

Ағаһының больницаға башҡа барып йөрөмәүен ишеткәс:
– Улайһа, Сөмбөл янына үҙем барам, миңә ярайҙыр бит? Минең уның алдында бер ғәйебем дә юҡ, – тине. Сөмбөл сабыр ғына йылмая, Байрас менән һөйләшә башланы. Булат тураһында бер һүҙ ҙә ҡуҙғатманылар. Байрас Верочка менән дә уртаҡ тел тапты, кис менән икеһе бергә ҡайтып киттеләр.
– Әйҙә, сәй эсеп сығырһың, һин эштән ҡайтып ашамағанһыңдыр, – тип бер көндө Верочка Байрасты өйөнә саҡырҙы.
Верочка бер бүлмәле бәләкәй генә фатирҙа йәшәй икән. Бүлмәһе бик бөхтә йыйыштырылған, һәр әйбер зауыҡ менән эшләнгән, һәр нәмә үҙ урынында. Хужабикә егетте бик тәмле аш, сәй менән һыйланы. Көтмәгәндә һорап ҡуйҙы:
– Әйт әле, үҫкәнем, ағайың менән Сөмбөл тураһында һин ни уйлайһың?
– Ни әйтергә лә белмәйем, үҙем дә аптырайым. Ағай Яңы йылда өйләнергә йыйына ине. Сөмбөлгә түгел, башҡаға. Хәҙер ул да нишләргә белмәй. Сөмбөл бит уға килеп йөрөмәҫкә ҡушҡан.
– Эйе шул, мин ғәрип түгел, миңә уның йәлләүе кәрәкмәй, ти. Беләһеңме, ул бит әсәһенән ҡурҡа, бала тураһында ла белһә, өйҙән ҡыуып сығарыр, бала менән ҡайҙа барырмын, тип бик ҡайғыра. Больницанан сыҡҡас, балаһын алдырмағайы, уға хәҙер аборт яһатырға ла һуң. Әсәһе, берәй әбейгә алып барып,берәй нәмә яһатһа, унан башҡа балаһы булмаһа? Бына шуларҙы уйлайымда ҡурҡам. Минең дә балам булманы, берҙе юғалттым, башҡаны Хоҙай насип итмәне. Хәҙер, бына, япа-яңғыҙмын. Бала тапмай торған ҡатын бер иргә лә кәрәкмәй. Мин Сөмбөл өсөн бик ҡайғырам, әле уның ауыр көндәре алда, ауылда бит ирһеҙ бала тапҡан ҡатынға бөтөнләй икенсе ҡараш.
Былар тураһында Байрас үҙе лә уйлай. Ағаһы ла уйлайҙыр, уға ла хәҙер бик ауырҙыр. Был аҙнала Фәриҙәгә яусы ебәрергә тейеш ине, ул хаҡта һүҙ ҙә ҡуҙғатманы, яусы ла ебәрмәне.
Сөмбөлдөң больницаға ингәненә бер ай булды. Ял көндө әсәһе килгәс:
– Әсәй, өйгә ҡайтҡым, мунса ингем килә. Һин мине алып сыҡ бынан, – тип үтенде.
Әсәһе лә:
– Ярай, балам, табип сығарһа, иртәгә күрше ағайың менән һөйләшәм дә, машина менән килеп алырбыҙ. Бик оҙаҡ яттың шул, балам, бәлки, өйҙә тиҙерәк терелерһең. Битеңдә ҡан әҫәре юҡ, өйҙә яҡшыраҡ булыр, – тип шатланып, ҡыҙы менән ризалашты. Бер аҙҙан табип менән һөйләшеп тә килде:
– Сығарам, ләкин бер аҙнанан ҡабат күренергә килергә тейеш, тине табибың. Ярай, ҡыҙым, һин әҙерләнә тор, иртәгә килеп алам, – тип әсәһе ҡайтып китте.
Киске яҡҡа Вера әбей килде.
– Верочка, иртәгә мин өйгә ҡайтам, әсәйем килеп ала. Шундай туйҙым бында ятыуҙан! Верочка, әйҙә, һин дә беҙгә ҡайт, мунса инеп, ҡунаҡ булып китерһең. Һин хәҙер миңә апайым кеүек яҡын. Һин бит мине ташламаҫһың, эйеме, – тип Сөмбөл уны ҡосаҡлап үпте. – Мин һиңә шул тиклем күнектем, һинән башҡа нишләрмен инде?
Верочка ла Сөмбөлгә бик эйәләште, уны үҙ балаһылай яратты. Уның бит башҡа бер кеме юҡ. Ҡыҙҙың алдағы яҙмышы билдәһеҙ шул, әсәһе, туғандары бала тураһында белһә, ни тиерҙәр?
– Юҡ, ҡояшым, мин һине үлгәнсе ташламайым. Терелгәс, эшкә сығаһың бар. Бына һиңә адресымды бирәм, тура үҙемә кил. Бала тураһында әсәйеңә әйттеңме әллә?
– Юҡ. Әгәр әсәйем белһә, мине үлтерәсәк. Верочка, был хаҡта әйтеү түгел, уйларға ла ҡурҡам.
– Ҡара әле, ҡояшым, ни генә булмаһын, балаға тейә күрмә, харап итмә. Уны һиңә Хоҙай насип иткән, Хоҙайға ҡаршы барһаң, башҡа бирмәҫ. Яңылыш бер була, икенсе яңылыш яһай күрмә. Ни булһа ла, үҙемә кил. Мин һиңә һәр ваҡыт ярҙам итермен.
Икенсе көндө әсәһе Сөмбөлдө күрше ағай менән килеп алды. Өйгә ҡайтыу шатлығынан ҡыҙҙың күңеле тулды. Тыуған ауылын, өйөн шундай һағынған!
Сөмбөл үҙенең яратҡан урыны – тәҙрә төбөнә килеп ултырҙы. Тышта матур итеп, һалмаҡ ҡына ҡар яуа. Бер ай ваҡыт эсендә бөтә донъя үҙгәрҙе. Элекке Сөмбөл булһа, уйнап һикереп, урамға сығып йүгерер, аҡ ҡарға әллә ниндәй эҙҙәр төшөрөп, эсе ҡатып көлөр ине. Ә бөгөн ул яуған ҡарҙа ла бары ниндәйҙер һағыш, моңһоулоҡ күрә. Ашағас, тиҙерәк урамға сығырға ашыҡты, күңеле болғаныуҙан, әсәһенең ни ҙә булһа һиҙенеүенән ҡурҡты. Үҙҙәренең һарай артындағы әрәмәлеккә табан китте. Бәләкәй генә йылғаны боҙ, ҡырпаҡ ҡар ҡаплаған. Ниндәй аҡлыҡ, ниндәй аҙалыҡ, ниндәй моңһоу тынлыҡ...
Үткән ҡышта һин бала инең,
Томоролоп алға саба инең.
Ә был ҡышта, ә был ҡышта
Ник башыңды аҫҡа эйҙең?
Ҡар бөртөктәрен күтәрә
Алмаймы әллә иңең?
...Йома көн етте. Һәр ваҡыттағыса, йәштәр бөгөн дә вокзалда йыйылды, һәр ваҡыттағыса, автобусҡа шыплап халыҡ тулды. Ауылға ҡайтып еткәнсе, халыҡ йылына, ҡыҙарына бүртенә, унан бынан шаян һүҙҙәр сыға башлай, егеттәр ҡыҙҙарҙы үртәй, тегеләре лә яуапһыҙ ҡалмай. Автобус ҡайтып етеп, ишектәрен асыу менән, бөркөлөп пар сыға, ҡыҙарып бешкән халыҡ урамға ағыла, ултырып түгел, автобус артынан йүгереп ҡайтҡандар тиерһең.
Булат менән Байрас, һөйләшә һөйләшә, өйҙәренә юл алды. Ни тиклем генә елбәҙәк күренһә лә, һуңғы ваҡытта Байрас уйсанланып, етдиләнеп китте, ә Булат бөтөнләй иләҫ-миләҫ йөрөй.
– Ағай, әйҙә, өйгә ингәнсе, ныҡлап һөйләшәйек әле. Һин ни уйлап йөрөйһөң? Сөмбөл бит һәр ваҡыт больницала ятмаҫ, ҡайтҡас, әсәһе, туғандары беләсәк, тауыш сығасаҡ. Бала менән ҡайҙа барыр ул? Өйлән, тип бында килһәләр, һин, өйләнмәйем, тиһәң, ул ваҡытта уға аҫылынырға ғына ҡала...
– Өйлән, тиеүе еңел. Мине инде ике аҙна Фәриҙә көтә. Яусы ебәрәм тигән инем бит. Унан, ул елбәҙәк Сөмбөлдән ниндәй ҡатын сыҡһын, нисек уның менән донъя көтөргә кәрәк. Көн уйлайым, төн уйлайым, ни уйлап табырға ғына белмәйем. Минең бөтә хыялым – Фәриҙә, мин уға ғына өйләнергә теләйем. Аңлайым: Сөмбөл ҡыҙғаныс. Теге көндө больницала күргәс, бөтә йәнем тетрәнде, мин уны улай уҡ һыныр тип уйламағайным. Ул бит мине үҙе кире ҡаҡты, һөйләшергә тип барғас, әйләнеп ятты, боролоп та ҡараманы. Бик йәлләһәң, үҙең өйлән, кешегә кәңәш биреү еңел ул. Үҙ башыңа төшһә, нишләр инең икән?!
– Минме, ағай, минән генә торһа, ул риза булһа, бөгөн үк өйләнер инем. Эйе, әгәр һинеке түгел, башҡа кешенеке булһа ла, өйләнер инем. Кем балаһы икәнен эт тә белмәҫ ине әле. Һин ашыҡтың, ә мин һуңға ҡалдым. Бөтә бәлә шунда, ағай, мин – уны, ул һине ярата, ә һин – Фәриҙәне. Тыуасаҡ гонаһһыҙ сабыйҙы кем яратыр? Ул бит беҙҙең ҡан, ул бит беҙгә оҡшаясаҡ. Эй, ағай, ағай...
Булаттың башына күҫәк менән килтереп һуҡҡандай булды. Ул энеһенән бындай һүҙҙәр ишетермен тип уйламағайны. Елғыуар энеһе кемде лә булһа ярата алыр, тип башына ла килтермәгәйне. Тимәк, Сөмбөлгә генә түгел, энеһенең дә юлына арҡыры төшкән, уның алдына ла ғәйепле булып сыҡты. Ул, бер аҙ өндәшмәй торғас:
– Хәҙер нишләйбеҙ инде? – тине, ауыр һулап.
– Әсәйҙәргә үҙең аңлат, тик минең Сөмбөлдө бала күтәртеп урамда йөрөтәһем килмәй. Мин уны бында алып ҡайтам, бала тыуғансы булһа ла, бында йәшәһен, исмаһам, «ирһеҙ бала тапҡан» исемен күтәрмәҫ. Ә һин туйыңды бер аҙ һуңыраҡҡа күсерергә тырыш, бала тыуғансы ашыҡма. Атайҙар менән дә һөйләшергә кәрәк, беҙ ҡапсыҡта ятмай ул, барыбер тишеп сыға, белеп торһондар.
Үҙ йомошо менән ишек алдына сыҡҡан Әлфис, кешеләр һөйләшкәнен ишетеп, ҡапҡа төбөнә килеп баҫты. Ағалары ҡайтҡан икән, ҡыҙыҡ, бында ҡасып ни һөйләшәләр икән, тип ҡолағын ярыҡҡа ҡуйҙы. Бер аҙ тыңлағас, әһә, былай икән, тип өйгә йүгерҙе.
– Атай, әсәй, бәләкәй ағай балалы ҡатын алып ҡайта.
– Ни һөйләйһең һин, кем әйтте?
– Ағайҙар ҡапҡа төбөндә һөйләшеп ултыра. Байрас ағай оло ағайға: «Һин теләһә нишлә, мин уны өйгә алып ҡайтам», – тине.
– Ә балаһы ҡайҙан сыҡҡан?
– Белмәйем, «урамда йөрөй балаһы менән» тине, ахыры, һалҡын бит, оҙаҡ тыңлап тора алманым.
Әсәһе менән атаһы, бер береһенә ҡарашып, аптырап ҡалды.
– Суҡынсыҡ малай! Кермәгән тишегең юҡ, сыбыҡһыҙ радио, – тип атаһы асыуланып алды.
Әсәһе:
– Балалы ҡатын алмаһа, ҡыҙҙар бөткәнме, йөрөй торғас, килеп ҡапҡан икән… – тип һуҡранды.
– Бар, улым, һин инеп ят, – тине атаһы Әлфискә. – Иртәгә иртәрәк торорһоң, һуғым һуябыҙ, үгеҙ йығырға кеше кәрәк, һин ҡойроғон бороп торорһоң.
– Иртә бит әле, ағайҙар ҙа инмәгән.
– Улайһа, китер сумкаңды, көндәлегеңде тикшерәйек, ниҙәр тейәп ҡайттың икән?
Әлфис шым ғына үҙ бүлмәһенә инеп китте. Хәҙер инде улының сыҡмаҫын атаһы яҡшы белә. Кесе улының ене һөймәгән шөғөлө – уҡыу. Дәрес әҙерләргә ултырһа, бөтә уҡытыусыға, дәреслек яҙыусыларға, ғөмүмән, уҡыуҙы уйлап тапҡан кешегә асыулана, ҡулынан килһә, уларҙың бөтәһен бер ҡаҙанға һалып ҡайнатыр ине.
Булат менән Байрас ишектә күренеүгә, ата-әсә һораулы ҡараш менән уларға текәлде.
– Нишләп бик оҙаҡ, аш һыуынып бөттө бит. Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ.
Һиҙелеп тора: ниҙер булған. Аталары, тыныслап ашаһындар, бәлки, үҙҙәре һүҙ башлар, тип ашыҡтырмаҫҡа уйланы. Тыныс ҡына киске ашты ашанылар, улдары һүҙ башларға ҡабаланманы. Шәфҡәт ағайҙың сабырлығы бөтөп, асыулы ҡарашын Байрасҡа текәне:
– Шунан, донъяла ниҙәр бар? Бәлки, һөйләрһегеҙ?
– Ниңә миңә ҡарайһың? Донъяға ни булһын, ул үҙ урынында.
– Ә ниндәй ҡатын бала эйәртеп урамда йөрөй?
Байрас менән Булат бер береһенә ҡарашты.
– Атай, балалы ҡатындар менән урам тулған, ниндәй ҡатын ҡыҙыҡһындыра һине? Хәҙер кис инде, берәү ҙә юҡтыр.
Шәфҡәт ағай, ҡыҙа барыуын һиҙеп, үҙен ҡулға алырға тырышты. Иләҫ-миләҫ бала һүҙенә ышанып, ҡаш яһайым тип күҙ сығармаһын тағы.
– Улым, һиҙеп торам, нимәлер булған, икегеҙ ҙә балтағыҙ һыуға төшкән кешеләр кеүек ултыраһығыҙ. Үткән ҡайтыуығыҙҙа ла килде китте йөрөнөгөҙ. Ситтән ишетелгәнсе, үҙегеҙ һөйләгеҙ. Йә, нимә ҡырҙығыҙ?
Аталары ике һөйләргә яратмай, улдары ла уның бер ҡарашынан ни әйтергә теләүен аңлай. Өйҙә ҡаршы һөйләү юҡ, малайҙар бала саҡтан шулай тәрбиәләнгән. Аталарын хөрмәт итәләр, еткән егет булһалар ҙа, бер аҙ шөрләйҙәр ҙә.
Малайҙар, кем беренсе тигәндәй, бер береһенә ҡарап ултыра бирҙе. Аталары тағы бер ҡабат тамаҡ ҡырҙы.
– Йә, ҡайһығыҙ башлай?
– Атай, нисек әйтергә, шундай сетерекле хәл килеп сыҡты. Ҡыҫҡаһы, бер ҡыҙ бала көтә, уға өйләнеп тә булмай, ташлап та... Бына шул. Шуға ағай менән баш ватабыҙ, нишләргә лә белмәйбеҙ, – тине Байрас, ҡаушап.
– Һеҙҙең бында ни ҡатнашығыҙ бар?
– Һуң, ул беҙҙеке, дөрөҫөрәге, ағайымдыҡы.
Атаһы Булатҡа ҡараны, ул, сейәләй ҡыҙарып, башын аҫҡа эйҙе. Атаһы:
– Булат, аңлатып бир, – тип ҡырыҫ ҡына әйтеп ҡуйҙы.
– Атай, яңылышлыҡ менән булды, мин теләмәгәйнем. Мин башҡа ҡыҙҙың ҡулын һораным.
Булат атаһы нисек әйтһә, шулай буласағын аңланы.
– Бала кемдеке? – тине атаһы ҡоро ғына.
– Минеке.
– Һинеке булһа, алып ҡайт та өйлән.
– Юҡ, мин икенсе берәүҙе яратам. Беҙ Яңы йылға уның менән туй яһарға һөйләштек.
Һүҙгә әсәһе лә ҡушылды:
– Ул да бит – кеше балаһы, яратмағас, ник харап иттең һуң?
Атаһы, ауыр йоҙроҡтарын өҫтәлгә һалып, уйсан ҡырыҫ тауыш менән:
– Ә хәҙер мине тыңлағыҙ, – тип һүҙен дауам итте. – Иҫән сағымда Арыҫлановтар урамда йәтим, уйнаштан тыуған бала исеме күтәреп йөрөмәйәсәк. Мин һинән, улым, бындайҙы көтмәгәйнем. Ҡылған эшеңә яуап та бирә бел, янына ятҡансы уйларға ине. Өйгә алып ҡайт. Иртәгә һуғым һуябыҙ, Яңы йылға туй яһарбыҙ.
Булат, атаһының әйткән һүҙҙәрен ишеткәс, бөтөнләй юғалып ҡалды, башын аҫҡа эйеп:
– Юҡ, атай, булмай, – тип бышылданы.
– Ярай, өйләнмә, көсләп өйләндерә алмайым. Ләкин ул баланы бында ҡайтарып ҡуй, минең бер түгел, ун тамаҡ туйҙырырлыҡ мөмкинлегем бар.
Шулай итеп, атаһы Булаттың алдағы яҙмышына мөһөр һуҡты.
Булат Фәриҙәгә: «Көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡты, киләһе көҙгө өйләнешербеҙ», – тип ғәфү үтенеп хат яҙҙы. Ул әлегә өмөтөн өҙмәне.
* * *
Беҙ ҡапсыҡта ятмай – Сөмбөлдөң хәлен дөйөм ятаҡта барыһы ла белде. Сөмбөл бүлмәләш ҡыҙҙары эштә саҡта әйберҙәрен йыйып, үҙе эшләгән балалар баҡсаһына килде. Ул дөйөм ятаҡҡа ҡайтырға, унда күренергә теләмәне. Эштән һуң бында ҡунып ҡала торған булды.
– Ҡояшым, иртәгә үк миңә күс, мин һине һағынып бөттөм. Тағы бер яңылыҡ: һине бит Байрас эҙләй, больницаға барған – һин юҡ. Миңә килде, күп итеп күстәнәс алып килгән, һиңә ашатырға ҡушты. – Верочканың хәбәре күп йыйылған, һөйләне лә һөйләне. Икенсе көндө Сөмбөлдө үҙенә алып ҡайтып китте.
Сөмбөл үҙенең ауырлы булыуын ни тиклем генә йәшермәһен, Яңы йыл алдынан ҡайтҡас, әсәһе туранан тура һораны:
– Ярай, ҡайттың әле, төн сыҡҡансы үләм тип торам. Кисә Хәҙисә апайың килгәйне. Һине, больницаға бала төшөрөргә ингән, шунда саҡ үлемдән ҡалған, тип ишеткән. Ниңә кисә ҡайтманың, һин бит элек йома ҡайта инең? Утһыҙ төтөн булмай, әллә бер бер хәл бармы?
Сөмбөлдөң йөҙө ағарып китте, ҡурҡыуҙан теле әйләнмәне, күҙ алды ҡараңғыланды, өй эсе әйләнә башланы...
Әсәһенең:
– Ҡайҙа, яның менән борол әле. Әстәғәфирулла, был ни? – тигән һүҙҙәре йыраҡтан ишетелгән кеүек тойолдо.
Сөмбөлдөң ҡурҡыуы шул тиклем көслө булды – аңын юғалтып йығылды. Әсәһе, уны яңаҡлай яңаҡлай, аңына килтерергә тырышты. Үҙе илай, үҙе кемделер һүгә.
– Нишләнең һин, йүнһеҙ бала? Әҙәм көлкөһөнә ҡалдырҙың бит, шул йәшеңдән этлектә йөрөмәһәң! Атаһыҙ бала үҫтереүе еңел тип белдеңме әллә?
Әсәһе Сөмбөлдө күтәреп торғоҙмаҡсы булды, ләкин ҡыҙҙың кәүҙәһе ҡамыр кеүек йомшарғайны. Ул күҙҙәрен асырға тырышты, торорға теләне, ләкин кәүҙәһе тыңламаны, иҫерек кеше кеүек, иҙәндә ятырға мәжбүр булды. Йөҙө аҡ ҡағыҙ төҫөнө инде, һис ҡан әҫәре ҡалманы. Шул ваҡыт ишек шаҡыған тауыш ише телде. Әсәһе, күрше ҡыҙы инә тип:
– Ҡыҙым, тиҙерәк ишекте ас, һауа инһен, үлә бит, үлә, – тип илай илай ҡысҡырҙы.
Ишектән ике ир менән бер ҡатын ҡыҙ килеп инде. Ул уларҙың кемдәр булыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынманы. «Ҡотҡарығыҙ, ҡыҙым үлә», – тип илай бирҙе.
Ирҙәрҙең береһе Сөмбөлдө күтәреп, урынына һалды, тиҙ тиҙ генә яңаҡтарын, ҡолаҡтарын ыуа башланы, ҡатын да ҡыҙыу-ҡыҙыу аяҡтарын ышҡырға тотондо.
– Сөмбөл, ас күҙеңде, был мин – Байрас. Аңыңа кил, – тип ҡаты һелкетә, яңаҡлай торғас, Сөмбөл ауырлыҡ менән күҙен асты. Был тиклем халыҡты күреп, ҡайҙа эләктем мин, тип аптырап ҡалды. Һәр кешене күҙ йүгертеп ҡарап сыҡты, аяҡ осонда баҫып тороусы Булатты күреп, күҙҙәрен ҙур асып текәлеп ҡалды. Байрас ситкәрәк китеп баҫты, уның янына таныш булмаған ҡатын килеп ултырҙы:
– Һаумы, ҡыҙым. Мин Булаттың әсәһе булам. Бына һине алырға килдек. Һин ҡурҡма, борсолма, барыһы ла яҡшы булыр. Бына хәҙер әсәйең менән һөйләшербеҙ ҙә беҙгә китербеҙ.
Сөмбөлдөң күҙенән йәш бәреп сыҡты, ҡатындың йомшаҡ тауышы борсоулы йөрәккә көс бирә ине.
Әсәһе ашыға-ашыға өҫтәл әҙерләне, бергә ултырып сәй эстеләр. Ике әсә ниҙер һөй ләште, кәңәшләште. Унан Сөмбөлдө кейендереп, машинаға сығарып ултырттылар ҙа үҙҙәренә алып киттеләр. Әллә өн, әллә төш булды...
* * *
Сөмбөлдөң Ахун ауылына беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуы. Матур оло клуб, бейек манаралы мәсет янынан машина елдереп кенә үтте.
Еңел машина матур биҙәп эшләнгән ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Булаттың әсәһе:
– Әйҙә, ҡыҙым, бына ошонда йәшәйбеҙ инде, – тип алдан атланы.
– Ҡурҡма, ин, әйҙә, ин, – тине Байрас та.
Булат ҡына, ғәйепле кеше һымаҡ, бер ни өндәшмәй торҙо, дөрөҫөрәге, ни әйтергә белмәне. Сөмбөлдө әкрен генә алға этте: «Әйҙә».
Ҡапҡанан инеүгә, өйҙән өҫтөнә лә кеймәгән, ҙур кәүҙәле, төҫө бите менән Булатҡа оҡшаған уҙаман сыҡты.
– Әйҙә, килен, төклө аяғың менән. Мин һинең ҡайның булам инде. Әйҙә, түргә уҙ, – тине ул.
Сөмбөл ҡаушауынан ҡаҡҡан ҡаҙау кеүек тик торҙо, унан, йығылып китмәйем тигәндәй, кемдеңдер беләгенә йәбеште.
Атаһы Булатҡа өндәште:
– Әйҙә, улым, йәш киленде өйгә алып ин. Ә һин, ҡыҙым, ҡурҡма, ҡыйыуыраҡ бул.
Тауыш ишетеп, өйҙән атылып сыҡҡан Әлфис, Сөмбөлдөң шундай бәләкәй генә булыуын күреп, шаҡ ҡатты. Булат ағаһы Сөмбөлдө етәкләп тигәндәй өйгә алып инеп киткәс, Әлфис түҙмәне, Байрастың еңенән тартты:
– Ағай, шундай бәләкәй ҡатын буламы ни?
– Һиңә уйнарға иптәш булыр, – тине ағаһы, көлә-көлә.
Өйгә ингәс, ҡәйнәһе:
– Бына был һеҙҙең йоҡо бүлмәһе булыр, әйберҙәреңде шунда урынлаштырырһың, хәҙер ял ит. Мин аш әҙерләйем, – тип уны яңғыҙын ҡалдырып сығып китте. Сөмбөл өйҙөң эсен күҙҙән кисерҙе: ҙур, иркен, бөтә ерҙә тәртип, һәр нәмә үҙ урынында; бик зауыҡ менән йыйыштырылған, бөтә ергә, әбеһе һөйләгәнсә, ҡулдан һуғылған матур-матур келәмдәр йәйелгән. Икегә бүлеп эшләнгән был бүлмәгә матур шаршау эленгән, стенаға келәм ҡағылған, киң һике яһалған, уның өҫтөнә матур итеп сигеүле мендәрҙәр өйөлгән. Улар яғына бер тәҙрә лә эләккән, унан баҡса, алмағастар күренә. Сөмбөл был мөйөштө бик оҡшатты, кеше күҙенән кереп ҡасыр өсөн урын булды, тип шатланды.
Был кисте улар Булат менән, бер береһенә яңылыш ҡына ҡағылып китеүҙән ҙә ҡурҡып, икеһе ике яҡҡа ҡарап, бер һүҙ өндәшмәйенсә уҙҙырҙылар. Зәңгәр нурҙарын һирпеп, тәҙрәнән ай ҡараны. Ике аралағы бер кешелек бушлыҡты ул да тултыра алманы. Башҡалар араһында бәхет, мөхәббәт, шатлыҡ, ҡайнар һулыш, тағы әллә ниҙәр күреп ай ҙа оялыр ине, ә бөгөн ул, урталағы бушлыҡты, ауыр тынлыҡты, икеһе ике яҡҡа ҡарап ятҡан бәхетһеҙ йәндәрҙе күрмәүең яҡшыраҡ, тип күрше тәҙрәгә күсте. Сөмбөл, йәш булһа ла, был матур мөйөштөң уның өсөн түгел, башҡа ҡыҙ өсөн әҙерләнгәнен, үҙенең был ояға яңылыш килеп ҡунған ҡош икәнен яҡшы аңланы. Яҙын килгән ҡоштар көҙөн балаларын эйәртеп кире китә, ул да, балам тыуғас, бынан китермен, тигән уй менән таң алдынан ғына йоҡоға талды.
Бына шулай яңы тормош башланды. Ялда улар ауылға хәҙер өсәү ҡайталар.
Ауыл халҡы, егеттәрҙең ҡайһыһы туйһыҙ ғына ҡатын алған икән, тип баш ватты.
Әсәләре, кеше алдында яҡшы түгел, туй яһайыҡ, тигәс, Сөмбөл:
– Бер ниндәй ҙә туй кәрәкмәй, туйҙа бындай йәмһеҙ кәләш булмай, – тип ҡаршы төштө.
– Ярай улайһа, мулла саҡырып, никах уҡытайыҡ. Никахһыҙ тыуған баланы «елдән тыуған» тиҙәр, – тип, бер аҙнала никах уҡыттылар.
Хәҙер улар, теләһә теләмәһәләр ҙә, Хоҙай алдында ирле-ҡатынлы булды. Был идара ҡағыҙы түгел, йыртып ташлау мөмкин түгел, Сөмбөл мәңгегә Булаттың беренсе ҡатыны булып ҡаласаҡ. Унан һуң әллә кемдәр килһә лә, «Булаттың беренсе ҡатыны Сөмбөл» тип күктәрҙә яҙып ҡуйылды.
Декретҡа сыҡҡас, ҡыҙҙың әйберҙәрен Байрас йөк машинаһы менән ҡайтарҙы. Йәлләй ине ул Сөмбөлдө. Ҡатыны булһа ла, Булат уның менән һөйләшмәй. Нисек бер бүлмәлә йоҡлайҙарҙыр? Байрас Сөмбөлдө нисек кенә йәлләмәһен, уны нисек кенә яратмаһын, хәҙер бер ни ҙә үҙгәртә алмай шул.
Сөмбөлгә Әлфис шатланып бөтә алманы. Ул еңгәһен бик яратты. Сөмбөл апаһы уға әкиәттәр уҡый, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләй. Мөмкин булһа, Әлфис, көнө буйы, мәктәпкә бармайынса, уның янында ултырыр ине.
Сөмбөл хәленән килгәнсә Гөлфиә апайға булышты, уның нисек эшләгәнен ҡарап тороп, тап уныңса, һәр эште еренә еткереп башҡарырға тырышты. Эйәләшә төшкәс, әкренләп аш һыу тирәһендә лә ҡайнаша башланы. Гөлфиә апай һиҙҙермәйенсә генә киленен күҙәтте. Булат улы: «Ул донъя көтөрлөк ҡыҙ түгел, бер эш белмәй, елбәҙәк», – тиһә лә, Сөмбөл бер ҙә улай күренмәне. Ул бик һирәк йылмая, ҡулдары эшкә ятып тора, һәр эше килешле килеп сыға, тик һәр ваҡыт уйсан.
– Ҡыҙым, өй эштәрен мин үҙем дә ҡарармын, һин, ана, Әлфискә уҡырға ярҙамлаш. Бигерәк уҡырға яратмай, аҙғын быҙау менән бер, уйнарға сығыу яғын ғына ҡарай. Сумкаһын да уйнаған ерендә ташлап ҡайта. Был малай береһенә лә оҡшамаған, ағалары «бишле»гә уҡымаһалар ҙа, мәктәпкә бармайынса ҡасып йөрөмәйҙәр ине. Бала түгел, бәлә был, бәлә. Һине ярата бит, бәлки, тыңлар.
– Ярай, тик өйҙә китаптар юҡ, ауыл китапханаһында барҙыр инде. Мин урамға сығырға оялам, пальтомдың төймәһе эләкмәй.
Гөлфиә апай Сөмбөлгә ҡарап йылмайҙы:
– Аталары эре булғас, балалары ла ҙур тыуа шул. Һиңә күлдәк тә алаһы бар, быныһына һыймайһың. Әйҙә, кибеткә сығып әйләнәйек булмаһа, кәрәкле әйберҙәреңде алырһың, балаға ла кейемдәр ала башларға кәрәк.
– Юҡ-юҡ, әсәй, үҙең генә барып ҡайт. Минең урамға сыҡҡым килмәй. Үҙең беләһең бит ни кәрәген, миңә ниндәй ҙә ярай.
Икенсе көндө Гөлфиә апай килененә матур халаттар, эске кейемдәр алып ҡайтты:
– Мә, кейеп ҡара әле. Иркенләп эсеңде киреп йөрө, оялып, ҡыҫып йөрөмә, балаға зыян килер.
Сөмбөлгә бигерәк тә сәскәле, аҡ яғалы халат оҡшаны. Мин быны ялда ғына кейермен, тип ситкә алып ҡуйҙы. Булат ҡайтыуға элеккесә матур күренгеһе килә ине.
Шәфҡәт ағай китапхананан бер ҡосаҡ балалар китаптары күтәреп ҡайтты.
– Мә, уҡығыҙ. Шайтан алғыры малайҙың уҡытыусыһы күргән һайын зарлана. Хурлыҡ бит, ике метрлы кәүҙәң менән урам уртаһында ғәйепле бер малай кеүек баҫып тор инде. Әлфис, сумкаң ҡайҙа?
Әлфис, яҡ яғына ҡаранып, сумкаһын эҙләргә тотондо.
– Эҙләмә, санала сумкаң, сығып ал. Иртәнсәк ҡапҡа төбөндәге эскәмйә аҫтынан табып алдым. Ҡар күмеп китә яҙған, шайтан малай, – тип асыуланды атаһы. – Бирҙе бит Хоҙай ҡартлыҡ көнөндә яфа.
Бына шундай инде уларҙың төпсөктәре – ҡартайғанда Хоҙай биргән татлы емештәре.
Сөмбөл, уны яратып, китап уҡырға өйрәтергә булды. Ҡыҙыҡлы мажаралар, һуғыш тураһындағы хикәйәләрҙе ҡысҡырып уҡый, унан ҡыҙыҡлы ерендә туҡтай.
– Бөгөнгә етәр, күҙем талды, башым ауырта, – тип йә ҡәйнәһе янына аш бүлмәһенә сыға, йә, дәрестәреңде әҙерләгәс уҡырбыҙ, тип, китапты йәшереп ҡуя.
Әлфис түҙмәй, китапты табып, ҡайһы сағында үҙе уҡый. Сөмбөл шулай итеп унда уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятты, иркә Әлфисте әкренләп тәртипкә һалды. Малай менән мауығып, үҙе лә ауыр уйҙарынан ҡотолоп тора. Әлфис үҙе лә уҡый башланы, шулай ҙа апаһы уҡығанды ярата, ул уҡығанда, хыялдарға бирелеп, ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнай. Шулай тыңлап ята торғас, йоҡлап та китә.
Бер көндө улар күп ҡатынлы солтан тураһында әкиәт уҡыны.
– Улайһа, минең Булат ағай ҙа солтан була, эйеме? Һин – беренсе ҡатыны, ә теге – икенсе ҡатыны.
– Кем әйтте?
– Әй, теге ваҡытта атайым ағайымды, солтан булғас, ике ҡатын алырһың, йәшә береһе менән, ике арала сапма, тип асыуланды.
– Ә ниңә асыуланды?
– Ул бит һаман күрше ауылға, теге апай янына барып йөрөй, ахырыһы.
– Ниндәй апай?
– Белмәйем, ағайым: «Мин шул ҡыҙға өйләнәм, мин уны ғына яратам», – тигәйне, атайым рөхсәт итмәне. Шунан һине алып ҡайттылар. Һине мин дә, Байрас ағайым да, атайым менән әсәйем дә бик яратабыҙ, – тип апаһын муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.
Бала булған ерҙә сер ятмай, ти, бына нисек икән эштәр...
Сөмбөлдөң күҙҙәренән ҡайнар йәш аҡты, тимәк, үҙенең бында булыуына ул Булаттың ата-әсәһенә бурыслы. Улар улдарын өйләндерергә күндерә алмаһалар ҙа, ҡыҙҙың даны илгә сыҡмаһын, тип алып ҡайтҡандар. Теге ваҡытта улар килеп инмәһә, Сөмбөл хәҙер ҡайҙа ятыр ине икән? Булаттың бер көнгә һуңыраҡ ҡайтыуынан, ял көндө ҡайҙалыр китеп юғалыуынан ниҙер һиҙенһә лә, унан бер ни һорашманы, дөрөҫөрәге, бөтөнләй һөйләшмәне. Ул үҙен Булаттың муйынына аҫҡан таш кеүек хис итте. Ер ярылһа, ике лә уйламайынса шунда төшөп юғалыр ине.
Булат 8 Март байрамына ҡайтманы. Уның ҡарауы, Байрас әсәһе менән Сөмбөлгә бүләктәр, күстәнәстәр алып ҡайтҡан.
Булаттың бүлмәләше, вокзалда Байрасты күреп: «Байрамға ағайыңдың икенсе ҡатыны килде, ҡайта алмаҫ», – тигәйне.
Байрас, Сөмбөлдө борсомаҫ өсөн, комбинатта авария булған, ағайҙы эшенә саҡырттылар, тип ялғанларға мәжбүр булды. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, атаһы аҡайып бер генә ҡараны, уның ҡарашында барыһын да аңлауы сағылды.
Байрам өҫтәле әҙерләп, күстәнәстәр менән бергәләп сәй эскәс, Әлфис менән Сөмбөл үҙ мөйөштәренә кереп китте. Атаһы менән әсәһе телевизор ҡарарға ултырҙы. Байрас бөгөн ниңәлер клубҡа ашыҡманы.
Теге мөйөштән Әлфистең ҡысҡырып көлгән тауышы ишетелде. Сөмбөл менән икәүһе нимәлер һөйләшәләр ҙә, малай ҡысҡырып көлә. Уларҙың көлөүен ишетеп, Шәфҡәт ағай менән Гөлфиә апай ҙа бер-береһенә ҡарашып йылмайып ҡуйҙы. Байрас та түҙмәне, серле шаршау янына килде.
– Туҡ-туҡ, мине лә индерегеҙ әле, һеҙҙә бик күңелле, буғай.
– Ин, ин, – тине Әлфис, көлөүенән туҡтай алмайынса.
– Нимәгә эсең ҡата? Үҙең генә көлмә, миңә лә әйт, мин дә көләйем.
– Апаның эсенән ҡосаҡлаған инем, берәү тибеп ебәрмәһенме? Ана, һин дә ҡолағыңды ҡуй, хәҙер һине лә тибеп осора.
Сөмбөл, оялып:
– Сеү, Солтанай, улай ярамай, улай ҡаты ҡысҡырма, – тип көлә-көлә, үҙе лә ауыҙын ҡапланы.
– Ярар, хәҙер тышҡа ғына сығып керәм дә, солтанай уйнайбыҙ, йәме, – тип Әлфис сығып сапты.
Улар үҙҙәренә оҡшаған әкиәттәрҙе театрҙағы кеүек уйнай ине. Апаһы Әлфискә сәллә лә яһап бирҙе. Атаһының ҙур сатин ыштанына резинка үткәргәс, шаровар булды. Ошо кейемдәрҙе кейеп, Әлфис солтан булып ҡыланырға ярата. Әле инеү менән ул:
– Апай, ҡайҙа минең кейемдәрем, мин хәҙер һеҙгә театр күрһәтәм, – тип һикегә менеп баҫты, ҡулына әллә ниндәй ялтырауыҡ таяҡ тотто, апаһы һарыҡ йөнөнән яһап биргән һаҡалды ла таҡты. Байрасҡа бармаҡ төртөп, ҡалын тауыш менән ҡысҡырып ебәрмәһенме:
– Нишләп ултыраһың минең тотҡонлоғомда, нишләп һаман клубҡа сыҡмайһың? – тип, башлаған һүҙен онотоп, тотлоғоп ҡалды. – Апай, апай, теге һүҙҙе әйтәле, онотам шуны.
– Әмер бирәм.
– Ә, эйе, – тип Әлфис тағы тауышын ҡалынайтып, ҡысҡырып һөйләргә тотондо. – Мин, солтан, әмер бирәм: Байрас, бар, клубҡа сыҡ, миңә иң матур ҡыҙҙы алып ҡайт, ҡунаҡ ҡыҙы булһын!
Сөмбөлдөң шишмәләй сылтырап көлөүе бөтә өйгә таралды. Байрас, ҡысҡырып көлмәҫ өсөн, ауыҙын ҡапланы.
– Солтаным, һиңә нисә ҡатын кәрәк һуң?
– Миңә өс йөҙ ҡатын положено.
Уның был һүҙҙәренән бөтә өй гөрләне.
– Улым, бер үҙеңә күп булмаймы һуң ул өс йөҙ ҡатын? Бында бит ике генә бүлмә.
– Һарайҙа урын етерлек – һыйырҙар әле.
– Эй, улым, ҡайҙа күргәнең бар ҡатындарҙы һарайҙа тотҡанды? – тине атаһы, күҙ йәшен һөртә-һөртә.
– Ниңә, китапта бит «солтандың өс йөҙ ҡатыны булған, барыһы ла хан һарайын да йәшәгән» тип яҙылған.
– Һуң, улым, улар бит хан һарайында йәшәгән, мал һарайында түгел.
– Һарай – һарай инде.
Сөмбөл тағы сылтыратып көлөп ебәрҙе.
Байрасҡа был мөйөштә шундай рәхәт ине. Ләкин барыбер ниндәйҙер ситһенеү һиҙелә, нимәлер етмәй, һәр кем үҙен ғәйепле тоя. Ярай әле, Әлфис бар. Ул булмаһа, был ауырлыҡты нисек еңерҙәр ине. Байрас үҙе көлдө, үҙе ҡаш аҫтынан Сөмбөлдө күҙәтте. Ул түңәрәкләнгән, бәләкәй генә кәүҙәһе менән бындай ҡорһағын нисек күтәреп йөрөйҙөр. Ә үҙе һаман да һөйкөмлө, күркәм, сәстәре үҫеп, тулҡынланып иңенә төшкән, йөҙөндә ауырлы ҡатындарға ғына хас гүзәллек сағыла.
«Ҡайһы яғы менән үҙенә тарта һуң ул мине? Күпме ҡыҙҙар оҙаттым, күпме ҡыҙҙы ҡостом, үптем, ләкин береһе лә мине үҙенә ҡарата алманы. Ә ул нимә менән әсир итте һуң? Ҡарап тороуға башҡа ҡыҙҙарҙан артыҡ бер ере юҡ. Был өсмөйөштөң төйөнөн кем сисер?»
Байрастың үҙенә онотолоп ҡарап ултырыуын һиҙгәс, Сөмбөл янында ятҡан мендәр менән үҙенең эсен ҡапланы. Ике күҙ ҡарашы бергә осрашып, эләгеп ҡалды. Үрелһәң, ҡул етерлек ара. Ҡосағыңа һурып ал да башыңды ошо тул ҡынланып торған ҡуйы сәстәр араһына һал. Суҡынып китһен донъяһы ла, выжданы ла, ағаһы ла.
Байрас, үҙенең уйҙарынан, хистәренән ҡурҡып, кинәт һикереп торҙо ла, унан бынан тиҙ генә кейенеп, урамға сығып китте. Уның бер ҡайҙа ла барғыһы килмәне, сыҡты ла ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы.
– Йә Хоҙайым, ниндәй гонаһтарым өсөн бындай ғазаптарға һалдың, күпме дауам итер был?
* * *
Бер аҙна уҙып китте, тағы йома етте. Сөмбөл, был аҙнала ла Булат ҡайтмаҫмы икән, әллә Әлфис һөйләгән күрше ауылға китерме икән, тип борсола башланы. Йөрәген көнсөллөк уты яндырҙы, ниндәйҙер кәмһенеү хисе баш ҡалҡытты. Төндәрен йүнләп йоҡламай, аяғөҫтө үткәрә ине. Бала ҙур булғанлыҡтан, эсе һыҙлай, ни ултырып, ни баҫып тора алмай. Төн буйы тәҙрәнән күҙен алмай, тәбиғәткә яҙ килеүен күҙәтә, баҡсала ҡар ҙа әкренләп ирей бара. Яҙҙың һәр көнөндә күпме ғашиҡтар табыша, ә көҙөн улар йә ҡауыша, йә улар кеүек айырылыша ла, өмөтләнеп, киләһе яҙҙы көтә башлай. Яҙҙар йыл һайын килә, тик һәр кешенең тормошонда бер ҡабатланмаҫ яҙы була. Ул шул яҙҙы ғүмере буйы һағынып, хәтер мөйөшөндә ҡәҙерләп һаҡлай...
Сөмбөл, кейенеп, тышҡа сыҡты, ишек алды буйлап арлы-бирле йөрөнө.
Быйыл өйҙән сыҡмағас, гөрләүектәр ағыуын да күрмәне. Яҙын сылтырап аҡҡан гөрләүектән дә сихри нәмә бармы икән? Әллә ҡайҙа ятҡан ҡарҙар иреп, ашыға-ашыға, үҙҙәренә юл асып ағып килә. Уларға тауҙарҙан төшкән гөрләүектәр эйәрә, этешә-төртөшә оло юлға сығалар, үҙ-ара ниҙер серләшәләр. Шул гөрләүектәргә ҡушылып ағып китһә ине уның да һағыштары! Ул да ҡасан ғына бала ине, гөрләүектәр йыра-йыра шаяра ине, уның тиҙерәк үҫкеһе, үҫеп етеп, матур егет осратып, бәхетле булғыһы килә ине. Яҙҙарҙа саф мөхәббәт килеренә ышанып, барлыҡ йәш ҡыҙҙар кеүек, хыял донъяһына сумып йәшәне. Кинәт килде уның яҙы, килде лә гөрләүектәй бөтөрөп алып китте оло тормошҡа, артта ҡалған баласағына ҡул болғарға ла өлгөрмәне.
Әсәһе: «Үҫергә ашыҡма әле, балам, гөрләүектәр киткәндә һаҡ бул», – тип ни эшләп киҫәтмәне икән, әллә әйтеп тә ишетмәнеме икән?
– Ҡыҙым, әллә ауырыйһыңмы? Нишләп бында баҫып тораһың, иртә бит әле, – тине Шәфҡәт ағай. Ул уны күптән күҙәтә ине. Килененә ауыр булғанын бик яҡшы аңлай, уға ярҙам итә алмауына ҡайғыра. Йөрәге әрнейҙер был баланың, Булаты ла һирәк ҡайта. Бына бөгөн ҡайтһын ғына, еткән буйына ҡарап тормаҫ.
Сөмбөл бер ваҡыт китеп барһа, үкенер әле улы, кемде юғалтҡанын аңлар, ләкин һуң булыр.
Сөмбөл йома көндө иртәнән үк тулҡынланып кисте көтә башланы.
– Бөгөн киске ашты үҙем әҙерләйем, ҡәйнәм, ҡаланан эшселәр ҙә ҡайта.
Булат менән Байрас ҡайтҡанда, Сөмбөл сәскәле, аҡ яғалы халатын кейеп, башына яулыҡ бәйләп туҡмас киҫә ине.
– О о, һағындым, еңгәм, туҡмасыңды! Һаумыһығыҙ, бына беҙ ҙә ҡайтып еттек. Сөмбөл, күлдәгең бигерәк матур булған, – тине Байрас, күңелле генә һуҙып. Ул булған ерҙә һәр ваҡыт шулай инде, бар нәмә хәрәкәткә килә, һәр нәмәгә йән керә.
– Эйе, ҡәйнәм алып бирҙе. Йә, әйҙәгеҙ, йыуынығыҙ ҙа ашарға ултырығыҙ, – Үҙе Булатҡа күтәрелеп ҡарамаҫҡа тырышты. Ағайҙарының тауышын ишетеп, Әлфис йүгереп сыҡты.
– Ҡайҙа, миңә нимә алып ҡайттығыҙ?
Ағалары яратҡан энеләренә кеҫәләренән кәнфит, һағыҙ сығарып бирҙе. Әлфис күстәнәстәренең яртыһын кеҫәһенә һалды, ҡалғанын Сөмбөл апаһына бирҙе.
– Быныһы һиңә, – тип хәйләкәр йылмайҙы.
– Эй, солтаным, рәхмәт инде. Һин бигерәк йомартһың.
– Һин миңә туҡмасты күберәк һалырһың, йәме, мин туҡмас яратам. Сөмбөл беренсе тәрилкәне ҡайныһы алдына килтереп ҡуйҙы, унан – ҡәйнәһенә, унан – ҡалғандарға, иң һуңғы итеп үҙенә һалып алды.
– Әсәм һәр ваҡыт ашты иң беренсе миңә бирә, ә һин һуңғы итеп һалдың, ярай әле, туҡмасы ҡалды.
– Был өйҙә кем иң олоһо?
– Атай менән әсәй.
– Шулай булғас, оло кешеләрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Бына һин дә үҫеп, атай булғас, ашты иң беренсе һиңә бирерҙәр.
Ҡайныһы был һүҙҙәрҙән уңайһыҙланып та, ғорурланып та ҡуйҙы: «Йәп-йәш башы менән ҡайҙан белә был бала, атаһы ла юҡ».
– Килен, ашың бигерәк тәмле булған, туҡмастары бигерәк нәҙек, кем өйрәтте һине былай аш-һыу әҙерләргә?
– Минең бит өләсәйем, әсәйем бар, улар мине бөтә нәмәгә өйрәтте, – тине Сөмбөл оялып ҡына. Киске ашты ашағас, ҡәйнәһе менән Сөмбөл өҫтәл йыйыштырып ҡалды. Байрас клубҡа йыйынды. Әлфис, тиктормаҫ:
– Ағай, бөгөн ҡунаҡ ҡыҙҙары күп ҡайттымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ҡайттылар, ҡайттылар, ләкин һинең батшалыҡтың да хужаһы ҡайтты бит. Бөгөн үҙең ҡайҙа йоҡларһың инде, Солтанай?
– Ҡайҙа булһын, апайым янында.
– Ә ағай ҡайҙа?
– Беҙ уны күптән батшалыҡтан диванға сығарып аттыҡ инде.
– Ниңә? – тип һүҙгә аталары ла ҡушылды.
– Оҙаҡ ҡайтмағанға. Ана, күрше ауыл батшалығына барһын.
– Ах, телеңә телсә сыҡҡыры, бөгөн үҙ урыныңа ятырһың, – тине Шәфҡәт ағай төпсөк улына, асыуланып. Булатҡа ла ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап: – Һин дә! –тине.
Сөмбөл улар һөйләшкәнде ишетмәне, был ваҡытта аш бүлмәһендә ҡәйнәһе менән ниҙер эшләй ине. Эш бөткәс, Сөмбөл, ғәҙәттәгесә, үҙ мөйөшөнә, Әлфис батшалығына инмәксе итте. Һикелә баш эйеп ултырған Булатты күреп, кинәт ситенһенеп туҡтап ҡалды. Ни алға, ни артҡа барырға белмәне, Сөмбөл артҡа боролоп китмәксе ине, телевизор ҡарап ултырыусы ҡайныһын күреп, һикегә ултырырға мәжбүр булды. Сөмбөл Булаттың күҙ ҡарашынан да ситһенә, Булат уны күрә алмайҙыр кеүек тойола.
Булат бер аҙҙан Сөмбөлгә табан боролдо ла текәлеп ҡарап ултыра башланы.
Сөмбөлдөң йөрәге табан аҫтына төштө: «Күҙ ҡарашы менән яндырып үлтерәйем, ти, ахырыһы». Булат, үрелеп, Сөмбөлдөң сәсенә ҡағылды. Сөмбөл һиҫкәнеп китте.
– Сәстәрең бөҙрә икән, бик матур булып үҫеп килә, – тине ул әкрен генә тауыш менән.
– Эйе, үҫтеләр шул, бала тыуғансы киҫергә ярамай, тиҙәр. Ҡотолғас, киҫтерермен әле.
– Юҡ, киҫтермә, һиңә былай нығыраҡ килешә. Асыуланмаһаң, тотоп ҡарайым әле, – тип Булат ҡулын әкрен генә уның эсенә ҡуйҙы.
Сөмбөл ни әйтергә лә белмәйенсә, эҫеле-һыуыҡлы булып, һелкенергә лә ҡурҡып ултырҙы. Әлфистең шаршауҙы кинәт асып ебәреүенән икеһе лә, хыянатта тотолған кешеләрҙәй, һиҫкәнеп ҡуйҙы.
– Нимә, тибенәме? Уны бына былай итеп тыңларға кәрәк, – тине лә ҡолағын еңгәһенең эсенә ҡуйҙы. – Ай, бына бына, ай, ҡолаҡҡа типте. Һин дә бына шунда ҡолағыңды ҡуй. Ул, беләһеңме, ниндәй көслө, кил, ҡуй ҡолағыңды.
Булат нишләһен, иҙәнгә шыуып төштө, теҙләнеп, ҡолағын Сөмбөлдөң эсенә ҡуйҙы. Ысынлап та, бала бер нисә тапҡыр ҡаты ғына һелкенеп алды. Булат, үҙе лә һиҙмәҫтән, Сөмбөлдө ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, үҙендә ниндәйҙер рәхәт хистәр уяныуын тойҙо. Әкрен генә башын күтәреп, Сөмбөлдөң йөҙөнә ҡараны.
Сөмбөл, уның күҙ ҡарашын күтәрә алмайынса, башын ситкә борҙо, ә йөрәге ситлеккә эләккән ҡош кеүек, тибеше хатта ҡолағы төбөндә яңғырағандай булды.
– Ишеттеңме? Нисек ҡаты тибә, ә? Мин көн дә апайымды ҡосаҡлап ятам. Ул унда көнмө-төнмө икәнен күрмәй, әй тулай, әй тулай, апайымды йоҡлатмай ҙа. Үҫеүен үҫә, тик бына нисек сығаһын ғына аңламайым.
– Әлфис, урыныңа инеп ят! – тип ҡысҡырҙы атаһы.
– Атайым бында инмәҫкә ҡушты, ағай, бөгөн һин солтан, – тип бышылданы Әлфис сығып барышлай.
Булат йылмайҙы ла:
– Беҙ ҙә ятайыҡ инде, – тип сисенеп менеп ятты.
Сөмбөл һике ситендә ятҡан мендәргә башын терәне, Булаттың ҡарашы уның арҡаһын көйҙөрҙө.
– Сөмбөл, Сөмбөл, аңла, мин үҙем менән бер ни эшләй алмайым. Беләм: һиңә лә ауыр, миңә лә ҡыйын. Нишләргә һуң беҙгә?
– Ҡайғырма, күп ҡалманы. Бала тыуғас, әгәр иҫән ҡалһам, мин бында ҡайтмам. Әгәр минең менән берәй хәл булһа, баланы ташлама, ҡәйнәм менән ҡайным үҙҙәре иҫән саҡта йәтим итмәҫ. Мин һинең муйыныңа ғүмерлеккә аҫылынған таш түгел, ҡурҡма, – тип бышылданы Сөмбөл.
Булат был һүҙҙәрҙән һуң бер ара тын ятты, унан әкрен генә ҡосаҡлап, Сөмбөлдө үҙенә тартты.
– Ни һөйләйһең һин? Йәш бала менән ҡайҙа бармаҡсы булаһың? Мин бит һине ҡыумайым.
– Мин ҡыуғаныңды көтөргә теләмәйем. Әсәйем янына ҡайтырмын, аңлар әле. Әсәйем индермәһә, Вера апайға барырмын, ул һәр ваҡыт мине үҙенә саҡыра.
– Ә бала?
– Әгәр иҫән-һау ҡотолһам, мин ҡайҙа, ул шунда буласаҡ.
Булат, ауыр һулап, күҙҙәрен уның ҡуйы сәстәре араһына йәшерҙе, ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы. Күҙ йәштәре сәс араһына тулды. Йөрәк түренән ҡайнар хистәр ташып сыҡты, йәлләп тә, һөйөп тә сәстәренән шашып-шашып үпте. Үҙ-үҙе менән көрәшеп арыған Сөмбөл ҡаршы килмәне, уның ял иткеһе, бер аҙға ғына булһа ла онотолғоһо килде. Булатты шундай ярата, уны шундай һағынды, ул ҡағылған һәр ере ут булып янды. Булаттың уны яратып түгел, бәлки, йәлләп кенә ҡосаҡлауын да, башҡа кеше менән сағыштырыуын да, барыһын, барыһын ситкә ҡуйып, тағы бер минутҡа, тағы әҙ генә үҙен һауала осҡан ҡаҙ ҡауырылай хис итте. Улар күҙ йәштәре кипкәнсе үбеште, унан ҡосаҡлашып йоҡлап киттеләр.
Булат таң алдынан кинәт уянды. Янындағы буш мендәрҙе күреп, кисәге хәл төш кенә булдымы икән ни, тип аптырап ҡалды. Нисек шулай килеп сыҡты һуң?
Ниңә үҙен тыя алманы? Сөмбөл ни тиер, ул бит уға тағы киләсәккә өмөт бирҙе.
Хәйер, һәр ваҡыт шулай булды, әҙ генә яҡын килдеме, Сөмбөл тыны менән үҙенә тартып ала. Булат бик оҙаҡ уйланып ятты, ләкин Сөмбөл күренмәне. Тороп, аш бүлмәһенә сыҡты, тәҙрәгә күҙе төштө. Сөмбөлдөң баҡсала ҡарт алмағасҡа арҡаһы менән һөйәлеп баҫып тороуын күрҙе, тын ғына уны тәҙрәнән күҙәтте. Унан, тиҙ генә кейенеп, алма баҡсаһына сыҡты. Улар, өндәшмәй генә, бер береһенә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Беренсе булып Сөмбөл телгә килде.
– Йәлләмә мине, үткән төн өсөн үҙеңде ғәйепле һанама. Беҙ икебеҙ ҙә ғәйепле. Ҡурҡма, барыһы ла, төш булып, үткән төндә ҡалды. Ваҡыт уҙыр, беҙ ҙә ошо алмағас кеүек ҡартайырбыҙ. Күрәһеңме, күпме ботаҡтарын киҫкәндәр, шулай ҙа йәшәй бит. Һәр беребеҙ үҙ баҡсаһында йәшәр әле, – тине лә Сөмбөл, боролоп, әкрен генә өйгә инеп китте.
Беренсе май етте. Был көндө бөтә ауыл йәштәре әрәмәгә сыға. Яҙҙың иң татлы, иң матур ваҡыты: йәш елкенсәктең күңеле елкенә, үҙҙәрен осар ҡоштай хис итәләр. Ауылға төтөн еҫе тарала, баҡса эштәре башлана. Кис етеүгә, йәштәр, тыр-тыр килеп, матайҙа елдерә.
Иртәгә – Беренсе май. Ҡала халҡы бөгөн кис ауылға ағыла башлай. Булат менән Байрас та ҡайтты. Улар өйгә килеп ингәндә, Сөмбөл, ғәҙәттәгесә, аҡ яғалы халатта, башына бәләкәй генә яулығын бәйләгән, аш бүлмәһендә ҡайнай ине. Иҫәнләшкәс, һәр ваҡыттағыса йылмайып, уларҙы өҫтәл янына саҡырҙы. Сөмбөл, өйҙәгеләрҙең күңеленә яҡшы булып ҡалайым тип, гел йылмайып йөрөргә, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырыша ине. Уға был йортта йәшәргә күп ҡалманы, бала тыуғас, ул инде бында башҡа ҡайтмаясаҡ.
Ашағанда аталары улдарына:
– Иртәгә айырым эшегеҙ булмаһа, баҡса ҡаҙырбыҙ, тиҙәк сығарырбыҙ, ваҡытығыҙҙы самалағыҙ, – тип фекерен белдереп ҡуйҙы.
Икенсе көндө бөтәһе баҡсала эшләне. Көслө өс ир, ых та итмәй, бөтә ерҙе таҙартып, ҡаҙып сыҡтылар, матур түтәлдәр яһанылар. Сөмбөл уларҙың эшләгәнен һоҡланып ҡарап торҙо.
– Кил, ултыр, килен, ял ит, һин бит гел аяғөҫтө, – тине ҡайныһы. – Мин дә ултырам, арыным.
– Беҙ үҙебеҙҙә әсәйем менән аҙналар буйы ҡаҙынабыҙ, ә һеҙ бер көндә бөтөрҙөгөҙ. Әсәйем хәҙер бер яңғыҙы нишләйҙер инде, үҙе көн буйы эштә, мин дә юҡ.
– Туҡта, килен, улайһа, иртәгә үк был икәүҙе ҡоҙағыйға булышырға ебәрәм.
Сөмбөл, һөйөнөп, ҡайныһына ҡараны.
– Барырҙармы һуң? Мин дә улар менән ҡайтып килер инем.
– Юҡ, килен, һин өйҙә генә ултыр. Һиңә юлға сығырға ярамаҫ. Улар, ана, матай менән генә барып ҡайтырҙар.
– Бик яҡшы булыр ине, эй, әсәйем һөйөнөр инде. Беҙгә бер ҡасан да бер кемдең ярҙамлашҡаны булманы, утынға ла, бесәнгә лә гелән икебеҙ йөрөнөк.
– Борсолма, барыһы яҡшы булыр, килен, булышырбыҙ... Һин бер аҙ сабыр ит, бала тыуғас, үҙгәрер ул. Һин түҙ инде, килен, түҙ. – Шәфҡәт ағай әллә үҙен, әллә киленен йыуатты. Сөмбөл, һүҙҙе икенсегә бороп:
– Ҡайным, бына ошо үләнлектә йәйге кухня яһап бир әле беҙгә, – тине.
– Уныһы нисек була?
– Ҙур өҫтәл, эскәмйәләр, бына бында мейес, һауыт-һаба ҡуйыр өсөн бәләкәй генә өҫтәл. Самауыр ҡуйып сәй эсербеҙ, – тине Сөмбөл. Әҙерәк уйланып торғас, моңһоуланып: – Әсәйемдең баҡсаһында шулай, – тип өҫтәне. – Оҙаҡламай алмағастар сәскә ата, бында иҫ китмәле матур буласаҡ.
– Ярай, килен, уйлармын.
Кис етеүгә ҡарамаҫтан, ҡайныһы баҡсаға таҡталар индереп тултырҙы.
Икенсе көндө эштән ҡайтыу менән, Сөмбөл һораған ожмах ояһын яһай ҙа башланы, Әлфис тә булышты.
– Атай, шәп була был!
Әсәләре, улар эшләгәнде ҡарап:
– Атаһы, ни була был? Баҡсаға һарай яһарға уйланыңмы әллә? – тип аптыраны.
– Солтан менән Солтанбикәгә ожмах ояһы яһайым. Әсәһе, киленгә күп ҡалдымы әле?
– Май уртаһы инде.
– Бәлки, ул яңылышҡандыр, мин әйтәм, дөрөҫ һанамағандыр.
– Бер генә тапҡыр булғандар, – тине Гөлфиә апай, бышылдап, – Булаттың башҡа ҡағылғаны юҡ, ти. Шул көндән һанаған.
– Ҡалған көндәрҙә нишләп йөрөгән?
– Уныһын инде малайыңдан һора. Ҡайҙа һуң әле үҙҙәре?
– Ҡоҙағыйға булышырға ебәрҙем.
Сөмбөлдөң әсәһе Сания апайға егеттәр бик иртә килеп инделәр.
– Һаумыһығыҙ, бына, ярҙамға килдек. Ниндәй эштәрең бар, барыһын да күрһәт, өлгөргән тиклем эшләрбеҙ.
Сөмбөлдөң әсәһе һөйөнөсөнән нимәгә тотонорға белмәне. Уға әле, былай ярҙам ҡулы һуҙып, бер кемдең дә килгәне юҡ ине.
– Белмәйем инде, балалар, эш күп ул, ҡайһыһын ҡушайым икән һуң?..
Иртәнге сәйҙе эстеләр ҙә эшкә керештеләр. Кис еткәндә баҡса ҡаҙылған, ҡоймалар турайған, утындар ярып өйөлгән, һарайҙар тап таҙа йыйыштырылған ине. Сания апай уларҙы маҡтап туя алманы. Егеттәр, һуң ғына киске ашты ашап, ҡайтырға ҡуҙғалды.
– Сөмбөл бәпесләһә, бер үк хәбәр итегеҙ. Кейәү, килеп һөйөнөсөн алып китерһең.
Булатҡа «кейәү» һүҙе ҡыҙыҡ булып тойолдо, ул үҙен бер ҙә кейәү итеп һанамай ине.
Үҙ ауылдарына ҡайтып еткәс, матайын ауыл башында туҡтатты:
– Байрас, һин өйҙә күренмәй тор, клубҡа бар, берәй ҡыҙҙы оҙат, өйҙә һинең ҡайтҡаныңды белмәһендәр. Минең бараһы ерем бар. Төнгө икенән дә һуңға ҡалмам, ҡапҡа төбөндә көт.
Энеһе ауыҙын асҡансы, Булаттан елдәр иҫте. Байрас, туҙанлы килеш ҡайҙа барырға белмәйенсә, аптырап ҡалды. Ярай инде, йылғаға төшөп бит йыуырға, өҫтө ҡағырға ла клубҡа инеп сығырға булыр. Арытҡан. Ҡайтып йоҡлайһы ғына ла бит, өйҙәгеләргә, ағай күрше ауылға еңгә янына китте, тиһенме? Сөмбөл уның ҡатыны булһа, шулай бала көтһә, ул хәҙер ҡәйнәһендә рәхәтләнеп ҡунаҡ булып, иртәгә генә ҡайтыр ине. Сөмбөл йылмайып уны ҡаршылар, ул уны ҡосаҡлап үбер ине. Уның ирендәре үҙҙәре үк «үп мине, үп мине» тип саҡырып тора. Байрас, татлы хыялдарға бирелеп, йылмайып ҡуйҙы. Эх, ағай, ни үҙеңә, ни башҡаға... Байрас сылтырап аҡҡан һай ғына Ҡыйҙаш йылғаһына төшөп, бит ҡулын йыуҙы. Салбарын теҙгә тиклем һыҙғанып, йылға уртаһынан ашыҡмай ғына ҡараңғылыҡҡа атланы. Йылға өҫтөндә тулған ай йөҙә. Байрас бер аҙ уға ҡарап торҙо ла ауыр һулап ҡуйҙы. Нимә эшләргә? Клубҡа ла барғыһы килмәй...
Сөмбөлдө алып ҡайтҡандан бирле уның өйҙән бер ҡайҙа ла сыҡҡыһы килмәй. Уның янында һөйләшеп кенә ултырырға ла риза...
Ағаһы ҡайтҡансы ваҡытты этеп-төртөп үткәрҙе Байрас. Булат менән иртәнге сәғәт өстә ҡапҡа төбөндә осраштылар, шыпырт ҡына матайҙы этеп индерҙеләр ҙә үҙ урындарына инеп ауҙылар.
Сөмбөл төндә уларҙың ҡайтыуҙарын ишетеп ятты. Иртән диван янынан үт кән дә, иҙелеп йоҡлап ятыусы Булатҡа һоҡланып ҡарап торҙо. Ишек алдында бер аҙ уйланып торғандан һуң, яратҡан алма баҡсаһына сыҡты. Ҡайныһы Сөмбөл ҡушҡанды эшләп тә ҡуйған, мейес кенә сығараһы ҡалған. Баҡса ҡунаҡ көткән өйгә оҡшағайны. Ул өҫтәлде, эскәмйәләрҙе һыйпап сыҡты. Нисек һәйбәт булған. Әйләнеп тирә-яҡҡа күҙ һалды. Баҡсаға сәскәләр ултыртырға кәрәк, уның өсөн ҡалаға барып орлоҡтар алырға булыр, Верочка янына ла инеп сығыр.
