-2 °С
Болотло
Ҡорттай бүртенер япраҡтар -
Рәшәләгән тал-сыбыҡ.
Ел бәүелгеләй ботаҡта -
Ҡайтып килгән талсығып.
Япраҡ еленә ирәйеп,
Күгүләндәр турайыр.
Тирләп-бығып ҡар быуына
Түл ейәлер ҡара ер...
Кәре ҡайтҡан ҡыш та китер -
Селтәр шәлен ут алған.
Йәйғор төҫтәр тыуһын өсөн
Аҡ һәм ҡара буталған.
Күҙәләмә сайпылышып
Йылға-күл ташлай ярын.
Һыу-һүл мәле - илаһи саҡ -
Шашҡан миҙгеле яҙҙың.
Айһылыу Ғарифуллина