Әҙәби бит
20 Апрель , 12:00

Таңсулпан – таң йондоҙо

Кешегә исемде ҡушмайҙар, ә ул үҙе эҙләп таба, тиҙәр. Шағирә, журналист Таңсулпан РӘСҮЛ әйтер һүҙе, фекере, ҡыйыулығы һәм таланты менән барыһын да әсир итте. Әүҙемлеге, яңылыҡтарға ынтылышы ла күптәргә өлгө булырлыҡ – йәмғиәт эштәренә, республикалағы ваҡиғаларға бер ҡасан да битараф булманы. Хәҙер инде ижади ғаилә булараҡ та танылыу яулайҙар – тормош иптәше, ҡурайсы, педагог Айҙар Байтимеров менән ике ҡараҡас матур, ҡыйыу малай үҫтерәләр, күмәкләшеп мәҙәни сараларҙа йөрөгәндәрен дә йыш күрәбеҙ. Шағирәнең күңел йыһанында бәхет йондоҙоноң балҡыуы – ижад менән мөхәббәттең илаһи берҙәмлегенәндер. Исеменә – есеме, тигәндәй, таңдың ҡояш менән ҡауышыуына шаһит булыусы таң сулпаны кеүек сағыу ҙа, һылыу ҙа башҡорт ҡыҙы бит ул...

Таңсулпан – таң йондоҙоТаңсулпан – таң йондоҙо
Таңсулпан – таң йондоҙо

– Таңсулпан, күңелеңдә ҡасан тәүге шиғыр юлдары яралды? Үҙеңде әҙәбиәт илсеһе, журналист булырыңды тойомлау бар инеме ул саҡта?

– Үҙемде иҫләй башлағанда уҡ ижад кешеһе икәнемде аңлай инем. Тормош юлымдың башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгел ине һымаҡ. Иҫләүемсә, беренсе шиғырымды икенсе класта уҡығанда яҙҙым. Ә бер ваҡыт, ҡар ҡатыш ямғыр яуған шыҡһыҙ бер көҙгө көндә, тәҙрәнән ҡарап торам. Шул саҡ күҙемә өй тапҡырыбыҙҙағы ағас бағана салынды. Һыуланып, йылдар үтеү менән ҡарайып бөткән. Унан лысҡылдап ҡарлы ямғыр аҡҡанын күҙәтеп тороп, йәлләү тойғоһо күңелемә үтеп ингәндер инде, ултырып шиғыр яҙҙым. “Һаумы, бағана ағай!” тип башлана ине ул шиғыр. Ғәҙәттә, шиғырҙарымды бер кемгә лә уҡытмай торғайным, был юлы өлкән ағайым табып алған да бөтәһенә лә уҡыған, минән, эй, көлдөләр. Шул тиклем ғәрләндем һәм төңөлдөм. Тик ул ваҡытлыса ғына булған икән. Тағы яҙа башланым, тик бик ныҡ йәшереп. Шул осорҙа минән өс йәшкә өлкән апайымдың бер нисә шиғыры “Аманат” журналында баҫылып сыҡты. Тик уны үҙгәрткәндәр ине. Уның оригиналы матур һәм дөрөҫ икәнен икебеҙ ҙә ныҡлы аңлайбыҙ. Ошо ваҡиғанан һуң апайым бүтән шиғыр яҙманы ла, ахыры. Ә мин дауам иттем, тик бер кемгә лә күрһәтмәҫкә һәм дә бер ҡасан да гәзит-журналдарға ебәрмәҫкә тигән ныҡлы ҡарар менән. Уҡытыусым Рәсимә апай Йомағолова, шиғырҙарыңды журналға ебәрәйек, тип бер осор эй, ныҡ инәлде. Хатта өйөбөҙгә килеп, әсәйем алдында үтенде, ә мин ҡаты торҙом – ебәртмәнем. Уларҙың орфографик хаталарын төҙәтеүҙән түгел, ә мәғәнәһен үҙгәртеүҙәренән ҡурҡтым.

