Әҙәби бит
18 Июль , 14:15

"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА

Булат, нишләргә белмәйенсә, арҡаһы менән боролдо ла битен ҡулы менән ҡаплап илап ебәрҙе... Ул, Сөмбөлдөң дә илап ебәреүенән ҡурҡыпмы, үҙе лә аңламайынса, ике ҡулы менән ҡолағын ҡапланы, ҡыҙҙы нисек йыуатырға ла белмәне. Ә үҙенең күҙҙәренән ҡайнар йәштәр аҡты ла аҡты... Шул халәттә күпме ултырғандыр, өшөй башланы: – Йә, ярай, әйҙә, ҡайтайыҡ.

"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА
"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА

Ул боролғанда, янында бер кем дә юҡ, бары Сөмбөлдөң сумкаһы ғына ултырып ҡалғайны. Егет яҡ-яғына ҡаранды, һис кем күренмәне.
Булат дөйөм ятаҡҡа ҡайтып, өҫ кейемдәрен алыштырҙы ла Сөмбөлдөң сумкаһын бирергә бишенсе ҡатҡа менеп китте, тик ишек асыусы булманы: «Кәрәк булһа, үҙе инеп алыр», – тип бүлмәһенә төшөп, йоҡларға ятты. Иртән торғандала сумка урынында тора ине. «Ярар, кис эштән һуң индерермен әле», – тип эшенә китте. Кис йәнә Сөмбөлдәр бүлмәһенә күтәрелде. Ишекте Сөмбөлдөң бүлмәләш ҡыҙҙары асты:
– Ә, еҙнә килгән, апай ғына нишләптер йоманан бирле күренмәй, әллә ауылыңа алып киттеңме?
Булат аптырап ҡалды:
– Нисек юҡ? Ауылдан кисә килде бит ул.
– Беҙ күрмәнек. Кисә лә, бөгөн дә юҡ. Эшендә булдымы икән һуң?
Булат ни әйтергә белмәй торҙо ла:
– Ҡайтһа, беҙгә инһен әле, – тип бошоноп төшөп китте.
Кис буйы Сөмбөлдө көтһә лә, бушҡа булды, ҡыҙ күренмәне. Булат аҙна буйы һәр кис улар бүлмәһенә инеп йөрөнө. Үҙе менән берәй хәл ҡылмаһын тип, ҡурҡыуға ҡалды, теге күргән төшө башынан сыҡманы. Бәлки, барыһын да аңлағандыр, аҡылһыҙ түгел бит, тип үҙен-үҙе йыуатты.
Тағы йома етте. Вокзалға алданыраҡ килде, энеһе лә килеп етте.
– Ағай, ҡурсағың ҡайҙа бөгөн? Әллә индереп ултыртырға ла өлгөрҙөңмө? – тип һораны. Булат өндәшмәне.
Улар Сөмбөлдәр ауылына ҡайтыусы автобусты икәүләшеп күҙәтә башланы, тик ҡыҙ күренмәне. Байрастың күңеле кителде, ул уның йылмайып, ҡул болғап оҙатып ҡалыуын ярата, хатта ағаһынан көнләшә ине. Аҙ ғына һуңға ҡалды, ул йондоҙға ағаһы үрелгән, ә ағаһына арҡыры төшөп булмай; сит кеше булһа, әллә ҡасан төбө тамыры менән йолҡоп алған булыр ине. Юҡ шул, ярамай, ағай бит...


Сөмбөл Булат янынан нисек ҡуҙғалып киткәнен, ҡайҙа табан барғанын да аңламаны. Бер нисә минут, бер нисә һүҙ йөрәген телгеләп, усына тотторҙо. Уның бөтә булмышы таш булып ҡатты.
Урамда һалҡын көҙ, урыны урыны менән боҙлауыҡ, һалҡын әсе ел, тик ул уларҙы һиҙмәне, барҙы ла барҙы, ҡала буйлап йөрөнө лә йөрөнө... Бер кистә бөтә донъя үҙгәрҙе, ни тиклем ваҡиға булды, ул йөклө, бала көтә, ә ул бала... Ул бер кемгә лә кәрәкмәй. Бына хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәгән ике бәхетһеҙ йән һалҡын көҙҙә буш ҡала урамында аҙашып йөрөй. Әле кисә генә барыһы ла башҡаса ине, ул мөхәббәте менән бик бәхетле, донъя матур, яҡты, бер ниндәй борсоу ҡайғыһы юҡ. Ауылына ҡайтһа, өйө, әсәһе шатланып ҡаршы ала, бында килһә, эше, һөйөклөһө көтөп тора ине. Ә хәҙер? Ә хәҙер әсәһе ҡайғыһынан үлер, уны өйгә лә индермәҫ. Хурлығы ни тора бит... Ирһеҙ бала тапҡан, тегенең уйнаштан тыуған балаһы, тип бармаҡ төртөп һөйләйәсәктәр...
Ул шулай урам буйлап барҙы ла барҙы. Ҡала ситенә нисек килеп еткәнен дә, тимер юл буйлап барыуын да һиҙмәне. Өҫтөнә ҡайҙандыр яҡты ут яҡынлаша башланы, ул уға ҡаршы китте, ник ҡаршы барғанын үҙе аңламаны. Ут туҡтаны, тик һүнмәне, ҡаршыһында ҙур бер ағай пәйҙә булды:
– Нишләйһең бында? Ошо йәшеңдән йәшәүҙән туйҙыңмы? Бар, өйөңә ҡайт, – тип ороша-ороша, Сөмбөлдө ситкә сығарып баҫтырҙы. – Ана, ҡалаға ҡайта торған юл, ә был юл комбинатҡа бара. Бәхетең, пассажирҙар йөрөтөүсе булһа, тапап та киткән булыр ине. Һин бит бала ғына, һин үлһәң, ата-әсәйең ҡайғынан үләсәк, ә мине кеше тапаған өсөн төрмәгә ултыртасаҡтар ине. Бар, өшөп бөткәнһең. Әллә телһеҙ инде, меҫкен, – тине лә боролоп китеп барҙы.

Сөмбөл ҡайҙа барырға белмәйенсә туҡтап ҡалды, ҡалаға ҡайтайым тип атлай торғас, үҙе эшләгән балалар баҡсаһына килеп төртөлдө. Ишек шаҡығанда, уның инде теше-тешкә теймәй ине. Ҡарауылда тороусы ҡарсыҡ, уны күргәс:
– Сөмбөл, нимә булды? Нишләп йөрөйһөң? Нишләттеләр һине? – тип ҡосаҡлап алды. – Хәҙер сәй эсерәм, кил бында, һал кейемдәреңде, – тип уны тартып-йолҡоп сисендерҙе лә йылы одеялға төрөп ултыртты.
Сөмбөл ошо балалар баҡсаһында няня булып эшләй, балаларҙы ла, эшен дә бик ярата. Унынсы синыфты бөтөргәс, уҡырға инмәне, бында эшкә урынлашты.
Был әбейҙе баба Вера тип йөрөтәләр, ул төнгө ҡарауылда тора. Әле йүгерә-атлай эҫе сәй килтерҙе.
– Мә, ҡояшым, эс. Ни булды һиңә, кем рәнйетте, йөҙөңдә ҡан әҫәре ҡалмаған бит? Һин ила, оялма, ҡарт булһам да, мин барыһын аңлайым. Былай ҡатырға ярамай, йөрәгең күтәрмәҫ. Һин һалҡын тейҙергәнһең, ахыры, ят әле, – тип һөйләнә-һөйләнә Сөмбөлдө әллә нисә одеял менән төрҙө. – Мин аңлайым, дело молодое, бар нәмәгә мөхәббәт ғәйепле, бер һин генә түгел, бөтә кеше кисерә уны.
Һин эсеңде бушат, һөйлә, ила, былай ярамай, ҡояшым. Мин күпте күрҙем, мин һуғышты үттем, һуғышта әллә ниҙәргә осрарға тура килде. Кеше еңә алмаған ҡайғы хәсрәт юҡ, ҡояшым, Хоҙай кешегә күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы бирмәй. Ике иң башыңда ике фәрештәң ултыра, улар һиңә бар ауырлыҡты күтәрешә, бары ваҡыт, бары сабырлыҡ кәрәк. Һуғыш менән аслыҡтан ҡала, барыһына ла түҙергә кәрәк. Йәшәргә кәрәк, ҡояшым, йәшәргә кәрәк. – Вера әбей бик оҙаҡ Сөмбөлдөң башынан һыйпап ултырҙы.
Был төндө ҡыҙҙың маңлайына беренсе оҙон һыр һуҙылып ятты.
Вера әбей иртән ҡыҙҙың температураһын үлсәгәс, ҡырҡҡа яҡын икәнен күреп, «Ашығыс ярҙам» саҡыртты. Сөмбөлдө шунда уҡ алып киттеләр – ул аңында түгел ине инде.
Сөмбөл өс көндән һуң ғына аңына килеп, кеше танырлыҡ булды. Йәшәү менән үлем араһында тартышыу уның барлыҡ көсөн, йөҙөндәге нурын алды. Ул аңына килгәндә, янында һаман шул Вера әбей ултыра ине.

