Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Ғинуар , 10:05

Семәрһеҙ һандыҡ (хикәйә) Таңһылыу Баһауетдинова

...Һуғым ашарға килгәндәрендә, өлкән килендәше: “Элек күп һеперелдек, хәҙер ҡәйнәнең эремсек һыуына ҡоймаҡ ҡоя торған килене бар, өлгөрә ул”, тип аш-фәлән дә сығарышмай, шарҡылдата көлөп  түргә менеп ултырһа, уртансы апһын унан да арттырҙы: “Ҡана, “битамин” ашаған ҡаҙ ите ашап, битамин балансын күтәреп алайыҡ әле. Йәй буйы көттөм ошо минуттарҙы. Бәй-ә, әллә быныһы “битамин” ашарға яратмаған ҡаҙының ите булған, тас минең битаминһыҙ ҡаҙ итенең тәмен тат итәсе”, тип сағып алды. Бер нәмә лә аңламаған Мәүлиҙәгә ҡунаҡтарға сәй яһап торғанда күрше апай аңғырт бирҙе...

Семәрһеҙ һандыҡ (хикәйә) Таңһылыу Баһауетдинова
Семәрһеҙ һандыҡ (хикәйә) Таңһылыу Баһауетдинова

Йөҙөнән йылмайыу китмәй, көйләй-көйләй, ихатала ейәндәренә әүһелдәк әтмәләп йөрөгән абышҡаһына ҡарап, йәшелсә баҡсаһынан йәш ҡыяр алып сығып килгән Мәүлиҙә ауыҙ эсенән генә: “Эй, диуана, кирелегеңә барып, ошо бәхеттән дә баш тартып ҡараған кеше бит һин”, тип ҡуйҙы. Әйтерлеге лә бар шул – Байморатының кире яғы ҡуҙғалһа, алдына сығырмын, тимә. Хатта хаҡ түгел икәнен белһә лә, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышып, ҡарышҡырланып ала ла китә инде. Заттары менән шулайыраҡтар. Уның ҡарауы донъя көтөүгә бик мөстәндәр. Ике ағайы ла хан һарайындай йорттар һалып, уны тирә-яҡтан тимер менән ҡоршап алып, башҡалар күҙенә артыҡ салынмай, кеше менән бигүк аралашмай, үҙ көйҙәрен генә көйләберәк донъя ҡыуалар. Баймораттың донъяһына ла турғай ҙа осоп инерлек түгел.

Ҡыҙы шылтыратып, ғаиләһе менән өс көнгә ҡайнағаһының улының туйына ҡайтып китәсәктәре, шул мәлдә балаларҙы уларҙа ҡалдырып торорға ниәтләүҙәре тураһында әйткәс, йөрәкһеп, үҙенә урын тапмай бер булған Байморат, таң һыҙылғанын көскә көтөп алды ла, ана, ейәндәренә ҡара таңдан әүһелдәк элеп йөрөүе. Йөҙө һуң әле – гүйә, бөгөн ҡояш уның ғына битен яҡтырта - үҙе ихата ҡояшына әйләнгән.

Донъяның шыпа ҡояшһыҙ сағын да күп күргән Мәүлиҙә лә ошо бәхеттәренә күләгә төшөп ҡуймаһын тип кенә тора - ятһа ла, торһа ла Аллаһтан шуны һорай. Баймораттың кәйефен күтәреү “дарыуын” ихлас файҙалана хәҙер Мәүлиҙә – “зат ауырыуы“ еҫе сыға башлаһа, йәтешләп кенә ейәндәре хаҡында хәбәр башлай, уларҙың  берәй ҡыҙығын иҫкә төшөргән була - Баймораттың ауыҙы йырыла ла башлай.