Ләкин шиғыр һәр ваҡыт минең менән булды. Дәрестә инша яҙырға ҡушһалар ҙа, ҡайһы берҙә инша урынына шиғыр яҙып бирә инем. Был осраҡта, Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Әлимә апай Ғәлиуллина һәр саҡ мине аңлап һәм хуплап ҡабул итте. Ә инде бала саҡта йәйләүҙә бергә уйнаған әхирәтем мәрхүмә булып ҡалғас, ныҡ тетрәндем һәм башҡорт әҙәбиәте дәресе мәлендә, тышҡа ҡарап ултырып, илай-илай шиғыр яҙҙым. Ниңәлер шул ваҡыт класташтарым да уҡытыусыбыҙ ҙа эргәмдә юҡ, донъяла мин яңғыҙым да, ҙур ҡайғы ғына бар һымаҡ хис иттем үҙемде. Был тетрәнеүҙәрҙән: “Япраҡ ярмай һынып ҡалды ҡайын, һинең намыҫыңды һаҡланы”, – тигән кеүегерәк юлдар менән шиғыр барлыҡҡа килде. Шунан һуң мин үҙемде ысын шиғыр яҙам тип уйлай башланым. Тетрәнеүҙәрҙән, ҡайғынан, йөрәк аша кисереп яҙған етди шиғыр ине был.

– Һин – тынғыһыҙ ижадсы. Үҙеңде тәржемәлә лә, кино сәнғәтендә лә һынап ҡараның.

– Бер ҡасан да үҫкәс кем булам икән тип уйланманым. Әйтерһең дә, тыуғанда уҡ миңә шиғриәт, журналистика юлы яҙылғанды белгәнмен. Әйткәндәй, мин үҙ ғүмеремдә үҙ көсөм менән ете уҡыу йортона индем. Шуларҙың дүртәүһе – юғары, икәүһе сит ил уҡыу йорттары ине. Әммә, үкенескә күрә, тормошомдағы ҡыйынлыҡтар, ауырлыҡтар арҡаһында уларҙың алтауһын үҙем ташларға мәжбүр булдым. Берәүһен генә уҡып бөттөм. Ул да булһа минең тағы бер яратҡан һөнәрем – агроном, микробиолог. Әммә уҡыған саҡта ла, һөнәрем буйынса эшләгәндә лә шиғырҙар яҙҙым, әҙәби конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуланым. Тап шул осорҙа мәҡәләләр яҙып ваҡытлы матбуғатта баҫыла башланым. Ә инде уҡыуҙарҙан китергә тура килһә лә, бер ҡасан да белем алыуҙан, үҙемде камиллаштырыуҙан туҡталманым. Ике улым менән оҙаҡ ҡына декрет ялында ултырғанда Яҙыусылар союзының төрлө секцияларында, сараларында ҡатнаштым. Уҙған йылда Яҙыусылар союзы тарафынан Евразия яҙыусылар союзының “Төрөк теле төрөксәһе” курсын тамамланым. Уҡыу һуңында беҙ төрлө төрки илдәрҙән бергә уҡыған курсташтарыбыҙ менән С1 кимәлендәге халыҡ-ара сертификатҡа эйә булдыҡ. Унан алда Төркөстанда уҡыған сағымда ҡаҙаҡ һәм төрөк телдәре буйынса сертификат алған инем. Әлеге көндә был ҡәрҙәш халыҡтарҙың ижады менән төптән ҡыҙыҡһынам, яйлап тәржемәләр менән шөғөлләнә башланым. Хатта яңы барлыҡҡа килгән бер фирма үҙенә эшкә саҡырҙы. Беренсе тәржемә эшем менән улар Ҡаҙағстанда уҙған халыҡ-ара форумға барып, уңыштар яулап ҡайтты ла инде.

Ғөмүмән, беҙҙең йәмғиәтебеҙҙә ижад менән шөғөлләнәм, үҙеңде үҫтерәм тиһәң, бөтә нәмә лә бар, гранттар, программалар, проекттарҙың ниндәй генә төрө юҡ! Миңә шундай проекттарҙың береһендә – Булат Йосоповтың киномәктәбендә уҡып, режиссер һәм киносценарист һөнәрен үҙләштереү бәхете тейҙе. Башта ғаризалар ебәргәс, онлайн бәйләнешкә сығып әңгәмәләштеләр, һайлап алдылар. Шунан киноға сценарий яҙыу һәм режиссура буйынса ике этапта уҡыныҡ. Булат Тимерғәле улы шул тиклем ентекләп яҙған ине уҡытыу программаһын. Уның тырышлығы, үҙ тәжрибәһе менән яҙылған был уҡыу ҡулламаһын тиҙ генә аңланым һәм өсөнсө этапта үҙебеҙҙең киноларҙы төшөрөргә тейеш инек. Мин “Һуңғы туҡталыш” тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрҙөм. Был бик ҡыҙыҡлы һәм тормошомда булған иң кәрәкле тәжрибәләрҙең береһе булды. Унан һуң Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Графика” киномәктәбенә онлайн уҡыу курстарына яҙылған инем. Әммә Булат ағайҙың киномәктәбендә бөтә нәмәне алғанымды, уҡығанымды, был киномәктәптә яңы белем, асыш булмаҫын аңланым да ваҡытты, аҡсаны әрәм итмәҫ өсөн ташланым. Был өлкәлә ҙур уңыштар яулар өсөн, әлбиттә, күберәк тәжрибә – кинолар төшөрөргә, алға табан барырға, яңылышырға, уңышһыҙлыҡтарға осрарға һәм барыһын да үтеп сығырға кәрәк. Шуға ла бөгөнгө көндә тағы бер үҙем яҙған киносценарий һәм яҙылып бөтөлгән режиссер проекты менән янам. Киноға төшәсәк артистар ҙа, кәрәкле объекттар ҙа әҙер, тик уны төшөрә башлар өсөн ваҡыт һәм уның кәрәклеген белеү генә мөһим, тип уйлайым.

– Һинең шиғриәтеңә тура һүҙлелек, ҡыйыулыҡ, илһөйәрлек, бер аҙ ҡырыҫлыҡ та хас кеүек. Ә тормошта һин ғаилә усағын һаҡлаусы наҙлы ҡатын, улдары өсөн өҙөлөп торған әсә, тормошто яратып баҡҡан гүзәл зат. Былар барыһы ла бер күңелгә нисек һыйышҡан ул?

– Әлбиттә, тормошта ғәҙәти кеше, ғәҙәти әсәй булып ҡалам. Әммә шиғриәт миңә ҡайҙандыр бирелә. Мин уны яһамайым, ә ул миндә тыуа. Ҡайҙа, ҡасан, нимә эшләп йөрөүемә ҡарамаҫтан, шиғыр күңелемә килә, йөрәгемдә ярала, шунан тулғаҡ тотҡан кеүек ғазаптар менән тыуа. Ә инде уның ҡатылығы, ҡырыҫлығы, әлбиттә, беҙ йәшәгән йәмғиәттән дә, минең уны нисек ҡабул итеүемдән һәм нимәләр кисергәнемдән торалыр күрәһең. Башлыса тормош, ғүмер, донъя тураһында яҙырға яратам. Әлбиттә, миңә күпте күрергә, күпте кисерергә тура килде. Әммә мин һәр ваҡыт Өфө ситендә үҙен көсләргә теләүсе ир ҡулынан һыпырылып сығып ҡаса алған, ҡурҡыуҙан һәм ярһыуҙан төнгө ҡала буйлап тимер юл вокзалына ҡарай йүгергән, рәнйетелгән, бахыр, шул уҡ ваҡытта батыр ҙа, көрәшсе лә булып ҡына яҙа алмайым шиғырҙы. Мин нимәне күрәм, нимәне тоям, нимәне йөрәгем менән кисерә алам, башлыса шулар яҙыла. Ә иһә наҙлы ҡатынға килгәндә инде, эйе, бәләкәй саҡтан мине тура һүҙле, бер кемде лә үҙенә яҡын ебәрмәгән шайтан таяғы кеүек сәнскеле итеп кенә беләләр. Үҫкән ғаиләмдә лә, балалар күп булғас, мин – һигеҙенсе бала, үҙемде яҡларлыҡ көс туплап үҫкәнмендер инде. Тик бала саҡтан кешеләрҙең мине яратыуын тойоп йәшәйем. Бәләкәй саҡта ауыл урамына лавкаға сыҡҡан арала, бөтә кеше тиерлек, матур ғына ҡыҙыҡай, тип арҡамдан тупылдатып ярата торғайны. Ә инде мәктәпкә уҡырға төшкәс, өлкән кластың малайҙарына тиклем мине баҫтырып ыҙалатты. Хатта өлкән ҡыҙҙар, матур ғына ҡыҙыҡай, тип тотоп алып, сикәмде тешләй торғайнылар. Шул арҡала ныҡ оялсан булдым. Бер тапҡыр өлкән класс уҡыусылары партаға һалып, мине тешләп бөткәндән һуң, бүтән мәктәпкә бармайым, тип өйҙә илап та ултырҙым. Шулайтып бөтә кешегә яуап биреп өйрәнгән мин, буласаҡ иремде осратмайынса, йөрәгемде бер кемгә лә ышанып асманым. Туғандарымдан, яҡындарымдан яратыу ала алмаһам да, бала сағымдағы шул ауылдаштарымдың, райондаштарымдың әйткән һоҡланыу һүҙҙәре һәр саҡ күңелемдә йәшәй. Был миңә үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп тойорға, асылырға, ғөмүмән, йәшәргә көс, ышаныс бирҙе. Характерым ныҡлы булһа ла, ҡаты кеше түгелмен. Тормошто яратам, нисек бар – шулай ҡабул итәм һәм ныҡ нескә күңеллемен, бөтә нимәне йөрәгемә яҡын алам, йыш илайым. Әммә эргә-тирәмдәгеләр ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек сиген ашатлап сыҡһалар – мин яугир.

– Бөрйәндә тыуып, күңел ижадҡа тартылмауы мөмкин түгел, тиҙәр. Һәр ташында, тауында, шишмәһендә тиерлек риүәйәттәр, легендалар йәшәгән төбәк һинең күңелеңә нисек тәьҫир итә?

– Эйе, һәр кемгә тыуған ере яҡын. Мине, бәләкәй саҡтан, ҡуйы урман араһындағы аҡланда, колхоз йәйләүендә үҫкән бәләкәй ҡыҙыҡайҙы, һәр саҡ алыҫтағы офоҡтар ҡыҙыҡһындырҙы. Һыйыр һауған аппараттарҙың моңло тауышына, сиңерткәләрҙең йырына ҡарурмандың шомло һиллеген ҡушып, иҙрәп китеп һикәлтәлә ултыра торғайным. Шул урмандар артына сығып китәһе ине, тип уйлана инем. Шуға ахыры “Тыуған яғым – алтын бишек” тигән кеүек шаблон һүҙҙәр минең өсөн ят. Һәр саҡ тыуып-үҫкән ғаиләмдән, ауылымдан, районымдан ситкә тартылдым. Ауылда өйҙә бәләкәй саҡтан өйрәнгән ғәҙәти мөхиттә миңә йоҡлауы ҡыйын, борһаланып, йоҡлай алмай төн сығам. Шул уҡ мәлдә, ике-өс тәүлек буйы поезда сит илгә барырға тура килгәндә тәгәрмәстәрҙең рельсҡа һуғыу тауышына рәхәтләнеп, тәмләп йоҡлайым. Хатта алда ҡыйынлыҡтар көтһә лә, билдәһеҙлек булған саҡта ла. Был минең мөхит!

Бөгөн иһә килен булып төшкән ерем – Өфөһөҙ йәшәй алмаҫмын кеүек. Балаларым тыуған ер, нигеҙебеҙҙе ҡорған ер ҡәҙерле миңә. Шулай ҙа тыуған Бөрйәнемдең ыуыҙ ғына тәбиғәтен һағынам. Үҙем ҡарурмандар араһындағы йәйләүҙә үҫкәнгәлер, һушты алырлыҡ бейек ҡаялары, һоҡланғыс һомғол ҡарағайҙары, яңы һауылған һөттәй йылы Ағиҙеле йөрәккә шундай яҡын. Унда тәпәй баҫтым, унда оло донъяға аяҡ баҫтым, унда минең атайымдың ҡәбере, олатай-өләсәйҙәремдең мәңгелек йорттары, шуға ла ҡәҙерле ул миңә. Әммә мине үҫтерҙе лә, оло юлға сығарып ебәрҙе. Шуғалыр, күбеһенсә оло ғаләмдәрҙән ниндәйҙер тәьҫир, көс-ҡеүәт алам кеүек. Тағы ла шуны әйткем килә: Бөрйәндәрҙең шиғриәтен бутау мөмкин түгел – улар Бөрйән ҡаялары кеүек ғорур ҙа, тура ла, шишмәләре кеүек саф та, кеше аяғы баҫмаған урмандары кеүек тәрән дә, тиҙәр. Был осраҡта ижадымды Айһылыу Ғарифуллинаныҡына ауаздаш тиҙәр.

– Һин шиғриәттә талапсанмы?

– Үтә лә талапсан. Ҡайҙа, ултырып шиғыр яҙып алайым әле, йәки кешеләргә яралы мөхәббәт тураһында шиғырҙар оҡшай, йәки шулайтып яҙып лайк йыйып алайым, тип кенә шиғыр яҙырға, шағир булырға ярамай. Шиғриәттең үҙ ҡанундары, ҡағиҙәләре бар, уларҙы белмәй, үтәмәй тороп, үҙ өҫтөңдә ҡаты эшләп тәжрибә тупламай тороп, үҙеңде шағирмын тип атау дөрөҫ түгел. Беҙҙең милләтебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе шағирҙарыбыҙға, яҙыусыларыбыҙға ҡарап билдәләйҙәр. Улар ниндәй әҫәр яҙа, улар ниндәй кимәлдә яҙа...

Шуға ла, ҡайҙа, күренекле кеше булайым әле, хәҙер шиғыр яҙыу популяр бит, тип кенә йөрөгәндәр беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөнә тап төшөрә, тип иҫәпләйем. Үҙемә лә талапсанмын. Ҡайһы берҙә шиғырҙы яҙа башлағанда аҙағы нимә менән бөтөрөн дә белмәйем, әммә ул тыуған икән, яҙырға кәрәк. Яҙылып бөткәс, бушанғас, уны һыуытып, яңынан уҡып ҡарайым. Әлбиттә, орфографик хаталарын бөтәһе лә, хатта халыҡ шағирҙары ла иғтибар итмәй яҙыуы ихтимал, әммә шиғыр шыңғырҙап торорға, мәғәнәһе шартлап торорға тейеш.

Ваҡытында Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев кеүек әҙәбиәтебеҙ гиганттары шиғриәтем менән ҡыҙыҡһынып, тәнҡитләп фатихаларын биргәйне. Төҙөк, сифатлы, матур шиғырҙар яҙыуҙы үҙемдең бурысым итеп һанайым. Ә бит олуғ халыҡ шағирҙарының ышанысы ул – халҡым ышанысы. Был ышаныстарығыҙға тап төшөрмәҫмен тип ышанам!

– Айҙар менән мөхәббәт тарихы нисек башланғайны? Ул һинең күңелде нимә менән йәки ниндәй холҡо менән яуланы?

– Бынан бер нисә йыл элек шағирә Гөлнара Хәлфетдинова менән мине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика вәкиле итеп Ҡазанға III Төрки йәштәре фестиваленә ебәрҙе. Таңғы сәғәт 5-тә “Иҙел” йәштәр ойошмаһына барып, ойоштороусыларҙың килгәнен көтөп торабыҙ. Бер ваҡыт уларға эйәреп, ҡурай йөкмәгән бер ҡап-ҡара ғына егет килеп инде. Был башҡорт бында нимә эшләп йөрөй икән, тигән уй килде. Баҡтиһәң, ул да Өфөнән, тик икенсе автобуста килгән икән. Шулай итеп, таң менән Татарстандың баш ҡалаһында, бер бизнес үҙәгендә осраштыҡ беҙ. Фестиваль бер аҙна дауам итте. Беренсе көндө үк икебеҙ генә ҡунаҡхананың балконында, Волга йылғаһына ҡарап, һоҡланып торҙоҡ. Ул миңә яңы күктән төшкән кеше кеүек күренә ине: бөтә нәмәне тәүге тапҡыр күргәндәй ҡыуана һәм ныҡ эскерһеҙ, саф күңелле кеше ул. Ябай, ихлас, ярҙамсыл, кешелекле. Ләкин кешене ниндәйҙер холҡона ҡарап ҡына үҙ йәрең итеп һайлап алмайһыңдыр ул. Нимә өсөн тап уны һайлағанымды тәғәйен генә әле лә әйтә алмайым. Беҙ бары бер-беребеҙҙе яраттыҡ. Шунда икәүләп мөһабәт Волгаға ҡарап торғаныбыҙҙа уҡ уның үҙ кешем икәнен, унан ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ көс, энергия килгәнен тоя инем. Унан ҡайтҡас, ҡурайсы булараҡ, мине думбырала уйнарға өйрәтә башланы. Мин – эштән һуң, ул эштән, уҡыуҙан һуң бушағас, икәүләп сәнғәт институтында осраша торғайныҡ. Шулай тырышып-тырышып думбырала уйнарға өйрәнә торғас, бер нисә айҙан өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ (көлә – авт.).

