Әҙәби бит
24 Март , 03:20

Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!

Район үҙәк китапханаһында ғаиләләр араһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Һеҙгә әйтер һүҙем бар!” район тасуири шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Гран-при кемгә эләкте, тиһегеҙҙер?..

Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!

Район үҙәк китапханаһында ғаиләләр араһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Һеҙгә әйтер һүҙем бар!” район тасуири шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте.

Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының методик бүлеге ойошторған сарала 17 ғаилә ҡатнашты һәм бик матур сығыш яһаны. Сарала ҡатнашҡан ғаиләләрҙең айырыуса яҡташыбыҙ, күренекле шағирә Айһылыу Ғарифуллина ижадына битараф булмауҙары һөйөндөрҙө. Ҡайһы бер конкурсанттарҙың милли кейемдәрҙә килеүе, милли музыка ҡоралдарында уйнап сығыш яһауы сараға йәм генә өҫтәне. Һәр бәйгенең еңеүселәре була, бында ла ныҡлы әҙерләнеп килгән ғаиләләр билдәләнде.

Гран – приға Ҡотан ауылы китапханаһынан килгән Рәсил Абдуллин менән әсәһе Гөлдәр Байшеғорова лайыҡ булды. Улар тәҡдим иткән шағирә-сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикәнең “Әсә һәм ул һөйләшеүе” шиғырын тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине, күҙҙәргә йәштәр эркелде.

 I урын Нәби ауылы китапханаһынан килгән Теләүбаевтар ғаиләһе: 1 класс уҡыусыһы Айгүзәл менән әсәһе Гөлйемеш Рәсүл ҡыҙына бирелһә, II урынды Ғәҙелгәрәй ауылынан Юлсурина Әлиә ҡыҙы Алина менән, Аҫҡар ауыл китапханаһынан Вилена Мурзабулатова, ҡустыһы Рузель менән алып ҡыуанды. III урынға Килдеғол ауыл китапханаһынан Билалов Арслан, олатаһы Сафиуллин Мөхәмәт Шәһит улы менән, Байназар ауыл моделле китапханаһынан Исмәғилеваа Нурзилә Сәғит ҡыҙы улы Азат менән, Ҡолғана ауылынан Ғәйетбаева Фаягөл Айрат ҡыҙы ҡустыһы Батырхан менән лайыҡ булдылар.

Башҡа шиғыр уҡыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Бәйгелә ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

 

Сығанаҡ: vk.ru/wall362558713_5244

Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Ейәндәр ҙә, олатайҙар ҙа шиғыр һөйләне!
Автор:
Читайте нас