Эй, тормош тигәнең… Бер күктәргә күтәрә, бер ергә һеңгәҙәтә һуға шул әҙәм балаһын. Зат затына оҡшамаһа, арты ҡыйыш була, тейҙәр бит – Байморат менән дә йәшәүе ҡаймаҡ ҡына булманы,  ҡайҙа ул, хатта сәпсим ҡаймаҡ булманы. Ир донъяһын бынамын итеп көтһә лә, кәзәһе ғүмере буйы эргәһендә генә йөрөнө. Яңылыш ҡына бер һүҙ ысҡындырыуың да етә – тояҡтарын текелдәтеп, мөгөҙҙәрен сәнсеп ир менән ҡатын араһына текә генә килеп тә баҫа. Абышҡаһының һалпы яҡтарын яйлап төшөнөп алғас, “йөгө” ауыша башлаған яғына һалам ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, утыҙ йылға яҡын ғүмер итеп ташлағандар икән. Шуныһы бар – эсеп, боларып, донъя туҙҙырып йөрөмәй. Йәнә ҡәйнәһе тартты. Башта, килен булып төшкән мәлендә, һырт ҡабартманы түгел уныһы ла – сабырлығы, сыпрандаҡ булмауы, һүҙ күтәрә белеүе һәм, әлбиттә, эше менән яраны ҡәйнәһенә. Йәшләй генә килен булып төшһә лә, әсәһе үҙе иҫ белгәндән алып ауырығас, таң менән тороп һыйырын да һауып, ағын да эшкәртеп, ҡатын-ҡыҙ эшенә өйрәнгән Мәүлиҙә донъя көтөүгә талымһыҙ.

Мәүлиҙә кейәүгә сыҡҡас, әсәһе һыйырын бөтөрҙө. Ҡәйнәһенә рәхмәт – ара-тирә май-ҡаймаҡ, һөт ебәртеп, ҡыштарын киҫәккә бүленгән иттән дә өлөш сығартып торҙо. “Байморатҡа әйтеп торма, килен, бер әйтмәһә, бер иҫеңә төшөрөр. Ҡоҙағый һурпэсеп алһын, бар, ошо итте алып бара һалып кил. Иттән күп нәмә юҡ, Аллаға шөкөр. Юлыңғайы утын, һыу индереп кит. Социаль рабутникты көтөп күҙе ҡараймаһын”, тип әсәһенә ебәрер ине. Мунсаға ла алдырып, итле аш ашатып ҡайтарғыланы - ике ҡоҙағый килешеп йәшәне.

-Минең бабай ҙа шулай ҡырыҫыраҡ, донъя малы өсөн йәнен фиҙа ҡылыр кеше булды. Ваҡ-төйәккә лә ҡыҫылып ыҙалатты. Бер биленән ҡуҙғала алмай сәсрәп ауырып китте был. Йылы, тип ошо түрбаш яғына - урындыҡҡа урын һалдырҙы. Ҡарап ятҡандыр инде минең йүгергеләгәнде, шунан һуң бер аҙ йомшара төштө. Бер мәжлестә хатта, ҡатын-ҡыҙҙың эше диствителне тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек икән ул, ауырығанда сараһыҙҙан ҡарап ятып, үҙем арып киттем, тине. Ҡайтымһаҡ булды үҙе.

Килен, Байморат та тас атаһы ул. Гел улай баш баҫып ҡына йөрөмә. Баһылғанды баһырға ғына торалар, әҙерәк үҙ һүҙеңде лә әйтеп өйрән. Ошо нигеҙ һиңә ҡала бит.

Ир менән йәшәү – үҙе бер сәнғәт, үҙе бер сәхнә. Әҙерәк һуҡырыраҡ, әҙерәк һаңрауыраҡ булһаң, ваҡыты менән үҙеңдең һүҙең, телең барлығын да аңғартып торһаң, бик баҫа алмаҫтар. Үҙеңде ирең, балаларың тапҡырында хеҙмәтсе түбәндегенә төшөрмәүең үҙеңдән тора. Балаларға эш ҡуш – өйҙә әсәй генә эшләргә тейеш икән тип үҫмәһендәр, -  тигәйне ҡәйнәһе. Ҡәйнәһенә йәш сағында уҡыу эләккән булһа, унан шәп һәм ғәҙел етәксе сыҡҡан булыр ине, бәлки.

Байморат ауырыраҡ һүҙ әйтһә лә, ҡәйнәһе мәрхүмә, киленгә һүҙ әйтмә, уның кеүек башына яулыҡ бәйләп, көнө буйы һеперелеп донъя көткән бисәләр хәҙер әҙ, ана, урамға сығып, магазинға инеп ҡара, тип килененең үҙ ҡанаты аҫтында икәнен аңғартып ҡуйыр ине.

Хәйер, әсәһе кейәүгә оҙатҡанда, Баймораттың зат-ботон белгәнгәлер инде: “Ҡыҙым, кешенән кеше артыҡ булмай, иң бәхетле күренгән ғаиләнең дә бер һыҙлауығы була ул, кемдәр араһына барғаныңды белеп бараң, түҙеп йәшәргә тырыш. Кәкерене ҡәбер генә төҙәтә, тиҙәр, төҙәтергә тырышма, яраҡлашырға өйрән, шул уҡ ваҡытта үҙеңде ергә һалып тапарға ла бирмә. Ауыр ғына зат булһа ла, ошоға тиклем улар затының ҡатындары айырылып ҡайтып киткән осраҡты иҫләмәйем. Ул зат килендәштәре бер һүҙҙән булып, араларына яттарҙы индермәй, бер-береһенең эс серен ситкә сығармай, татыу ғына донъя көтәләр. Төшкән ереңә таштай батырға тырыш. Тамағың туҡ, донъяң бөтөн булыр һәр хәлдә. Үҙем хәләл тиремде тамыҙып тапҡан аҡсамдың осон осҡа ялғай алмай ғүмер иттем, балаларыма теләгәндәрен ашата, кейҙерә алманым – шуға эсем яна. Ней атаң да йәшләй генә шул фермаһы арҡаһында - тоҡом үгеҙенән теҙҙәнгәндән һуң мандый алмай китеп барҙы бит инде. Ир тапҡанда бит ул бәрәкәт. Ауылда ирһеҙ донъя көтөүҙең ауырлығын шуны татыған кеше генә белә. Ирһеҙ донъя әле тегеләй, әле былай ҡыйшайып ҡына бара. Хоҙай тарафынан ир менән ҡатынға тип тәғәйенләнгән йөктө яңғыҙ тартып, ир урынына ла, бисә урынына ла егелеп миктәнем мин дә. Шул ферма бөтөрҙө минең дә һаулыҡты. Утыҙ градуста эрзинкә итек кейеп һыйыр һауҙыҡ бит. Иртәнсәк барыуға һыйырҙарҙың тиҙәге иҙәнгә ҡуша ҡарланып туңыр ине. Шул һыуыҡта ҡул менән көнөнә 3 тапҡыр 20-25 һыйыр һау әле…

Татыулыҡ сере сабыр итеүҙә, балам. Ауыҙыңдың эсе тулы ҡан булһа ла, ситтәр алдында төкөрмә, түҙемле бул. Ҡәйнәңде уҫал тиһәләр ҙә аҡыллы уҫалға оҡшатам мин уны. Кенә һаҡлап йөрөй торған кешегә оҡшамаған. Иң яҡшы ҡәйнәнән дә ҡандала еҫе килә, тиҙәр, сабыр итергә тырыш. Һин минең таянысым, ышанысым. Үҙебеҙҙең ауыл кешеһенә кейәүгә барғаныңа ҡыуанам. Кейәү донъя көтә торған кеше”, тигәйне.

Тыйнаҡ, эшсән, ауырлыҡтар күреп үҫеп, байтаҡ бешеккән Мәүлиҙәгә шулай ҙа тәүге йылдарҙа айырыуса ауыр булды – тормоштары етешеп, үҙҙәре тамырланып, нығынып алған килендәштәре араларына артыҡ индермәй маташты, башта бер алдына, бер артына сығып торған ире лә, тора-бара юҡтан сәбәп табып булһа ла, ҡырыҫлығын күрһәтеп алырға онотманы. Шулай ҙа килен булып төшкән мәлендә Мәүлиҙәне яҡлап әсәһенә әйткән бер һүҙе күңелендә майҙай булып йәшәй. “Әсәй, бына һиңә килен. Уға әле 19 йәш кенә. Бала ғына. Килен быны белмәй, тегене белмәй, тип урамға сығып һөйләп йөрөмә, белмәгәнен үҙең өйрәтеп ал”, тигәйне әсәһенә. Баймораты менән аралары 12 йәш.

Тештәнмә Мәүлиҙә эшкә, балаларына баҫты һағыштарын. Ҡулынан балалары төшһә, эшкә кереште, эштән туҡтаһа, балаларын ҡосағына алды.

Апһындарының араларына индермәй маташыуҙарының да үҙ әтнәкәһе бар.

