

ҺЫУҺЫНДАРЫМ ҠАНМАЙ ҮТӘМ ИНДЕ... (Хикәйә)
«Кемгә һөйләйем серҙәремде,
Йөрәгем ялҡын кеүек...»
тигән йырҙан башламаҡсымын һүҙемде. Мин белгән, күпме йылдар буйына йәнәш бергә ғүмер кисергән кешеләр зарымды ишетеп, бәлки, аптырар. «Аслыҡ-яланғаслыҡ күрмәй үҫте, – тиерҙәр. – Яңғыҙ бала тип, ата-әсәһе иркәләтте, кейәүгә сыҡҡас та башына туҡмаҡ теймәне, ире ҡәҙерләне». Бәхәсләшмәйем. Ситтән ҡарағанда зарланырға урын юҡ һымаҡ. Донъяла минән дә ҡайғылыраҡтар әҙме ни?! Шулай ҙа яҙмышымдан риза түгелмен, күңелем иртә яҙҙан тамсы ямғыр күрмәй ҡорғаҡһыған, сатнап ярғыланған, сарсаған ергә оҡшаған...
Ер ҡуйынынан көн яҡтыһына тиртеп сыҡҡан шишмә ҡайҙа ағып китерен, ниндәй ярҙарға барып бәрлегерен, һыуҙарын кемдәр тулҡынлатырын белмәй. Ғүмер юлыма әйләнеп ҡарайым: мин дә хәс шишмә! Һөҙәк ярҙан йәм тапмай, ҡая ташҡа һыйынырға, шул ҡаяның күктәргә олғашҡан мәғрур һынын иркәләргә хыялланып аҡҡанмын да аҡҡанмын... Ах һин, хыял, әүрәткес, тилерткес татлы хыял!.. Тормошҡа аштың ашыуын. Диңгеҙгә етергә лә, мәңгегә юғалырға ла күп ҡалмағайны инде. Ҡаҡлыҡты тулҡындарым һөҙәк ярҙан, килеп бәрлектем хыялымда көткән ҡаяға. Тик ғүмер аҙағында осрашыуҙан ни файҙа?
Ауылда иҫәп-хисапты белгән кеше булмағандырмы, Харрас менән Зөлфиҡәрҙең атаһы беҙҙең колхозға хисапсы булып ситтән килгәйне. Ошо ғаилә күсеп килмәһә, яҙмышым, бәлки, бөтөнләй башҡасараҡ булыр ине. Хәҙер генә шулай тип уйлайым. Бала саҡта киләсәктең ниндәй булырын уйлау ҡайҙа! Миңә ни бары ун ике йәш. Харрас менән Зөлфиҡәргә лә шул сама. Аңды-тоңдо белмәгән ғәмһеҙ балалар ғынабыҙ! Яҡындан күрешмәҫ элек был ике малайҙы ауылда бар тип тә белмәй инем. Көндәрҙең береһендә әсәйем күҙе ҡыҙыҡҡан һымаҡ:
– Яңы килгән шитауаттың малайҙары үәт егәрле! Фермала ҡыш буйы йыйылған тиҙәкте түгеп бөтөрөп баралар. Көн ҡыҙыуында һыу инергә лә уйламай, эшкә сат йәбешкәндәр, – тип атайыма хәбәр һөйләне. Тиҙәк түгеп маҡталған малайҙарҙы ни өсөндөр үҙем барып күрергә теләнем. Ғаиләлә яңғыҙ үҫкән иркә ҡыҙыҡай мин, хәс бәйһеҙ ҡолон, ҡайҙа теләйем, шунда сабам. Йүгерҙем фермаға. Әле малайҙарҙы күрмәҫ элек үк бик тә йәлләнем. «Урамға уйнарға ла сығармай эшкә ҡушҡандар... тиҙәк түгергә... Ата-әсәһе шул тиклем ҡаты тотамы икән? Меҫкенкәйҙәр, һыу инергә лә эштән бушамайҙар!» тип ҡыҙғандым. Ә малайҙарҙы күреүем булды – йәлләүем бөттө лә ҡуйҙы. Бер ҙә көсләп эшләткәнгә оҡшамағандар! Ҡулдарында һәнәк уйнап тора. Тиреҫ тейәлгән йөктө тартҡан ат та уларға тыңлаусан буйһона. Ике туғандың татыу, килешле эшләүе таң ҡалдырҙы...
Беҙҙең ауыл малайҙарына һис оҡшамағайны был икәү. Кейгән кейемдәре лә ыҡсым, килешле. Маңлай сәстәрен әлтәкәй итеп тарап ебәргән булғандар. Уларға шаҡ ҡатып, аңшайып ҡарап торғанмындыр. Буйға ҡалҡыуырағы:
– Ҡыҙыҡай, кемде юғалттың?! – тип мине һиҫкәндерҙе. Тауышында уҫаллыҡ юҡ, киреһенсә, ҡыуаныс ишете-гән һымаҡ яңғыраны. Шуғамы икән, мин дә ятһынып торманым, әллә ҡасанғы таныштарым һымаҡ күреп:
– Бер кемде лә юғалтманым, һеҙҙе килеп таптым! – тип, шаярып яуап ҡайтарҙым.
Тәүге осрашыуыбыҙ шулай булды, һөйләштек, таныштыҡ, мин уларҙы кис урамға уйнарға саҡырҙым. Был ике танышымдың исемдәре лә ауыл малайҙарыныҡына оҡшамағайны. Беҙҙекеләр Ғәйетбай ҙа Тимерйән... Быларҙың исеме лә башҡа: Харрас, Зөлфиҡәр! Башлап һүҙ ҡушҡаны – Зөлфиҡәр. Буйға ҡалҡыуыраҡ булғас, мин уны Харрасҡа ағайҙыр тип уйлағайным. Баҡтиһәң, Зөлфиҡәр ҡусты булып сыҡты...
Әле уйлап ҡараһам, тәүге йылдарҙа өҫөбөҙ айырылмаҫ дуҫтар булғанбыҙ икән: бергә еләккә йөрөгәнбеҙ, бергә һыу ингәнбеҙ, ҡырсында ҡыҙынғанбыҙ. Ат йөҙҙөрөргә мин дә Харрас менән Зөлфиҡәрҙән ҡалышмай инем... Ә бына үҫә төшкәс, айырылғанбыҙ икән шул... Кис уйынға, киноға өсәүләп барабыҙ ҙа, өйгә ҡайтыр ваҡыт еткәс, Зөлфиҡәр минең еңдән тарта, Харрасҡа һиҙҙермәй генә, ҡараңғыла боҫоп ҡалабыҙ. Тәүге мәлдә миңә йәшенмәк уйнаған һымаҡ ҡыҙыҡ тойола ине. Ҡараңғыла үҙемдең генә түгел, Зөлфиҡәрҙең дә йөрәге дөпөлдәп типкәнен ишетәм. Икәүләп тын да алмайбыҙ. Ҡайһы саҡта Зөлфиҡәр ҡулымдан етәкләп, себешен төйлөгәндән ҡасырған ҡош һымаҡ, мине кесерткән, дегәнәк шырлығына ла алып ингеләй торғайны. Кесерткәндән сағылырмын тип уйлау ҡайҙа! Эйәрәм артынан. Миңә ҡыҙыҡ. Ҡараңғыла Зөлфиҡәрҙең үҙен күрмәйем, йөрәгенең дөпөлдәп типкәнен, йыш-йыш тын алғанын ғына ишетәм. Дөм ҡараңғыла үлән шырлығында торғанымды уйлаһам, ҡурҡыныс булып китә лә, яҡлау эҙләп Зөлфиҡәргә һыйынам. Ул да ҡурсалаған һымаҡ мине күкрәгенә ҡыҫа... Шул хәлдә таң атҡанса ла баҫып торорға риза булыр инем...
Зөлфиҡәргә булған мөхәббәтем шулай башландымы икән ни? Уны әҙ генә күрмәй торһам, ҡояш һүрелгән һымаҡ була. Ташҡын йылғаның ҡаршы ярынан «йөҙөп сыҡ эргәмә» тип саҡырһа, һыуға батып үлермен тип уйламай, ташланыр инем. Зөлфиҡәр урынында Харрас саҡырһа, «тапҡанһың иҫәрҙе» тип кенә яуаплар ҙа, баҫҡан урынымдан ҡуҙғалып та ҡарамаҫ инем.
Бер әсә ҡарынында яралған, бер әсәнең күкрәк һөтөн имеп, бер ҡыйыҡ аҫтында тиң үҫкән туғандарға ни өсөн айырып ҡарай башланым икән? Ҡасан ғына әле өҫөбөҙ бергәләп татыу уйнай инек. Ферманың тиреҫен түгеп, үҙҙәре эшләп тапҡан аҡсаға атайҙары иҫ китерлек матур велосипед алып биргәйне. Ауыл малайҙарының күҙен ҡыҙҙырып, өҫөбөҙ ҙә шул велосипедта йөрөргә өйрәндек. Минән йәлләү ҡайҙа! Күберәген Харрас өйрәтте. Инде арып-талып, ыҙа сигеп бөтә ине, бахырҡай. Беҙ хәл йыйырға туҡтап өлгөрмәйбеҙ, Зөлфиҡәр велосипедҡа атланып китеп тә бара. «Минең сират!» тип, бәлки, артынан ҡыуыр ине Харрас, әллә йыуашлыҡтан, әллә минән тартынып, урынынан ҡуҙғалмай. Бәләкәй сағында баҫҡыстан йығылып, бер аяғын имгәткән ул. Зәғифлеге әллә ни һиҙелмәй, шулай ҙа Харрас үҙе шул кәмселегенән тартына торғайны. Уның ҡарауы Зөлфиҡәр йәшен ташы менән бер, һәр нәмәгә өлгөрөм: алтынсыла уҡығанда уҡ трактор йөрөтөргә өйрәнде, йәй косилкала бесән сапты, ашлыҡтар өлгөргәс, комбайнер ярҙамсыһы булып эшләне. «Беҙҙең Зөлфиҡәргә машина ене ҡағылғандыр. Өҫтө-башы машина майына буялып бөтә, йыуып-таҙартып өлгөрә алмайым», – тип зарлана ине әсәһе. Ә минең өсөн шул майға буялып бөткән теремек, һәр нәмәгә өлгөрөм малайҙан да һөйкөмлөрәк йән эйәһе булмағандыр...
Ҡустыһы менән ярыша алмаҫын һиҙептерме, Харрас тимер-томор эргәһенә яҡын да барманы, үҙенә тормошта күп йөрөү кәрәкмәгән һуҡмаҡты һайланы. Каникул ваҡытында фермала хисапсы булып эшләр ине, әкренләп колхоз идараһына, атаһы янындағы өҫтәл артына күсеп ултырҙы. Баш баҫып эшләгән, әҙ һүҙле, тыйнаҡ, ипле үҫмерҙе халыҡ яратты. «Атаһынан уңғайныҡ, уға алмашҡа улы үҫә!» – тип, ауылдаштар Харрасҡа өмөт бағлап ҡуйҙы. Аяғы зәғифлектән армия хеҙмәтенән тороп ҡалғас, кешеләрҙең был өмөтө тағы ла нығынды. «Колхоз иҫәбенә бухгалтерлыҡҡа уҡырға ебәрергә кәрәк» тигән фекер Харрастың киләсәк яҙмышын асығыраҡ төҫмөрләтте. Атаһы һымаҡ, ул да кәнсәләрҙә генә ултырып, өҫтө-башы машина майына, әсе тиргә ҡатмай торған иҫәп-хисап эшендә ғүмерен уҙҙырасаҡ. Шундай тормошта йәшәргә әҙерләнгән һымаҡ, Харрас инде кис һайын ҡупшы кейенеп, сәсен ҡыя тарап, хушбый борхотоп клубҡа сыға башланы. Беҙҙең өй тәңгәленән уҙғанда, ғәҙәт буйынса, бәләкәй ҡапҡаны өс тапҡыр туҡылдата. Элегерәк ике туғандың ҡайһыһы туҡылдатһа ла, айырып тормай, атлығып сыға инем. Әле кем тип тәҙрәнән ҡарайым. Харрасты күрһәм, йөрәгем талпынмай.
– Әйҙә, клубҡа! – тип саҡыра Харрас.
– Өйҙә эшем бар... һин атлай тор, – тип яуап ҡайтарам, ә үҙем ҡайҙалыр тырылдаған трактор тауышын һағайып тыңлайым.
– Аңлашыла... Һин Зөлфиҡәр өсөн генә Фаянур, минең өсөн Заянурһың! – тип көлгән була Харрас, башын аҫҡа эйеп юлын дауам итә.
Беҙ инде йәшенмәк уйнамайбыҙ. Зөлфиҡәрҙе яратҡанымды, уның да мине яратҡанын Харрас ҡына түгел, башҡалар ҙа һиҙҙе.
– Ҡустыһы өлгөрөрәк булып сыҡты! – тип өлкәндәр Зөлфиҡәр менән мине парлап та ҡуйҙы. Ошо хаҡта күҙемә ҡарап әйтһәләр ҙә асыуланмай инем. Киреһенсә, аңлатып булмаҫлыҡ рәхәтлек тоям, Зөлфиҡәр менән мәңге бергә буласағымды, ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоноп, йәнәш үтәсәгемде күҙ алдыма килтереп, йөрәгем бәхетле талпына, мөхәббәтем ярҙарынан ташып сыға. «Эйе, эйе! Зөлфиҡәр минеке генә! Беҙ ҡауышасаҡбыҙ! Был донъяла бер кем, хатта үлем дә айыра алмаясаҡ беҙҙе!» тип эсемдән генә үҙ-үҙемә әйтә, күңелемә һеңдерә инем. Мөхәббәтемдән ауаралар булып йәшәгәнмен, Зөлфиҡәрҙең армияға китәсәген дә уйламаным. Харрас бармай ҡалғас, уны ла хеҙмәткә алмаҫтар тигәнмендер инде...
Зәһәр һалҡындан да, артыҡ ҡоролоҡтан да ер сатнап, тәрән төпкөлдәргә тиклем ярыла. Зөлфиҡәрҙең китеү хәбәрен ишеткәс, йөрәгем тап шулай сатнап ярылған һымаҡ булды. Зөлфиҡәр ҙә айырылышыу хаҡында уйламаған, ахырыһы, военкоматтан повестка алғас та беҙгә йүгереп килеп еткән. Атайым, әсәйем ҡарап тора, сит кешеләр күрер тип тә уйламай, муйынына барып аҫылындым, ярһып типкән йөрәгемде уның йөрәгенә баҫтым. Ҡанһыраған йөрәктәребеҙҙең һыҙлауын туҡтатырға әмәл эҙләпме, Зөлфиҡәр мине күкрәгенә ныҡ ҡыҫып:
– Фаянур, мин һиңә өйләнеп китәм, ауыл советына барып, хәҙер үк яҙылышайыҡ. Беҙҙең теләккә атай-әсәйҙәр ҡаршы килмәҫ! – тип хәбәр һалды. Ҡапыл ғына был һүҙҙәрҙең айышына төшөнә алмай, ни тип әйтергә лә белмәнем. Башымда бүтән ғәм. Зөлфиҡәрҙе, исмаһам, пехотаға ла түгел, диңгеҙҙә хеҙмәт итергә алғандар. Иртәгә ер сигенә өс йылға оҙаталар. Ә мин уға шул тиклем эҫенгәнмен, бер көн күрмәй торһам, һағынып йәнем сыға яҙа. Оҙаҡҡа айырылһам, ни хәл түҙермен?!
Зөлфиҡәрҙең «өйләнеп китәм» тигән хәбәре сатнаған йөрәгемде ҡабат бөтәштерә, һыҙлауын баҫа алманы, «һағыныуға дауа юҡ» тигәндәре хаҡтыр. Мин дә түҙмәм, һағыныуҙан үлермен һымаҡ тойҙом. Шулай ҙа оҙатҡанда «көтөрмөн!» тип вәғәҙә биреп хушлашырға көсөм етте. «Вәғәҙәң ихласмы?» – тип һораманы Зөлфиҡәр, өйләнәйек, тигән тәҡдименә риза булмағаным өсөн дә шикләнмәне. Машинаға ултырыр алдынан һуңғы тапҡыр усы менән һаҡ ҡына битемде аймап йөҙөнә яҡын килтерҙе лә, күҙгә-күҙ текләп:
– Һөйөклөм, тоғро көтөрөңә ышанам! Хаттарыңдан өҙмә! – тип хушлашып китте...
Өс йылға тип айырылышҡайныҡ, ғүмерлеккә булған икән. Теүәл өс йылдан, хеҙмәтен тултырып, әйләнеп ҡайтты Зөлфиҡәр. Күкрәге киң, кәүҙәһе ҡупшы. Матрос кейеме килешеп тора үҙенә. Муйынына барып аҫылыныр, күкрәгенә һыйыныр, диңгеҙҙә елһегән битен, маңлайын, ирендәрен бер кемдән тартынып тормай, «барыһы ла минеке!» тип үбер инем... Йәнем-тәнем шуны теләй, йөрәгем талпына. Тик быға хаҡым юҡ. Хушлашҡанда биргән вәғәҙәмде тота алманым, үҙемде үҙем күрешеү, ҡауышыу бәхетенән мәхрүм иттем. Хәҙер мин Харрастың ҡатыны. Зөлфиҡәр миңә ҡәйнеш, мин – еңгә...
Ниңә яҙмыш беҙҙе шулай хөкөм итте икән?! Мин бит һаман Зөлфиҡәрҙе яратам, уға мөхәббәтем саҡ ҡына ла һүнмәгән-һүрелмәгән, киреһенсә, уны күреүем булды – күңелемдә һөйөү тойғолары көслөрәк дөрләне.
«Ә ни өсөн вәғәҙәңде боҙҙоң, мөхәббәтеңә хыянат иттең, күңелең һөймәгән, тәнең тартмаған Харрасҡа кейәүгә сыҡтың? Ҡустыһын яратҡаныңды, Зөлфиҡәргә вәғәҙә биргәнеңде белмәй инеме ни Харрас?» тип һораусылар булыр. Белмәгән ҡайҙа! Зөлфиҡәрҙе армияға оҙатҡас, Алыҫ Көнсығыштан хаттар килә башлағас, беҙ уның менән хатта серҙәштәр булып киттек. Матрос хаттарын икәүләп уҡыйбыҙ, бергә уйнап, бергә аттар йөҙҙөрөп үҫкән саҡтарҙы, тәү тапҡыр нисек осрашҡанды һағынып иҫкә төшөрәбеҙ. Киноғамы, киске уйынғамы булһын, Харрас саҡыра, мин барам, бергәләп йөрөүҙе һис хилафҡа һанамайым. Унан бер генә серем дә юҡ һымаҡ, күберәген мин тәтелдәйем, Харрас өндәшмәй генә тыңлай. Әйткәне бер генә. «Зөлфиҡәр бәхетле!» Уйындан һуң беҙҙең ҡапҡаға тиклем оҙатып килә лә, хушлашҡанда ҡулымды оҙаҡ ыскындырмай, һаман шул һүҙен ҡабатлай: «Зөлфиҡәр бәхетле!»
Йыш ишетә торғас, Харрастың ошо һүҙендә һоҡланыуҙан да бигерәк көнләшеү барлығын һиҙә башланым. Өндәшмәй генә күҙемә текләгән сағында: «Һине яратам, Фаянур! Минең дә бәхетле булғым килә!» – тигән ялбарыу һирпелә ине күҙ ҡарашынан. Харрастың серҙәш түгел, күңелендә ниндәйҙер аҫтыртын ниәт йөрөткәнен һиҙеп ҡалғас, унан нисек тә ситләшергә, икәүҙән-икәү генә ҡалмаҫҡа тырыштым. Инде Зөлфиҡәрҙән килгән хаттарҙы ла бергә уҡымай башланыҡ, клубҡа бергә йөрөүҙән дә туҡтаныҡ.
Нисек шулай тап килгәндер, колхоз беҙҙең икебеҙҙе район үҙәгендә асылған айлыҡ курсҡа ебәрҙе. Харрас бухгалтерлыҡҡа, мин балалар баҡсаһы мөдирлегенә уҡыйбыҙ. Тәүге мәлдә ятаҡҡа урынлашҡайным. Төрлө яҡтан йыйылған егет ишаралары кис һайын ятаҡ тирәһендә ҡыйышҡас, ауылдан йөрөп уҡырға булдым. Харрас баштан уҡ йөрөп уҡый. Уға рәхәт, теге велосипедты йүнәтеп алған, һуңғы дәрестә ултырамы-юҡмылыр, «Әйҙә, бергә ҡайтайыҡ!» тип, минең өсөн дә бик иҫтәлекле велосипедҡа атланып, артымдан килеп тә етә. Тәүҙәрәк «йомошом бар», тип һылтаулап тороп ҡала инем. Аҙаҡтан хәйлә тапты. Минең юлға сыҡҡанды ғына шәйләп тора ла, бер аҙ киткәс, ҡыуып етә.
– Фаянур, һиңә ни булды? Ниңә ҡасаһың? Ниңә һөйләшмәйһең? Әйҙә, ултыр! Елдереп кенә алып ҡайтам үҙеңде! – тип, бала саҡтағыса бер ҡатлы күренергә тырышып, һүҙ башлай. Мин өндәшмәйем, атлауымды дауам итәм.
– Зөлфиҡәрҙе һағынаһыңдыр. Күберәген ул йөрөгән велосипед, әйҙә, ултыр, һағыныу-һағыштарың бүҫкәрер! – тип тә ҡарай. Ә мин, ауыҙыма һыу уртлаған кеүек, ләм- мим, әйткәнен ишетмәмешкә һалышып, китә бирәм.
Тамсы ташты тишә, тиҙәр. Уҡыуҙар тамамланыуға аҙна ҡалғайны. Шуғалырмы, кәйеф күтәренке, күңел шат. Тирә-яҡтағы көҙгө матурлыҡҡа һоҡланып, ҡыр кәзәһе һымаҡ һикерә-уйнаҡлай ҡайтып киләм. Туғайлыҡҡа етәрәк, ғәҙәттәгесә, Харрас ҡыуып етте.
– Әйҙә, ултыр! Елдереп кенә ҡайтайыҡ әле бер! – тип саҡыра. Ни сәбәптәндер, уның да тауышы асыуыма теймәне, киреһенсә, Зөлфиҡәрҙең тауышын хәтерләтте. Ошо саҡырыу ауазы, япраҡтарҙы шаулатҡан дауыл һымаҡ, күңелемдәге ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе борхотоп ебәрҙе. Ни саҡлы тиҫкәреләнеүҙәремде онотоп, йүгереп килеп ултырҙым Харрас алдына. Киттек елдереп. Эй рәхәт! Ғәмһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡанбыҙмы ни! «Ай буйына йәйәү йөрөп, бер пар туфли туҙҙыра яҙҙым... Иҫәр булғанмын!» – тип эсемдән үкенәм. Артымда юл буйы бер һүҙ өндәшмәй, шып-шым килгән Харрасҡа ла шикләнеүем бөттө, минең өсөн ул бармы-юҡмы һымаҡ тойола башланы.
Иртәгәһенә лә ҡарышып-тартышып торманым, һынды тиҫкәрелегем. Ауылға ҡайтып еткәнсе тик Зөлфиҡәрҙе генә уйлайым, бер кем ҡамасауламай. Харрас урынында Зөлфиҡәр икән, уның алдында ултырып барам икән, тип хыялланып ҡайтам. Ошолай, хәс татлы төштәге һымаҡ ләззәтләнеп йөрөй торғас, аҙнаның үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Курстар тамамланды, Харрас – бухгалтер, мин балалар баҡсаһы мөдире тигән ҡағыҙ алып, кисләтеп кенә һуңғы тапҡыр ҡайтып киләбеҙ. Икебеҙ өсөн дә ҡыуаныслы көн. Зөлфиҡәремде күҙ алдыма килтерһәм, һөйөнөсөм тағы ла арта. Ул алыҫ-алыҫтарҙа түгел, эргәмдәлер, минең менән бергә ҡыуаналыр һымаҡ. Был минутта Харрас ниҙәр кисергәндер, ул, ғәҙәтенсә, ләм-мим өндәшмәй. Киске тынлыҡта уның шым барыуы, юҡ-бар һүҙ менән хыялымды өркөтмәүе минең өсөн рәхәт. Харрас урынында, ысынлап та, Зөлфиҡәр икән тип уйлайым, уның һулышын тойғандай, йөрәк тибешен ишеткәндәй булам, рәхәтлектән йәнем-тәнем ирей... Инде быға ғына мөрхәтһенмәйем, боролоп ҡарағым, муйынынан ҡосаҡлағым, күкрәгенә һыйынып иркәләнгем килә...
Күк ҡабағы асылған мәл булдымы – шул минутта уҡ ирештем гонаһлы теләгемә! Тигеҙ юлда нимәгәлер һөрлөгөп, велосипед юлдан ситкә ауҙы. Ни булғанды абайлап өлгөрмәнем, көслө ҡулдар мине аймап, күкрәгенә ҡыҫты, ҡайнар һулышы битемде көйҙөрҙө.
– Йәнем, ныҡ бәрелмәнеңме?! Имгәнмәнеңме? – тине лә, яуап биргәнемде лә көтмәй, битемде, күҙҙәремде үбә башланы. Мин әле һаман хыялымда йәшәй инем. Яуап урынына муйынынан һығып ҡосаҡланым, өҙөлөп һағынған, йәнем-тәнем менән һөйгән Зөлфиҡәремә ҡуйынымды асам икән тип уйланым, буйһондом ихтыярына...
Яҙмышмы, аҙмышмы төшөрҙө мине шундай хәлгә? Һағыныуҙарым сигенә етеп, зиһенемде томаланымы, хыялый иттеме? Аҙаҡтан айныным да бит. Эш үткәйне инде. Йәшле күҙҙәремде Харрас үбә, иркәләү һүҙҙәрен ҡолағыма шыбырлай. Битемде быҙау ялағандай сирҡанып, ситкә тартылдым. Зөлфиҡәрҙе эҙләп, тирә-яғыма ҡараған булам. Әллә ҡайҙарҙағы кеше бында буламы һуң инде! Хыялымда ғына иркәләнгәнмен, йөрәк наҙым, һөйөүем сафлығы уға насип булмаған.
Бына шулай, Зөлфиҡәргә «Көтөрмөн!» тип вәғәҙәләр биреп ҡалдым, йылдан артыҡ өҙлөкһөҙ хаттар алыштыҡ, ә Харрасҡа көтмәгәндә кейәүгә сыҡтым. Шул бәхетһеҙ көндән икегә бүлендем: тыштан мин Харрастың ҡатыны, ә күңелемдәге барлыҡ уй-тойғоларым, дәртем-көҫәүҙәрем, һыуһау-сарсауҙарым – көллөһө Зөлфиҡәрҙеке. Ошолай икегә бүленеп йәшәүҙән дә ғазаплыраҡ яза бармы икән?!
Зөлфиҡәр вәғәҙәмдә тормаған өсөн үлтерер тип уйлағайным. Хеҙмәттән ҡайтып ингән көндө күҙемә ҡарағас та, мөхәббәтемдең һүрелмәгәнен һиҙендеме, йыйылған асыуын көслөк менән йотоп, ғауға ҡуптарманы. Мин еңгә, ул ҡәйнеш булып, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй башланыҡ.
Дөрләп янған усаҡҡа яҡын торһаң, итәгеңә ут ҡапмаҫ тип кем әйтһен? Алты мөйөшлө өйҙөң стенаһы ғына айыра ине беҙҙе. Кис булдымы – уйым-дәртем гел Зөлфиҡәрҙә генә. Үҙем Харрастың ҡуйынында ятам, үҙем «Зөлфиҡәр ҡасан киске уйындан ҡайтып инер» тип ҡолағымды ҡарпайтып тыңлайым. Оҙаҡлаһа, йәнем сыға яҙа, «ҡайһы бәхетлене иш итте икән» тип, көнләшеүҙән йәнем ҡара көйә. Иртәрәк ҡайтһа, йәнемә шифа. Бәләкәй ҡапҡаны асҡанынан, аяҡ тауышынан таныйым, йөрәгем һәр ҡыштырлауға талпына. Ымһыныуҙарым бушҡа икәнен беләм, уйҙарым-теләктәремдең гонаһлы икәнен дә аңлайым, үҙемде-үҙем ғәйепләйем, шулай булһа ла, хыялдан айырылырға көсөм етмәй. Хыял әүрәткес, хыял татлы! Шымтай Харрас ҡуйынында барлыҡ йыуанысым, йәшәүемдең барлыҡ мәғәнәһе шул хыял ғына.
Төтөндө тышҡа сығармай, эстән генә яныуымды бер кемгә белдермәҫкә тырышһам да, Харрас һиҙеп йөрөгән. Миңә әйтмәй генә ҡалаға барып, икебеҙгә лә эш белешеп ҡайтҡан. Колхоз менән иҫәп-хисапты өҙөп, атай-әсәйҙәр менән хушлашып, киттек беҙ алыҫ ҡалаға. Дөрөҫөрәге, Харрас мине Зөлфиҡәрҙән ситкә ҡасырып алып китте...
«Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмаҫ» тигән мәҡәлде ишеткәнем бар ине. Тап шуның шикелле, ҡара һаҡалым – ҡара яҙмышым үҙемә эйәреп килде яңы урынға.
«Иртән тороп, кис ултырһам,
Һин генә уйҙарымда»
тигән йырҙы минең хәлгә тарыған зарлылар сығарғандыр инде. Беҙ ҡалаға күсеп киткәс, күп тә тормай Зөлфиҡәр өйләнгән. Шул хәбәрҙе ишеткәс, оноторға тырышһам да, хәлемдән килмәне, гел иҫемдә булды, уны ғына күҙ алдыма килтереп, йоҡлап китер инем.
Эсемдә күренмәҫ ут көйрәгәнен белмәгән кешеләр Харрас менән миңә ҡарап: «Бигерәк пар килгәнһегеҙ!» – тип һоҡлана.
«Ай икегеҙ-икегеҙ,
Икегеҙҙең битегеҙ.
Икегеҙ ҙә пар килгәнһеҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ», –
тип йырҙар йырлайҙар ине. Шулай булһа икән дә бит! Зөлфиҡәр менән бер оянан сыҡҡан, тамырҙарында бер ҡан тирткән Харрасты ниңә күңелем тартманы, уның иркәләү- наҙлауҙарына йәнем иремәне икән? Аяғы зәғиферәк булһа ла, һөмһөҙ-һөйкөмһөҙ түгел ине. Ҡалала эшләй башлағас, өҫтө-башы ыҫпайланды. Иҫәп-хисап эшендә оҙон көн буйы конторала ултырғандарға халыҡ «ҡағыҙ ҡорто» тигән лаҡап исем тағыусан. Харрасҡа был исем йәбешмәҫ ине. Эштән ҡайта ла, Ағиҙелгә балыҡ ҡармаҡларға төшөп китә. Ял булдымы, арҡаһына рюкзак аҫып тирә-яҡтағы урман, туғайҙарҙы ҡыҙыра. Ни эшләп йөрөнөң, нимәләр алып ҡайттың, тип һорашмай ҙа, ҡыҙыҡһынмай ҙа инем. Иң ҙур табышы – һөтлөкәстән һөт ейҙем, балтырғандан бал ашаным тигән шикелле, саф һауа еҫкәп, йәйге ҡояшта ҡыҙынып, тәбиғәт хозурлығына кинәнеү булғандыр.
Ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ тыуҙы. Харрастан да бала йәнлерәк атай донъяла юҡтыр. Ике-өс йәшкә тиклем, ни өсөндөр, илаҡ булдылар. Төн йоҡламай, сабыйҙарҙы ҡулында бәүетеп сығыр ине ул, балалар үҫә биргәс, елкәһенән төшөрмәне. Мине ҡәҙерләгәнен әйтеп тораһы ла түгел. Йәнем һөймәгән ирҙең тырышлығын үҙем генә һанға һуҡмағанмындыр. Ситтәргә күренгән. «Фаянур, ирҙән уңғанһың, Харрас үҙеңде өрмәгән ергә ултыртмай. Ауылда үҫкән тимәҫһең, шул тиклем иғтибарлы, ипле холоҡло. Тормошоғоҙ етеш, бәхетлеһең!» – ти ине аралашҡан әхирәттәрем. Шундай өф итеп кенә торған, эсмәгән-тартмаған, хәләл көсө менән донъя ҡорған кешене – ике баламдың атаһын ни өсөн үҙһенмәнем икән? Айҙар, йылдар үтә торҙо. Зөлфиҡәр ауылда, атай нигеҙендә төпләнеп, алты малай атаһы булды. Төңөлөргә, бөтөнләй иҫтән сығарып ташларға күптән ваҡыт ине лә бит, гонаһым шомлоғолор, онота алманым, ғүмеремдең һәр минуты-сәғәте тигәндәй уйымда булды. Тәү тапҡыр кесерткән шырлығына етәкләгән көслө ҡулының йылыһын, хәрәкәтенең теремеклеген, тәненең ҡатҡыллығын ҡәҙерләп, иң ҙур хазинам итеп, күңелем төпкөлөндә һаҡлайым.
Ябай тракторсынан Зөлфиҡәрҙе колхоздың механигы итеп үрләттеләр. Запчасть эҙләйем тигән булып, һирәкләп булһа ла ҡалаға килергә һылтау булды был. Бер туған ағаһы бит, туп-тура беҙгә килә. Бәхеттәнме, бәхетһеҙлектәнме, икебеҙ генә аулаҡта осрашырға тура килмәне. Йә балалар, йә Харрас үҙе өйҙә була. Зөлфиҡәр миңә, мин уға өндәшмәйем, күҙҙәребеҙ генә һөйләшә. «Йәшлек мөхәббәтебеҙ һүнмәгән-һулымаған!» – бер-беребеҙҙең ҡарашынан шуны аңлайбыҙ, әҙгә генә осрашыуҙың йыуанысы, артабан йәшәргә көс биргән барлыҡ ҡыуанысы шул. Ғүмерҙең икенсе яртыһына ауышҡанда ла һыуһап, һыуһындары ҡанмаған, хыялындағы шишмәгә ымһынып, ирендәре сатнаған юлаусы хәлендә инем мин...
Ҡанат үҫеп, балалар ҙа ситкә таралышыр көн етте. Ҡыҙымды кейәүгә бирҙем, улымды армияға оҙаттым. Өс бүлмәле квартирала Харрас менән икәү генә тороп ҡалдыҡ. Серләшеп-гөрләшеп кенә тормош көтөргә ине лә бит. Юҡ шул, Харрасҡа һүҙ ҙә ҡушҡым килмәй. Төн етһә, сараһыҙҙан барып ятам эргәһенә, йоҡлаған булып күҙҙәремде йомам, ҡыбырламайым-ҡымшанмайым. Хыялым ауыл яғына оса. «Ошолай итеп икегә бүленеп, ғазапланып йәшәү тағы күпмегә һуҙылыр икән? Берәр сиге булырмы?» – тип уйлайым. Зөлфиҡәр менән хыялда түгел, ысынбарлыҡта ҡауышыу минуттары яҡындыр, тип башыма ла килтермәйем. Көтмәгәндә һуҡты ул сәғәт! Яҙмыш миһырбанлыҡ күрһәттеме, әллә мине бәғерһеҙ язаланымы – Харрас балыҡҡа барғанда, кәмә түңкәрелеп, һыуға батып үлде. Башҡа саҡта гел яңғыҙы йөрөгән кеше был юлы мине саҡырҙы. «Фаянур, әйҙә, ғүмергә бер Ағиҙел буйҙарын ҡыҙырып ҡайтайыҡ әле! Усаҡ яғырбыҙ, балыҡ һурпаһы бешерербеҙ. Күңелле икәнен бер белһәң, балыҡҡа барайыҡ, тип үҙең инәлә башларһың әле. Әйҙә!» – тип сәйер ныҡышыуына ғәжәпләнеп ҡалғайным. Яр өҫтөндә тулаған балыҡ һымаҡ үлемен һиҙеп елкенгән икән...
Ағаһын ерләргә Зөлфиҡәр килеп етте. Яратмаһам да, бергә оя ҡороп, ғүмер иткән, ике бала үҫтергән иремдең фажиғәле үлеме шаңҡытҡайны мине. Донъяның аҫты-өҫкә килгән һымаҡ – Харрастың үлек кәүҙәһе ята, Зөлфиҡәр ағаһының өйөндә хужаларса бойороҡ биреп йөрөй. Ерләү мәшәҡәттәрен көллөһөн үҙ өҫтөнә күтәрҙе ул. Ғүмерем буйы күңелем тартҡан, йәнем теләгән һөйгәнемә нисек таянмайым, ни ҡылһа ла ихтыяр ҡуйҙым. Кешеләр ҙә шикләнмәҫ-аптырамаҫ, мәрхүмдең бер туған ҡустыһы бит, тип уйлар тинем. Зөлфиҡәр эш кешеһе, ҡәбер тупрағын һалыр ҙа, ауылға ҡайтып китер тип көткәйнем, ул ашыҡманы. Йола ҡушҡанса аш-һыу әҙерләтеп, мәрхүмдең өсөн дә, етеһен дә үткәреште, балаларҙы оҙатҡанды ла көттө.
– Яҡшы хеҙмәт ит, әсәйем яңғыҙ ҡала тип ҡайғырма, ташламабыҙ, – тип оҙатҡанда улымдың арҡаһынан һөйөүе һиҫкәндереп ҡуйғайны. Өйгә икәү ҡайтып ингәс Зөлфиҡәрҙең сабырһыҙлығы күңелемдә ғүмер буйы быҫҡыған усаҡты дөрләтеп ебәрҙе. Юҡ, аулаҡта ҡалдыҡ тип дәү ҡулдары менән аймап, күкрәгенә лә ҡыҫманы, шашынып үпмәне лә. Тәүҙә өс бүлмәне хужаларса әйләнеп ҡарап сыҡты.
– Үле тупрағы еңел булһын, ағайым нисек йәшәргә белгән! Беҙ ни, ауылда ҡалғандар, ҡараға ҡатып ерҙә соҡонабыҙ, тапҡан-таянғанды эскегә туҙҙырабыҙ. Буш шешәнән һарай һалып булмай. Бар байлығыбыҙ – бала-саға... – Шулай тине лә, ҡайҙа нимә торғанды белгән һымаҡ, серванттан араҡы, кухнянан ике ҡырлы стакан сығарып өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Фаянур, йәшермәйек, һин дә, мин дә ошо көндө көтөп йәшәнек. Әйҙә, ҡалған ғүмеребеҙҙе бергә уҙғарыу өсөн түңкәрәйек әле! – тип, стакандарға мөлдөрәмә тултырып араҡы ҡойҙо ла береһен миңә һондо.
Әйткәне ысын булһа ла, тупаҫ бәрлекте ҡолағыма, күңелемә үтеп инмәне, һүҙһеҙ генә ҡыҫып ҡосаҡлаһа, күберәкте аңлар инем. Зөлфиҡәр түңкәрә эсте, мин ауыҙламай ҙа кире ҡуйҙым. Ғүмерлек теләгемә ирешергә ярты ғына аҙым ҡалғайны. Ниндәйҙер көс шул аҙымды яһауҙан тыйҙы мине.
– Ҡыҙымдың хәҙер үҙ донъяһы, улым да үҙ көнөн үҙе күрер йәштә... Минең вүлей баш. Алты балаң, бисәң һине ебәрерме һуң? – тип һорарға аҡылым етте. Һорауын һораным да, ҡулыма үҙе килеп ингән аҫыл ҡошто өркөтәм түгелме тип, ҡотом осто.
Зөлфиҡәр, тапҡанһың борсолор нәмә тигәндәй, көлөп ебәрҙе.
– Ауылдан киткәнемә аҙна үтте, артымдан эҙләп берәйһе килдеме? Минең малайҙар өсөн баш ватма, уларҙың ҡайһыһын гыпытыуға, ҡайһыһын сыпытыуға елгәреп бөттөм. Өйҙә төпсөгөм генә ҡалды. Бисәкәйгә бер бала күпме ни? Буза ҡуптарһа, бәләкәсте үҙебеҙгә алырбыҙ. Бында ана ниндәй иркен, берәүгә түгел, алтыһына ла урын етерлек, – тип Зөлфиҡәр мине үҙ яғына ауҙарҙы. «Әйҙә, бөгөн үк ҡушылайыҡ, хәҙер үҙ яҙмышыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда!» – тип, араҡы ҡыҙыулығы менән зыҡытлаһа ла, был төндө һөйләшеп кенә уҙғарҙыҡ, ҡауышыу сәғәтен, йола һаҡлап, мәрхүмдең ҡырҡын үткәргәндән һуңға ҡалдырырға килештек. Зөлфиҡәр билдәләнгән көнгә ауылдан бөтөнләйгә өҙөлөшөп киләсәкмен, тип нығытып әйтеп китте. Япа-яңғыҙым ут эсендә тороп ҡалдым. «Ҡыҙым менән улым ни тип әйтер? Зөлфиҡәрҙе йортҡа керетеүемә ризалыҡ бирерҙәрме?» – ошондай икһеҙ-сикһеҙ уйҙар албырғатты. Балаҡайҙарыма ҡайнар йәштәр түгә-түгә хат яҙам, ут-ялҡындар йотоп, яуап көтәм. Икеһенән дә ризалыҡ хаттарын алғас ҡына ярһыуҙарым баҫыла төштө. «Зөлфиҡәр сит кеше түгел бит... Халыҡ та ғәйепләмәҫ. Тол ҡалған еңгәһен ҡәйнеше бисәлеккә алыу борондан килгән йола», тип үҙемде үҙем тынысландырҙым.
Билдәләнгән көнөнә-сәғәтенә килеп етте Зөлфиҡәр. Ҡулындағы бәләкәй генә төйөнсөккә текләп ҡарағанымды һиҙеп ҡалды шикелле.
– Иҫке ҡабығын һалған йылан кеүек һыпырылып өйҙән сыҡтым да киттем, Фаянур, бар мөлкәтем өҫтөмдә. Ағайымдан ҡалған байлыҡ икебеҙгә етер. Балаларға ла арттырырбыҙ. Шулай бит?! – тип, үҙенең еңелсә генә күсеп килеүен аңлатты. Байлығы бармы-юҡмы икәнен дә уйламай, бер ҡат күлдәге генә булһа ла ҡабул итергә, ҡорған донъямды, артабанғы яҙмышымды уға тапшырырға әҙер инем. Йәнең-тәнең менән яратҡан кешең өсөн байлыҡ йәлме?
Харрасты ерләүҙә ҡатнашҡан таныш-белештәрҙе, күршеләрҙе йыйып, мәрхүмдең ҡырҡын уҡыттыҡ. Өҫтөбөҙҙән бурыс төштө. Ауыр йөктән, күҙгә күренмәҫ тышауҙан ҡотолдоммо ни! Күпме йылдар сарсаған дәртем елкендерҙе, бар булмышымды биләп алды. Табындағылар таралып, Зөлфиҡәр менән икәүҙән-икәү генә ҡалғанды көскә көтөп алдым. Ул да ҡауышыу минутын сабырһыҙланып көтәлер, тип уйлағайным. Араҡыны самаһыҙыраҡ эскәндерме, һуңғы кеше артынан ишек ябылғас та, мәлйерәне лә төштө. Йәйеп ҡуйылған түшәккә лә барып етә алманы, һәлмәк, быуынһыҙ кәүҙәһен залдағы диванға көскә һалдым. Икенсе көнө баш төҙәтеп үтте. Кискә айнығандай булғайны ла, ауыҙынан араҡы, тәмәке еҫе борхоған кешене күреп өйрәнмәгәнгә, ҡабырсағына тартылған ҡусҡар һымаҡ, мин бөрөштөм. «Харрасым кәнфит һымаҡ ҡына булған икән... Ул бит тартманы ла, эсмәне лә. Балыҡҡа барһа, өйгә томбойоҡ, ялан сәскәләренең еҫен алып ҡайтыр ине...» тигән уй килде башыма. Ғүмере буйы машина араһында эшләгән Зөлфиҡәрҙең тәненә, хатта баш ҡойҡаһына тиклем бензин, тимер-томор еҫе һеңгәндер. Шул еҫтән танау сирғанымды һиҙеп, көн һайын тигәндәй ваннала йыуынды, мунсаға ла барып ҡараны. Шулай тырышһа ла бөтмәне мине ытырғандырған ят еҫ, бал ҡортон өшкөрткән сөрөк төтөнө һымаҡ, дәртемде биҙҙерҙе...
«Алты бала үҫтереп, ишле ғаилә ҡарап, йонсоғандыр... Йүне ҡалһа, бисәһе ысҡындырамы? Елеген тамам һурып бөткән һөйәк һымаҡ ташлағандыр...» тигән ғәрлек эс-бауырымды һурҙы. Аҙна тотмай, ҡыуып ҡайтарырға ҡәһәтләнгәйнем, исем сығарып йортҡа кереткәс, йәшәй бирһен тинем...
Йәшлек мөхәббәтем Зөлфиҡәргә ҡасан булһа ла ҡауышһам, икегә бүленмәй, бер Фаянур булып йәшәрмен, тип хыяллана инем. Теләгем ҡабул булды, ҡауыштым, тик берегә алманым, һаман да икегә бүленгән хәлдә мин. Кәүҙәм Зөлфиҡәр янында, күңелем Харрасты һағына. Күҙ алдыма килтерәм: йоҡлаған булып, ҡуҙғалмай-ҡыбырламай ятам. Уяу сағымда ҡағылырға баҙнат итмәгән Харрас, маңлайымдан, күҙҙәремдән, иренемдән һаҡ ҡына үбә, наҙлай, иркәләй. Шундай тыйнаҡ, наҙлы кешенең ҡәҙерен белмәгәнмен, иркәләү-һөйөүҙәрен һанға һуҡмай, ғазаплағанмын тип хәҙер үкенәм...
Бына шулай, үҙемде ярҙан ярға ҡағылып аҡҡан йылғаға оҡшатһам да, һыу янында сарсап уҙҙы минең ғүмерем. Көн кисләне, эңер ҡараңғыһы ҡуйырҙы. Хәҙер инде күңелемдә елкендергес татлы хыял түгел, был донъянан һыуһындарым ҡанмай үтәм инде тигән зар-интизар ғына сайпыла. Кемгә һөйләйем, нисек бүҫкәртәйем эс серемде? Йөрәгем ялҡын кеүек...
Шакир ЯНБАЕВ.