Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, беҙҙең яҡтарҙа һабантуй үткәреү йолаһы бар. Июнь ашына тура килгән был байрамды мин йыл да түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Айырыуса быуылғы байрам бик һағындырып килде. Сәбәбе – икенсе йыл ҡырҙа йөрөүҙер инде.
Атлыҡҡан йөрәкте тыя алмай бик иртәләһәм дә, машина булмауы мине һуңлата яҙҙы. Оҙаҡ көтөп алған автобус һабантуй яланына илтеп ҡуйғанда уйындар башланып та киткәйне. Мин ҡайһы уйынды ҡарарға белмәй, бер төркөмдән икенсеһенә күстем, барыһын да ҡарағы килә. Ләкин бөтәһен бер юлы ҡарап булмай ҙа инде. Шуға ҡыҙығыраҡ уйындарҙы эҙләйем. Ике бағанаға һалынған бүрәнәгә атланып, бер-береһен тоҡ менән дөмбәҫләгән ике егеткә ҡарап торам. Ләкин тиҙҙән күңелде көрәшселәр майҙаны тарта. Хатта, көрәшкә өндәгәндәй, мускулдар уйнап ҡуйҙы.
– Әхмәтгәрәй, биленән алырға тырыш биленән!
– Иҙрис, бирешмә, бирешмә!
Көрәшселәрҙе дәртләндереп торған халыҡ төркөмөнә мин дә барып ҡушылам. Биленә хәтле шәрә ике бәһлеүән бер-береһенә тиҙ генә бирешерлек түгел. Таҫтамал менән бер-береһенең билен ҡыҫып алып баш аша һелтәргә икеһенең дә иҫәптәре ҙур. Ләкин, көс тигеҙгәлер инде, икеһенең дә тырышлығы файҙа килтермәй. Бар көстәрен һалып, йәнтәслим көрәшкән был икәүҙең кеме еңер – ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта.
– Тиҙҙән бәйге башлана! – тигән һиҙҙе кемдеңдер ауыҙынан ишетеп ҡалғас уҡ ҡолаҡ «ҡарп» итеп ҡала: «Атаҡ, көрәшкә мауығып, бәйгене онотоп торам да баһа».
Кемгә нисектер, әммә минең өсөн бәйге – һабантуйҙың кендеге. Күп һабантуйҙарға килеүемдең бар ҡыҙығы ла ошо ат ярыштарынан ары китмәй торғайны.
Бәйгене өҫтөн күреүемдең үҙемә күрә сере лә бар. Мин бәләкәстән аттарға ғашиҡ. Берәй ерҙә ат күрҙемме, йөрәк елкенә лә китә. Ат өҫтөндәге кешене донъялағы иң бәхетле кешеләй күрәм. Бер ваҡыт көтмәгәндә, ат ҡараусы Сәлих бабай менән танышыу минең күптәнге хыялды тормошҡа ашырҙы. Ул мине тәү тапҡыр атҡа атландырҙыҡ. «Орлик» исемле күк айғырҙы өйрәтеп хатта үҙебеҙҙең һабантуйындағы бәйгелә ҡатнашырға тура килде. Призлы урынды яуламаһам да, был көн бала саҡтың иң иҫтәлекле көнө булып ҡалды. Хәҙер ир еттем. Күптән инде һыбай елгәнем юҡ. Шулай ҙа бәйгегә ҡыҙыҡһыныу кәмемәй, арта ғына.
Әле лә, аттар ярышҡа әҙерләнгән ергә килгәс, арыуыҡ ҡына йыйылып өлгөргән халыҡты йырып, һыбайлыларға яҡынлаштым. Малайҙар стартҡа әҙерләнә: тиҫтәнән артыҡ сыбайлы, ҡыҙыл сепрәк бәйләгән судья бойороғона буйһоноп, бер рәткә теҙелә.
Һыбайлылар араһында бигерәк йәштәре лә бар икән. Анауы, уйнап торған сыбар айғыр өҫтөндәге малайға, тиҫтәнән саҡ үткәндер. Ә ҡалай сос күренә!
– Ә быныһы нимә!
Ҡараш йылҡылдап торған оҙон тороҡло тай менеп алған һыбайлыға төшкәс, аптырауҙан өнһөҙ ҡалдым: стартҡа әҙерләнгән түңәрәк йөҙлө ун дүрт йәштәр самаһындағы ҡыҙҙың ат өҫтөндә ултырыуы аптыратты.
Дөрөҫ, һыбай йөрөгән ҡыҙҙарҙы беҙҙә, йыш булмаһа ла, күрергә була. Ә бына һабантуйҙа, етмәһә, район һабантуйында, бындай күренешкә тәү тапҡыр тап булам. Баҡтаң, тамаша ҡылырға йыйылған халыҡтың ҡарашы ла шунда, һөйләгән һүҙҙәре шул һыбайлы хаҡында икән.
– Ауыл бәйгеһендә ҡыҙ бирешмәне бит әле... – Мин бөҙрә сәсле ағайҙың был һүҙен ишетеп уға яҡынлайым.
– Эйе, егеттәрҙе бик һемәйтте шул, – тип уның эргәһендә торған күҙлекле ағай ҙа ҡушыла. Мин, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, был ағайҙарҙың һүҙенә ҡыҫылырға мәжбүр булдым:
– Әллә, ағайҙар, ауылда ҡыҙыҡай беренсе урынды алдымы?
– Ҡустым, ҡыҙыҡай бында ла беренсе урынды алмаҫ тимә, – тип бөҙрә сәсле ағай һынсыл ҡарап яуап бирҙе.
Ҡыҙыҡай, күрәһең, тәүге тапҡыр район һабантуйындалыр, – тип ныҡышам.
– Былтыр ҡатнашты микән? Хәйер, ана атаһы тора, шунан һора, – тип ул бер ят ситтәрәк торған бер теремек кенә ағайға төртөп күрһәтте. Шул арала судья старт флагын түбән төшөрҙө. Аттар, тәтенән ысҡынған уҡ кеүек, алға йомолдо. Ләкин халыҡ оҙаҡ тамаша ҡыла алманы: ат тояҡтары күтәргән саң-томан артында ҡалды. Халыҡты этә-төртә баяғы ағай торған ергә киләм. Бәй, ҡайҙа һуң ул?! Халыҡ араһынан уны эҙләй башлайым. Ҡапыл бер яҡ ситтә торған ағайҙы күреп ҡалам. Уның бар иғтибары алыҫлаша барған һыбайлыларҙа, дөрөҫөрәге – саң ҡойононда.
– Ғилминур, атыңды ҡыума, үҙ яйына барһын. - Ағай бар донъяһын онотоп алыҫлаша барған ҡыҙына кәңәш бирә. Аттар сабышынан күҙен алмаған ағайҙы бүлдереүе уңайһыҙ. Шулай ҙа:
– Һаумыһығыҙ, ағай, – тинем. Йөҙәрләгән кешеләрҙең шаулашыуынан минең тауышты ишетмәҫ тиһәм дә, ағай ишетте. Мине уйсан, аҡыллы күҙҙәре менән баштан- аяҡ ҡарап сыҡты.
– Ҡустым, бер ҙә сырамытмайым, – тип уңайһыҙланғандай итте, – Ғәлиән булам.
Мин үҙемдең район газетаһында эшләгәнемде аңлатам. Шунан үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирәм.
– Ул – минең ҡыҙ! Уның хаҡында һорайһығыҙ икән. Тота килеп нимә әйтәһең инде...
Мин ағайҙан бүтән ләм-мим һүҙ ишетмәҫмен тип ҡурҡтым, уңайһыҙланып ҡына, һүҙҙе ялғар өсөн генә:
– Атҡа бала саҡтан ғашиҡмы? – тип һорайым.
– Ну, ҡустым, ныҡыш икәнһең? Әйҙә, улай булғас, ситкәрәк китәйек. Мин уның тураһында ғына түгел, икебеҙҙең дә тормоштан бер ғибрәтле хәл һөйләйем әле, – тип түҙ башлай. – Көтөүсене үҙең беләһең бит, күбеһенсә яңғыҙ, – тип ағай ситтә ятҡан ағасҡа ҡабаланмай ғына барып ултыра. – Мин, ҡустым, бала саҡтан ошо йәшемә тиклем Ирәндек итәгендә ат көтәм. Тәүҙә атай артынан эйәреп йөрөнөм. Ул һуғышҡа киткәс, эш үҙемә ҡалды. Көтөү көтөп егет булдым. Армиянан ҡайтҡас та ҡанға һеңгән һөнәрҙе ташламаным. Ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк колхоз атын көтөргә сыҡтым. Ауылдан иптәштәр ситкә китә торҙо. Кемдер – уҡырға, кемдер – эшкә, кемдер бәхет эҙләп сығып китте.
Электән оҡшатып йөрөгән бер ҡыҙ ветфельдшерлыҡҡа уҡып ҡайтҡайны, тот та тәҡдим яһа тегеңә. Ҡыҙыҡай оҙаҡ көттөрмәне, риза булды. Ләкин әсәләре оҙаҡҡа һуҙҙы: имеш, мин ҡырҙан ҡайта белмәйем, фәлән дә фәсмәтән. Ҡыҫҡаһы, әйттерергә барғанда кире бороп сығарырға һылтау таптылар. Мин ҡыҙға: «Риза булмаһалар, үҙебеҙгә кил дә ҡуй, яйлап риза булырҙар әле», – тинем. Ул һүҙемде кире ҡаҡманы. Шулайтып, беҙ уның менән донъя көтә башланыҡ. Мин, элеккесә көтөүҙә, ҡатыным – колхозда ветфельдшер. Мин өйҙә һирәк булам. Йылҡы өйөрө менән Ирәндек буйҙарын айҡайым. Күбеһенсә яланда ашап, шунда йоҡларға тура килә. Ҡатыным да, гел мине көтөп ултыра торғас, ялҡты шикелле. Буш ваҡыты булһа, минең эргәлә булды. Ауырға ҡалғас та минән ҡалмай йөрөп маташты. Эште һиҙеп ҡалғас, әрләп тигәндәй, ауылға алып ҡайтып ташланым. Күп тә үтмәй ҡыҙыбыҙ тыуҙы, эстән генә ҡатындың ул табыуын көтөп йөрөй инем. Йәнәһе, миңә алмашсы була.
...Ҡыҙыбыҙ, әкиәттәгесә, ай үҫәһен көн үҫте, йыл үҫәһен ай үҫте. Бәлки, миңә генә шулай тойолғандыр, сөнки мин күбеһенсә ҡырҙа бит. Ҡыҙымдың нисек атлап киткәнен дә, ҡалайтып һөйләшә башлағанын да күрмәнем. Ә бына нисек атҡа атланып китеүен үҙ күҙем менән күреп хайран ҡалдым. Ҡатын менән икеһен ваҡытлыса көтөү көткән ергә алып килгәйнем. Шаяртып ҡына ҡыҙымды үҙем менеп йөрөгән ҡола бейә өҫтөнө ултыртам. Ат өҫтөнә ултырғас та ауыҙы ҡолағына етте. «На, на!» – ти, ҡайҙан был һүҙҙе ишетеп ҡалған тиң. Атҡа был етә ҡалды, минең ҡулдан теҙгенде һыпыра тартып алып юртты ла китте. Минең йөрәк «жыу» итеп ҡалды. «Тр--р-тр-р» тип мин йүгерҙем, минең арттан «Ҡыҙымды һәләк иттең!» тип ҡатын йүгерә. Ат, күпмелер барғас, үҙе туҡтаны. Ҡатын менән беҙ «ах та ух» тип килеп етәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ иҫән-һау, эйәргә ныҡ итеп тотонған да, ултырыуын белә.
Дүрт-биш йәшендә аттан төшмәҫ булды. Ҡатынымдың малай тапмауына һөйөнөп тә ҡуям - ҡыҙым малайҙарҙан кәмме ни?! Ләкин ҡыуанысым оҙаҡҡа барманы, ғаиләлә ҡот осҡос хәл булды: ҡапыл ғына ҡатыным донъя ҡуйҙы. Бахырҙы арбаға һалып дауаханаға ла еткерә алманым.
Ағайҙың әле генә шат йөҙө ҡомһарҙы.
Ҡатын вафат булғас, тормоштоң рәте китте. Ни ҡылырға ла белмәй, тегендә лә төртөлдөм, бында ла һуғылдым. Берҙән-бер йыуанысым – Ғилминурым булмаһа, бер-бер хәлгә теңкәлер ҙә инем. Әсәһенең үлеүен Ғилминур ҙа ауыр, бик ауыр кисерҙе: тамаҡтан яҙҙы, һөйләшмәҫ булып китте. Яр аҫтынан яу сыҡты, тигәндәй, тап шул көндәрҙә: «Яланда ҡыҙыма һыуыҡ тейҙереп үлтерҙе», – тип ҡәйнәм һүҙ таратты. Ҡыҙымды үҙҙәренә алырға булдылар. Берҙән-бер йыуанысымды нисек мин бирәйем? Ҡәйнәм судҡа бирҙе.
Суд баштан аяҡ миңә ҡаршы булды. Һөйләгән береһе ҡыҙҙы өләсәй ҡулында ҡалдырыу яғында булды. Күптәре ҡыҙымды яланда үҙем менән алып йөрөүҙе енәйәт тип иҫәпләне. Мин уларға ҡаршы бер генә дәлил тә килтерә алманым. Һуңғы һүҙ ҡыҙыма бирелде.
– Атай, мине ташлама! – тип суд затында уның илауы күңелемде тетрәтте. Йәшәүгә өмөттәремде дөрләтте. «Атаң менән ҡалма», – тип ҡыҙымды бик ныҡ өгөтләнеләр. Ләкин уның һүҙе бер булды: «Атайымдан айырмағыҙ».
Ҡыҙымды үҙемдә ҡалдырҙылар. Йәй һәр ваҡыт тигәндәй, минең менән яланда, уҡыу еткәс, интернатта булды. Ул минең иң яҡын кәңәшсемә әүерелде. Мин көтөүҙән ҡайтыуға аш-һыу әҙерләп ҡуя. Ат менән көтөүгә бергә сығырға ла өлгөрә. Әлбиттә, мин ҡыҙымды көтөүгә бигүк йөрөтмәҫкә тырыштым. Тик, барыбер, һәр ваҡыт аттар эргәһендә булды. Эйе, ул аттарға ғашиҡ ине. Өйөрҙә йылҡы байтаҡ ҡына булһа ла, ул һәр береһенә ҡушамат биреп сыҡты. Мин уның ат тар менән уйнауын, уларҙы нисек иркәләүен күреп һоҡланып туя алмайым. Ә бына һыбай йөрөй башлаһа, иҫең китер!
Йәй башы ине. Беҙ ҡырҙа саҡта ҡапыл дауыл сыҡты – күҙ асҡыһыҙ! Әсе ел ырашҡы яуа, бер туҡтауһыҙ йәшен йәшнәй тирә яҡ ҡап-ҡараңғы. Аттар, ел-ямғырға теләһә ҡайҙа тарала башланы. Етмәһә яҡында ғына бүре олой. Ошо мәлдә ҡыҙым эргәмдә булмаһа, мин яңғыҙым нишләр инем?! Аттарҙы ҡыҙым бер яҡтан, үҙем икенсе яҡтан ҡамап, көскә-көскә ялан кәртәгә алып ҡайтып бикләй алдыҡ. Үҙебеҙ шул тиклем өшөгәнбеҙ, тешебеҙ тешкә теймәй. Ут яғып саҡ йылынып алдыҡ. Тик был хәл эҙһеҙ үтмәне: ҡыҙым ауырып дауаханаға эләкте. Ауырыуы әллә ни ауыр түгел ине, шулай ҙа ҙур ғауға ҡупты: тағы ла ҡәйнәм бәлә һалды, судҡа бирҙе.
Суд булманы. Шулай һа мине саҡыртып, ҡыҙымды башҡа үҙем менән алып йөрөмәҫкә ҡуштылар. Мин ҡыҙымды йышыраҡ әсәйемдәргә ҡалдырырға тырышам, ә ул яланға атлыға.
Быныһы ғына етмәгән, тай өйрәтергә әүәҫләнеп алды. Мин күрмәй ҙә ҡалам, ул яңы тай менеп тә ала. Ана бөгөн һабантуйҙа сапҡан тайҙы ла яңыраҡ өйрәтеп алғайны.хәйер, ҡустым, киләләр шикелле, тип ағай урынынан торҙо. Ә ҡалғанын, беҙгә кил, һөйләп бөтөрмөн.
Мин йылмайып баш ҡағам. Алыҫта саң өйөрмәһе булып аттар күренде. Финишҡа етәрәк, бүтән аттарҙы күпкә ҡалдырып, төркөмдән ҡара тай һурылып сығып, алға йомолдо.
– Ғилминур! – тип ҡысҡырып ебәрҙем мин аңғармаҫтан, эргә-тирәмдәге күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырып. Алдан килгән ҡыҙҙың исемен генә түгел, бөтә тормошон белеп өлгөрөүемә сикһеҙ шат инем мин.
– Ай афарин, һай маладис, ҡалай сос ҡыҙ!
Бәйгесе финиш һыҙығын үтте. Үтешләй атынан һикереп төштө лә, халыҡ араһына инеп сумды. Әһә, ана бит ул, атаһын тапҡан да, уға ниҙер һөйләй. Ә тегеһе уны ҡосаҡлап һөйөп-һөйөп ала. Мин уларға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Күп ҡайғылар кисергән ата менән ҡыҙҙың шатлығын күреп мин дә шатландым. Улар бүтәнсә бер хәсрәт тә күрмәһен, тик ҡыуаныс, бәхет кенә юлдаш булһын!
Флүр Ғазин.