Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
24 Сентябрь , 16:40

Ҡайнымды үҙебеҙҙә йәшәтәйек

Бахыр ҡайным... Әллә нисек эҙләп тапҡан бит әле. Ишекте асһам, күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап тора. “Ошонда минең улым йәшәргә тейеш”, ти.  

Ҡайнымды үҙебеҙҙә йәшәтәйек
Ҡайнымды үҙебеҙҙә йәшәтәйек

Заһир йүгерә-атлай ҡайтып килә. Тиҙерәк ҡыуандырырға кәрәк һөйөклө кәләшен: уны эшендә күтәрҙеләр, иртәгәнән – бүлек мөдире! Һөйөнөс яңғыҙ ғына йөрөмәй икән шул: күптән түгел ипотекаға фатир алыуға өлгәштеләр, кәләше бына-бына бәпес алып ҡайтырға тора, ә хәҙер...

Гөлзифа ҡараңғы йөҙ менән ҡаршы алды ирен. Ишекте асты ла йәһәт кенә аш-һыу бүлмәһенә инеп китте. Ир уның артынан барып, нимә булғанын белешәйем генә тигәйне, ҡатын күҙҙәренә туп-тура ҡарап, һеңгәҙәтә һуғыр һорауҙы бирҙе:

– Заһир, һин ниңә мине алдап йөрөнөң?

– ?..

– Ниңә атайыңдың иҫәнлеген әйтмәнең?

Ауыҙын асты ла ҡатып ҡалды ир. Ҡапыл хәле бөтөп, ултырғысҡа сүгәләне. Бөтөн бала сағы бер нисә секундта күҙ алдынан үткәндәй булды. Атай...

Ул арала Гөлзифаның һүҙҙәре ҡолағына салынды:

– Бахыр ҡайным... Әллә нисек эҙләп тапҡан бит әле. Ишекте асһам, күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап тора. “Ошонда минең улым йәшәргә тейеш”, ти. Һөйләшеп киттек, сәйгә саҡырҙым. Көтөгөҙ, Заһир бер-ике сәғәттән ҡайта, тим. Юҡ, уңайһыҙ, аҙаҡтаныраҡ килермен, тип сығып китте. Шундай мөләйем, шундай ипле...

– Мөләйем, ипле... Ә һин беләһеңме уның элек ниндәй булғанын?! – тип ҡапыл ҡатынының һүҙен бүлеп, ултырғыстан һикереп торҙо Заһир. – Бахыр, имеш. Бер ҙә бахыр түгел ул! Шуның арҡаһында балалыҡ төҫө күрмәнем. Ҡустым ауырыу булып ҡалды. Әсәйем йәшләй ер ҡуйынына ятты...

Күҙҙәренә йәш төйөлгән ир тәҙрә яҡтауына барып терәлде лә, тышҡа ҡарап, күңеленә тәрән уйылған хәтирәләрҙе өҙөк-өҙөк һурып сығара башланы:

– Иҫ белә башлағандан шуны хәтерләйем: атайымды көндөҙ өйҙә күрмәй ҙә инек. Әсәйем ҡустым менән икебеҙҙе иртә менән йоҡларға һала. Үҫә килә төндә ҡапыл уянып, атайымдың шаулағанын ишетеүҙәрем артты. Ун ике йәшемдә иһә беренсе тапҡыр уның әсәйемде һуғып осорғанына шаһит булдым. Көпә-көндөҙ иҫереп ҡайтып инде лә... Әсәйемде яҡлайым тип араларына төшкәйнем, миңә һуғып ебәрҙе. Күҙҙәрем алдында осҡондар сәсрәне, аҙаҡ бер ни ҙә хәтерләмәйем. Һауыҡҡас, өләсәйем һөйләүенсә, шкафтың ҡырына барып бәрелеп, башым шаулап ҡанай башлаған. Шау-шыуҙы ишетеп йүгереп ингән күршеләр йәһәт кенә табипты саҡыртҡан.

Ошо хәлдән һуң әсәйем беҙҙе тыуған ауылына, өләсәйем янына алып ҡайтты. Дүртәүләп йәшәй башланыҡ. Өлкәндәрҙең һөйләгәндәрен ишетеп йөрөп, шуны аңланым: әсәйем кейәүгә сыҡҡандан бирле туҡмалып, рәнйетелеп йәшәгән икән. Беҙгә генә һиҙҙермәгән, һәр яҡлап ҡурсаларға тырышҡан. Һуңғы хәлдән һуң иһә түҙемлеге һынған. “Үҙемде рәнйетеүгә сыҙар инем, тик балама ҡул күтәреүҙе кисерә алмайым”, – тип ҡайтып киткән.

Атайым һуҡҡандан һуң мине байтаҡ дауаханаға алып йөрөнөләр. Ҡустым иһә ныҡ ҡурҡыуҙан йөрәк сирле булып ҡалды. Әсәйем беҙҙе үҫтереүгә бөтөн көсөн түкте. Мине ауыр йылдарҙа юғары уҡыу йортонда уҡытып сығарҙы. Ҡулыма диплом алғандан һуң бер ай үткәс, аяҡтан йығылып, ҡапыл китеп барҙы... Күптән аяуһыҙ сиргә һабышҡанын беҙгә, балаларына, әйтмәй ҙә йөрөгән...

Ҡустыма уҡырға, аяҡҡа баҫырға ярҙам иттем. Үҙең беләһең, яҡшы эше булһа ла, ул һаман яңғыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән дауаханаға ятып ала. Һуңғы арала хәле тағы хөртәйҙе. Белмәйем, нишләр...

Ә атай... Ул теге саҡтан беҙҙе килеп тә күрмәне. Ҡатын артынан ҡатынға инеп йәшәй тигән хәбәрҙәрҙе ишетеп ҡала инем. Йортһоҙ ҡалған, урамда көн күрә тип тә еткергәйнеләр. Йәлләр, үҙенә алыр, тип әйттеләр микән миңә? Юҡ, тамсы ла йәлләмәйем! Күрәһеләрен күрһен.

– Үткәндәрем өсөн ныҡ үкенәм тигәйне шул, тик ниңә икәнен генә өндәшмәне, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы йәшкә мансылған Гөлзифа.

– Үкенһен...

– Күп кеше ғәйебен танып, тәүбәгә килә бит. Үҙгәрә... Өҫтәүенә, әсәй берәү булған кеүек, атай ҙа... Ғәфү ит уны. Үҙебеҙҙә йәшәтәйек ҡайнымды...

Заһир өндәшмәне. Ул арала ишектең ҡыңғырауы зыңғырланы. Ир ҡапыл терт итеп ҡалды. Унан, тәрән итеп тын алды ла, ишекте барып асты. Ҡаршыһында бөтөнләй шиңгән, бәләкәй генә булып ҡалған меҫкен хәлдәге ҡарт баҫып тора ине. Уның мөлдөрәп баҡҡан күҙҙәренән йәш тәгәрәне:

– Улым...

 Автор: Дилбәр Ишморатова.

Сығанаҡ: “Шоңҡар” журналы.

 

Автор:
Читайте нас: