"... "Таң"да ай самаһы эшләп өлгөрҙөм дә коллективым менән тағы хушлаштым. Тағы, сөнки хәрби хеҙмәткә шунан киттем, шунда ҡайттым.
Өфөгә, иптәштәр, БДУ-ға! Редакцияның ҡабырғалап "Корреспондентская" тигән яҙыулы өр-яңы һары уазигы бар ине. Ҙур хөрмәт күрһәтелеп, шуның менән текә тау башындағы аэропортҡа алып барылдым.
Ике аҙнанан уҡырға инеп ҡайттым. УАЗ ҡаршыламаны былай. Кеҫәлә телефон ятмай ине шул. Йә ярай, егерме йәшлек ут егетмен, бынауы һуҡмаҡ буйлап тура йәйәү ҙә төшөрмөн.
Ул һуҡмаҡ артабан мине баш ҡала менән байтаҡ ара бәйләп торҙо. Уҡып бөткәс тә әле. Аяҙ көндәрҙә генә: АН - 2 ямғырҙа, ҡанаттары сыланып, ауырая. Шулай тип шаяртһам да "кукурузник"ка бәйле хәтирәләрем гел болотһоҙ. Заманында Бөрйәндең бер күренеше булды был. Әллә ҡырҡ биш минутта елеп тә етелгәнгә, әллә аэропорт тау башындағы тип-тигеҙ матур асыҡлыҡта урынлашҡанға, унан ҡарағанда район үҙәге Иҫке Собханғол менән Ағиҙел ҡасабаһы усыңа менеп тигәндәй ултырғанға, әллә баяғы бормалы һуҡмаҡ йәй башында бал еҫе аңҡыған йүкәләрҙе янлап һуҙылғанға. Бөтәһе бергәлер..." – тип яҙа үҙенең "Имен-аман тороғоҙ!" тигән китабында Рәсүл Сәғитов.