Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Февраль , 10:30

Сәскә инәй

...Атайым менән әсәйем эшкә китһәләр, беҙҙе уларға ҡалдыра торғайнылар. Икенсе кешегә ҡалдырһалар, Хәҙисә инәйҙең Үтәбикәнән бесәндән ҡайтҡанын көтөп, тупһаһында йоҡлап ятҡан саҡтар ҙа булды. Йәй һайын инәйгә күп итеп үлән йыйыштым. Беҙҙең ауылда инәйҙәр июнь айында үлән йыйып, ҡыҙғансы тоҡта тотоп, аҙаҡ шул үләндә йәки ҡомға күмелеп ятып, үҙҙәренең һаулыҡтарын сәләмәтләндерерҙәр ине...

Сәскә инәй
Сәскә инәй

Ауыл уртаһындағы (Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы – ред.) бәләкәй генә өйҙә эреле-ваҡлы бала-сағалар йыйылып алған да ҡурсаҡ кеүек ыҡсым ғына кәүҙәле, йәшел йәшмә ташындай йәшкелт күҙҙәренән яҡты нур сәселеп торған әбейҙең һәр хәрәкәтен тын да алмайынса күҙәтәләр. Ул, бер ниндәй ҙә ҡәләм менән һыҙып та тормай, ҡағыҙҙан ҡайсыһы менән балаларҙың һәр береһенә ат һүрәттәрен ҡырҡып бирә. Был мөғжизәле аттар, әкиәттәге дөлдөлдәрме ни, инәйҙең ҡулдарынан ысҡынып, хәҙер үк әллә ҡайҙа сабып сығып китерҙәр төҫлө. Өйҙөң стенаһына ла ат һүрәттәре йәбештереп ҡуйылған. Балаларса бер ҡатлы, саф күңелле, оло йәштә булһа ла, был һып-һылыу, теремек ҡатын Тыуған илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап башын һалған Күлбаев Зәйнулла бабайҙың хәләл ефете Хәҙисә инәй булыр.
Аттарға булған оло һөйөү инәйгә бала саҡтан ата –бабаларынан күскәндер, тип уйлайым, сөнки олатаһы Мөхәмәтхужа суфыйҙың тоҡом аттары ялан тултырып үлән утлап йөрөй торған булғандар. Инәй оҙаҡ йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне, ҡыҙы Зәлифә менән ҡап һуҡты. Беҙ, балалар, шул тиклем ярата торғайныҡ Хәҙисә инәй менән Зәлифә апайҙы. Хәҙисә инәй йоҡлар алдынан мауыҡтырғыс итеп әкиәттәр, төрлө фәһемле хәл – ваҡиғалар тураһында һөйләр, доғалар өйрәтер ине. Ә Зәлифә апайҙың һалдан ҡайтҡанын һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп алыр булдым, сөнки миңә бәләкәй генә булһа ла бүләк алып ҡайтыр ине. Бер ваҡыт ул миңә һалдан ынйылар менән биҙәлгән матур кәкре тараҡ алып килгәйне. Ә мин тараҡтың осон ғына эҫе һыуға тығып ҡараһам, нимә булыр икән тип, һыуға тығып ҡараным - бер нәмә лә булманы. Туҡта, осон ғына әҙ генә яндырып ҡарайым әле, бындай әйберҙәр нисек яна икән тип, утҡа тигеҙеп ҡарауым булды, тарағым гөлп итеп ҡалды. Тарағымды йәлләп, күҙҙәремдән йәштәр атылып килеп сыҡты.
Атайым менән әсәйем эшкә китһәләр, беҙҙе уларға ҡалдыра торғайнылар. Икенсе кешегә ҡалдырһалар, Хәҙисә инәйҙең Үтәбикәнән бесәндән ҡайтҡанын көтөп, тупһаһында йоҡлап ятҡан саҡтар ҙа булды. Йәй һайын инәйгә күп итеп үлән йыйыштым. Беҙҙең ауылда инәйҙәр июнь айында үлән йыйып, ҡыҙғансы тоҡта тотоп, аҙаҡ шул үләндә йәки ҡомға күмелеп ятып, үҙҙәренең һаулыҡтарын сәләмәтләндерерҙәр ине. Тағы ла шул хәтерҙә ҡалған: Хәҙисә инәй өйөнөң артында күп итеп төрлө - төрлө сәскәләр үҫтерер ҙә кешеләргә бүләк итер ине.
Шуғалыр ҙа минең балаларым уны яратып, “Сәскә инәй” тип йөрөттөләр. Өйө бәләкәй генә булһа ла, күңеле иркен ине. Бер туған ағаһы Ғәли бабайҙың балалары ла уҡыу ваҡытында уларҙа йәшәнеләр, сөнки Үрге Нөгөш башланғыс мәктәбе балалары өсөн беҙҙең ауылда интернат төҙөлмәгәйне ул ваҡытта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә бөртөк ҡыҙы ла үҙенән алда гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Тормошо еңелдән булмаһа ла, Хәҙисә инәйҙең зарланып, илап, һыҡтап ултырғанын күрмәнем. Бер ваҡытта ла бер кем тураһында ла ҡыйыш һүҙ әйткәнен дә хәтерләмәйем. Изге күңелле кеше ине, биш ваҡыт намаҙынан, ураҙанан айырылманы, барына шөкөр итеп, кешеләргә тик яҡшылыҡ ҡына теләп, доғалар ҡылып ултырҙы, шуғалыр ҙа ауылдаштарым уға гел хәйер килтерерҙәр ине.

Шәһүрә Әхмәҙиева (Ишмөхәмәтова), Учалыла йәшәүсе Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙа.

Автор:
Читайте нас: