Ҡайһы саҡ юлда күрше-фәлән туҡтап, ат арбаларына ултыртып алырҙар ине. Бигерәк тә көнө буйы арып эшләгәндән һуң аяҡты көскә һөйрәп ҡайтып барғанда туҡтаһалар, бәхеттең етенсе ҡатына менгәндәй була инек.
Шуға мин бесәнгә ат арбаһында йөрөгән кешеләргә көнләшеп үҫтем. Ашарыңа ризығыңды, салғы-һәнәгеңде, ҡайһы бер сабынлыҡтарға хатта һыуыңды йөкләп йәйәү әллә күпме юл үтергә тура килә... Их, сабынлығыңа тиклем ат менән барып, ат арбаһындағы йәшел бесән өҫтөнә генә ятып ҡайт ине, тип хыяллана инем.
Шулай ҙа шәп ине ул бесән эшләгән мәлдәр. Усаҡта ҡайнаған сәйгә ҡарағат, мәтрүшкә, ағас еләге, шартый еләге япраҡтары һалып бешерәһең... Эргә-тирәлә өлгөргән һәр төрлө емеш-еләкте йыйып кәнсиргә һалып, шәкәр менән бутап, усаҡ күмере өҫтөндә сәйгә вәринйә лә ҡайната һалып алыр инек...
Муйыл бешһә, әсәй сәй ҡайнатҡан арала муйыл ағасына үрмәләп менә һалып китеп, ауыҙыбыҙ ҡап-ҡара булып килеп төшәбеҙ... Ғүмерҙең кире әйләнеп ҡайтмаҫ бер мәле булып ҡалды ул саҡтар. Йөрәкте һағыштары менән яндырып ҡына ала, иҫкә төшһә. Сөнки ул мәлдәр әсәйле сағыбыҙ ине. Мәңге дауам итер кеүек ине лә бит...
Әле лә бесән мәле етһә, салғы сүкегән, ғыршылдатып бесән сапҡан тауыштар ишетелгәндәй булып китә...