

– Әйҙә баҡсаға, бала бер үҙе, – тип Сөмбөл уның ҡулынан тартып баҡсаға алып инде. – Әйҙә, һөйлә, ҡайҙа юғалдың? Кил бына бында ултыр, хәҙер аш өлгөртәм. Атайҙар ҙа ҡайтып етер, улар бөгөн кәбән ҡоялар, – тип һөйләнә-һөйләнә, күбәләк кеүек осоп ҡунып ҡына йөрөнө.
– Мин бит һеҙҙең ауылда эшләйем, һеҙҙә торам, әсәйең һиңә күп итеп сәләм әйтергә ҡушты. Беҙ уның менән бесән эшләйбеҙ, төндә бесән алып ҡайтабыҙ, шуға оҙаҡ ҡайта алманым.
– Һинме, беҙҙәме? Әсәйемә булыштыңмы? Байрас, йәнем, ниндәй һәйбәт кеше һин! Һөйлә, ауылда ниҙәр бар? Әсәйем ни хәлдә? Һөйлә инде.
– Арыу ғына. Әсәйеңдең бер үҙенә генә бик ауыр. Быйыл бөтә ларын бойҙай менән тултырҙым, бесәнде лә етәрлек ташыныҡ, әле тағы алып ҡайтаһы бар.
Сөмбөл уның һәр һөйләгән һүҙен йотоп барҙы, шатлығы эсенә һыйманы. Байрас әҫәрләнеп уны күҙәтте, уның оҙаҡ ҡайтмауының төп сәбәбе – Сөмбөлдө нисек тә оноторға тырышыу ине. Ә бына хәҙер күрҙе лә уны нисек һағыныуын аңланы. Эй, бер генә ҡосаҡлап үбәһе ине, унан һуң атаһы ник диуарға терәп атмаһын шунда, бер генә тапҡыр... Сөмбөлдөң шат йөҙө, балаларса самими һөйөнөүе уның күңеленә ниндәйҙер татлы рәхәтлек бирә ине.
– Әйҙә, һал майкаңды, йыуып эләм. Бына бында ҡояшта йылынған һыу бар, йыуын. Мунса өлгөрмәне шул әле.
– Һин һалып торһаң, йыуынам, – тине Байрас, йылмайып.
– Һалып торам, Байрас, бына бында үләнгә эйел.
Ул күнәк менән йылы һыу алып килеп, Байрасты йыуындырҙы.
– Сәстәрең шундай үҫкән, был эҫелә нисек йөрөйһөң? – тип Сөмбөл уның ҡуйы сәс араһына бармаҡтарын батырып, һыу менән сайҡаны.
– Ҡыҙҙарға шулай оҡшай, – тине тегеһе, көлөп.
– Э-эй, һин пеләш килеш тә матурһыңдыр. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙарын ғына түгел, әбейҙәрен дә үҙеңә ғашиҡ итеп бөтөргәнһеңдер. Мин уларҙы йәлләйем, һин берәү, ә улар күп. – Сөмбөл матур итеп сылтыратып көлдө. Байрастың елкәһенә ҙур таҫтамал килтереп япты. – Һин бит әле Азаматты күрмәнең. Әйҙә, күрһәтәм, ул атайға оҡшай бара, һеҙҙең яҡҡа тартҡан.
Улар алмағасҡа эленгән бишек янына килеп баҫты. Уйынсыҡтары менән уйнап ятҡан бала, әсәһен күреп, йылмайып ебәрҙе, биттәре матур итеп соҡорайҙы. Ул күҙгә күренеп үҫкән, тыпырсынып көлә, ығы-ығы килеп үҙ янына саҡыра.
– Ҡара әле, улым, кем ҡайтҡан? Байрас ағайың ҡайтты бит. Һин, улым, тыныс ҡына ятып тор. Мин ағайыңды ашатайым да унан һине ашатырмын, йәме.
Сөмбөл өҫтәлгә яңы бешеп сыҡҡан туҡмаслы аш, һөт өҫтө килтереп ҡуйҙы.
– Аша, һин бит эш кешеһе, – тип Байрас ҡаршыһына килеп ултырҙы.
– Сөмбөл, һеҙҙең хәлдәр нисек һуң, ағай менән борсаҡ бешәме?
– Юҡ, Байрас, беҙ уның менән сит кешеләр. Мин һиңә бер ваҡиға һөйләйем, атайҙарға әйтмә, – тип өсөнсө көн булған хәлде еткерҙе. – Һинең ҡатының, тигән гә асыуланма инде, телемә беренсе ни килде – шуны әйттем. Мин Булатҡа ҡаршы килә алмайым, өйләнһен, ул ҡыҙ минең ише йүләр түгелдер, аҡыллылыр. Бала тип, бөтөнөбөҙ бәхетһеҙ була алмайбыҙ бит инде. – Сөмбөл үҙенең уйҙары менән ҡайҙалыр йыраҡҡа китте. Унан һүҙен дауам итте: – Өйләнһен, бәхетле булһын. Ул яҡшы кеше, мине яратмаған өсөн генә насар тип әйтә алмайым. Нишләйһең бит, бөтә кеше лә үҙ тиңен таба алмай, ысын мөхәббәт ул меңгә бер генә була, тиҙәр. Мин, күрәһең, шул меңдәр араһына инмәйемдер.
Байрас Сөмбөлдән күҙҙәрен ала алманы. Хистәремде әйтергәме, тип уйлаған ине, иртәрәктер, тип уйҙарынан кире ҡайтты.
– Байрас, бәлки, һин беҙҙе алып ҡайтып китерһең, әсәйгә үҙем аңлатырмын. Аңлар әле, кешелә була торған хәл. Көҙ етә бит, Булат та үҙенә урын тапмай. Беҙ бында кәртә генә булып торабыҙ.
– Сөмбөл, мин һеҙҙе хәҙер алып китә алмайым. Йөк машинаһында бала ҡурҡыр. Һуңыраҡ, эш бөткәс, еңел машина менән илтеп ҡуйырмын, әҙерәк түҙ инде, – тип уға моңһоу бер ҡараш менән текәлде лә, ауыр һулап: – Эх, Сөмбөл, һин киткәс, был баҡсала бик күңелһеҙ булыр бит, – тине.
– Ҡурҡма, башҡалар уны тағы ла нығыраҡ йәмләр. Ишеттеңме был йырҙы:
Сәскәләрҙең ниңә кәрәге бар,
Өҙөп бирер кешең булмаһа...
– Ә һин уларҙы миңә бир, Сөмбөл.
– Миңә улай итеп ҡарама. Байрас, һин һуңға ҡалдың, ә мин ашыҡтым, минең сәскәләр һулыны. Һулыған сәскәләр кемгә кәрәк?
Ул арала:
– Апай, беҙ ҡайттыҡ, – тип Әлфистең ҡысҡырған тауышы ишетелде. Йүгереп килеп, ағаһын ҡосаҡлап алды.
– Машинаңды ал, атты индерергә кәрәк. Былай оҙаҡлап ҡайҙа йөрөнөң? Ағай, Азаматты күрҙеңме әле, матур бит, үҫкәнме? – тип, ағаһына ауыҙ асырға ла ирек бирмәйенсә, бер бер артлы һорауҙар яуҙырҙы.
Эшселәр ҡайтты, тимәк, баҡса тағы гөрләйәсәк. Сөмбөл, ашығып, самауырын яңыртты, йәшелсәләр тураны, бешергән икмәген өҫтәлгә ҡуйҙы. Барыһы ла, шау-гөр килеп, баҡсаға кереп тулды, Сөмбөлдөң өйҙә икәнен күргәс, йәндәренә йылы инде.
– Әйҙәгеҙ, ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ, аш һыуына, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
– Нисек торҙоғоҙ, ҡыҙым? Һиңә лә бында эш күп булды инде. Ҡайҙа әле минең тәтәйем? – тип Шәфҡәт ағай бишеккә килде.
Әгәр бөгөн улар ҡайтыуға был бишек буш булһа, баҡсала Сөмбөл йылмайып тормаһа, уның йөрәге түҙә алған булыр инеме икән? Ул, шатланып, баланы ҡулына алды, Гөлфиә апай ҙа ейәне янына килде, серле итеп иренә ҡарап ҡуйҙы.
Был ҡараш «Хоҙайҙың рәхмәте, китмәгәндәр бит» тигәнде аңлата ине. Сөмбөлдөң беренсе тапҡыр бешергән икмәген тәмләп, маҡтай-маҡтай ашанылар.
– Аллаға шөкөр, бесәнде бөтөрҙөк, хәҙер әсәйең өйҙә булыр, ә һеҙҙе Әлфис менән Зәйнулла шишмәһе янындағы сейәлеккә алып барырмын, – тип Шәфҡәт ағай Сөмбөлгә ҡараны.
– Атай, Байрас, һеҙҙең ауылда эшләйем, ти, мин дә берәй аҙнаға ауылға ҡайтып киләйем әле, – тине Сөмбөл ялбарыулы тауыш менән.
Өҫтәл артында тынлыҡ урынлашты. Аталары серле итеп Булат менән Байрасҡа ҡарап алды.
– Туҡта, ҡыҙым, һин башта ҡалаға барып, өҫ башыңды ҡарап ҡайт, һин бит хәҙер әсә кеше. Әсәйең аҡса бирер, ни теләһәң, шуны ал, унан матур кейенеп кенә ауылыңа ҡайтырһың. Ана, Әлфискә лә мәктәпкә әйберҙәр алаһы бар, икәү йөрөп ҡайтығыҙ. Азаматтың кейемдәре лә бәләкәйләнгән. Булат, һиңә машинаға право алыу тураһында уйларға кәрәк, берәй ҡайҙа барырға булһа, гел Байрасты көтәбеҙ. Машина тора, ә йөрөтөргә кеше юҡ. Ә һин, улым, ҡайҙа, ни эштәр бөтөрөп йөрөнөң? – тип Байрасҡа боролдо.
Байрас үҙенең Сөмбөлдәр ауылында эшләүен, ҡоҙағыйҙарҙа тороуын, уға бесән менән ярҙам итеүен ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирҙе. Атаһы:
– Шулай кәрәк, маладис, улым. Әллә бер ике көнгә беҙ ҙә барып ҡайтабыҙмы, ҡәйнәңә ярҙам итергә кәрәк, – тип Булатҡа ҡараны.
– Барайыҡ һуң, минең өс көн ялым ҡалды әле. Байрас, һин ҡасан китәһең?
– Белмәйем, бөгөн китһәм дә, иртәгә өстә китһәм дә ярай.
Мин былай больницаға тип киткән инем. Бына, ҡул шешә, тимерсыбыҡ кергәйне, – тип ҡулын күрһәтте. – Әсәй, берәй нәмә яп әле, һыҙлай, йүнләп йоҡлаған да юҡ.
– Эй, балам, ҙурға киткән бит был, ниңә больницаға барманың?
– Унда барһам, бында ҡайта алмай инем, сәбәпһеҙ ебәрмәйҙәр, ямғырҙар башланғансы тип ҡыуалар.
– Бындай яраларҙы ҡарарға Сөмбөл оҫта, барыбыҙҙы ҙа ул ҡараштырып, бәйләп тора, – тип һүҙгә ҡушылды аталары. – Сөмбөл, кил әле, ҡыҙым, йөрәгең етһә, ҡара әле.
Сөмбөл Байрастың майкаһын йыуып элде лә, ҡулын һөртә-һөртә, улар янына килде.
– Абау, ҡулһыҙ ҡалаһың бит, ниңә былай йөрөйһөң, ниңә әсәйемә күрһәтмәнең?
– Бөгөн генә шулай ныҡ шеште, кисә былай уҡ түгел ине.
Сөмбөл Байрастың ҡулын әйләндереп ҡараны ла:
– Әсәй, араҡы бир әле, – тине.
Өйгә инеп, үҙенең дарыуҙар тартмаһын күтәреп сыҡты. Ярты стакандан артығыраҡ араҡы һалып, Байрасҡа һуҙҙы.
– Мә, эс тә башыңды тегеләйгә бор.
Сөмбөл өҫтәлгә таҙа бәҙ йәйҙе, Байрастың ҡулын араҡы менән йыуҙы. Шеше беләккә тиклем еткән – бармаҡҡа кергән тутыҡ тимерсыбыҡ үҙ эшен эшләгән.
– Ҡурҡма, һин мине ҡотҡарҙың, хәҙер мин һине ҡотҡарырмын, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
Байрастың әллә араҡынан, әллә Сөмбөлдөң шулай бик яҡын тороуынан башы әйләнде. Өҫтәл янында ултырыусылар, тын алырға ла ҡурҡып, Байрастың ҡулына текәлде. Шәфҡәт ағай Байрастың Сөмбөлгә төбәлгән күҙ ҡарашын күҙәтте.
Эйе, ата кешенең тәжрибәһе етерлек, улының хистәрен тын алышынан уҡ аңланы.
Сөмбөл уның ҡулына килеп ҡағылыуға, Байрас, күҙҙәрен йомоп, башын аҫҡа эйҙе. Юҡ, был ауыртыуҙан да, ҡурҡыуҙан да түгел. Ул, ата әсәһе, ағаһы уның хистәрен аңлар тип, ҡурҡты. Сәләмәт ҡулы менән үҙе ултырған ултырғысҡа нығытып тотондо. Былар береһе лә атаһы ҡарашынан ситтә ҡалманы.
Сөмбөл, Байрас күрмәһен тип, ҡабырғаһы менән баҫты ла тулышҡан шеште энә менән соҡоп асып ебәрҙе, йыйылған эрен, шуны ғына көткәндәй, ағып кит те. Байрас, күҙҙәрен йомған килеш, әкрен генә башын Сөмбөлгә терәне, шундай рәхәт ине уға был мәлдә.
– Ауыртамы? Ауырталыр шул, әсәйгә күрһәткән булһаң, былай уҡ аҙмаған булыр ине. Ул бындай яраларҙы бик оҫта дауалай, – тип һөйләнә-һөйләнә, Сөмбөл ҡаны сыҡҡансы шеште ҡыҫты. – Бына хәҙер еңеләйеп китерһең, һыҙлауы ла баҫылыр.
– Килен, бына был дарыуҙы яп, ул шеште ныҡ һура.
– Юҡ, әсәй, ни һөйләйһең, шундай сибәр егет нисек инде һаҫыҡ дарыу һөртөп йөрөһөн, ул бит ҡыҙҙар янында эшләй. Бына был алоэ гөлөн ярып ябабыҙ ҙа яҡшылап бәйләйбеҙ.
– Байрас, булды, уян, – тип көлөп, биттәрен услап тотоп, башын күтәрҙе. –Булды, тим, бар, ят, йоҡла, әллә ысынлап иҫереп киттең инде?
Эйе, ул иҫерҙе. Уның яҡынлығы, уның йомшаҡ ҡулдары, уның наҙлы тауышы Байрасты тамам иҫертте.
– Эй, улым, – тине атаһы һуҙып, мин барыһын да аңланым тигәндәй, Байрастың күҙҙәренә ҡараны. Байрас та атаһының күҙ ҡарашынан һиҫкәнеп ҡуйҙы. Әйтерһең, атаһы уның йыраҡҡа йәшереп һаҡлаған күңел һандығын асты. Атай менән ул мәғәнәле итеп бер береһенә ҡарашып ҡуйҙы. Ошо таҙа кәүҙәле, оҙон буйлы сибәр улы – бәләкәй генә Сөмбөлдөң ҡоло. Ә Сөмбөл ауылдың беренсе егете булған әзмәүерҙәй Байрастың кем өсөн йән атып йөрөүен башына ла индермәй.
Байрас урынынан торҙо ла, бер һүҙ өндәшмәй, бер кемгә күтәрелеп ҡарамай, өйгә инеп китте.
Иртән ирҙәр, өсәүләшеп машинаға ултырып, Сөмбөлдәр ауылына китте. Ике көн дә бөтә эште бөтөрөп ҡайтып та еттеләр.
Сөмбөлдөң әсәһе, уларҙы күргәс, шатланып туя алманы. Ҡоҙаһы киленен маҡтап бөтөрә алманы.
– Рәхмәт, ҡоҙағый, аҡыллы, уңған ҡыҙ үҫтергәнһең, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Әҙерәк эштәр еңеләйһен дә, берәй аҙнаға ҡунаҡҡа килтерербеҙ.
Ҡоҙаһы үҙе шулай тип торғас, Сания апайҙың башы күккә тейҙе.
– Рәхмәт, ҡоҙа, бик һағындым үҙҙәрен, әҙерәк тороп китһәләр, бик һәйбәт булыр ине, – тип ҡыҙын көтөп ҡалды.
Шәфҡәт ағай әйткән һүҙендә торҙо: барыһы бергә тейәлешеп Зәйнулла шишмәһенә сейәгә киттеләр. Сөмбөл КТФ һүҙен күп тапҡыр ишетһә лә, был бәләкәй генә ауылға беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуы ине. Ҙур өс тау уртаһында бәләкәй генә күл. Йәнәшәлә – егермеләп өйҙән торған ауыл. Бер яҡ тау битендә – гел йылҡы көтөүе, күлдең икенсе яғындағы тау битендә – һыйыр көтөүе, өсөнсө тауҙа – халыҡ малы: һарыҡ, быҙау көтөүе. Ауылды ҡап уртаға бүлеп, буйынан буйына әрәмәлек һуҙылған.
– Шундай бәләкәй генә ауылға ни тиклем мал! – тине Сөмбөл, иҫе китеп.
Шәфҡәт ағай атын күлгә һыу эсерергә туҡтатты.
– Бына хәҙер, килен, ҡарап тор, саң һуғасаҡтар.
Ысынлап та, тимер саң ҡағыуға, тау битендәге йылҡы көтөүе ҡара болот булып аҫҡа томоролдо, кардаларға инеп тулды.
– Күрҙеңме инде, ике сәғәт һайын бейәләр һауымға төшә ҡолондарын имеҙергә. Әҙәмдән дә аҡыллы бит улар. Көтөүсе лә кәрәкмәй, бөтә көтөүҙе бер нәҫел айғыры көтә!
Сөмбөл, хайран ҡалып, туплауҙан күҙен ала алманы.
Улар бик күңелле итеп сейә йыйҙы. Тау битендә сылтырап Зәйнулла шишмәһе ағып ята, шул һалҡын һыуға мана мана, бик тәмләп икмәк ашанылар. Ҡыҙыу көндә шишмә һыуы менән икмәктең үҙ тәме, үҙ рәхәте. Шул һыуҙы эсеп, битте генә йыуһаң да, бөтә арыуың бөтөп, йәнең сихәтләнеп китә...
– Килен, матурмы беҙҙең яҡтар? – тине Шәфҡәт ағай. Унан үҙ һорауына үҙе үк яуап бирҙе: – Матур! Ҡара, күпме игенлек, күпме мал! Аллаға шөкөр, байлыҡта, муллыҡта йәшәйбеҙ. Юҡҡа ғына «Ҡыҙыл партизан»ды миллионер колхоз тимәйҙәр. Хәҙер ҡымыҙханаға ла инербеҙ, улыма йылы бейә һөтө алырбыҙ. Беҙҙең апайҙар ҡымыҙҙы бик шәп бешә.
Ҡайтышлай күмәкләшеп ҡымыҙхана янында туҡтанылар ҙа туйғансы ҡымыҙ эстеләр. Унан, тирә яҡтың матурлығына тағы бер ҡат һоҡлана һоҡлана, ҡайтыр юлға ҡуҙғалдылар.
Сөмбөл менән Әлфис ҡалаға барып кейенеп ҡайттылар. Сөмбөл үҙенә бик матур, оҙон итәкле, сейә төҫөндәге бер костюм, өйҙә кейергә килешле генә күлдәк алды. Әлфискә лә күлдәк менән салбар, ботинка алдылар, бөҙрәханаға инеп, матур итеп сәсен киҫтерҙеләр.
Өйгә ҡайтҡас, Байрас үҙҙәрен:
– Сөмбөл, ҡоҙағый иртәгә кискә һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Унда кисә бик йыраҡтан ҡунаҡтар ҡайтты, улар янына ҡунаҡ йыя, – тип шатландырҙы.
– Байрас, әйҙә, мин һиңә аш бүлеп бирәм, – тип Сөмбөл аш йылытырға баҡсаға сығып китте. – Ниндәй ҡунаҡтар ҡайтты, һөйлә әле. Һин ашығаһыңмы? Ҡулың төҙәләме?
Байрас, ашауын онотоп, Сөмбөлдө күҙәтте. Уның шулай балаларса һөйөнөүен, һандуғас кеүек һайрауын ярата ине ул.
– Нисек төҙәлмәһен, һин ҡағылған ерҙә гөлдәр үҫә бит.
– Әллә тағы бер бармаҡ үҫтеме? – тип шаяртты Сөмбөл. – Шулай ҙа, ҡайҙа, ҡарайым әле, – тип уның ҡулына үрелде. – Ярай, ысынлап та, төҙәлеп килә, тик әҙ генә асыҡ ере бар, ялҡынһынып та тора. Иртәрәк һалғанһың бәйләүесеңде, яраңа бысраҡ ингән, тағы шешәсәк бит. Хәҙер таҙартып бәйләйем,– тип өйгә инеп китте.
Дарыулы тартмаһын күтәреп сыҡты, яраны таҙартып, яңынан таҙа бинт менән бәйләп ҡуйҙы.
– Һиңә шәфҡәт туташына уҡырға кәрәк, Сөмбөл. Һиңә был эш бик килешер ине.
– Уҡырға инермен тигән инем дә, бына бит нисек килеп сыҡты. Хәҙер инде бала менән бер ҡайҙа ла уҡый алмаясаҡмын. Барыһы ла хыялда ғына ҡалды. Уҡыу ҙа, аҡ туй күлдәге лә, аҡ атҡа атланған принц егет тә... Булатты күрҙем дә барыһын оноттом... Йә, ярай, булған – бөткән, уйлағым килмәй, уйлаһам, йәшәгем килмәй.
– Сөмбөл, юҡҡа ҡайғырма әле, бер яйы сығыр. Мин китәйем, иртәгә әсәйеңдә осрашырбыҙ.
Сөмбөл дә, осрашырбыҙ, тип йылмайып оҙатып ҡалды.
Икенсе көндө, кейенеп яһанып, күстәнәстәр алып, Сөмбөлдәр ауылына – Байрамғолға ҡунаҡҡа киттеләр. Улар килгәндә, ҡунаҡтар йыйылышҡан, өй эсе шау гөр килеп тора ине. Сания апай, уларҙың килгәнен күреп, йүгерә атлай ҡаршы алырға сыҡты.
– Эй, ҡыҙым, эй, ейәнем, – тип ҡайһыһын беренсе ҡосаҡларға белмәне.
Өйҙәге ҡунаҡтар ҙа уларҙы ҡаршы алырға сыҡты. Араларында бик сибәр, сәсенә аҡ ҡырау төшкән, шулай ҙа егеттәр кеүек төп-төҙ кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, Сөмбөлгә таныш түгел бер ир күренде. Ул, башын ҡырын һалып, яңы килгән ҡунаҡтарҙы күҙәтә ине.
Әсәһе:
– Ҡыҙым, таныш бул, был – Әнүәр ағайың, беҙ уның менән ике туған булабыҙ. Бик йыраҡтан ҡайтты, – тип әсәһе Сөмбөлдө таныштырҙы.
– Һаумы, Сөмбөл һеңлем. Ҡайҙа үҫкән бындай сибәр ҡара ҡарлуғас?
– Һаумыһығыҙ, – тине Сөмбөл оялып ҡына, – ошонда үҫтем.
– Һин беҙҙең яҡ, Урта Азия ҡыҙҙарына оҡшағанһың.
– Әйҙә, ҡыҙым, әбейеңдең ағаһы – Ибраһим бабайың да ҡайтҡан, инеп күреш, – тип әсәһе өйгә алып инеп китте.
Барыһы йыйылышып, табын артына ултырҙылар, таныштылар. Өҫтәл яны гөр килеп торҙо, бер аҙ ҡыҙып алғас, ағаһы һыҙҙырып гармун уйнап ебәрҙе.
Сөмбөл уға ҡушылып йырланы:
Һағынғанда аҡ болотҡа ҡара,
Аҡ болоттар булып мин ағам.
Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа, тимә,
Күҙ йәштәре булып мин тамам...
Эштән яңы ғына ҡайтып ингән Байрас, кем шулай матур йырлай икән тип, түр яҡҡа үрелеп ҡараны. Ҡара сәстәрен матур итеп өйөп ҡуйған, сейә төҫөндәге матур костюмын кейгән Сөмбөлдөң йырлағанын күргәс, таң ҡалды. Йәш ҡатындың тауышы йөрәккә үтеп инә, күңелдәрҙе айҡап сыға ине. Уны ҡабат-ҡабат йырлаттылар. Шәфҡәт ағай менән Гөлфиә апай Сөмбөлдөң йырлауын беренсе тапҡыр ишетә. Бына ниндәй һандуғас йәшәй икән уларҙың өйөндә!
Ә Сөмбөл йырланы ла йырланы. Байтаҡ йырлағас, ярай, етер, тип, аш өйөнә сығышлай, Байрасҡа килеп төртөлдө.
– Бәй, ни эшләп тораһың? Ин, ултыр, аша эс, ҡунаҡ бул, – тип йылмайҙы.
– Йырлауыңды тыңланым, – тине Байрас, уның күҙҙәренә ҡараны. – Иҫ киткес!
...Ҡунаҡтар таң алдында ғына таралышты. Шәфҡәт ағайҙар ҙа ҡайтырға йыйынды.
– Килен, һинән, ейәнемдән башҡа өйҙөң йәме булмаҫ, һин бик оҙаҡламаҫһың инде. Берәй аҙнанан үҙем килеп алырмын.
Сөмбөлгә бында эш күп, шулай ҙа әсәһе янында иркен һуланы. Әнүәр ағаһы менән бик тиҙ уртаҡ тел таптылар, кистәрен һыу буйына төшөп ултырғыланылар, йәш айырмалары байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, һөйләшер һүҙҙәре лә табылды.
Инде аҙна үтеп бара, Сөмбөл әле һаман үҙ хәлен бер яҡҡа ла яйлай алмай йөрөй. Аптырағас, ҡунаҡ ағаһы менән һөйләшеп ҡарарға уйланы. Китергә ике көн ҡалғас, Сөмбөл, бер үтенесем бар, тип, Әнүәр ағаһын һыу буйына саҡырҙы. Баланы алып, һыу буйына төшөп ултырҙылар.
– Әнүәр ағай, мин бик сетерекле хәлдә ҡалдым бит, һеҙҙән башҡа бер кемгә һөйләй алмайым, бәлки, аңларһығыҙ. Миңә һеҙҙең кәңәшегеҙ, ярҙамығыҙ кәрәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бөтөнләйгә ҡайттым, ләкин әлегә был хаҡта берәү ҙә: әсәйем дә, ҡайнымдар ҙа белмәй.
– Сөмбөл, үҫкәнем, бик һәйбәт йәшәйҙәр, бик яҡшы ғаиләгә тура килде, тигәйне бит әсәйең.
– Булаттың ата-әсәһе лә, туғандары ла бик яҡшы кешеләр, мин уларҙы бик хөрмәт итәм. Әнүәр ағай, мин һиңә дөрөҫөн һөйләйем. – Сөмбөл башынан уҙғандарҙы теҙеп бирҙе. – Мин китмәйенсә, Булат үҙенең яратҡан ҡыҙына өйләнә алмай, ә мин уның юлында кәртә булырға теләмәйем. Беҙҙе бала ла бәйләй алманы. Үҙ-ара һөйләшмәйбеҙ, бергә йоҡламайбыҙ. Миңә бик ауыр, мин үҙемде уның муйынына көсләп тағылған таш кеүек хис итәм, уның да минән тиҙерәк ҡотолғоһо килә шикелле. Яратмаған кеше менән бер түбә аҫтында ғына түгел, бер ҡалала йәшәү ҙә ҡыйын, тиҙәр. Бына шундай хәлдәр, ағай... Әгәр мөмкин булһа, улым менән мине бынан алып кит. Айырылып ҡайтһам, мине әсәйем аңлмаясаҡ...
– Бына нисек икән. Һин балаңдың атаһынан башҡа йәшәй алырһыңмы һуң? Үҙ-үҙеңдән ҡасып булмай бит, әллә ҡайҙарға китһәң дә, хистәрҙе ҡалдырып булмай, – тип Әнүәр ағай Сөмбөлдө ҡосаҡлап алды.
– Ағай, нишләргә һуң миңә, ғүмер буйы шулай йәшәргәме?
– Юҡ, улай тимәйем. Мин риза, теләһәң, беҙҙең менән китә алаһың, ләкин ҡасып түгел, барыһы менән аңлашып, хушлашып китергә кәрәк.
– «Бала бәләкәй» тигән һылтау менән ҡайным ебәрмәҫ тип ҡурҡам. Ағай, ҡатының ҡаршы килмәҫме, беҙҙе ҡабул итерме?
– Беҙ еңгәң менән икәү генә йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ булманы. Икебеҙ ҙә хирург булып эшләйбеҙ. Һеҙҙе генә ҡарарға мөмкинлегебеҙ бар. Улайһа, йыйын, әсәйеңә үҙең аңлат. Кәрәк урында үҙем булышырмын. Ҡайғырма, Сөмбөл үҫкәнем, һине бына тигән кешегә кейәүгә бирермен. Әйҙә, үкенһендәр һине һөймәгәндәр, – тип йылмайҙы ағаһы. – Документтарыңды әҙерлә. Беҙ йылы яҡта йәшәйбеҙ, күп әйбер алырға түгел. Беҙгә килгәс, кәрәк әйберҙәреңде алырбыҙ. Ике көндән китәбеҙ, әҙер булып тор.
– Рәхмәт, ағай, һин мине был ғазаптан ҡотҡараһың. Мин ғүмергә һинең алда бурыслы.
– Рәхмәт әйтергә ашыҡма, һағынып иламаһаң әле.
– Нисек тә түҙермен. Эшләрмен, мин бер эштән дә ҡурҡмайым.
– Һөнәрең бармы һуң һинең?
– Юҡ шул, ағай. Медицина училищеһына инергә уйлағайным, тормош былайға әйләнгәс, оноторға тура килде.
– Ҡайғырма, уҡытырбыҙ.
Сөмбөлдөң күҙҙәре ялтыраны, һөйөнөсө эсенә һыйманы: «Бөгөн кис әсәйемә барыһын аңлатам, унан Байрас менән һөйләшермен».
Киске яҡта, көтмәгәндә, бик борсоулы йөҙ менән ҡайныһы килеп инде.
– Килен, һине алырға килдем, ҡәйнәң, йығылып, аяғын һындырҙы, өйҙә кеше юҡ. Асыуланма инде, ҡыҙым, ул һауыҡҡас, тағы килтереп ҡуйырмын.
Сөмбөлдөң башына күҫәк менән һуҡҡандай булды. Әсәһе лә:
– Йыйын, балам, ҡоҙағыйым харап булған бит. Бар, ҡыҙым, йыйын, – тип ашыҡтырҙы.
Иларҙай булып, Сөмбөл ағаһына ҡараны. Ағаһы, уның юғалып ҡалғанын күреп:
– Әйҙә, әйберҙәреңде йыйырға булышам, – тип Сөмбөлдө үҙе менән икенсе бүлмәгә алып инде. – Һеңлем, мин һиңә адресымды ҡалдырам. Ҡасан киләһеңде әйтеп хат яҙырһың. Оло кешеләрҙе ауыр саҡта ташлап китеү килешмәй, берәй айҙан шәбәйер, килерһең. Мин һиңә беҙгә нисек килергә икәнде яҙып ҡалдырырмын. Сәмәрҡәндҡә ҡайтҡас, хат яҙырмын, аҡса һалырмын.
– Ағай, хатыңды бында яҙма. Әсәйем белһә, ебәрмәйәсәк. Бына ошо адресҡа яҙырһың, – тип Сөмбөл тиҙ генә Верочканың адресын бирҙе.
Тағы китә алманы ул. Яҙмыш уны, нишләптер, Арыҫлановтар ғаиләһенән сығарып ебәрергә ашыҡманы. Инде өсөнсө ҡат яҙмыш уны яңынан был ғаиләгә ҡайтарҙы. Был юлы Сөмбөл иламаны, бәргеләнмәне, ул үҙен бында ярҙамға килгән итеп кенә тойҙо. Ҡәйнәһен ауыр хәлендә ташлап китеү намыҫһыҙлыҡ булыр ине, улар бит үҙҙәре Сөмбөлдө ауыр саҡта ташламанылар.
Көҙ ҙә етте, ә көҙҙөң – үҙ мәшәҡәттәре. Бер ай үтһә лә, Гөлфиә апай әле ҡултыҡ таяҡтары менән генә йөрөй. Бындай хәлдә ауыл ерендә бер ниндәй эш эшләп булмай.
Булат менән Байрас ҡайтып, картуфты ҡаҙып алды, баҙға төшөрҙө. Сөмбөл менән Әлфис көҙгө сәскәләрҙең һуғандарын киптереп, картуф янына урынлаштырҙы. «Яҙға быларҙы кире ултыртырһың»,– тип Сөмбөл Әлфискә яҡшылап аңлатты. Көҙгө алмаларҙы, Әлфис күрмәгәндә ҡағыҙға төрөп, баҙға төшөрөп ҡуйҙы. Сөмбөл киткәс, уға күстәнәс булыр. Алма тултырған оло бер тартманы айырым бер мөйөшкә йәшерҙе. Алма өҫтөнә бик матур күлдәк ҡуйҙы. Ул уны
ҡалаға һуңғы барыуында Әлфискә тип алғайны. «Был йылы күлдәк, солтаным, һине мин киткәс йылытыр. Һин беҙҙе бик юҡһынырһың инде», – тип уйланы.
Әлфистең Яңы йыл байрамынан һуң тыуған көнө, тартма өҫтөнә ҡотлау ҡағыҙы ҡуйҙы. Ул һәр көнөн был йорт менән хушлашыуға бағышланы, һәр әйбер матур, иҫкә алырлыҡ булһын, тип тырышты. Ҡәйнәһен ололап хөрмәтләп ҡараны, өҫ кейемен һәр ваҡыт алыштырып, йыуып торҙо, мунса индерҙе. Әлфисте дәрес әҙерләргә, яуаплылыҡҡа өйрәтте.
– Бына Азамат мәктәпкә барғас, һинең ағайың «икеле» ҡапсығы, тип көлөрҙәр. Ул ҡайтып, миңә булыш әле, тиһә, «белмәйем» тиерһеңме? Үҙеңә лә оят булыр. Тырышып, «бишле»гә генә уҡы! Ҡыҙҙар күп белеүсе егеттәрҙе ярата, – тип өгөтләне.
Һүҙҙәренең файҙаһы теймәй ҡалманы. Әлфис, мәктәптән ҡайтҡас, Азаматҡа ҡысҡырып китап уҡыны. Азамат үҫте, ул инде ултыра башланы. Әлфистең күлдәген тартҡылай, ҡысҡырып көлә. Ялға ҡайтҡан сағында Булат Азаматты ҡулынан да төшөрмәне. Бала уны үҙ итеп, биттәрен, танауын тешләп, еүешләп бөтөрә.
Сөмбөл һуңғы ваҡытта барыһы менән уйнап-көлөп һөйләште. Булат менән үҙен тыныс тотто, нимә булһа ла һораһа, күҙенә ҡарап асыҡтан асыҡ яуап бирҙе.
Байрас уны аҫтан ғына күҙәтте. Сөмбөлдөң кинәт үҙгәреүен нисек аңларға: ул үҙ хәле менән ризалашты, тиер ине, ағаһы менән аралары шул килеш ҡалды. Байрас Сөмбөлдөң ниҙер уйлап йөрөүен һиҙҙе, ләкин аңлап ҡына бөтөрә алманы.
«Ҡалаға барып ҡайтайым әле»,– тип Сөмбөл бер көндө үҙе генә ҡалаға китте.
Верочка өйөндә уны ағаһынан хат көтә ине. Сөмбөл һөйөнөсөнән әбейҙе ҡосаҡлап үпте. Верочка аптырап ҡалды.
– Ниндәй шатлығың бар? Кемдән хат килде?
– Верочка йәнем, мин йыраҡҡа китәм. Һиңә хат яҙып торормон, тик, адресыңды бер кемгә бирмәйем, ҡайҙалығыңды берәүгә лә әйтмәйем, тип һүҙ бир.
– Ярай, ҡояшым, ярай. Ләкин һин хат яҙ, яңғыҙ ҡарт әбейеңде онотма. Минең бит бер яҡын кешем дә юҡ!
Сөмбөл баҙарҙан улына комбинезон, салбар, күлдәктәр алды. Шатлығын эсенә йотоп, ауылға ҡайтты. Бөгөн ул өйҙәгеләрҙе тәмле алма бәлеше менән һыйларға уйланы. Ауыҙ эсенән көйләй-көйләй, аш-һыу әҙерләне. Өҫтәл уртаһындағы астраларҙы ла ситкә алманы, шуның тирә яғына барыһына ла ҙур-ҙур бәлеш киҫәктәре ҡуйҙы. Табын шундай мул, матур, күңелле һәм барыһы ла бәхетле
кеүек ине.
Ҡәйнәһе тиҙерәк терелһен тип, хәленән килгәндең барыһын да эшләне: кисен дарыуҙар менән уның аяҡтарын ыуҙы, йылы һыуҙа тотто. Был өйҙән нисек тә көҙгө һыуыҡтар башланғансы китергә ашыҡты.
Гөлфиә апай ике ай тигәндә ныҡлап йөрөп китте. Сөмбөлдөң дә был йортҡа аяҡ баҫыуына бер йыл тулды, ауыр булһа ла, көндәр, йылдар уҙа икән.
– Әсәй, ноябрь байрамына Азамат менән әсәйем янына ҡайтып киләйем әле?
– Ярар, ҡыҙым, баҡса эштәре бөттө, инде өй эштәрен үҙем дә ҡарармын. Ҡунаҡ булып кил, Байрас илтеп ҡуйыр, – тип ҡәйнәһе ҡаршы килмәне.
Байрамға Байрас ҡайтты, Булат ҡайтманы. Сөмбөл, тағы Фәриҙәһе янына киткәндер. Һуңғы тапҡыр күрә лә алманым үҙен, тип кәйефһеҙләнһә лә, һис кемгә белгертмәне.
Сөмбөл барлыҡ әйберҙәрен алдан йыйып әҙерләгәйне. Өйҙәгеләргә һиҙҙермәй генә, кеше күрмәҫ элек тип, машинаға бер сумка әйберен сығарып ҡуйҙы.
Бер ни булмағандай, барыһы менән хушлашып, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, Азамат менән машинаға инеп ултырҙы.
– Бер аҙнанан да оҙағыраҡ тормағыҙ, ҡыҙым. Һеҙһеҙ өйҙә күңелһеҙ, ейәнемдең тауышынан башҡа өй буш. Ярай, иҫән һау барып етегеҙ, ҡоҙағыйға күп итеп сәләм әйтегеҙ, – тип ҡайныһы менән ҡәйнәһе ҡул болғап оҙатып ҡалды.
Сөмбөл йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөрттө, Байрас көҙгөнән күрмәһен тип, улын алдына баҫтырып, битен уның артына йәшерҙе.
Байрас ашыҡманы, елдермәне, ошо мәлдән рәхәт табып, Сөмбөлдө үҙ ҡатыны, Азаматты үҙ балаһы итеп күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы. Әгәр шулай булһа, улар, аҙна һайын тейәлешеп, ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа барырҙар ине... Уға ошо бәләкәй генә Сөмбөл кәрәк. Уның наҙлы ҡарашы, шылтыратып көлөүе, һурып үбер өсөн яратылған матур ирендәре кәрәк, ул шуларҙың барыһын аҙна буйы һағынып йәшәй, аҙна аҙағында һөйөнә-һөйөнә ауылына ҡайта...
– Шундай матур башҡайыңды ниндәй уйҙар баҫты, Сөмбөл? – тип йылмайҙы Байрас.
– Ул баш ҡасан да булһа бер уйлар өсөн бирелгән бит инде, – тине Сөмбөл, йылмайып. – Һин бөгөн бик матур күлдәк кейгәнһең, үҙең дә бик сибәр. Һин барыһынан да сибәр. Ҡара әле, һин киткәс, беҙҙең ауыл ҡыҙҙары нисек йәшәрҙәр инде, меҫкенкәйҙәр.
–Улай мине бик сибәргә һанағас, ни эшләп һин ғашиҡ түгел миңә? – тине Байрас һаҡ ҡына.
–Алла һаҡлаһын, Байрас, мин бер янып үлгәндән ҡалдым, икенсеһен күтәрә алмам. Минең башҡа бер ҡасан да ғашиҡ булғым килмәй, ул йән әрнеүҙәремде һис онота алмам, мин быны дошманыма ла теләмәйем. Мин бына был бәләкәй егетте генә яратырмын, уны бер кем менән бүлешәһем юҡ, ул минеке генә, ә мин уныҡы.
«Яраһына ҡағылмайым, тағы бер аҙ көтәйем. Хәҙер һүҙ башлаһам, ҡурҡытырмын ғына. Был юлы ағай менән асыҡтан асыҡ һөйләшергә кәрәк», – тип уйланы Байрас.
Уларҙы күреп, Сөмбөлдөң әсәһе һөйөнөп туя алманы:
– Кейәү ни эшләп килмәне? – тип былай ҙа яралы йөрәккә тоҙ һалды.
Байрас кис һуңлап ҡына ҡайтырға йыйынды, Сөмбөл уны оҙата сыҡты.
– Ҡасан килеп алайым, Сөмбөл?
– Кәрәкмәй, килмә, ваҡыты еткәс, мин үҙем ҡайтырмын. Барыһы өсөн рәхмәт, әлдә һин бар беҙҙе ҡайғыртырға. – Сөмбөл моңһоу ғына йылмайҙы.
Байрас, машинаһына инеп ултырғас, кире ишеген асты. Сөмбөл уны күреп:
– Нимә булды, Байрас? – тип һораны.
– Һиңә бер һүҙ әйткем килгән ине, – тине егет, матур күҙҙәре менән тултырып ҡарап.
Булат тураһында берәй нәмә әйтергә теләйҙер, тип Сөмбөл ҡурҡып ҡалды.
– Кәрәкмәй, әйтмә, мин бер нәмә лә белергә теләмәйем.
Ул, Байрастың күҙҙәренә ҡарап, эстән генә һаубуллашты, эйелеп, ирене менән әкрен генә уның битенә ҡағылды.
– Һау бул, Байрас, иҫән-һау ҡайтып ет, – тип бышылданы ла ишекте япты, унан, артына ла боролоп ҡарамайынса, өйгә инеп китте.
Байрас байтаҡ ваҡыт ҡуҙғалып китә алмайынса ултырҙы. Сөмбөл ирене менән ҡағылған битен һыйпаны, уның йөҙөн күҙ алдына килтерҙе.
– Их, Сөмбөл, нимә эшләгәнеңде үҙең дә белмәйһең! Ағай ҡаршы килмәһә, мин һине бер кемгә лә бирмәйәсәкмен.
Байрамдар үткәс, Булат менән Байрас бергә ҡайтты. Ғүмере булмағанды, үҙ-ара һөйләшер һүҙ тапманылар. Байрас бер нисә тапҡыр Сөмбөл тураһында һүҙ башларға талпынһа ла, ҡыйыулығы етмәне. Уның ағаһына ҡаршы сыҡҡаны, уның менән телләшкәне булманы.
Улар өйгә ҡайтып ингәндә, атаһы менән әсәһе, Әлфис өсәүләп кино ҡарайҙар ине. Өйҙәге тынлыҡ сәйер тойолдо. Байрас әсәһенә һораулы ҡараш ташланы:
– Әсәй, Сөмбөл ҡайтманымы әллә? Ул бит, үҙем ҡайтырмын, килеп йөрөмә, тине.
– Ире килеп алғанды көтәлер, – тине атаһы, Булатҡа ҡарамайынса ғына.
– Мин уның әсәһенә киткәнен белмәнем бит, – тип ағаһы Байрасҡа ҡараны.
– Киләһе аҙнала ҡайтыр, ҡайтмаһа, барып алырһығыҙ. Бала менән был һыуыҡ та юлда йөрөмәҫ, ҡоҙағый ҙа ебәрмәгәндер, килеп алырҙар, тигәндер. Әҙерәк ял итһен, мин аяҡһыҙ ултырғанда, эш бик күп булды. Йәш кенә булһа ла, бөтә эштең яйын белә, еренә еткереп эшләй. Һин, улым, ул бер эш рәте белмәй, тигәс, ҡурҡып ҡалған инем, белә, улым, барыһын да белә. Һин уны яратмағанға ғына юҡтан ғәйеп эҙләйһең, ул бик уңған, бик сабыр бала. Һинең һирәк ҡайтыуыңдың сәбәбен дә һиҙенә, ахыры. Башҡа берәү булһа, тауыш ҡуптарыр, илар ине, ә ул бер күҙ йәше күрһәтмәне. Уға ҡарап минең илағым килә, ирле килеш ирһеҙ бит ул.
– Сөмбөл өйҙә юҡта әйтеп ҡалайым, – тип Шәфҡәт ағай ҙа һүҙгә ҡушылды. – Һин, улым, баланы йәтим итеп, шул йәш ҡатынды илатып, үҙең бәхетле йәшәрмен тимә, кеше бәхетһеҙлегендә бәхет төҙөмәйҙәр. Юҡ артынан сапмайһыңмы икән, ай һай, үкенерһең, һуң булыр.
Булат өндәшмәй генә, башын аҫҡа эйеп тик ултырҙы.
– Улым, ҡайһы ерен яратмайһың һуң? Нишләргә уйлайһың? Аңлатып бир әле, Сөмбөл өҫтөнә икенсе килен алып ҡайта алмайһың, нисек итеп беҙ һиңә туй яһайыҡ, ти?!
– Белмәйем. Мин Фәриҙәне яратам. Беҙ инде икенсе тапҡыр, Яңы йылға, тип һөйләшәбеҙ, тағы күпме кисектергә була? Мин уның ата-әсәһе менән таныштым, Яңы йылға өйләнешәбеҙ, тип Фәриҙәгә һүҙ бирҙем.
– Шуны онотма, улым: Азамат – минең беренсе ейәнем. Һеҙҙең тағы әллә нисә балағыҙ тыуһа ла, ул һәр ваҡыт минең баш ейәнем булып ҡаласаҡ.
– Мин Яңы йылға өйләнәм, – тине Булат ҡабат, атаһының һүҙен бүлеп. – Киләһе ҡайтыуында Сөмбөл менән һөйләшермен, әсәләренә ҡайтып торор, балаға ярҙам итермен, ташламам.
Икенсе аҙна уртаһы ла етте, Сөмбөл ҡайтманы. Гөлфиә апай, ҡайтыуҙарын күрмәй ҡалмайым тип, тәҙрә янынан китмәне. Шәфҡәт ағай, кәрәкһә кәрәкмәһә лә, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып ултырғылай башланы, мәсет янынан да ураштырҙы, оло урамды күҙәтте. Ни тиклем көтһәләр ҙә, Сөмбөл менән ейәне күренмәне. Бер көндө эскәмйәлә ултырған Шәфҡәт ағайға почтальон хат тоттороп китте. «Беҙгә хат яҙыр кеше лә юҡ бит, бар туғандар ҙа бында йәшәй, кемдән булыр икән?» – тип аптырап, өйгә инде.
– Әсәһе, ҡара әле, кемдәндер хат килгән, кире адресы юҡ.
– Малайҙарғалыр инде, беҙгә кем яҙһын?
– Миңә тиелгән бит бына.
– Асып уҡы, улайһа. Әле Байрасҡа ғына ҡыҙҙар яҙа ине, хәҙер һиңә лә яҙа башлағандармы? – тип шаяртты Гөлфиә апай.
Шәфҡәт ағайҙың, ниҙер тойоп, йөрәге жыу итте, ҡурҡып Гөлфиәһенә ҡараны, ул да тынһыҙ ҡалған ине.
«Хөрмәтле атай-әсәй!
Һеҙ был хатты алғанда, мин инде бик йыраҡта булырмын. Һуңғы китеүемдә мин һеҙҙе ысын күңелемдән ҡосаҡлап үптем һәм һаубуллаштым. Китәм, тиһәм, ебәрмәҫ инегеҙ. Әйтмәй киткән өсөн рәнйемәгеҙ, башҡа һеҙҙә ҡалыуҙың мәғәнәһе юҡ, тип уйланым. Атай, «көт!» тинең, көттөм, тағы алты ай көттөм, күреүегеҙсә, беҙҙе бала ла бәйләй алманы. Булат өйләнһен, мин уға бәхет кенә теләйем, киләсәктә үкенмәҫ, тип ышанғы килә.
Байрас, һиңә рәхмәтем бик ҙур. Һин һәр ваҡыт ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙың, нисә тапҡыр үлемдән ҡотҡарҙың. Мин һиңә тормошоңда мөхәббәттең олоһон, юлдаштың иң яҡшыһын теләйем.
Әлфис, солтаным минең, һинһеҙ нисек йәшәгән булыр инем, белмәйем. Һиңә бер үтенесем бар: беҙҙең серле мөйөштө бер кемгә лә бирмә, ул һәр ваҡыт беҙҙеке булып ҡалһын. Минең киткәнемде белгәс, иларһың, үпкәләрһең. Үҫеп еткәс, барыһын да аңларһың. Бәлки, һиңә беҙҙең батшалыҡта үҙ бәхетеңде ҡорорға насип булыр.
Атай, үҙемдең ҡасан ҡайтырымды әлегә белмәйем. Күпме йылдар үтһә лә, тыуған яҡтарға ҡайтҡас, һеҙгә һис шикһеҙ килермен. Минең өсөн борсолмағыҙ, мин юғалмам, ейәнегеҙҙе лә юғалтмам. Ул үҙенең Арыҫлановтар нәҫеленән икәнен белеп үҫер.
Әсәй, хөрмәтем ҙур һиңә. Әгәр тормош былай булмаһа, түремдән дә төшөрмәҫ инем. Килендәрең һине минән дә нығыраҡ яратһын, хөрмәт күрһәтһен.
Ултыртҡан сәскәләрем һеҙгә минән яҡты иҫтәлек булһын.
Атай-әсәй, беҙҙе көтмәгеҙ, эҙләмәгеҙ, беҙ бик йыраҡтарға киттек. Һеҙгә килтергән ғазап-борсоуҙарыбыҙ өсөн кисерегеҙ. Беҙҙе хәйер-фатихағыҙҙан ташламағыҙ. Үтер йылдар, онотолор үпкәләр, төҙәлер яралар, яҡын туғандар кеүек бер осрашырбыҙ. Барлыҡ яҡшылыҡтарығыҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә.
Шәфҡәт ағайҙың ҡулдары ҡалтыраны, тамағына төйөр ултырҙы, һуңғы һүҙҙәрҙе уҡып бөтөрөргә тауышы етмәне. Гөлфиә апай, кинәт башына һуҡҡандай, телһеҙ ҡалды, алъяпҡысы менән ауыҙын ҡаплап, ҡысҡырып илап ебәреүҙән үҙен көскә тыйып ҡалды, күҙ йәштәре үҙҙәренән үҙҙәре яңаҡ буйлап ағып төштө. Ҡатыны менән төпсөк улы алдында күҙ йәшен күрһәтеүҙән оялып, ир кеше урамға уҡ сығып китте, йөрәген әрнетеп нимәлер ҡыҫты, тыны етмәне, көс хәл менән тамағына ултырған төйөрҙө йотто, күҙҙәренән йәш тамды – илле йәшлек ирҙең үҙенең көсһөҙлөгөнән илауы ине. Ул бит ҡасан булһа был көндөң етеүен белде, тик шулай тиҙ килер тип кенә көтмәгәйне.
Тышта һалҡын. Беренсе ҡар яуа. Күңелдә – йән өшөткөс бушлыҡ.
Гөлфиә апай буш бишеккә килеп ҡапланды ла үкһеп илап ебәрҙе, баянан бирле тыйып торған күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
– Балаҡайҙарым, күҙ нурҙарым, ҡайҙарға киттегеҙ икән? – тип баланың бәләкәй генә мендәренә башын һалып, бик оҙаҡ иланы.
Ун йәшлек Әлфис, ни булғанын аңларға тырышып, өҫтәлдәге хатты ҡат-ҡат уҡыны. Кем киткән, ҡайҙан киткән? Ниңә әсәһе шулай өҙгөләнеп илай? Апаһы әсәһенә ҡунаҡҡа ғына китте бит. Әлфис хатты ҡабат уҡыны, ундағы һүҙҙәргә ышанғыһы килмәне. Нисек инде апаһы уны ташлап китһен? Азаматты кем ҡарар? Әлфис, аптырап, үҙ бүлмәһенә инде. Апаһының элгестә эленеп торған аҡ яғалы халатын үҙ янына һуҙып һалды. Ҡайтыр апаһы, әсәһендә тағы бер аҙ ҡунаҡ булыр ҙа ҡайтыр, ҡайтмаһа, ялда Байрас ағайым менән барып алырбыҙ, тип уйланы бала. Тынысланып, янындағы халатты ҡосаҡлап йоҡлап китте.
* * *
Сөмбөл әсәһендә ике төн ҡунды ла, илай-илай, ике хат яҙҙы. Хаттың береһе – әсәһенә, икенсеһе Арыҫлановтарға ине:
«Ҡәҙерле әсәйем!
Мин йыраҡ юлға йыйындым. Һиңә әйтер һүҙҙәрем бик күп. Өндәшһәм, хәҙер тороп ултырыр инең, тыңлар инең, ләкин мине аңламаҫһың, тип уйлайым. Мин һинең асыуланыуыңдан, илауыңдан, күҙ йәштәреңдән ҡурҡам. Мин һәр ваҡыт һине ҡайғы-борсоуға һалыуҙан ҡурҡтым, шуға һин күп нәмәне белмәнең, минең
ғазаптарымды күрмәнең. Мин яңылыштым, әсәйем. Мөхәббәттең ниндәй ғазаптарға һалыуын белмәнем. Ҡыҙ бала мөхәббәт тураһында хыяллана, үҫеп еткәс, шуны эҙләп китә. Ҡыҙҙар ғүмерен юҡҡа ғына сәскә менән тиңләмәйҙәр.
Әгәр мөхәббәттең шундай мәрхәмәтһеҙ, ҡанһыҙ икәнен белгән булһам, уны ситләтеп уҙыр инем. Әсәйем, йәнемде йолҡоп алдылар, ҡанатымды ҡайырып һындырҙылар, яраларым бик ауырта. Һиңә һөйләргә, күҙ йәштәреңде күрергә көсөм ҡалманы, әсәйем. Көндөҙ көләм, төндә илайым, бала хаҡына йәшәргә көс бир, тип Хоҙайға ялбарам.
Әсәйем, кисер мине, ышанысыңды аҡлай алманым. Бәлки, әле хаталарҙы төҙәтергә һуң түгелдер, өмөтөңдө генә өҙмә. Һин мине эҙләмә, Булаттарға ла барма, уның ата-әсәһенең бер ғәйебе юҡ. Улар бик яҡшы кешеләр, һин уларға рәнйемә.
Мине башҡа берәү ҙә яндыра, рәнйетә, мөхәббәт тип алдай алмаҫ. Мин дөрләп янып бөттөм, йәшлек мөхәббәтемдең көлө генә ҡалды, ахырыһы. Һау бул, әсәйем, зинһар, рәнйеп ҡалма.
Ташлама, әсәй, ташлама
Мине изге доғаңдан.
Ташлаһаң изге доғаңдан,
Мин бәхетле була алмам.
Һине яратып, ҡыҙың Сөмбөл.»
Сөмбөл икенсе көндө иртән, ҡалаға барып ҡайтам тип, өйҙән сығып китте. Ул күңеленән әсәһе менән һаубуллашты, илағыһы килһә лә түҙҙе, күҙ йәшен күрһәтмәне. Сумкаһына бала кейемдәрен генә һалды ла йыраҡ юлға ҡуҙғалды.
* * *
Булат менән Байрас аҙна аҙағына ялға ҡайтты. Юлда уны-быны һөйләштеләр.
Ҡайтып еткәндә Булат:
– Байрас, мин бөгөн Сөмбөл менән һөйләшәм, әгәр китәм тиһә, әсәһенә илтеп ҡуйырһың инде, – тине, ауыр һулап.
– Ә минең уны ебәргем килмәһә, мин уға өйләнергә теләйем, тиһәм, ни әйтерһең?
– Ҡуй инде, энем, һиңә ҡыҙҙар бөткәнме? Икебеҙгә бер ҡатын булмай бит инде.
– Булмаһа – булыр. Ул бит һинең ҡатының булманы. Сөмбөл әгәр миңә кейәүгә сығырға риза булһа, уны бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен.
– Риза булмаясаҡ, ул мине ярата. Был уйыңды башыңдан алып ташла.
– Ҡарарбыҙ, ағай, унан «белмәйем» тимә, юлыма арҡыры төшмә.
Өйгә улар икеһе лә бик етди ҡиәфәттә ҡайтып инде. Ингәндә үк әллә ниндәй ауыр тынлыҡ һиҙелде. Әсәләре бик борсоулы йөрөй, аталары ҡаршы алырға ла сыҡманы.
– Әсәй, ни булды? Әллә илағанһың инде? – тине Байрас, әсәһен ҡосаҡлап.
Әсәһе, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, илап ебәрҙе.
– Сөмбөл, ейәнем... – тине ул, үкһеп.
– Сөмбөлгә ни булған? Атай, нимә булды, аңлатығыҙ, – тине Булат та, телгә килеп.
– Теләгең ҡабул булды, улым, киткән беҙҙән Сөмбөл.
– Нисек киткән? Бер ни әйтмәйенсәме?
– Әйткән, һине, бәхетле булһын, тигән, – тине лә Шәфҡәт ағай әйләнеп ултырҙы.
Гөлфиә апай алъяпҡыс кеҫәһенән хат сығарҙы, Байрас уны әсәһе ҡулынан йолҡоп тигәндәй алды. Уҡыған һайын, йөҙө ағарҙы. Бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Атай, машинаның асҡысын бир әле. Мин барыбер табып алып ҡайтам Сөмбөлдө, – тип сығып китте.
– Туҡта, улым, хат бер аҙна элек яҙылған бит, ҡайҙан табырһың икән,– тип һөйләнә һөйләнә, Шәфҡәт ағай уның артынан эйәрҙе.
Байрас ҡар бурандары уйнатып ҡуҙғалып китте. Иң элек Верочкаға барып, өйҙөң бөтә мөйөшөн айҡап сыҡты. Сөмбөл бында юҡлыҡҡа ышанғас:
– Верочка, Сөмбөл ҡайҙа? – тип ялбарып һораны.
– Белмәйем, Байрас, уның миңә күптән килгәне юҡ.
Һуңғы өмөт булып Сөмбөлдөң әсәһе ҡалды. Ҡыуып сығарһа сығарһын, тик Сөмбөлдөң адресын ғына әйтһен. Байрас, аҡ-ҡара күрмәй, машинаны ҡыуҙы, боролоштарҙа бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡаплана яҙҙы. Сөмбөлдәрҙең ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағанда, аш өйөндә генә ут яна ине. Ҡапҡа эстән терәтеп ҡуйылғанға, ҡапҡа башынан һикереп төштө, тәҙрәгә килде. Өҫтәл артында Сөмбөл күренмәне, әсәһе илай-илай хат уҡый ине. Байрас тәҙрә шаҡыны, ул инде өйгә ингәнсе үк бында ла шул уҡ хәл икәнен аңланы.
Сөмбөлдөң әсәһе Байрасҡа асыуланманы ла, уны ҡыуманы ла, хәйер, ул инде илап арыған ине, ахыры.
– Уҙ, ултыр, сәй ҡуям, – тине. – Был буранлы төндә кемде эҙләйһең, энем?
– Миңә Сөмбөл кәрәк ине.
– Ә ниңә һиңә кәрәк? Ул бит ағайыңдың ҡатыны ине. Ниңә ул килмәне? Ҡайҙа минең балам? Ҡайҙан эҙләйем ҡыҙымды? Аслы-туҡлы килеш кемдең ишек төптәрендә йөрөйҙөр?
– Һеҙгә әйткәндер, зинһар, йәшермәгеҙ. Әйтегеҙ генә, мин уларҙы алып ҡайтам, – тине Байрас, өмөтләнеп.
– Бына хаты, үҙең уҡы. Миңә бит, ҡалаға ғына барып ҡайтам, тигән ине, ҡайтмаҫ, тип уйламаным да.
Хаттағы һүҙҙәрҙе уҡыған һайын, Байрастың йөрәге ҡыҫылды, ҡулдары ҡалтыраны. Һуңғы өмөтө лә өҙөлдө.
– Борсолмағыҙ, хат килгәс, мин уларҙы табырмын. Мин уны табырға, көтөргә тейеш.
– Кем ғәйепле? Сөмбөл бер кемде лә ғәйепләргә ҡушмаған. Шулай алма кеүек балаһынан баш тартҡан икән, ағайың ғүмере буйы бала йөҙө күрмәһен, ташлағанын һағынып йәшәһен, мин уға бик рәнйейем. Быға тиклем ауылдан йыраҡ китмәгән, донъя күрмәгән балам ниндәй кешеләргә юлығыр? Бөтөнләй юғалһа, нисек йәшәрмен һуң мин? Һеҙ күмәк, мин бер яңғыҙым, ҡайғымды уртаҡлашыр кешем дә юҡ.
– Мин һеҙҙе ташламам, рөхсәт итһәгеҙ, килеп йөрөрмөн, – тип Байрас башын эйеп сығып китте.
Машинаға ултырғас, Сөмбөл менән һуңғы тапҡыр хушлашыуы иҫенә төштө.
Уның бөтөнләйгә һаубуллашыуын нисек һиҙмәне һуң ул?
«Ҡайҙа һин, Сөмбөл? Ҡайҙарҙан эҙләйем? Һинһеҙ нисек йәшәрмен?»
Байрас ҡапҡа төптәренә ярты төн уҙғас ҡына ҡайтып туҡтаны. Руленә башын һалып, уйға сумды, өйгә ингеһе килмәне. Атаһы сығып ҡапҡа асты, ул да йоҡламай ине. Улы ҡуҙғалмағас, янына инеп ултырҙы.
– Тапманым, атай. Әсәһе белмәй, уға ла хат ҡына ҡалдырған. Ул да: «Юлға аҡса бирҙегеҙме? Нисек йәшәр? Ҡайҙа китте? Нишләттегеҙ баламды? Ағайың бала йөҙө күрмәһен», – тип илай.
– Ай һай, улым, әсә ҡарғышы төшһә, ҡаты төшә, ағайың үкенмәгәйе. Ана, бишек янынан китә алмай, улын юҡһына. Бик ҡотолғоһо килгән ине, бына хәҙер кәртәләр юҡ, юлдар асыҡ, ә шулай ҙа күңеле үҙенә урын тапмай.
– Атай, бер нәмә әйтһәм, аңларһыңмы икән мине?
– Әйтмәһәң дә беләм, улым.
– Кем әйтте, ҡайҙан беләһең?
– Мин, улым, атай ғына түгел, әле һинең кеүек ир кеше лә. Мин барыһын күреп, һиҙеп йөрөнөм, һин әйтмәһәң, үҙем әйтәһе инем. Мин риза, улым, тик һуңға ҡалдың, ахырыһы.
– Мин көтөрмөн, ҡасан да булһа бер ҡайтыр ул. Мин уны барыбер үҙемә ҡаратасаҡмын, – тине Байрас, тәҙрәгә ҡарап. – Ҡыш килде, ҡыш китте. Атай, хәтерләйһеңме, теге ваҡытта нисек йырлаған ине:
Һағынғанда аҡ буранға ҡара,
Аҡ бурандар булып мин яуам.
Аҡ бурандар аҙаштыра, тимә,
Аҙаштырған һине мин булам.
Икебеҙ ике ерҙә аҙаштыҡ.
...Сөмбөл йәшеллеккә күмелеп ултырған Сәмәрҡәнд ҡалаһына килеп төштө. Халыҡ ташҡынына эйәреп, ҙур бинаға табан атланы. Ишектән инеүгә, кемдер уның еңенән тартты. Был кешенең ағаһы икәнен танып, Сөмбөл шатлығынан илап ебәрҙе.
– Ағай, килмәһәгеҙ, аҙашырмын тип бик ҡурҡҡайным, рәхмәт, ярай ҙа килгәнһегеҙ.
Ағаһы һеңлеһен ҡосаҡлап, маңлайынан үбеп алды.
– Үҫкәнем, хуш килдегеҙ, бына был ханым – минең ҡатыным Ғәлимә апайың. Таныш булығыҙ, – тип сибәр бер ханымды күрһәтте.
– Ниндәй матур апай, һаумыһығыҙ!
– Һин дә бик сибәр, үҫкәнем. Бир улыңды, үҙем күтәрәйем, һин арығанһыңдыр, – тип ханым уның ҡулынан баланы алды.
– Арыным, күңелем бутала. Самолетта ҡолағым ярыла тип торам, – тине Сөмбөл.
– Әйҙәгеҙ, өйгә ҡайтабыҙ, ә һинең әйберҙәрең ҡайҙа һуң?
Сөмбөл, оялып:
– Минең бер әйберем дә юҡ, бына, бала кейемдәре генә, – тип башын аҫҡа эйҙе.
– Ҡайғырма, үҫкәнем, барыһы ла булыр. Әйҙә, ултыр, – тип бик яҡшы машинаға ултыртып, үҙҙәренә алып ҡайттылар.
Улар килеп туҡтаған өйҙө Сөмбөлдөң киноларҙа ғына күргәне бар. Иҫ китмәле матур, ҙур, әйтерһең, сәскәләр араһына төҙөлгән хан һарайы. Ағаһы менән апаһы барлыҡ бүлмәләрҙе күрһәтеп сыҡты.
– Ә бына быныһын һеҙҙең өсөн әҙерләнек, – тип матур итеп биҙәлгән бүлмәгә алып инделәр. – Был бүлмә хәҙер һеҙҙеке. Быныһы – бала йоҡлай торған урын. Оҡшаймы?
– Апай, был бит ҡурсаҡ бүлмәһе кеүек, үҙе иркен, үҙе яҡты. Яҡшылыҡтарығыҙҙы нисек кенә ҡайтарып бөтөрөрмөн?
– Һинең килеүең бик яҡшы булды әле. Шундай ҙур өйҙә икәү генә йәшәйбеҙ.
– Миңә тиҙ арала берәй эш табырға кәрәк. Өҫтөмә кейерлек кейемем дә юҡ. Был ҡиәфәтем менән өйөгөҙҙө йәмһеҙләп кенә йөрөрмөн.
– Эй, эскерһеҙ сабыйым, беҙ һине батша ҡыҙы кеүек кейендерербеҙ, юҡҡа борсолма.
Тормош шундай, күрәһең: тегендә – ҡыш, бында – йәй, унда – кәрәкһеҙ, бында – танһыҡ. Балаһыҙ интеккән ғаиләгә һөйөнөс, йән йылыһы, өй йәме булды улар.
Сөмбөл юлдан һуң улы менән рәхәтләнеп мунса инде, унан сығыуына, Ғәлимә апаһы яңы эске кейемдәр, матур халат бирҙе.
– Иҫке кейемдәреңдең бында кәрәге юҡ, элекке тормошоңдо иҫкә төшөрөп тормаһындар, – тине апаһы.
Бына шулай итеп, Сөмбөлдөң сит ерҙәрҙәге яңы тормошо башланды. Туғандары ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөттө. Апаһы ҙур магазиндарға алып барҙы, затлы кейемдәр һатып алды, Сөмбөлдө зауыҡ менән кейенергә, сәсен матур итеп өйөп ҡуйырға өйрәтте.
Ағаһы менән апаһы ҡалала билдәле, хөрмәт ҡаҙанған табиптар икән. Ағаһы юғары уҡыу йортонда ла уҡыта, клиникала ла эшләй. Апаһы – ҡатын-ҡыҙ табибы. Йәштәре иллегә етеп килһә лә, бик йәш күренәләр һәм икеһе лә бик сибәрҙәр. Сөмбөл менән Азаматты бик яраттылар. Бер көндө үҙ-ара һөйләшеп ултырғанда, апаһы:
– Сөмбөл үҫкәнем, һинең берәй хыялың бармы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Эйе, һеҙҙең кеүек яҡшы табип, яҡшы кеше булғым килә, тик һуңдыр инде, бала менән нисек уҡыйһың?
– Һин бала тураһында борсолма, әгәр теләгең бар икән, беҙ һине быйыл уҡ уҡырға индерәбеҙ. Беҙҙән бөгөн генә берәү документтарын алып китте, уның урынына индереп ебәрергә була. Уҡыу таныҡлығыңды алып килдеңме? Ҡайҙа, билдәләреңде ҡарайым әле. Бик һәйбәт бит был, бер генә «дүрт»лең. Былай булғас, мин һине үҙебеҙҙең институтҡа уҡырға индерәм.
– Ағай, институт минең өсөн түгел, унда бит оҙаҡ уҡырға кәрәк. Мин биш алты йыл буйы һеҙҙең елкәлә ултыра алмайым. Миңә училище ла ярай, – тине Сөмбөл.
– Юҡ инде, үҫкәнем, бындай билдәләр менән... Беҙ бит апайың менән икебеҙ ҙә табиптар – ярҙам итербеҙ, практикаһын апайың янында үтерһең. Тырыш, Сөмбөл, һинең менән әсәйең ғорурланһын, һине һанламағандар үкенһен, барыһына үс итеп, хөрмәткә лайыҡ кеше булырға тырыш. Ә улыңды ҡарарға кеше табырбыҙ. Үҙең күрҙең, беҙҙең бында күпме ярҙамсыл туғандарыбыҙ бар. Унан һуң, апайың менән мин нимә өсөн? Беҙҙең үҙебеҙҙән дә артмаҫ әле ул, – тип ҡаршы төштө ағаһы.
Улар Азаматты ҡурсаҡ кеүек кейендерҙе. Сөмбөлдөң дә өҫтө бөтөн, тамағы туҡ. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?
Яңы йыл алдынан Сөмбөл уҡырға йөрөй башланы. Беренсе көн уҡырға килгәс, уның янына таҙа кәүҙәле, ҡап-ҡара бер егет килеп ултырҙы. Үҙен Исмаил тип таныштырҙы. Исмаил иран егете икән. Уның телен аңлауы бик ауыр, шулай ҙа үҙара аңлаштылар, бер-береһенә ярҙам иттеләр. Студент халҡы – арыу-талыу белмәй торған күңелле халыҡ: төрлө кисәләр үткәрҙеләр, йәштәр йыйындарына йөрөнөләр, тик Сөмбөл генә уларға ҡушылманы, дәрестәре бөтөүгә, тиҙерәк өйгә, улы янына ашыҡты. Төндәр буйы дәрес әҙерләй. Ағаһы менән апаһы бөтә буш ваҡыттарын Азаматҡа бағышланылар, Сөмбөлгә дәрес әҙерләргә ҡамасауламаһын тип, бала карауатын үҙ бүлмәләренә күсерҙеләр. Улар Азаматты яратып туя алманы, уны үҙ балаларын ҡарағандай, хыялланып, нимәгәлер өмөтләнеп һөйҙөләр.
Нисек кенә ауыр булмаһын, беренсе уҡыу йылы аҙағына яҡынлашты. Сөмбөл һуңғы һынауҙарын бирҙе. Шатлығынан балҡып, йүгерә-йүгерә улы, туғандары янына ашыҡты. Өйгә инеүгә, Ғәлимә апаһын ҡосаҡлап алды.
– Апайым, йәнем, бөгөн көн ниндәй матур! Мин хәҙер әсәйемә уҡырға инеүем тураһында яҙа алам.
– Быға тиклем уҡырға инеүең тураһында хәбәр итмәгән инеңме ни?
– Юҡ, әгәр уҡый алмаһам, ҡыуып сығарһалар, тип ҡурҡтым, хәҙер имтихандарым бөткәс, ҡурҡмайынса яҙа алам. Әсәйем һөйөнөсөнән илар инде. Апай, һин мине үҙ яныңа иҙән йыуыусы итеп булһа ла эшкә ал әле. Оят миңә, икәүләшеп һеҙҙең елкәлә ултырабыҙ, каникулда булһа ла өйҙә ятмайым инде.
– Сөмбөл, үҫкәнем, үҙем шунда эшләп, күпме кешене һөйөндөрөп, күпме балаға ғүмер бирһәм дә, Хоҙай беҙгә бала насип итмәне, һеҙ беҙгә икегеҙ ҙә бик ҡәҙерле, һине лә, улыңды ла бик яратабыҙ. Беҙҙең бер нәмәгә мохтажлығыбыҙ юҡ. Һин әле йәш, аҡса эшләргә өлгөрөрһөң, һиңә уҡырға кәрәк. Һин үҙ балабыҙ кеүек. Уңыштарыңа шатланабыҙ. Ағайың һинән бик ҡәнәғәт. Әгәр һине уҡытып сығара алһаҡ, тимәк, беҙ юҡҡа йәшәмәгәнбеҙ тигән һүҙ. Бөгөн кис һинең уҡыуың бөтөүҙе байрам итербеҙ, ағайың ҡайтһын да, ҡайҙа барырға теләһәң, шунда барып күңел асырбыҙ.
Сөмбөл:
– Һин мине бик иркәләйһең, апай, ялҡауланып бөтәм бит, – тип йылмайҙы.
– Тормош арбаһына егелергә өлгөрөрһөң, – тип апаһы Сөмбөлдө арҡаһынан һөйҙө.
Азамат инде атлап йөрөй, тештәре лә сыҡты, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе лә әйтә башланы. Әле генә Сөмбөлдөң килеп ҡосаҡлауы булды, улы, «мәм-мәм» тип, ҡулын әсәһенең күкрәгенә тығып та ебәрҙе.
– Эй, оятһыҙ малай, һин ҙур бит инде.
Бер килеп эләккәс, бала әсәһен ысҡындырманы, башын күлдәк иҙеүенә тығырға тырышты. Сөмбөл улының ҡыланышынан эсе ҡатып көлдө, унан иҙәнгә тәгәрәп китте. Бала уға ҡарап тәгәрәне, көлдө, тағы әсәһенең иҙеүенә үрелде. Сөмбөлгә бөгөн шундай рәхәт ине, уның гел көлгөһө-шаярғыһы ғына килеп торҙо.
Сөмбөл баҡсаға сығып ултырҙы. Уның билдән уҙып төшкән тулҡын-тулҡын сәстәре ҡояшта ялтырай ине. Сәстәренең шундай оҙон булып үҫә алыуына үҙе лә аптырай, ул бит һәр ваҡыт малайҙар кеүек ҡыҫҡа сәс менән йөрөнө, ә хәҙер күр инде: оҙон ауыр сәстәр, оҙаҡлап киптерергә кәрәк. Шулай ҙа уға аҡ ҡалпаҡ менән бындай сәс йөрөтөү бик оҡшай.
– Сәстәрең бигерәк матур үҫте, – тине ағаһы, уның янына ултырып.
– Һеҙҙә йылы, һыу йомшаҡ. Бында бит бөтә нәмә яҡшы үҫә, бына минең сәс тә үҫә, үҙем генә үҫмәйем.
– Үҙең дә үҫтең, Сөмбөл, үҫтең, һиҙмәйһең генә. Кеше егерме биш йәшкә тиклем үҫә. Һиңә беҙҙең климат бик килеште, буйға хайран үҫтең.
– Шулаймы, ағай, үҫтемме? – тип һөйөнөп йылмайҙы Сөмбөл.
– Һин бөгөн бик шат, бәхетле күренәһең.
– Эйе, ағай, көлгөм, йырлағым ғына килеп тора. Миңә бөгөн шундай рәхәт, ағайым, – тип уны ҡыҫып ҡосаҡлап алды. – Әгәр теге ваҡытта һин беҙгә ҡайтмаған булһаң, мин хәҙер ҡайҙа булыр инем икән? Йәшәргә көсөм ҡалмаған ине бит.
– Онот барыһын да. Әйҙә, иң матур күлдәгеңде кей, ҡунаҡҡа барабыҙ, – тип ағаһы өйгә инеп китте.
Сөмбөлдөң карауатында сейә төҫөндәге, еңһеҙ, яғаһы баҫтырып тегелгән иҫ киткес матур күлдәк ята ине. Күлдәк янында бейек үксәле босоножкалар тора.
Ул, ашыға-ашыға күлдәкте кейеп, көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты. Йә Раббым, ниндәй матур күлдәк! Әгәр хәҙер уны Булат күрһә, ни тиер ине икән?! Ул, Булат янына сығырға йыйынғандай, көҙгө тирәһендә бөтөрөлдө, сәстәрен матур итеп өйҙө, ирененә беленер-беленмәҫ кенә иннек һөрттө. Көҙгөнән уға нескә билле, уртаса буйлы егерме йәшлек сибәр ҡатын ҡарап тора ине. Ул, тулҡынланып, үҙ бүлмәһенән сыҡты.
Икенсе ҡаттан төшөп килеүсе Сөмбөлдө күреп, апаһы менән ағаһы телһеҙ ҡалды. Сөмбөл улар ҡаршыһына килеп баҫты.
– Килешәме? – тип йылмайҙы, биттәрен соҡорайтып. – Бик ҙур рәхмәт һеҙгә. Был күлдәк шундай матур.
– Һуҡырҙар ғына күрмәҫ был матурлыҡты, – тине апаһы, һаман да һоҡланып ҡарап.
– Бына, үҫкәнем, уҡыу йылын уңышлы тамамлауың менән ҡотлап, минән һиңә бәләкәй генә бүләк, – тип ағаһы кеҫәһенән бер тартма сығарҙы ла, тартманан алып, Сөмбөлдөң ҡолағына алтын алҡалар таҡты.
– Бына хәҙер үҙеңде иң бай солтанға кейәүгә бирергә лә була, ләкин беҙ һине, уҡыуың бөтмәйенсә, бер кемгә бирмәйәсәкбеҙ.
– Рәхмәт, ағай, шундай матур! Әйҙәгеҙ, бергәләп фотоға төшәбеҙ, әсәйемә лә ебәрермен.
Был яҡта фотоға төшөрөүселәр аҙым һайын, шуларҙың береһе янына туҡтап, фотоға төштөләр.
Улар ағаһының дуҫы, профессор Хәлиловтарға ҡунаҡҡа килде. Хужа үҙе сығып ҡаршы алды. Баланы күреп:
– Дуҫым, үҙеңә оҡшаған, – тип йылмайҙы. – Ғәлимә ханым, һеҙ һәр ваҡыт сибәр, хәлдәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ, уҙығыҙ. Ә был ниндәй йөҙөк ҡашы? – тип Сөмбөлгә текәлде.
– Һинең уҡыусың бит, танымайһыңмы әллә? Бөгөн генә һиңә имтихан тапшырып ҡайтты, – тип көлдө ағаһы.
Сөмбөл, оялып, ни тиергә лә белмәйенсә, үҙенең фамилияһын атаны.
– Мөғжизә! – тине профессор һуҙып ҡына. – Уҙығыҙ, уҙ.
Үҙе баштан-аяҡ Сөмбөлдө күҙҙән кисерҙе. Институтта бик тыйнаҡ, ябай кейенгәнгә, күҙгә бик салынмаған икән. Ә бөгөн... Былай булғас, малайҙарҙың башы бөттө. Бына ҡайҙа ул матурлыҡ.
Мәжлестә йәштәр ҙә бик күп ине. Сөмбөл бер кемгә яҡын барманы, гел апаһы, улы менән булырға тырышты. Егеттәр иһә бөтә яҡлап уны күҙәтте, хәлдәренән килһә, үҙҙәре янына тындары менән һурып алырҙар ине. Шуны һиҙепме, Сөмбөл ололар араһынан бер аҙым да ситкә тайпылманы, тыйнаҡ ҡына апаһы янында ултырҙы. Ҡайтырға сыҡҡас, ағаһы:
– Нисек, ҡунаҡта оҡшанымы? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Башҡа бындай ергә бармайым. Үҙемде кеше тәрилкәһенә төшкән тараҡан кеүек хис иттем. Ҡайһы яҡҡа ғына боролһам да, был тараҡан нишләр икән, тигән дәй ҡарап торалар.
Ағаһы һеңлеһенең һүҙҙәренән ҡысҡырып көлдө.
– Һин әйтһәң әйтәһең инде! Улар бит һиңә барыһы ла ғашиҡ булды. Бисара егеттәрҙең нисек күҙәтеп тороуҙарын күрҙем. Бәлки, һин дә берәйһенә ғашиҡ булырһың?
– Кәрәкмәй миңә мөхәббәт, мин уның асыһын етерлек татыным, йәнем һаман да әрней. Әсе әрем ул мөхәббәт тигәндәре, ишеткем дә килмәй.
Машинала ауыр тынлыҡ урынлашты. Сөмбөл тәҙрәгә ҡарап барыуын дауам итте. Бер аҙҙан әкрен генә әллә уларға, әллә үҙ-үҙенә:
– Күпме өрһәң дә, көлгә ут ҡапмай, мин яндым шул инде, ваҡытынан алда яндым, көлгә ҡалып яндым, – тип ҡуйҙы.
Ағаһы менән апаһы Сөмбөлдөң күңелендә ниндәй ауыр хәтирәләр уяныуын аңланы. Был хаҡта башҡа бер ҡасан һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа булдылар. Ҡайһы бер яралар йылдар буйы төҙәлә, әле төҙәлгәс тә тәрән эҙе ҡала.
Сөмбөл йәйге каникулын апаһы янында клиникала үткәрҙе, медицинала беренсе аҙымын яһаны. Бер нәмә лә еңел генә бирелмәне: тәүге операцияны күреүгә, аңын юғалтып, иҙәнгә йығылды. Апаһы ипләп кенә аңына килтерҙе, ярҙам көткән ауырыу янында табип аңын юғалтып йығылһа ни булаһын ғүмер буйы иҫтә ҡалырыҡ итеп аңлатты. Икенсе юлы Сөмбөл һәр төрлө ҡурҡыныс хәлдәргә әҙер ине, апаһының операция яһауын ҡарап торҙо, апаһы эш ыңғайы күрһәтеп аңлата барҙы. Һәр нәмәне үҙ күҙе менән күреп өйрәнеү уҡыуҙа ла ярҙам итте.
Сөмбөл тырышып уҡыны, иптәштәренән үҙенең тыйнаҡлығы, тәбиғилеге менән айырылып торҙо. Егеттәр уның янына килергә ҡурҡты, сөнки ул уларға ҡарата ҡәтғи һәм ҡаты ине. Ярҙам һорап килеүселәргә һәр ваҡыт ярҙам итте, һәр нәмәне ентекләп аңлатты, ләкин үҙенә ҡарата хисле ҡараштар һиҙһә, ҡырт боролдо ла китеп барҙы. Уның янында, бер ни күрмәгәндәй, шәүлә кеүек тағылып, оҙон буйлы сибәр Исмаил йөрөнө. Исмаил бик аҡыллы, бик башлы егет ине. Беренсе килгән көндән үк Сөмбөлгә хәленән килгәнсә булышты. Улар һәр ваҡыт йәнәшә ултырҙы, бергә китапханаға йөрөнөләр, ашханала бергә ашанылар. Сөмбөл уны ысын иптәш, яҡшы дуҫ тип ҡабул итте. Исмаил да Сөмбөлдө яҡын дуҫы итеп күрҙе, шуға Сөмбөл уның янында үҙен тыныс тойҙо.
Яңы йыл етергә ике аҙна ҡалғанда, Сөмбөл, ансамбль уйнағанын ишетеп, институттың зур залына инде. Сәхнәлә йыр-бейеү яратҡан студенттар Яңы йылға әҙерләнә ине. Сөмбөл уларҙың уйнағанын ишек төбөндә генә тыңлап торҙо, үҙенең дә ошо сәхнәгә сығып йырлап ҡарағыһы килде.
– Йырларға килдеңме, бейергәме? – тип һорап ҡуйҙы көтмәгәндә берәү.
– Мин йырларға яратам, – тип әйткәнен үҙе лә һиҙмәйенсә ҡалды Сөмбөл.
– Һин ҡайһы яҡтан? Һөйләшеүең башҡортса.
– Башҡортостандан, – тип йылмайҙы Сөмбөл.
– Ә мин Татарстан егете, Ғосман булам.
Улар араһындағы танышлыҡ шулай башланды.
– Әйҙә, Сөмбөл, йырлап күрһәт әле. Мин бит ошо ансамблдең етәксеһе. Әйҙә, – тип Сөмбөлдө өҫтөрәп тигәндәй сәхнәгә алып менде лә микрофон бирҙе.
Ҡыҙҙың ҡулына утлы күмер тотторҙолармы ни, микрофонды ҡайҙа ҡуйырға белмәне.
– Ярай улайһа, микрофонһыҙ ғына йырла. Оялма, бында бит һин үҙең генә, бына был яҡҡа ҡарап йырла.
Сөмбөл тәрән һулыш алып, үҙенең көслө, иркен, матур тауышы менән залды яңғыратып йырлап ебәрҙе. Ул, бер мөйөшкә ҡарап, онотолоп, йыр аша эсендәге һағыш-моңдарын бушатты. Сәхнә артындағылар, уның моңло тауышын ишетеп, кем йырлағанын ҡарарға сыҡтылар. Сөмбөл боролоп ҡарағас, ҡурҡып китте.
Ҡайҙан сыҡты был халыҡ тигәндәй, аптырап Ғосманға ҡараны.
– Гүзәлем, быға тиклем ҡайҙа йөрөнөң һин? Һинең урының бит ҙур сәхнәлә. Башҡортостанда ғына үҫә шул моңло ҡыҙҙар. Бөгөндән һине, Сөмбөл, ансамблдең солисы итеп алабыҙ. Йырла, йәлләмә Хоҙай биргән тауышыңды. Мин һинән йондоҙ яһайым.
– Мин микрофон менән йырлай белмәйем, унан һуң, әҙерләнергә ваҡыт та бик аҙ ҡалды.
–Ҡурҡма, өйрәтербеҙ.
Яңы йылға Сөмбөл ансамбль менән йырларға дүрт-биш йыр өйрәнде. Концертты утыҙынсы декабргә билдәләнеләр. Әнүәр ағаһының илле йәшлек юбилейы яҡынлаша ине. Сөмбөл ағаһы менән апаһына Яңы йыл кисәһенә саҡырыу ҡағыҙы алып ҡайтты.
– Килегеҙ, йәме, унан бергә ҡайтырбыҙ.
– Һин бөгөн бик серле, Сөмбөл, ни булды?
– Килгәс күрерһегеҙ.
Концерт күлдәгем юҡ, тигәс, берәүҙең туй күлдәген алып килделәр. Күлдәк Сөмбөлгә үлсәп теккән кеүек бик килешле булды, үҙе бик матур, ҡар бөртөгөләй ялтырап тора.
Сөмбөл шаршау ярығынан ғына ағаларын күҙәтте. Ағалары килгән, дуҫтары менән алдағы рәттәрҙең береһендә ултыралар. Сөмбөл тулҡынланды, биттәре ут булып янды. Ансамбль уйнап, залды йылытты, халыҡты йәнләндерҙе. Сөмбөлгә лә сират етте. Залда ла, сәхнәлә лә утты һүндерҙеләр, бары ай яҡтыһы кеүек аҙ ғына яҡтылыҡ ҡалдырҙылар. Шул саҡ, ай яҡтыһында тауҙар өҫтөнән осҡан ҡошто хәтерләтеп, матур моңло тауыш яңғыраны. Йырға әкрен генә гитара ҡылдары ҡушылды, сәхнәлә аҡ күлдәкле йырсы ҡыҙ күренде.
Һәй, ҡошҡайым, һауаларҙа осҡанда,
Күрҙеңме Йүрүҙән менән Ирәмәлде?
Йүрүҙәнкәйҙә ямғыр яуһа,
Ирәмәлдә ҡар ята.
Шул ике тау араһында
Минең тыуған илкәйем ята.
Мин дә осор инем
Һеҙҙең менән, ҡошҡайым,
Йүрүҙәндән хаттар килһә,
Ҡайт инде, тип, гөлкәйем.
Йыр бөттө, залда ут ҡабынды, тынлыҡ һаҡланды. Сөмбөл: «Бөттөм», – тип уйлап Ғосманға ҡараны, шул саҡ кемдер ҡул саба башланы, зал уға ҡушылды.
– Алҡыштарығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт. Мин бөгөн ҙур сәхнәгә беренсе тапҡыр аяҡ баҫтым. Сығыуымдың сәбәбе – ошо көндәрҙә атайым урынына ҡалған ағайым, студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһы, профессор Әнүәр Ибраһимовтың тыуған көнө. Уны ысын күңелемдән тыуған көнө менән ҡотлайым. Әнүәр ағай, Ғәлимә апай, бөтә йырҙарым һеҙгә!
Ағаһы менән апаһына көтөлмәгән бүләк булды, улар йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. Сөмбөл уҡырға ла, йырларға ла, апаһы менән эшкә йөрөргә лә өлгөрҙө. Шулай итеп икенсе курс тамамланды. Иптәштәре ҡайһыһы ҡайҙа таралышып бөттө, тик Сөмбөл генә йәйҙе эштә, өйҙә үткәрҙе, буш ваҡыттарында улы янын да булырға тырышты. Улын, теле асылыу менән, ағаһы менән апаһына «ҙур атай», «ҙур әсәй» тип әйтергә өйрәтте.
Ағаһы менән апаһының: «Бәлки, Сөмбөл кейәүгә сығыр ҙа баланы беҙгә ҡалдырыр», – тип өмөтләнеп йәшәүҙәрен башына ла килтермәне...
* * *
Арыҫлановтар ғаиләһендә лә тормош үҙгәрҙе. «Йәне теләгән – йылан ите ашаған, өйләнһәң өйлән инде», – тип Булатты өйләндерҙеләр, бик гөрләтмәй генә туй яһанылар.
Булаттың хыялы тормошҡа ашты: оҙон буйлы, сибәр ҡатыны менән ҡултыҡлашып ҡайтты, етәкләшеп китте. Беренсе мәлдәрҙә Булат бәхетенән һөйөнөп осоп ҡына йөрөнө, ләкин тиҙ һүнде уның һөйөнөсө. Уға ниҙер етмәй кеүек тойолдо, күңеле ниҙер эҙләп аҡтарынды...
Сибәр Фәриҙә аҙ һөйләште, тыйнаҡ ҡына йылмайҙы, ҡайныһы менән ҡәйнәһенә Сөмбөл кеүек атай-әсәй тип өҙөлөп торманы, «Һеҙ» тип кенә өндәште. Әлфис яңы еңгәһенә бүре балаһы кеүек ҡараны. Булат был өйҙә Фәриҙәнең Сөмбөл урынын яулай алмауын һиҙҙе. Янып-көйөп тормош алып барған, тәмле аштар бешергән, һәр ғаилә ағзаһына хөрмәт менән ҡараған, илағыһы килһә лә йылмайып торған Сөмбөлдөң тап киреһе ине шул Фәриҙә. Атаһы, әллә Сөмбөлдө
бик яратҡанға, Фәриҙәне бөтөнләй өнәмәне.
– Таш ҡурсаҡ, көлә лә белмәй. Сит кеше кеүек «Һеҙ» ти бит, колхоз рәйесе менән һөйләшәме ни. Атай тиһә, теле ҡорор тип ҡурҡалыр инде. Сөмбөл өйгә көлөп инһә, ҡояш сыҡҡандай була ине, ә был ҡайтһа, ҡар яуғандай өшөтә башлай, – тип Шәфҡәт ағай аҙна һайын туҙынды.
Булат ата-әсәһенең һалҡын ҡарашын күрмәй ҡалманы. Үҙе лә ҡайһы ваҡыт Әлфис янына, серле бүлмәгә инеп, элек бишек эленгән буш ҡаҙаҡҡа оҙаҡлап ҡарап тора ине. Фәриҙә:
– Шул бүлмәгә күсәйек, унда урын да иркенерәк, яҡтыраҡ та. Тәҙрә төбөндәге гөлдәр бик матур, – тип әйткән ине, Булат шунда уҡ:
– Ул Әлфис бүлмәһе, тейергә ярамай, – тип ҡаршы төштө.
– Әлфис беҙҙең урында йоҡлар, ниңә бер үҙенә шундай ҙур бүлмә? – тине Фәриҙә ҡоро ғына.
Уларҙың үҙ-ара һөйләшеүҙәрен ишеткән Шәфҡәт ағай түҙмәне:
– Килен кеше үҙ бүлмәһен үҙе биҙәргә тейеш. Әлфискә теймәгеҙ, – тине.
Гөлфиә апай ни әйтергә лә белмәй ҡаушап ҡалды. Фәриҙә менән ул уртаҡ тел таба алманы, килене былай насар ҙа түгел, үҙе бик сибәр ҙә, ләкин нимәлер етеп бөтмәй был балаға. Сөмбөл уның кеүек сибәр булмаһа ла, үҙенә тартып тороусы
ниндәйҙер һөйкөмлө һөйәге бар ине шул. Сөмбөл менән Азаматты иҫенә төшөрөп: «Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ икән, балаларым?»,– тип йыш ҡына илап та алды.
Сөмбөл киткәс, Байрас та ҡанаты һынған ҡошҡа оҡшап ҡалды, өйгә ҡайтмаҫ булды. Сөмбөлдө һағынып йөрәге әрнене. Бер көндө, үҙ-үҙенә урын таба алмайынса, Әлфис янына инде. Ул ингәндә энеһе йоҡларға йыйынған ине, ағаһын күреп:
– Кил, ағай, бына бында ят, бына был – апайымдың мендәре, еҫкәп ҡара әле, – тип уны үҙ янына саҡырҙы, юрғанын асты. – Ҡара, апай күлдәген онотоп ҡалдырған, кеҫәһендә – Азаматтың башлығы. Еҫкәп ҡара әле, апайымдың еҫе килә. Мин был күлдәкте, әсәйем йыумаһын тип, йәшереп кенә һаҡлайым. Фәриҙә апай күрһә, алып кейер, тип ҡурҡам. Ул бит апай менән Азамат тураһында бер ни ҙә белмәй. Миңә атай менән әсәйем, яңылыш ысҡындыра күрмә, тинеләр. Мин Сөмбөл апайымды шундай һағындым. Хәҙер был күлдәкте һәр ваҡыт яныма ҡуям,– тип күлдәкте рәтләп һуҙып һалды ла юрған менән ҡаплап ҡуйҙы. –Бына шулай, – тип башын мендәргә һалды.
Был күренеш Байрасты телһеҙ ҡалдырҙы, тамаҡ төбөнә төйөр ултырҙы.
«Йә, Хоҙайым, аҡылдан яҙҙыра был сабыйҙы. Ҡайҙа һин, Сөмбөл? Тиҙерәк әйләнеп ҡайтһаң ине...»
Байрас энеһен йыуатыр һүҙҙәр тапманы, уның башынан һыйпаны. Энеһенең ғазапланыуын күреп, ниндәй көслө Байрас та күҙ йәштәрен тыя алманы. Ҡасандыр Сөмбөл күҙ йәштәре түккән мендәр өҫтөнә уның да күҙ йәштәре тамды.
Байрас нисә тапҡыр, адрес һорап, Сөмбөлдөң әсәһе янына барҙы. Сания апай:
– Сөмбөлдөң адресын бирмәйем, һорама ла, – тип башын ғына һелкене. Аптырағас, әсәһе Сөмбөлгә Байрастың уны эҙләүе хаҡында хат яҙҙы. Сөмбөлдән:
«Эҙләмәһен. Адресымды бирмә. Әсәй, башҡа миңә улар тураһында бер нәмә лә яҙма, ишеткем дә килмәй. Онотоға ирек бир, яраларыма тоҙ һалма», – тигән яуап килде.
Сания апай был хатты Байрасҡа уҡытты. Егет иһә:
– Мин көтәм әле, апай. Һине лә яңғыҙыңды ташламайым, – тип яйы сыҡҡан һайын килеп йөрөнө.
Яңы йыл байрамына хат менән бергә Азаматтың ике фотоһы килде. Фотоның береһе Әлфискә тип аталған, артына «Тыуған көнөң менән, ағайым!» тип яҙылған. Хатта «Әлфискә – апаһынан» тигән тыуған көн бүләгенең картуф баҙында икәнлеге әйтелгән ине. Сөмбөл әсәһенән фото менән ошо хатты Әлфискә тапшырыуын үтенгән.
Сания апайҙы байрам менән ҡотларға тип, Байрас та килде. Уның күҙҙәренән үк Сөмбөл тураһында ниндәй ҙә булһа һүҙ ишеткеһе килгәне аңлашыла ине. Сания апай түҙмәне, хатты Байрасҡа һуҙҙы. Ул, фотоны күргәс, бик һөйөндө, тиҙерәк әсәләрен, Әлфисте шатландырырға ашыҡты.
Әлфистең тыуған көнөнә тип картуф баҙына йәшерелгән тартманы асыуға, бөтә өйгә алма эҫе таралды. Тартманан хат менән күлдәк сыҡҡас, Әлфистең шатлығы эсенә һыйманы. Апаһы уның тыуған көнөн онотмаған бит! Азаматтың фотоһын ҡулдан ҡулға, илай-илай, үбә-үбә йөрөттөләр.
Яҙғы сәсеү ваҡыты етте. Байрас Сания апаһының йорт-ҡураһын ҡараштырып, картуфын ултыртышып китте. Әйткәнде лә көтмәйенсә, һәр эште үҙе белеп эшләне. Көҙөн иһә бесәнен, утынын әҙерләне, бөтә келәтте бойҙай менән тултырҙы.
Сания апай Сөмбөлдән тағы хат алды. Конверт эсендә хат менән Сөмбөлдөң фотоһо ла бар ине. Сания апай күҙҙәре талғансы ҡыҙының фотоһын ҡараны, ҡабат-ҡабат хатты уҡыны. Бындай шатлыҡты эстә йәшереп һаҡлап буламы ни – кис менән Байрас килеүгә, уның алдына Сөмбөлдөң хатын, фотоһын ҡуйҙы.
– Сөмбөл юғалмаҫ, Алла теләһә, уҡып бөтөрөүгә ҡайтыр, – тип һөйләнә-һөйләнә, сәй әҙерләй башланы.
Байрас фотонан күҙен ала алманы. Сөмбөл шундай матур, сейә төҫлө күлдәге ҡара сәсенә бик килешә, бәхетле булыуы йылмайыуынан һиҙелә ине.
«Уҡыған кеше янында наҙан шофер булып йөрөп булмаҫ»,– тип, Байрас шул уҡ кө ҙө Силәбе инженерҙар әҙерләү институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инде. Уҡыны ла, эшләне лә. Хәҙер инде Сөмбөлдөң тиҙ генә ҡайтмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Ул уның ҡайҙа икәнлеген белһә лә, барманы. Сөмбөл ҡайтыуға, мин уға тиң булырға тейеш, тип сабыр ғына көтөргә булды. Әлфистең сәскәләре көҙөн баҡса тултырып сәскә атты, ул бөтәһен апаһы
ҡушҡанса эшләне. Баҡсаға Фәриҙәнең ҡулын да тыҡтырманы, үҙе ултыртты, үҙе алды. Апаһы ҡышын ҡайтһа, һыйлармын тип, алмаларҙы төрөп, тартмаға тултырҙы.
Булат та был баҡсаны бик ярата, буш ваҡыты булған һайын, ҡарт алмағас төбөндә ултыра ине. Һуңғы айҙарҙа ул гел моңһоу йөрөнө, бер көндө төшөндә улын күрҙе. Улы бейек ҡаяға менгән дә, төшә алмайынса, атай-әсәй тип үҙәк өҙҙөрөп илай, Булат нисек үрелһә лә, буйы етмәй, йыуата ла алмай.
«Улым, улым, илама»,– тип уянып китте.
Бына шунан бирле ул үҙ-үҙенә урын тапмай, эсе боша, улын һағына башланы. Фәриҙә бала табыр ҙа барыһы ла онотолор, тип үҙен тынысландырырға тырышты. Ләкин, ни эшләптер, Фәриҙә ауырға уҙманы.
– Фәриҙә, бала кәрәк беҙгә. Өйләнешкәнгә ике йыл бит, берәй малай алып ҡайтып бирер инең, – тип Булат бер нисә тапҡыр әйтеп ҡараны.
Фәриҙә генә:
– Булыр әле, беҙ йәш бит, ҡайҙа ашығырға? Бүлмә бәләкәй генә, – тип еңелсә яуап менән ҡотолдо.
Фәриҙәнең кәүҙәһе төҙ, матур, ҡултыҡлашып барғанда уға бик күп егеттәр боролоп ҡарай. Булат быға хәҙер һөйөнмәне лә, көйөнмәне лә, ҡолағынан бала илаған тауыш китмәне. Әгәр атаһы хаҡлы булһа, барлыҡ ҡылған ғәмәлдәре үкенескә ҡалһа... Фәриҙәгә өйләнәм тип, улын, Сөмбөлдөң йәшлеген ҡорбан итте.
Теләгенә иреште, уның ҡатынына күптәр ҡыҙығып ҡарай, бәлки, Булаттан көнләшәләрҙер ҙә, тик уның ғына иҫе китмәй. Һәр ҡайтҡан һайын, атаһының ни әйтергә теләгәнен күҙҙәренән күрә, үҙенең һүҙ башларға ҡыйыулығы етмәй. Шулай ҙа атаһы түҙмәне:
– Улым, нимә булды һиңә? Елкәләрең һалынып төшкән, башың түбән эйелгән, ҡәҙерле әйберен юғалтҡан кешеләй, ергә ҡарап йөрөйһөң. Инде теләгеңә ирештең, хыялдарың тормошҡа ашты, тағы нимә етмәй һуң? – тип һорап ҡуйҙы.
– Атай, йоҡларға ятһам, ҡолағыма бала илаған тауыш ишетелә, улымды бик һағынам. Һин хаҡлы булғанһың, ниҙәр юғалтҡанымды һуң аңланым...
* * *
Сөмбөл, йәй буйы апаһы янында эшләп, тәжрибә туплап, дүртенсе курсҡа килде. Уҡыуҙан һуң репетицияға йүгерҙе. Ул татар донъяһы йондоҙҙары – Илһам Шакиров, Әлфиә Афзалова йырҙарын бик яратып башҡарҙы. Башҡорт, татар концерттары килһә, береһен ҡалдырмай уларға йөрөнө. Үҙе лә йышҡына концерттарҙа ҡатнашты, үҙенә күрә бәләкәй генә йондоҙға әйләнде. Уның репертуары байыны, микрофон менән йырларға өйрәнде, йылдар уның тауышына көслө тембр өҫтәне. Бишенсе курсты бөтөргәс, ансамбль Үзбәкстан буйлап гастролгә сығып китте. Сөмбөл, ауылға ҡайтырға юллыҡ, күстәнәстәр, бүләктәр алырлыҡ аҡса булыр тип, уларға ҡушылды. Ғосман уның фотоһын ҙурайтып, афиша яһатты, өҫтөнә ҙур хәрефтәр менән СӨМБӨЛ тип яҙҙырҙы. Төрлө мөйөшкә һибелгән татар, башҡорт халҡы уларҙың концерттарын һағынып көтөп алды. Сөмбөл йырлағанда, улар тыуған яҡтарына ҡайтып килгәндәй булды, яҡындарын һағынып иланы. Йырсы ҡыҙҙың даны йыраҡтарға таралды. Ташкент, Фирғәнә, Сәмәрҡәнд ҡалаларында уларға, тамашасылар һорауы буйынса, өҫтәмә концерттар бирергә тура килде. Сөмбөл сит ерҙәге татар менән башҡорттоң күплегенә аптыраны. «Мине бында әсе яҙмыш елдәре ташланы, былар нисек килеп эләккән?» – тип уйланы. Улар ай буйы ил гиҙеп ҡайттылар. Аҡса Сөмбөл уйлағандан да күберәк йыйылды.
– Ғаилә кассаһына минең дә әҙерәк өлөшөм инһен, – тип йылмайып, эшләп алған аҡсаһын ағаһы алдына ҡуйҙы.
– Кәрәкмәй, үҫкәнем, үҙеңә булһын.
– Мин һеҙгә бурыслы, ағай, әгәр ҡылған яҡшылыҡтарығыҙҙы аҡса менән генә бәхилләтә алһам, күпме булһа ла түләр инем.
Ағаһы менән апаһы бер-береһенә серле ҡарап ҡуйҙы.
– Сөмбөл, беҙ һинән бер нәмә һорамаҡсы инек.
– Һеҙ әллә ниндәй бөгөн, мин юҡта ниҙер булмағандыр бит? – тип ти ҙерәк улын ҡулына алды Сөмбөл.
– Сөмбөл, һин әле йәш, тормошоң алда, кейәүгә сығырһың, тағы бала табырһың, бәлки, Азаматты беҙгә ҡалдырырһың? – тине ағаһы. Үҙе тирләп сыҡты, ҡулдарын ыуҙы, ҡайҙа ҡарарға белмәне. – Беҙ уны уҡытырбыҙ, ҙур кеше итербеҙ, бөтә йыйған байлығыбыҙ уға ҡалыр.
Буласаҡ табип был һүҙҙәрҙән аптырап ҡалһа ла, үҙен бик тиҙ ҡулға алды.
– Әйҙә, улым, йоҡларға кәрәк, – тип улын икенсе ҡатҡа үҙ бүлмәһенә алып менеп китте.
Ул бүлмәһенән төшкәндә, ағаһы менән апаһы һаман шул килеш уйға батып ултыра ине. Сөмбөл һалмаҡ ҡына һүҙ башланы.
– Әгәр ҡылған яҡшылыҡтарығыҙ өсөн улымды һорайһығыҙ икән, башта минең йәнемде алығыҙ. Мин инде ике тапҡыр үлемдән ҡалған кеше, өсөнсөһөн күтәрә алмам. Мин һеҙгә ниҙәр кисергәнемде һөйләмәнем. Мине йәлләүегеҙҙе лә теләмәйем. Балам ҡарында саҡта ике тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осраштым, мине ҡараусы ҡарт табип «яраларың төҙәлер, тик башҡа балаң ғына булмаҫ, берәй мөғжизә генә ярҙам итмәһә инде» тине.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты, был ваҡытта өсөһөнә лә бик ауыр ине.
– Баламды һағынып һарғайырмын, ниңә кәрәк миңә ул диплом, үҙе яралы кеше кемгә ярҙам итә алһын? Тыуған яғыма ҡайтҡас, баламды һатып белем алдым, тиерменме? Уны бит олатай-өләсәләре көтә. Нисә йыл һеҙ минең өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булдығыҙ, Азамат та һеҙгә ейәнегеҙ кеүектер, тип уйлайым. Мин һеҙҙең хәйер-фатиханан башҡа китергә йыйынмайым. Әгәр яҡшылыҡтарығыҙҙың башҡа баһаһы юҡ икән, миңә бер йотом ағыу етә, бирегеҙ ағыу, унан алырһығыҙ баламды, – тип һүҙен тамамланы Сөмбөл, ауыр һулап.
– Юҡ, балам, улай тимә, зинһар, кисер беҙҙе, кисер беҙ ҡарт йүләрҙәрҙе, – тип Ғәлимә апаһы Сөмбөл алдына килеп теҙләнде. Үҙе иланы, үҙе Сөмбөлдө ҡосаҡланы. – Һин беҙҙән китһәң, нисек йәшәрбеҙ?
Улар ҡосаҡлашып бик оҙаҡ иланылар, ағаһы ла күҙен аҫҡа йәшерҙе.
Ниһайәт, Сөмбөл телгә килде.
– Мин бит уны һеҙҙән бөтөнләйгә алып китмәйем. Әллә мине һеҙҙең ҡартлығығыҙ тураһында уйламай тиһегеҙме? Мин һеҙҙең алда бурыслы.
– Һин беҙҙең хаҡта уйлайһыңмы? Ысынлапмы?
– Мәктәпте бөтөргәс, мин уны бында уҡырға килтерермен. Уҡыр, эшләр, ҡартлыҡ көнөгөҙҙә янығыҙҙа булыр, тик яҡшы кеше генә булып үҫһен. Мин шулай уйлап йөрөй инем, ағай, һеҙ бөгөн мине шаҡ ҡатырҙығыҙ. Һеҙҙән бындай һүҙ ҙәр көтмәгән инем.
– Кисер беҙҙе, Сөмбөл, беҙ һәр ваҡыт һеҙҙе көтөп йәшәрбеҙ. Был һүҙҙәребеҙ менән рәнйеткән булһаҡ, зинһар, ғәфү ит, – тип ағаһы Сөмбөлдө ҡосаҡлап алды.
– Мин әйткән һүҙемдә торам, ағай, һеҙҙең ҡартлығығыҙ Азамат ҡулында булыр. Һеҙ уны бик иркәләйһегеҙ, беҙҙә уға иркәләүҙәр эләкмәҫ, ул ысын ир булып үҫергә тейеш, уның нәҫеле бик яҡшы, сибәр кешеләр, – тип йылмайҙы.
Был һөйләшеү ике яҡҡа ла еңеллек килтерҙе, улар бер-береһенә тағы ла яҡынайҙы.
– Һин иҫ киткес яҡшы кеше, Сөмбөл, беҙ һеҙҙе бик һағынырбыҙ инде.
– Һағынһағыҙ, беҙгә йышыраҡ ҡунаҡҡа ҡайтырһығыҙ. Әле бит тағы ярты йыл бар, ә мин иртәгә китеүсе кеүек һөйләшәм. Әйтеүе генә еңел: өйгә ҡайтмағанға алты йыл. Мин бит хәҙер бөтөнләй икенсе кеше, киткәндә бала ғына инем...
– Ә хәҙер һин тирә-яҡтағы иң сибәр ҡатын, үҙең әле юғары белемле табип та. Сөмбөл, асыуланмаһаң, бер һорау бирәйем әле. Улыңдың атаһы, кире ҡайт, тип килһә, нишләрһең?
– Ул инде өйләнгән булырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, кирегә юл юҡ. Миндә уның мәңгелек иҫтәлеге ҡалды, ул миңә шундай бала бүләк итте – мин уға үпкәләмәйем, үткәнемә үкенмәйем. Мин яңы тормош башларға йыйынам...
Улар шулай таң атҡансы һөйләшеп ултырҙы.
* * *
Сөмбөл әсәһенә үҙенең фотоларын, афишаларын ебәрҙе, һабантуйға матур күлдәк-яулыҡ һалды. Әлфисте лә онотманы, уға тип күлдәк ебәрҙе.
Посылканы алғас, әсәһенең шатлығы эсенә һыйманы. Сөмбөлдөң афишаһы шундай матур, һоҡланып туя алмаҫһың. Уның ҡыҙы шундай булғанғамы? «Был афишаны Байрасҡа ла күрһәтермен әле, ул меҫкен һаман Сөмбөлдө көтә бит...»
Байрас – баһадир инде хәҙер, нисә йыл көрәшеп, һабантуй батыры булды. Ундай сибәр егет тирә-яҡта юҡ, күп ҡыҙҙар уның тураһында хыялланалыр, ул ғына береһен дә күрмәй. Үҙен инженер итеп ҡуйҙылар, киләһе йылға уҡыуын бөтөрә. Бына бит ул мөхәббәт кешене нишләтә! Сөмбөл уҡый тип, уҡырға инде, Сөмбөл йырлаһа, мин көрәшәм тип, көрәшкә сыҡты – барыһы ла мөхәббәт хаҡына. Мөхәббәт уны үрҙәргә үрләтте. Улар бер-береһенән йыраҡ булһалар ҙа, икеһе лә был тормошта кәрәкле, уҡымышлы кешеләр булырға теләне.
Сания апай янына Байрас, күбеһенсә, Сөмбөлдөң хаттарын уҡырға килә ине. Уның ни әйтергә теләгәнен Сания апай ялбарыулы күҙ ҡарашынан уҡ аңлай.
Бөгөн дә егет килеп инеүгә:
– Уф, Хоҙай биргән бит һиңә күҙҙәрҙе, йәнеңде сығарып һалырһың. Бына кил, ҡара, – тип көлөп, түр яҡтың ишеген асты. Сания апай Сөмбөлдөң афишаһын оло рамға ҡуйған ине. Байрас үҙенең ҙур кәүҙәһе, киң елкәләре менән бөтә ишекте ҡапланы. Ул бик оҙаҡ ҡына афишаға ҡарап торҙо, унан әкрен генә яҡын килеп, фотолағы Сөмбөлдөң ирендәрен, сәстәрен бармаҡтары менән һыйпап ҡараны, әйтерһең, ул һүрәтте түгел, Сөмбөлдө иркәләй ине. Байрас күҙҙәрен
йомдо, ауыр итеп һулап ҡуйҙы. Сания апаһының ҡарап тороуын һиҙгәс, уңайһыҙланып, тышҡа уҡ сығып китте.
– Әйҙә, кер инде, сәй эсәйек, – тип Сания апай уның артынан сыҡты.
– Сания апай, әгәр Сөмбөл кейәүгә сыға ҡалһа, мин нисек йәшәрмен? Мин бит уны ғына көтөп, өмөтләнеп йәшәйем, башҡаса булыр тип уйларға ла ҡурҡам.
Сания апай, йылмайып:
– Бер йылдан ҡайтам, тигән, бына, хатын уҡы, шунһыҙ барыбер китмәҫһең, – тине.
Байрастың йөҙө яҡтырып китте, матур итеп көлөп ҡуйҙы. Уның күҙҙәре: «Һин генә минең хәлемде аңлайһың, Сания апай»,– ти ине кеүек.
* * *
Юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙар тамамланды. Сөмбөлдөң сығарылыш кисәһе килеп етте. Диңгеҙ төҫөндәге туҡыманан бик матур оҙон күлдәк тектеләр.
Уҡыуын тамамлауын ҡотлап, ағаһы менән апаһы алтын сылбыр һәм алтын беләҙек бүләк итте. Улар, дүртәүләшеп, кейенеп-яһанып, институттың ҙур залына киттеләр. Зал шығырым тулы ине. Ата-әсә балаларының шатлығын уртаҡлашырға тип килгән.
Кисәге студенттар бөгөн юғары белемле белгес исемен аласаҡ. Өс ҡыҙыл дипломдың икеһе Сөмбөл менән Исмаилға биреләсәк. Шатлыҡтан Сөмбөлдөң күҙҙәре йәшләнде, ул янында торған Исмаилға ҡарап йылмайҙы. Исмаил да йылмайҙы, уның бәләкәй ҡулдарын үҙ усына алды.
Бына ошо ҡыҙыл ҡатырға эсендә – алты йыл ғүмер. Был алты йылда ниҙәр генә булманы: һөйөнөстәр, көйөнөстәр, йоҡоһоҙ үткән төндәр, бәхетле мәлдәр...
Сөмбөл диплом алғанда әсәһен иҫкә төшөрҙө. Их, хәҙер әсәһе янында булһа, ҡыҙы өсөн нисек һөйөнөр ине! Уның бөтә донъяны яңғыратып: «Килегеҙ, күрегеҙ, мин юғалманым, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым!» – тип ҡысҡырғыһы килде.
Диплом тапшырыу тантанаһынан һуң Сөмбөл ансамбль менән сығыш яһаны. Уҡытыусыларына рәхмәт йөҙөнән, уларға бағышлап иң матур йырҙарын башҡарҙы. Һуңғы йыры аҙағында кәрзин менән сәскәләр күтәреп сәхнәгә Исмаил менде. Сәскәләрҙе Сөмбөлдөң аяҡ аҫтына ҡуйҙы ла бер һүҙ әйтмәй төшөп китте.
Ғәлимә апай артында ултырған берәү:
– Меҫкен, алты йыл Сөмбөлдө бөркөт кеүек һаҡланы. Кем өсөн һаҡланы? Хәҙер нишләр? – тип бышылданы.
Эйе, Исмаил менән Сөмбөлгә хушлашыр ваҡыт еткән ине.
Улар, икәү, дуҫтарынан айырылып, баҡса буйлап китте, тирә-яҡ сәскәгә күмелеп ултыра, төнгө һауала уларҙың хуш еҫе аңҡый, сихри бер донъя. Исмаил һүҙен нисек башлап ебәрергә белмәй аптыраны, Сөмбөл дә бөгөн һүҙһеҙ ине. Улар алты йыл буйы бергә йөрөнө, баҡһаң, уҡыуҙан башҡа бер ни тураһында һөйләш кәндәре булмаған икән. Исмаилдың алты йыл буйы күңел түрендә әйтелмәй һаҡланған һүҙҙәре бик күп, ул уны бөгөн әйтергә тейеш. Улар фонтан янындағы эскәмйәгә килеп ултырҙылар.
– Сөмбөл, һин үҙең аңлайһыңдыр, беҙ бөгөн мәңгегә айырылашабыҙ. Беҙ башҡа бер ҡасан осрашмаясаҡбыҙ. Рөхсәт итһәң, мин һиңә бик күп нәмәләр әйтер инем.
Сөмбөл, йылмайып, уның күҙҙәренә ҡараны.
– Әйт, Исмаил, әйт, йөрәгеңдә ҡалмаһын, барыһын әйт.
– Һин беренсе тапҡыр уҡырға килгән көнөңдө хәтерләйһеңме? Мин бер кем менән аралашмай инем. Һин килеп ингәс, аяҡтарым үҙенән-үҙе һинең янға килтереп ултыртты. Дин, шәриғәт буйынса, сит ҡатын-ҡыҙға ҡағылырға ярамай. Мин һине алты йыл үҙемдән, башҡаларҙан һаҡланым. Һиңә ғашиҡ булыусылар күп ине, һин уларҙы яҡын килтермәнең. Минән егеттәр «телһеҙ мүкләк, шәүлә» тип көлдөләр. Бәлки, һин дә шулай уйлағанһыңдыр. Әгәр күҙҙәремә ҡараһаң, һине нисек яратыуымды күрер инең. Ғашиҡ икәнлегемде белһәң, башҡаларҙы ҡыуған кеүек, мине лә кире ҡағырһың, дуҫлығыбыҙҙы өҙөрһөң тип, хистәремде тырышып йәшерҙем. Һин мине дуҫың тип һананың, ә минең һиңә ғашиҡ бер ир икәнлегемде башыңа ла килтермәнең. Һинең йәнәшәңдә булыу, һине башҡаларҙан яҡлау, һине яратыу минең өсөн ҙур бәхет ине. Көн етһә, тиҙерәк һинең яныңа ашығам, эйелгәндә сәстәрең битемә тейеп китһә, үҙемде утта янғандай
хис итәм, һине шашып иркәләүҙән үҙемде көскә тыйып ҡалам. Һиңә берәйһе ҡағылһа, мин уны шунда уҡ туҡмап ташлаған булыр инем. Һин – минең фәрештәм... Кешеләр, был донъяға һыйыша алмай, һуғышалар, ниҙер бүлешәләр, ҡан ҡоялар. Әгәр минең илем бындай гөлбаҡса булһа, иртәләр шулай тыныс булһа, мин һиңә тәҡдим яһап ҡарар инем. Һине бәхетле итер өсөн мин әллә ниҙәр эшләргә әҙермен. Ҡыҙғаныс, мин һиңә бер ни бирә алмайым, илемдә һуғыш, ҡан, емерелгән ҡалалар. Йүнле больницалар юҡ. Һинең шикелле гүзәл заттар ундай тормошта йәшәргә тейеш түгел!
Сөмбөлдөң йөрәге һыҡрап ҡуйҙы, ул да уның кеүек ғазап сиккән, ә ҡыҙ уны аңламаған. Сөмбөл Исмаил ҡаршыһына килеп баҫты. Ҡуйы ҡара бөҙрә сәстәр, ҡуйы ҡара һаҡал, ҡуйы ҡара керпектәр һәм матур, асыҡ көрән күҙҙәр... Сөмбөл, Исмаилды мәңгегә иҫендә ҡалдырырға теләгәндәй, бик оҙаҡлап ҡарап торҙо.
Хушлашыу сәғәттәре яҡынлашҡандан-яҡынлашты. Икеһенең дә күҙҙәре йәшләнде, айырылышыр ваҡыт етеүен бөтә күңелдәре менән тойҙолар. Сөмбөл уның сәстәрен һыйпаны, тоҙло күҙ йәштәре ҡуйы һаҡал араһына инеп юғалды.
– Кәрәкмәй, ғазапланма, – тип Сөмбөл Исмаилдың башын күкрәгенә ҡыҫты.– Ила, оялма. Мөхәббәт – ул ғазап. Мин уның уттарында бер яндым. Уның дауаһы – ваҡыт, – тине, уның битен ҡулдары менән тотоп, күҙҙәренә ҡараны. – Хоҙай һине үҙе һаҡлаһын. Һуғыштар бөтөр, илдәр араһында юлдар асылыр, һин тағы килерһең. Ун йылдан һуң беренсе июль көндө беҙ һинең менән ошонда осрашырбыҙ, иҫеңдә тот. Мин һине көтөрмөн. Һин – минең иң яҡын дуҫым, – тип күҙҙәренән үпте.
Исмаилға ауыр ине. Улар бит каникулға түгел, ғүмерлеккә айырыла. Сөмбөлдөң устарын ҡайнар күҙ йәше яндырҙы.
– Минең бәләкәй генә кәнәри ҡошсоғом, Хоҙайҙан һиңә бәхет һорармын.
Баҡсала әкрен генә һыҙылып таң атты. Ҡоштар, таңды сәләмләп, уҙышмаҡтан йыр һуҙҙылар. Улар икеһе лә, ошо гөлбаҡсаны иҫтәрендә ҡалдырырға теләп, тирә-яҡты күҙәтте. Исмаилға был матурлыҡты, тыныслыҡты, Сөмбөлдө ташлап, емерек Иран харабаларына ҡайтыу бик ауыр ине. Был баҡсаға ун йыл үткәс, һөйләшкән ваҡытҡа Сөмбөл килер. Өс көн, өс төн көтөр ул үҙенең дуҫын, ләкин ҡара бөркөтө генә килмәҫ. Һуғыш бөркөттәрҙе лә аямай шул.
Бөркөттәр оса һауаларҙа,
Оялары текә ҡаяларҙа.
Дуҫҡайыма барып,
Сәскә һалыр инем –
Ҡәберҙәре ҡайҙарҙа?..
Сөмбөл дә тыуған яҡтарына ҡайтырға йыйынды. Аэропортҡа ике оло сумаҙан, сумкалар менән килде. Апаһы юл буйы илап барҙы, Азамат уның күҙ йәштәрен һөрттө:
– Ҙур әсәй, илама, мин һиңә хат яҙырмын, – тип йыуатты. Сөмбөл үҙенең алты йыл элек, бер нәмәһеҙ, шул баланы күтәреп килеүен иҫенә төшөрҙө. Ул ваҡытта ағалары үҙ ҡанаттары аҫтына һыйындырмаһа, яңғыҙ башы ҡайҙа барып төртөлгән булыр ине икән? Хоҙай уға йөҙө менән боролдо, етәр был балаға ғазапланырға, тип ҡыҙғанғандыр, күрәһең.
Август уртаһы. Бесән ваҡыты. Әсәһе бесәндәлер, моғайын.
Самолет уларҙы тыуған яҡҡа, Урал тауҙары аша Силәбе ҡалаһына, килтереп төшөрҙө. Ул автобус белешеп торманы, аэропорт янында тороусы таксиҙарҙың береһе менән ауылына ҡайтып китте. Тыуған ауылына яҡынайған һайын, нығыраҡ тулҡынланды, әсәһе нисек ҡаршылар, тип уйланды.
(Дауамы бар)