Бөрйән ҡыҙы Алһыу Алтынбаева – үҙнәшер юлы менән сыҡҡан өс шиғыр китабы авторы. “Мөхәббәттән ваз кисмәйем”, “ Өмөт йондоҙо”, “Килер көнгә ышанам” китаптары менән ул үҙ уҡыусыһын ғына түгел, рус телендә яҙышҡан башҡорт әҙәбиәтселәренең араһында ла үҙ урынын тапты.
“Класташтар” селтәрендә лә үҙ һүҙе бар Алһыуҙың – ниндәй генә шиғри конкурстарҙа ҡатнашмай һәм еңмәй!
Алһыу Ғәйфи ҡыҙының шиғырҙары нәшриәтсе Д.Рогачев баҫмаһында “ Тереһыу” альманахында бер тапҡыр донъя күргәйне. Үткән йылдың октябрь һанындағы альманахта үҙебеҙҙең Бөрйән ҡыҙының шиғырҙары урын алыуы – үҙе мәртәбә, барыбыҙ өсөн уртаҡ шатлыҡ булғайны.
“Тереһыу” әҙәби альманахы ай һайын китап формаһында сыға. Унда Рәсәйҙән генә түгел, элекке СССР-ҙан айырылып сыҡҡан бөтә илдәрҙән, улай ғына ла түгел, хатта Германия, Көньяҡ Корея, Палестинанан сыҡҡан авторҙар әҫәрҙәрен баҫа икән. Альманах киң интернет селтәрендә таралған шиғырҙар авторҙарын бергә туплай. Был уникаль проект арҡаһында оҙаҡ йылдар шиғырҙарын баҫтыра алмай сират көткәндәр үҙ уҡыусыһын тиҙ таба. Альманахта баҫылыр өсөн электрон адрестарына мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Бөгөн редакцияға Алһыу Алтынбаева “ Шиғырҙар йыйынтығы”н (йомғаҡлаусы) тотоп килгән – бында ла уның шиғри шәлкеме ингән.
“ Башҡортостанда быйылғы йыл физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә хәстәрлек күрһәтеү йылы, тип иғлан ителде. Ошо йылда үҙемдең шиғриәтемде хәстәрләп, йомғаҡлау альманахында шиғырҙарым баҫылыуына шатмын”, -ти Алһыу.
Бөрйән ере, Урал батыр Тереһыу бөрккән ерҙәр, шөкөр, тере һүҙҙән тере һәм бәрәкәтле!
Алһыу Алтынбаеваның иһә шиғри ҡомары һүнмәһен, уға ижади балҡыштар, ныҡлы һаулыҡ насип булһын!