Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
15 Февраль , 09:30

Илем тиеп ирҙәр йәшәйҙәр

Бөрйән шуравиҙарына шурави* - фарсы теленән килеп ингән һүҙ, ғәрәпсә "шура" - (совет, кәңәш)  - Афғанстанда СССР сығышлыларҙы тарихи атау исеме, ДРА-ла интернациональ бурысын үтәүсе совет яугирҙәрен "шурави" тип атағандар

Илем тиеп ирҙәр йәшәйҙәр
Илем тиеп ирҙәр йәшәйҙәр

Илем тиеп ирҙәр йәшәйҙәр
Бөрйән шуравиҙарына
Афғанстан. Ҡайнар ҡояш иле.
Ҡояш ҡыҙыу һуғыш утылай.
Көйҙөрөп тә үҙ тамғаңды баҫтың
Яҙмыштарға, ярып урталай.
Бер яртыһы – алыҫ Тыуған илдә,
Таңдар тыныс атҡан төбәктә.
Бер яртыһы һиндә, Афғанстан,
Ғүмер сиге – утлы көбәктә.
Тауҙарыңда күпме эҙҙәр ҡалды,
Беҙҙең йәшлегебеҙ эҙҙәре.
Бында һуғыш, үлем һәм ҡотолоу,
Аҫта – ҡышлаҡ, афған өйҙәре.
Артылыштар, боролоштар ҡалды,
Таш ҡыҙыуы күсте йәндәргә.
Беҙ һынманыҡ, һаман алға барҙыҡ –
Ир-егеттеме һуң йәлләргә?
Быуыны ла нығынмаған, тиеп
Йәлләмәгеҙ беҙҙе, әсәйҙәр.
Афғанстан беҙҙән ир яһаны –
Илем тиеп ирҙәр йәшәйҙәр.
Егетлеккә ҡаты һынау тоттоҡ,
Тоғролоҡто яҙмыш һынаны.
Һынһа һынды бүлешергә телем,
Ир-егеттең рухы һынманы.
Афғанстан... Алыҫ-алыҫ ерҙәр –
Тау-таштарҙан торған ил бары.
Унда ҡояш, дуҫлыҡ хисе ҡайнар,
Ир-егетлек даны юғары!
Айһылыу Ғарифуллина

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: