмбөлөмә бағышланған. Бына быныһы – улым Азамат, киләсәктә майҙандарҙа мине алыштырасаҡ. Ә быныһы – ҡатынымдың миңә һабантуй бүләге, бәләкәй ҡыҙым Айһылыу. Беҙ баҫып торған ерҙә, Алла теләһә, балаларымдың тыуған ере буласаҡ.
Сөмбөл, ризалығын белдереп, йылмайып керпек ҡаҡты, ҡысҡырып әйтмәһә лә, ул бөгөн бик бәхетле ине. Ире уның күҙҙәренә ҡараны, Сөмбөлдөң күҙҙәре ул яратҡанса йылмаялар, барыһынан бигерәк Байрас үҙе бәхетле, бер йыл элек ул был хаҡта хыяллана ғына ала ине. Ул Сөмбөлгә йылмайып:
– Хоҙайҙан бик ялбарып һораһаң, буй етмәҫ хыялдар ҙа тормошҡа аша икән, – тип бышылданы. Үҙе: «Һин дә берәй ваҡыт яратырһың мине, Сөмбөл. Һин «яратам» тигән көндө бөтә донъяла минән бәхетле кеше булмаҫ», – тип уйланы.

* * *
Шул йәйҙә үк Байрас, атаһы менән бергәләп, буласаҡ йортҡа нигеҙ һалды. Учалы ҡалаһының ситендә Бурансы ауылының пар ҡарағай үҫеп ултырған ерен ҡамап алдылар. Байрас шатланып: «Пар ҡарағайы ни тора, киҫеү юҡ, үҫһендәр, шулаймы, атай?» – тине шатланып. Ирҙәр көнтөн шунда эшләне. Ваҡыт уҙа торҙо, ҡапҡара сәсле Айһылыуға ла бер йәш тулды. Азамат һеңлеһен нисек кенә итеп яратырға белмәне. Әсәһе уға:
– Улым, һин Айһылыуға ҙур ағай. Һеҙ ике бөртөк бер туған, бер ҡасан был хаҡта онотма, – тигәс, ағай булыу менән ғорурланып йылмайҙы.
– Әсәй, беҙҙең Айһылыу ҡапҡа башындағы сыйырсыҡҡа оҡшаған, эйеме, һис тик тормай, үҙе гел ниҙер бытылдай.
Байрас балаларын бик ярата, эштән уларҙы бик һағынып ҡайта, балалар, аталары ишектән күренеүгә, муйынына һарылалар.
Айһылыу тыуғас, өс бүлмәле фатир биргәндәр ине, үҙ йорттарын иркенләп өлгөртөргә уйланылар.
Балаға бер йәш тулыуға, Юрий Петрович ауырып китеү сәбәпле, Сөмбөлдө эшенә саҡыртып алдылар. Сөмбөлдө күреүгә, ҡарт табип, ғәфү үтенгәндәй:
– Сөмбөл Харисовна, һеҙҙе борсоном инде. Һөйләшәһе һүҙҙәрем бик күп. Мин үҙемдең сиремде беләм, миңә ял кәрәк, бәлки, донъяла йәшәргә лә күп ҡалмағандыр, шуға күрә һеҙгә ашығыс рәүештә эшкә сығырға кәрәк. Бына был дәфтәрҙә минең ҡырҡ йыл буйына яҙып барған күҙәтеүҙәрем, ҡайһы бер асыштарым. Уҡығыҙ, өйрәнегеҙ, бәлки, кәрәге тейер. Беҙҙең эштә бит әллә ниндәй көтөлмәгән хәлдәр килеп сығырға мөмкин, һеҙ барыһына әҙер булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ бүлеген һеҙгә тапшырырға теләйем. Мин һеҙгә ышанам.
Шулай итеп, Сөмбөлгә һис уйламағанда эшкә сығырға тура килде. Ҡара сыйырсыҡ балаһын Гөлфиә апай ауылға алып ҡайтып китте.
– Ғүмер буйы ҡыҙ бала үҫтерергә хыялландым, Алла насип итте, – тип ул бик һөйөндө.
Баштараҡ йәш белгескә тәжрибәле табиптан башҡа эшләүе ҡыйыныраҡ булды. Ҡатмарлы операциялар яһағанда, янында күҙәтеп тороусы, кәңәш биреүсе Юрий Петровичтың булмауы Сөмбөлдө бер аҙ ҡурҡыта ине. Ул операция өҫтәле янына килеп баҫҡас, Ғәлимә апайҙың етди йөҙөн күҙ алдына килтерҙе һәм эшкә тотондо. Үҙ-үҙенә ышанмағандарҙы Өфөгә ебәрҙе. Ҡатын-ҡыҙ араһында уның хаҡта «яҡшы белгес» тигән хәбәр тиҙ таралды.

Бер көндө уның янына Фәриҙә килеп инде.
– Килдем әле, һине бит, бик күп белә, яҡшы дауалай, тиҙәр, бәлки, миңә лә ярҙам итерһең?
– Әгәр минән генә торһа, ҡулымдан килгәндең барыһын эшләргә тырышырмын, Фәриҙә.
Ул Фәриҙәне бөтә яҡлап тикшерҙе, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның инәлеге етәрлек дәрәжәлә үҫмәгән булып сыҡты. Был осраҡта бала табыу мөмкин түгел икәнен Сөмбөл бик тиҙ аңланы, ләкин Фәриҙәгә нисек әйтергә белмәй аптыра ны, еңелерәк һүҙҙәр эҙләне. Күптәр был хаҡта ишеткәс, табипҡа ышанмайҙар, йә иһә уны ғәйепләйҙәр.
– Фәриҙә, был осраҡта медицина көсһөҙ, мин һиңә бер нисек ярҙам итә алмайым. Һине Хоҙай шулай яратҡан, бында бер кем дә ғәйепле түгел. Һинең балаң булмаясаҡ...
Сөмбөл ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә, үҙен ауырыу ҡаршыһында ғәйепле кеүек тоя ине. Килендәше янында үҙен нисек тоторға белмәне. Фәриҙә бер мәлгә телһеҙ ҡалды, йөҙө ағарҙы, унан уҫал итеп Сөмбөлгә ҡараны:
– Шатланаһыңмы? Эйе, шатланаһың, ҡарғышым төштө, тиһеңме? Булмаһын, мин уны һинән башҡа ла яҡшы беләм. Улай бик яҡшы табип булғас, дауала, булырлыҡ яһа. Һин бит үҙеңә ниндәй кәрәк, ҡайһыһынан кәрәк, шулай табаһың: береһенән малай, икенсеһенән ҡыҙ. Һин бит Арыҫлановтарҙың уртаҡ ҡатыны.
Килендәшенең зәһәр сәсеүен Сөмбөл бар көсөн йыйып, сабырлыҡ менән тыңланы, башҡа ерҙә булһа, урынына бик тиҙ ултыртыр ине, тик эштә ҡысҡырышырға яҡшы түгел. Ул әкрен генә тороп, тәҙрә ҡаршыһына килеп баҫты.
– Әйтәһе һүҙҙәреңде уйлап һөйлә, Фәриҙә, аҙаҡтан оялырға тура килмәһен. Унан, урыны ул түгел, – тине Сөмбөл, үҙен тыныс тоторға тырышып.
– Оятмы, миңә оятмы?
Фәриҙә зәһәрләнеп тағы ниҙер әйтмәксе булған ине, Сөмбөлдөң асыулы ҡарашын күреп, туҡтап ҡалды.
– Әйтәһе һүҙең булһа, өйгә кил, бында килеп тауыш сығарып йөрөмә, хәҙер үк сығып кит. Мине рәнйетеп кенә бала тыумай, донъяла йәтимдәр бөтмәгән, алығыҙ ҙа үҫтерегеҙ.
Фәриҙә яуап ҡайтарғансы, һүҙ бөттө тигәндәй, Сөмбөл ишекте асты:
– Һау булығыҙ, мин һеҙгә ярҙам итә алмайым, башҡа табипҡа барып ҡарағыҙ.

Ауылға ҡайтҡас, улар тағы осрашты. Сөмбөл, тирә-яҡҡа тәмле еҫ сығарып, баҡсала ҡоймаҡ бешерергә тотондо.
– Сөмбөл ҡайтҡаны әллә ҡайҙан һиҙелә, – тип күлән-күрше инеп сыҡты. Ҡара бөҙрә сәсле Айһылыу – бөтәһенең шатлығы, йыуанысы – атаһының алдынан төшмәне. Сөмбөл Фәриҙәгә ҡарап-ҡарап алды, ул Азаматтың уйнағанын күҙәтә ине. Теге һөйләшеү тураһында ирҙәренә һиҙҙермәнеләр. Баҡсала икәү генә ҡалғас, Фәриҙә Сөмбөлдөң ҡаршыһына килеп баҫты, уға өҫтән генә ҡарап:
– Һинең менән һөйләшәһем бар, – тине.
– Нимә тураһында?
– Азаматты беҙгә бир. Булат «миңә кеше балаһы кәрәкмәй, минең үҙ балам бар» – ти, шулай булғас, Азаматты беҙгә бир.
Сөмбөл, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йығылып китмәҫ өсөн, ҡайҙа тотонорға белмәне, башына һуҡҡандай булды, һауа етмәне, үҙен тиҙерәк ҡулға алырға тырышты. «Был ниндәй оятһыҙлыҡ, хәйерсегә яҡты сырай күрһәтһәң, ямаулыҡ һорай, ти, бала менән аралашыуға ғына риза түгел, инде тартып алырға уйлайҙар». Сөмбөлдөң асыуҙан ҡаны ҡайнаны, йөрәге ярһыны, ә Фәриҙә, бер ни һиҙмәгәндәй, һаман ауыртҡан ергә баҫты:

– Ул Булаттың малайы, уның быға хаҡы бар.
Был һүҙҙәр Сөмбөлдө тамам сығырынан сығарҙы.
– Юғал күҙ алдымдан! – тип ҡысҡырып ебәреүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. – Мин һиңә, йөрәгемдән өҙөп, атаһын бирҙем, бала теләһәң, унды тап. Булатҡа бит мин тапҡан бала кәрәкмәне, уға һинеке кәрәк ине, ә бала таба алмайһың икән, бында минең ғәйебем юҡ.
Улар Фәриҙә артына килеп баҫҡан Булатты күрмәнеләр. Сөмбөлдөң бөтә тәне ҡалтыраны, хәле китте. Булатты күреп алды, ул, ниҙер һиҙенеп, Сөмбөлгә ҡарап тора ине. Сөмбөл асыу менән:
– Минең балаларым янына яҡын киләһе булмағыҙ! Уның балаға бер ниндәй хаҡы юҡ, ул малайын һиңә алмаштырҙы! – тип ҡысҡырҙы.
– Ә мин балаға атаһының кем булыуын әйтһәм, ул ваҡытта ни тиерһең?
– Дөрөҫөн әйтермен, атайың һине йәнһеҙ бер таш ҡурсаҡҡа алыштырҙы, тиермен. Унан ҡарарбыҙ, яратҡан Булат ағаһы кемгә әйләнер? – Сөмбөл Булатҡа бармаҡ менән төрттө. – Ҡарында саҡта уҡ һин ул баланан баш тартҡаныңды оноттоңмо? Байрас ҡайтмаған булһа, беҙ икебеҙ ҙә гүр эйәһе инек, ә хәҙер һеҙгә бала кәрәкме?
Уның тауышын ишетеп, баҡсаға Байрас менән ҡайныһы килеп инде.
– Сөмбөл, ни булды?
Байрастың ҡатынын бындай хәлдә беренсе тапҡыр күреүе ине: ул уҫал, асыуы йөҙөнә сыҡҡан, ҡара күҙҙәрендә ут уйнай.
– Мине ҡан илатып, тапап уҙҙың, алма кеүек балаңдан баш тарттың, теләгеңә ирештең: бәхетең, мөхәббәтең үҙ ҡулыңда. Мин һинән бер ни ҙә һораманым, үҙ яраларымды үҙем бәйләнем. Нисек ғазапланыуымды күреп тә йәлләмәнең, ул тип барыһын аяҡ аҫтынан һалып тапаның. Ә һин, Фәриҙә, минең менән ауыҙ сайҡама, мин уны йыртыла-йыртыла һинең өсөн тапманым. Булат, балаға яҡын киләһе булма, бала яратаһың килә икән, урам малайҙарын ярат, беҙҙекенә теймә! Бик кәрәк икән, донъя тулы йәтим бала – ал да тәрбиәләп үҫтер!.. Әйҙә, Байрас, балаларҙы машинаға ултырт, тиҙерәк китәйек бынан, береһен дә күргем килмәй.
Байрас, аптырап, ҡатынын ҡосаҡлап алды:
– Башта тыныслан, унан китербеҙ.
– Юҡ, хәҙер үк! Азамат, ҡайҙа һин? Машинаға ултыра тор, – тип Сөмбөл Айһылыуҙы алырға ашыға-ашыға өйгә инеп китте.
Шәфҡәт ағай Байрасҡа:
– Бар, улым, ҡатыныңа ярҙам ит, ағайың менән үҙем һөйләшермен, – тип баҡсанан сығарып ебәрҙе. Булатҡа боролоп:
– Ҡатыныңды ал да кит бынан, ә һин, килен, телеңде тыймаһаң, Булатҡа бала табырлыҡ ҡатын алып бирергә лә күп һорамам. Сөмбөл, һеҙ бәхетле булһын тип, барыһынан баш тартты, әгәр шулар менән дә иҫәпләшмәйһең икән, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Сөмбөлдө рәнйетәһең икән, был йорттоң ҡапҡаһы ябыҡ һиңә, – тине, Фәриҙәнең күҙенә ҡарап. – Улым, әгәр элеккесә йәшәйһең килһә, ҡатыныңды тәртипкә килтер. Ә хәҙергә ана китер юлығыҙ, ҡапҡа асыҡ. Улым, теләп алған яҙмышың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хоҙайҙан ни һораһаң, шуны бирҙе.
Байрас ҡатыны менән балаларын ауылдан ситтә урынлашҡан күл буйына алып килеп туҡтатты. Сөмбөл бер нөктәгә текәлеп, һелкенмәйенсә ултыра бирҙе.  Байрас:
– Әйҙәгеҙ, әсәйегеҙгә сәскәләр йыйып бүләк итәйек, – тип балаларын машинанан төшөрҙө. Азаматҡа:
– Улым, миңә әсәйең менән һөйләшергә кәрәк, һин ҙур егет бит, һеңлеңде ҡарап тор, – тигәс, тегеһе үҙен оло кеше итеп хис итте, баш һелкте.

Байрас Сөмбөл янына инеп ултырҙы, һүҙһеҙ генә уны ҡосаҡлап алды. Әллә йәлләүсе, әллә яҡлаусы булғанға, Сөмбөл әкрен генә илап ебәрҙе. Ул һирәк илай, илаһын, эсен бушатһын, тип, Байрас туҡтатманы, балаларының уйнауҙарын күҙәтеп тыныс ҡына ултырҙы. Ҡатыны тыныслана төшкәс, уның эйәгенән күтәреп, күҙҙәренә ҡараны.
– Сөмбөл, беҙ бергә, һин шуны онотма. Борсоу-ҡайғыларыңды минән йәшереп, үҙең генә күтәреп маташма, беҙ бөтөн бер алма кеүек йәшәргә тейешбеҙ. Кил әле үҙемә, һин яралы ҡошҡа оҡшағанһың, – тип иркәләй-иркәләй, ҡатынын үпте. Улар балаларының килгәнен күрмәй ҙә ҡалдылар. Азамат, атаһы менән әсәһенең үбешкәнен күреп:
– Ҡарама, ҡарама, – тип һеңлеһенең күҙен ҡапларға тырышты.
Байрас, уларҙы күреп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Аһ, һине, кил әле, ҡыҙым, улым, кил һин дә, – тип икеһен ике яғына ултыртты. – Эх, рәхәт тә һуң, ниндәй матур был донъя, әсәһе! Мин бөгөн ағайымдарҙың ҡайғыһын бөтә йөрәгем менән тойҙом, Хоҙай үҙе ярҙам итһен. Беҙҙе генә ошо бәхеттән айырмаһын, – тине, ҡыҙын алдында һикертеп.
Улар яланда ҡыуышлы уйнап, матур сәскәләр йыйып бик оҙаҡ йөрөнөләр, Сөмбөл тынысланды:
– Әйҙә, ҡайтайыҡ, атайҙар борсола торғандыр. Сөмбөл, һин ағай менән Фәриҙәгә рәнйемә, Хоҙай уларҙы былай ҙа ныҡ рәнйеткән. Беҙҙекен генә күпһенеп күҙ тейҙермәһендәр, ә ҡалғанын бергә еңербеҙ. Сөмбөл, әле мин һине белеп бөтөрмәйем, ахырыһы, һин бик көслө кеше. Асыуланған ваҡытта һин үҙ бәпкәләрен һаҡлап ҡалырға тырышҡан инә ҡаҙға оҡшаған инең. Һине яҡыныраҡ белгән һайын, үҙемде бәләкәйерәк тоям.
– Улай тимә, Байрас, миңә үҙемдән көслөрәк рухлы кеше кәрәк. Бөтә йәнем-тәнем менән һөйөлөрлөк, бөтә эс серҙәрем һыйырлыҡ, уларҙы аңларлыҡ, ир генә түгел, иң яҡын дуҫ та булырлыҡ кеше кәрәк. – Сөмбөл, үрелеп, Байрастың күҙ ҙәренә ҡараны. – Һин хаҡлы, араға ел-дауыл кермәһен. Мин һинең менән бик бәхетле, һин шуны беләһеңме, һиҙәһеңме икән, Байрас, ишетәһеңме, мин бик бәхетле!
Ҡатынының һәр бер әйткән һүҙе Байрастың йөрәгенә һайрар ҡош булып ҡунды, уның был бәхеттән башы әйләнде, күҙҙәре, иртәнге һыу өҫтөн хәтерләтеп, мең төрлө төҫтә ялтыраны, ирендәре йылмайҙы.
– Сөмбөл, мин һинән был һүҙҙәрҙе бик оҙаҡ көттөм, уларҙың минең өсөн ни тиклем әһәмиәтле икәнен һин үҙең дә белмәйһең, – тип Байрас күҙҙәрен йомдо, Сөмбөлдө яратып күкрәгенә ҡыҫты, балалар ҡыҙыҡһынып уларҙы күҙәтте.
Тормош юлдары ҡатмарлы, бигерәк тә ғаилә тормошоноҡо, уның боролмалары бик күп, һәр кеше лә ул боролмаларҙы еңел генә үтеп сыға алмай: кемдеңдер сабырлығы етмәй, кемдеңдер аҡылы томалана. Бөгөн Байрас менән Сөмбөл шул тормош тигән оҙон юлдың бер боролмаһын юғалтыуҙарһыҙ атлап уҙҙы.
Улар ғүмерендә бындай боролмалар күп булыр әле, бөгөн ошо яланда бер-береһенә йөрәк серҙәрен астылар, алда яңы көн кеүек, ҡояштай оло, яҡты мөхәббәт тыуасағы, тигеҙ юлдар буласағы билдәле ине.
Булаттарҙың ғына тормошо, болот ҡаплаған ҡояштай, һүнгәндән-һүнә барҙы.
Булаттың аталары ҡаршыһында тауыш сығараһы килмәне, үҙ өйҙәренә ҡайтып еткәнсе түҙҙе, өйгә инеү менән:
– Һөйлә, – тине Фәриҙәгә ҡоро ғына, – нимә кәрәк һиңә Сөмбөлдән?
– Барыһына ла һин ғәйепле, бала-бала, тиһең, булмай беҙҙең балабыҙ, булмаясаҡ та, Сөмбөл үҙе шулай тине. Азаматты беҙгә бир, тинем. Һин бит, кеше балаһы кәрәкмәй, тинең, ҡайҙан алайым мин, булмағас, – тип илап ебәрҙе. – Мин бит күреп торам: шул баланан айырыла алмайһың, уның янында донъяңды онотаһың. Һинең дә бит ул балаға хаҡың бар, һөйләш Байрас менән, Сөмбөлдө күндерһен, – тип иренең ҡаршыһына килеп теҙләнде. Кәнәфиҙә башын эйеп ултырған Булат Фәриҙәгә тишерҙәй итеп ҡараны:
– Мин һиңә, бала тап, тинем, Сөмбөлдөкөн тартып ал, тимәнем. Мин улымды күпме теләйем – шул тиклем яратам, уның янында булам, мин шуға риза инем, ә һин бөгөн мине барыһынан мәхрүм иттең. Ниндәй ҡанһыҙ кеше һин, ул бит бесәй балаһы түгел, һеҙҙә икәү, береһен беҙгә бир, тиергә нисек телең әйләнде? Минең бер ниндәй хаҡым юҡ ул балаға, Сөмбөл дөрөҫ әйтә, мин уны һиңә алыштырҙым!
Булат ҡатынын бер ҡырыйға этте лә өйҙән сығып уҡ китте.
Фәриҙә:
– Мине ташлап ҡайҙа китәһең, китмә өйҙән, ҡасма минән, – тип үкһеп иланы, күҙ йәштәре аша Сөмбөлдө ҡарғаны. Ул ҡайтҡансы, улар бик һәйбәт йәшәйҙәр ине, бөткән инеме уға башҡа ғаилә, башҡа ир, ниңә был донъя шулай тығыҙ һуң? Фәриҙә үкһей-үкһей бик оҙаҡ иланы.
Булат ошо көндән һуң тамам юғалып ҡалды, үҙ эсенә бикләнде, күҙҙәре моңһоуланды. Ул донъяла йәшәүҙең йәмен тапманы, ҡысҡырып көлгән кешеләргә ҡарап аптыраны. Элек эсе бошһа, энеһе менән һөйләшә, атаһы янына ҡайта ине, атаһы уны һәр ваҡыт аңланы, ә иң мөһиме – уның донъялағы бар нәмәнән ҡәҙерлерәк улы бар ине. Хәҙер япа-яңғыҙ, ни энеһе, ни атаһы, ни улы янына бара алмай. Сөмбөл уны бөтөнләй күрә алмаҫ булды, теге көндө: «Балаға яҡын
килмә!» – тип нисек асынып ҡысҡырҙы. Ул барыһын да юғалтты, ул бер кемгә кәрәк түгел. Көн-төн йөрәкте ошо уйҙар тапаны, тирә-яғындағыларҙы күрмәне, үҙен яңғыҙ утрауҙа ҡалғандай хис итте. Әкренләп, эштән ҡайтҡанда, эсеп ҡайта башланы. Арыҫлановтар ғаиләһендә эскән кешеләр булмағанға, бер кемдең башында «Булат эсә башлар» тигән уй тыуманы, әһәмиәт итеүсе лә булманы. Һалҡын көҙ килде. Ҡарлы ямғырҙар ҙа Булаттың йөрәк яныуын баҫа алманы. Ауылына күптәнән ҡайтҡаны юҡ, элек, исмаһам, улын шунда күрә ине. Бер тәүлек эшләп ҡайтҡас, икенсе көндө ялында ҡайҙа барырға белмәй йөрөнө, йөрәк ярһыуҙарын баҫыр өсөн, ике йөҙ грамм араҡы эсеп алғандан һуң, энеһе йәшәй торған йорт алдына килде. Ни өсөн килгәнен үҙе лә аңламаны. Нимәгә өмөтләнеп килде? Уҡыусылар мәктәптән ҡайта торған ваҡыт булғанға, ишек алды бала-саға тауышы менән тулды. Шул саҡ кемдер:
– Булат ағай! – тип ҡысҡырҙы.
Булат бер көтөү бала араһынан таныш тауыш эйәһен эҙләне, йөрәге йыш-йыш типте, үҙе «улым, улым» тип бышылданы. Арттан берәү килеп ҡосаҡлап алды, үҙе сылтыратып көлөп ебәрҙе.
– Булат ағай, ни эшләп тораһың бында?
Булат:
– Азамат улым, – тип малайын күтәреп алды. – Бына һине күрергә килдем, һағынып бөттөм үҙеңде. – Йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн күҙен йәшерҙе.
– Әйҙә, беҙгә инәбеҙ, сәй эсербеҙ, минең ашағым килә, әйҙә, Булат ағай, – тип Азамат уның ҡулынан тартты.
– Юҡ, улым, инмәйем, әсәйең асыуланыр.
– Кем? Әсәйемме? Һин ингәнгә әсәйем ниңә асыуланһын? Улай ҡурҡһаң, әсәйемә әйтмәҫбеҙ. Әйҙә инде.
Булаттың улы менән аралашҡыһы, янында оҙағыраҡ торғоһо килгәнгә, ярай, ни булһа, шул булыр, тип ризалашты. Белһәләр, үлтермәҫтәр әле, үлтерһәләр, кемгә кәрәк бындай тормош.
– Әсәйеңә әйтмәһәң генә инәм.
– Эй, ҡурҡаҡ, әйтмәйем, әйҙә, – тип ҡысҡырып көлдө Азамат. – Шахмат уйнарбыҙ, яңы алымдар өйрәндем, һиңә лә өйрәтермен.
Баланың күҙҙәре ут янды, ярата ине ул Булат ағаһын, ул бит уның иң яҡын дуҫы.
Булат энеһенең яңы фатирында әйберҙәр күсергәндә бер булған ине, башҡа килергә тура килмәне. Сөмбөл фатирҙы һәр ваҡыттағыса зауыҡ менән биҙәгән, бүлмәләрҙәге гөлдәр өйҙө гөл баҡсаһы иткән.
Азамат хужаларса аш йылытырға ҡуйҙы, сәй әҙерләне.
– Булат ағай, әйҙә, хәҙер ашап алайыҡ, унан уйнарбыҙ.
Ашап-эскәс, бергәләп өҫтәл өҫтөн йыйыштырҙылар ҙа донъяларын онотоп шахмат уйнарға керештеләр. Булаттың уйнай белмәгәнен күреп, Азамат эсе ҡатып көлдө. Улы янынан киткеһе килмәһә лә, Булат сәғәткә ҡарарға онотманы: ваҡыт бишкә яҡынлаша ине.
– Ярай, Азамат, мин китәйем инде.
– Һин тағы ҡасан киләһең?
– Киләйемме һуң? – тип иҙәнгә улы ҡаршыһына сүгәләне.
– Кил. Миңә һинең менән бик күңелле, – тип Азамат Булаттың муйынынан ҡосаҡланы.
– Әсәйең белһә, асыуланыр бит.
– Ә беҙ әсәйемә әйтмәйбеҙ.
– Улайһа иртәгә килермен, – тип улын ҡосоп һөйҙө лә, һаубуллашып, үҙ алдына йылмайып ҡайтып китте. Ошо көндән башлап уларҙың уртаҡ серҙәре барлыҡҡа килде. Азамат мәктәптә булған хәлдәрҙе, ата-әсәһенә һөйләмәгән серҙәрен дә Булат ағаһына һөйләне.
Булат уның янына бараһы көндө ауыҙына бер грамм араҡы ҡапманы, ә ҡайтышлай ике йөҙ грамм һала торған ғәҙәте барлыҡҡа килде. Өйҙә араҡы еҫе һиҙелә башланы. Булат йоҡлағанда, һаташып, Азамат менән һөйләшә. «Сөмбөл, асыуланма инде» тигән һүҙҙәр ҙә ишеткәс, Фәриҙә бөтөнләй тыныслығын юғалтты. Бер көндө эштән һорап ҡалып, ирен күҙәтергә уйланы. Ире инде күптәнән
уның янына килмәй, сит кешеләр кеүек, һәр ҡайһыһы үҙ алдына йәшәй. Күңелендә, «бәлки, Сөмбөл менән сыуалалыр» тигән шик тыуҙы. Эйе, күҙәтә торғас, ысынлап та Булаттың шунда йөрөүе асыҡланды. Фәриҙә түҙмәне, Байрастың эшенә шылтыратты, үҙен танытмаҫ өсөн тауышын үҙгәртеп һөйләште.
– Һин эштә ваҡытта ҡатының янына Булат килеп йөрөй, биш тулыр алдынан сығып китә. Мин көн дә тәҙрәнән күреп ҡалам.
Бына хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ, ирең ҡайтып тотһа, нисек йырларһың икән, тип, үҙ ҡылығына үҙе шатланып ҡуйҙы Фәриҙә.
Байрастың башына килтереп һуҡҡандай булды, был һүҙҙәргә ышанырға ышанмаҫҡа белмәне. Кем булды был? Нисек инде ағаһы ундай эшкә бара алһын? Шулай ҙа ул тиҙ генә йыйынып, ҡайтырға уйланы, сығып китер алдынан
Сөмбөлгә шылтыратаһы итте.
– Сөмбөл Харисовна операцияла, тиҙ генә бушамаҫ, – тинеләр.
Байрас ҡайтып ингәндә, Булат менән Азамат сәй эсеп ултыралар ине.
– Бына нисек икән хәлдәр? – тине Байрас, ағаһына ҡарап.
Бала бер атаһына, бер ағаһына ҡараны, Булат ағаһының ҡурҡып ҡалыуын күреп:
– Беҙ Булат ағай менән шахмат ҡына уйнайбыҙ, ә ул әсәйемдән ҡурҡа. Атай, һин әсәйемә әйтмәҫһеңме? – тине ялбарыулы тауыш менән.
Байрас:
– Ярай, уйнағыҙ, әйтмәм. Ҡайҙа, мин дә сәй эсәйем, үтешләй генә ингән инем,– тип тиҙерәк китергә ашыҡты. Сығасығышлай үҙенә асыуланырға тотондо. Яла яҡҡан кешенең теле ҡороһон, ә мин, йүләр, шуға ышанып, күҙемде тондороп сабам. Сөмбөл белһә, битемә төкөрөр.
Ағаһын да йәлләп ҡуйҙы, ябыҡҡан, ҡартайып киткән. Байрасты күргәс, әллә нисек ҡурҡып ҡалды. Эйе, йән тартмаһа, ҡан тарталыр, ана бит Азамат атаһына нисек тартыла, нисек яҡларға белмәй. Сөмбөл ҡайтып күрһә, ни булыр, әйтеүе лә ҡыйын. Меҫкен ағаһы, үҙ улы менән ҡаса-боҫа күрешергә килә. Ни эшләһен,
башҡа сараһы юҡтыр, күрәһең. Әйҙә, килһен, һағыналыр, ул да эштән Айһылыуын бик һағынып ҡайта бит. Ағайға «килмә» тип әйтеп булмай, тиҙерәк йортоноң эшен бөтөрөп күсергә кәрәк. Бында кем кергәнен, кем сыҡҡанын йөҙ күҙ күҙәтеп тора.
Йәй буйы улар бергәләшеп өйҙөң эсен-тышын эшләне. Булат килде, Азамат улар янында йөрөнө. Байрас, ағаһының араҡы менән мауығыуын һиҙеп:
– Ағай, эсмә, ауырлыҡтарҙы улай еңеп булмай. Улыңа ниндәй үрнәк күрһәтәһең, ҙур бит инде ул, араҡы еҫе кәнфит еҫе түгел, уны кем дә яҡшы айыра. Бер кереп батһаң, сыға алмаҫһың, атайымдарға ҡара ҡайғы булырһың. Сөмбөл белһә, Азамат янына яҡын ебәрмәҫ, – тине.
– Белһә, былай ҙа ебәрмәҫ.
– Ниңә белмәһен, белә, тик эскәнеңде генә белмәй.
– Ярай, энем, тырышып ҡарармын. Һеҙҙең менән рәхәт, ә өйгә ҡайтып инге килмәй, эскәс, еңелерәк булып китә, ҡайтып йоҡлайым. Айыҡ башты ауыр уйҙар баҫа, донъяның бер йәме, бер тәме ҡалмай.
Байрас ағаһы өсөн ҡурҡып ҡуйҙы:
– Донъянан туйырға ашыҡма әле, ағай. Беҙ бергә бит, йәшермә сиреңде, ни борсой һине, нимә етмәй? Ниңә, нимәлер юғалтҡан кеше шикелле, һәр ваҡыт башыңды аҫылындырып йөрөйһөң?
– Юғалттым, энем, юғалттым. Хәҙер шуның ғазабын кисерәм. Яңыһын башлап булмай, иҫкеһен ташлап булмай. Ҡалғанын һорама, үҙең дә беләһең.
Өс йыл тигәндә, өй әҙер булды. Көҙөн, япраҡтар һарғайғансы тип, Байрас ғаиләһен күсерергә уйланы. Иң беренсе Сөмбөлдөң үҙен генә алып килеп күрһәтергә теләне.
– Әйҙә, әсәһе, минең эшкә баһа бир әле, – тип ҡатынын етәкләп өйгә алып инде.
Өй эсендәге ҡарағай еҫе, буялмаған иҙән-түшәмдәрҙең һары таҡталары, икенсе ҡатҡа күтәрелә торған һырлап, матурлап эшләнгән баҫҡыс, иркен бүлмәләр, гөлдәр ҡуйырға тип уйланылған киң тәҙрә төптәре һәр кемде һоҡландырырлыҡ ине.
– Әйҙә әле, мин һиңә үҙебеҙҙең йоҡо бүлмәһен күрһәтәм.
Байрас ҡатынын икенсе ҡатҡа алып менде. Йәнәшә урынлашҡан өс йоҡо бүлмәләренең береһенең ишеген асты:
– Рәхим итегеҙ, Сөмбөл ханым, был беҙҙең мөхәббәт оябыҙ. – Ҡатынын бик матур бүлмәгә алып инде, үҙе уны ҡосаҡлап: – Оҡшаймы? Тәҙрә урманға ҡарап тора, ишек алды ла күренә. Йә, нисек? – тип үҙенә табан борҙо, эйелеп Сөмбөлдөң күҙҙәренә ҡараны. – Теләһәң, өсөнсө ҡат та төҙөйөм, унан айға юл һалам, һине шунда алып менеп яратырмын, – тип күҙҙәрен ялтыратты. – Тик һин әйт кенә.
Сөмбөл был бышылдауҙарҙың, күҙ ялтыратыуҙарҙың ни менән бөтәсәген белә ине.
– Сабырһыҙланма, ҡарттар йыйып, Ҡөрьән уҡытайыҡ, күҙеңде унан ялтыратырһың.
– Шулай ҙа һине бер генә үпһәм, гонаһ булмаҫ бит. Әгәр ҙә һиңә мин һалған өй оҡшаһа, миңә бер наҙ бүләк ит, – тип ҡатынын ҡыҫып ҡосаҡланы.
Сөмбөл ҡаршы килмәне, үрелеп иренең ирененән үпте, бышылдап:
– Миңә бик оҡшай, бында бар нәмә һинең кеүек матур. Мин был өйҙө һәр ваҡыт бында ҡайтаһың килеп торорлоҡ итеп биҙәрмен, уның һәр мөйөшө йылмайып торор, – тип иренең күкрәгенә башын ҡуйҙы. – Миңә шундай рәхәт. Байрас, иртәгә, беләһеңме, ниндәй көн?
– Юҡ, белмәйем.
– Беҙ ҡушылғанға биш йыл була. Шул биш йылда балабыҙ тыуҙы, өй һалдыҡ, кеше араһында дәрәжәгә ирештек.
– Эйе, ғүмер биш көн кеүек кенә үткән дә киткән, барыһы ла бар, күҙ генә теймәһен, мин тормошомдан бик ҡәнәғәт.
Улар бер аҙнанан яңы өйгә күсеп сыҡтылар, хәҙер үҙ донъялары менән йәшәйҙәр. Баҡсаларына Силәбе питомнигынан төрлө емеш ағастары ҡайтарҙылар, ағастарҙы һәр кемгә атап ултырттылар.
Азамат:
– Булат ағайға ла ултыртайыҡ, – тип бер алмағас алып килде.
Сөмбөл менән Байрас бер-береһенә ҡарашып алды.
– Ярай, килтер, улым, бына бында, һинеке янына ултыртайыҡ. Унан Әлфис ағайыңа ултыртырбыҙ.
Шулай итеп, әкренләп Учалы янында Бурансы ауылы үҫеп сыҡты. Үҙ өйҙәре менән йәшәргә теләүселәр Сөмбөл менән Байрас ҡына булмаған икән, ауыл күҙгә күренеп ҙурайҙы.
Яңы йылда өй туйы уҙғарҙылар, йорт уртаһында ҡалған ҡарағайҙарҙы биҙәнеләр. Яҙын Сөмбөл баҡсаһына бөтә тирәяҡтың күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр ултыртты. Барыһы һәйбәт кенә барһа ла, Сөмбөлдөң йәненә Булат тынғылыҡ бирмәне. Ул йә эшкә киткәнсе, йә эштән һуң энеләренә килә торған булды. Азамат менән икәү әллә нәмә эшләйҙәр, үҙ-ара ниҙер һөйләшәләр. Сөмбөл уны күрмәмешкә һалынды, улы янына килгән кешене ҡыуып сығарып булмай бит инде.
Һуңғы ваҡытта Булат әллә нисек ҡыҙғаныс күренә ине, ул Сөмбөлдөң күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Ул көн дә тиерлек килде, һуң ғына ҡайтып китте, Азамат уны боролошҡа тиклем оҙата бара торған булды.
Бер көндө Сөмбөл тәҙрәнән шаршау аша уларҙы күҙәтеп торҙо. Булаттың ҡулдарын болғай-болғай һөйләүен күреп, аптырап китте. Иренең килеп баҫыуын һиҙмәгән икән:
– Эйе, ҡыҙғаныс, – тигән һүҙҙәренән һиҫкәнеп ҡуйҙы.
– Бәй, ҡайтҡаныңды ишетмәнем.
– Ҡайттым. Ҡамасауламайым тип, тиҙерәк инеп киттем, йәлләйем мин ағайымды, ярҙам ғына итә алмайым. Бәлки, һин һөйләшеп ҡарарһың?
– Нимә тип? Булат бөгөн әллә ниндәй сәйер күренә.
– Ул яҡшы ғына эсә башланы, хәйер, күптән инде. Һөйләшеп тә ҡараным... Ул Азаматтан йыраҡ йәшәй алмай, өйөнә ҡайтып йәм тапмай, мин уға нисек ярҙам итергә белмәйем. Бөтә өмөт һиндә генә, Сөмбөл, бәлки, һине тыңлар, тик ҡыума ғына, унан бөтөнләй юҡҡа сығыр, әле әҙерәк булһа ла бала тотоп тора.
– Ҡара әле, Байрас, уға тип атап ултыртҡан алмағас та үҫеп китә алмай интегеп ултыра, әйтерһең дә, Булаттың хәлен аңлай. Азамат бер көндө: «Әсәй, был алмағас ниңә үҫмәй икән, үләм-үләм тип ултыра», – ти. Хикмәт, быларҙың өсөһөн дә нимә бәйләй? Ниндәй һүҙҙәр табайым һуң мин уға?
– Тап, Сөмбөл, тап, һин бит табип, һин һәр ваҡыт кәрәкле һүҙҙәрҙе таба беләһең, йығылғанды ҡыйнамайҙар, ярҙам ит, – тип Байрас Сөмбөлдөң күҙҙәренә ялбарып ҡараны. – Атай менән әсәй хаҡына. Улар быны белһә, күтәрә алмаясаҡтар, беҙҙең нәҫелдә эскеселәр юҡ бит, үҙең беләһең.
Сөмбөл, уйланып, ишек алдына сыҡты:
– Азамат, кер әле, улым, атайың саҡыра, – тип улын өйгә индереп ебәрҙе.
Булат, Сөмбөлдөң тауышын ишеткәс, тиҙ генә баҡсаға инеп китте, өй ышығына барып баҫты. Сөмбөл әкрен генә килеп, уның беләгенән тотто.
– Ҡасма, барыбер сысҡан кергән тишеккә һыймаҫһың.
Булат баҫҡан урынында таш кеүек ҡатып ҡалды. Сөмбөл уның ҡаршыһына килеп баҫты. Булаттың әллә күп эсеүҙән, әллә кеше төҫлө йоҡламауҙан күҙ ҡабаҡтары шешенгән, ҡасандыр матур зәңгәр күҙҙәре хәҙер болғансыҡ һыу төҫөн хәтерләтә, сәстәренә сал төшкән. Сөмбөлдөң йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. «Ни булды һиңә, Булат, ниңә былай таушалдың?» – тиәһе килде.
Сөмбөлдөң ҡайнар күҙ ҡараштары Булатты яндыра-көйҙөрә ине, ул уларға тура ҡарарға ҡурҡты. «Эләктем, хәҙер мине ҡыуасаҡ», – тип уйланы.
– Әйҙә, Булат, асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек әле, ун йылдан артыҡ ваҡыт үтте, ҡасан да булһа бер һөйләшергә кәрәктер бит беҙгә, кил, ултыр ҡаршыма, – тип баҡсалағы өҫтәл янына саҡырҙы, улар ҡапма-ҡаршы ултырҙы. Булат ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға, күҙҙәрен ҡайҙа йәшерергә белмәне.
– Булат, ниңә былай уғры кеүек ҡасып йөрөйһөң? Киләһең, өйгә инмәйһең, был бит минеке генә түгел, энеңдең дә өйө, һинең өсөн беҙҙең ишек һәр ваҡыт асыҡ. Ниңә былай йөрөйһөң? Әллә эсә лә башлағанһың, йөҙөң талсыҡҡан, ҡанаттары һынған ҡош кеүек, иңбаштарың аҫылынып төшкән. Ни етмәй һиңә, нимә юғалттың, бәхетле булырға нимә ҡамасаулай? Һөйлә, аңлармын.
Булат Сөмбөлгә ҡараны:
– Бәхетте бер юғалтһаң, табып булмай икән, ул һинең менән бергә китте. Теге ваҡытта һин иланың, хәҙер мин илайым. Һинең ҡарғыштарың йөҙө менән төштө. Һин беҙҙең өйҙә йәшәгән саҡта булған икән ул бәхетле миҙгелдәр... һин китеп юғалғас, юҡһына башланым, өйләнгәс, онотормон, тип уйланым. Ҡарт алмағас төбөндә, бала менән һине һағынып, мин бик күп иланым. Атай аңлай ине мине: «Яңылышаһың, улым, үкенерһең – һуң булыр, баланы йәллә», – тине. Эх, йәшлек, үкенестән үлеп булмай, Сөмбөл, бына аяҡтар үҙҙәре алып килә һеҙгә. Үҙем киләм, «Балаға яҡын килмә!» тиерһең тип, үҙем ҡурҡам. Азамат – минең был донъяла берҙән-бер йыуанысым. Йәллә, тимәйем, хаҡым юҡ, рәнйеттем һине, хәҙер шуның уңышын йыям. Кисер мине, Сөмбөл, кисерә алһаң. Энем булһа ла, Байрасҡа көнләшеп ҡарайым мин, ул күпкә аҡыллыраҡ булып сыҡты, мин генә һуҡыр булғанмын. Мин хәҙер һинең менән үткән йылдар хәтирәһендә йәшәйем, Азаматты бер көн күрмәһәм дә, ауыр. Тормоштағы ҡайһы бер хаталарҙы төҙәтеп була, тик минекен түгел, – тип ауыр һуланы, бармаҡтарын ағара башлаған ҡуйы сәсе араһына батырҙы. – Яратҡанмын икән мин һине, Сөмбөл, тик һуңлап аңланым. Булдыра алһаң, килтергән ғазаптарым өсөн кисер мине...
Икеһенең дә тамаҡ төбөнә төйөр ултырҙы, күҙҙәренә йәш тулды, бер-береһенә текәлеп ҡаранылар. Сөмбөл күкрәк тултырып тын алды:
– Булат, тыңла әле, мин һине бер ҡасан ҡарғаманым. Рәнйенем, иланым, тик ҡарғаманым. Мин барыһына үҙемде ғәйепләнем. Һин миңә өйләнгән булһаң, беҙ икебеҙ ҙә бәхетһеҙ булыр инек. Һин үҙеңдең тормошҡа ашмаған хыялыңды һағынып, ә мин көсләп тағылған ҡатын булып кәмһенеп йәшәр инек, уҡымаған, бер наҙан булыр инем. Мин һине ҡарғаманым, Булат, һин яратмағас, үҙемде яратырлыҡ кеше түгел, тип уйланым. Мин һине шашып яраттым, яраттым да, яндым да. Бына инде нисә йыл Байрас менән йәшәйем, ләкин мин уны һине яратҡан кеүек яратырға ҡурҡам. Ул барыһын да һиҙә, әммә сабыр ғына көтә бирә... Һинең былай йөрөүең йәнемде талай, йөрәгемә тынғылыҡ бирмәй, үҙемде ғәйепле кеше шикелле хис итәм.
– Килмә, тиһеңме?
– Юҡ, юҡ, улай тимәйем, кил, өйгә ин, ҡасҡын кеүек йөрөмә һәм эсеүеңде ташла. Балабыҙ хаҡына үтенеп һорайым, эсеп юҡҡа сыҡма. Бала алығыҙ, көн һайын күпме бала йәтим ҡала, бер йәтимде бәхетле итһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ. Оҙаҡламай Азамат үҫеп, сығып китер. Ул ваҡытта ҡайҙа барырһың? Алығыҙ бала, үҙем ярҙам итермен, ә Фәриҙәне бала таба алмағанға ғәйепләмә, Хоҙай шулай яратҡас, ни эшләһен. Һин бит уны яратаһың, ә яратҡан кешеләрҙе бөтә кәмселектәре менән яратырға кәрәк. Һин уны аңларға, ярҙам
итергә тырыш. Мин бала тапһам да ярата алманың, ул таба алмай тип ташлама, хата бер була. Эсеүеңде ташла, Арыҫлановтар нәҫелендә эскән кеше юҡ, һин эсһәң, һинән күреп, улың эсә башлар. Ана теге бәләкәй генә алмағасты Азамат һиңә атап ултыртҡан ине, күрәһеңме, ул да сирләй, бала ағастың насар үҫеүенә бик борсола. Һин терелһәң, ул нығып үҫеп китәсәк. Килтергән ҡорбандарың юҡҡа булмаһын, һин бәхетле булһаң, мин дә бәхетле булырмын. Байрасҡа, ҡурҡмайынса, йөрәгемде аса алырмын. Булат, үткәндә ҡалған мөхәббәтебеҙ хаҡына бәхетле булырға тырыш! Мине, бер ни күрмәй, тимә, мин һинең һәр аҙымыңды күҙәтеп торам, онотма. Мин һинең берҙән-бер балаңдың әсәһе, улың үҙеңә оҡшаған, мин уның киләсәген ҡайғыртам, насарлыҡҡа өйрәтһәң, мәңге кисермәм.
Улар баҡсала бик оҙаҡ ултырҙылар, Байрас та сығып, улар араһына ҡатышманы. Был эскерһеҙ һөйләшеү, бәлки, Сөмбөл менән Булатҡа күптән кәрәк булғандыр, икеһе лә еңеләйеп ҡалдылар, уртала торған кәртә юҡҡа сыҡты.
Бер көндө Сөмбөл, ниҙер уйланып, тәҙрәнән ҡарап торҙо ла:
– Ҡара әле, атаһы, ана ҡаршыла ниндәй буш урын. Әйт Булатҡа, һалһын шунда бер йорт, йөрөмәһен ике арала тилмереп, – тип үҙ янына ирен саҡырҙы.
– Эйе шул, бик һәйбәт урын, үҙе менән һөйләшергә кәрәк.
Булатҡа әйткәс, ул бик ентекләп әлеге урынды килеп ҡараны, оҙаҡ ҡына әйләнеп йөрөгәндән һуң:
– Нимә, улым, мин дә шунда өй һалайымы? – тип йылмайҙы.
Азамат:
– Нисек шәп булыр, һиңә төндә өйөңә ҡайтырға кәрәк булмаясаҡ, – тип һөйөндө.
Булат, Сөмбөл менән Байрасҡа ҡарап:
– Һеҙ ҡаршы килмәһәгеҙ, мин риза, – тип йылмайҙы. Уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрҙеме, күңелендә өмөт уяндымы, нисек кенә булмаһын, Булаттың күҙ ҡарашы хәҙер асыҡ һәм тыныс ине.
– Улайһа, килештек, ағай, урынды барып һөйләшәбеҙ ҙә быйыл уҡ өйҙөң нигеҙен һалып ҡалдырабыҙ.
– Ай, шәп була, – тине Азамат, шатланып Булат ағайын ҡосаҡлап алды, – мин дә һеҙгә булышам.
Азаматҡа тиҙҙән ун ике йәш тула, Арыҫлановтарға оҡшап эре кәүҙәле булмаҡсы, Сөмбөлдөң, миңә оҡшап бәләкәй булып ҡалмаһын, тип ҡурҡыуҙары бушҡа булды. Айһылыу иһә кәтүк, үҙе тик тормаҫ, сиған балаһы кеүек ҡап-ҡара, ә күҙҙәре зәңгәр ут сәсеп тора. Сания апай уны Сөмбөлгә оҡшата. Айһылыуҙы йыш ҡына ауылға Сания апай янына ҡайтаралар, ике яҡ та үпкәләмәһен өсөн, алмаш-тилмәш ҡайтарырға тырышалар.
Сөмбөлдөң эше үҙ яйы менән барҙы. Хәҙер инде ул кисәге йәш өйрәнсек белгес түгел, ә дәрәжәле, эшен яҡшы белә торған табип. Урамда күптәр уны танып иҫәнләшә, рәхмәт әйтеп китәләр. Уның ҡул аҫтында күпме бала донъяға килде, күпме ҡатын-ҡыҙҙы ауыр сирҙән ҡотҡарҙы. Ярата ине ул эшен, һәр ваҡыт кешеләргә мөләйем һәм яғымлы булды.
Сөмбөл менән Байрас нисек кенә матур, татыу йәшәмәһендәр, ғаилә тормошо һынауҙары уларҙы ла урап уҙманы. Дуҫ бар, дошман бар, тигәндәй, кемдер уларҙың тормошон бик тә боҙорға тырыша ине.
Сөмбөл «Байрас үҙенең эшендә йәш ҡыҙ менән йөрөй» тип яҙылған әллә нисә хат алды. Был хаттарҙы уҡығас, йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Бик оҙаҡ һушына килә алмай торҙо, көс-хәл менән үҙен ҡулға алып, хатты йыртып, мейескә ташланы. Иренә бер ни һиҙҙермәне. Үҙ йорттарына күскәс килмәҫ, тип уйлаһа ла, хаттар дауамлы килә торҙо.
Бер көндө Байрас, эштән ҡайтҡанда, почтаны үҙе алып керҙе. Гәзиттәр араһы нан килеп сыҡҡан хатты әйләндереп ҡараны, «Арыҫланова Сөмбөлгә» тип яҙылғанын күреп, ҡатынына һуҙҙы. Конвертта, ғәҙәттәгесә, кире адрес күрһәтелмәгән ине. Сөмбөлдөң йөҙө ағарып китте, хатты ҡарап та тормаҫтан мейескә ташланы, үҙе икенсе бүлмәгә үк сығып китте. Байрас аптырап ҡалды, ҡатынының хатты күреп ҡаушап ҡалыуын, уның ниҙер йәшерергә тырышыуын аңлап
алды. Тиҙерәк мейестән хатты тартып сығарҙы ла асып уҡый башланы. Үҙенең дә йөҙөнән ҡаны ҡасты, унда яҙылған һүҙҙәр башына һыйманы. «Һинең ирең үҙ сәркәтибе менән йөрөй, ул оҙаҡламай һиңә үҙенең һөйәркәһен бәпесләргә алып киләсәк. Байрас минеке генә тип йәшәмә, был ҡалала уның ваҡытлы ҡатындары күп, һин генә бер ни һиҙмәйһең...»
Байрас хатты ҡат-ҡат уҡыны, ниҙер аңларға тырышты. Хатты Сөмбөл уҡыманы, тимәк, уға бындай хаттарҙың беренсе тапҡыр ғына килеүе түгел. Ул хатты тотоп Сөмбөл янына сыҡты, ҡулдары ҡалтыраны, асыуҙан тешен ҡыҫты. Үҙен-үҙе ҡосаҡлап тәҙрә янында баҫып торған ҡатынының артына килеп баҫты.
– Ҡасандан килә бындай хаттар?
Сөмбөл өндәшмәне.
– Ниңә өндәшмәйһең, ҡасандан?
– Ике йыл, бәлки, күберәктер.
– Ике йыл? Ниңә мин бер ни белмәйем?
Ул Сөмбөлдө үҙенә борҙо, күҙенә ҡарарға тырышты.
– Сөмбөл, минең һиңә бер ҡасан да хыянат иткәнем юҡ, был ялған, ышан миңә.

Ул Сөмбөлдөң эйәген күтәреп, күҙҙәренә ҡараны. Сөмбөлдөң күҙ ҡарашында тәрән әрнеү сағыла ине. – Сөмбөл, яфалама үҙеңде, Хоҙай шаһит, донъяла бөтә йәнем-тәнем менән яратҡан кешем – ул һин! Ни өсөн һин бөтә ауырлыҡты үҙең генә күтәрергә тырышаһың? Ниңә әйтмәйһең? Ниңә үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең? Һинең алда минең намыҫым таҙа, ышан миңә. Һин минең иң ҡәҙерле кешем.
Сөмбөл Байрастың ҡулынан хатты тартып алды, бер һүҙһеҙ бер нисә киҫәккә йыртҡылап, кире иренең усына һалды.
– Гонаһың булмаһа, аҡланып маташма, ә хатты ҡайҙан алдың, шунда ташла. Үҙең әйтмешләй, барыһына ла Хоҙай шаһит, оло мөхәббәт ваҡланмай ул.
Ҡасандыр Ғәлимә апаһы уға бер нәмәне бик яҡшы аңлатты. Әнүәр ағаһы бик сибәр кеше, шуға Сөмбөл:
– Ғәлимә апай, һин көнләшмәйһеңме? – тип һораған ине.
– Сибәр ир менән йәшәү бик ауыр ул, үҫкәнем, ниңә көнләшмәҫкә, көнләшәм, тик һиҙҙермәйем. Беҙҙең араны боҙорға теләүселәр бик күп булды, ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙың таҙа, сибәр ир ҡуйынында йоҡлағыһы килмәһен? Бик ҡыйыу ханымдар бар, үҙ теләктәренә ирешеү өсөн ниндәй генә юлдар тапмайҙар, ҡайһы бер ирҙәр шул тоҙаҡҡа эләгеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар. Унан, ирҙәр – ирҙәр инде, ҡырын ҡараған һайын, ирҙән айырылып булмай бит. Ул икенсе ҡатынға китһә, һин үҙең шул ҡатын хәлендә ҡалаһың. Кеше яңғыҙ йәшәй алмай, ул ваҡыт уҙыу менән үҙенә пар эҙләй башлай, сөнки тәбиғәт кешене шулай яратҡан.
– Нисек йәшәргә һуң, апай? Барыһын да кисерергәме?
– Кисерә алһаң, кисерергә. Кеше ғашиҡ булған ваҡытта башын юғалта, кеше үҙ ғүмерендә мең тапҡыр ғашиҡ булырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләле кешеләргә лә ҡағыла ғашиҡ уты, бына шунда һынала инде мөхәббәт, сөнки әкренләп теге ут һүнә, ә мөхәббәт ҡала бирә. Бындай ғашиҡ дауылдарынан иҫән сыҡҡандар үҙ мөхәббәттәренә икеләтә көс менән кире ҡайта. Икенсеһенең береһе, кисергәне, сабыр ғына көткәне өсөн, ғүмере буйы мең рәхмәтле булып
йәшәй. Һәр кемдең бәхетле булғыһы килә, кем ниндәй юлдар менән ирешә инде, уныһын үҙе һайлай. Ә ирең ситкә ҡарамаһын тиһәң, наҙыңды, татлы телеңде йәлләмә, ҡайҙа барһа ла, үҙемдекенә етмәй, тип һағынып ҡайтырлыҡ булһын. Кешеләр, бигерәк тә ирҙәр, өйҙә күрмәгән наҙҙы ситтән эҙләйҙәр. Улар өйгә ял итергә ҡайталар, ә өйҙә тауыш, уны-быны талап итәләр, үҙ-үҙен ҡарамай торған ҡатын да булһа... Ә һөйәркә юҡты бар итеп өҫтәл әҙерләй, матур эске кейемдәрен кейә, сәстәрен яһап, биҙәнеп, йылмайып ҡаршы ала, иркәләй, наҙлай, күгәрсен кеүек гөрләй, күккә күтәреп маҡтай, ул ир, ысынлап та, үҙен донъялағы иң яҡшы егет солтаны итеп хис итә. Өйҙә үҙен ҡатыны һанламай, тип уйлай, һырт ҡабартып сығып киткән була, ә уртаҡ тормош тауышһыҙ ғына булмай, бергә йәшәй башлағас, унда ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Тормоштоң ҡырҙары бик күп, уларҙы шыма ғына үтеп булмай, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға аҡыллы, сабыр булырға кәрәк.
Сөмбөл Ғәлимә апаһының был кәңәштәрен хәтеренән сығармаҫҡа тырышты, беренсе ике хатты алғас та апаһынан кәңәш һорап яҙҙы. Ғәлимә апаһынан:
«Дошмандарға һөйөнөргә ризыҡ бирмә, йөрәгеңде тыңла, тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә тырыш», – тигән яуап килде. Эйе, Байрас һәр ваҡыт иғтибарлы һәм яҡшы ир, балалар өсөн үлеп тора. Буш ваҡытында, эштән һуң өй эштәре менән шөғөлләнә. Төшкө аш ваҡытында, биш минутҡа булһа ла, Сөмбөл янына килеп, юҡ-бар һөйләп, кеше күрмәгәндә бер ҡосаҡлап китә. Был инде ғәҙәткә инеп китте, хәҙер сәғәт уҡтары ун икегә яҡынлашһа, Сөмбөл үҙе лә, бөгөн килерме, тип көтә башлай. Шуға күрә уның әллә ни шиге юҡ. Ғәлимә апаһы әйткәндәй, дошмандарға сәйнәргә аҙыҡ бирмәйем, тип, Байрастан бер ни һораманы, аңлатыу талап итмәне. Бөгөн хат, һис уйламағанда, Байрас ҡулына эләккән.
Урамдан ингән Айһылыу, йүгереп килеп, атаһының аяғына һарылды.
– Атайым ҡайтҡан, атайым, – тип һикергеләне.
Байрас ҡыҙын күтәреп алды, ҡара бөҙрә баш атаһының муйынынан ҡосаҡлап, «суп-суп» битенән үпте. Ни эшләптер атаһы бөгөн көлмәне, бала аптырап әсәһенә ҡараны.
– Әсәй, атайымды асыуландырҙыңмы әллә? Ниңә ул көлмәй?
– Юҡ, ҡыҙым, атайыңдың ашағыһы килә, бар, ағайыңды саҡыр, киске ашҡа ултырабыҙ.
Атаһы ла:
– Бар, ҡыҙым, – тип ҡыҙын алдынан төшөрҙө.
Сөмбөлдөң башында бер генә уй: ул кеше һүҙенә ҡарап, балаларын ата наҙынан мәхрүм итмәйәсәк. Байрас атаһына – Шәфҡәт ағайға оҡшаған, бала йәнле кеше. Сөмбөл иренә ышана.
– Ярай, мин аш әҙерләйем әле, – тип аш бүлмәһенә атланы.
– Туҡта, Сөмбөл. – Байрас, эйелеп, ҡатынының күҙенә ҡараны.

– Кәрәкмәҫ, һуңынан һөйләшербеҙ.
Улар, һәр ваҡыттағыса йыйылышып, киске аш ашанылар. Байрас тәрән уйға сумды. Ниңә Сөмбөл хаттар тураһында алдан әйтмәгән? Берәү булһа, илар, аңлатыу талап итер ине, ә ул өндәшмәгән. Нисек аңларға, Сөмбөл уға битарафмы, әллә, хаталар ҡабатлана, тип йәшәйме? Булат менән яңылышҡан кеүек яңылыштым, был юлы ла алданылар, тип йәшәйме? Былай булһа, Сөмбөл мине бер ҡасан да яратмаясаҡ. Кем генә булмаһын, хатты яҙған кешене ҡәһәр һуҡһын, үҙ яуызлығы үҙенә ҡайтһын! Был донъяла ул һис нәмәнән ҡурҡмай. Уның бөтә ҡурҡҡаны – Сөмбөлдө, балаларын юғалтыу. Күпме йылдар ул Сөмбөлдөң мөхәббәтен яуларға хыялланды, хәҙер инде өмөтөн бөтөнләй өҙҙө. Ҡулы өҫтөндәге бәләкәй ҡул уны уйҙарынан арындырып ебәрҙе.
– Атаһы, ашың һыуына.
Байрас башта ҡатынының ҡулына, унан күҙҙәренә ҡараны. Ике пар күҙ бер-береһен аңларға тырышты.
Сөмбөл, эшен бөтөрөп, йоҡо бүлмәһенә ингәндә, Байрас, өҫтөн һалмаған килеш, һаман уйға сумып ултыра ине. Сөмбөл уның янына килеп ултырҙы, улар күпмелер ваҡыт икеһе лә һүҙһеҙ ҡалды.
– Сөмбөл, ниңә әйтмәнең?
– Һине борсоғом килмәне.
– Ә үҙең борсолманыңмы?
– Борсолдом, иланым, урамға сығырға оялдым, һине берәйһе менән күрһәм, йығылып китермен шикелле тойола ине. Бәлки, һин ысынлап та ғашиҡ булғанһың дыр, һинең кеүек көслө кеше йәшермәҫ, дөрөҫөн үҙең әйтерһең, тип уйланым. – Сөмбөл, Байрастың күҙҙәренә күтәрелеп ҡарап: – Һин ышанырға ҡуштың, мин ышандым, – тип бышылданы. – Әгәр һин башҡаны яратһаң, минең күҙ йәштәрем генә һине тотоп ҡала алмаясаҡ. Мин үткәнемде яҡшы хәтерләйем, ул саҡта күҙ йәштәрем йылға булып аҡты, ә уны туҡтата алманым, һине лә шулай...
– Сөмбөл, эй, Сөмбөл, һин һаман миңә ышанмайһың. Йә бөгөн, йә иртәгә бары бер ташлап китер, тип уйлайһың, шуға күрә йөрәгеңде асырға, яратырға ҡурҡаһың, һаман артҡа әйләнеп ҡарайһың, хәтирәләреңде онота алмайһың, миңә ышанмайһың.
– Мин һиңә ышанам.
– Ышанаһың, ләкин һин мине яратмайһың.
Сөмбөл өндәшмәне. «Минең һине юғалтаһым килмәй» тип уйлаһа ла, ҡысҡырып әйтмәне, эш һүҙҙәме ни.
Байрас ҡатынын бик ярата, уның һәр аҙымын, һәр эшләгән эшен, ҡуҙғалып китеүҙәренә тиклем аҫтан ғына күҙәтеп һоҡлана ине. Теге көндән һуң бер аҙна үҙ-ара һөйләшмәнеләр. Байрас ғәҙәттәгесә ҡатынын һәр көндө эшенән инеп алды, юл буйы һүҙһеҙ генә ҡайттылар, былай үҙҙәрен ғазаплауҙары беренсе тапҡыр ине. Сөмбөлдөң эшендә көтөлмәгән хәл килеп сыҡмаһа, был ғазапланыуҙар ҡасанға тиклем дауам иткән булыр ине, билдәһеҙ. Больницаға йәш бер ҡыҙ баланы алып килделәр. Ҡулдан бала төшөртмәксе булған, шуның һөҙөмтәһендә күп ҡан юғалтҡан был ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн Сөмбөл хәленән килгәндең барыһын да эшләне: ҡан да һалып ҡаранылар, тик һуң ине шул, ярҙам итә алманылар. Йәш ҡыҙҙың ғүмере шулай өҙөлөүе бик тә аяныс ине. Теге ваҡытта уның ғүмере өсөн Юрий Петрович күпме көрәште, барыбер еңде, Сөмбөлдө аяҡҡа баҫтырҙы. Ул иһә ҡара тиргә батты, ә ҡотҡара алманы. Сөмбөл эшләй башлағандан һуң булған беренсе үлем... Был хәл уны тетрәндерҙе, үҙ бүлмәһенә бикләнеп, туйғансы иланы. Бындай ваҡиға уның башынан да үтте, әммә уны ниндәйҙер мөғжизә ҡотҡарып ҡалды бит. Ҡыҙҙың әсәһенә ни тиергә, нисек күҙенә ҡарарға? Йә, Хоҙайым, үҙең ярҙам ит, үлем менән күпме генә осрашырға тура килһә лә, уға күнегеп булмай, еңел генә үткәреп булмай. Табип иҫән ҡалған дар менән бергә ҡайғыра, улар алдында үҙен ғәйепле хис итә.
Һыҙылып таң ата, яңы көн тыуа, кемдәргәлер шатлыҡ, кемдәргәлер ҡайғы-хәсрәт алып килә. Был ҡыҙ өсөн инде башҡа бер ҡасан да таң атмаясаҡ, ул мәңгелек төн иленә китте, урыны ожмахта булһын. Шулай, ҡыҙҙар ғүмере – сәскә ғүмере, кистән өҙәләр, иртән һулый, ә һулығас, еңел генә сығарып ташлайҙар. Кемде ғәйепләргә? Өҙөүсенеме, өҙҙөрөүсенеме? Әгәр ҡыҙ иҫән ҡалған булһа, Сөмбөл уға үҙенең үткәндәре хаҡында һөйләр, ғаиләһе, балалары менән таныштырыр, был тормоштоң матур яҡтары ла барлығын, мөхәббәттең татлы көндәрен, төндәрен аңлатыр ине. Бер ни аңларға өлгөрмәйенсә донъянан китеп барған ҡыҙ бала өсөн йөрәге әрнене. Сөмбөл утты ҡабыҙмайынса ғына тәҙрә янында оҙаҡ баҫып торҙо. Һыҙылып атҡан таң яҡтыһында тәҙрәнән таныш машинаны күреп, күңеле күтәрелеп китте. Йә, Хоҙайым, әлдә һин бар был донъяла.
Сөмбөл кейенеп урамға сыҡты, Байрасы йоҡлайҙыр, тип уйлап, әкрен генә машинаға яҡынлашты. Юҡ, Байрас йоҡламаған, Сөмбөлдөң ҡаршыһына сығып баҫты, уның талсыҡҡан йөҙөндә арыу, борсолоу сағылды. Ауыр саҡта ире уға һәр ваҡыт ярҙамға килә, бына бөгөн дә Сөмбөл өсөн борсолған, көткән, матур зәңгәр күҙҙәрҙән уның эске донъяһын уҡырға була, унда күпме наҙ, яратыу...
Сөмбөл ҡаршыһында баҫып торған иренә йәшле күҙҙәре менән ҡараны:
– Байрас, әлдә һин бар был донъяла. Мин бит һинән башҡа бер көн дә йәшәй алмайым. Донъялағы иң матур күҙҙәр, иң татлы ирендәр һиндә генә, ҡәҙерлем. Мин һине үлеп яратам, бик күптән яратам, мин һине бер кемгә бирмәйәсәкмен. Ғүмер менән үлем – ҡаш араһы, уның һәр миҙгелен матур итеп, ҡәҙерләп йәшәргә кәрәк.
Был һүҙҙәрҙе ишетер өсөн Байрас һәр төндө ошо тәҙрә ҡаршыһында ҡунырға әҙер ине. Әллә таң кинәт атты, әллә йөрәге күптән көткән шифаһын алды – донъя яҡтырып киткәндәй тойолдо. Байрас, тын алырға ҡурҡып, ҡатынынан күҙен ала алманы, уның күҙҙәре күктә ҡабынған ике йондоҙ булып ялтыраны.
– Тағы бер генә ҡабатласы, Сөмбөл.
– Һинһеҙ был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ. Һин миңә ошо яңы атҡан таң кеүек кәрәк. Мин һине бер ҡасан бер кемгә алыштырмайым, һин минең иң ҡәҙерле кешем.
Байрастың күҙенә йәш тулды, ул ҡатынын ҡайнар ҡосағына алып, һөйәктәрен шығырҙатып, күкрәгенә ҡыҫты. Улар шулай һүҙһеҙ генә ҡосаҡлашып бик оҙаҡ баҫып торҙолар. Ике йөрәк бергә ҡушылып типкән саҡта һүҙҙәр урынһыҙ.
– Сөмбөл, Сөмбөлөм минең, күктәге буй етмәҫ йондоҙом.
Ул уның ирендәрен эҙләп тапты. Йылдар менән матурлығын да, тәмен дә юғалтмаған сейә кеүек ирендәр был иртәлә тағы уныҡы, ул уларҙы үлгәнсе яратып туймаясаҡ.
* * *
Ике йыл тигәндә, күмәкләп тырыша торғас, Булаттың өйө әҙер булды. Улар хәҙер Байрастарҙың күршеләрендә йәшәйҙәр. Фәриҙә башта:
– Сөмбөлгә күрше булып бармайым, – тип киреләнһә лә, Булат:
– Бармаһаң, ҡал, – тип үҙе генә күсеп сыҡты.
Фәриҙә яңғыҙы нишләһен, йәшәй торғас, Булат кеүек ирҙәрҙең урамда аунап ятмағанын яҡшы аңланы. Яңы өйгә яңы хужабикә табылмағайы, тип йыйынып үҙе килде.
Фәриҙәнең күсеп килеүен белгәс, Сөмбөл Айһылыуға ағаһы менән апаһын үҙҙәренә киске ашҡа саҡырып сығырға ҡушты. Фәриҙә инергә теләмәһә лә, Булат йыйынғас, ҡаршы төшмәне. Уның ире бында күптән үҙ кеше икән. Сөмбөл менән күптәнге дуҫтар кеүек һөйләшәләр. Фәриҙә, ни әйтергә, үҙен нисек тоторға белмәйенсә, бер ситтә тыныс ҡына ултырҙы. Азамат, һәр ваҡыттағыса ҡыҫыла-ҡыҫыла,
Булат ағаһы янына инеп ултырҙы. Фәриҙә аҫтан ғына өҫтәл артындағыларҙы күҙәтте. Азамат үҫкән һайын Булатҡа оҡшай бара, тик сәстәре генә оҙон.
– Атай, иртәгә Ахунға олатай янына ҡайтып киләм әле, бына Булат ағай ҙа ҡайта, – тип Азамат иңбашы менән Булатҡа төрттө. Булатҡа ризалашырға ғына ҡалды. Иртәгә шәмбе, Азамат киске уйынға ҡайтырға ашыға.
– Ниңә ҡайтаһығыҙ? – тип һораған булды Байрас, сәбәбен бик яҡшы белһә лә.
– Эй, олатай ҡайтырға ҡушҡан, эш күп, ти.
Азамат, ярҙам һорағандай, Булатҡа ҡараны.
– Эйе, – тине Булат, ҡыҙарып.
– Һин бит, иртәгә бер ҡайҙа бармайым, әйберҙәр ташыйбыҙ, тигән инең түгелме? – тип һүҙгә Фәриҙә ҡушылды.
– Ҡайғырма, Фәриҙә апай, ташырбыҙ, беҙ кискә генә ҡайтабыҙ, унда олатай көтә.
Байрас тыңлап торҙо ла:
– Киске уйынға Булат ағайыңды ғына йөрөткәнең етмәгән, хәҙер инде олатайың да һеҙгә эйәрә башланымы? Эй меҫкен атай, уның кеүек ҡарттар йоҡлағанда, ул киске уйында йөрөй, күрәһең, – тип көлөп ебәрҙе.
Сөмбөл дә йылмайып ҡуйҙы, ул Булаттың улын ауылға алып ҡайтып, йоҡламайынса, төн буйы Азаматты көтөп ултырыуын бик яҡшы белә.
– Улым, имтиханға әҙерләнер инең.
Сөмбөлдөң улы менән ҡапма-ҡаршы ултырып, ныҡлап һөйләшәһе бар, тик ни мәнән башларға белмәй. Ун йыл ваҡыт үтеп китте, улы үҫеп еткән егет булды, йөҙө Булатҡа оҡшаһа ла, йылғырлығы менән Байрасҡа тарта, ҡыҙҙар башын бик иртә әйләндерә башланы. Ауылға ашҡыныуы шуның өсөн генә. Ахун – ҙур ауыл, йәштәр күп, ҡыҙҙар сибәр. Улының китер көндәре яҡынлашыуын уйлаһа, Сөмбөлдөң күҙенә йәштәре тула. Ярай, ауылдан килгәс һөйләшермен, бөгөн Фәриҙә менән асыҡтан-асыҡ аралашырға кәрәк, тип күңеленә һалып ҡуйҙы. Барыһы ла ашап-эсеп, өҫтәл янынан таралышҡас, Сөмбөл Фәриҙәгә өндәште:
– Фәриҙә, һин уңайһыҙланып торма, беҙ бит һинең менән туғандар ғына түгел, ут күршеләр ҙә. Беҙ Байрас менән төрлө ваҡытта ҡайтабыҙ, шуға күрә Айһылыуға күҙ-ҡолаҡ булып торорһоң инде. Беҙҙең ишектәр һеҙгә һәр ваҡыт асыҡ, миңә асыу, үпкә һаҡлама, татыу йәшәйек, ҡасан теләһәң, шунда рәхим ит.
Фәриҙә Сөмбөлдөң һүҙҙәренән һикереп төшмәһә лә, уға бында бар нәмә оҡшаны, өйҙә яңғыҙ ултырыу түгел, әкренләп күнекте.
     Сөмбөл генә үҙ-үҙенә урын таба алмай йөрөй, оҙаҡламай уның улы, күҙ ҡраһы, төп йортто ташлап, сит ерҙәргә китәсәк. Июлдә Әнүәр ағаһы менән Ғәлимә апаһы Азаматты алып китергә ҡайтасаҡтар. Сөмбөл кис менән улының бүлмәһенә инде:

– Әйҙә, улым, ҙурҙарса бер һөйләшәйек әле, – тип һүҙ башланы. – Ҙур атайыңдан хат килде, улар һине алып китергә ҡайтасаҡтар. Һинең киләсәгең улар ҡулында, ә уларҙың киләсәге һинең ҡулыңда. Үткәндәребеҙ менән беҙ уларға бурыслы, шуға күрә, улым, һин оло юлға йыйын, һин уҡырға тейеш.
– Әсәй, мин барыһын хәтерләйем, тик минең һеҙҙән айырылаһым килмәй. Мин бер нәмәне аңламайым: ни өсөн беҙ унда йәшәнек, атайым нисек ебәрҙе? Ниңә һин уларға һүҙ бирҙең?

Сөмбөл улын ҡосаҡлап алды.
– Минең бик уҡығым килде, атайыңдан ҡасып киттем, шулай килеп сыҡты инде, улым.
Сөмбөл улын ни тиклем яратһа ла, бөтә дөрөҫлөктө уның ҡаршыһына асып һала алмай, һуңыраҡ, бәлки, үҙе аңлар, хәҙер белһә, Булатты кисермәйәсәге күренеп тора.
– Улым, миңә рәнйемә, йәш саҡта барыһын да уйлап бөтөрөп булмай, ул ваҡытта минең өсөн берҙән-бер юл шул ине. Биргән һүҙ – ул алған бурыс шикелле – ғүмер буйы өҫтөңдә аҫылынып тора. Мин алған бурысты һиңә түләргә тура килә. Ныҡ бул, ир бул, ләкин үтенесемде кире ҡаҡма, балам. Миңә лә еңел түгел, күҙ алдымдан юғалһаң, нисек йәшәрмен?
Улар, ҡосаҡлашып, уйға батып бик оҙаҡ ултырҙы, күп нәмәләр тураһында һөйләштеләр, илаштылар. Азамат, әсәһенә күҙ йәштәрен күрһәтеүҙән оялып, гаражға, тимер-томор араһына сығып китте. Уға еңел түгел, уның бында һөйгән ҡыҙы, дуҫтары ҡала. Булат ағаһы бер үҙе ни эшләр, тағы эсә башлаһа, кем ҡотҡарыр? Теге ваҡытта Азамат уны гел һаҡлап йөрөнө, әсәһе күрмәһен тип, йә бесәнлектә, йә соландың ҡараңғы мөйөшөндә йәшереп йоҡлатты. Ни эшләптер, Булат ағаһы уның әсәһенән ҡурҡа ине. Береһендә, Булат ағаһын бесәнлеккә алып ингәндә, атаһына эләктеләр. Атаһының күҙ ҡарашынан уның ни әйтәһен аңларға өйрәнгән Азамат үҙен ғәйепле итеп хис итте. Атаһы күп һөйләшмәй, әйткән һүҙе алтын баһаһына тора.
– Әсәйемә әйтмә инде, атай, – тип бик оҙаҡ ялбарҙы.
– Ағайҙы эсеүенән әсәйең генә туҡтата ала, – тине ни эшләптер атаһы.
Кем ташлатһа ла, эсеүенән туҡтаны Булат ағаһы. Шулай ҙа, яңынан эсә башлаһа, тигән уй һис тыныслыҡта ҡалдырманы Азаматты. Мин киткәс, кем ҡарар уны?
– Ниндәй уйҙар баҫты башыңды? Өндәшәм, ишетмәйһең.
– Булат ағай, ике аҙнанан мин китәм.
– Ҡайҙа, оҙаҡҡамы?
– Белмәйем, әсәйем, бөтөнләйгә, ти.
– Нисек бөтөнләйгә? Ҡайҙа китәһең? – тине Булат, көтөлмәгән яуаптан аптырап.
– Шулай, әсәйем һүҙ биргән. Мин ҙур олатайҙарҙа уҡырға, йәшәргә, уларҙы үлгәнсе ҡарарға тейеш. Белмәйем, ниңә атайым беҙҙе унда ебәргән, ниңә мине өләсәйем алып ҡалмаған? Бына хәҙер ғүмер буйы йәшә инде ситтә, минең киткем килмәй, ә әсәйем, барырға кәрәк, ти.
Булат ни әйтергә белмәй ҡатып ҡалды, баланың һүҙҙәре аяҙ көндә йәшен һуғыу менән бер ине.
– Мин әсәйең менән һөйләшәйемме, бәлки, ебәрмәҫ, кире уйлар.
– Юҡ, әсәйем биргән һүҙендә тора торған кеше, әйткән һүҙ – алған бурыс, ти, үтәргә кәрәк. Бына бер үҙең ҡалаһың, Булат ағай.
Булат, ауыр һулап:
– Улай әйтмә, улым, былай ҙа ауыр, – тине, Азаматты йыуатырлыҡ һүҙ таба алмайынса.
Булат барыбер Сөмбөл менән һөйләшеп ҡарарға уйланы. Баҡсала эшләп йөрөгән Сөмбөл янына инде, һүҙен ниҙән башларға белмәй:
– Сөмбөл, – тип туҡтап ҡалды, ялбарып күҙҙәренә ҡараны.
Сөмбөл уның нимә әйтергә теләгәнен шунда уҡ аңлап алды.
– Кәрәкмәй, Булат, миңә лә еңел түгел. Икенсе яҡтан ҡара: башҡалар армияға китәсәк, ә ул – уҡырға, ни айырмаһы бар? Бик һағынһаң, янына барырға була, – тигән булды, үҙенең иһә тауышы ҡалтыраны, күҙҙәре йәшләнде.

– Теге ваҡытта минең дә киткем килмәне, ул саҡта һин мине туҡтатманың, хәҙер һуң инде, мин биргән һүҙемдән кире ҡайтмаясаҡмын.
Сөмбөл үҙе өсөн күптән инде барыһын да хәл итте. Азамат киткәс, бүлмәһе бушап ҡаласаҡ, уны һағынып аҡылдан яҙырға мөмкин. Ул бит балаҡайының ары үтһә лә, бире килһә лә башынан һыйпап ҡалырға ғәҙәтләнде. Улы еткән егет булыу ға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп иркәләнә, үҙе лә әсәһен ҡосаҡлап үбә. Былар барыһы һағынып иҫкә алырға ғына ҡаласаҡ. Шуға күрә был ҙур өй бушамаһын тип, үҙ теләге менән ауырға уҙҙы, ләкин бер кемгә белгерткеһе килмәне. Дөрөҫөрәге, улынан уңайһыҙланды. Байрас белһә, тағы ҡайғыра башлар, тип ҡурҡты.
Көткән көн килеп етте, Әнүәр ағаһы менән Ғәлимә апаһы ҡайтты. Уларҙың ҡайтыуы оло бер байрам булды. Ғәлимә апаһы Сөмбөлдәрҙең мул тормошона һоҡланып туя алманы, кис икәү генә ҡалғас, һеңлеһенән:
– Йә, үҫкәнем, нисек һуң тормоштар, сибәр ир менән йәшәүҙәре ауыр түгелме? – тип көлдө.
– Үҙең күрәһең, Ғәлимә апай, ышанып йәшәгәс, әллә ни ауырлығы юҡ.
– Күрәм, мин һинең өсөн бик шат, донъяңды бик матур ҡорғанһың, ожмах ояһы. Эш яғы нисек?
– Еңел түгел, апай, бөтәһе миңә ҡарап тора. Ҡарт уҡытыусым гүр эйәһе булғас, әллә ни таяныр кешем ҡалманы, һеҙҙең өйрәткәндәрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотоп, һеҙгә рәхмәт уҡып эшләйем. Шулай ҙа миңә остаз бик кәрәк шул, һеҙ киткәнсе, күп мәсьәләләрҙе хәл иткем килә.
– Яҡшы, үҫкәнем, һорауҙарыңды бергә хәл итербеҙ. Барыһын да үҙем беләм, тиһәң, ышанмаҫ инем, ысын күңелдән тырышып эшләгән кешенең һорауы күп була. Тимәк, эшеңде яратып башҡараһың, беҙҙең тырышлыҡтар юҡҡа китмәгән.
– Юҡ, апай, бушҡа түгел, мин ғүмерем буйы һеҙгә рәхмәтлемен.
– Ә был өсөнсөһөн ҡасаныраҡ алып ҡайтырға йыйынаһың?
– Ғәлимә апай, һинән бер нәмә йәшереп булмай...
– Юҡҡа ғына ҡырҡ йыл ҡатын-ҡыҙ табибы булып эшләйемме мин?
– Мин һине көттөм, апай, тик, зинһар, бер кемгә һиҙҙерә күрмә.
Икенсе көндө улар Сөмбөл эшләгән больницаға килделәр. Бәләкәй генә Учалы ҡалаһы өсөн йыйнаҡ, мөһабәт бина урман янында урынлашҡан. Быларҙың береһе лә Ғәлимә апай күҙенән ситтә ҡалманы.
– Бигерәк матур ерҙә эшләйһең, ниндәй таҙалыҡ, тыныслыҡ, урманы ғына ни тора. Ҙур ҡалаларҙа бындай тынлыҡ юҡ шул.
Сөмбөл уның үҙ бүлмәһенә алып инде, бер нисә ауырыу тарихы менән таныштырҙы, һөйләшәһе, кәңәш һорайһы мәсьәләләре бик күп ине. Ғәлимә апай иң беренсе эш итеп Сөмбөлдө ҡараны.
– Мин һине китер алдынан ҡабат ҡарармын, – тип теүәл бер һүҙ әйтмәне.
Ҡабат ҡарағас, Ғәлимә апай:
– Сөмбөл, бәлки, үҙең дә һиҙәһеңдер, бында ике йөрәк тибә – игеҙәктәр буласаҡ. Аҙаҡҡа тиклем күтәрә алырһыңмы икән? Яраларың иҫке булһа ла, ҙурҙар, ваҡытынан алда асылыу ҡурҡынысы бар. Ауыр операцияларға алынма, үҙеңде һаҡларға тырыш. Әгәр ҡаршы килмәһәң, бәпесләтергә үҙем киләм, иреңә Яңы йылға бүләк булыр, – тип һеңлеһен шатландырҙы.
Сөмбөл бик ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. «Ире белмәй шул әле, белһә, хәҙер сирләй башлаясаҡ. Ул һәр ваҡыт мине үлер тип ҡурҡа, әле икәү икәнен белһә, ҡарауыл ҡысҡырыр». Ул, Байрастың йөҙөн күҙ алдына килтереп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Һөйөнөр тимә, апай, ҡото алынасаҡ, бер үк әйтмәй тор, һеҙ киткәс, үҙем әйтермен. Минең бит еткән улым бар, унан оят.
– Әйт әле, Сөмбөл, һин бәхетлеме?
– Бик бәхетле, апай. Байрас кеүек ирҙәр күберәк булһа, күпме ҡатын–ҡыҙ бәхетле булыр ине. Минең уға бер малай бүләк иткем килә. Азаматтың да бүлмәһе буш тормаһын.
– Яҡшы эшләгәнһең, ундай һау-сәләмәт ирҙәрҙән күберәк тыуһын ине әле үҙҙәре кеүек таҙа, ныҡ балалар, был донъя күпкә йәмлерәк булыр ине.
Сөмбөл ваҡытты күпме генә һуҙырға тырышмаһын, улы китер көн килеп тә етте. Өй эсе иртәнән ығы-зығы килде, Булат бер инде, бер сыҡты, үҙ-үҙенә урын тапманы. Силәбегә тиклем оҙатырға булғас, ул да юлға йыйынды. Байрас:
– Һин, әсәһе, өйҙә ҡал инде, ағай барһын, – тигәс, Сөмбөл улы менән өйҙәгенә хушлашты.
– Улым, яҡшы кеше бул, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермә, уҡы, ҙур кеше бул, ямандан йыраҡ тор, беҙҙе онотма, – тип улының күкрәгенә башын һалды. – Хәйерле юл, улым, китер сәғәтең етте.
Сөмбөлдөң йөрәге һыҡраны, ул бит улы менән ниҙәр генә күрмәне, ләкин уларҙың бер ҡасан айырылышҡандары булманы. Баш бала ғына шулай ҡәҙерлеме икән, әллә ҡайһыһы китһә лә шулаймы? Баҫҡыстан төшкәндә, уның йөҙө ап-аҡ ине, Ғәлимә апаһы, хәлен аңлап, тиҙерәк дарыу ҡаптырҙы.
– Тыныслан, ярамай былай, ҡарыныңдағыларҙы уйла, әйҙә, инеп ят, – тип индереп яҡтырҙы. Сөмбөл илап ятҡан еренән йоҡоға китте.
Азаматты оҙатып ҡайтҡан Байрасты ҡаршы алыусы булмағас, ул бүлмәләр буйлап ҡатынын эҙләп китте. Азамат бүлмәһендә йомарланып ятҡан Сөмбөлдө уятмаҫҡа тырышып, әкрен генә беренсе ҡатҡа, аш бүлмәһенә, төшөп ултырҙы, сәй ҡуйҙы. Ул бөгөн үҙе лә бик арыны, Учалы – Силәбе араһы яҡын юл түгел.
Азаматтың өйҙән сығып китеүе ауыр тәьҫир ҡалдырҙы, көн дә күҙ алдында йөрөгән балаңдан айырылыу бик ҡыйын икән. Шундай уйҙарға батып ултырып, ҡатынының икенсе ҡаттан төшөүен ишетмәне, Сөмбөл уның янына килеп ултырҙы, улар һүҙһеҙ генә бер-береһенә ҡарашып торҙо. Байрас, ҡулын һуҙып:
– Кил әле үҙемә, әллә һине күрмәгәнгә ай булды инде, һағынып бөттөм, – тип, ҡатынын алдына алып ултыртты, сәстәренән һыйпап, күҙҙәренән үпте. – Өҫтәл артында ултырғанда әллә нисек серле итеп йылмаяһың, күҙҙәрең менән мине әллә ҡайҙарға саҡыраһың, өй тулы кеше булмаған булһа, мин һине шунда уҡ яратҡан, йә йоҡо бүлмәһенә алып менеп киткән булыр инем.
– Ә хәҙер нимә ҡамасаулай?
– Ысынлап та, беҙ икәү генә бит, – тине лә Байрас, ҡатынын шашып-шашып үпте, яратып туя алманы. – Сөмбөл, бер ваҡыт ошо иркен өйҙә икәү генә ултырып ҡалырбыҙмы икән? Ғүмер нисек тиҙ уҙа, тағы алты йылдан Айһылыу сығып китер. Беҙ был ҙур өйҙә ни эшләрбеҙ?
Сөмбөл, серле итеп йылмайып, иренә ҡараны:
– Береһе китһә, икенсеһе килер.
– Ҡасан була бит әле ул?
– Яңы йылға, атаһы. Алла теләһә, Азаматтың бүлмәһе буш булмаҫ.
– Ниңә улай тинең, кем килә?
Сөмбөл, йылмайып, Байрастың ҡулын үҙенең эсенә ҡуйҙы.
– Кем икәнен белмәйем, әммә мин һиңә оҡшаған малай алып ҡайтырға теләйем. Кәрәкмәй, тимә. – Сөмбөл иренең күҙҙәренә ҡараны. – Һиҙмәйһеңме ни, күрмәйһеңме ни, атаһы?

Байрас, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тораташ кеүек ҡатып ҡалды, ҙур итеп асылған күҙҙәре менән ҡатынына текәлде, бер аҙҙан көскә телен әйләндереп:
– Сөмбөл, ни һөйләйһең? Кәрәкмәй, бер иҫән ерең юҡ бит, – тип кенә әйтә алды.
Сөмбөл Байрастың ҡурҡынған ҡиәфәтенән көлөп ебәрҙе.
– Тағы сирләй башланыңмы, ҡурҡаҡ ҡуяным? Ҡурҡма, минең әле киҫер урыным бар, бер бала алып ҡайтып һөйөндөрәм үҙеңде. Һинең өсөн тәнем дә, йәнем дә йәл түгел, – тип иренең муйынынан ҡосаҡлап алды.
Байрас, ҡатыны тағы бер бала табыр, тип уйына килтермәгән ине, шуға был хәбәрҙе нисек ҡабул итергә белмәй аптырап ҡалды, әйтер һүҙ тапманы, күңеле тулды.
– Сөмбөл, ни өсөн шундай ауыр ғазапҡа бараһың?
– Мин һине бик яратам, ә яратҡан кешеңдән бала табыу – үҙе бәхет, яратҡан йәреңде һөйөндөрөү – тағы бер бәхет.
– Мин һинең өсөн ҡурҡам. Үҙең күрәһең, һөйөнә лә алмайым. Шул ҡурҡыуым арҡаһында ысын йүләргә әйләнәм, һин бәпесләп өйгә ҡайтҡансы ҡотом алынып йәшәйем. Сөмбөл, ҡәҙерлем, һин шундай бәләкәй генә, һин минең йондоҙом...

Байрас ҡатынын, ҡәҙерләп кенә күтәреп, үҙҙәренең йоҡо бүлмәһенә алып менеп китте. Бик ҡәҙерле ине уға ҡатыны, Хоҙайҙан ялбарып, һорап, көтөп алған мөхәббәте. Эйе, ул бик бәхетле ир! Бына хәҙер улар өйөнә тағы шатлыҡ килергә тора, килһен, бәхете менән килһен, тик һөйөклө ҡатыны ғына иҫән булһын.
Байрас шул көндән башлап ҡатынын нисек һаҡларға белмәне, өрмәгән ергә ултыртманы. Уның зәңгәр күҙҙәре һәр ваҡыт етди, йөҙөндә Сөмбөл өсөн борсолоулы һыҙаттар күренә ине.
– Атаһы, йылмай әҙерәк, ҡурҡма, һүтелмәм, – тип ҡатыны уны тынысландырырға тырышты.
– Алла һаҡлаһын, әсәһе, һүтелә күрмә. Былай ҙа ул яраларға нисек түҙәһеңдер?
– Һинең кеүек яҡлаусы, һаҡлаусы булғанда ниңә түҙмәҫкә, түҙәм, атаһы, түҙәм.
Барыһына түҙҙе Сөмбөл, ҡарындағы балалар көн менән түгел, сәғәтләп үҫтеләр.
Бер ай тигәндә, Азаматтан хат килде.
«Әсәй, минең өсөн борсолма, миңә был ҡала бик оҡшаны. Бындағы тәбиғәт иҫ китмәле матур, йылы, бик күп төрлө еләк-емеш ағастары үҫә. Ләкин шулай ҙа, әсәй, һин бешергән икмәк менән туҡмаслы ашты һағынам. Һеҙҙә көҙҙөр инде, ә был яҡтарҙа һаман йәй, белмәйем, ҡышһыҙ нисек йәшәрмен? Янымда булған саҡта бер ни һиҙмәгәнмен, әсәйем, ниндәй ҡәҙерле һин миңә. Ашайбыҙ, уйнайбыҙ, йүгерәбеҙ, башта төрлө уйҙар, тормош гел шулай барыр кеүек тойола...
Ә хәҙер мин һәр ваҡыт һеҙҙе уйлайым. Яныңда булһам, үҙеңде йөҙ тапҡыр үбер, әсәй, һин минең донъялағы иң ҡәҙерле кешем, тиер инем. Бында тәмле ашайым, йомшаҡта йоҡлайым, тик башымдан һыйпарға һинең ҡулдарың етмәй, әсәй».
Сөмбөл улының хатын илай-илай уҡыны, күңеленән уның менән һөйләште: «Түҙ инде, балам, мин һинең хәлдәреңде бик яҡшы аңлайым. Мин аңламай, кем аңлаһын һине, улым. Сит илдең сәскәләре матур булһа ла, тыуған яҡтың әреме лә тәмле».
Ашығып Булат килеп инде.
– Айһылыу, Азамат ағайымдан хат бар, тигән ине.

Сөмбөл күҙ йәштәре аша йылмайырға тырышты.
– Эйе, бар, бына быныһы һиңә тип яҙылған, – тип Булатҡа айырым бер конверт һуҙҙы.
– Алып сығып уҡыйым әле, ә һин ниңә илап ултыраһың?
– Бала тыуған яғын һағына, миңә бик таныш был хәлдәр, түҙергә кәрәк, – тине лә ауыр ғына урынынан тороп китте. Уға ҡарап торған Булат, үҙ күҙҙәренә ышанмайынса, ҡабат Сөмбөлгә текәлде.
– Сөмбөл, – тине ул, күҙен унан айыра алмайынса.
Сөмбөл Булаттың ни әйтергә теләгәнен бик яҡшы аңланы, уңайһыҙланып, биттәре ҡыҙарып сыҡты, ҡулы менән эсен ҡапланы, елкәһен йыйырҙы.
– Ниңә аптырайһың, шулайыраҡ хәлдәр, был ҙур өйҙә икәү ҡалһаҡ, ни эшләрбеҙ...
Булат, ни әйтергә белмәйенсә:
– Эйе шул, – тигән булды.
Тиҙҙән Азаматҡа ун ете тула, ә Сөмбөл бала табырға йыйына, ярамай тиһәләр ҙә, таба бирә. Был минуттарҙа ул әллә үҙен йәлләне, әллә энеһенән көнләште.
Шулай бер аҙ тапанып торҙо ла урамға сығып китте, сыҡҡас та зиһенен йыя алмай торҙо. Башында һаман бер уй ҡайнаны. Сөмбөл тағы бала алып ҡайта, ә уларға Сөмбөл тапҡан балалар менән йыуанырға ғына ҡала. Булат нисә йылдар инде ҡасандыр юғалтҡан мөхәббәтенең бәләкәй генә осҡононда йылынып йәшәй. Сөмбөл – сабыр, аҡыллы ҡатын, килгән һәр кешене яҡты йөҙ, һый-хөрмәт
менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Улар бөтәһе лә шул бәләкәй генә Сөмбөл йылыһына һыйынып йәшәйҙәр. Булат уны йыраҡтан күҙәтеп, уға һоҡланып йәшәй, йылдар үткән һайын Сөмбөлдөң һөйкөмлө яҡтары асыла ғына бара. Булат көн дә энеләренә юҡты бар итеп инеп сыға. Сөмбөл уны кисерҙе, сөнки уның мөхәббәте хәҙер – Байрас. Ул уға яратып: «Эйеме, атаһы», – тип күҙҙәренә генә
ҡарап тора. Булат быларҙың барыһын аҫтан ғына күҙәтә. «Атаһы» тигән һүҙҙе уға һис ҡасан бер кем әйтмәйәсәк. Булат, үҙ уйҙарына сумып, утын һарайында бик оҙаҡ ултырҙы, өйгә инһә, Фәриҙә барыһын аңлар шикелле тойолдо. Ул кинәт кеҫәһендәге хатты иҫенә төшөрҙө, ашығып, улының хатын уҡып сыҡты. «Булат ағай, барығыҙҙы ла шундай һағындым, нисек түҙергә инде? Һин минең мотоциклды майлап, ҡараштырып тор... Их, Булат ағай, Ахунға тағы бер генә киске уйынға ҡайтыр инем»,– тигән. Ике бит тултырып яҙған хатты уҡығанда Булаттың, улын йәлләп, йөрәге әрнене.
«Эй, улым, һинән башҡа миңә лә был донъя йәмһеҙ шул. Әсәйең, түҙергә кәрәк, ти, түҙәйем, улым, ул түҙә, беҙ ҙә түҙәйек...»

* * *
Сөмбөл беренсе ҡар менән ялға сыҡты. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, ти, Байрасҡа ҡатыны айлап түгел, көнләп йыуаная барған шикелле тойолдо, иҫке яралары һүте лә күрмәһен, тип ҡурҡты. Декабрь башында түҙмәне, Ғәлимә апайға шылтыратты.
– Апай, ҡыйын булһа ла килеп ет, Сөмбөл тау хәтлем булды, зинһар, ярҙам ит, – тигәс, Ғәлимә апалары оҙаҡ көттөрмәне, ҡайтып та етте.
Сөмбөлдө ике аҙна урынынан торғоҙманы, үҙе ҡараны. Ысынлап та ҡурҡырлыҡ сәбәптәр бар ине: иҫке яралар тартылған, йоҡарған.
Декабрь урталары еткәс, урындағы табиптар менән кәңәшләшеп, ваҡытынан алдараҡ булһа ла бәпесләтергә уйланылар. Сөмбөл Байрасҡа операция көнөн әйтмәүҙәрен үтенде. Ире былай ҙа больница юлын көнөнә әллә нисә тапай, операция икәнен белһә, китмәҫ тә. Иртән Байрас килеп киткәндән һуң, Сөмбөлдө операцияға алып инделәр. Ғәлимә апаһы:

– Ирең килгәнсе өлгөрәбеҙ, – тип йылмайҙы.
Эйе, өлгөрҙөләр, донъяға һау-сәләмәт ике малай ауаз һалды. Сөмбөлдөң теләге ҡабул булды – иренә Яңы йыл бүләге әҙер ине.
Эштән һуң килгән Байрасты Ғәлимә апаһы, аҡ халаттарға урап-сорнап Сөмбөл ятҡан палатаға алып инде. Яңы ғына наркоздан айнып күҙен асҡан Сөмбөл ауыҙына маска, башына аҡ башлыҡ, өҫтөнә аҡ халат кейгән иренә ҡарап:
– Һин ниндәй матур доктор булыр инең, – тип йылмайҙы.
– Юҡ, бында миңә ярай торған халат юҡ, унан, үҙең дә беләһең – энәнән ҡурҡам бит мин. Хәлең нисек? – тип ҡулын Сөмбөлдөң эсенә ҡуйҙы, нисек ҡуйҙы шулай тартып алды. – Сөмбөл, – тине хәле бөтөп, – таптың дамы ни?
Уларҙы ситтән күҙәтеп торған Ғәлимә апай, йылмайып, Байрасты ҡулынан етәкләп, ике бәләкәй генә карауат янына алып килде.
– Бына күр, ҡатыныңдың Яңы йыл бүләген.
– Ә ҡайһыһы беҙҙеке?
– Икеһе лә һеҙҙеке.
– Нисек икеһе лә?
Байрастың ғәжәпләнеүҙән түңәрәкләнгән күҙҙәрен күреп, Ғәлимә апай ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ниңә аптырайһың? Бындай хәлдәр йыш була.
Байрас бер балаларға, бер Сөмбөлгә ҡараны.
– Икәү булғандармы? Йә, Хоҙайым, Сөмбөл, нисек түҙҙең? – тип карауат янына килеп теҙләнде. – Әсәһе, нисек түҙҙең, яраларың ауырталыр.
– Ниңә, атаһы, кемдәр тип һорамайһың?
– Кемдәр булһа ла ярай, иң мөһиме – үҙең иҫән ҡалғанһың. Икәү тиһең, ә, башҡа һыймай!
Ул, тороп, яңынан балалары янына килде, уларға оҙаҡлап ҡарап торҙо.
– Ысынлап та, кемдәр һуң былар?
– Малайҙар, атаһы, икеһе лә малайҙар.
– Береһе ҡыҙ булһа ла яҡшы булған булыр ине. Ҡыҙҙар аталарын күберәк яраталар бит. Ярай инде, рәхим итегеҙ беҙҙең донъяға, балалар, – тип йылмайып, Сөмбөл янына килде.
– Әсәһе, күпме рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр төҫлө. Хоҙай һине миңә үҙе бүләк итте, мин һинең яныңда бик бәхетле. Һинән башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, һин минең иң ҡәҙерле кешем. Әсәһе, мин ҡайтып, Айһылыу ҙы, атайымдарҙы, ағайымдарҙы һөйөндөрәйем әле. Бөгөн бит донъяға Арыҫланов нәҫеленең дауамсылары тыуҙы. Ниндәй шатлыҡлы көн! Сөмбөл, һин минең батырым, мөхәббәтем минең, ҡара ҡарлуғасым минең!
Байрастың шатлығы эсенә һыйманы, Сөмбөлдөң уға ниндәй ҙур бүләк яһағанын бөтә барлығы менән аңланы, һөйөнөсөнән күҙҙәре ялтыраны.
Сөмбөл иренә ҡарап һоҡланды. Байрастың егеттәрсә төҙ баҫып, матур башҡайын ғорур тотоп йөрөүе, һәр һүҙен өҙҙөрөп һөйләшеүе, зәңгәр күҙҙәре, наҙлы йылмайыуы, теҙелеп торған ап-аҡ тештәре, эйәк осондағы бәләкәй генә соҡоро – барыһы, барыһы ла Сөмбөл өсөн ҡәҙерле, яҡын ине.
Йәштән етәксе урындарҙа эшләгәнгәме, ҡайһы берәүҙәргә ул ҡырыҫ кеүек тойола, сөнки үҙенең бер ҡарашы менән теләһә кемде бик тиҙ урынына ул тырта. Әйткән һүҙендә тора белгәне, кешене рәнйетмәгәне өсөн, директорҙары лайыҡлы ялға киткәндә үҙ урынына Байрасты тәҡдим итте. Хеҙмәттәштәре ҡаршы килмәне, бер тауыштан уны етәксе итеп һайланылар. Байрас:
– Әсәһе, директор ҡатыны булғың киләме? – тигәс:
– Юҡ, Байрас ҡатыны ғына булғым килә, – тип көлдө.

Башҡаларға ҡырыҫ кеүек күренһә лә, Байрас – нескә күңелле, ғаилә йәнле кеше. Сөмбөл өсөн ул – диңгеҙ уртаһындағы маяҡ.
Бала табып, бер аҙна үткәс, Сөмбөл янына уның урынына ҡалған бүлек мөдире килде.
– Бер йәш ҡатын балаһынан баш тарта, хатта имеҙергә теләмәй. Ни эшләйбеҙ? Ташлап сығып ҡасмағайны...
– Ире бармы?
– Юҡ, ирһеҙ тапҡан.
– Әсәһен саҡыртып һөйләшегеҙ.
– Әсәй алырға ҡушмай, ти.
– Ярай, иртәгә үҙем инеп һөйләшеп ҡарармын. Ни эшләйһең, донъяла кәкүктәр бөтмәгән шул.
Икенсе көндө Сөмбөл ҡыҙ ятҡан палатаға инде. Шәфҡәт туташы ымлап ҡына ҡыҙ ятҡан урынға күрһәтте.
– Һаумы, үҫкәнем, һинең менән һөйләшкем килә.
– Бәйләнмәгеҙ миңә, минең бер кем менән һөйләшкем килмәй.
– Әгәр башҡалар алдында һөйләшһең килмәһә, әйҙә минең менән.
Ҡыҙ теләр-теләмәҫ тороп баҫты. Оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, муйыл ҡара күҙле был ҡыҙ бик сибәр ине. Ул Сөмбөл артынан эйәрҙе, улар икенсе палатаға инделәр.
– Ултыр, әйҙә, һөйләшәйек әле. Һеңлем, ниңә һин балаңды имеҙергә теләмәйһең?
– Һеҙҙең минең баламда ни эшегеҙ бар?
– Үҫкәнем, мин ошо больницала ун йыл эшләйем, шул ваҡыт эсендә әле бер кемдең дә бала ҡалдырып сыҡҡанын күргәнем булманы. Һин минең оло улым менән бер йәштә генә бит, кем һине ололар менән былай тупаҫ һөйләшергә өйрәтте? Үҙең, ҡотҡарығыҙ, тип килгәнһең, ә хәҙер, ҡотолғас, яҡшылап һөйләшкең дә килмәйме?
– Мин баланы алмайым. Мин әле йәш, ҡайҙа ҡуяйым ул баланы? Әсәй, бала күтәреп ҡайтма, тине.
– Ә атаһы?
– Уның үҙенең ғаиләһе бар, ул барыбер миңә өйләнмәйәсәк. Уға кәрәкмәгәс, миңә лә кәрәкмәй.
– Ниңә улайһа ике айлыҡ сағында ҡотолманың?
– Аборттан һуң башҡа бала булмаҫҡа мөмкин, тинеләр. Һуңыраҡ кейәүгә сыҡҡас, бәлки, бала кәрәк булыр, әлегә кәрәкмәй.
– Балаңдың атаһын яратаһыңмы?
– Яратам кеүек инде.
– Яратҡан кешенән тапҡан баланы ла яраталар бит. Баланың атаһы һиңә нисек ҡарар? Мөхәббәтегеҙ ни эшләр? Бала кем ҡулдарына эләгер? Һин был хаҡта уйлайһыңмы?
– Китапта ғына ул мөхәббәт. Яратһа, ҡатынынан айырылыр ине, ул, ҡатыным, балаларым, ти. Йәшәһен шунда үҙенең ҡарт шайтаны менән.
– Ниңә һуң ғаиләле кеше менән сыуалдың? Ғаиләһе, балалары бар икәнен белмәнеңме?
– Белдем, уның аҡсаһы күп, машинаһы шәп. Туйҙырҙы был хәйерселек. Бала тапһам, өйләнер, тип уйланым, ә ул миңә, аборт яһат, тип аҡса бирҙе лә ғаиләһе менән ялға китеп барҙы. Аҡсаһын туҙҙырҙым, балаһын ҡалдырҙым.
– Тыңла әле мине, һеңлем, бала ул бесәй балаһы түгел, һин тапҡан баланы кем ҡарарға тейеш тип уйлайһың? Кем имеҙергә тейеш? Ул бит ас, бына һин үҙең ҡасан теләйһең, шунда ашайһың, уның ни ғәйебе бар? Бөтә кеше Яңы йылға өйҙәренә ҡайтып китәсәк, ә ул яңғыҙы бында ҡалырмы? Уның теле булмаһала, ул үҙенең йөрәге менән һинең ошо ҡыланмышыңды һиҙә, рәнйер, тип тә
уйламайһыңмы, бала ҡарғышынан да ҡурҡмайһыңмы? Киләсәктә оло мөхәббәт килер, юлыңда яҡшы кеше осратырһың, ул һине лә, балаңды ла яратыр, ҡалдырма балаңды. Һин үҙең дә әсәйеңдең күкрәк һөтөн имеп үҫкән кеше, үкенерһең бер ваҡыт, һуң булыр. Яратҡан кешең быны белһә, үҙеңде ташлап китер. Ваҡыт уҙыр, олоғайырһың, аҡыл йыйырһың, бына шул саҡ балаңды эҙләй башларһың.
Минеке түгелме икән, тип урамдағы һәр баланың күҙенә ҡарарһың, таба алмаҫһың, сәсеңде йолҡоп иларһың. Кейәүгә сығып, башҡа балаларың булһа ла, беренсе балаң йәнеңә тынғылыҡ бирмәҫ, төштәреңә инеп йөҙәтер. Балаҡайым, аҡылыңа кил, үкенерһең.
– Апай, йәнемде талҡыма, балаһыҙ ҡатындар бөтмәгән, берәйһе алыр ҙа үҫтерер, бик йәлләһәң, үҙеңә ал. Мин ун ете йәшемдән бала ҡарап өйҙә ултырырға йыйынмайым. Кемгә кәрәк – шул алһын.
– Эҙләрһең, нисек кенә эҙләрһең, бына шунда илап минең яныма килерһең, баламды бер генә күрәйемсе, тиерһең, һуң булыр. Эйе, алыусылар булыр, алырҙар ҙа үҙ ҡыҙҙарылай ҡәҙерләп үҫтерерҙәр. Бәлки, ул киләсәктә ҙур кеше булыр, ата-әсәһе уның менән ғорурланыр. Йәшлектәге хаталарың йөҙө менән ғазап булып ҡайтыр, мин ул саҡта бер ни менән ярҙам итә алмам. Яҡшылап уйла, һин хәҙер бала түгел, һин хәҙер әсә кеше, оялма ла, ҡурҡма ла, булаһы булған. Балаңды ташлау тормошоңдағы иң ҙур хатаң булыр, уйла, әле һуң түгел.
– Уйланым инде, күп уйлаһаң, тиҙ ҡартаяһың. Мин был хаҡта башҡа һөйләшергә теләмәйем, – тине лә ҡыҙ ишекте шапылдатып ябып сығып китте.
– Эх, йүләр йәшлек, бик һөйләшкең килер, һуң булыр...
Ғәлимә апаһы был һөйләшеүгә ҡатнашманы, Сөмбөл хаҡлы, һуңынан күптәр үҙ балаларын эҙләйҙәр, үкенәләр, илайҙар. Хоҙай ундайҙарға язаһын ҡаты бирә, уларҙа әсәлек хисен уятып, йән тыныслыҡтарын ала, бына шул ваҡытта кәкүк әсәләр өсөн «ҡиәмәт көнө» башлана.
– Ғәлимә апай, шәфҡәт туташына әйтегеҙ, ул баланы бында алып килһен, ҡарайым әле.
– Нимә уйланың, Сөмбөл?
– Мин ул баланы Булаттарға алам.
– Уларға кәрәкмәһә?
– Үҙемә булыр, ике янына берәү һыйыр әле.
Бәләкәй генә төргәкте алып килделәр. Баланы ҡулына алыу менән Сөмбөл күҙ йәшен тыя алманы.
– Эй, сабыйым, кил әле үҙемә.
Ул, баланы таратып, бар ерен ҡарап сыҡты, һау-сәләмәт бала. Еүеш сепрәктәрен алыштырҙы, өйҙән алып килгән иң матур йылы сепрәктәргә төрҙө, күкрәгенә яҡын килтерҙе, бала, шуны ғына көткәндәй, бик тәмләп, тағы ҡасан эләгә, тип ашыға-ашыға имергә тотондо.
– Ҡалһын бында, алып китмәгеҙ, – тине баланы алырға ингән шәфҡәт туташына.
Баланың әсәһе менән дә, өләсәһе менән дә һөйләшеү ыңғай һөҙөмтә бирмәне, кемгә кәрәк, шул алһын, тинеләр.
Сөмбөл Байрасын көс-хәл менән көтөп алды, ир башынан һикерергә ярамай, уртаҡ һалып һөйләшергә өйрәнгән Сөмбөл.
– Атаһы, ошо баланы Булат менән Фәриҙәгә алайыҡ. Улар риза булмаһа, үҙебеҙгә алырбыҙ. Бигерәк йәл, әсәһе ташлап китте, – тигәс, Байрас баланы ҡабат-ҡабат килеп ҡараны, шул сабыйҙы нисек йәлләмәйенсә ташлап киттеләр икән, тип аптыраны.
Һәр балаһы өсөн йәнен бирергә әҙер торған Байрас:
– Ярай, әсәһе, алып ҡайтайыҡ, аҙаҡтан күҙ күрер. Миңә лә ағайҙар алдында ситен, кешене үртәгән кеүек, беҙҙә икәү, уларҙа берәү ҙә юҡ. Азамат киткәс, ағай бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелде, бәлки, уға ла йән инер.
Яңы йыл алдынан Байрас Сөмбөлдө бер ҡосаҡ бала менән больницанан алып сыҡты. Айһылыу, был тиклем баланы күреп:
– Әсәкәйем, был кем балалары, кеше бер бала алып ҡайта, ә һин өстө алып ҡайтҡанһың, – тип шаҡ ҡатты.
Бына башланды тамаша: береһе илаһа, икенсеһе ҡушылды, уныһына – өсөнсөһө. Азаматтың бүлмәһе дарыу, сепрәктәр менән тулды. Бер көн эсендә өс балаға апай булған Айһылыу:
– Мин береһен генә ҡарайым, – тип бер баланы үҙ бүлмәһенә алып сығып киткән ине, илағас, кире индерҙе.
Быға тиклем атаһы менән әсәһенең бер бөртөк иркә ҡыҙы булып йәшәгән Айһылыу, бөтә иғтибар балаларға күскәс, үҙен кәрәкһеҙ кеүек хис итте. Ҡыҙының  үпкәләгәнен иң беренсе атаһы һиҙеп алды.
– Ҡара әле, әсәһе, беҙҙең Айһылыу нисек ҙур үҫеп китте, һиңә ярҙамсы, энеләренә апай булды.
Сөмбөл, эштең ниҙә икәнен аңлап:
– Кил әле, ҡыҙым, һин беҙҙең иң матур, иң ҙур, иң аҡыллы ҡыҙыбыҙ бит. Бына энеләрең бер аҙ үҫһендәр, улар һине беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ яратасаҡ, «апай, апай» тип яныңдан китмәйәсәк, ҡыҙым, – тип Айһылыуҙы ҡосаҡланы.
Ата-әсәһе һүҙҙәренән Айһылыуҙың кәйефе күтәрелеп китте.
Кисен, хәл белергә тип, Булат менән Фәриҙә инде. Башта йыйылышып сәй эстеләр, Байрас, нисек һүҙ башларға белмәй, ҡатынына ҡарап алды. Сөмбөл бер аҙ уйланып торғас, ҡунаҡтарҙы, балалар ҡарарға тип, өҫкө бүлмәгә саҡырҙы.
Улар ингәндә, карауатта ике бәләкәй генә малай йоҡлап ята ине.
– Бәй, өсөнсөһө ҡайҙа?
Бәләкәй ҡыҙҙы Айһылыу үҙ бүлмәһен алып сыҡҡан булған икән.
– Ҡыҙым, ул ҡурсаҡ түгел, улай уйнама. Әйҙә, ҡыҙым, был бәпесте Фәриҙә апайыңа бирәйек, уларға ла кәрәк бит, – тигәс, Айһылыу йылмайып:
– Әйҙә, быныһы күберәк тә илай, – тип бәләкәй ҡыҙҙы әсәһенә бирҙе.
Сөмбөл баланы күтәреп Фәриҙә ҡаршыһына килеп баҫҡас, аптырап ҡалдылар: ике малай тигәндәр ине бит.
– Алығыҙ ошо баланы, уның бер кеме лә юҡ. Бала ла, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ. Үҫтерегеҙ, исем бирегеҙ, өйөгөҙгә йәм инер.
Булат менән Фәриҙә, көтөлмәгән хәлдән аптырап, бер-береһенә ҡарашып алдылар.
– Алығыҙ, ағай, йәтим бала ул, әсәһе ташлап киткән. Һеҙ алмаһағыҙ, үҙебеҙ алабыҙ.
Сөмбөл әкрен генә баланы Фәриҙәнең ҡулына һалды.
– Ал, ҡыҙың булһын, ҡурҡма, үҙем булышырмын, икәү ҡарарбыҙ.
Ал биләүгә күҙ йәштәре тамды, Фәриҙә ҡулындағы биләүҙе күкрәгенә ҡыҫты, үҙе ялбарып Булатҡа ҡараны.
– Алайыҡ, – тине, күҙ йәштәренә быуылып, – миңә бала кәрәк, – тип бышылданы, – минең дә әсәй булғым килә, алайыҡ, Булат, – тип ялбарҙы.
Һәр ваҡыт ғорур, үлһә лә күҙ йәшен күрһәтмәй торған Фәриҙәне бындай хәлдә әле берәүҙең дә күргәне юҡ ине. Ҡатынын йәлләп, Булаттың йөрәге әрене, үҙенең дә күңеле тулды, тамағына ултырған төйөндө ауырлыҡ менән йотоп:
– Алайыҡ, – тине.
Фәриҙә күҙ йәштәре аша йылмайҙы.
– Һин дә атай булырһың.
Улар һораулы ҡараш менән Сөмбөлгә текәлде, икеһе бер тауыштан:
– Беҙгә хәҙер ни эшләргә кәрәк? – тине.
Сөмбөл менән Байрас, өҫтәренән ҙур йөк төшкәндәй, еңел һулап ҡуйҙы.
– Һеҙгә бик күп ҡағыҙ йыйырға тура киләсәк. Фәриҙә бала менән өйҙә ултырыр, әлегә мин имеҙермен, үҫә төшкәс, үҙегеҙ ашата башларһығыҙ. Азаматтың бүлмәһе буш, шунда йәшәп тора алаһығыҙ, барыбер имеҙергә беҙгә киләсәкһең бит. Бәхетле ата-әсә булығыҙ, аҡыллы ҡыҙ итеп үҫтерегеҙ, һеҙҙең өйөгөҙ бала тауышынан гөрләп торһон, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
Бына шулай уйламағанда көтмәгәндә Булаттар өйөнә лә йән инде, улар бер аҙна буйы кәрәкле ҡағыҙҙар артынан сапты. Кисен, барлыҡ арыу-талыуҙарын онотоп, бала тирәһендә бөтөрөлдөләр. Фәриҙә көнгә бер нисә тапҡыр ҡыҙын Сөмбөлдәргә имеҙергә алып инде. Бала имгән әсәһен һағынып инә, бәләкәй ҡулдары менән сәбәкәләй-сәбәкәләй имә. Баланың шул тиклем яратып, тәмләп күкрәк һөтөн имеүен күреп, Фәриҙәнең күкрәктәре һыҙлап ҡуя ине. Эх, шул
бала имеҙеү тойғоларын бер татыһаң ине! Бер ваҡыт өйҙә, кеше күрмәгәндә, ҡыҙына күкрәген ҡаптырып ҡарарға булды. Ләкин сабый һурып ҡына ҡараны ла, һөт булмағас, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Фәриҙә, баланы алдауына оялып, Сөмбөлдәргә йүгерҙе...
Кистәрен барыһы бергә Байрастарҙа йыйылалар. Өс баланы уртаға ултыртып, уларға ҡарап ултыралар. Ике тамсы һыу кеүек оҡшаш Азат менән Саматты әсәләре генә айыра. Бәләкәс Гүзәл малайҙарға ҡарағанда теремек булып сыҡты, әле береһен, әле икенсеһен тартып йыға, Сөмбөл янына килеп, имсәк һорай. Малайҙар ҡайҙа нимә йәшерелгәнен яҡшы белә, улар ҙа ҡыҙҙан ҡалышмай.
Балаларға йәш тулды, тормош шулай әкрен генә үҙ эҙенән барыуын дауам итте.
Ял көнө иртән, йүгереүҙән тыны бөтөп, Булат килеп инде.
– Сөмбөл, әйҙә әле тиҙерәк, Фәриҙәгә әллә нимә булды, кисәнән бирле күңеле болғана, тора ла, ашай ҙа алмай, – тип, Сөмбөлдө ашыҡтыра-ашыҡтыра, үҙҙәренә алып инде.
Сөмбөл Фәриҙәне ентекләп ҡараны, ҡурҡыныс бер нәмә тапманы, күңеленә килгән шиген һиҙҙермәне, күңел болғаныуҙы баҫа торған дарыу бирҙе.
– Әйҙә инде, Фәриҙә тағы сирләне бит, – тип бер-ике көндән Булат ҡабат инеп етте.
Сөмбөл Фәриҙәне ҡарағас, йылмайып ҡуйҙы:
– Сөмбөл, ниңә көләһең? Үләм бит, – тип ыңғырашты Фәриҙә.
– Үлмәйһең, әле йәшәй генә башлайһың. Йәтимде бәхетле итһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ, тип әйттем бит мин һеҙгә. Ҡурҡма, теге ваҡытта шикләнгән инем, хәҙер шигем ҡалманы. Һин балаға уҙғанһың, Алла теләһә, йәйгә тағы атай-әсәй булырһығыҙ.
Булат лып итеп урындыҡҡа ултырҙы.
– Сөмбөл, ни һөйләйһең? Яңылышмайһыңмы?
– Булат, был һеҙгә, йәтимде һыйындырғанығыҙ өсөн, Хоҙайҙың рәхмәте. Һуңлап булһа ла әсәй булыу, бала имеҙеү теләге организмға көс биргән. Ҡотлайым һеҙҙе, мин һеҙҙең өсөн бик шат. Йәйгә эшкә сығам, үҙем бәпесләтермен.
Иҫән кешегә ғүмер бик тиҙ уҙа, йәйҙә Булаттың улы тыуҙы. Сөмбөл Булаттың ҡулына баланы һалғанда:
– Мин хәҙер һинең өсөн тыныс, үткәндәрҙе онот, киләсәк менән йәшә, Булат, – тине.

ЭПИЛОГ
Шәфҡәт ағайҙың ҡапҡа төбөнә бер-бер артлы машиналар ҡайтып теҙелде, ишек алды бала-саға менән тулды. Ҡатын-ҡыҙ ҡасандыр Сөмбөл үҫтергән баҡсаға матур итеп табын әҙерләне, Байрас менән Булат яңы урындыҡтар урынлаштырҙы.
Бөгөн Шәфҡәт ағайға етмеш йәш, балалары уның тыуған көнөнә йыйылды, ләкин, ни эшләптер, төпсөк улы Әлфис кенә күренмәй, аптырағас, ҡапҡа төбөнә сығып ултырҙы, уға ейәндәре эйәрҙе.
– Балалар, йүгермәгеҙ, йығылырһығыҙ.
Тиктормаҫ малайҙар, уның һүҙен ҡолаҡтарына ла элмәйенсә, арлы-бирле йүгереште, Гүзәл дә уларҙан ҡалышырға теләмәне. Был малайҙарҙы нисек айыралар икән – икеһе лә бер тамсы һыу кеүек аталарына оҡшағандар, ә был бөҙрә сәсле ҡурсаҡ – нәҡ Фәриҙә инде, үҙенән тыуған тиерһең.
– Эй, башкиҫәрҙәр, бына кеҫәмә бер тәмле нәмә йәшерҙем, тапһағыҙ, үҙегеҙгә була.
Балаларҙы янында тотоуҙың бер хәйләһе ине был. Балалар бабайҙың кеҫәләренә тығылды.
– Эҙләгеҙ, яҡшылап эҙләгеҙ, үҙе бәләкәй генә, үҙе шундай тәмле.
Балалар менән ҡайнаша ла, үҙе юлдан күҙен алмай. Төпсөгө утыҙға етте, әле һаман өйләнергә уйламай, кемде эҙләйҙер?
Әлфис, юғары уҡыу йортон тамамлағас, сауҙа менән шөғөлләнә башланы, хәҙер үҙенең бәләкәй генә бер фирмаһы, Өфөлә фатиры, яҡшы машинаһы бар. Бар әйбере етешле, ә бына өйләнмәй йөрөй бирә. Шәфҡәт ағай, улы ҡайтҡан һайын, артынан берәйһе эйәреп кермәҫме икән, тип өмөтләнеп, ишеккә ҡарай.
– Олатай, юҡ бит, һин алдайһың, – тип Гүзәл бабаһын тартҡылай башланы.
– Бар, бар, һәйбәтләп эҙләгеҙ, кеҫәне генә тишмәгеҙ.
Урам буйлап туҙан туҙҙырып килеүсе бер машина күренде, сиҙәм сүпләп йөрөгән ҡаҙҙар тирәяҡҡа сәселде.
– Ҡайһы йүнһеҙе шулай саба, бөтә кешене туҙанға батырып, бала-саға йөрөп тора, – тип Шәфҡәт ағай уйлап та өлгөрмәне, теге хәтәр машина уларҙың ҡапҡа төбө нә килеп туҡтаны.
Ҡапҡанан балалары янына сығып килеүсе Сөмбөл:
– Абау, кем былай туҙан туҙҙырып йөрөй, – тип ҡайныһы янына килеп ултырҙы.
Ҙур матур машинанан аҡ костюм салбар кейгән бик сибәр, оҙон буйлы егет төштө.
– Көтәһегеҙме? Һаумыһығыҙ!
– Бәй, Солтанай бит. Атай, Әлфис тағы машинаһын алыштырған, ә беҙ танымай торабыҙ.
– Нимә күҙеңде тондороп сабаһың? Бөтә кешене туҙанға батырҙың бит, – тигән булды Шәфҡәт ағай, малайын шелтәләп.
– Ашыҡтым, атай, ана, ҡунаҡтар ашыҡтыра бит. Сөмбөл апай, ҡара әле, кемде алып ҡайттым.
– Һаумы, әсәй, – тигән тауышҡа Сөмбөл һиҫкәнеп китте һәм:
– Улым, Азамат, – тип урынынан тормаҡсы булды.
– Әсәйем, – тип егет әсәһе ҡаршыһына килеп теҙләнде. – Әсәйем, бәғерем.
– Улым, ҡайттыңмы, балам, күҙ нурым, – тип әсәһе уның башын күкрәгенә ҡыҫты, күҙенән йәштәре тамды.

Азамат әсәһенең күҙҙәренән үпте, үҙенең дә күҙҙәре йәшләнде. Сөмбөл улының битен ҡулдары менән тотто:
– Балам, – тип күҙҙәренә ҡараны. – Ниндәй сибәр егет булғанһың, ҡайҙа, туйғансы бер ҡарайым әле үҙеңә.
Улын күрмәгәнгә дүрт йыл булған. Азаматҡа ысын ирҙәр төҫө ингән, биттәре ҡояшта ҡарайған, ҡуйы ҡара сәсе матур итеп киҫтерелгән, зәңгәр күҙҙәре янып тора. Ул Булаттың йәшлеген ҡабатлаған, атаһының сибәрлегенә әсәһенең һөйкөмлөлөгө ҡушылған.
Сөмбөлдөң күҙ йәштәрен күреп, игеҙәктәр, тиҙ генә олаталары алдынан төшөп, икеһе ике яҡтан әсәләренең беләгенә йәбеште. Гүзәл, апаһын илатҡан ағайға уҫал итеп ҡарап:
– Теймә! – тип уның еңенән тартты.
Сөмбөл уңайһыҙланып ҡына оло улына ҡараны.
– Улым, үпкәләй күрмә, улар бәләкәй бит әле. Бына быныһы Азат, быныһы Самат энең, ә был матур ҡыҙ – Гүзәл. Балалар, таныш булығыҙ, был – оло ағайығыҙ Азамат. Мин уны бик яратам, һеҙ ҙә яратығыҙ.
– Ну, байығанһығыҙ, әсәй, – тип башын һелкене Азамат, олатаһы янына килеп. – Һаумы, олатай, мине онотманыңмы, ейәндәрең күбәйгән бит?
– Улай тимә, улым, һин иң ҡәҙерлеһе, балам, һин бит беренсе, баш ейән, һинең урыныңды берәү ҙә ала алмай. Уҙ түргә, улым.
– Атай, бында тағы бер ҡунаҡ бар әле, – тип машинаның арт ишеген асты Әлфис. Машинанан уртаса буйлы, ҡап-ҡара бик һөйкөмлө ҡыҙ сыҡты, ул ҡайһылыр яғы менән Сөмбөлдөң йәшлеген хәтерләтә.
– Атай, таныш бул, буласаҡ киленең Әлиә.
– Хуш киләһең, ҡыҙым, түргә уҙ.
Бына кемгә оҡшаған ҡыҙҙы эҙләгән улы. Күпме оҡшаған икәнен йылдар күрһәтер, Сөмбөл – Сөмбөл инде ул...
– Әйҙәгеҙ, әйҙә, йортҡа инегеҙ, башҡа килер кеше ҡалманы, – тип Шәфҡәт ағай ҡапҡаны асты.
Арыҫлановтар ғаиләһендә бөгөн байрам. Шәфҡәт ағай хәҙер инде бабай, өҫтәл тирәһендә йыйылып ултырған балаларын күҙҙән кисерҙе. Бик бәхетле ине ул бөгөн.
Шәфҡәт ағайҙар баҡсаһында йыр-моң ағылды. Ахундың алыштырғыһыҙ гармунсыһы, һүҙ оҫтаһы Сәлимйән ағай ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе.
– Сәлимйән дуҫ, әйҙә, тарт үҙебеҙҙекен, Ахун көйөн!

Урам көйө, урам көйө,
Урам көйө беҙҙеке.
Сыҡмаһын да дошман һүҙе өҫкә,
Сыҡһа сыҡһын беҙҙеке.
Эх, Ахундың урамдары,
Беҙ киткәс тыныр әле
Ахундың урамдары...

 

Автор:
Читайте нас