-4 °С
Болотло
Ҡан менән яҙылды был Еңеү,
Һан менән миллионлап баш һалған.
Дошманды еңеүсе дан менән,
Аң менән еңергә тип янған.
Һәр өйгә ҡағылды был һуғыш –
Шойҡаны теймәгән бар микән?
Һыҡраны етемдәр, тол ҡалды ҡатындар –
Ул йылдар ҡайғы ла зар икән.
Миктәгән илемә наҙ булды –
Май айы 45-тең нур булды.
Хакимлыҡ көҫәгән фашистар
Бар донъя алдында хур булды.
Ватан тип баш һалған шәһиттәр
Ожмахта осрашыр, иншаллаһ!
Һеҙ булған өсөн дә йәшәйбеҙ
Вариҫтар – беҙ ошо донъяла.
Айһылыу Ғарифуллина