Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
8 Июль , 12:30

Ҡорған

Әсмүткә генә йомортҡа -Ромашкаларлы урман.

Ҡорған
Ҡорған

Әсмүткә генә йомортҡа –
Ромашкалар туғайҙа.
Йәйге елдәр туҡымаҡсы –
Сәскә башын болғайҙар.
Оя төбө төҫлө ҡояш –
Күктә, төпһөҙ ояла.
Ҡыҙған да, көнлөк себештәй
Тәгәрәп бер ҡыяла.
Әсмүткә генә йомортҡа
Йәшел балаҫ өҫтөндә.
Ҡорт-иңкеше һеркә ташый –
Ҡанаттары көсөндә.
Әсмүткә генә йомортҡа -
Ромашкаларлы урман.
Юрамайынса ла беләң –
Күңелгә элдем ҡорған...


(әсмүткә – всмятку бешкән йомортҡа)

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: