Бөйөк Аллаһтың сикһеҙ мәрхәмәт һәм рәхмәт күрһәтеүенең бер сағылышы ул – Ҡәҙер төнө.
Был төн – Үҙенең ҡолдарына еңеллек биреүсе уңайлы юлдар сығарып ҡына тороусы Раббыбыҙ тарафынан бирелгән бик ҙур мөмкинселек. Был төн – 1000 айҙан да яҡшыраҡ. Беҙҙең пәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм) уның өммәтендәге кешеләрҙең ғүмер оҙонлоҡтары күрһәтелгән. Үткән замандарҙағы йәшәгән кешеләрҙең ғүмер оҙонлоҡтары менән сағыштырғанда бик ныҡ ҡыҫҡа булыуын күргән пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм. Ғүмерҙәре ныҡ ҡыҫҡа булыу сәбәпле, әллә ни күп ғибәҙәттәр һәм яҡшы ғәмәлдәр ҡылып өлгөрмәҫтәр тип уйлаған ул. Шул сәбәпле, Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәргә (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм) һәм уның өммәтенә Ҡәҙер төнөн бүләк иткән.
“Әд-Дүхәән” сүрәһендә был турала: “Беҙ ул Ҡөрьәнде мөбәрәк Ҡәҙер төнөндә индерҙек...” тип әйтә. “Рамаҙан айында мең айҙан да яҡшыраҡ бер төн бар. Кем уның мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалған – ул иң бөйөк бәрәкәттән мәхрүм ҡалған”, -тип әйтә үҙенең бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм. Был төндә башҡарылған ғибәҙәттәр, мең ай буйы ҡылынған ғибәҙәттәрҙән дә бәрәкәтлерәк. Был төндә киләсәк бер йыллыҡ ваҡиғалар билдәләнә. Төркөм-төркөм булып фәрештәләр төшә. Офоҡ яҡтыра башлағансы тиклем һиллек һәм тыныслыҡ тора, кешеләр төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡлаулы була. Фәрештәләр юлында осраған һәр мосолманға сәләм бирә, уның өсөн доға ҡылып, уға еңеллек һорайҙар. Ҡиәмәт көнөдә ул мосолмандың ғибәҙәттә тороуы хаҡында шаһитлыҡ итеп, уның өсөн Аллаһтан ярлыҡау һорайҙар.
Диндарҙың әсәһе Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын) әйтеүенсә, Аллаһ илсеһе (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм) Рамаҙан айының һуңғы 10 көнөн мәсеттә, яңғыҙлыҡта, ғибәҙәт өҫтөндә үткәрә торған булған. “Ҡәҙер төнөн Рамаҙан айының һуңғы 10 көнөндә эҙләгеҙ”, - тип әйткән ул. Шулай уҡ, Ҡәҙер төнөн Рамаҙан айының һуңғы ун көнлөгөнөң таҡ һандарында табырһығыҙ тигән хәҙистәр ҙә бар. Ҡайһы бер сәхәбәләр Ҡәҙер төнөн һуңғы 7 көнлөккә тура килеүен төштәрендә күреүҙәрен Аллаһ илсеһенә һөйләгәс, ул: “Һеҙҙең күргән төштәрҙән аңлауымса, Ҡәҙер төнө һуңғы 7 көнлөккә тура килә. Ул саҡта Ҡәҙер төнөн эҙләүсе кеше, уны Рамаҙан айының һуңғы 7 төнөндә эҙләһен”, - тип әйткән (Бохари; Мөслим).
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм был төндөң билдәләре тураһында былай тип әйткән: “Был төн үҙенә башҡа нурлы, ә ҡояш тулы ай кеүек, күҙҙе сағылтмай ғына сыға”; “Ҡәҙер төнө яҡты, һалҡын да, эҫе лә түгел, ямғыр ҙа, ел дә булмаҫ. Йондоҙҙар ҙа атылмаҫ...”
Ҡәҙер төнөнөң ваҡыты асыҡ ҡына билдәле булмауының да сере бар: кешеләр күберәк төндәр буйы ғибәҙәттәрҙә тороп, Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәтен эҙләп, дәрәжәлә юғарыраҡ күтәрелһен өсөн. Ҡәҙер төнөн эҙләп, төнгө ғибәҙәттәргә өйрәнеп китеүсе ихлас мосолман, һуңынан да был ғәҙәтен ташламай, төндәрен ғибәҙәт ҡылыуҙа үткәрә.
“Был төндөң изгелегенә һәм абруйына, әжере тик Аллаһтан ғына икәнлегенә ышанып, Ҡәҙер төнөн ғибәҙәттә үткәреүсе кешенең бар гонаһтары ла ярлыҡаныр” (хәҙис).
Рамаҙанға етеп тә, ураҙа тотмай, Ҡәҙер төнөн ғәмһеҙлектә үткәреүсе кешене йәлләргә генә ҡала. Ул – ныҡ отолоуҙа ҡалыусы кеше. Ул – иң ҙур изгелектән һәм мәрхәмәттән ситтә ҡалыусы. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: “Рамаҙан айында йәшәгән һәм унда гонаһтарының ярлыҡаныуын тапмаған кеше кәмһетелеүҙә ҡалһын”. Шундайҙарҙан булыуҙан Аллаһ Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын!
“Фурҡан” гәзитенән