– Ҡыҙым, ниңә йоҡламайһың? – тине һыйыр һауырға сыҡҡан ҡәйнәһе, киленен йәлләп.
– Ҡәйнәм, мин бөгөн ҡалаға барып ҡайтырмын тигәйнем. Иртәнге автобус нисәлә икән?
– Һигеҙҙә. Ә ниңә бараһың?
– Минең, әсәй, бында сәскәләр ултыртҡым килә. Көҙ көнө шундай матур буласаҡ: тирә яҡта төрлө-төрлө сәскәләр, алмалар, өҫтәлдә – самауыр.
– Ярай, ҡыҙым, ләкин үҙең генә барма. Ана, Булат менән икәү барығыҙ.
– Юҡ, әсәй, ул бик арыған. Улар иртәнге өстә генә ҡайттылар, йоҡлаһын. Үҙем менән Әлфисте эйәртермен.
Эшкә барырға тороп сыҡҡан Шәфҡәт ағай, киленен баҡсала күреп:
– Йә, нисек, килен, оҡшаймы? – тип һорайһы итте.
– Эй, ҡайным, шундай матур, шыма сыҡҡан, ҡулдарың алтын икән. Бына, ҡайным, күҙ алдыңа килтер: тиҙҙән алмағастар сәскә атасаҡ, көҙөн ҡыҙарып алма өлгөрәсәк.
Шәфҡәт ағай Сөмбөлдөң яҡты йөҙөн, көләс күҙҙәрен, бит остарын со ҡорайтып, май ҡояшылай йылмайыуын күрҙе. Әйтерһең, уға бәхет өсөн ошо баҡса мөйөшө генә етмәгән. Йә, Хоҙай, ниндәй һөйкөмлө икән бит уларҙың килендәре. Был бала әле бөрө генә, сәскә атыр көндәре алда, ҡатын-ҡыҙ баланан һуң тағы ла асылып,
матурайып китә. Быны Шәфҡәт ағай бик яҡшы белә, өс бала атаһы бит.
Сөмбөл Әлфис менән ҡалаға китте. Тәүҙә үҙе элек эшләгән балалар баҡсаһына барҙылар. Улар бәхетенә, бөгөн дежурҙа Верочка икән.
– Ҡояшым, ҡайҙан килеп сыҡтың?
Сөмбөл менән ҡосаҡлашып күрештеләр, гөр-гөр килеп һөйләштеләр.
– Верочка, икенсе килгәндә барыһын да һөйләрмен, ә хәҙер һин беҙгә баҡсаға ултыртырға күп йыллыҡ сәскә һуғандары бир әле.
Верочка сәскәләрҙе нисек ултыртырға икәнлеген дә аңлатты.
– Ҡояшым, күрәм: ныҡлап урынлаштың. Һеҙ бергә, тимәк, барыһы ла яҡшы.
– Юҡ, Верочка, беҙ бер ҡасан бергә була алмабыҙ. Ул башҡаны ярата.
– Улайһа, былар нимәгә кәрәк?
– Минән иҫтәлек булып ҡалһын. Уның ата-әсәһе мине бик ярата, был сәскәләр уларға рәхмәтем булһын...
Ҡаланан урап ҡайтҡас, кис менән Сөмбөл егеттәрҙән соҡор ҡаҙытты, тиреҫ ташытты. Барыһы әҙер булғас, теҙләнеп үрмәләй үрмәләй, сәскәләр ултыртты.
Әлфискә:
– Быныһы пион, быныһы ҡәнәфер, былары дәлиәләр, былары көҙ сәскәләре – ҡашҡарыйҙар. Бына быныһының картуфын көҙ ҡаҙып алып, баҙға һалырға кәрәк. Ә ҡалғандары шулай ултырһын. Һин уларға, мин булмағанда, һыу һибергә онотма, – тип ентекләп аңлатты. – Әлфис, әгәр мин китһәм, һағынырһыңмы?
– Ҡайҙа китһәң, мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем!
Улар, теҙләнгән килеш, бер-береһенә ҡарап йылмайышты.
– Ҡайҙа, бер әп итеп алайым әле үҙеңде. – Сөмбөл, балсыҡлы ҡулдары менән
Әлфистең яңаҡтарын тотоп, танау осонан үбеп алды.
– Мин дә һине, – тип ул да апаһының битенән тотоп, танауын үпте.
Ике бысраҡ бит, бер береһенә ҡарап, көлөшөргә тотондо. Йортта йөрөгән Булат менән Байрас ситтән генә уларҙы күҙәтте. Уларға ла ҡыҙыҡ булып китте, бар эштәрен ташлап, ошо икәүҙең үҙ-ара шаярыуын ҡарап тора башланылар.
Сөмбөл торорға маташты, тора алмағас, Әлфис арттан уны күтәреп торғоҙмаҡсы булды, көсө етмәгәс, ҡулынан тарта башланы. Быларҙы күҙәтеү – үҙе бер ҡыҙыҡ ине...
Өсөнсө май бигерәк йылы, матур көн булды. Сөмбөл иртән тороп, баҡсаға Шәфҡәт ағай һалған мейестә ашарға әҙерләргә булды. Оло ҡаҙанға аш һалып ебәрҙе.
Байрас ут үткәреп, магнитофон тоташтырҙы. Баҡсаға байрам төҫө керҙе. Күңелдәрҙе елкендереп, донъя буйлап моң ағылды.
– Еңгә, һиңә шулай оҡшаймы?
– Ә һинең үҙеңә?
– Оҡшай. Һинең менән бейеге килә, – тине Байрас, йылмайып.
– Бейер инек тә, ара йырағыраҡ, – тип эсен тотто Сөмбөл.
– Мин Әлфистән көнләшәм. Ул һәр көндө һине ҡосаҡлап йоҡлай, битеңдән үбә. Һин уныҡы ғына.
Сөмбөл бөтә баҡсаны яңғыратып көлөп ебәрҙе:
– Ул бит әле бәләкәй.
– Шулай ҙа ул бит – ир заты. Хәҙер, ана, солтан да булып алды.
Байрас, хискә бирелеп, Сөмбөлдөң ирененә, күҙҙәренә текәлде, теле бәйләнде, ике ҡулы менән эскәмйә ситенә тотондо. Уның йөҙөнән күҙен ала алманы, ҡасанда булһа тыйылып ҡала алмам, ошо еләк кеүек һыуһыл ирендәрҙән айырыла алмам, тип ҡурҡты. Йөрәге дөп-дөп типте, ҡулдары эскәмйә таҡтаһын нығыраҡ ҡыҫты.
Сөмбөл генә бер ни аңламаны.
– Байрас, ә һинең яратҡан кешең бармы? Байрас, тим, ни уйлайһың, уян. Яратҡан кешең бармы, тим?
– Бар, ләкин ул мине яратмай шул.
Сөмбөл, сәйерһенеп, Байрасҡа ҡараны.
– Ни һөйләйһең, һинең кеүек егетте яратмау мөмкин түгел.
Сөмбөл ҡарашы менән Байрасты наҙланы, үрелеп сәсенән һыйпаны:
– Һин бит ир аҫылы, яратыр өсөн яратылған.
– Сөмбөл, ә һин мине ярата алыр инеңме?
– Алыр инем, ағайыңа тиклем осраған булһаң... Ләкин һин миңә ҡарамаҫ инең. Минең ише йүләрҙәр һеҙгә бер кискә генә кәрәк. Мөхәббәттең күҙе һуҡыр, тиҙәр, ысынлап та, дөрөҫ икән. Ерҙән йыраҡ китмәгән минең ише ҡыҙҙар һиндәй егеттәргә тиң түгел.
– Сөмбөл, бик тә тиң, һин иҫ киткес ҡыҙ. Һин ғорур, үҙеңә ауыр икәнлеген бер кемгә лә һиҙҙермәҫкә тырышаһың. Ә мин бер ни эшләй алмайым...
– Һин үҙеңде көсһөҙ тиһәң, миңә ни ҡала? Күңелемдә бер төйөр ултыра: мине яратмайҙар, минең кеүектәрҙе яратып булмайҙыр шул. Был төйөр ғүмерем буйы таралмаһа, нишләрмен?
Улар янына Булат килеп ултырҙы:
– Ауыҙға ауыҙ ҡуйып, нимә серләшәһегеҙ? – Асыулы ғына энеһенә ҡараны.
Сөмбөл, аш әҙерләр өсөн, мейес янына барып баҫты.
– Бер нәмә лә түгел, – тип йылмайҙы Байрас, – рәхәт бит уның менән һөйләшеү.
– Күренә, ана, күҙҙәрең нисек яна, ҡыҙҙар етмәйме әллә һиңә?
– Ул бит барыбер һиңә кәрәкмәй, бында ла уны мин алып ҡайттым. Һин яҙылышмағас, ул әлегә бер кемдеке лә түгел. Шулай булғас, ағай, йә өйләнеп йәшә, йә юлымда торма.
– Ә бала?
– Күрмәйһеңме ни, мин уны ошо килеш тә яратам.
Улар, Сөмбөл ишетмәһен тип, әкрен генә һөйләштеләр. Ике туған араһында йәшен үткәндәй булды.
Төшкө аш ваҡыты етте. Сөмбөл өйҙән һауыт-һаба алып сығып, өҫтәл әҙерләне. Әсәһе менән атаһы ла эштән ҡайтып етте.
– Әйҙәгеҙ, баҡсаға сығайыҡ. Бөгөн көн матур, йылы, – тине Сөмбөл, йылмайып. Ғәҙәттәгесә, олонан кесегә аш бүлеп ҡуйҙы.
– Әлфис ҡайҙа йөрөй инде?
– Ҡайғырма, әсәй, әлегә күршеләрҙә. Ҡоймаҡ еҫе сыҡҡанын көтә.
– Аҙындырып бөтөрҙөң үҙен, килен, көн дә ҡоймаҡ менән һыйлап.
– Хәҙер һеҙҙе лә һыйлайым.
Сөмбөл ҙур табала ҡоймаҡ бешерә башланы, бөтә урамға тәмле еҫ таралды.
Әлфис тә сабып ҡайтып етте.
Байрамдар үткәс, гөрләп торған өҫтәл яны бушап ҡалды. Булат менән Байрас та китергә йыйынды.
– Сөмбөл менән хушлаштыңмы? – тине Байрас ағаһына.
Булат өндәшмәй генә баҡсаға инде, ни әйтергә белмәй, туҡтап ҡалды:
– Беҙ киттек, тағы бер аҙнаға түҙерһең бит әле, – тине ул.
– Мин түҙермен... Ул түҙерме?
Уларға икәүҙән-икәү ҡалып аралашыу уңайһыҙ, берҙе уйланылар, икенсене һөйләнеләр.
Сөмбөл баҡсала бер яңғыҙы ҡалды.
Көндәр әкренләп үтә торҙо. Еңеү байрамы алдынан ул ауырый башланы. Иртәнән үк кәйефе юҡ ине, шулай ҙа бер аҙна ваҡыт бар, үтер, тип уйланы. Ҡайныһы төшкө ашҡа ҡайтып китте. Сөмбөл уға үҙенең ауырыуын әйтергә оялды, нисек тә ҡәйнәһе ҡайтҡансы түҙергә булды. Үс иткәндәй, Әлфис тә ҡайҙалыр китеп юғалды. Бала шул, берәй уйынға йәбешһә, донъяһын онота. Иртән башланған ауыртыу көсәйгәндән көсәйҙе. Ҡайҙа барырға, нишләргә белмәйенсә,
Сөмбөл арлы бирле йөрөнө, күршеләр ҡоймаһына барҙы – һис кем күренмәне. Инде атларлыҡ хәле ҡалманы, хәҙер ҡәйнәһе ҡайтып етер тип, тынысланырға тырышты. Көсһөҙлөгөнән әкрен генә илап ебәрҙе. Күңелен ҡурҡыу биләп алды, ҡыҫып-ҡыҫып башы ауыртты. Эстән нимәлер этә, ауыртыуға түҙә алмай, ҡысҡырғыһы килде. Ирендәрен тешләп ыңғырашты, аҙым атларға ҡурҡып, ишек яңағын ҡосаҡлап әкрен генә иланы. Шул ваҡыт ҡапҡа төбөнә, туҙандар туҙҙырып, йөк машинаһы килеп туҡтаны, ҡапҡанан Байрас килеп инде. Сөмбөлдө күреп, башта һиҫкәнеп китте.
– Сөмбөл, нишләп тораһың бында? Әллә илайһың инде?
– Байрас, үләм бит...
– Әллә сирләйһеңме?
– Иртәнән бирле.
– Өйҙә кеше юҡмы ни? – Үҙе, ни эшләргә лә белмәй, Сөмбөл тирәһендә бөтөрөлдө.– Әйҙә, ятып тор, хәҙер мин берәй еңел машина табам. Бер аҙ түҙ инде, – тип Байрас сығып йүгерҙе.
Бер аҙҙан ике йорт аша ғына йәшәүсе күршеләренең машинаһын алып та сыҡты. Сөмбөлдө күтәреп, яйлап ҡына артҡа ятҡырҙы.
Байрас үҙе машина ҡыуҙы, шул уҡ ваҡытта артҡа ҡараштырғыларға ла өлгөрҙө. Сөмбөл күҙен йомған, ирендәрен тешләгән, үҙе ыңғыраша.
Элек Ахундың үҙендә бала тыуҙырыу йорто бар ине лә бит, хәҙер бына Учалыға, ҡалаға, күсерҙеләр. Егерме биш саҡрым ара, бер ҡараһаң, күп түгел, ләкин бындай ваҡытта...
– Сөмбөл, түҙ, күп ҡалманы, анау тау артында ғына...
– Миңә оят, ауыр саҡта гел һиңә тура киләм, һәр ваҡыт янымда һин булаһың. Булатҡа ғына мин дә, бала ла кәрәкмәй.
Сөмбөлдөң күҙенән йәштәре тәгәрәне, ауыртыуға түҙә алмайынса ыңғырашты, ҡысҡырмаҫ өсөн ауыҙын ҡапланы. Байрас, көҙгөнән күреп, үрелеп уның ҡулын ауыҙынан тартып алды.
– Ҡысҡыр, ила, оялма. Мин һинең яныңда. Ҡурҡма, һәр ваҡыт һинең менән булырмын. Хоҙай яңылышты, ағай урынында мин булырға тейеш инем.
– Һин мине йәлләйһең генә, Булат та йәлләй. Этте эйәртмә, эйәрткәс типмә, тиҙәр. Мин шул эт кеүек. Аңлаһаң ине хәлемде...
– Мин һине яратам да, йәлләйем дә, ләкин һиҙмәйһең генә...
– Иҫән ҡалһам, яҡшылыҡтарыңды мәңге онотмам. Улыма ла исемде һин ҡушырһың.
– Бәлки, ҡыҙ булыр, былай ҙа өй тулы ир ат.
– Юҡ, малай була. Мин төшөмдә... теге ваҡытта больницала төш күрҙем...
Больницаға килеп еткәндә, Сөмбөлдөң һөйләшерлек хәле ҡалмағайны, йөҙө лә көл төҫөнә ингәйне. Байрас, уны күтәреп инешләй, ишекте тибеп асты ла:
– Тиҙерәк, үлә! – тип ҡысҡырҙы.
Ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған шәфҡәт туташы һикереп торҙо.
– Бына бында һалығыҙ, – тип үҙе табип артынан йүгерҙе.
Байрас үҙе лә ҡурҡыуҙан ап-аҡ булып ағарҙы, Сөмбөлдә иһә бөтөнләй йәшәү рәүеше һиҙелмәй ине. Улар алып инеп киткәс, табип:
– Ҡатынығыҙҙың фамилияһы нисек, ҡасан сирләй башланы? – тип һораны.
– Арыҫланова. Иртәнән сирләйем, тине.
– Нишләп һуң алып килдегеҙ, хәле бик насар, – тип табип Байрасҡа
асыуланып алды. – Хәҙер кейемдәрен сығаралар, көтөп тороғоҙ, – тип инеп китте.
Ни эшләптер шунда уҡ кире йүгереп сыҡты, телефондан шылтыратып, әллә ниндәй табиптарҙы саҡыртты, ҡайҙалыр шылтыратып, ҡан һоратты ла йүгереп кире инеп китте. 15 минут үтеүгә, Сөмбөл ятҡан бүлмәгә йүгерә атлай ике ир кеше инеп китте. Һөйләшеүҙәренән уларҙың да табип икәнен аңлап алды Байрас. Сөмбөлдөң кейемдәрен тотоп, шәфҡәт туташы сыҡты, уның ни әйтергә белмәй аптырауы йөҙөнән күренә ине.
– Һуң килтерҙегеҙ шул, хәле бик ауыр.
