“Шағирҙың шағирлығы тауыштар күләме менән, хатта китаптар күплеге менән дә билдәләнмәй.
Шағирҙы шағир иткән — ул шиғыр менән ваҡыт. Яҙғандарын, үҙе инде күптән ер менән тигеҙләнһә лә, уҡыһалар, тимәк, ул Шағир.
"Юлдаш plus" йәштәр радиоһы булдырған "Йыл шағиры" премияһына дәғүә итеүемде белгәс тә шулай уйланым. Шунан барыһын да һеҙҙең, уҡыусылар хөкөмөнә тапшырырға ҡарар иттем.
Миңә ышаныс белдереп, ижадымды үҙ итеп тауыш биргән һәммәгеҙгә рәхмәт!
Рәхмәт әсәйемә, бер туған апай-ағайҙарыма, дуҫтарыма, ҡыҙыма, һәм, әлбиттә, алыҫта булһа ла, гел янда ҡала белгән, бар яҡлап ҡеүәтләп торған тормош иптәшемә! Яратам!
"Шиғырҙар яҙырға нимә илһамландыра?" - тип һоранылар премияны тапшырғандан һуң.
"Мөхәббәт", - тим. Мөхәббәттән генә тора бит донъя!
, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Айгөл Илгиз ҡыҙы.
Айгөлгә киләсәктә лә ижади уңыштар, өр-яңы балҡыштар теләйбеҙ!