

Улар күмәкләп көҙгө урманға сыҡтылар, Йыһаннур үҙе, ҡатыны, ҡәйнеше Хәмзә менән килендәре көнө буйы кинәнеп бер ял иттеләр: бәшмәк йыйҙылар, йылғаға барып һыу инделәр, асыҡтырып киткәс, усаҡ яғып, бешеренеп ашап алдылар, ҡайтыр алдынан йәнә һыу төштөләр.
Ямғырлы йыл бәшмәк күп, әллә ни арала багажниктарын тултырып та ташланылар. Ҡайтышлай баҡсаларына һуғылып, элек яһап ҡуйған варенье-фәләндәрен дә алдылар – гараждағы мөгәрәпкә ултыртып ҡуйырға кәрәк.
Йыһаннур үҙ машинаһында ҡайҙа теләй, шунда барып, иркенләп йөрөүенә бик ҡәнәғәт ине. Баҡсалағы эштәрен дә бөтөргәс, ул балалар шикелле ирәйеп:
– Бында бисәкәйҙең ҡарағаттан яһаған шарабы ла бар, буғай. Әҙерәк төшөрөп алғанда килешер ине лә, ярамай, рулдә бит... – тине.
Ҡатыны менән килене был һүҙҙе ишетмәмешкә һалышты. Ҡәйнешенең төрлө әсе һыуға әүәҫлеген белһә лә, Йыһаннур, ниңәлер, уға тәҡдим итмәне. Кеше эскәндә ҡарап тороуы ҡыйын булыр, йә түҙмәй үҙем дә ҡабып ҡуйырмын, тип ҡурҡты, ахырыһы.
Йыһаннурҙың машина һатып алыуына ай ярым ғына әле. Шуға ла, кеше әйтмешләй, был аҡ «Жигули»йын ҡатынынан артығыраҡ күреп торған сағы. Машинаһын ағас күләгәһенә генә илтеп ҡуя ла ситкәрәк китеп Хәмзәне саҡыра:
– Ҡара әле, ҡәйнеш, шәп бит минең машина, ә? Аҡҡошмо ни! – тип эскерһеҙ генә ҡиәфәт менән ирәйеп ҡарап торған була.
Әлбиттә, көнөнә конвейерҙан йөҙәрләп сыға торған был машиналар бер-береһенә подшипниктағы шариктар кеүек оҡшаштар. Шулай ҙа әллә үҙенеке булғанға, ошо машина Йыһаннурға башҡа «Жигули »ҙарға ҡарағанда ни ере менәндер матурыраҡ, артығыраҡ күренә ине, буғай.
Шулай яңы тыуған балаһын тотҡан әсә һымаҡ бик һаҡ килгәнгәме, уның ҡайһы бер ҡыланыштары ситтән ҡараған кешегә мәрәкә күренеп ҡуя. Машинаға күмәк тейәлеп сығыуҙарына ла һыҡранып ала, әйтерһең, был кешеләрҙе үҙенең елкәһенә ултыртҡан! Берәй соҡорораҡ ер тура килеп һелкетеп тә ебәрһә, һыҙлаған еренә барып ҡағылғандай, эһ-һ тип ҡуя. Быны ул үҙе тоймай, тик эргәһендә килгән Хәмзә генә һиҙҙермәй йылмайып ҡуя. Ул, әлбиттә, еҙнәһенең хәлен аңлай – күптән хыялланған машинаһы бит инде. Нисәмә йыл дәртләнде. Бәлки, үҙенеке булһа, Хәмзә лә шулайтыр ине.
Хәмзәгә эләкһә, әлбиттә, былай ауырыу кеше йүгергән шикелле генә бармаҫ ине. Аһ, ҡайһылай йөрөтә торғайны ул машиналарҙы! Бөтә тирә-яҡта дан тотто. Кем китеп бара? Хәмзә! Йөк машиналарында «Волга»ларҙы үтеп китә торғайны. Ҡыҙыҡ, шулай үтеп киткән саҡта юлдағы кешеләр йөҙҙәренә асыу, аптырау ғәләмәттәре сығарып, ниҙер һөйләнеп ҡалалар. Хәмзә уларҙы аңлай: «Вот, иҫәр, хәҙер барып тәңкәлә бит бер хәлгә... Эскәндер. Бына шулар яһайҙар инде аварияны...» тиҙәр ҙә, өҫтәүенә, һүгенеп ҡуяларҙыр. Ә Хәмзәгә бынан рәхәт кенә. Ҡош шикелле оса бит. Ни тиклем шәберәк осһа, шул тиклем йәнгә рәхәтерәк. Ул ошондай саҡта юлдағы кешеләрҙән үҙенең өҫтөнлөгөн тоя. Әйҙә, әрләһендәр, бынан Хәмзәгә ни була! Ана, ҡул күтәрәләр: теләһә ултырта, кәйефе шәп булмаһа, ҡарамай ғына үтеп китә. Бар ине замандар... Хәҙер нисәнсе йыл инде, ул бары тик пассажир ғына булып йөрөй.
Хәмзә шофер янына ултырып йөрөргә яратмай. Берҙән, ошо еҙнәһе шикелле уңмаған шофер янында түҙә алмай. Белмәгән эшенә гармун уйнап маташҡан кешеләй күрә тегене. Кәйефеңде генә боҙаһың.
Бөгөн яланға сыҡҡас, ул бер нисә тапҡыр рулде һорап ҡараны. Иғтибарһыҙ ғына ҡиәфәт менән:
– Еҙнә, ҡана, йөрөп күрһәтәйем әле, – тигән булды. Еҙнәһе ишетмәмешкә һалыша. Ә Хәмзәнең бик тә йөрөп ҡарағыһы килә. Уға күп кәрәкмәй, ошо ялан буйлап бер үтһә лә еткән. Еҙнәһенә, апаһына, ҡатынына оҫталығын күрһәтер, үҙенең дә танһығы ҡанып ҡалыр ине. Башта тик былай ғына әйтеп ҡуя, шунан етди ҡиәфәткә керә, аҙағынан кәнфит һораған балалар шикелле үк ялына башлай. Хатта еҙнәһен «ағай» тип ебәрә. Теге бит начальник кеше – Хәмзә эшләгән төҙөлөш-монтаж идаралығында баш инженер.
– Йыһаннур ағай, йә ҡайҙа, үҙем ултырайым әле, һин арып та киткәнһеңдер, – ти.
Йыһаннур машина йөрөтөргә бик үк өйрәнеп тә бөтмәгән, ике ҡуллап рулгә йәбешкән, телевизорҙан ҡыҙыҡлы кино ҡарап ултырған кешеләй, бар иғтибары юлда. Үҙе ҡәйнешенә боролма-йынса ниндәйҙер мәғәнә менән генә әйтеп ҡуя:
– Ултыр... ултырып ҡына йөрө хәҙер... – «Хәҙер» тигән һүҙгә баҫым яһап әйтә. Бының мәғәнәһен бөтәһе лә аңлай.
– Ну, ҡайһылай йөрөтә торғайным үҙеңде. Оса ғына инек бит, ә! – Хәмзәнең тауыштары әллә ни эшләп китә, күҙҙәре ут шикелле яна. Был ваҡыт ул үҙен, ысынлап та, бер сәмреғошҡа ултырып осҡандай тоя шикелле. – Ҡайҙа, еҙнә, саҡ ҡына.
– Һиңә кәңәшем шул: бер ваҡытта ла ҡысымаған урыныңды тырнама...
– Нимәнән ҡурҡаһың, бында милиция түгел, чуртым да юҡ...
– Эш милицияла түгел, Хәмзә. Бына китеп барғанда тотто ла бер хәл булды, ти. Машина кемдеке – Йыһаннурҙыҡы, ә рулдә кем – әлеге Хәмзә... Ҡалғанын үҙең беләһең...
Хәмзә еҙнәһенең нимәгә төрттөргәнен былай ҙа белеп тора, тик был турала асыҡтан-асыҡ һүҙгә күскеһе килмәй, шуға ла һаман башын иҫәргәрәк һалып бара...
– Ниндәй хәл булһын, ти... Бына һин өйрәнсек шофер ғына, рулдә ни бары бер ай. Ә мин беренсе класлы водителҺ, ун биш йыл самаһы баранка артында ултырған кеше...
Йыһаннур эре генә ҡиәфәт менән йылмайып ҡуя, шунан әллә ни кәрәкмәһә лә, щиттағы приборға ҡарап алған була ла: «Бензин етергә тейеш...» – тип һөйләнеп ала.
– Бөттө, Хәмзә, һинең шоферлыҡ, онот инде уны. Үҙеңә тейешле юлды үткәнһең. Хәҙер һин – ғүмергә йәйәүле Мәхмүт... – Йыһаннур йылмайыбыраҡ өндәшһә лә, быны етди әйтә. Хәмзә лә бала түгел бит, аңлай. Бирмәһә, әйҙә, үҙе йөрөһөн, күрмәгәндең күргеһе килә, тиҙәр бит. Машинаға тәү ултырған бала шикелле бит. Туйыр әле, Хәмзә йөрөп биҙгән инде, тик бына эргәлә ултырып барғас, бер аҙ күҙ ҡыҙып китте.
Хәмзә йәне көйөүенән тәмәке тоҡандырҙы, артта килгән бисәләр шунда уҡ сәрелдәп ебәрҙе: «Тартма!» Хәмзә тәмәкеһен һүндермәй генә тышҡа ырғытты ла, һин тағы берәй нәмә әйтерһең әле тигәндәй, Йыһаннурға ҡарап ҡуйҙы. Ул еҙнәһенә үпкәләне, хәтере ҡалды. Хатта тамаҡ төбөнә ниҙер тығылғандай булды. Ләкин быны белдерергә тырышманы, эстән генә, ҡабат рулде һораһаммы, тип үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе. Күрерһең, йомошо төшөр әле... Машинаһы ватылмай тормаҫ.
Улар башҡаса һөйләшмәнеләр. Тик ҡалаға етәрәк кенә Йыһаннур, ғәйебен кәметергә теләгән кешеләй:
– Нимә, Хәмзә? – тип ҡуйған булды.
– Бер нәмә лә түгел...
Йыһаннур, ярар, үпкәләмә тигән кешеләй, уның арҡаһынан ҡағып алды. Еҙнәләренән өйҙәренә ҡайтып еткәс, Хәмзә еңел һулап ҡуйҙы. Хатта был «Жигули»ҙан ҡотолоуға һөйөндө, юҡһа тын тарыға башлаған һымаҡ ине. «Хәҙер ҡайтам да бер ярты алам», – тип уйланы. Әлбиттә, ҡатынынан яртылыҡ эләктереүе еңел түгел, ә уның йәшереп ҡуйған аҡсаһы бар. Үткән аҙнала эштә үҙҙәре яһап ҡуйған яңы ҡулайлама өсөн премия алғас, яртыһын эстеләр, яртыһын йәшереп ҡуйҙы. Яңылыштан килеп ингән аҡсаны өйгә алып ҡайтыу ғәҙәте юҡ уларҙа.
Ҡайтҡас, ҡатындар, бик арыныҡ тип, шунда уҡ өйгә инеп киттеләр. Килештерәләрҙер инде, көнө буйы тик ултырып ҡына йөрөнөләр. Бисәләр ҙә иркәләнергә оҫтарып китте хәҙер. Йыһаннур менән Хәмзә бәшмәк-фәләнде өйгә ташынылар, а картуф менән вареньеларҙы гараждағы мөгәрәпкә илтеп ҡуйырға тигән фарман алдылар. Еҙнәһе ҡәйнешенә к үҙ ҡыҫты:
– Әйҙә, һин ярҙам итешерһең, унда бер үҙем йә ватып-нитеп ҡуйырмын.
Бергә барайыҡ тигәс тә, ҡатындарҙың ҡолағы ҡарп итеп ҡалды ҡалыуын, мәгәр көләмәстәге шикелле, ватылмаған көршәк өсөн кешене сыбыҡлап булмай бит. «Тиҙ ҡайтығыҙ, иртәгә эшкә», – тип әйтеү менән генә сикләнделәр.
– Унда ни эшләп торайыҡ, һеҙҙән яман үҙем арыным әле, – тине Йыһаннур. – Көнө буйы баранка әйләндерҙем...
Бисәләр бер аҙ тынысланды. Йыһаннур менән Хәмзә йәнә «аҡҡош» шикелле «Жигули»ға ултырып сығып китте. Гастрономға етеү менән үк Йыһаннур машинаһын туҡтатты ла кеҫәһенән бишлек сығарҙы:
– Бар, алып кил. Унда, гаражда, рәт юҡ, – тине. Башҡа ваҡытта араҡыға тиһәң, алдан төшөп, атлығып торған Хәмзә әле һөйрәлеп кенә инеп китте магазинға.
Уларҙың йәш айырмаһы ҙур түгел. Хәмзә ни бары өс йәшкә генә кесе Йыһаннурҙан. Шулай ҙа ул үҙен тегенең янында кеселекле тота, еҙнә тип әйтәһе урынға күберәк ағай тип тә өндәшә, кеше барҙа Йыһаннур Ғәбитович тип тә ебәрә. Шулай кәрәктер инде. Йыһаннур ҙур кеше, түрә, ә Хәмзә кем? Шунда йөрөгән бер монтажсы, һигеҙ класс белеме бар, үҙе ғүмер буйы уңманы, хәҙер миңә ни ашарға – аш, эсергә араҡы булһа, еткән, тигән уй менән йөрөп ята шунда.
Хәмзә таушалып бөткән салбар кеҫәһенә шешә тығып магазиндан килеп сыҡты. Еҙнәһе уны:
– Һин нимә бөгөн һуйырға алып барған һыйыр шикелле генә йөрөйһөң әле, – тип мәрәкәләне. Хәмзә өндәшмәне, араҡыны артҡы креслоға ырғытты ла ишекте япты.
Гараж ҡала ситендә, урман буйында. Машиналы кешеләр шулай көнө буйы юл йөрөп ҡайтҡас, үҙ-ара байрам яһап алған булалар. Машинаһын эскә индереп, варенье-фәләндәрен урынлаштырып бөткәс, Йыһаннур үҙенә күрә бер кинәнес менән мәжлес әҙерләй башланы: консерваһын асты, тоҙлаған ҡыяр, йәшереп ҡуйған стакандарын сығарҙы. Ике стаканға араҡы ҡойҙо ла ҡәйнешен саҡырҙы:
– Әйҙә әле, ҡәйнеш... Туҡай бит, эштән һуң уйнарға ярай, тигән... Мә, тот!
– Эсмәйем! – Хәмзә ҡәтғи генә әйтеп ҡуйҙы.
– Нимә, нимә? – Йыһаннур, һинме һуң инде араҡынан баш тарта торған кеше, тигән шикелле йылмайып ҡәйнешенә ҡараны.
– Эсмәйем, – тип ҡабатланы теге.
Йыһаннур һынсыл ғына ҡарап торҙо ла, ярай, ҡарап ҡарайыҡ, тигән төҫ менән, ике ҡулындағы ике стаканды бер-береһенә сәкәштерҙе һәм: «Ярар, бөгөнгө һәйбәт сәйәхәт өсөн», – тип эсеп ебәрҙе. Әһелдәп ашанып алды, шунан тәмәке тоҡандырҙы. «Эсмәйһеңме», – тип һораны ла икенсе стакандағыһын түңкәреп ҡуйҙы.
Эҫелә ашар-ашамаҫ йөрөгән кешенең башына араҡы тиҙ сыҡты. Йыһаннурҙың күңеле киңәйеп китте, буғай, мөләйем йылмайып ҡына ҡәйнешенә ҡарап ултырҙы ла иңбашынан ҡосаҡлап алды. Ә тегеһе, олоғайып, атаһының иркәләүенән оялған бала шикелле, кире тартыла биреп ҡуйҙы.
Башына төрлө матур уйҙар килә башлаған Йыһаннур бик ирәйеп ҡәйнешенә ҡарап ултыра. Уны ғәҙәт буйынса әрләп ултырғыһы килә, шунан, ниңәлер, йәлләп тә ҡуя.
Былай ҙа уға йыш эләгә: апаһы, ҡатыны, Хәмзә, ана һин үҙ-үҙеңде ҡарамағас, эскәс, Йыһаннурҙан әллә күпмегә ҡарт күренәһең, ә ул һинән өс йәшкә генә оло, тип битәрләйҙәр. Хәмзә бирешмәҫ өсөн: «Йыһаннур ағай кеүек кабинетта ғына ултырһам, йомшаҡ машинала ғына йөрөһәм, мин дә йәш күренер инем, – тип мәрәкәләү менән яуаплай. – Ул бит минең шикелле ҡарлы бурандарҙа буровойҙарға барып, тимер-томор менән айҡашмай, яҙғы бысраҡ һыуҙарға ятып, торба йәбештермәй. Кабинетына инеп, бер ҡағыҙға ҡул ҡуя ла шуның менән ҙур эш башҡарған ҡиәфәт менән сығып китә. Ул ҡағыҙҙы ла алдына килтереп кенә һалалар ҙа алып китәләр...»
Ысынлап та, олоғайып, бирешеп ҡуйҙы ул Хәмзә. Ана, һирәк сәстәре ҡойола торғас, маңлайы ла яҫырып киткән булған. Эле утыҙ биш тирәһе генә булһа ла, йөҙөнә мәңге бөтмәҫкә бураҙналар ярылған. Йәшкелт күҙҙәре нимә өсөндөр ғәйепле лә, шул уҡ ваҡытта кемгәлер үпкәләгән дә төҫлө моңһоу һәм бер йәбер менән ҡарайҙар.
Барҙыр инде йәбере лә, үпкәһе лә. Бөтәһе лә үҙенән булды ул дыуамалдың... Әллә ниндәй ипкә килмәҫ бер киҫекһеҙ кеше шул. Нимә тип кенә әрләп бөтмәйҙәр инде ул бахырҙы. Ҡатыны орҙо-бәрҙе генә өндәшә, ни эшләһә лә, элеп алып һелкеп һалырға ғына тора. Быларға Хәмзә күнеп тә бөткән, хәйер, ҡатынының һүҙенә ҡолаҡ та һалмай шикелле: тегеһе әрләп тора, ә быныһы һин дә мин икенсе нәмә тураһында һөйләшеп тора. Апаһы ла килгән һайын берәй нәмә тип бәйләнмәйенсә ҡайтармай. Ҡайһы ваҡытта икәүләшеп тотоналар. Йыһаннур, бисәләр минән башҡа ла үҙ бурыстарын үтәрҙәр әле тигәндәй, артыҡ ҡыҫылып бармай, мәгәр әйтһә, ҡаты әйтә инде. Хәмзә бер аҙ Йыһаннурҙан ғына шөрләй. Аҡыллы әйтә шул, хатта кәңәшен алмаһа ла, әрләгән һүҙҙәренән бер ләззәт табып та ултыра, үҙенең шундай һүҙҙәр белмәүенә үкенә. Хатта ҡысыған ерен миндек менән сапҡан кешеләй, тағы әҙерәк әйтһә ярар ине, тип тә ҡуя.
Нимә генә тимә, был ҡорҙа һәр кем Хәмзәне әрләп алырға фарыз эш, һәр хәлдә лә, үҙенең быға хоҡуғы бар тип иҫәпләй. Хәмзәгә ни шул күберәк эскән йә ваҡытында өйгә ҡайтмаған өсөн эләгә. Әллә шуғамы, ул апаһының йортонда ла үҙен ятыраҡ кеше итеп тоя. Өйҙәренә килеп инеү менән ҡайһылайыраҡ баҫырға белмәйерәк аптырап ҡала. Ни эшләһәң дә яҙыҡ булыр, уны йәнә әрләп алырҙар һымаҡ. Әлбиттә, улар эштә лә үҙ-ара әрләшәләр, хатта хаяһыҙ, йәмһеҙ әрләшәләр, әйтерһең, тимергә-тимер менән һуғалар. Мәгәр үҙҙәре әйтелгән һүҙҙең мәғәнәһен артыҡ уйлап тормай: кем шәберәк тауыш менән әсерәк әйтә, шул үткәрҙе, йәнәһе. Әйтәләр ҙә бер аҙҙан оноталар. Ә былар йоҡларға ятҡанда ҡолаҡ төбөндә безләп йөрөгән серәкәй шикелле...
Эсмәйем тиһәң дә, тура килә бит. Береһе башламаһа, икенсеһе башлай, шунда берәйһенә ниҙер эшләп бирәләр, йә премия, йә берәйһенең отпускыһын йыуалар... Монтажсының эше ҡаты, көндөҙгөнән һуң бер аҙ тәнде яҙғы, әҙ генә булһа ла күңел асып алғы килә. Етмәһә, берәйһе, машинаның ошо ерен генә йәбештереп ебәрегеҙ әле тип, шешә тығып килә. Шунан башлана ла китә. Ә Хәмзә үҙе былай ҡарағанда хөрт кеше түгел, хәйләһеҙ, зыянһыҙ, хатта балалар шикелле бер ҡатлы әҙәм. Тик әлеге шул ҡылыҡтары өсөн генә үҙ ҡәҙерен үҙе төшөрөп йөрөй инде. Хәйер, быға бер ҙә иҫе китмәй, уның үҙенсә донъя дөп-дөрөҫ бара: ир кеше шулай эскеләп алырға, ҡайһы ваҡыт шунда, балыҡҡа киттем тип, ситтә ҡунып ҡайтырға, ҡатынын, апаһын бер аҙ хәсрәткә һалырға ла шул эштәре өсөн кемдер уны әрләргә тейеш. Тик, бер үк тамашаны ҡат-ҡат ҡараған һымаҡ, был әрҙәренең ҡыҙығы юҡ: һүрәтен күрәһең, ә мәғәнәһенә иғтибар итмәйһең.
Ә бөгөн уның эскеһе килмәне, нимәһенәлер йән дә, тән дә тартманы ошо әсе һыуға. Хатта йәшкелт шешә лә уға бер ят, ситен нәмә һымаҡ күренә ине.
...Йыһаннурға бер үҙенә генә эсеп ултырыуы ҡыҙыҡ түгел ине, буғай, ултырҙы-ултырҙы ла йәнә стаканға һалды. Шунан, йә, үпкәң бөткәндер инде тигән шикелле йылмайып, Хәмзәгә ҡараны:
– Давай!
– Юҡ, еҙнә, эсмәйем. – Хәмзә ихлас әйтте.
– Ысынлап әйтәһеңме?
– Ысынлап.
– Берәй нәмәгә үпкәләнеңме?
– Нимә, мин бисәләрме ни? – Хәмзә йәберһенеп киткән кеше булды. Ысынында, ул үпкәләгәйне, тик кемгә, ни өсөн үпкәләгәнен үҙе лә аңлап етмәй ине. Әллә еҙнәһенә, әллә апаһына, әллә үҙенә, әллә донъяһына... Тик быны еҙнәһенә белдерергә тырышманы, ир кеше эшеме ни шулай ултырыу!
– Ярай, эсмәһәң, эсең һау булһын... – Йыһаннур йәнә түңкәрә һуҡты ла, быныһы һинең өлөшөң тигән шикелле, шешәне ситкә ултыртып ҡуйҙы. Тәмәке сығарҙы:
– Әллә тартмайһың дамы?
Хәмзә өндәшмәй генә сигарет алды, шырпы һыҙыуын көтөп еҙнәһенә ҡараны. Йыһаннур һаман да нығыраҡ иҫерә бара шикелле:
– Эсмәйем тиһең инде... Ярай, хәйерлегә булһын... – Ул ҡәйнешенең арҡаһына һуғып алды. – Хәйерлегә булһын. Эсмәһәң, мин шатланырмын ғына. Әлбиттә, бөтөнләй эсмәү ҙә шәп түгел былай. Егеттәрсә түгел. Мөмкин саҡта ул бәхетте татырға кәрәк... Тик самаһын белеп, иптәш, самаһын... Нимә тип йыр сығарғандар, ти әле?
Йыһаннур йырын көйләп бөттө лә балалар шикелле рәхәтләнеп көлөргә тотондо.
– Шәп бит, ә?
Йыһаннур шулай күҙен тондороп, юрамал тамаҡ төбө менән генә һөйләнеп ултырҙы. Эшендәге хәлдәрҙе һөйләп, маҡтанып алды. Хәмзә еҙнәһенең хәлен төшөндө, иҫереүе етә башлаһа, бер аҙ ярылып ала торған ғәҙәте бар уның.
Йыһаннур шулай ултырҙы-ултырҙы ла, машинаһының асҡысын бороп, стартерға баҫты. Яңы мотор талғын ғына эшләй башланы.
– Киттек Рафиҡҡа, – тине Йыһаннур.
Хәмзә еҙнәһенең был ғәҙәтен дә белә, аҙ ғына эсеп алдымы, белгәне: «Әйҙә, Рафиҡҡа!» Дуҫтар улар, бергә тыуып үҫкәндәр. Егет менән ҡыҙ шикелле, бер-береһенә уҡталышып ҡына торалар, төшөрөп алған саҡтарында осраштылармы, айырылыша алмайҙар. Шул арҡала ҡатындарынан әрләнеп тә бөтәләр. Әллә ниҙәр тураһында һөйләшәләр. Хәмзә күп һүҙҙәрен төшөнөп тә бөтмәй, барыбер улар менән күңелле. Быларҙың эскерһеҙ дуҫлыҡтарына һиҙҙермәй генә көнләшә. Ошондай уҡымышлы кешеләр менән бергә йөрөүенә маһайып та ҡуя. Иптәштәренә яйы тура килгәндә эреләнеп кенә һөйләп ала, ҡуҡырайып ҡына: «Эсеп алһалар, улар ҙа беҙҙең ише дурак инде. Хатта арттырыбыраҡ та ебәрәләр. Бигерәк тә теге дуҫы биғәләш кеше», – тип йомғаҡлап ҡуйған була. Хәмзә еҙнәһен ярата, шуға ла уны яман хәлгә ҡалдырғыһы килмәй. Эле лә машинаһын ҡыҙҙырғас, хәүефләнеп китте. Эсеп алдымы, үҙ һүҙле бер тиҫкәрегә әйләнә лә ҡуя, этем дә еңмәҫ.
– Был килеш ҡайҙа бармаҡсы булаһың? Хәҙер бер квартал да үтә алмайһың, машинаны бәрәсәкһең...
– Минме? Мин, ҡәйнеш, бер ваҡытта ла аңымды юғалтмайым... – Ул машинаһын ҡуҙғатты.
Хәмзә йәнен ҡулына алғандай ултыра – хәҙер төкөтә бит был.
– Бир, үҙем, бына ҡапҡаны ғына сығарып бирәм...
– Тс-с-с...
– Еҙнә!
Йыһаннур ул арала булмай, дыңҡ иттереп машинаһының ҡайһы ере менәндер ҡапҡа яңағына бәрелеп тә алды.
– Харап итәһең бит, еҙнә!
– Шаулама, бер нәмә лә булмаҫ. – Йыһаннурға хәҙер диңгеҙ тубыҡтан, ул машинаны тышҡа сығарҙы. – Бар, гаражды бикләп ҡуй, мин хәҙер боролам.
Хәмзә гараждың ишеген бикләгәнсе, Йыһаннур йәнә икенсе машинаға бәрелә яҙҙы, двигателен бер һүндерә, бер тоҡандыра. Тик нисек был тиҫкәрене уйынан кире ҡайтарырға. Хәмзә эскә инеп ултырҙы ла асҡысты кирегә бороп, двигателде һүндереп ҡуйҙы.
– Юҡ, еҙнә, булмай, үҙең әйтмешләй, ниңә башыңа бәлә эҙләргә. Әйҙә, иҫән саҡта кире индереп ҡуй ҙа өйгә ҡайтабыҙ.
Йыһаннур тонған күҙҙәрен текәп ҡарап торҙо ла:
– Юҡ, барабыҙ Рафиҡҡа! – тине.
– Һиңә ярамай бит. Хәҙер милиция туҡтатыуы бар, шунан бер-ике йылға – Аллаһы әкбәр «аҡҡошоң».
– Һәйбәт йөрөһәң, милиция теймәй ул. Үҙең әйтмешләй, ҡағиҙәне генә боҙма... Ана көтөүсе лә бит уртала барған һыйырға ормай ҙа һуҡмай, ә берәйһе саҡ ҡына ситкә боролдомо, таяғы менән бәреп ебәрә... – Йыһаннур, шәп әйттем булһа кәрәк тип, тамаҡ төбө менән генә көлөп ҡуйҙы. Ғәҙәттә, ул, иҫереүе етеп, маҡтанырға яратҡан саҡтарында ғына шулай көлә.
– Дөрөҫөн әйткәндә, еҙнә, эсмәгән саҡта ла эләкмәй генә йөрөүеңә рәхмәт әйт инде, һин бит бер оҙон урамдың осона сығып еткәнсе әллә күпме ҡағиҙә боҙаһың. Ярай, үҙең бер түрә кешеһең инде, юҡһа әллә ҡасан инспекцияға барып, яңынан имтихан биреп йөрөр инең...
– Минме? – Ҡәйнешенең ихлас күңелдән шулай әйтеүе Йыһаннурға оҡшап ҡуйҙы шикелле. Үҙе бер кинәнес менән йылмайып, Хәмзәгә ҡараны.
– Һин шул...
– Хөрт йөрөтәмме?
– Хөрт.
– Хөрт тиң, ә? – Йыһаннур йәнә ҡәйнешен яурынынан ҡосаҡлап алды. – Бәлки, ысынлап та, хөрттөр. Уның ҡарауы, эргәмдә күсер бар – беренсе класлы шофер ултыра...
– Мин шофер түгел хәҙер... – Хәмзә еҙнәһенең ни әйтергә самалауын тоя, шуға ла йәберһенгән тауыш менән уны бүлдерҙе.
– Шофер түгел, тиһең инде... – Йыһаннур тонйораған күҙҙәрен тегегә текәне. Шаҡтай иҫерек булһа ла, ҡәйнешенең нимәгә йәберһенеүен тоя, хатта тегенең балалар шикелле үпкәләп ултырыуы уға оҡшай ҙа ине. Шуғалырмы, ҡәйнешенең хәтерен һаҡларға тырышып, был хаҡта бүтәнсә һүҙ ҡуҙғатманы.
Йыһаннур машинанан сыҡты, барып, Хәмзә яҡ ишекте асты!
– Шыл! – Ул руль яғына ымланы. – Әйҙә, мине Рафиҡтарға илтеп ҡуй.
Хәмзә ышаныр-ышанмаҫ ҡиәфәт менән еҙнәһенә ҡараны. Шунан тегенең ниәте ысын икәнен белгәс, ҡаушауынан йәнә: «Йыһаннур ағай...» – тип ебәрҙе. Ә Йыһаннур быға иғтибар бирмәне, ҡәйнешен төрткөләп руль яғына шылдырҙы ла үҙе эскә инеп ултырҙы. Аҡсаһы булмаһа ла, магазин кәштәһендәге уйынсыҡҡа ҡыҙығып торған малай шикелле, Хәмзәнең күҙҙәре янып китте. Тик һаман да ни рулгә, ни асҡысҡа тотонорға ҡыйыулығы етмәй ултыра. Сөнки еҙнәһенең рулгә тәүге тапҡыр яҡын юллатыуы ине.
– Әйҙә, ысҡын. Рафиҡтарҙың ҡайҙа торғанын беләһең бит!
– Еҙнә, үҙең беләһең, миңә ярамай...
Күп һөйләнмә, тигәндәй, Йыһаннур ҡулын ғына һелтәне. Еҙнәһенең уйнап әйтмәүен аңлағас, Хәмзә зажигание асҡысын борҙо. Мотор тағы тауышһыҙ һәм талғын ғына эшләй башланы. Ә Хәмзә йәнә еҙнәһенә боролдо. Тегеһе: «Әйҙә!» – тигәнде аңлатып, ҡул ғына һелтәне.
– Туҡтатмаҫтармы икән?
– Әйттем бит, тәртип боҙмаған кешене туҡтатмайҙар. Шикләнәһең икән, тимәк, урам ҡағиҙәләрен онота башлағанһың үҙең дә...
Хәмзә күп һөйләнеп торһа, рулдән ҡолаҡ ҡағасағын төшөндө. Ҡараңғы ла төшкән, ул фараларҙы тоҡандырҙы. Әле генә аңлайышһыҙыраҡ торған донъя ике төҫтә генә ҡалды: тирә-яҡ ҡапыл ҡап-ҡараңғы булып китте, шул ҡараңғылыҡты ярып, күктәге ҡош юлы шикелле алға ике нур һуҙылды. Уҡтай тартылған яҡтылыҡ, әйтерһең, уға осорға юл күрһәтә.
Хәмзә, мылтығының тәтеһен тартырға әҙерләнгән һунарсымы ни: ирендәрен ҡымтыған, күҙен алдағы сәпкә текәгән, йөҙөндәге йыйырсығы тәрәнәйеп киткән... Бына ул педалгә баҫты, тормозды ысҡындырҙы һәм машинаны тиҙлеккә ҡуйҙы. «Жигули» аҡрын ғына ҡуҙғалды... Ошо мәлдән Хәмзә еҙнәһен дә, үҙен дә, хатта донъяны ла онотто.
«Жигули» гаражға килтереүсе тар тыҡрыҡтан сыҡты ла киске урамды тултырып елдергән машиналар ағымына инеп күмелде...
* * *
...Хәмзәнең төрмәнән ҡайтыуына йылдан ашыу ғына. Машина менән үҙҙәренең ауылының бер кешеһен бәрҙереп йыҡты. Әлеге шул эскелек бәләһе инде. Дөрөҫ, теге кеше лә иҫерек, ҡунаҡтан ҡайтып барған булған да бит, мәгәр ғәйеп бында: эскән килеш рулгә ултырған, етмәһә, енәйәт яһаған. Дөрөҫөн әйткәндә, ул «һалмыш» көйөнсә беренсе тапҡыр ғына ултырмай, тик бер ваҡытта ла бәләгә ҡалғаны юҡ ине. Ай-һай, оҫта йөрөттө бит ул машинаны. Тик, бәлә гел булмай, бер килә, тиҙәр бит.
Хәйер, Хәмзәнең дыуамаллыҡтары аҙ булманы инде, хатта ауылды ташлап ошо ҡалаға эшкә килеп юлығыуы, төрмәгә эләгеүе лә үҙе, холҡо арҡаһында килеп сыҡты.
...Хәмзәнең бәләкәйҙән үк яратҡаны гармун да машина булды. Гармун уйнарға нисә йәштән өйрәнгәндер, уныһын үҙе лә белмәй, ә өсөнсө класта уҡығанда – мотоцикл, бишенселә машина йөрөтә белә ине. Һигеҙ класты этеп-төртөп кенә бөтөрҙө лә мәктәпте ташланы. Гармунын күтәреп клубтан сыҡманы, шунан шоферлыҡҡа уҡып ҡайтты. Аҙмы-күпме үткәс тә баян алып ебәрҙе. Председателдән дә, колхоздың инженерынан да әрләнә-әрләнә кистәрен ҡыҙ-ҡырҡын тейәп ауылдан ауылға уйынға сапты. Шулай йөрөй торғас, үҙҙәренән ун биш саҡрымдағы бер ауылдың ҡыҙына барып юлыҡты. Ата-әсәһенә алдан әйтеп тә тормайынса, теге ҡыҙҙы машинаһына ултыртып алды ла ҡайтты: «Бына һеҙгә килен», – тине. Тегеләр шулай тауыш-тынһыҙ ғына килеп төшкән киленгә аптырашыбыраҡ ҡалһалар ҙа, тышҡа сығарманылар, сөнки үҙҙәре лә, өйләнеп кенә ҡуй, тип күптән бының ҡолаҡ итен ашайҙар ине инде. Ауыҙлыҡлап ҡуймаһаң, был дыуамал холҡо менән бер нәмәгә барып төңкәлеүен көт тә тор.
Оҙаҡламай армияға китте. Унда шофер булды, часть командирын йөрөттө. Егәрлелеге, әрһеҙлеге өсөн уны командиры бик яратты, хатта ҡайтҡанда иҫтәлек итеп ҡулында йөрөткән сәғәтен һалып бирҙе.
Ҡайтып бер биш-алты ай торғас, ҡатыны менән боҙолошоп алды. Юҡтан ғына килеп сыҡты инде уныһы ла. Күрше ауылда ирһеҙ ҡалған бер йәш кенә ҡатын бар ине. Шуға утын килтерҙеләр. Ә Хәмзә бик әрһеҙ, йыбанмай торған кеше, кемгә утын, кемгә бесән-фәлән килтерергәме йә ҡунаҡҡа илтеп ташларға кәрәкме, уға баралар. Ҡатыны ҡайһы ваҡыт, һин шунда эсер өсөн йөрөйһөң, хәйерсегә ялсы булып, тип әрләп тә ала. Ә был, ғәҙәттәгесә, бисәһенең һүҙҙәрен ҡолаҡҡа элмәй.
Йомошон йомошлағас, билдәле инде, ҡунаҡ итәләр. Был көндө Хәмзә, күрәһең, нығыраҡ булдырып ташлаған, шунда ишек алдында ятып йоҡлаған да ҡалған. Машинаһы ла, бәйле ат шикелле, торған ҡапҡа төбөндә. Әҙәмгә ни, мәҙәк кенә кәрәк, иртәгеһенә үк һүҙ ҙә таратҡандар, имеш, Хәмзә Санияла йоҡлап ҡалған, электән үк барғылап та йөрөгән икән. Хәбәр ауылға Хәмзәнән алда уҡ ҡайтып етә.
Ҡатыны шул көндө үк әйберҙәрен төйнәнә лә аталарына ҡайтып та китә. Хәмзәнең бик яман хәтере ҡалды быға, ғәрлек бит, бөтә халыҡ көлә. Ғәйебе булһа ни асыу! Ул үҙ-үҙенә бисәһен барып алмаҫҡа һүҙ бирҙе. Үҙе килһә килер, ә артынан барып йөрөйәсәге юҡ. Ир кәрәк булһа, килер, килмәһә инде, ҡатындарҙың орлоғо, Бохарҙа түгел, йәшенән алып ебәрер...
Шулай уйланы, ә үҙе һиҙҙермәй генә көн дә көттө тегене. Эштән ҡайтыуына хас та ҡатыны өйҙәлер кеүек тойолдо. Шуға ла машинаһы килеп туҡтау менән өйөнә инмәйенсә, эш табып, тышта йөрөгән була. Ҡатыны бына-бына ғәйепле ҡиәфәт менән йылмайып килеп сығыр ҙа ашарға саҡырыр һымаҡ. Теге һаман күренмәгәс, ҡаҙан тирәһендә ҡашығаяҡ менән булалыр, тип шым ғына өйгә инеп китә. Ата-әсәһенә ҡарап ала... Ләкин бында ла шып-шым. Нахаҡҡа булмаһа, күптән барып алған булыр ине. Бисәләр ҙә ҡыҙыҡ халыҡ инде, ниндәй ғәйеп эшләп ҡайтҡан саҡтарҙа ла бер ни булмағандай йылтырап ҡаршы ала, ә бына гонаһһыҙға...
Ул шулай үҙен төрлөсә йыуатырға тырышып көттө-көттө лә, бер кисте ныҡ ҡына төшөрөп алғас, сыҡты ла ысҡынды. Дөрөҫөн әйткәндә, ул бөтөнләй икенсе яҡҡараҡ тип юлланғайны, хатта әлеге Санияға һуғылмаммы тигән уй ҙа юҡ түгел ине. Бара торғас, күңеле болоҡһоп китте лә машинаһын ҡатыны яғына борҙо. Уның урап барғыһы килмәне, тау-соҡор тип тормай, юлһыҙ-ниһеҙ ерҙән елдерә генә... Хәмзә ҡатындарының ауылына туп-тура тау аша барып төшөргә уйланы.
Бына ул ҡапыл машинаһы осоп барған төҫлө тойҙо. Был ни хәл?! Хәмзә айнып киткәндәй булды... һәм ҡапыл нимәгәлер шундай иттереп килеп бәрелде, әйтерһең, күкрәге арҡаһына йәбеште. Тын бөттө... Шул ғына иҫтә ҡалған, башҡаһы онотолған...
Хәмзә машинаһы менән тәрән соҡорға осҡайны. Ҡыҙыу барған көйөнә ярға тура килгән һәм бер аҙ һауанан осоп барып, ергә килеп һуғылған. Нисек иҫән ҡалғандыр, Хоҙай ғына белһен... Машинаһына ла әллә ни зыян булмаған бит әле, бәрелеүҙән алғы баллондары ярылған да баранкаһы бөгөлгән... Йән генәһе нисек сыҡмай түҙгәндер... Хәмзә ул саҡ шайтандың үҙен алып ырғытырлыҡ таҙа ине шул.
Хәмзә ике аҙна больницала ятып сыҡты. Машинаны алдылар, колхоз председателе, был дыуамал егетте аҡылға ултыртыу өсөнмө, ана, тимерлеккә барып эшлә, хәҙер шоферҙарға аптырау түгел, тине. Һы, таптылар иҫәр шикелле тимерлектә сүкеш һуғып тороусы кешене... Әйҙә, табып ҡараһындар уның кеүекте. Хәмзә тимерлеккә аяҡ та баҫманы, идараға ла барып йөрөмәне. Ике аҙна самаһы эшһеҙ һәлпәнләп йөрөнө. Кемдер килеп, бар, машинаңды кире ҡабул итеп ал, тип әйтер һымаҡ ине. Ундай хәл булманы. Шулай итеп, колхоз – Хәмзә, Хәмзә колхоз менән хушлашты.
Елкәң булһа, ҡамыт табыла тигәндәй, ҡулынан килгән кешегә эш бөткәнме ни! Ҡалаға китте лә урынлашты осраған беренсе гаражға. Ундай беренсе класлы шоферҙарҙы һәр ҡайҙа ла ҡуш-ҡуллап алырға торалар: теләһәң, таксиға ултыр, теләһәң, автобус йөрөт. Хатта пропискаһы юҡлығына ла ҡарап тормайҙар. Хәмзә белә шул үҙ ҡәҙерен. Әйҙә, председатель инәлтергә уйлағандыр ҙа, килеп сыҡманы. Хәҙер ыуаланалыр әле... Шулай йыуатты ул үҙ-үҙен.
Тик бына ҡатын менән айырым тороуы ғына бер аҙ яманһыу. Ауылда бергә йәшәгәндә генә һиҙелмәгән, күрәһең, ҡатыны бар ни, юҡ ни һымаҡ ине. Хәмзә нисек тә оҙонораҡ юлға сығырға ла, оҙағыраҡ йөрөп ҡайтырға ынтылып тора торғайны. Мәрәкә икән был донъяһы ла, бына алыҫлашҡайны, көн дә генә ҡайтҡыһы килә лә тора...
Билдәле, шоферға һәр ваҡытта ла эш күп, ә йәйен инде әйтеп тораһы ла түгел. Ҡайһы берҙә шәмбе, хатта йәкшәмбелә лә эшләтәләр. Ҡаланыҡылар төрлө сәбәп табып сыҡмау яғын ҡарайҙар, шуға ла, ашығыс ни булһа, начальник иң элек Хәмзәгә килә. Ул бында яңы кеше – тыңлашырға тейеш. Өҫтәүенә, йәнәһе, һинең донъяңа артыҡ мәшәҡәттәрең дә юҡ. Әйҙә, аҡса һуғыуыңды бел, тигән шикеллерәк ҡаранылар.
Хәмзә эштән ҡаса торған кеше түгел. Бер ҡараһаң, ысынлап та, ни тип ятмаҡ кәрәк. Әлеге шул йә эсергә, йә берәй этлек эҙләп сығып китергә генә ҡала. Дөрөҫ, ауылға ла ҡайтып әйләнергә булыр ине, тик уның шофер башы менән юлда осраған машинаға ҡул күтәреп йөрөйһө, ҡайтҡас, кемгәлер, әйҙә инде, мине оло юлға сығарып ҡуй, тип инәләһе юҡ. Ҡайтаһың икән, үҙ машинаң менән, ә былай әҙәм меҫкене күренеп йөрөмәйәсәк.
Ул бер тапҡыр ҡайтып әйләнгәйне инде. Ялға киткән шоферҙың өр-яңы ЗИЛ-ын һорап алды. Әлегә үҙенә яңыны эләктерә һалып барманылар. Автоколонна начальнигы, ошолай һәйбәт кенә йөрөһәң, килгән беренсе машина һинеке, тине. Яңыға ултырып алһа, төкөрҙө донъяһына. Бәлки, бер-ике йылдан квартир ҙа бирерҙәр. Бирмәһәләр инде, бер иҫкерәк йортто булһа ла һатып алыр... Сер бирмәҫкә кәрәк әҙәм алдында... Был юлы ла ул машина һорау өсөн өс аҙна ялһыҙ эшләне. Оҙаҡламай колхозға ураҡҡа китергә, ҡара көҙһөҙ ҡайтып ҡатынды ла күреп булмаҫ, өйҙә эшләйһе эштәр ҙә бар, тигәс, тыңланылар, яп-яңы машина бирҙеләр.
Йәнә бер аҙ төшөрөбөрәк ултырырға тура килде. Теге машинаның шоферы бәйләнде, әйҙә, кеше атына ултырғас, мәгәрис ҡуй, ти. Хәмзә ни, тора торған кеше түгел, тотто ла алды. Әлбиттә, үҙенә эсмәҫкә кәрәк ине лә, егеттәр ни, нимә, бүренән ҡурҡҡан урманға бармай, ғүмер буйы шулай күләгәңдән шөрләп йәшәп булмай, фәлән дә төгән, тип ҡоторттолар. Хәмзәгә ни, етә ҡалды был. Егеттәрҙең береһе аҙаҡ, сәйнәп төкөр, еҫен бөтөрә ул, тип ҡәнәфер һымаҡ нәмә лә биргәйне, файҙаһы теймәне... Хәйер, унда еҫен тикшереп торорлоҡ рәт ҡалмағайны шул инде...
Хәмзә Өфөнөң милиция пунктын имен-аман ғына үтеп китте, туҡтатыу түгел, хатта күтәрелеп ҡараған кеше лә булманы. Ғөмүмән, ул һәйбәт бара ине. Оло юлға сығып алғас, бөтөнләй иркенәйеп ҡалды. Эй, машинаһын ебәрә был, йәнен һығып алырҙай итеп ҡыуа инде. Тәгәрмәстәре, тейгән ерҙә тейеп ҡала, теймәгән ерҙә осоп үтә. Тиҙлеген аҙ ғына арттырһа, машинаһы ҡанатланып осоп та китер, йә шул ҡәҙәр көсәнеүҙән таралып төшөр һымаҡ.
Ул яҡтыраҡ саҡта ҡайтып етергә ынтылғайны ла, күҙ бәйләнә башланы, гаражда оҙағыраҡ ултырғандар. Ул яңы ЗИЛ-ды ишек алдына ла индереп ҡуймаҫҡа, шунда ҡапҡа төбөндә генә ултыр-тып ҡуйырға уйлап килә. Әйҙә күрһендәр! Моғайын, кешеләр килеп етер, береһе, әйҙә, утынға барып киләйек әле, тиер; икенсеһе, бесәнем кәбәндә ултыра, хәҙер алып ҡуймаһаң, мал йолҡҡолай башлай, тиер...
Хәмзә, арыным тип, башта бер аҙ инәлтеп алыр, һинме һуң инде арый торған кеше, тип бының күңелен күрерлек һүҙ башларҙар. Ахырҙа, Хәмзә эреләнеп кенә йылмайыр ҙа: «Туҡтағыҙ инде, әҙерәк сәй эсеп алырға форсат бирегеҙ», – тип үпкәләп алған булыр. Шунан инде ай яҡтыһында урманға утынға китерҙәр. Бисәһе, әлбиттә, бер аҙ ҡырын ҡарап ҡалыр артынан. Өйгә ҡайтып инмәй, сығып олаға, иптәштәрен ғаиләһенән артыҡ күрә, тиер.
Йөрөһә, Хәмзә хаҡ алыу өсөн йөрөмәй ҙә инде. Әлбиттә, берәү булһа, ошондай машина менән бер барып килеү өсөн әллә күпме аҡса һорар ине. Ә ул ни намыҫы етеп аҡса алһын ауылдаштарынан. Әлбиттә, эсеүен эсәләр инде, таң атҡансы әсәләр... Аҙаҡ, Хәмзә баян таптырып килтертә... Йырлашалар, күңел булғансы ғауғалашалар. Шунан инде ул, аҡрын ғына йырлап, ҡатыны янына ҡайтып китә. Артығыраҡ булһа, йоҡлап та ҡала. Иртәгеһе кисен – кире Өфөгә. Киткән ваҡытта инде былай уҡ ашҡынмай. Баш ватылып тора, йән көйә...
...Бына ҡайтып та етә. Уңға боролоп күлде үттең дә йәнә бер ынтылдыңмы, ауыл күренә. Бик һуңламаны, буғай.
Хәмзә машинаһын шулай ҡыҙыу барған килеш уңға – ауыл юлына борҙо... Эштең нисегерәк булғанын ул үҙе лә аңламай ҡалды: ҡапыл юл буйына ултыртылған сағандар артынан юрттырып ат килеп сыҡты. Хәмзә баранкаһын шунда уҡ бора һалды. Тик өлгөрмәне... Үҙәк өҙгөс итеп ат кешнәп алды... Тағы ниндәйҙер тауыштар... Ғөмүмән, бөтәһе лә төш кеүек кенә. Ул бер нәмәне генә яҡшы аңлай: хәҙер уның өсөн донъя ла ошо түңкәрелеп ятҡан арба шикелле ҡапланды...
Ул атты тапатып үлтергән, арбала килеүсе кеше бәрелеүҙән ырғып киткән дә ҡулын һындырған. Ҡото осоп ыңғырашып ятҡан кешене Хәмзә шунда уҡ район больницаһына алып китте, шунан милицияға барҙы. Ошо көндән ул өс йыл буйына ауылына ҡайта алманы. Хәйер, ҡайтҡыһы ла килмәй ине.
Шул мәлдән ул үҙенең кемлеген дә, исемен дә онотто тиһәң дә була. Уға ниндәй генә исем тағып бөтмәнеләр. Енәйәтсе... Хөкөм ителеүсе... Гражданин... Хөкөм ителгән кеше... Үҙенә атап әйтелгәс кенә, ул ошо һүҙҙең мәғәнәһе тураһында ныҡлап уйланы. Бик хәтәр һүҙ икән, хатта бар ғүмерең был һүҙ янында фәлә генә һымаҡ тойола.
Уға бөтәһе лә шулай өндәшә: судья ла, прокурор ҙа, милиционер ҙа, хатта үҙен аҡларға тейеш булған адвокаты ла... Бөтәһе лә хөкөм ителеүсе, енәйәтсе...
Тик Хәмзәнең үҙенең генә енәйәтсе икәнлегенә башы етмәй. Уныңса, бындай кеше бик хәтәр әҙәм булырға, әйтәйек, ҡап-ҡараңғы төндә мөйөштә ҡулына яп-ялтыр бысаҡ тотоп кемделер таларға тип аңдып торорға тейеш. Уның кейеме лә, йөҙө лә, күҙе лә ҡап-ҡара (Хәмзә ысын енәйәтсене шулай күҙ алдына килтерә). Магазин баҫыу, әҙәм һуйып китеү, йә берәүҙең донъяһына ут һалыу уға бер ни ҙә тормаҫҡа тейеш...
Ә был нимә инде? Ошо ауылда тыуып үҫте... Уҡыны, эшләне, гармун уйнаны, ҡыҙҙарҙы уйынға йөрөттө, армияла хеҙмәт итте... Бергә уҡыған, хеҙмәт иткән, бергә эшләгән кешеләрҙең теләһә ҡайһыһынан барып һораһындар, бер кем дә Хәмзәне енәйәтсе тимәҫ, был һүҙҙең ысынлығына ышанмаҫ. Әлбиттә, тәфтишсе лә, прокурор, судьялар ҙа Хәмзәне әсәһе, иптәштәре, ҡатыны кеүек ныҡлап белһәләр, был һүҙҙе әйтмәҫтәр, һәр хәлдә лә тартынырҙар ине... Ана ҡара тормошоң, бөтәһе лә ус төбөндәге кеүек.
Әлбиттә, утыҙ йыл самаһы ғүмер эсендә рәхмәт әйткәндәре лә, рәнйегәндәре лә булғандыр, донъя бит. Һәр хәлдә лә енәйәтсе үк түгел инде.
Ә кеше тапатыуына нимә тип әйтергә?!
Хәмзә, ошо турала уйлай-уйлай ҙа, осона сыға алмай ҡуя. Эскән, машина менән сығып киткән, кеше тапатҡан, атты үлтергән... Шунан, башынан һыйпаһындармы ни? Рәхмәт әйтһендәрме?
Ә шулай ҙа ул... Хәмзә япа-яңғыҙ саҡтарында уй-тойғоларын, булған гонаһтарын күңел тоғоноң төбөнән тотоп ҡағып ҡарағаны бар, мәгәр үҙендә аҙ ғына ла енәйәтсе кеше ғәләмәтен таба алманы.
Ултырып ҡайтҡас, Хәмзә ауылда өс-дүрт көндән артыҡ торманы. Ул башта бында бөтөнләй ҡайтып та әйләнмәҫкә уйлағайны ла, килеп сыҡманы. Йортто күреп китергә кәрәк ине.
Хәмзә тәүҙә баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә тип уйланы. Ҡайҙа икәнен үҙе лә белмәй, тик шундай яҡҡа олағырға кәрәк, уның ошондай хәлгә ҡалып йөрөүҙәрен берәү ҙә белмәһен. Шунан уйланы-уйланы ла тағы ҡул һелтәне, һуң, үҙ-үҙеңдән ҡасып буламы ни? Документыңда бөтәһе лә яҙылған да баһа.
Хәмзәне шоферлыҡтан мәхрүм иттеләр. Башҡа бөтәһе лә үтер, яйлап онотолор ине, ә быныһы инде уңалмай, бөтәшмәй торған яра... Гел генә һыҙлап тик тора. Көндөҙөн дә, кисен дә... Үҙҙәренең ауылына, исмаһам, бер генә өр-яңы ЗИЛ менән ҡайтып әйләнһә, бөтә ҡылған яманлыҡтарын да онотор, хатта тегендә ултырып ҡайтыуҙарына ла төкөрөп кенә ҡуйыр ине. Ана, урам тулы машиналар йөрөй, тора-бара әллә ниндәйҙәрен сығара башларҙар. Бына бит донъяның ғәҙелһеҙлеге, кемдәрҙер хатта бисә айыра, берҙе түгел, әллә нисәне... Шунан тағы ала... Ә бында бер гонаһы өсөн кешене мәңгегә язаласы!..
Хәмзә ата-әсәһенең һүҙен тыңланы инде. Тегеләр, улдарының холоҡ-ҡылыҡтарына шикләнептер инде, бер ҙә алыҫ ебәргеләре килмәне. Ҡатыны ла ризалашманы: «Үҙең теләһә ни эшлә, һиңә ышанып сығып китәсәгем юҡ», – тип кенә ҡуйҙы. Былай ҙа рухы һынып ҡайтҡан Хәмзә, ярһып-ярһып, аҙаҡ, хәле бөтөп ҡороҡҡа эләккән арғымаҡ шикелле, баҫылып ҡалды.
Хәмзә еҙнәләренә – яңы төҙөлөп ятҡан ҡалаға китте. Бында эшкә урынлашыуы ла, квартир-фәлән алыуы ла еңелерәк булыр, тип кәңәш иттеләр. Уға ла әҙәм рәүешле йәшәп ҡарарға ваҡыттыр бит инде.
Еҙнәһе уны төҙөлөш-монтаж идаралығына слесарь итеп урынлаштырҙы: «Үҙеңдән тора, һәйбәт кенә эшләһәң, яйлап бөтәһе лә булыр. Хәҙергә, ана, вагонда йәшәп торорға тура киләсәк», – тине. Уныһы бер ни ҙә түгел. Хәмзә хәҙер байтаҡты күргән кеше бит инде, ҡыуышта ла торорға ризалашыр ине. Һәр хәлдә, һаҡ аҫтында түгел. Тик бына эше генә әллә ни күңелгә ятып бөтмәй. Слесарь – ул... Майлы спецовкаһын кейеп ала ла, тимер-томорҙарын күтәреп, ҡайҙа ебәрәләр, шунда китә. Башҡаса хәле юҡ. Ана, танауҙарын шар-шор тартып йөрөгән малайҙар ҙа КРАЗ-га ултырып сығып киткән булалар. Слесарҙар менән эре генә һөйләшәләр. Йәнәһе, былар йәйәүле Мәхмүттәр, ә тегеләр – машинала... Хәмзә бик асыуы килгәндә тегеләрҙе эттән дә яман итеп әрләп ташлай. Ә тегеләр үпкәләмәй, мыҫҡыллы ғына ҡарап: «Ана, гайка бороуыңды бел!» – тип кенә ебәрәләр. Хәмзә ғәрлегенән эстән генә һүгенә лә шуның менән ҡала...
Ҡайһы берҙә Хәмзә еҙнәһенең машинаһы ватылыуын да теләп ҡуя. Исмаһам, көнө буйы маташыр ине. Тәүҙә алып ҡайтҡас ҡына бер аҙ булыштылар ҙа, хәҙер бик яҡын юллатмай.
* * *
Йыһаннур ҡәйнешенең машинаны ҡайһылай оҫта, яҡшы ат тотҡан уҙамандай, уйнаҡлатып ҡына алып барыуына һоҡланып килә. Ана бит, нисек кенә үтеп китә башҡаларҙы.
– Ҡәйнеш, һин бик шәп барып, беҙ магазинды үтеп китмәйек әле?
Тегеһе әллә ишетмәй, әллә ишетһә лә, иғтибар итмәй.
– Их, ҡәйнеш, һуң бит инде, хәҙер араҡы ла бирмәҫтәрме икән?
– Ярар, табырбыҙ... – Хәмзә уға ҡарамай ғына әйтеп ҡуйҙы. Ул, әйтерһең самолетын тейешле бейеклеккә алып менгән пилот, хәҙер һис кенә лә тиҙлекте кәметке, ергә төшкө килмәй...
Бара торғас, Йыһаннур аңын йыйып тегегә төрттө:
– Ҡәйнеш, һин нимә, донъяңды оноттоңмо әллә? Рафиҡтарҙы үтеп киттек бит!
– Магазин кәрәк, тинең бит... Ә минең таныш поселок осонда...
Хәмзә уны әллә ҡайҙа алып китте. Әлбиттә, ул, теләһә, бындағы магазиндан да таба ала ине. Тик машинанан төшкөһө килмәгәнгә генә шулай йөрөтә бирә.
Еҙнәһе уға унлыҡ һуҙҙы:
– Үҙеңә лә ал берҙе. Ҡайтҡас, эсерһең, – тине.
– Кәрәкмәй.
– Ай-бай, был ни булыр икән? Ахырызаман етмәһә ярар ине...
Ниһайәт, улар Рафиҡтарҙың йорто янына килеп туҡтанылар.
Йыһаннур, дуҫын күргәндәй шатланып:
– Һа!.. – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Ну, ҡәйнеш, юлды онотмағанһың икән. Тимәк, һин ысын шофер инде. Әйҙә!
– Ҡайҙа?
– Индек! Рафиҡтарға...
– Юҡ, инмәйем.
– Бәрәкәт, ошонда ултырмаҫһың бит инде? Үҙең беләһең, беҙ, моғайын, унда оҙаҡ ҡына маташырбыҙ...
– Теләгәнсә ултырығыҙ. Көтөрмөн.
– Һы... һине әллә ен алмаштырған инде бөгөн. – Йыһаннур уға ғәжәпләнеп кенә ҡараны ла шешәһен тотҡан килеш эре генә баҫып йортҡа инеп китте.
Ишек ябылды. Хәмзә машинаһының утын һүндерҙе... Нимәһендер юғалтҡан кешеләй, тирә-яғын ҡарап алды. Шул арала берәм-берәм көндөҙгө юл, еҙнәһе менән булған һөйләшеүҙәр, иртәгеһе эш, уларҙы вахтаға алып китергә тейешле ҙур автобус, руль артындағы бик тәкәббер йәш шофер күҙ алдынан үтте... Әллә нәмәгә тамаҡҡа төйөр килеп тығылды, юлда ятҡан ташмы ни, ҡаты. Был ни хәл? Күҙгә йәш тығылған түгелме?
Ул ирендәрен тешләне, әйтерһең, ташып килгән йылғаны быуырға тырышты. Шунан ҡапыл завод буяуы һәм бер аҙ бензин еҫе сығып торған машинаның баранкаһына күкрәге менән ятты. Уның бар кәүҙәһе двигатель шикелле әкрен, һалмаҡ ҡына дерелдәй. Хәмзә шундай иларға тотондо, хатта үҙенең тимер шикелле ҡаты бармаҡтары менән зажигание асҡысын йолҡоп алып, йомарлап бөткәнлеген дә тойманы...
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.
1977