– Ҡояшым, көн-төн Хоҙайҙан һинең терелеүеңде һораным. Былай булғас, барыһы ла артта ҡалды, йәшәрһең, Алла бойорһа. Һин бит өс көн аңһыҙ ятаһың, – тип үҙе һөйләнде, үҙе уның ҡара янып ярылып бөткән ирендәрен сылатты.
Табиптар инде. Оло йәштәгеһе, бар яҡлап тыңлап ҡарағас:
– Үҫкәнем, һеҙ бик ныҡ һалҡын тейҙергәнһегеҙ. Үҙегеҙҙең йөклө икәнегеҙҙе белә инегеҙме? Һеҙгә бик оҙаҡ дауаланырға тура киләсәк. Бөтә ышаныс үҙегеҙҙә. Беҙ һеҙгә булышырбыҙ. Тыуасаҡ сабыйығыҙ тураһында ла онотмағыҙ. Барлыҡ дарыуҙарҙы эсергә, яҡшылап ашарға, мөмкин тиклем тиҙерәк депрессиянан сығырға кәрәк. Әбейең, һине һаҡлап, өс көн ашамай эсмәй бында ул тыра, – тип капельница ҡуйҙы. Баба Вера, таҙа кейемдәр ҙә алып килермен, тип ҡайтып китте. Сөмбөлдө айырым палатала тағы бер аҙна ятҡырҙылар ҙа дөйөм палатаға күсерҙеләр. Вера әбейе ашарға килтереп, уның хәлен белеп торҙо.
– Баба Вера, әсәйем белһә, мине өйгә индермәйәсәк. Мин дә, бала ла бер кемгә лә кәрәкмәй. Минең барыр урыным да юҡ, – тине Сөмбөл.
– Һин башта терел, унан һөйләшербеҙ. Мин бит бер яңғыҙым йәшәйем, миңә ҡайтырһың, икәү күңеллерәк тә булыр. Ҡайғырма, ҡояшым. Һин миңә Верочка тип өндәш, улай мин үҙемде яҡшыраҡ хис итәм.
– Ярай. Верочка, һиңә бер үтенесем бар. Беҙҙең ауылға барып килмәҫһеңме икән? Әсәйҙәр мине юғалтҡандыр инде, мин бит аҙна һайын ҡайта торғайным. Бала тураһында бер ни ҙә әйтмә, кәрәкмәй, үтенеп һорайым.

– Ярай, ҡояшым, ярай.
Әсәһе икенсе көндө үк килеп етте, ҡыҙын шундай хәлдә күреп, телһеҙ ҡалды.
Верочка уны тынысландырырға тырышты:
– Һеҙ борсолмағыҙ, уның үпкәһенә һалҡын тейгән. Тиҙҙән терелер, йәш организм үҙе көрәшә ул, ти врачтар. Барыһы ла яҡшы булыр. Мин хәҙер киләм, – тип сығып китте.
Үҙе тиҙ генә докторҙар йыйыла торған бүлмәгә инеп, Сөмбөлдө дауалаусы табип Власовты тапты.
– Ғәфү итегеҙ, доктор. Сөмбөлдөң әсәһе килде. Бик илай, ҡыҙын шундай хәлдә күреп, бик ҡурҡты. Һеҙ, берүк, уның ауырлы икәнен әйтә күрмәгеҙ инде.
– Яҡшы, әйтмәм.
– Рәхмәт, доктор, рәхмәт.
Доктор ҙа Сөмбөлдөң әсәһен ипләп кенә тынысландырып ҡайтарып ебәрҙе.
Сөмбөлдөң хәле шәптән түгел, ул төшөнкөлөккә бирелеп, ҡатмарлы депрессия кисерә. Ә донъянан ваз кискән кешене дауалау – иләк менән һыу ташыу менән бер. Уны был хәлдән сығарыу өсөн ныҡлы таяныс булырлыҡ яҡын кеше, мөхәббәт, яҡлау, аңлау кәрәк...
Ике аҙна үтте. Сөмбөл бер нөктәгә ҡарап ятыуын белде, бер кем менән һөйләшмәне. Мәрйә әбеһе уның янында бөтөрөлдө лә бөтөрөлдө. Етмәһә, ҡыҙҙа көслө токсикоз башланды. Ул хәҙер бик ябыҡты, хәлһеҙләнде.
Токсикоздың көслө булыуы, бер яҡтан, докторҙы ҡыуандыра, сөнки ул – ҡарындағы баланың үҫергә, йәшәргә тырышыуын күрһәтеүсе билдә. Хоҙай шулай яҙғандыр, улар ошо ауыр хәлде еңеп сыға алһалар, бер береһенә һөйөнөп туймаясаҡтар әле. Әсә булғас, ул барыһын да онотасаҡ, бәлки, үҙен ошо ғазапҡа һалған кешеһен дә кисерер. Доктор ҡыҙға бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Әллә бик ябығыуҙан, әллә эстән яндырған хәсрәттән Сөмбөлдөң ирен ситендә ике бәләкәй генә һыр барлыҡҡа килгәйне.

Тағы йома етте, тағы йәштәр, шау-гөр килеп, вокзалда йыйылды. Октябрь байрамы яҡынлашҡан саҡ. Байрас, алдан килеп, ағаһы менән икеһенә билет алды. Бер яҡшылыҡ эшләйем әле тип, ағаһының ҡурсағына ла билет алырға уйланы. Сөмбөлдө ул теге аҙнала күрмәне, уның көләс күҙҙәрен, нисек шатланасағын күҙ алдына килтереп, үҙ алдына йылмая-йылмая, көс хәл менән сиратты йырып сыҡты ла ағаһын эҙләй башланы. Ағаһының тимер юл кассаһы янында тороуын күргәс, аптырап, янына килде:
– Нишләп тораһың бында? Мин һиңә лә, ҡурсағыңа ла билет алдым. Үҙе ҡайҙа һуң?
– Байрас, мин ауылға ҡайтмайым, Златоусҡа китәм. Әсәйҙәргә әйтерһең, юғалтмаһындар.
– Ә Сөмбөл?
– Белмәйем, минең инде уны ике аҙна күргәнем юҡ, бүлмәһенә ҡайтмай, ҡайҙа йөрөйҙөр. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уның менән араны өҙҙөм. Ярай, бар, һуңға ҡалаһың, осратһаң, билетыңды бир.
Байрас урамға сыҡты, Учалы – Байрамғол автобусы янына килеп, Сөмбөлдө эҙләй башланы, тик ул халыҡ араһында күренмәне.

– Бәрәкалла, әллә һин дә беҙҙең ауылға ҡайтаһыңмы? Билетҡа яҡын барырлыҡ түгел, ҡырмыҫҡа ояһы ҡуҙғалған тиерһең. Туҡта, Байрас, нишләп тораһың бында, кемде эҙләйһең? Әллә һин дә беҙҙең ауыл ҡыҙын эләктерҙеңме?
– Мансур, мин Сөмбөлгә билет алғайным, ни эшләптер күренмәй. Белмәйһеңме, ҡайтамы икән?
– Слушай, брат, ике аҙна инде юҡҡа сыҡҡанына. Бүлмәләш ҡыҙҙары ла бер ни белмәй. Ағайыңдан һора. Асыуым да килмәгәйе, ни үҙенә, ни кешегә... Мин бит уға ҡайҙан хат килгәнен, ҡайҙа сапҡанын беләм, ә был йүләр сабый уға ышана. Белмәйем, теге аҙнала ҡайтманы шикелле, клубҡа сыҡманы.
Байрас өндәшмәй генә билетын Мансурға һуҙҙы:
– Мә, улайһа. Һин белеш әле, бер-бер хәл булмаһын тағы.
– Ярай, клубҡа сыҡһа, һорашырмын. Билет өсөн рәхмәт.
Байрас өйгә ҡайтып инеүгә, атаһы ҡаршы сыҡты.
– Ә ағайың ҡайҙа?
– Китте.
– Ҡайҙа китте?
– Златоусҡа. Байрамға ҡайтмайым, еңгәң янына барам, тине.
– Ярай, улайһа, өйләнә башлаһағыҙ ҙа ярай. Оҙаҡламай һуғым һуябыҙ, береһен һатырбыҙ, береһенә туй яһарға булыр.
– Яһарһығыҙ, яһарһығыҙ, – тиһә лә: «Бына еңгәнең береһе ҡайҙа юғалды икән? Әллә берәй хәл булдымы?» – тигән уйҙар Байрастың башынан сыҡманы.
Улар киске ашҡа ултырыуға, Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе – Әлфис ҡайтып инде. Биттәре ҡыҙарған, танау аҫты ялтырап тора, күҙҙәре ут сәсә. Урамда ҡар яуа, ахырыһы, беренсе ҡар.
– Был ваҡытҡа тиклем ни эшләп йөрөйһөң, маңҡа ҡапсығы? Төн бит, әллә ҡыҙҙар оҙата башланың инде? – тип ағаһы үртәй башлағайны, Әлфис ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ағай, ағай, Рәмилдәргә теге һин оҙатҡан ҡунаҡ ҡыҙы тағы ҡайтҡан. – Әлфис, өҫтөн һала-һала, үҙенекен һөйләй башланы. – Рәмил әйтә, теге аҙнала һинең Байрас ағайың беҙгә ҡайтҡан ҡунаҡ ҡыҙын оҙатҡан булған, төндә апайым менән шырыҡ-шырыҡ һөйләштеләр, тыңлап яттым, ти. Теге апай әйтә, ти, Байрас ҡапҡаға килтереп терәне, үләм тип торам, ул шундай шәп үбешә, миңә оҡшаны, киләһе аҙнаға тағы ҡайтам, тип әйтте, ти. Ана, ҡайтып та еткән, һине көтөп йөрөй.
Байрас бер генә һикерҙе, тағы әллә ниҙәр ысҡындырмаһын тип, энеһен күҙ асып йомғансы эләктереп, оло яҡҡа кереп юғалды.
– Һин ни һөйләйһең әсәйҙәр алдында, бытбылдыҡ? Иманыңды уҡытам бит.
– Рәмил бит шулай ти.