– Уны ҡотҡарырҙармы? – тине Байрас, хәле бөтөп.
– Улар мөмкин булғанын эшләйҙәр, – тип шәфҡәт туташы Сөмбөлдөң кейемдәрен Байрасҡа һуҙҙы.
– Йә, Хоҙайым, үҙең ярҙамыңдан ташлама. Беҙ бит барыбыҙ ҙа уны бик яратабыҙ, – тип Хоҙайға ялбарҙы. Билдәһеҙлек уның йәнен телгеләне, бер аҙ шулай ултырғас, ағаһына хәбәр итергә кәрәклеге иҫенә төштө. Машинаны юғары тиҙлектә дөйөм ятаҡҡа ҡыуҙы. Ағаһының бүлмәһенә инә инешләй:
– Әйҙә, кейен, Сөмбөл больницала! – тип ҡысҡырҙы.
Машинаға сығып ултырғас, Булат аптырап һорап ҡуйҙы:
– Кем әйтте?
– Үҙем ауылдан алып килдем.
– Һиңә тау арҡыры ҡысҡырҙымы?
– Ҡысҡырманы шул, ҡысҡырһа, былай килеп сыҡмаҫ ине. Ул иртәнән сирләй башлаған, ә өйҙә кеше булмаған. Үтеп барышлай ғына ауылға һуғылғайным. Бында килгәнгә ике сәғәт булды, бер төркөм табип бер нәмә лә эшләй алмайҙар.
Больницаға ингәс, өмөт менән шәфҡәт туташына баҡтылар, ләкин ул башҡына һелкене. Ул арала тағы бер ауырлы ҡатынды килтерҙеләр. Ярты сәғәттән шәфҡәт туташы сығып, бәхетле ирҙе: «Улығыҙ бар!» – тип шатландырҙы. Ата кешенең ауыҙы ҡолағына етте, рәхмәттәр әйтә әйтә, һөйөнсө алырға, бәпәй тәпәйе йыуырға сығып йүгерҙе. Байрас, түҙмәйенсә, тороп уҡ баҫты.
– Инде ике сәғәт, ни булһа ла әйтә алмаҫһығыҙмы?
Шәфҡәт туташы һүҙһеҙ генә тороп, теге бүлмәгә инеп китте, бер аҙҙан сығып:
– Хәҙергә бер ни ҙә әйтә алмайым, операция бара, – тине.
– Ниндәй операция? Ул бит бәпәйләргә тейеш.
– Ҡатынығыҙҙы ваҡытында килтерһәгеҙ, былай булмаҫ ине, тинем бит. Ул үҙе бәпәйләй алманы.
– Ә бала?
– Белмәйем. Операциянан һуң табип үҙе сығып әйтер. Байрастың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, Булат янына барып ултырҙы.
– Ишеттеңме, ағай?
– Ишеттем, тик мин, былай уҡ булыр, тип башыма ла килтермәгәйнем.
Байрастың асыуы йөҙөнә сыҡты.
– Әйттем мин һиңә, ял ал да ауылға ҡайт, тип. Үлһә, һин нисек йәшәрһең, мин нисек йәшәрмен? Һиңә кәрәкмәһә, миңә кәрәк Сөмбөл, – тине ул, йөҙөн ике ҡулы менән ҡаплап.
Тағы бер сәғәт ваҡыт үтеп китте. Ҡабул итеү бүлмәһенән оло йәштәге табип сыҡты. Уны күргәс, Байрас үҙенең һикереп тороуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Булат та тороп баҫты. Улар ялбарыулы ҡараштарын табипҡа текәне. Табип, Байрасҡа ҡарап, тыныс тауыш менән:
– Улығыҙ бар. Шундай бәләкәй генә ҡатын өсөн бала бик ҙур. Баһадир. Ҡатынығыҙҙың хәле бик ауыр, операция яһарға тура килде. Операция ваҡытында йөрәге туҡтап ҡурҡытты. Мин уны икенсе тапҡыр ҡотҡарам бит, ниңә шул тиклем интектерәһегеҙ? Ул иҫ киткес ҡатын.
– Ул тереләсәкме?
– Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләнек. Тағы ике көн көтөргә кәрәк, кризистан сыға алһа, тереләсәк. Бер йылда ике тапҡыр үлемде еңеү һинең кеүек таҙа ирҙәргә лә ҡыйын. Ул сабый ғына, ә инде йөрәге яраланып бөткән. Көтөргә кәрәк. Ҡайтығыҙ, иртәгә тиклем йоҡлаясаҡ. Тағы бер нәмә: бәлки, ул башҡа бала таба алмаҫ, талап итмәгеҙ.
Булат менән Байрас бер береһенә ҡарашты.
Сөмбөл бик ауырлыҡ менән терелде. Аҙна аҙағында уның янына, һис көтмәгән дә, аҡ халат кейгән Римма менән Байрас килеп инде. Байрас әкрен генә уның янына ултырҙы. Сөмбөлдөң күҙҙәрендә йәш тамсылары ялтыраны, унан йылмайып ебәрҙе.
«Әлдә һин бар донъяла» – тип әйтәһе ине, тамағына төйөр тығылды.
– Илама, улайһа мин дә илайым, – тине Байрас, эйелеп. – Мин малайҙы ҡарап сыҡтым. Ул һиңә оҡшаған: шундай матур. Әсәйемдәр һиңә сәләм әйтергә ҡуштылар, атайым бишек әҙерләй. Һинең яныңа ағай нисек инергә белмәй йөрөй, хәленән килһә, себен булып тәҙрәнән осоп керер ине. Ә мин барыбер беренсе булып күрҙем, – тип йылмайҙы.
– Байрас, рәхмәт һиңә: улым өсөн дә, үҙем өсөн дә. Һине Хоҙай улдар, ҡыҙҙар менән һөйөндөрһөн. Һин бик яҡшы атай булырһың, – тип Сөмбөл әкрен генә уның ҡулын ҡыҫты. Байрас ул ҡулдан күҙен алманы. Был минутта уға шундай рәхәт ине.
Булат та, Римма менән һөйләшеп, Сөмбөл янына инде. Ул килгәндә, киске имеҙеү ваҡыты ине.
– Туҡта, инмәй тор, ҡатындар бала имеҙәләр. Ана һинеке, шунан ғына ҡарап тор, һуңыраҡ инерһең. Байрас күптән килеп күреп китте, ә һин яңы киләһең. Белмәйем, ҡайһығыҙ күберәк яраталыр Сөмбөлдө, – тип йылмайып, Римма китеп барҙы.
Булат ишек тәҙрәһе аша күҙәтә башланы. Сөмбөл йылмая-йылмая баланың башынан һыйпай, еҫкәп тә ала, күҙҙәре менән иркәләй, ә бәпәй имә лә имә. Булаттың да баланы еҫкәп үбеп ҡарайһы килде. Сөмбөлдө бындай халәттә беренсе тапҡыр күреүе. Күберәк белгән һайын, Сөмбөлдөң әллә ниндәй сифаттары асыла бара. Ул, элек уйлағанса, буш та, елбәҙәк тә, елғыуар ҙа түгел. Нисек ҡарай балаға, күҙҙәрендә күпме наҙ, иркәләү сағыла. Әле күптән түгел генә үҙе лә, бала кеүек, уның ҡуйынында иркәләнә ине, ә хәҙер ниндәй етди. Булаттың улар янына ингеһе, улын ҡулына алып һөйгөһө килде, йөрәге дөп-дөп типте, үҙе һиҙмәҫтән йылмайып ҡуйҙы.
– Бәпесегеҙҙе кереп күрегеҙ, хәҙер алып киләм, – тине аҡ халатлы шәфҡәт туташы. Палата ишеген асып: – Ҡайһығыҙҙың ире тилмереп тора? Инһенме? – тип һораны.
Палатала ятыусылар бөтәһе ишеккә ҡараны, ләкин Сөмбөл генә үҙ уйҙарына сумып ултыра бирҙе. Ул шәфҡәт туташының һорауын ишетмәне лә. Янына Булат инеп ултырғас, һиҫкәнеп ҡуйҙы, тиҙерәк күкрәген ҡапланы.
– Һаумы, Сөмбөл, хәлең нисек?
– Ярайһы. Күрәһең, иҫән ҡалдыҡ.
– Ҡайҙа, мин дә ҡарайым әле, кемгә оҡшаған?
– Миңә, – тине Сөмбөл, тик баланы күрһәтергә ашыҡманы, бала һаман имә ине. Балаларҙы алырға ингән шәфҡәт туташы улар янына иң һуңғы булып килде.
– Туйҙығыҙмы? Беҙҙең баһадир тәмләп, оҙаҡлап ашарға ярата шул. Атаһы күрҙеме әле, малайығыҙ бик сибәр булыр, хәҙерҙән үк үҙ баһаһын белә: башҡалар кеүек, тик торғанда илап ятмай, тыныс. Атаһына оҡшаһа, бөтә ҡыҙ уныҡы буласаҡ, – тип шәфҡәт туташы баланы алып сығып китте.
Сөмбөл менән Булат та әкрен генә коридорға сыҡты.
– Һин ауылдан әйберҙәремде алып килерһең инде, бер нәмә лә ҡалмаһын, – тине Сөмбөл.
– Нисек бөтә әйберҙәрҙе? Бала кейемдәрен генә түгелме ни?
– Бала тапҡас, ул йортҡа ҡайтмайым, тип һиңә һүҙ бирҙем. Һиңә бар юлдар асыҡ. Атай менән әсәй миңә рәнйемәһен, барыһы өсөн рәхмәт уларға. Әйберҙәремде Байрас Верочкаға илтеп ҡуйһын, мине ул ҡаршы алыр.
– Сөмбөл, ни һөйләйһең һин?! Былай ярамай бит, атайым мине өйгә индермәйәсәк.
– Ә һин баланың да, минең дә кәрәкмәүемде аңлатырһың. Ир кеше бит, аңлар.
– Ә бала? Мин бит уны тотоп та ҡараманым.
– Баламы? Бала минеке, яратҡан кешеңдән үҙ балаларың булыр. Был баланы күрмәүең хәйерлерәк, һин уны барыбер мин яратҡан тиклем ярата алмаясаҡ һың. Ул һиңә һәр ваҡыт әлеге бәхетһеҙ көндәреңде хәтерләтеп торасаҡ, шуға күрә башҡа килмә, икебеҙгә лә шулай еңелерәк булыр.
– Туҡта әле, Сөмбөл, яҡшылап һөйләшәйек.
Булат кәрәкле һүҙҙәрҙе онотто. Сөмбөл үҙенең һалҡын, ҡоро һөйләшеүе менән бысаҡһыҙ киҫә – исмаһам, илаһын, битәрләһен ине. Булат, нишләргә белмәй, уны ҡосаҡлап алды, ябыҡ, бәләкәй генә Сөмбөл уның ҡосағына кереп сумды. Ул юғалып ҡалды, ләкин күҙ йәше сығарманы. Булат уның сәстәренән һыйпап үпте.
– Сөмбөл, кисер мине, ләкин кинәт киҫмә әле. Мин һине лә, баланы ла күреп торорға теләйем. Һеҙҙе ташламам, ярҙам итермен.
Сөмбөл әкрен генә ситкә тартылды.
– Йәлләмә, мин бит хәҙер әсәй кеше, бер кемдән дә ҡурҡмайым, бер кемдәндә оялмайым. Һин дә минән бер меҫкен ташландыҡ Сөмбөл яһама, беҙ улым менән кемдеңдер, шулай уҡ һинең дә, йәлләүеңә мохтаж түгел. Ҡурҡма, мин юғалмам, мине башҡа ялған һөйөү менән алдай алмаҫтар. Элекке бер ҡатлы Сөмбөл юҡ хәҙер. Һау бул.
Ул, артына ла боролоп ҡарамайынса, палатаға инеп китте. Был минутта Булат үҙен Сөмбөлдән дә бәләкәй тип хис итте. Хәҙер ни эшләргә? Аталарына, Фәриҙәгә нимә тиергә? Ул уны, ата әсәһе менән таныштырыр өсөн, һабантуйға саҡырғайны. Сөмбөл ҡайтмаһа, атаһы Булатты мәңге кисермәйәсәк.
...Йома етте. Был юлы Булат ауылға үҙе генә ҡайтты, Байрас ни эшләптер күренмәне. Һуңғы аҙнала өйҙә кемдер етмәй кеүек тойолдо. Өйҙәгеләрҙең һөйләшеүе лә гел Сөмбөлгә барып тоташа. Ҡайтыуына атаһы ике бишек йүнләп ҡуйған, береһе – өйҙә, икенсеһе баҡсалағы ҡарт алмағас ботағына эленгән. Былар ҙы күргәс, Булат бөтөнләй юғалып ҡалды, бишекте һелкетеп ҡараны, Сөмбөл ҡулындағы баланы күҙ алдына килтерҙе.
– Нимә, улым, һин дә көтәһеңме? – тине әсәһе, улының бишек янында уйланып тороуын күреп. – Яндарына керҙеңме, ҡасан сығаралар?
– Әсәй, Сөмбөл, бында башҡа ҡайтмайым, тине.
Булат үҙ тауышын үҙе таныманы, ниндәйҙер юғалып, аптырап ҡалған кеше тауышы ине был. Уның һүҙҙәрен атаһы ла ишеткән икән:
– Нисек ҡайтмай? Ҡайҙа бара?
– Белмәйем, бындағы барлыҡ әйберҙәрен алып килергә ҡушты.
– Үҙен күрҙеңме һуң? – тине әсәһе, аптырап.
– Уны ла, баланы ла күрҙем. Бала тыныс, бушҡа илап ятмай, ти шәфҡәт туташы.
– Ниңә бында ҡайтмай?
– Беләһең бит инде, атай, теге ваҡытта, миңә бала кәрәкмәй, тигән инем. Сөмбөл: «Бала тыуғас та китермен, теләгән кешеңә өйләнерһең», – тине. Бына хәҙер ул китә.
– Юҡ, улым, һин теләһәң нәмә эшлә, ләкин мин беренсе ейәнемде күрмәйенсә, ҡулыма алмайынса, үлемдән ҡалған йәш ҡатынды аяҡҡа баҫтырмайынса бер ҡайҙа ла ебәрергә йыйынмайым. Үҙем барып алып ҡайтам, – тип һөйләнә һөйләнә, Шәфҡәт ағай сығып та китте.
Булат баҡсаға сыҡты, уға бик ауыр ине. Алмағастар шау сәскәлә, Сөмбөл ултыртҡан бар ләлә лә сәскә атҡан. Был сәскәләрҙе Сөмбөл, йыл да сәскә атып, үҙемде оноттормайым, һәр ваҡыт үҙ ғәйебеңде тойоп йәшә, тигән маҡсат менән ултыртҡандыр.
Төндә Байрас ҡайтты, ул бик бойоҡ күренде.
Икенсе көндө иртән атаһы сәй янында һүҙ башланы:
– Әсәйегеҙ менән былай кәңәшләштек: «Беҙ төшөп ҡалғандарҙан түгел, Аллаға шөкөр, өс ир ат эшләп йөрөйбөҙ, йыйған аҡсабыҙ ҙа бар. Машина алайыҡ, ейәнемде өр-яңы машинабыҙға ултыртып алып ҡайтҡым килә. Етәр инде ауыл буйлап кешегә ялынып йөрөргә. Йә, ҡайҙа барып, ниндәй машина алабыҙ?
Булат менән Байрас бер береһенә ҡарашып ҡуйҙы. Улар ни ҙә булһа әйтергә йыйынғансы, Әлфис үҙ фекерен әйтеп һалды:
– Атай, «Жигули» алайыҡ!
– Ундай машина бик ҡиммәттер бит, улым, – тине әсәһе.
– Булһын, аҡса етәрлек. Байрас улым, һин шофер кеше, машинаның ҡайһыһы һәйбәт икәнен беләһеңдер. Мин һеҙгә аҡса бирәм, ә һеҙ ейәнемде ҡаршы алырға ҡапҡа төбөнә машина ҡайтарып ҡуйығыҙ. Киленде сығараһы көндө лә белегеҙ. Һаҡларға иртәнән үҙем барып ултырам, ейәнемде бер ҡайҙа ла ебәрмәйем.
Аталарының әмере үтәлде: ҡапҡа төбөнә ялтырап торған өр яңы «Жигули» ҡайтып ултырҙы. Бер ай тигәндә Сөмбөлдө больницанан сығарҙылар, иртән кейемдәрен килтерҙеләр. Уға беренсе ҡатҡа төшөргә ҡуштылар, баланы шунда биләп бирәбеҙ, көтөрһөгөҙ, тинеләр. Сөмбөл, ҡаршыларға Верочка килгәндер тип, әкрен генә атлап аҫҡа төштө. Яралары төҙәлеп бөтмәгәнгә, башы әйләнә, йөҙө ап-аҡ, хәле лә юҡ. Йығылмаһам ярай ине тип, ҡурҡа-ҡурҡа ҡаршылау бүлмәһенә инде, инде лә бүлмә уртаһында баҫып торған ҙур кәүҙәле Шәфҡәт ағайҙы күреп аптырап ҡалды. Сөмбөл уға ҡурҡып ҡараны, үҙе итәк остарын бөтәрләне.
Ни эшләптер Верочка күренмәне. Шәфҡәт ағай, ап-аҡ йөҙлө, ябыҡ кәүҙәле киленен күргәс, йәлләп ҡуйҙы.
– Кил әле, ҡыҙым, бына бында ултырып торайыҡ, – тип Сөмбөлдө ҡосаҡлап, үҙе янындағы ултырғысҡа ултыртты.
Сөмбөл былай булырын көтмәгәйне, ҡаушауҙан телһеҙ ҡалды. Өндәшмәй генә башын аҫҡа эйҙе, ҡайныһынан оялып, итәген тартҡыланы.
– Һин, ҡыҙым, насар уйлама: һиңә хәҙер ныҡлап терелергә кәрәк, баланы ла ҡарарға кәрәк. Һин бит беҙҙең ҡыҙыбыҙ кеүек. Нисек һин беҙгә әйтмәйенсә китергә булдың? Ҡайғырып һарғайһындар тинеңме? Беҙ, ҡыҙым, өйгә ҡайтайыҡ, ҡайтҡас барыһын да һөйләшербеҙ.
Сөмбөл, «Юҡ!» тигәнен аңлатып, баш сайҡаны, үҙенең күҙ йәштәре тамды.
– Юҡ, атай, ул мине яратмай, ҡайтмайым, – тип бышылданы.
– Һин уға түгел, беҙгә ҡайтаһың.
Шул ваҡыт ишектән бала күтәргән аҡ халатлы шәфҡәт туташы сыҡты.
– Арыҫлановты кем ҡаршы ала?
– Мин, – тип һикереп торҙо Шәфҡәт ағай. – Ҡайҙа әле, беренсе булып ейәнемде үҙем алайым. Бисмиллаһир-рахманир-рәхим, ай-ай, ейәнем үҙемә оҡшаған икән. Әйҙә, улым, өйгә ҡайтайыҡ. Бына, ҡыҙым, ейәнемде ҡараған өсөн һеҙгә күстәнәс, – тип шәфҡәт туташына торт менән шарап бирҙе.
Шәфҡәт ағай бер ҡулына бала күтәреп, икенсе ҡулы менән киленен етәкләп ишек алдына сыҡты. Уларҙы Булат, Байрас, Әлфис көтөп тора ине. Иң беренсе булып Әлфис апаһын ҡосаҡлап алды.
– Апай, беҙ һине ҡаршылар өсөн машина һатып алдыҡ. Әйҙә, ҡайтайыҡ, әсәйем һеҙҙе көтә.
Сөмбөл уны ҡосаҡланы ла, тыйыла алмайынса, илап ебәрҙе...
Байрас, ҡайтҡанда, алғы көҙгөнән Сөмбөлгә күҙ төшөргөләп алды. Шәфҡәт ағай иһә ейәненә ҡарап һөйләнеүендә булды. Селтәрҙе асып йылмайҙы, ейәненә һоҡланып туя алманы, эйелеп еҫкәп тә алғыланы.
– Ҡайтҡас, улымды мунса индерербеҙ. Ҡыҙым, ниндәй исем ҡушабыҙ был батырға?
– Атай, исемде Байрас ҡушһын. Беҙҙе ҡотҡарыусы ул бит, – тине Сөмбөл, Булатҡа ҡарамайынса ғына.
Байрас менән Сөмбөлдөң күҙ ҡараштары көҙгөлә осрашты. Был ҡарашты Сөмбөлдөң беренсе күреүе түгел, шулай ҙа уның мәғәнәһен аңлап бөтөрмәне. Ул оҙаҡ илауҙан шешенгән күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. Байрастың йөҙө етди. «Минең улым булһа, Азамат тип ҡушыр инем. Азамат Байрасович – матур яңғырай, килешә лә», – тип уйланы, саҡ ҡына ҡысҡырып әйтмәне.
– Был маҡтаулы эште, атай, мин һиңә тапшырам. Әйҙә, үҙең ҡуш исемде ейәнеңә, тик революцияға тиклемге булмаһын.
– Ә шулай ҙа, улым, һин ниндәй исем ҡушыр инең?
– Азамат.
– Ниңә, бик матур исем, Азамат икән – Азамат булһын. Булат, ниңә өндәшмәйһең, оҡшаймы улыңдың исеме?
– Оҡшай, атай, оҡшай, – тип йылмайҙы Булат.
– Улайһа, Азамат Булатович булды улыбыҙ. Бына, күр, улым, был – һинең тыуған ауылың Ахун, күр, урамдары ниндәй киң, мәсетен, манараһын ҡара, хатта персональный айы ла бар. Тирә яҡҡа берәү генә ул, бер ауылда ла юҡ бындай байлыҡ. Был, улым, – «Ҡыҙыл партизан» колхозының ғорурлығы!
Ҡапҡа төбөнә ҡайтып туҡтағас, машина ҡысҡыртып алды.
Өйҙән, йүгерә атлай, байрамса кейенгән Гөлфиә апай сыҡты. Ул иң башта Сөмбөл ултырған яҡҡа килде. Сөмбөл әле лә: «Ниңә бында ҡайттым инде? Мин уға ҡайтмайым тип һүҙ бирҙем. Хәҙер бына уның муйынына беҙҙе берәүҙән икәү итеп аҫтылар. Мине бөтөнләй күрә алмаҫлыҡ дәрәжәгә еткән, больницанан сыҡҡаны бирле күтәрелеп тә ҡараманы», – тип уйҙарына сумып ултыра бирҙе. Уның машинанан төшөрлөк хәле лә, теләге лә юҡ. Башын аҫҡа эйеп, битенә төшкән сәстәре артына йәшеренмәксе булды.
Булат, сығып, ишекте асты.
– Сөмбөл, әйҙә төш, инәбеҙ.
– Һаумы, ҡыҙым, иҫән-һау ҡотолоп ҡайтыуың менән. Әйҙә, инәйек, ҡыҙым, – тип илай-илай, Гөлфиә апай Сөмбөлдөң ҡулынан етәкләп, өйгә алып инде. – Һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ. Әле бит, балам, тормошоң башлана ғына. Һиңә терелергә, аяҡҡа баҫырға кәрәк, баланы үҙем ҡарармын. Һиңә хәҙер ял итергә, нығытып ашарға кәрәк. Буҙа өлгөргән, ҡымыҙ алып ҡайтты атайың, һарыҡ һуй ҙыҡ. Аша эс, аяҡҡа баҫ. Ҡайҙа, ейәнемде мин дә күрәйем, бирегеҙ әле үҙемә...
Сөмбөл аҙна ун көн буйы үҙ мөйөшөнән сыҡманы. Гөлфиә апай килене янында йүгереп кенә йөрөнө. Ауыл йолаһы буйынса, килененә көн дә һары май менән әсе ҡорот һурпаһы эсерҙе.
– Эс, килен, эс, баланан һуң эсте һәйбәт йыя. Бына, буҙа ла эс, ул тынысландырып йоҡлата, ашҡаҙанды яҡшыраҡ эшләтә, ә балаға бейә һөтө лә эсерештерербеҙ. Мин малайҙарҙың барыһына ла эсерҙем. Аллаға шөкөр, ниндәй таҙалар. Ҡымыҙға ҡытлыҡ юҡ. Беҙҙең ауыл үҙенең яҡшы ҡымыҙы менән данлыҡлы. Ахун ял йортона әллә ҡайҙарҙан дауаланырға киләләр. Атайың хәҙер бейәләр көтә, эй-эй, һин күрһәң, тауҙарҙа ҡара болот булып йылҡы көтөүе йөрөй. Калхуздың байлығы ла, ғорурлығы ла...
Шулай итеп, Сөмбөл тағы ошо йортта ҡалды. Күпкәме, аҙғамы – әлегә үҙе лә белмәй. Сөмбөл яратҡан ҡарт алмағасы янына сыҡты, уныһы инде сәскәләрен ҡойған. Уның янына Байрас килеп ултырҙы, улар бер-береһенә ҡарамаҫҡа тырышты. Сөмбөлдөң ғазапланыуҙарын күреп, Байрастың йөрәге әрнене, хәленән килһә, барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙе күтәрер ине.
– Сөмбөл, ниңә һин былай өҙгөләнәһең, миңә булһа ла эсеңде бушат, һиңә беҙ ҙә йәшәү шул тиклем ауырмы? Нимә борсой һине, нимәнән ҡурҡаһың? Сөмбөл, күҙҙәремә ҡарап әйт әле, нимә теләйһең һин? Беҙ бөтәбеҙ ғәйепле кеше төҫлө йөрөйбөҙ, өй өҫтөндө ҡара болот аҫылынып торған кеүек. Атай менән әсәйҙең ни ғәйебе бар, улар һиңә яҡшылыҡ ҡына теләйҙәр бит. – Ул әкрен генә Сөмбөлдөң ҡулын ҡыҫты. – Мин, үҙең беләһең, һәр ваҡыт ярҙамға әҙермен, әйт кенә, эсеңә йыйма. Һин бит хәҙер әсә кеше, һиңә көслө булырға, аяҡта ныҡ
торорға кәрәк. Ҡасан терелеп аяҡҡа баҫаһың, теләһәң... – Ул, һүҙен әйтеп бөтөрә алмайынса, туҡтап ҡалды, унан ауыр һулап: – ...шул ваҡытта китерһең, – тине лә башын ситкә борҙо.
– Хәҙер мине барығыҙ ҙа йәлләйһегеҙ, бала үҫеп, әҙерәк ҡулға тоторлоҡ булғас, мин һеҙҙе йәлләрмен. Бының сиге ҡайҙа, Байрас? Һине күрә алмаған кеше менән бер түбә аҫтында нисек йәшәргә кәрәк? Мин ағайыңа, китермен, юлыңа кәртә булмам, тип һүҙ бирҙем. Атай менән әсәйҙе мин бик яратам, улар алдында оят миңә. Улар, бала булғас, барыһы ла үҙгәрер, тип уйлағандарҙыр, ләкин беҙҙе бала бәйләй алмай. Баланы күрмәһәгеҙ, еңелерәк булыр ине. Иртәме-һуңмы, миңә барыбер китергә тура киләсәк. Байрас, исмаһам, һин аңларға тырыш мине.
– Сөмбөл, һин дә аңла: минең һине бер ҡайҙа ла ебәргем килмәй. Минең хаҡҡа, әсәйҙәр хаҡына, зинһар, ашыҡма, – тип Байрас уның ҡулын ҡыҫты. Матур зәңгәр күҙҙәрҙә йәш ялтыраны, ул күҙҙәрҙә әллә ниндәй сатҡылар уйнаны, тағы ниҙер әйтергә теләгән ине, күҙ йәштәрен күрһәтеүҙән оялып, һикереп торҙо ла баҡсанан сығып китте.
«Бәлки, Байрас хаҡлылыр, әсәй менән атайҙың ни ғәйебе бар? Улар мине үҙ балалары кеүек яҡын күрә. Терелергә кәрәк, бала әҙерәк үҫһен, унан күҙ күрер».
Больницанан ҡайтҡанына бер ай булды. Гөлфиә апай, бар эшен ташлап, уларҙы ҡарай, ә ул илап йөрөй. Тиҙҙән бесән дә башланасаҡ. «Үҙемде ҡулға алырға тейешмен, ашҡа таш менән атмайҙар, йәшәргә кәрәк. Етәр сырхау быҙау кеүек йөрөргә», – тигән уйҙар менән Сөмбөл, үҙ-үҙенә ышанып, тороп баҫты. Сәй эсергә саҡырырға ингән Әлфисте ҡосаҡлап үпте, йылмайҙы. Ул кинәт йоҡоһонан уянған кешегә оҡшап ҡалды. Ең һыҙғанып донъя көтөргә, өйҙә булышырға тотондо, ләкин Булат менән бер бүлмәлә яңғыҙы ҡалмаҫҡа, уның менән осрашмаҫҡа тырышты. Азамат күҙгә күренеп үҫте, йылмайып алдаштыра башланы, өйҙәгеләр уны ҡулдарынан да төшөрмәне. Сөмбөл ашарға бешерҙе, өй йыйыштырҙы. Гөлфиә апай килененең үҙгәреүенә һөйөнөп туя алманы.
Еләк ваҡыты ла етте. Шәфҡәт ағай көн дә көләпешенә әҙләп еләк йыйып ҡайта. Сөмбөл дә, ҡыҙығып:
– Әсәй, мин дә Әлфис менән еләккә барайым әле? – тигәс, Гөлфиә апай:
– Тик оҙаҡ йөрөмәгеҙ, бала имеҙәһең бар бит, – тип ҡаршы килмәне.
Улар башта бер ни тапмай оҙаҡ йөрөнөләр, йөрөй торғас, бер соҡорға – еләклектең уртаһына килеп сыҡтылар. Икеһенең дә һөйөнөсө эстәренә һыйманы, донъяларын онотоп еләк йыйҙылар. Улар силәктәрен тултырып, шатлана-шатлана ҡайтырға сыҡҡанда, көн кискә ауышҡайны. Былар ҙа ауыр силәк бара-бара тағы ла ауырайҙы. Шәфҡәт ағай, уларҙы күреп: «Эй, балалар, кем йәш бала ҡалдырып, шулай оҙаҡ йөрөй инде?» – тип асыуланмаҡсы ине, килене ҡулындағы тулы силәкте күргәс:– Килен, нишләүең был? Һиңә ауыр күтәрергә ярамай, ҡайҙан йыйып бөтөрҙөгөҙ бындай эре еләктәрҙе? – тип йылмайҙы.
– Ауыҙ итеп ҡара әле, атай, шундай тәмле.
– Иртәгә еләк бөккәне бешерербеҙ, эйеме, апай? – тине Әлфис.
– Бешерербеҙ, солтаным.
– Ә мин иң эре еләкте Азаматҡа ҡаптырам.
– Әсәй асыуланамы, бала иланымы икән? Атай, иртәгә беҙҙе бала менән еләклеккә алып бара алмаҫһыңмы? Беҙ еләк йыйғанда, Азамат коляскаһында ятыр ине, – тине Сөмбөл.
Шәфҡәт ағай килененә ҡарап һоҡланды. Сөмбөл рәтләнә башланы, тәненә әҙерәк ит тә ҡунды, бит остары ла алһыуланды. «Ҡымыҙ эсерергә кәрәк, иртәгә ҡымыҙханаға барып ҡайтырмын», – тип күңеленә һалып ҡуйҙы.
– Эйе, килен, Ахундың яландары еләк-емешкә бай, еләккә Ослотау, Аҡбейек тауҙарына барырға кәрәк, ә бына сейә Майор яландарында мул була. Ҡыҙыл көртмәле менән ҡара көртмәле Аҡсалы тауында йә Урыҫ урманында шәп уңа. Алла бирһә, алып барырмын. Көҙөн бәшмәк тә йыйырбыҙ.
Улар ҡайтып ингәндә, Булат ишек алдында малайын күтәреп йөрөй ине. Ул:
– Бала илатып, был ваҡытҡа тиклем ҡайҙа йөрөйһөң? – тип Сөмбөлгә асыуланып ҡараны.
– Ярай, ярай, бала илай-илай үҫә ул, – тине ҡайныһы, киленен яҡлап. – Хәҙер тәмләп ашар, ана, Әлфис, еләк ашатам, ти.
Сөмбөл ҡулдарын йыуып килде лә күтәрелеп ҡарамайынса ғына Булат ҡулынан баланы алды.
– Улым, иланыңмы, ашайһың килдеме?
– Әйҙә, апай, теге ҙур еләкте ҡаптырайыҡ.
– Кит, теләһә нәмә ашатма, бәләкәй бит әле ул, – тип Булат Әлфискә асыуланды.
Бала, әсәһенең тауышын таныпмы, тағы илай башланы. Һыйыр һауып сыҡҡан Гөлфиә апай:
– Эй, балам, ниңә оҙаҡланығыҙ? Һин киткәс, бик ҡаты иланы, тамағы ла асыҡҡандыр, тиҙерәк имеҙ инде, – тине.
Сөмбөл, кеше күҙенән йырағыраҡ булайым тип, бала имеҙергә баҡсаға инеп ултырҙы. Бала имсәкте эләктереп алды ла ҡомһоҙланып һура башланы. Был донъяла кемгәлер кәрәк булыуыңды аңлау күңелгә рәхәтлек бирә. Бына бит ул ысын тормош!
– Асҡа үлә яҙғанмы? – тине Булат.
Үҙ уйҙарына батып ултырғанға, Сөмбөл Булаттың үҙ янына килеп баҫыуын һиҙмәй ҙә ҡалған.
– Кит, ҡарап торма, – тине ул, күкрәген ҡулы менән ҡапларға тырышып.
– Сөмбөл, ниңә һин минән ҡасаһың? Минең дә уның ашағанын, имсәк имгәнен күргем килә бит. Ә һин мине күреүгә ҡасырға ғына тораһың.
Ашап туймаған бала имсәкте эҙләп ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Сөмбөл, имеҙ, туйманы бит, ниңә йәшерҙең инде?
– Һин киткәс имеҙермен, – тип яуап бирҙе Сөмбөл ҡоро ғына.
Сөмбөл киреләнгән, кире ҡаҡҡан һайын, Булат, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға нығыраҡ тартылды, улын һағынып, аҙна һайын ҡайтты. Ике ай буйы Фәриҙә менән күрешкәне юҡ, бары хат аша ғына хәбәрләшәләр. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына Байрастың күҙ ҡарашы Сөмбөлгә төбәлгәнен һиҙҙе. Энеһенең әллә теге ваҡытта әйткән һүҙҙәре хаҡ булдымы икән? Булмаҫ, уға ҡыҙҙар бөткәнме, тип тағы үҙен тынысландырырға тырышты.
Бер көндө атаһы:
– Ҡатының мунсаға китте. Йөрөмә бында мүкләк һыйыр кеүек, ҡатының янына бар, әҙерәк ир була бел, – тип асыуланды.
– Керетмәй ул, – тине Булат, атаһынан оялып,
– Ә һин икенсе юлы биген алып ат! Эй, улым, бигерәк бешмәгәнһең. Байрас булһа, бүрәнәһен һүтеп инеп ултырған булыр ине.
Икенсе аҙнала Булат, ысынлап та, ҡайтыу менән мунсаның биген алып атты. Сөмбөл, ғәҙәттә, мунсаға иң һуңынан, өйҙәге эштәр бөткәс кенә, бара. Булат ул кисте түҙемһеҙлек менән көттө, киткәнен күрмәй ҡалмайым тип, мунса ишеген күҙәтте. Ул Сөмбөлдөң еңел генә янына индермәүен яҡшы аңлай, ни әйтәһен дә белә, ләкин ниндәйҙер көс аҡылын томаланы, күңеле Сөмбөлгә тартылды. Ни булһа шул булыр тип, Сөмбөл китеп бер аҙ ваҡыт уҙғас, ҡараҡ кеше һымаҡ яҡ яғына ҡарана ҡарана, мунсаға инеп китте.
– Ай, кем бар? Бында мин, – тип ҡысҡырҙы Сөмбөл. Үҙе арты менән боролоп баҫты, тәнен ни менән ҡапларға белмәйенсә, күҙенә беренсе күренгән ҙур таҫтамал ды эләктереп алды.
– Ҡурҡма, мин был.
– Нишләйһең бында, сығып кит!
Булат Сөмбөлдөң һүҙҙәрен ишетмәне. Ҡаршыһында баҫып торған һылыу кәүҙә, иңдәренә таралған ҡуйы ҡара сәстәр, нескә бил уның зиһенен томаланы. Ул, һуҡыр кеше кеүек, ҡулдарын алға һуҙҙы, Сөмбөлдөң иңенә ҡағылыуға, кинәт һиҫкәнеп ҡуйҙы. Уның ҡатынын инәнән тыума килеш беренсе тапҡыр күреүе.
Үҙенә көсләп ҡатын итеп тағылған Сөмбөл ут яҡтыһында шундай гүзәл ине. Ул уны аҡрын ғына күкрәгенә ҡыҫты, үҙен-үҙе белештермәйенсә, шашып шашып үбә башланы. Сөмбөлдө әкренләп үҙенә табан борҙо, ул таҫтамалын ҡыҫып тотҡан, күҙҙәрен йомған килеш:
– Булат, кәрәкмәй, ҡалдыр мине, – тип бышылданы, ләкин үҙе ҡыуманы, этмәне.
– Сөмбөл, беҙ бит никахлы. Сөмбөл, нисек һағынғанмын мин һине, зинһар, ҡыума, китә алмайым, – тип бышылданы Булат. Ул инде үҙ-үҙенә хужа түгел ине, онотолоп Сөмбөл тәненең һәр нөктәһен ҡайнар ирендәре менән шашып үбә башланы. Сөмбөл үҙендә уға ҡаршы торорлоҡ көс тапманы, бары дер-дер ҡалтыранды, тәненең Булат ҡағылған һәр ере әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек уятты.
Күҙҙәре әкренләп өҫтән аҫҡа төштө. Шул саҡ кендектән аҫҡа саҡлы һуҙылған ҡыҙыл шәмәхә яра уны һиҫкәндереп, айнытып ебәргәндәй булды, яраны бармаҡтары менән әкрен генә һыйпаны ла аяғына тороп баҫты.
– Кисер мине, Сөмбөл, – тип уның күҙҙәренә ҡараны. – Ҡурҡма, мин һиңә ҡағылмайым. – Ирендәре менән шәмәхә яраға йомшаҡ ҡына тейеп алды ла, иҫерек кеше кеүек сайҡала сайҡала, мунсанан сығып китте.
Сөмбөл баҫҡан урынынан да ҡуҙғала алманы, ҡайнар күҙ йәштәре күкрәк тәренә тамды. Уның йәнен әллә оялыу, әллә ғәрләнеү биләп алды. Ул уны элеккесә иркәләй, үбә, башын юғалта, ләкин «яратам» тимәй. Нисек аңларға һуң быны? Мәңге онотмаһын, ғазапланып йәшәһен, тиме икән? Сөмбөл мунсала яңғыҙы бик оҙаҡ иланы.
Булат, мунсанан сыҡҡас, ҡарт алмағас төбөнә барып ултырҙы, уның был мәлдә айыу булып үкергеһе, олоғоһо килде, йөрәге күкрәгенә һыйманы. «Нишләнем мин?» – тип үҙ үҙенә асыуланды. Әллә, яҙмышҡа буйһоноп, Сөмбөл, барыһын да онот, әйҙә, ир менән ҡатын булып бергә йәшәйек, тиергәме? Юҡ, Сөмбөл бер ҡасан онотмаясаҡ та, кисермәйәсәк тә. Уның яралары ҙур, тәрән, Булат һалған яралар... Кирегә юл юҡтыр шул. Ә уның хыялы, мөхәббәте, һыу һөлөгө
кеүек һылыу Фәриҙәһе кемдәргә ҡалыр? Фәриҙәне кемдеңдер ҡатыны итеп күҙ алдына килтереү ҙә ҡот осҡос тойолдо. Юҡ, ул Фәриҙәһен бер кем гә бирмәйәсәк! Оҙон буйлы һылыуы менән ҡултыҡлашып, башҡаларҙы көнләштереп урамда йөрөүҙәр тураһында күпме төндәр хыялланды. Эйе, уның сибәр ҡатынына күпме күҙҙәр көнләшеп ҡараясаҡ. Фәриҙәнең бер ҡарашы етә, ул уның ҡолона әйләнә лә ҡуя. Сөмбөл менән, улы менән нишләргә һуң? Сөмбөлгә бер аҙ ғына яҡынлашһа ла, үҙ үҙенә хужа булыуҙан туҡтай, башы менән упҡынға сума. Бына хәҙер ҙә тыныслана алмай ултыра, илағыһы килә.
Меҫкен ҡарт алмағас, нисә ай инде уның ҡалын ботаҡтары аҫтында ике йәш йөрәк ҡайнар күҙ йәштәре түгә. Әгәр теле булһа, Булатҡа кәңәш биреп: «Бәхетең де йыраҡтан эҙләмә, бәхетең яныңда. Өйөңә ин дә ҡатының менән балаңды ҡосаҡлап ят. Беренсе ҡатын – Хоҙайҙан, икенсеһе...» – тиер ине. Юҡ шул уның теле...
Сөмбөл бүлмәһендә ут янды, асыҡ тәҙрәнән бала илаған тауыш ишетелде. Булат өйгә инмәне, тәҙрә янына килеп, ситтән генә Сөмбөлдөң көйләй-көйләй бала имеҙгәнен күҙәтте.
* * *
Бесән ваҡыты етте. Бөтә кеше эштә, Булат та ял алып ҡайтты. Сөмбөл менән Әлфис өйҙә ҡалды. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған йорт мәшәҡәте Сөмбөлгә өйөлдө, ул һәр эште еренә еткереп эшләргә тырышты. Байрастың ай буйы ҡайтҡаны юҡ, уны ҡайҙалыр ауылға көҙгө урып йыйыуға ебәргәндәр, ахыры.
Ҡыяр помидор, алмалар өлгөрә башланы. Сөмбөл көнө буйы баҡсала мәш килә, улы шунда бишектә ята. Ҡайныһының баҡсаға бишек элеүе лә яҡшы булды. Музыка аҫтында Сөмбөл ашын да бешерә, керен дә йыуа. Баҡса Сөмбөлгә уның өсөн генә яһалған ожмах мөйөшө кеүек тойолдо. Ул ултыртҡан сәскәләр, ҡойма
буйындағы дәлийәләр эре-эре сәскәләр атты. Бесәнселәргә киске ашты баҡсала әҙерләй, күңелдәрен күрә, кис менән гөрләшеп сәй эсәләр. Уның баҡсаһына күршеләр ҙә инеп сәй эсергә ярата. Гөлфиә апай килене булыуға һөйөнөп бөтә алманы: бесәндән арып ҡайтыуға аш бешкән, мунса яғылған, һыйыр һауылған – барыһы ла тәртиптә. Ашап-эсәләр, туйғансы ейәндәрен һөйәләр ҙә ятып йоҡлайҙар. Гөлфиә апайҙың үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр шулай рәхәтләнеп бесән эшләүе ине. Бәләкәй генә Сөмбөл барыһына ла нисек өлгөрәлер. Барыһы яҡшы кеүек, шулай ҙа уларҙы билдәһеҙлек борсоғаны һиҙелә. Булат менән Сөмбөл һөйләшмәйҙәр, бергә йоҡламайҙар. Иртән йоҡонан торғас, Гөлфиә апай, өмөтләнеп, Сөмбөл янындағы урынға ҡараны. Юҡ шул, Булат урынында – Әлфис, Әлфис урынында Булат ята. Ниңә йәштәр үҙ ара уртаҡ тел таба алмайҙар?
– Әллә яңылыштыҡмы икән, атаһы? Көсләп яраттырып булмай бит, бәлки, Сөмбөлдө алып ҡайтаһы ла ҡалмағандыр, – тип аптырап һорап ҡуйҙы бер көндө Гөлфиә апай иренән.
– Нимә, кире илтеп ҡуйырға ҡушаһыңмы?
– Юҡ инде, аптырағандан ғына әйтәм.
– Нимә юғалтҡаныңды аңлар өсөн юғалтып ҡарарға кәрәк, ти, шуныһынан ҡурҡам. Сөмбөл кеүек бар яҡтан килгән ҡатын яңғыҙ ҡалмаҫ. Бына, әйткәйне тиерһең, киләсәктә бик сибәр ҡатын буласаҡ ул. Булат ҡына һуңлап аңламағайы. Беләһеңме, әсәһе, минең бер нәмәгә шигем бар, күптән әйтмәксе инем дә, тик һеҙ ҡатын-ҡыҙҙың икенсе төрлө аңлауығыҙ бар.
– Әйт, һуҙма.
– Миңә ҡалһа, беҙҙең Байрас Сөмбөлгә ғашиҡ, мин быны күптән һиҙеп йөрөйөм. Ҡайтһа, ул Сөмбөлдөң һәр аҙымын күҙәтә, берәй хәл булһа, һәр ваҡыт уның янында. Һиҙгән булһаң, Байрас бик үҙгәрҙе, элекке елбәҙәк түгел инде, етдиләнеп китте. Бына шуларҙы уйлайым да һис осона сыға алмайым.
– Кит инде, атаһы, ағаһына көндәш була алмаҫ бит.
– Ярай уныһы, ашыҡмайыҡ әле, бер яйы сығыр. Әгәр Байрас Сөмбөлдө алам тиһә, мин аптырамам, ҡаршы түгелмен. Һин дә яҡшылап уйла, минең ейәнемде сит кеше балаһы итеп күргем килмәй.
Тыштан тыныс күренһәләр ҙә, бына шундай борсоу өмөттәр эсендә йәшәй улар.
Август урталарында бесәнде бөтөрҙөләр. Бер көндө Шәфҡәт ағай киске аш ваҡытында:
– Иртәгә кәбән ҡоябыҙ, Әлфисте лә үҙебеҙ менән алабыҙ. Ат менән сүмәлә тарттырыр. Сөмбөл бер көн генә солтанһыҙ тороп торор инде, – тине.
Иртән барыһы ла бесән өйөргә китте, Сөмбөл бала менән өйҙә үҙе генә ҡалды. Иртәнге яҡта кәбән ҡояһы урынға күбә тарттырҙылар. Гөлфиә апай:
– Бесән өйә башлағансы, әйҙәгеҙ, ашап алайыҡ, – тип ҡыр табыны әҙерләне.
Әлфис, атта ғына йөрөһә лә, ныҡ арыған ине – әсәһенең һүҙен ишетеүгә, табын янына һуҙылып ятты. Уның янына Булат килеп ултырҙы:
– Арыныңмы әллә? Шулай ул, әле һиңә эләккәне юҡ, беҙҙе һинең кеүек саҡта көн дә иртә таңдан уятып, бесәнгә алып баралар ине. Ә һин йоҡоң туйғансы еңгәң ҡуйынында йоҡлайһың.
– Йоҡлаһа һуң, мин бит бала ҡарайым.
– Әлфис улым, етер апайың менән йоҡларға, мин һиңә, унда йоҡларға инмә, тип нисә әйттем инде. Бына өйләнгәс, үҙ ҡатының менән йоҡларһың. Оят кәрәк, бер йыл буйы, кейәү егете кеүек, ул бүлмәнән сыҡмайһың. Ағайың урыны икәнен беләһең бит, – тине атаһы.
– Апай бит үҙе, минең янға ят, ти. Беҙ хәҙер Азаматты ла уртаға һалып йоҡлатабыҙ!
– Улым, һин ҙур бит инде. Бына мин әсәйең менән ятам, ағайың да Азаматтың әсәһе менән ятырға тейеш. Ул бит уның ҡатыны. – Шәфҡәт ағай төпсөгөнә аңлатырға тырышты.
– Ул уның ҡатыны түгел, – тине Әлфис, киреләнеп.
Әсәһе улының һүҙҙәренән аптырап ҡалды.
– Ни һөйләйһең, улым? Кем әйтте?
– Апайым әйтте, бер апайға, – тине малай, танауын тартып.
– Ниндәй апайға?
– Апайым һөйләргә ҡушманы.
Атаһы ла, тәрилкәнән башын күтәреп, ҡырыҫ тауыш менән:
– Әлфис, ниндәй апай? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Апай әйтергә ҡушманы.
– Апайыңа бер ни ҙә әйтмәбеҙ, һөйлә!
Барыһы ла, аштарын онотоп, был сыбыҡһыҙ радионан тағы ни ишетербеҙ икән, тип, Әлфискә төбәлде. Атаһы:
– Йә? – тине, баҫым яһап.
– Өсөнсө көн беҙгә, Булат ағайҙы һорап, бер апай килде. Сөмбөл апай: «Ул бесән дә», – тине. Теге апай: «Булат минең апайымдың ҡыҙына өйләнәм тип йөрөй икән. Бында килһәм, уны, өйләнгән, балаһы бар, тиҙәр. Әгәр алдап йөрөтһә, беҙҙән яҡшылыҡ көтмәһен», – тине.
Улының һүҙҙәрен ишеткәс, атаһы тороп уҡ ултырҙы:
– Улай... килеп еттек. Апайың нимә тине?
– «Юҡ, һеҙгә дөрөҫ әйтмәгәндәр, яңылышҡандар, энеһе өйләнде. Мин энеһенең ҡатыны булам»,– тине апайым.
– Тағы ни булды? – тине атаһы, ҡыҙарып.
– Теге апай китеп барҙы, ә апайым бик ныҡ иланы, Азамат та ҡушылып иланы. Атай, апай һөйләргә ҡушмаған ине, белһә, миңә асыуланасаҡ.
Булат ашаманы, ҡайҙалыр ағастар араһына инеп китте. Табын янындағыларҙың да тамағына барманы. Эштең рәте китте, көндөң йәме бөттө. Бер-береһенә ҡарамай, өндәшмәй кәбән өйҙөләр. Ололарҙың башында бер генә уй: «Улар ҡайтҡансы, Сөмбөл бала менән сығып юғалмағайы». Тик ул хаҡта бер береһенә
ҡысҡырып әйтергә ҡурҡтылар.
(Дауамы бар)