Нәсимә Баязит ҡыҙы Туҡаева (Науразбаева) 1966 йылда Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Урта белем алғас, Өфө китапхана техникумын, һуңғараҡ Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһын тамамлаған. Оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһында башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһында етәксе булып уңышлы эшләй. Ижтимағи тормошта ла әүҙем ҡатнаша. Тормош юлдашы менән ҡыҙ һәм ул үҫтереп, әлеге көндә өләсәй, олатай дәрәжәһенә эйәләр. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Әлеге ваҡытта Өфөлә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала белгес булып эшләй.
Яҡташыбыҙҙы тәүге китабы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Тышлыҡта - рәссам Гөлназ Мирхәйҙәрова һүрәте.
Нәсимә ТУҠАЕВА, "ХИСЛЕ САҒЫМ" - Өфө, Юлдаш, шиғырҙар.