– Тиһә һуң, һин бит егет кеше. Ундай һүҙҙәрҙе әсәй менән атай алдында һөйләмәйҙәр инде. Алып ҡайтырмын мин һиңә икенсе юлы һағыҙ. Һин дә үҫеп етерһең әле, мин дә һине шулай әсәйҙәр алдында хур итермен.
– Йөрөнөм, ти, кеше ҡапҡаһы төбөндә ҡыҙҙар ауыҙы ялап, – тине лә ағаһы эләк тергәнсе Әлфис сығып та йүгерҙе.
– Ну, малай, эләктерһәмме?!
Байрас әсәләре янына башҡа сығып торманы, тиҙ-тиҙ генә кейенде лә клубҡа сығып тайҙы. Юл буйы «сыбыҡһыҙ радио» тип энеһенә асыуланып барҙы.
Әсәһе менән атаһы тауышһыҙ ғына, күҙ йәштәре сыҡҡансы көлдөләр. Атаһы төпсөк улына ипләп кенә:
– Улым, улай ярамай, ундай әйберҙәрҙе ҡолаҡҡа ғына әйтәләр, һин бит ир кеше, башҡа улай итмә, йәме, – тип аңлатты.
– Ярар, әйтмәм, былай ҙа муйынды һындыра яҙҙы, – тип Әлфис тағы көлөргә тотондо, уға атаһы менән әсәһе лә ҡушылды.
– Нимәнән көләһең, улым?
– Иртәгә Рәмил тағы һөйләр әле, классно, – тине лә, һүҙен әйтеп бөтөрмәй, ауыҙын япты. – Башҡа бер ни әйтмәйем, ашайым да ятам, иртәгә ҡар күп итеп яуһа, тау шыуырға барабыҙ.
Атаһы төпсөгөнә ҡарап йылмайҙы, бына кемгә рәхәт ул донъяла: Әлфис менән Мыраубикәгә.
Байрас клубҡа килеп ингәндә, йәштәр йыйылған, клуб шығырым тулы ине. «Бөгөн дә ҡыҙҙар оҙата барһам, иртәгә тағы ниндәй һүҙҙәр ишетермен икән», –тип башҡа егеттәр янына мөйөшкә баҫып, ҡунаҡ ҡыҙҙарын күҙләй башланы.
Егеттәр менән күрешкән арала янына класташы Римма килеп баҫты. Ул йыраҡ ҡына туған да.
– Һаумы, Байрас, ҡунаҡ ҡыҙҙарын күҙләйһеңме?
– Миңә кем дә ярай, күңелем киң, – тип көлдө Байрас.
Римма уға һоҡланып ҡараны, был аҫыл егет күптәрҙең башын әйләндерә, нишләптер яратып йөрөгән кешеһе генә юҡ.
– Ағайың нишләптер бер ҙә күренмәй, уның менән ныҡлап һөйләшәһе һүҙем бар. Клубҡа ла сыҡмай, әллә ҡайтмаймы?
– Өйләнергә йыйына, бик кәрәкле һүҙ булһа, үҙемә генә һөйлә.
– Кемгә өйләнә, теге Байрамғол ҡыҙынамы? Ул бит шуның менән йөрөй.
– Юҡ, ул түгел. Златоуста уның ҡыҙы. Әле лә уның янына китте.
Был яуапты ишеткәс, Римма ғәжәпләнеп Байрасҡа ҡараны.
– Ниңә миңә улай ҡарайһың? Ҡурҡма, мин өйләнмәйем әле.
– Ә Сөмбөл нисек?
– Белмәйем, уныһы әллә ҡайҙа китеп юғалған, ти, ағайым үҙе лә белмәй.
Римма бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Әйҙә, урамға сығайыҡ әле, бында кеше күп, һөйләшеп булмаҫ, – тип Байрасты урамға тартты.

– Беләһеңме, Байрас, мин бөгөн клубҡа ағайың менән һөйләшер өсөн генә сыҡтым, эштәр былай булғас, һиңә һөйләйем инде. Һин бит минең ҡайҙа эшләгәнде беләһең, өҫтәүенә, реанимация бүлегендә лә эшләйем; унан, беҙ бит, йыраҡ булһа ла, туғандар. Булат ағай үҙ кеше тигәндәй... Ҡыҫҡаһы шул: ағайыңа әйт, Сөмбөл беҙҙә ике аҙна инде ауыр хәлдә ята, тәүге өс көндә бөтөнләй аңһыҙ булды. Команан сыға алмаҫ, үлер, тигән инек, команан сыҡты, ләкин бер кем менән һөйләшмәй, бер нөктәгә ҡарап тик ята. Ике аҙна бер яҡҡа ла үҙгәреш юҡ.
– Туҡта, ни һөйләйһең һин, ни булған уға? Бер ни ҙә аңламайым. Ҡайҙа? Нишләгән?
– Белмәйем, беҙгә уны аңһыҙ, температураһы ҡырҡ килеш килтерҙеләр. Әллә урам да бик оҙаҡ йөрөгән, әллә йығылып ятҡан, уныһын белмәйем, бик ҡаты һалҡын тейгән. Врачтар, нимәнәндер бик ҡаты тетрәнеү кисергән, организмы көрәшә алмай, ти. Хәҙер ул төшөнкөлөккә бирелгән.
Римма, башҡаһын әйтергәме юҡмы, тип бер аҙ уйланып торҙо, ни булһа шул булыр, үҙ ҡылғандары өсөн үҙҙәре яуап бирһендәр тигәндәй, һүҙен дауам итте:
– Иң насары шул: ул ауырлы, әгәр үлә ҡалһа, бер юлы ике ғүмер киҫеләсәк. Ағайың өйләнгәнсе уйлаһын. Был гонаһ менән нисек йәшәр, ул бит уны бер йыл ҡурсаҡ урынына етәкләп йөрөнө, ана хәҙер барып ҡараһын, танырмы икән?.. Өйләнә икән, өйләнһен, ер йотар үҙен, ҡәбәхәт йән. Бына шул... – Римма ҡырт ҡына боролдо ла, клубҡа инеп тормайынса, ҡайтып китте.
Байрастың башына күҫәк менән һуҡҡандай булды, ишеткәндәрен рәткә һалып аңларға тырышты. Башҡа һыймаҫ хәл был: ағаһы Сөмбөлдө харап иткән!
Ул, үҙ уйҙарына сумып, урам уртаһында бер аҙ баҫып торғас, әкрен генә ҡайтыу яғына атланы.
Урамда ҡар яуа, ҡыш етә. Ҡар бөртөктәре йәш егеттең битенә ҡуна ла иреп ағып төшә, әллә ҡар, әллә күҙ йәштәре... Һыҡрап-һыҡрап йөрәге ауыртты. Уның әле быға тиклем ҡыҙҙар өсөн йөрәге әрнегәне юҡ ине: үпте, ҡосто – елгә осто. Бына хәҙер әллә ни булды.
Өйҙәренә ҡайтты. Әкрен генә инеп ятты, күҙҙәренә йоҡо инмәне. Таң алдынан ғына серем итеп алды. Ул уянғанда, яҡты ине инде. Байрам көн булғас, айырым эш тә юҡ. Ул, тороп сәй эскәс, ауылдың икенсе осона, Риммаларға, китте. Римманы урамға саҡырып сығарҙы:
– Сөмбөл янына нисек инергә була? Мин уның фамилияһын да белмәйем. Уға нимәләр алып барырға мөмкин?
Римма уға ғәжәпләнеп ҡарап торҙо.
– Ә һинең ни ҡатнашың бар? Ағайың килһен, уның йөрөгән ҡыҙы бит.
– Ағайым бер нәмә лә белмәй. Уның ҡасан ҡайтаһы ла билдәһеҙ. Мин бөгөн китәм, янына кереп сығырмын.
– Унда сит кешеләрҙе индермәйҙәр. Мин бөгөн ун икеләге автобус менән китәм, теләһәң, бергә инербеҙ.
– Ярай, улайһа. Нимәләр алайым, нимә ашай?
– Ул бер нәмә лә ашамай, үҙең ҡара.
Байрас ашығып өйҙәренә ҡайтты ла:
– Әсәй, ҡаймаҡ, бал, ҡайын еләге вареньеһы әҙерлә әле. Мин ун икеләге автобус менән китәм, – тине.
– Бәй, балам, иртәгә ял бит.
– Эштәрем бар, бәлки, кис әйләнеп ҡайтырмын да.

 

Дауамы бар

Автор:
Читайте нас