Пятиминутка Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ
Яңы һепертке яңыса һеперә, тигәндәре дөп-дөрөҫ икән ул. Быны беҙҙең “Тормош шәп” гәзитендә эшләгән һәр кем һис икеләнмәй әйтә ала.
Бығаса беҙҙең редакцияла пятиминутка теүәл туғыҙҙа башлана торғайны. Уныһы ла аҙнаға бер тапҡыр ғына ине. Ә яңы баш мөхәррир бөтөнләй үҙенең закондарын алып килде. Тәүге көндө үк һәр ваҡыт ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарар Әлиф Әлимович:
– Пятиминутканы көн һайын туғыҙ тула ун биш минутта башлайбыҙ! Һәр минут ҡәҙерен өйрәнергә ваҡыт, – тине.
– Нисек инде көн һайын? Ғүмерҙә улай булмағанды! Хеҙмәт договорында эш туғыҙҙа ғына башлана, – тигәйнек.
Ауыҙҙы тиҙ томаланы ул:
– Пятиминутка эш ваҡыты иҫәбенә булырға тейеш түгел! Бында һеҙ хужамы, минме?! Минең менән эшләргә теләмәгәндәр хәҙер үк ғариза яҙып китә ала. Берәүҙе лә көсләп тоторға уйым юҡ.
Ни хәл итәһең инде! Телде арҡыры тешләнек. Тота килеп ҡайҙан эшкә бараһың! Һәр кемдең үҙ законы үҙ ҡулында шул. Теге редакторҙы алғас, ҡайһы берәүҙәр ҡыуанысынан дөпөлдәтеп бейеп тә йөрөгәйне. Хужа була торған әҙәмдәр, күрәһең, бөтәһе лә бер сыбыҡтан ҡыуыла торғандыр. Быныһы ишшеү ҙә артығыраҡ ҡыландырмаҡсы. Тегенеһе пятиминутканан һуң ҡайҙалыр китеп ғәйеп була ла эш һуңында ғына күренә торғайны.
Бына бөгөн дә теп-теүәл ваҡытында хужабыҙҙың бүлмәһенә тыпылдашып кереп ултырҙыҡ. Тик Әлиф Әлимович үҙе генә юҡ. Биш минут үтте, ун... Сабырһыҙлана башланыҡ. Секретаршанан һорағайныҡ, белмәйем, тип башын ғына һелкте.
Ахырҙа Илдар:
– Ауырып-фәлән бальнисҡа ятмағандыр?.. – тине, йөҙөнә йылмайыу билдәләре сығарып.
– Һәйбәт булыр ине, – тине уйынлы-ысынлы Азат.
Туғыҙ тулып, ун минут үтте.
– Хәҙер килеп тормаҫ, әйҙәгеҙ, таралышайыҡ. Былай ҙа эш күп, – тип ишеккә ыңғайлағайныҡ ҡына, һөмһөрө ҡойолған хужа үҙе күренде.
– Ҡайҙа? Ҡайҙа? Һеҙгә әле берәү ҙә таралырға ҡушманы, – тине дорфа ғына. – Шунса ваҡыт мине көтөп, бушҡа ваҡыт уҙғарып тик ултырҙығыҙмы? Ниңә ҡәләм-дәфтәрҙәрегеҙҙе алып, мәҡәләләрегеҙҙе яҙа торманығыҙ? Аптыратаһығыҙ бит, ә?! Һуңынан өлгөрмәйбеҙ тип илайһығыҙ.
Ултырышҡас, Әлиф Әлимович тағы бер сама беҙҙе эт ялҡауынан һалдырып парын сығарғас, башын да күтәреп ҡарамай нимәлер уҡыны, унан телефондан кемделер битәрләне. “Ялҡау, ваҡытты бушҡа уҙғарып”, – тигән һүҙҙәре ишетелде.
Ниһайәт, башын күтәреп, ҡаш аҫтынан һөҙөп, бөтәгеҙ ҙә бындамы тигәндәй ҡараны:
– Ни эшләп Гөлсирә юҡ? Әллә уға пятиминутка ҡағылмаймы?
“Кемдең ни өсөн юҡлығын ҡайҙан беләйек? Беҙгә әйтеп йөрөй что ли...” Бер-беребеҙгә ҡарашып:
– Әлләсе, – тип баш һелктек.
– Берәй эш менән киткәндәр, – тине инде етмешен тултырһа ла һаман ныҡышып эшләп йөрөгән Гөлзилә апай.
– Нисек инде белмәйһегеҙ? Мин белергә тейешме? – Етәксе Гөлсирә менән бер бүлмәлә ултырған Сажиҙәгә төбәлде. – Ҡайҙа Гөлсирә?
– Әлләсе. – Сажиҙә лә иңбашын һелкетте.
– Был ни хәл, хөрмәтле коллегалар? Был ниндәй тәртипһеҙлек? Ниндәй эшкә һуңлап йөрөү ул?! Бар, шылтыратығыҙ, белешегеҙ. Гөлсирә ҡайҙа йөрөй? Ни эшләп һаман юҡ? Ул килмәйенсә оперативканы башламайым. Мин тәртип яртам. Бында элекке етәксегеҙ юҡ.
Ул арала кемдер Гөлсирәгә шылтыратып, уның тығында ултырыуын, хәҙер килеп етәсәген белдерҙе. Ә инде ун биш минуттан ҡыҙарып-бешкән Гөлсирәнең башы күренде.
– Ғәфү итегеҙ, пробкала ултырҙым. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Сипайловонан мәңге килеп булмай, – тине ул, ултырғысына ыңғайлап.
– Был ниндәй оятһыҙлыҡ ул, ә? Ғәфү итегеҙ, имеш... – Әлиф Әлимович ашарҙай итеп Гөлсирәгә текәлде. – Баянан бирле, алтын кеүек ваҡытыбыҙҙы сарыф итеп, һине көтәбеҙ. Иртәрәк торорға кәрәк. Бында тығын да, Сипайлово ла ғәйепле түгел. Һинең оятың юҡ. Ишшеү теге ваҡыт бүлек етәксең һиңә атҡаҙанған исеме юллайыҡ тип ингән. Ошондай намыҫһыҙ әҙәмгә нисек заслуженный бирмәк кәрәк!
Етәксебеҙ бер сама әрләп туйғас, пятиминутканы башланы, шикелле.
– Ваҡыттың ҡәҙерен белмәйбеҙ бит, белмәйбеҙ, – тине ул ҡулын һелтәй-һелтәй. – Әйҙәгеҙ, тәртипте тәүҙә эш сәғәтенән башлайыҡ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙең эш туғыҙҙа башлана, алтыла бөтә. Әммә был алты тулыр-тулмаҫтан өйгә һыпыртыу тигәнде аңлатмай. Бына беҙ төшкө аш ваҡытында эшләп йөрөмәйбеҙ. Сәғәт бер тулыр-тулмаҫтан берәүҙәр магазин тип сығып саба. Әллә мине күрмәй ҙә, белмәй ҙә тиһегеҙме? Икенселәр эшкә килеп етер-етмәҫтән сәй эсә башлай. Өсөнсөләр бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп ғәйбәт тоҡсайын бүҫкәртә. Былар барыһы ла ошо ваҡыт иҫәбенә эшләнә. Күпме ваҡыт сарыф ителә. Көндө бушты-бушҡа уҙғарһағыҙ ҙа, һеҙгә тулы эш көнө яҙыла. Тимәк, бушҡа эш хаҡы алаһығыҙ. Шулай булғас, алтыла түгел, етелә ҡайтһағыҙ ҙа яҙыҡ булмаҫ. Илдар, мәҫәлән, кисә һин төштән һуң бүлмәңдә юҡ инең. Ҡайҙа йөрөнөң? Бының өсөн һиңә берәү ҙә ярты көн эш хаҡы түләмәй.
– Мин мәктәптән ҡыҙымды алырға барҙым. – Был яуапты ишетеүгә Әлиф Әлимовичтың йөҙө тағы ла йәмрәйҙе.
– Бына ҡыҙыҡ, эш ваҡытында тот та мәктәпкә китеп бар әле. Ҡайҙа намыҫың, ҡайҙа оятың? Беҙҙең ваҡыт алтын. Әйткәндәй, командировкаға барып ҡайттығыҙ. Ҡайҙа мәҡәләң?
– Әлиф Әлимович, ҡайһы арала өлгөрәйем? Командировканан төн уртаһында ғына ҡайтып индек. Унан иртүк йәнә бер сараға барҙым. Уныһын номерға йәһәт кенә яҙып бирергә ҡуштылар.
– Ҡайһы арала өлгөрәйем, тиһеңме? Башҡаса бындай һорауҙы ишетмәйем. Төн кем өсөн тиһегеҙ? Мәҡәләгеҙҙе төндә яҙығыҙ. Иң шәп мәҡәләләр төндә тыуа! Юҡҡа ғына яҙыусылар, шағирҙар әҫәрҙәрен төндә яҙмай. Бына мин районыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһындағы ошо китапты йылдар буйы йоҡо иҫәбенә яҙҙым. – Әлиф Әлимович алдындағы ҡоймаҡ ҡалынлығындағы китапты ҡулына алып, һелтәй-һелтәй күрһәтте. – Ошо хеҙмәт өсөн күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәнемде белһә бер Хоҙай үҙе генә беләлер. Берәүгә лә зарланып, бәлә һалып ултырмайым. Эшләгән кешенең хеҙмәтен дә күрә беләләр. Етәкселәр үҙемдең, ағайымдың исемен индереүҙе үҙҙәре һораны. Тәүҙә эшләргә, хеҙмәт күрһәтергә кәрәк. Теләһәң, һуҙылып йөрөмәһәң, бөтәһенә лә өлгөрөргә була. Быны үҙемдән әйтәм. Бына минең гәзиттә лә эшем муйындан. Саҡ ҡына күҙ яҙлыҡтырһаң, шыр хата сыға бит. Былтыр һуң, былтыр! Бер һөйләмдә һыҙыҡ урынына ике нөктә ҡуйғанһығыҙ. Университетта нимә уҡытҡандарҙыр ул һеҙгә, аптырайым мин, аптырайым. Бөтәгеҙгә лә тыныш билдәләрен ҡабаттан уҡып сығыуҙы талап итәм. Киләһе пятиминутканан һәр берегеҙҙән һорай башлайым. Аңлашылдымы?
Шул мәлдә Эльвираның ҡәнәғәтһеҙ генә “Уф, Алла” тип ризаһыҙлыҡ белдергәне хужаның ҡолағына ла салынды. Үҙенә ҡаршы һүҙ әйткәнде үлеп яратмаған етәксе тоҡанды ла китте.
– Бер ҙә уфалла түгел. Һеҙҙең эш тәртибен үтәмәгәнгә мин бер ҙә зарланмайым, – тине төкөрөгөн сәсә-сәсә ул. – Бына әйт әле, һин ни эшләп эшкә ваҡытында йөрөмәйһең. Килгәс тә әле оҙон көн буйы биҙәнеп ултыраһың. Йә, шулай түгелме ни? Ниңә өндәшмәйһең? Өндәшмәҫһең дә шул. Дөрөҫө шул булғас. Мин эшкә килгәс, бөтәгеҙҙең дә ишеген ҡыҫып асып ҡарап китәм. Көн һайын өҫтәл тултырып биҙәүестәр йәйеп һалып кем биҙәнә тиһең? Һин! Ишшеү оялмайынса телең сыға.
– Миңә номерға бер мәҡәләне өлгөртөргә кәрәк ине. Сығырға яраймы? – Былтыр ғына эшкә килгән Гүзәлдең ялбарыулы тауышы ишетелде.
– Өлгөрөрһөң! – тип ҡәтғи яуапланы Әлиф Әлимович. – Бында беребеҙ ҙә уйнап ултырмайбыҙ. Мөһим мәсьәләләр хаҡында һөйләшәбеҙ. – Баш мөхәррир Гүзәлгә текәлеп ҡарап торҙо ла тағы һүҙен башланы. – Коллегалар, этика, эстетика тураһында бөтөнләй белмәйбеҙ икән, тип уйлап ҡуям. Бына, Гүзәл, һин ҡайҙа эшләгәнеңде беләһеңме? Белһәң әйт әле, ни эшләп ҡыҫҡа итәк кейеп, вызывающий итеп биҙәнеп йөрөйһөң. Зауыҡ тигән нәмә булырға тейеш бит. Һиңә ҡарап, башҡалар нимә уйлағанын аңлайһыңдыр бит. Иртәгәнән мин һине бындай ҡиәфәттә һәм биҙәнеп йөрөгәнеңде күрмәйем. Бөтәгеҙ ҙә тубыҡтан аҫҡа төшөп торған итәк кейеүҙе талап итәм. Ҡыҙҙар, бынан ары сәстәрегеҙҙе ҡыҫҡа итеп киҫтереүҙе, буяуҙы оноторға тура киләсәк. Мин һеҙҙе маймыл һымаҡ итеп күрергә теләмәйем. Анһат шул, киҫтерҙең дә ташланың, сәс ҡарап хитланаһы түгел. Был ялҡаулыҡтың аръяғы. Бына мин оҙон итеп сәс үҫтереп килдем, ти, һеҙгә оҡшармы? Юҡ, әлбиттә! Артымдан төрлө ғәйбәт һөйләйәсәгегеҙҙе һиҙеп торам.
Шул саҡ Илдарҙың ирене ҡыбырлағандай булды. Һәр кемдең ым-ишаратын, хәрәкәтен күҙәтеп ултырған Әлиф Әлимовичҡа был етә ҡалды.
– Сибәғәтов, һин нимә менән риза түгел? Нимә тип әйттең?
– Бер нимә тип тә әйтмәнемсе.
– Юҡ, әйттең бит! Танма! Һин, егет, давай, минең менән булышма! Аҙаҡ үкенергә тура килмәһен. Беләм бит минең турала һөйләп, жалыу яҙып йөрөгәнеңде. Миңә бөтәһен дә еткереп торалар. Йә, ошонда килгәнсе минең кейергә костюмым булмағанмы? Һин яҙған, тиҙәр ялыуҙы. Телеңде тыя белмәһәң, бынан сығып осҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Ә үҙеңә аҙыраҡ ябайыраҡ кейенеп йөрөргә кәрәк. Ҡайҙа үҫкәнеңде онотма. Һин әлегә ябай хәбәрсе генә. Үҙеңде әллә кем итеп тоймай тор. Аңлашылдымы?
– Әлиф Әлимович, мин бер ниндәй ҙә ялыу яҙманым.
– Алдашма! Ана, күҙҙәрең һөйләп тора.
Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан етәксебеҙ Сажиҙә эргәһендәге ултырғыстың буш булыуын шәйләп ҡалды.
– Бәй, ни эшләп Нурғәлина юҡ ул? Әллә уға беҙҙәге эш тәртибе ҡағылмайымы?
– Ул бит декрет ялында.
– Декрет ялында? Ә ни эшләп мин белмәйем? Уның ике балаһы бар ине түгелме? Уларын үҫтереп кеше итергә кәрәк. Аҡса кәрәк булғанмы? Ай-бай, бай-бай...
Тағы шаҡтай ваҡыттан һуң:
– Ошоноң менән пятиминутка тамам, – тине Әлиф Әлимович. – Ваҡыттың ҡәҙерен беләйек. Юҡ-барға алтын кеүек ваҡытты әрәм итмәһәгеҙ, бөтәһенә лә өлгөрөргә була. Ә хәҙер бөтәбеҙ ҙә эшкә тотонабыҙ!
Был ваҡытта теүәл сәғәт бер ине...
Венер Исхаҡов.