Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
29 Ғинуар , 16:50

ҠЫШТАР АҠ УЛ... А. Ғарифуллина.

Ҡыштар аҡ ул һаман элеккесә, Эңерҙәре һаман бөләңгерт.

ҠЫШТАР АҠ УЛ... А. Ғарифуллина.
ҠЫШТАР АҠ УЛ... А. Ғарифуллина.

Ҡыштар аҡ ул һаман элеккесә,
Эңерҙәре һаман бөләңгерт.

Күктән бирер, тиеп уйлағанды
Сабыр ғына итеп ерҙән көт.
Ҡыштар әүәлгесә ажар әле
Бүрәнәләр шартлап ярыла.
Ғырш-ғырш килә табан аҫтарында
Өшөп кенә ятҡан ҡары ла.
Ҡыштар аҡ ул һаман боронғоса –
Әскелт төтөн ауыл өҫтөндә.
Төндәре йыл булып тойолалар
Көнө ҡыҫҡа булған өсөн дә.
Ҡыштар аҡ ул әлмисаҡтан бирле,
Үҙгәрәбеҙ бары үҙебеҙ.
Тик тыныслыҡ китте миҙгелдәрҙән –
Имен һиллек ҡуйҙы күҙегеп...

Айһылыу Ғарифуллина.

Автор:
Читайте нас