

Ғәҙелгәрәйҙә йәшәп ижад итеүсе Флүрә Мәһәҙи ҡыҙы Маликова ошо көндәрҙә “Шүлгән башы” тигән китабын алып һөйөндө.
“Таң” гәзитенең әүҙем авторҙарының береһе, дуҫыбыҙ Флүрә апайҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Ижадығыҙға – илһам, күңелегеҙгә – моң, тормошоғоҙға бәрәкәт теләйбеҙ. Өр-яңы ижади табыштар, балҡыштар насип булһын!
Бына нимәләр яҙа ауылдаштары ауыл ашғирәһе хаҡында...
“Ижад кешеһе, шағирә өсөн үҙ китабын ҡулға алыуы, ысынлап та, ҙур бәхет ул.
Ә яңы китаптың донъя күреүе – яңы тыуған сабый менән бер. Сөнки, ижад емеше булараҡ, уны көтөп алаһың, өмөттәр бағлайһың. Ә уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы иһә ысын мәғәнәһендә һине бәхетле итә.
Флүрә Мәһәҙей ҡыҙының ижад емештәре "Башҡортостан", "Йәшлек" республика, "Таң", "Урал" район гәзиттәрендә, "Йәш көстәр" альманахында (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1982 й.) шиғри шәлкемдәре баҫылып сыға. "Был ғүмерҙәр..." тигән шиғри йыйынтығы Сибайҙа 2020 йылда донъя күрә. Бөгөн «Юлдаш» нәшриәтендә (тиражы 200) иһә көтөп алынған "Шүлгән башы " тигән китабын ҡулға алып һөйөндөк һәм уҡыусылар күңеленә хуш килер тигән өмөттәбеҙ.
Барлыҡ Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы исеменән Флүрә Мәһәҙей ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ Алда тағы ла яңы китаптары донъя күреүен, ижад йыһанының киң, сағыу йондоҙҙарға бай булыуын теләп ҡалабыҙ!
Тиҙҙән үтәсәк яңы китаптың исем туйында көтөп ҡалабыҙ!”, - тип яҙалар Ғәҙелгәрәй ауылының “Айыҡ ауыл” төркөмөндә.
Сығанаҡ: https://vk.com/club232782817