Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
26 Март , 10:45

Тәүге ямғыр

Иртәнән ямғыр тетә – Көрттәр һимеп, ҡыш бөтә.

Тәүге  ямғыр
Тәүге ямғыр

Иртәнән ямғыр бешә –

Мырҙаған ҡарҙы тишә.

Йәшәргән боҙ Иҙелдә –

Ҡыбырларына билдә.

Ләйсән микән беренсе

Яҙ сәләмен биреүсе?

Ҡар башына етер ҡар -

Ҡышҡа инде урын тар.

Тиртер, бүртер бөрөлөр,

Бөжәк-ҡорто терелер.

Ҡымырйыр бөтә терек,

Яҙ еҫенә иҫереп.

Иртәнән ямғыр тетә –

Көрттәр һимеп, ҡыш бөтә.

Өр -яңы ғына яҙҙан

Барыһы  бәхет көтә...

              Айһылыу Ғарифуллина

 

ҺИМӘ* – кәмей, шиңә

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: