Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Февраль , 11:00

Тоҡос ай

Томанһытып шыҡырайта, Ҡырауһытып туңдыра.

Тоҡос ай
Тоҡос ай

Томанһытып шыҡырайта,

Ҡырауһытып туңдыра.

Һалдырмай әле февраль

Иңебеҙҙән тунды ла.

Ҡәһетләнгән тоҡос ай ул –

Мөгөҙ һындырмаҡ була.

Йә һыуығы аптырата,

Йә бурандары тулай.

Ҡыш ҡыш инде, ни тиһәк тә –

Үҙе баш, үҙе хаким.

Зәмһәрир һыуыҡтарынан

Барыбер йылы таптым!

Тәрән көрттәр эсендә лә

Ҡыяҡ та,  бөрө бит ул.

Туң тигән ошо биләмә

Барыбер тере бит ул.

Тоҡос айҙың эсендә лә

Өйөм-өйөм наҙ бит ул.

Бер аҙымдан бүтән донъя –

Күҙ сағылтыр яҙ бит ул!

      Айһылыу Ғарифуллина

Тоҡос ай
Тоҡос ай
Тоҡос ай
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: