Әҙәби бит
17 Июль , 10:53

"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА

– Яратҡан кешенән тапҡан баланы ла яраталар бит. Баланың атаһы һиңә нисек ҡарар? Мөхәббәтегеҙ ни эшләр? Бала кем ҡулдарына эләгер? Һин был хаҡ та уйлайһыңмы?

Башы

Ниндәй һөйөнөс: Сөмбөлдөң өләсәһе ҡунаҡҡа килгән! Ул күрше ауылда кесе улы менән киленендә йәшәй, йәй көндәре Сөмбөлдәргә лә килгеләй.
Ҡыҙыҡай уның менән эс серҙәрен һөйләшергә ярата, сөнки өләсәһе ҡыҙыҡһынып тыңлай белә, етмәһә, бер ҡасан да асыуланмай. Сөмбөлдөң һөйләр һүҙҙәре күп йыйылғайны. Ул өләсәһен ҡосаҡлап алды ла:
– Өләсәй, өләсәйем, мин шундай сибәр егет менән таныштым. Өләсәй, һин уны күрһәң ине: оҙон буйлы, күк күҙле, ҡуңыр сәсле. Шундай сибәр, бер ҙә беҙҙең ауыл егеттәренә оҡшамаған, – тип бармаҡтарын бөкләп һанап китте. – Ә йылмайһа, йылмайһамы – баштарым әйләнеп китә!
– Әллә урыҫмы?
– Юҡ, Ахун егете.
– Эй, балам, юҡҡа ҡыуанаһың. Белеүемсә, ахундыҡылар элек электән ситтән ҡыҙ алмаған, ситкә ҡыҙ бирмәгән.
– Өләсәй, һин ҡайһы заманды һөйләйһең?
– Ғүмер буйы шулай булған. Улар бит үҙҙәренә бер төрлө халыҡ. Элек электән бай булғандар, үҙ ауылдары эсендә генә алыш-биреш иткәндәр. Туйҙарҙы ла бик ҙурлап үткәрәләр, үҙ йолалары бар. Элек шулай ине инде.
– Эй, өләсәй, хәҙер бит етмешенсе йылдар аҙағы, кем кемде ярата, шуны ала.
– Беҙ бәләкәй саҡта Ахунға баҙарға бара инек. Ул ауылда ҙур мәсеттәр, бер нисә тирмән бар ине. Бөтә тирә яҡ ауылдар шунда бойҙай тарттырырға йөрөгән. Ахунда атайыбыҙҙың дуҫы йәшәне, атайым ҡыш көнө беҙҙе, балаларҙы, санаға ултыртып ҡунаҡҡа алып бара торғайны. Ул ауыл егеттәренең таҙа кәүҙәле, күк күҙле, төҫкә башҡа матур; ҡыҙҙарының да һылыу, оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, бик сибәр булыуҙары иҫтә ҡалған. Улар ҡунаҡсыл халыҡ, тирә яғында йәшәүсе башҡорт, ҡаҙаҡ халҡы менән йөрөшәләр, тик ауылдарынан ситкә ҡыҙ бирмәйҙәр, ҡыҙ алмайҙар. Былар – атайымдан ишеткән һүҙҙәр, балам. Беҙ – башҡорттар, ә улар – типтәрҙәр. Атайым ахундарҙы көслө, ғорур халыҡ, ти торғайны. Ахунда ғына ҡыҙҙарға, бирнәгә тип, иң матур келәмдәр һуғалар, ә ҡыҙҙары сабата йә резина калуш булһынмы – һәр ваҡыт ап-аҡ йөн ойоҡбаш кейә ине, беҙ шуларҙы хайран булып күҙәтә торғайныҡ. Әсәләре иҫ китмәле итеп икмәк бешерә, буҙа яһай. Э-эй, балам, үткән ғүмер... Әле бабаңдың да Ахунда Солтан тигән дуҫы йәшәй ине. Бик сибәр кеше булды - сабыр, аҙ һүҙле, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ һүҙҙәр ысҡындыра торғайны. Үҙе балта оҫтаһы, ә беҙ кейеҙ итек баҫтырырға йөрөнөк. Тирә-яҡта унан да оҫта итек баҫыусы булманы.
– Ул хәлдәр бит революцияға тиклем булған, инде һинең дә йәшең һикһәндән уҙып бара бит, өләсәй.
– Булһа һуң, ул нисә быуаттар шулай дауам иткән. Юҡҡа башыңды ауырттырма, үҙебеҙҙең Байрамғолда ла бына тигән башҡорт егеттәре бөтмәгән.
Ҡыҙының өләсәһе менән һөйләшеүен тыңлап торған әсәһе лә һүҙгә ҡушылды:
– Сөмбөл, ғишыҡ мышыҡ уйнап башыңды әйләндермә, уҡырға инәһең бар. Шундай яҡшы аттестат менән уҡымайынса, кейәүгә сығып, һөнәрһеҙ ҡалырғамы? Егеттәр бөтмәҫ ул, итәк-сабыуыңды йыйып йөрө, киләһе йылға уҡырға инергә әҙерлән.
Тик Сөмбөл Ахун егете Булаттан башҡа бер ни хаҡында ла уйлай алмай ине инде...
Улар бер дөйөм ятаҡта тора. Был йорт Учалының иң матур урынында, урман янындағы тау битенә урынлашҡан. Сөмбөл менән Булат ошо дөйөм ятаҡта, ҡыҙыл мөйөштә киске тансыла таныштылар.
...Бер ситтә баҫып тороусы оҙон буйлы егетте күреп, Сөмбөл өнһөҙ ҡалды.
Кисәне алып барыусы:
– Ә хәҙер аҡ танец, ҡыҙҙар егеттәрҙе саҡыра, – тигәс, Сөмбөл, был сибәр егетте берәйһе алып киткәнсе тип, уның ҡаршыһына йүгереп килеп тә баҫты. Уның янында үҙенең бөтөнләй ҡыҫҡа буйлы булыуын аңлап, бер аҙға аптырап ҡалды.
Егеттең күҙҙәренә ҡарағас, аяҡтары йөрөмәҫ булды: бындай матур зәңгәр күҙҙәрҙе уның бер ҡасан да күргәне юҡ ине. Ә тегеһе, ҡыҙға ҡарап, ап-аҡ тештәрен ялтыратып йылмайҙы ла, саҡырыуҙы ҡабул итеп:
– Бигерәк бәләкәйһең, бында нишләп йөрөйһөң? – тине.
Сөмбөл, күҙҙәрен айыра алмайынса:
– Мин бында торам, балалар баҡсаһында эшләйем, – тип яуап бирҙе.
– Һинең үҙеңә няня кәрәк, бигерәк кескәйһең бит.
Көй бөткәс, егет уны урынына оҙатып ҡуйҙы, ә икенсе музыка башланыуға, үҙе бейеүгә саҡырҙы.
Сөмбөлдөң ауылдаш егете:
– Сөмбөл, унан да оҙоно юҡ инеме, кендегенә танауың менән төртөлөп йөрөйһөң бит, – тип көлдө.
Сөмбөл оялыуҙан ни әйтергә лә белмәне, яуап эҙләгәнсе, оҙаҡ уйламай, бейек үксәһе менән уның аяғына килтереп баҫты. Тегеһе ауыртыуҙан ҡысҡырып уҡ ҡуйҙы. Оҙон буйлы егет:
– Бына шулай, дуҫым, бәләкәйҙәрҙе рәнйетергә ярамай, – тип көлдө лә Сөмбөлдө ситкәрәк тартты.
– Маладис, үҙеңде ҡыйырһыттырмайһың. Улайһа, һин Сөмбөл булаһың, ә мин – Булат ағайың.

Сөмбөл күтәрелеп уның күҙҙәренә ҡараны. Улар шундай матур итеп йылмая ине, тик был юлы, нишләптер, Сөмбөлдөң асыуын килтерҙеләр.
– Ҡыйырһытһаң, һинекенә лә баҫырмын. Миңә ун туғыҙ тула инде.
– Улайһа, икмәк әҙ ашағанһың, үҫмәй ҡалғанһың.
– Икмәк түгел, әпәй. Унан, ҡыҙҙар шулай бәләкәй булырға тейеш. Кеше егерме биш йәшенә тиклем үҫә, тиҙәр, шулай булғас, әле мин дә үҫермен.
Бына шул көндән башлап улар айырылышманы. Булат кеүек егет ҡуйынында йылы, рәхәт ине Сөмбөлгә...
Учалы – район үҙәге, үҙенә күрә уртаса ҙурлыҡтағы ҡала, бында тирә-яҡтағы ауылдарҙан йәштәр бик күп. Сөмбөл дә шул йәштәр араһында ҡайнап йәшәй. Ял көндәрендә кис менән тансалар, уйындар була, тик ҡыҙ был көндәрҙе яратмай.
Йома кис һөйгәне менән айырылышып, икеһе ике яҡҡа үҙ ауылдарына ҡайтып китәләр. Ял көндәрен көс хәл менән үткәреп, һағынышып, ашҡынып яңынан ҡалаға киләләр. Һуңғы ваҡытта әллә ни булды Сөмбөлгә. Гел башы ауырта, күңеле болғана; үткән аҙнала автобуста көс хәл менән килеп етте. Бына бөгөн дә, эштән ҡайтып барғанда, аяҡ аҫтында ер убылғандай булды, ҡоймаға саҡ һөйәлеп өлгөрҙө. «Йә, Хоҙай, был ни инде, тиҙерәк ҡайтып етергә кәрәк, һуңғы рейсҡа өлгөрмәйем бит», – тип Сөмбөл ҡыҙыу-ҡыҙыу атлай башланы. Ул дөйөм ятаҡҡа ҡайтып еткәндә, йәштәр инде вокзалға ашыға ине. Үҙ бүлмәһенә инеү менән, уның артынан Булаты ла килеп етте.
– Әйҙә, тиҙ бул, бөтә кеше китеп бөттө бит, ни эшләп һуңланың? – тине.
– Булат, миңә әллә нимә булды, сирләйем, буғай, бер хәлем юҡ. Гел башым әйләнә, күңелем болғана, көскә ҡайтып еттем, автобусҡа яҡын барырға ла ҡурҡам, килгәндә лә ҡоҫоп оятҡа ҡалдым. Нисек ҡайтып етермен?
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Булат, тын ҡалып, уның ап-аҡ йөҙөнә ҡараны. Кисә лә:
«Нишләп кәйефе юҡ икән?» – тип уйлап ҡуйғайны, гел көләс йөҙлө Сөмбөл һуңғы араларҙа шым ғына йөрөй башланы шул. Булат сәғәтенә ҡараны ла:
– Һуңға ҡалабыҙ, әйҙә, тиҙерәк йыйын, юлда һөйләшербеҙ, – тине.
Улар йүгерә-атлай килеп еткәндә, автобус шығырым тулғайны. Булат Сөмбөлдө этеп төртөп тигәндәй индерҙе лә, автобус ишеге ябылыуға, үҙ ауылы автобусына һуңғы кеше булып инеп баҫты. Ҡыҫылып ҡайта-ҡайта, ҡабат ҡыҙҙы иҫенә төшөрҙө: «Бында, ир кеше булып, иҙеп ҡыҫып бөтөрҙөләр, ә бәләкәй генә Сөмбөлдө, меҫкенемде, бөтөнләй ҡамыр итерҙәр. Туҡта, ни эшләп, ҡоҫам, сирләйем, тине һуң әле? Юҡ, юҡ, булмаҫ», – тине ул үҙ алдына. Өс ай элек, ҡыҙыуланып китеп, яҡынлыҡ ҡылғандар ине. Сөмбөл: «Башҡа улай итмәйек, яҡшы
түгел, беҙ бит әле өйләнешмәгән», – тигәс, ул уға бүтән ҡағылманы.
Уларҙың йәш араһы дүрт йыл ғына булһа ла, Булат Сөмбөлдән олораҡ күренә.
Сөнки Сөмбөлдөң бәләкәй генә буйы, нескә биле, ҡыҫҡа сәсе, һәр ваҡыт кәүҙәһенә килешеп торған ҡыҫҡа итәге ун алты йәшлек уҡыусы бала кеүек күрһәтә.
Ҡыҙ ҙа әллә ниндәй йәшерен һөйкөмлөлөк бар, ҡыйғасланып киткән ҡалын ҡара ҡашлы шаян күҙҙәр һәр ваҡыт йылмайып тора кеүек: ул көлгәндә, уның күҙҙәре лә көлә.
«Ул әле бала ғына бит, Алла һаҡлаһын». Башына килгән уйҙан Булат үҙе лә ҡурҡып ҡуйҙы, шул уйҙарына сумып, ҡайтып еткәнен дә һиҙмәй ҡалды.
– Инде ҡурсағы менән бергә тороп ҡалды, ахыры, тигәйнем, ҡайтҡанһың икән.
Иҫәнме, ағай.
Был – уның энеһе Байрас. Аралары ике йәш булһа ла, кәүҙәгә бер иш һәм бик оҡшаш улар. Икеһе лә оҙон буйлы, киң елкәле, ҡуйы сәсле, һөрмәле зәңгәр күҙ ле. Улар ауылдың беренсе егеттәре иҫәбендә йөрөй, йәшерен ғашиҡ булыусылар ҙа күп ине үҙҙәренә.
– Ә, һинме ни, сәләм, – тине ул энеһенә.

– Нимә уйға сумдың? Клубҡа концерт килгән, ти, сығабыҙмы? Автобуста Сәриә менән сибәр генә ҡунаҡ ҡыҙҙары ла ҡайтҡан, сығып, берәйһен тотоп ҡалырға кәрәк, – тип көлдө энеһе.
– Тоторһоң-тоторһоң, һиңә тоторға ғына булһын, – тине Булат, һаман үҙ уйҙарынан арына алмайынса, – ҡайтҡан һәр бер ҡунаҡ ҡыҙын оҙатаһың, береһе менән йөрөмәйһең, бөтә ауыл ҡыҙын оҙатып сыҡтың бит инде.
– Һуң, ағай, һинеке кеүек ҡурсаҡ осраһа, бәлки, мин дә туҡтар инем, юҡ бит. Һин үҙең дә ике кәмәнең ҡойроғон бергә тоторға тырышаһың. Бөгөн тағы тегендә китәһеңме?
– Белмәйем, бәлки, китермен дә.
Улар ҡайтып ингәндә, әсәләре киске аш өлгөртөп йөрөй ине. Өйҙә уларҙың туғыҙ йәшлек энеләре Әлфис бар, ул бөтә өйҙөң хужаһы ла, күҙ өҫтөндәге ҡашыла.
Унан яҡшыраҡ йәшәгән кеше юҡ: барыһы ла ярата, иркәләй, ғөмүмән, был өйҙө Әлфистән башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ағалары ҡайтыу – уның өсөн оло байрам. Улар уны «Әлфис, Әлфис, әфлисун» тип үртәй, үҙҙәре һәр саҡ берәй тәмле әйбер алып ҡайталар. Энеләре аптырап ҡалмай:
– Көлөгөҙ, көл, мин үҫкәс көрәшсе булам, батыр булам, күрһәтермен әле минһеҙгә әфлисунды, – ти. Ысынлап та, был – көрәшсе, батырҙар ғаиләһе. Аталары Шәфҡәт абзый ҙа элек көрәшсе булған, йәш саҡта бер кемгә лә бил бирмәгән, хәҙер бына Байрас улы көрәш майҙанының күрке булып бара. Булаттың ғына иҫе китмәй. Бер генә сығып ҡараны, ҡыҙығын тапманы. Ә бына Байрас тәмен белә: башта майҙан уртаһында киң елкәләрен һелкетеп, бөтә мускулдарын уйнатып
ала. Уға көрәш уйын ғына, көрәшкәнсе бөтә ҡатын-ҡыҙ халҡын үҙенә бороп ҡуя,ул көрәшкәндә тамашасыларҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙ була.
Бәләкәй Әлфистең дё хыялы көрәшсе булыу ине.
Аталары малдарҙы ҡарап ингәс, улар, әзмәүерҙәй өс ир һәм Әлфис, йыйылышып, өҫтәл янына киске ашҡа ултырҙылар. Әсәләре Гөлфиә апай балаларына һоҡланып ҡараны. Хоҙайым яҡшы килен бирһен, улдары бик аҡыллы. Насип булһа, бәлки, быйыл Булаты өйләнеп тә ҡуйыр әле. Өйләнәм тиһә, бөгөндән туй яһарлыҡ мал-мөлкәт бар. Аталары эсмәй-тартмай, бар тапҡанын өйгә алып ҡайта, шуға һәр ваҡыт мул йәшәйҙәр.
Ашап туйғас, улдары әсәләренә рәхмәт әйтеп, үҙ йомоштары менән таралды.
Булат арлы бирле йөрөнө лә:
– Атай, матайҙың бензины етерлекме, барып ҡайтаһы ер бар ине, – тип һораны.
– Етерлектер, мин бит ат менән йөрөйөм.
– Улайһа, мин әйләнеп ҡайтайым әле, – тип сығып китте өлкән ул.
Байрас ағаһының тағы теге ауылға китеүен аңланы. Булаттың унда кемеһелер бар, тик әле уның күргәне юҡ. Байрасҡа Сөмбөл бик тә оҡшай ине, ул йылмайһа, донъялар яҡтырып китә, көлһә, ҡыңғырау шылтырағандай тойола, әллә ҡайһы яғы менән ҡыҙ үҙенә йәлеп итә. Ағаһы янына дөйөм ятаҡҡа барып, уны күрмәй китһә, юҡҡа ғына килгән төҫлө тойола. Эйе, ағаһы унан алда өлгөргән.
Ҡарарбыҙ инде, ҡайһыһына өйләнер. Бәлки, быныһына өйләнер ҙә, Сөмбөл миңә ҡалыр, тип үҙен-үҙе өмөтләндереп, ниҙер көйләй-көйләй клубҡа сығырға йыйынғанда, янына әсәһе инде. Һис көтмәгәндә:
– Улым, һинән сер итеп кенә бер нәмә һорайым әле. Ағайың ҡайтҡан һайын теге ауылға саба, әллә өйләнергә иҫәбе бармы? Ары-бире уйлаһа, итәк салғыйҙы йыйыштыра торайыҡ, тим. Һинең ул ҡыҙҙы күргәнең бармы һуң? – тип һүҙ башланы.
– Белмәйем шул, әсәй. Ағайымдың йөрөгән ҡыҙҙары икәү, ҡайһыһын һайларға ла белмәй. Ҡасан һайлар, шул саҡ өйләнер.

– Нисек инде икәү?
– Шулай, икәү: береһе тегендә, береһе бында; береһе – көндәлек, икенсеһе –ял менән байрамда.
– Улым, улай ярамаҫ, килешмәгәнде, кеше балаһын харап итә күрмәгеҙ. Теге көндәлек тигәнең нисегерәк һуң, йәмһеҙме әллә, аламамы, бәлки, елбәҙәктер?
– Әсәй, беләһеңме, ул, – тип Байрас бер аҙ уйланып торҙо, – ул ай янында балҡып торған бәләкәй генә йондоҙға оҡшаған. Үҙе бәләкәй генә, үҙе гел йылмайып тора.
– Һуң, шулай булғас, ағайың ниңә тағы быныһының башын әйләндерә?
– Әсәй, йыраҡтағы ҡояш нығыраҡ йылыта. Ярай, мин китәм, ҡунаҡ ҡыҙҙарын бүлешеп бөтөрҙәр юғиһә.
– Улым, тәртипле генә йөрө, ҡунаҡ ҡыҙҙары тип, үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙҙары ла насар түгел, күҙеңде асып ҡара.


Булат өйҙән сығып киткәндә – киске туғыҙ, Фәриҙәләргә килеп еткәндә төнгө ун бер тулған ине инде. Утын ҡабыҙып, өс тапҡыр сигнал бирҙе. Күпмелер торғас, ҡапҡанан берәү сыҡты, яҡыныраҡ килеп еткәс кенә таныны Булат: Был Фәриҙәнең һеңлеһе ине.
– Апайым ҡайтманы, Булат ағай. Киләһе аҙнаға, минең тыуған көнгә ҡайта. Шәмбе көндө кил, йәштәр йыйылышып ултырабыҙ, һине лә саҡырам.
Булаттың ҡырҡ саҡрым ел ҡыуып килеүе юҡҡа ғына булды. Фәриҙәне инде ике аҙна күргәне юҡ. Уныһы Златоуст ҡалаһында эшләй. Элек Булат та шунда эшләне. Булат ҡайтты, ә ҡыҙ «өйләнешкәс ҡайтырмын» тип ҡалды, бына хәҙер ике арала ел ҡыуып йөрөргә тура килә. Фәриҙәне бик ярата шул. Зифа буйлы, төҙ кәүҙәле, оҙон ҡуйы сәсле, бик сибәр һәм бик ғорур. Уның алдында артыҡ һүҙ ысҡындырырға ла ҡурҡа. Уның өсөн Фәриҙә – күктәге буй етмәҫ йондоҙ. Сөмбөл менән сағыштырһаң, ер менән күк араһы. Сөмбөл һәр ваҡыт көлөүе, шаярыуы менән һауала осҡан күбәләк кеүек булһа, Фәриҙә аҙ һүҙле, һәр әйткән һүҙен уйлап һөйләшә, үпкәләһә, айҙар буйы һөйләшмәй торған ғәҙәте бар. Шуға ла Булат уны үпкәләтеүҙән ҡурҡа, һүҙен самалап, ярарға тырышып һөйләй. Шундай аҡыллы, сибәр ҡыҙҙың уға ҡарауына ышанып та бөтә алмай, ул уны һайлауына бик ғорурлана. Фәриҙәгә өйләнһә, егеттәрҙең танауына сиртәсәк – ундай ғорур һылыуҙар һәр кемгә лә эләкмәй бит.
Булат төн уртаһында ғына ҡайтып ятты, энеһе әле ҡайтмағайны. Ятыуға йоҡлап та китте. Төнө буйы Сөмбөл менән һаташып сыҡты: ул яр башына баҫҡан да аҫҡа ҡарап тора, ҡулында аҡ төргәк, төргәктә йәш бала, шул бала үҙәк өҙгөс итеп илай, ә Сөмбөл упҡынға һикерергә йыйына. Булат, уны туҡтатырға теләп, ярға ҡаршы йүгерә, бөтә көсөнә «туҡта-туҡта» тип ҡысҡыра, тик ниңәлер тауышы сыҡмай. Шул саҡ энеһе һелкеткәнгә уянып китте.
– Һаташаһың, боролоп ят, Сөмбөлдө саҡыраһың, – тип кире урынына барып ятты.
Булат шыбыр тиргә батты, ҡурҡыу ҡатыш әллә ниндәй хистәр кисерҙе. Әгәр ҙә уның шиге дөрөҫ булһа, Алла һаҡлаһын, уйларға ла ҡурҡыныс: бер ҡылған гонаһ өсөн ғүмер буйы ғазап сигергә тура килһә, нишләрһең? Йә, Хоҙай, үҙең һаҡла...
Был ике көн үтмәйенсә йәнгә тейҙе, әллә ни тиклем эш эшләнеләр, тик көндәр генә бик аҡрын уҙҙы. Шәмбе үтеп, йәкшәмбе еткәс, китер ваҡытты һанап сәғәт үтте, уның тиҙерәк Сөмбөлдө күреп, шиктәренә асыҡлыҡ индерәһе килде. Ул әле бала ғына, бер ни аңламай, ахырыһы, әгәр ҡыҙҙың әсәһе белһә, бөттө баш: йә өйләндереп, йә ултыртып ҡуйыр...
Булат дөйөм ятаҡҡа килеп етеү менән Сөмбөлдөң бүлмәһенә инеп сыҡты, тик ҡыҙ килмәгән икән. Сөмбөлдөң ауылдашы Мансур осрап:

– Сәләм, килдең дәме? Ҡара әле, һинең бәләкәй ҡурсағың вокзалда ултырып ҡалды. Әллә сирләй инде? Йөҙө ап-аҡ, килгәндә лә ишек төбөндә генә баҫып килде. Элек бер туҡтауһыҙ сыйырсыҡ кеүек һайрап көлөп тора ине, ә хәҙер өндәшмәй. Сирләй, ахырыһы, – тип үтеп китте.
Булат, Мансурҙы тыңлап та бөтөрмәйенсә, вокзалға йүгерҙе. Вокзал дөйөм ятаҡтан йыраҡ түгел, уны ҡайындар ғына ҡаплап тора. Ҡайынды ҡосаҡлап торған Сөмбөлдө ул йыраҡтан уҡ күреп алды.
– Сөмбөл, ни булды? Хәлең нисек?
– Әллә ни булды, ҡоҫаһым ғына килә, башым әйләнә, көс хәлгә килеп еттем. Әллә ниндәй сир эләкте, үлмәһәм ярар ине.
– Сөмбөл, ҡасан башланды һуң был сирең?
– Әллә, бер айлап бар инде. Әсәйем иртәгә больницаға ашҡаҙанды тикшертергә барырға ҡушты, бик ябыҡҡанһың, ти.
Тимәк, Булаттың шиге дөрөҫ булды: «Да, иштең ишәк сумарын, хәҙер нисек аңлатырға инде был балаға... Их, бөттө баштарыбыҙ».
– Әйҙә, ултырайыҡ әле.
Улар бер эскәмйәгә барып ултырҙы.
– Мин һинең сиреңдең сәбәбен беләм, буғай... Әйтһәм, ҡурҡырһың инде, хәйер, мин үҙем дә ҡурҡам... Һин бит ҡатын-ҡыҙ, үҙең дә аңларға тейешһең.
Сөмбөл, аптырап, уға ҡарап ултыра бирҙе. Ә Булат, нисек һүҙ башларға белмәйенсә, тирләп беште, ике ҡулына урын таба алманы.
– Ни булды? Битеңә тир бәреп сыҡты, миндә берәй йоғошло сир бармы әллә? Һин ҡайҙан беләһең миндә ниндәй сир икәнен?
– Эй, бигерәк балаһың шул әле һин. Юҡ, үлмәйһең. Һин ауырға уҙғанһың. Был сир түгел, унан үлмәйҙәр – йә бала табалар, йә ваҡытынан алда алдырып ҡотолалар.
Ғәжәпләнеүҙән Сөмбөлдөң күҙҙәре түңәрәкләнде:
– Нисек? Ҡайҙан? Һин бит, бер ни булмай, тинең...
Ул тороп баҫты, унан кинәт ҡамыр кеүек бөгөлөп төштө. Булат уны тотоп өлгөрҙө, ипләп кенә алдына ултыртты.
– Ҡурҡма, берәй нәмә уйлап табырбыҙ.
Сөмбөл ни шатланырға, ни ҡайғырырға белмәне:
– Булат, йәнем, мин сирләйем тип ҡурҡҡайным. Балаға уҙыу – үҙе бер бәхет бит ул. Беҙгә беленә башлағансы өйләнешергә кәрәк. Туҡта, ҡасан булды һуң, һин хәтерләйһеңме? Йә, Хоҙай, башым да эшләмәй, балаға шулай тиҙ уҙалармы икән ни? Ә ул ҡасан тыуасаҡ? Булат, тим, Булат, ниңә өндәшмәйһең?
– Тыңла әле, Сөмбөл, мин былай булыуын теләмәгәйнем, аңлайһыңмы? Беләм, мин ғәйепле һинең алда, тик һин дә мине аңларға тырыш, мин һиңә өйләнә алмайым. Мин башҡаны яратам... Минең йәрәшкән, яратҡан кешем бар. Аңлайһыңмы, мин һиңә өйләнә алмайым. Булдыра алһаң, ғәфү ит. Кәрәкмәй миңә ул бала. Беҙ яңылыштыҡ, икебеҙ ҙә яңылыштыҡ. Әле һуң түгел, тыңла мине...
Ул, Сөмбөлдөң таш кеүек ҡатып ҡалған ап-аҡ йөҙөн күреп, башлаған һүҙен әйтмәйенсә туҡтап ҡалды. Ҡыҙҙың ҡыҫҡа сәстәрен көҙгө ел туҙғытты, ләкин битендә бер үҙгәреш һиҙелмәне, арттан бысаҡ тығып йәнен алғандай, һелкенмәйенсә ултыра бирҙе.

 

Дауамы бар

 

"Шоңҡар" журналынан алынды

"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА
"ҺАҒЫНЫРҺЫҢ – МИН БУЛМАМ" повесть Зифа ҠАДИРОВА
Автор:
Читайте нас