– Балалар тәрбиәләү буйынса Айҙар менән йыш бәхәсләшәһегеҙме?

– Бөтөнләй бәхәскә инмәйбеҙ. Сөнки һәр кем үҙ бурысын атҡара беҙҙә. Атай кеше балаларҙы матди яҡтан тәьмин итә, ваҡыты булғанда тышҡа һауа һуларға, сана шыуырға алып сыға. Балалар бит, бигерәк тә ир балалар, барыһын да атайҙан күрә, унан өлгө ала. Ә беҙҙең атай бер нисә урында эшләй һәм ғаиләһен һәйбәт ҡарай, мохтажлыҡ күрмәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Улдарыбыҙ унан үрнәк алыр ҙа, шулай уҡ егәрле, яуаплы, иң мөһиме, һәләтле кеше булырҙар тип ышанам. Эш бүлешеп ултырғаныбыҙ юҡ, кәрәк икән, бар эште лә айырмай эшләйбеҙ. Ә шулай ҙа, улдарымды ир итеп тәрбиәләргә тырышам. Тыумыштан бер ҡасан да колготки кейҙермәнем – ирҙәр кейеме түгел ул. Икенсенән, йомшаҡ әйтелгән исемдәрҙән ҡырҡа баш тарттыҡ. Исемдәре есемдәренә тура килер тип, ҡаты яңғыраған Ихтияр һәм Ҡаһарман тигән исемдәр ҡуштыҡ. Малайҙар күп ваҡытты минең менән уҙғарһа ла, ирәйешеп, үҙҙәрен ысын ирҙәрсә тотоп, үҫеп киләләр. Бер уйлы бер һүҙле икәндәрен күрәм. Фекерҙәрен үҙгәртергә тырышмайым, күңелдәрен һындырмайым. Илаһалар, егет кеше иларға тейеш түгел, тип тыймайым. Киреһенсә, күңелдәре ҡатмаһын, эстәрендә йыйылып тормаһын, тип уйлайым. Әгәр үпкәләрен илап сығармаһалар, ҙурайғас, киреһенсә, ҡаты күңелле, кешелекһеҙ, бәғерһеҙ булыуҙары бик ихтимал. Шуға ла әҙерәк илап алыу, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, асығын әйтеп һөйләшеүҙәр – беҙҙә ғәҙәти күренеш. Ысынлап та, беҙ ғаилә менән асылып китеп һөйләшеүҙәргә, фекер алышыуҙарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Балаларҙы ла аҙағынаса бүлдермәй тыңлап бөтәбеҙ, уларға ихтирам күрһәтәбеҙ. Гаджет тоттороп ултыртып ҡуймайбыҙ, улар үҙҙәре лә һорамай. Онлайн уйындарҙың нимә икәнен дә белмәйҙәр, өҫтәл уйындары, шахмат йәки йәнле уйындарға ылыҡтырғанбыҙ. Баланы хәҙер тәрбиәләп ҡалмаһаң, аҙаҡ һуң булыуы мөмкин. Көн һайын уйнаған уйындарының ваҡыты үтә лә китә, ә һәләт ул –мәңгелеккә. Шуға балалар баҡсаһында төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр, йырлайҙар, бейейҙәр, төрлө ҡул эштәре эшләйҙәр, район, республика, төбәк бәйгеләрендә алдынғы урындар алалар. Әйткәндәй, беҙҙең ғаиләбеҙҙең ҡанында ул бәйгеләрҙә ҡатнашып үҙеңде һынап ҡарау. Үҙебеҙҙе социаль йәһәттән әүҙем ғаилә тип иҫәпләйем. Йәмғиәттә кеше булып йәшәү өсөн был бик мөһим. Балаларыбыҙҙың да был йәмғиәттә ерегеп, рухи-әхлаҡи яҡтан сәләмәт булып республикабыҙҙың, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуын теләйбеҙ.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

(“Шоңҡар” журналы төркөмөнән).

 

Таңсулпан – таң йондоҙо
Таңсулпан – таң йондоҙо
Автор:
Читайте нас