Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Ноябрь 2025, 11:30

“Боҙом менән булышҡан кешене тамуҡ көтә”...

Эшеңде беләһең, кешенән ярҙам һорамайһың. Шуға күралмайҙар. Анауы ҡыҫҡа сәсле ҡатын, хәленән килһә, һине атырға әҙер. Тик ҡулы ҡыҫҡараҡ. Фәрештәләрең һаҡлай. Эше һинеке менән уртаҡ та түгел, тик нәфсеһе ҙурыраҡ, көнсөллөгө көслө. Ултырған урындығыңдың эсен асып ҡарар кәрәк ине. Йәки алыштыр. Ништәп эшеңдә әйберҙәреңде ҡалдырып йөрөйөң.

“Боҙом менән булышҡан кешене тамуҡ көтә”...
“Боҙом менән булышҡан кешене тамуҡ көтә”...

-Әйҙә-әйҙә, инә һал. Анау хәтле юл үтеп килгәнең бит инде, нимә аптыранып тораһың.
Әллә күпме кешенән һораша-һораша килеп, үҙебеҙгә кәрәк булған ауылға юлды саҡ табып, был өйгә лә кешеләрҙән әллә күпме һорашып саҡ килеп юлыҡҡан ерҙән, ҡапҡаһына еткәс, әллә ниңә быуыным бөттө лә ҡуйҙы. Аптырап, ҡурҡыбыраҡ, тирә-яғыма ҡаранып күпме торор инем әле, тупһаға сығып баҫҡан әбейҙең тупаҫыраҡ тойолған хәбәре айнытып ебәрҙе. Ауыл ситендәрәк урынлашҡан был ыҡсым ғына өйҙөң тупһаһын аша атланым. Атламай ҙа хәлем юҡ инде – сараһыҙлыҡтан килгәнмен…
Өй тыштан бәләкәйерәк һымаҡ күренһә лә, эстән ҡәҙимге генә икән. Буйтым заманса ғына йәшәп ятышы әбейҙең. Уңда ҡулйыуғыс бүленгән, эргәһендә кейем элгес, һулда – аш бүлмәһе. Арыраҡ – зал, төптә ишегенә шаршау ҡоролған йоҡо бүлмәһе. Хужабикәнең сымыры ғына донъя көткәне күҙгә ташлана.
Әбей залдағы диванға саҡырҙы.
-Йә, ниндәй йомош ете диңгеҙ кистерҙе инде һине? – Телмәре бай ғына ҡортҡаның.
Ҡапыл ғына нимә әйтергә белмәй, аптыранып ҡалдым. Һүҙҙе нимәнән башларға? Юл буйы уйлап, хатта ятлап тиерлек килгән телмәрем баштан сыҡты ла осто. Ыҡ-мыҡ иттем дә, тағы туҡтап ҡалдым. Үҙем шыбыр тиргә баттым.
Минең һәр ҡыланышымды ентекләп күҙәтеп ултырған әбей ҡапыл урынынан торҙо ла, инде йомшағыраҡ тауыш менән:
-Әйҙә әле, бында инеп ятып тор. Арығаның бит, - тип теге ишеге шаршаулы бүлмәнең эсендәге бер бүлмәнең ишеген асты. Быныһына шаршау ғына ҡоролмаған, ҡәҙимге ишек ҡуйылған. Бер аҙ шөрләһәм дә әбей артынан атланым.
Уңда бер урынлыҡ тахта тора. Эргәһендә – өҫтәл. Арыраҡ стенаға кәштә эленгән. Унда китаптар, ниндәйҙер шыйыҡсалар тултырылған шешәләр, тағы бәләкәйерәк һауыттар.
Инәй бер тапҡыр ҡулланыла торған стакандағы һыуға айырымыраҡ ултырған шешәнән әҙерәк шыйыҡса тамыҙҙы ла миңә һондо. Ҡурҡыбыраҡ, ҡулымды һонмай торам.
-Шикләнмә инде. Өләсәйемдән ҡалған ысул буйынса үҙем йыйып әҙерләгән үләндәрҙән генә эшләнгән төнәтмә.
Эстем. Эйе, ниндәйҙер үлән тәм итә.
-Кеҫә телефоның барҙыр?
-Бар.
-Улыңа әйт әле, инһен. Мейеһе төшөп, арҡаһы ҡуҙғалып йөрөй ҙә баһа.
Тағы шыбыр тиргә баттым. Ҡайҙан белә ул машинала улым бар икәнен? Ысынлап та, улым йыш ҡына башы, арҡаһы ауыртыуға зарланып ала шул. Мин ней, үҫмер сағы – үҫкән сағы, шуға үҙгәрештәр булалыр, тип уйлайым да ҡуям. Үҙе лә артыҡ бәлә һалмай.
-Иреңде лә индерер кәрәк ине лә... – Шулай тине лә миңә һораулы ҡараш ташлап ҡуйҙы.
Нисектер әйтеп бөтмәне һымаҡ. Бөтөнләй аптырауға ҡалдым.
Улар хаҡында бөтөнләй уйламағанмын, үҙемде генә уйлап килгәнмен икән шул. Алыҫ ҡына барырға булғас, юл хәлен кем белә, ул-был була ҡалһа, атаһына ярҙам итер, тимер-томор эшенә әүәҫ, тип улымды ҡуша алғайным.
-Ә һеҙ дауалағандан һуң иптәшем рулдә ҡайта алырмы?
-Ишеү нисек ҡайтыр ине лә...

Тағы әйтеп бөтмәне.
-Уның да биле ауыртып ала.
-Эсеүен ташлаһа, барыһы ла яйланыр!
Уф, барыһын да белә бит.
-Бына ошонда ятып торорһоң.
Әбей залға ыңғайлағас, тышта машинала көтөп ултырған улыма шылтыраттым.
Улымды байтаҡ ҡына ваҡыт дауалап, өшкөрөп, минең урынға инеп ятырға ҡушып, үҙемде залға саҡырҙы.
-Һиңә өҫтө-өҫтөнә боҙом эшләп тик торалар икән. Доғалар белеүең, намаҙҙа булыуың ғына ҡотҡарып килә. Кешегә зыяның да юҡ һымаҡ. Тә-әк. Әһә, аңлашылды. Тураһын әйтәһең.
Эшеңде беләһең, кешенән ярҙам һорамайһың. Шуға күралмайҙар. Анауы ҡыҫҡа сәсле ҡатын, хәленән килһә, һине атырға әҙер. Тик ҡулы ҡыҫҡараҡ. Фәрештәләрең һаҡлай. Эше һинеке менән уртаҡ та түгел, тик нәфсеһе ҙурыраҡ, көнсөллөгө көслө.
Ултырған урындығыңдың эсен асып ҡарар кәрәк ине. Йәки алыштыр. Ништәп эшеңдә әйберҙәреңде ҡалдырып йөрөйөң. Ана, бит үҙеңдең яулығыңа боҙом эшләп, үҙеңдең соланыңа ташлағандар. Үҙең шикләнгән кешеләрҙе тупһаңа баҫтырма. Кемдәр икәнен беләң бит. Ҡунаҡҡа тип көсләшеп килеп, ишек яҡтауыңа энә ҡаҙап ҡайтҡан кеше менән белә-күрә ҡабат аралашҡаның…
Һаҡлаулыһың былай, шөкөр. Көнө бөгөн түгел, ҡылғандарының хаҡын алырҙар ул. Хәйер, татый башлағандар инде… Һиңә ҡылғандарын үҙҙәренә ҡайтарам.
Тертләп киттем.
-Юҡ, инәй, кире ҡайтармағыҙ, зинһар. Ундай йөктө йөкләп йөрөргә теләмәйем. Кеше бәхетһеҙлегенә ҡыуана ла белмәйем, теләмәйем дә. Уларҙың күргәндәрен ишетә-күрә йөрөп, үҙем яфаланасаҡсын. Кәрәкмәй! Ҡайтарамағыҙ, зинһар. Мин уларҙы Хоҙайға тапшырғанмын…
-Эй, балам. Һинең иманыңды һынар өсөн әйттем. Бындай нәмәләр менән булышмайым мин. Ә һин уларҙың һинең хаҡта ниндәй хәбәрҙәр таратҡанын, нисек ҡарғағандарын белмәйһең. Белмәүең хәйерлерәк тә. Эйе, дөрөҫ уйлайһың. Ана, ҡарғыштарының байтағы үҙҙәренә кире ҡайтҡан, бәғзеләре сират көтә. Һиңә ҡылған ҡарғышы үҙенә ҡайтып, саҡ аяҡҡа баҫып киткән бит. Башҡа төрлө лә төшкән. Тик уның өсөн икәнен генә аңламаған…
Кешене ҡарғарға ярамай. Ҡарғыш әйләнә лә үҙеңә ҡайта бит ул. Их, кеше шуны белеп етмәй.
Тетрәнеп тыңлайым. Әбей күреп торған һымаҡ һөйләй ҙә ҡуя.
-Балам, ништәп әйтеүеңде үтәмәй йөрөйөң. Ана, баш осоңда, атайыма аят уҡытам, тигән әйтеүең эленеп тора бит.
Тағы шыбыр тиргә баттым. Быныһы ла дөрөҫ… Бер ауылдашым күптән түгел мәрхүм булған атаһы рухына аят уҡытҡанда, мин бер ваҡытта ла атайыма аят уҡытҡаным юҡ, уҡытыр кәрәк әле, тип ҡуйғайным шул. Шул ғына һүҙ  ҙә әйтеү булып яҙыла икән дә баһа…
-Инәй, тик күрәҙәлек кенә итмәгеҙ миңә ҡарата, йәме. Алдағыны бер Аллаһ Тәғәлә генә белергә тейеш. Маңлайға яҙылғанды күрермен… Эйе, беләм мин уларҙың кем икәндәрен. Кисерергә тырышам. Юғиһә, рәнйетелгән кешенең рәнйеше төшөп бара бит.
-Миңә оҡшаның әле һин, ҡыҙым. Атыу, ошо кешегә боҙом эшләп бир әле, тип фото тотоп махсус килеүселәр булғылай. Әрләп сығарам ундайҙарҙы. Боҙом менән булышҡан кешене тамуҡ көтә. Юҡ, аңламай күптәр ошоно. Был донъяла уҡ күрәләр улар. Бөгөн булмаһа, иртәгә… Төрлө яҡтан килтереп һуғырға мөмкин ҡырын эштәре. Йә сиргә тарыйҙар, йә бәхетһеҙлеккә, йә ҙур юғалтыу күрәләр. Үҙҙәре булмаһа, балаларына, ейәндәренә төшә. Ете быуынына тиклем китә. Боҙом боҙоҡ тигән һүҙҙән... Күңелдәре боҙоҡ, үҙҙәре уңмаған кешеләр булыша ул нәмә менән...
Улым ятҡан бүлмә яғына күҙ һалам. Ишетеп ятмаһын, тейем.
-Ҡурҡма, ишетмәй. Ул әле тағы берәй ярты сәғәт йоҡлар.
Иреңдең дә эсеүе тиккә түгел. Эт йөнө менән сихырлағандар. Арағыҙҙы боҙор өсөн. Эт көнөндә йәшәһен, тип…
Шаҡ ҡатманым быныһына ла. Үҙ күҙем менән күреп торам бит нимәләр һалып киткәндәрен…
Улым уянғас, инәй сәйгә саҡырҙы. Үҙе сығып тороп саҡырһа ла, иптәшем инмәне. Юлға термос менән сәй, ашарға һалып алғайныҡ, шулар менән тәғәмләнгәндер. Был сәфәргә лә ризаһыҙыраҡ сыҡты ул. Бурылдап, һөйләшмәйерәк килде юлда ла. Эштәге бер нисә кеше бергәләп балыҡҡа барырға килешкән булғандар.
-Әйҙәгеҙ әле, бергәләп сәй эсеп алайыҡ, - тип саҡыра-саҡыра инәй өҫтәленә һый-ниғмәтен теҙҙе.

-Улым, бүрәнәнең гел йыуан башына йәбешә икәнең. Атайың тотһон ул яғынан әлегә. Һинең һөйәктәрең нығынып етмәгән бит әле. Мин бында бүрәнә хаҡында ғына әйтмәйем, балам. Ауыр эштәр башҡараһың, шуға билең ауырта. Урынына ултырттым. Тик һаҡланырға кәрәк.
Тартынмай ғына ултырығыҙ. Бөгөнгө көнгә бүтән кешене яҙҙыртманым килендән. Арыйым мин. Аптырағандың көнөнән килгәндәрҙе генә ҡабул итәм. Минең адресты халыҡ араһына сығармайыраҡ тороғоҙ. Атыу ҡыҙыҡ эҙләп, киләсәген белергә теләүселәр күбәйә лә китә. Улайтып күрәҙәлек менән булышмайым. Дин ҡушмай.

Инәй шулай һөйләнә-һөйләнә сәй яһай башланы.
Эйе, әллә нишләп ошо бала ҙурая башлау менән хужалыҡтағы бөтә эште тиерлек уға ауҙарҙы шул иптәшем. Сабынлыҡта тракторға бесән тейәгәндә лә шул бала аҫтан ташлай, үҙе өҫтә тора. Ҡойма бағанаһы ултыртҡанда ла алдан малайҙы йөрөтә. Буйға үҫеп китһә лә, 15 йәше лә тулмаған бит әле.
Мин дә сумкамдан күстәнәстәремде сығарҙым. Шөкөр, ошолай булырын һиҙгәндәй, шәкәргә бутап туңдырған турғай еләге лә алғайным. Кистән итле бәлеш, бауырһаҡтар бешереп ҡуйғайным.
Инәй үткәрмә аша үткәреп, фатиха биреп оҙатып ҡалды. Икенсе юлы, алдан күндереп, иреңде лә алып инерһең, тине.
Ә мин юл буйы кешеләр хаҡында уйланып ҡайттым. Мине үлтерһәләр йәки аяҡһыҙ итеп ултыртып ҡуйһалар, уларға донъя киңәйәме икән инде?..
Быға тиклем халыҡ дауалаусылары эҙләп йөрөгәнем юҡ ине. Ихата тирәһендә шикле әйберҙәргә юлыҡҡылап торһам да, артыҡ иғтибар итмәнем. Тик бер сәләм ошо инәйгә юл тоторға мәжбүр итте.
Һеңлем поезда себерҙәге балаларына барып ҡайтҡайны. Шунда бер сәйер генә ханым менән юлдаш булғандар. Бына шул ханым, апайың боҙом ҡайтарыусы ҡортҡаларға барһын, тигән.
Ҡото осҡан һылыуымдың. Апай, тиҙ бул, бара һал, тип аптыратты. Үҙе кемдәндер ошо инәйҙең адресын алған.
Бына шулай юлыҡтыҡ инәйгә.
Юл буйы уйланып ҡайттым.
Шөкөр, улым да арҡаһына артыҡ зарланмай башланы. Тик… ирҙе генә тыңлатып булмай әле...

Һөйләүсенән Т. Баһауетдинова яҙып алды.

 

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас