Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
5 Март , 10:00

Яңы яҙға

Иретер, наҙлыҡай бит яҙ -Уйылыр хатта суйын.

Яңы яҙға
Яңы яҙға

Субырлап аға, ҡарале,
Боҙбармаҡтың йәштәре.
Иҙерәне. Ә бит ҡышын
Ҡылыс булып йәшәне.
Тамсы тамып ташты тиште -
Тояҡ эҙендәй уйым.
Иретер, наҙлыҡай бит яҙ -
Уйылыр хатта суйын.
Илай-илай ҡыш ҡарышыр,
Буран-ҡарына сорнап.
Талдарҙа, юҡ, түгел уйнап,
Бөрөләр тиртер, морнап.
Көлә-көлә яҙым килер
Йәшәлмәгән. Өр-яңы.
Ҡояш нуры моңға мансыр
Түл ейәсәк донъяны!

      Айһылыу Ғарифуллина

Яңы яҙға
Яңы яҙға
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: