Сарала Нәсимә Баязит ҡыҙының яҡындары, дуҫтары, башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәре, сәнғәт әһелдәре ҡатнашты. "Хисле сағым" китабына тупланған шиғырҙары йәһәтенән авторҙың ижадына ҡарата Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары: шағирә, журналист, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Искәндәриә, ғалим-әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Бүләкова йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
Китаптың исем туйы Эльмира Хәсәнова етәкселегендәге Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт гимазияһы уҡыусылары сығышы менән башланды: балалар Нәсимә Туҡаеваның шиғырҙарын һөйләне.
Бөрйән яҡташтар берлеге исеменән Нәсимә Баязит ҡыҙын яҡташтары Башҡортостан Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре: Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәзилә Салауатова, шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Айгөл Ғәбитова тәбрикләне, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, йырҙар бағышланы.
Йәш, өмөтлө йырсы, Бөрйән һандуғасы Гөлзирә Мөхәмәтйәнова ла ҡотлауын йырҙары аша еткерҙе. Нәсимә Туҡаеваны ҡыҙы һәм ейәндәре, бергә белем алған класташтары ла тәбрикләне.
Кисәнең һорау-яуап алымында барыуы, уның ярҙамында авторҙың күңелендә ҡайнаған хистәре менән уртаҡлашыуы, Нәсимә Туҡаеваның үҙе яҙған шиғырҙары менән бүлешеүе барыһының да күңеленә ятты.
Китабығыҙ ҡотло булһын, Нәсимә Баязит ҡыҙы, илһам ҡошо мәңге янығыҙҙа ҡанат ҡаҡһын!
Айгөл Ғәбитова (Йәмилева).