Әҙәби бит
16 Апрель , 05:55

Күңелендә шиғыр, моң ғына...

Ғәҙелгәрәй ауылында бик матур сара – ауыл сәсәниәһе Флүрә Йомағужинаның “Шүлгән башы” тигән китабының исем туйы үтте. Сарала шағирәне тағы бер бик һөйөнөслө яңылыҡ көтә ине.

Күңелендә шиғыр, моң ғына...Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...

 “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу хәстәре менән мәж килгән шүлгәндәр, инде конкурс тамамланғас, бер аҙ ял итеп алыр инде, тиһәк, бар ауыл менән йәнә олонан ҡубып, халыҡты тағы бер ҙур сараға йәүкәләнеләр – ауылдың әүҙем ағинәйе, төрлө сараларҙың ҡап уртаһында ҡайнаусы сәсән телле шағирә Флүрә Мәһәҙей ҡыҙы Йомағужинаның яңы ғына “мейестән сыҡҡан” “Шүлгән башы” тигән китабының исем туйын ҡыҙыуында гөрләтмәкселәр икән.

Күңел байрамы булып хәтерҙә ҡалыр был сараға халыҡ бик әүҙем йыйылды. Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин, уның урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, “Баҙал” әҙәби ижад берекмәһе ағзалары, шағирәнең балалары, туғандары Флүрә Мәһәҙей ҡыҙының шатлығын уртаҡлашырға ашыҡты.

Район етәксеһе тағы ла бер ҙур миссияны атҡарырға барған ине – ябай, әммә тәрән эстәлекле, көн ҡаҙағына һуҡҡан һәм тел байлығы менән хайран иткән, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәрә белгән шиғырҙар ижад итеүсе Флүрә Йомағужинаға Рәмил Миңлеәхмәт улы Самат Ғәбиҙуллин исемендәге район премияһын тапшырҙы! Шулай итеп, ҡәләм оҫтаһы үҙе генә түгел, тотош Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы бер юлы ике шатлыҡ кисерҙе.

 

Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Күңелендә шиғыр, моң ғына...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас