-Миңә "Беҙ бергә" проекты сиктәрендә Бөрйән районының күңелемә иң яҡын ауылы Ҡыпсаҡта (Әбделмәмбәт) сығыш яһау бәхете тейҙе. Аллаһҡа шөкөр, дүртенсе тапҡыр юлым төштө бында. Күңелемә яҡын, танһыҡ кешеләрем бар ошо ауылда. Бигерәк тә ижадыма ҙур йоғонто яһаған Зиннур Боҫҡонов һәм уның ҡатыны, әхирәтем Гүзәлде ныҡ яратам. Зиннурҙың матур тәбиғәтте һынландырған фотоларына бик күп шиғырҙар ижад иттем. Хатта Ҡыпсаҡты күрмәҫ элек үк ауылға ғашиҡ инем.
Тағы ла талантлы йырсы Сәлимә Ғарифуллинаның ҡабат мәҙәниәт йортона эшкә ҡайтыуына шатландым. Юғиһә ул һуңғы килгәндә сәхнәнән ситләшеп, балалар баҡсаһына күстем, тигәйне.
Күрмәҫ элек мине тартып торған,
Әсир иткән ауыл һин - Ҡыпсаҡ.
Юлым төшкәс, тамам ғашиҡ булдым,
Әйтерһең, мин йәшәгәнмен һәр саҡ.
Урмандарың серле, тауың бейек,
Кешеләрең эшсән һәм алсаҡ.
Бөрйән йәме, ҡото, бәрәкәте
Һиңә һалынғандыр ул, Ҡыпсаҡ, , - тип яҙған билдәле ҡәләм оҫтаһы Гөлнур Ҡыуатова үҙенең шәхси битләүендә.
(Мәғлүмәт һәм фотолар Г. Ҡыуатованың шәхси битләүенән).