Ҡәйнәһенең: “Шөкөр, кинйә киленем зәрә эш мәнеһен белә. Өс һыйырҙың ағын тамсыһына тиклем аш итә. Эремсек һыуын да, макарон бешергән һыуҙы ла әрәм итмәй,  ҡоймаҡ ҡоя һала. Ағы бер сәс-баш булып ултырмай. Анауы ҡәҙәр сепарат һөтө лә ҡош-ҡорт, мал-тыуар тамағына китеп тора. Ана, бәғзе берәүҙәр 25 ҡаҙ бәпкәһе алһа, үҙа барһа, 15-18 штугы һуғымға барып етеп, ҡаҙанына төшә. Ә Мәүлиҙә киленем, йәш кенә булһа ла, алған 25 бәпкәһен теүәл генә ризыҡҡа яҙҙыра. Ул бит йәй буйы күпсегән һөт ҡуйыһына кесерткән, мысый ыуаҡтап, фураж ҡушып болғап ашата. Йыбанмай, йәй буйы битамин ашатҡас, иттәре лә зәрә татты була”, тигән хәбәре йүкә телефон аша ауылды урап сығып, килендәштәренә лә барып еткән. Был хәбәрҙе, декрет ялында булғас, артыҡ урам араһына сығып йөрөмәгән Мәүлиҙәгә еткереүсе булманы. Һуғым ашына тиклем. Һуғым ашарға килгәндәрендә, өлкән килендәше: “Элек күп һеперелдек, хәҙер ҡәйнәнең эремсек һыуына ҡоймаҡ ҡоя торған килене бар, өлгөрә ул”, тип аш-фәлән дә сығарышмай, хахылдата көлөп  түргә менеп ултырһа, уртансы апһын унан да арттырҙы: “Ҡана, “битамин” ашаған ҡаҙ ите ашап, битамин балансын күтәреп алайыҡ әле. Йәй буйы көттөм ошо минуттарҙы. Бәй-ә, әллә быныһы “битамин” ашарға яратмаған ҡаҙының ите булған, тас минең битаминһыҙ ҡаҙ ите итенең тәмен тат итәсе”, тип сағып алды. Бер нәмә лә аңламаған Мәүлиҙәгә ҡунаҡтарға сәй яһап торғанда күрше апай аңғырт бирҙе. Оялыуҙан, аяҡ быуындары йомшарҙы хатта. Апһындарының үҙенә һырт ҡабартыуҙарын серен шунда ғына аңланы Мәүлиҙә.

Бер-ике көн түҙеп йөрөнө лә, ҡәйнәһе менән аулаҡ ҡына ҡалғанда был турала әйтмәй түҙмәне..

-Ҡәйнәәм.

-Һөйҙә. – Шулайыраҡ һөйләшә ҡәйнәһе ҡайсаҡ.

-Башҡа, зинһар өсөн, мине кешеләргә маҡтап һөйләмәгеҙ инде. Уңайһыҙ.

-Ә-ә. Ярай, ҡабат урам араһына сыҡҡанда миңә нимә һөйҙәргә, нимә һөйҙәмәҫкә икәнен әйтеп йәки яҙып сығарырһың атыу. Быға тикте нимә һөйҙәргә кешенән һорап йөрөгән юҡ ине әле.

Килен! (ҡаты итеп әйтте быныһын). Апһындарыңдың сыпрандашыуы әйттерҙе был һүҙҙе, ивет. Һуғым ашында ишетеп утырҙым. Юрамал өндәшмәнем. Кеше ҡыуандырғым килмәне. Ысыны шулдаһа! Апһын апһын менән булышмай тормаҫ. Аш менән атҡанға  таш менән атып ултырған килендәргә уңайлы мәле еткәс үҙем яуап бирермен. Күкәй тауыҡҡа өйрәтмәй ул, килен. Мынын быяғына миңә урам араһынан урап ҡайтҡан хәбәрҙе хәбәргә һынап әйтеп, үҙеңде кәмһетмә. Үҙең дә, ваҡланып, һүҙ юллама. Сәй таратырға сыҡҡанда һинең бурҙаттай ҡыҙарған йөҙөңдө күреп, күрше ишкән икән арыш сумарын, тип уйлағайным инде. Эсең тулы ут булһа ла, башыңды юғары тотоп өйрән. Тейер-теймәҫтең күңелен үҫтереп, шәмәреп йөрөмә! Күрше Сәрҙиәнең тумбытҡанын аңғарҙым инде. Тапҡан уныһы ла мәлен.

Ә килендәштәреңә үпкә тотма. Донъя булғас, унсама ғына  ҡашығаяҡ шылтырай инде. Ағай-эне татыу ерҙә мал күп булыр, апһын-ара татыу ерҙә аш мул булыр. Шуны онотма. Иртәнән һуңға өлкән еңгәң саҡыра һуғымға. Барғандан алып турбашынан сыҡма, бөтә эшен бергәләш. Аш ашалып бөтөү менән өҫтәлдәге тәрилкә-маҙарға йәбеш, түрбашҡа сығара һалып йыуа башла. Сәй һауыт-һабаһын да йыуышып, өҫтәлдәрен йыйышып ҡайт. Тегенеһенекендә лә шулайт. Изгелек ит, кенә ҡыума. Һүҙең әҙ, эшең күп булһын. Эшләгәндән кеше үлмәй. Эшләгәнең уларға булһа ла, изгелеге һиңә әйләнеп ҡайтыр. Бер ваҡытта ла һынашма. Шунда улар ҙа ирер, үҙҙәренең араһына индерер.

Ҡәйнәһенең ошо һүҙҙәрен ғүмергә онотманы Мәүлиҙә. Әллә күпме ҡатын-ҡыҙ эшенә лә ҡәйнәһе өйрәтте.  Яңылышһа ла әрләмәне.

Ысынлап та, апһындары менән араларындағы боҙ яйлап ирене. Һуғым-фәлән, ҡаҙ өмәһе кеүек оло эштәрҙе, ситтән кеше ҡушмай, бер-береһенә йөрөп, үҙҙәре генә атҡаралар. Кәңәш-төңәшкә лә хәйләһеҙҙәр. Бер-береһен ялҡытып, көн һайын аралашып та йөрөмәйҙәр, ләкин кәрәктә, бар эштәрен ташлап, ярҙамға ашығалар.

Әйткәндәй, ҡаҙ-өйрәккә күпсегән һөт ҡуйыһына кесерткән, мысый сапҡылап ҡушыуҙы ҡәйнәһе үҙе өйрәткәйне. Бергә йәшәй торған, олоғайған көнөндә ҡулына ҡалыуы ихтималлығы булған килененең шул рәүешле дуғаһын күтәрә биреберәк ҡуйыуы булдымы, үҙенең ҡартлығына ла урындың түрҙәгеһен, түшәктең йомшағын нарҙабыраҡ та ебәреүе булдымы - аңлап етмәне Мәүлиҙә. Хәйер, шулай булды ла – бергә донъя көткәндә лә, ҡартлығы еткәндә лә ҡәҙерле ҡәйнә булды.  Донъялыҡтағы һуңғы тамсы һыуҙы ла яратҡан килене ҡулынан эсте. Улдары ла, хәле ауырлашҡас, янынан өҙөлмәй, һәр әйткәнен үтәп, һуңғы һулышына тиклем эргәһендә шәм кеүек баҫып торҙолар…

Уҫал, тура һүҙле булһа ла, кенә һаҡламаны. Килендәренә тигеҙ ҡараны, йәш саҡта йөрөп ҡалығыҙ, саҡырған ерҙән ҡалмағыҙ, ҡыуған ергә бармағыҙ, тик саманан ашмағыҙ, тип ҡунаҡтарға киткәндәрендә балаларын да алып ҡалыр ине. Ҡәйнәләренән берәй әсе һүҙ ишетеүҙән ҡурҡып, тегеләре балаларын йәһәт кенә индереп терәй ҙә алтмыш аяҡлап ҡасыу яғын ҡарар ине.

Тик ҡәйнә кешенең “Туҡта!” тигән һүҙе шулай ҙа туҡтарға мәжбүр итер ине. Ауылда “Итартас” ҡушаматы алған апһыны Филүсәнең бурҙаттай булып баҫып торғаны иҫенә төшһә, әле лә йылмаймай түҙмәй Мәүлиҙә.

-Имсәк балаңдың алмаш ыштандары бармы?

-Бар. Бишәү һалғаным.

-Нисә сәғәткә ҡалдыраң?

-Бер ике сәғәт тирәһенә. – Күрәләтә алдаша апһыны.

-Теүәл икегә ҡабатлармын ярай, хисапҡа шәпмен мин.

-Түбән ос Мәндүҙәгәме?

-Ҡайҙан беләәәң? – Филүсәнең күҙе шарҙай булды.

-Мин бит “Итартас” ҡәйнәһе! Арҙы-бирҙе төрөп алған имсәк балаңдың йүргәктәрен елберҙәтеп, элеп-һалып атлап, уртансыһының аяҡтарын ергә тигеҙмәй етәләп, биш баҫырҙы бер баҫып килеүеңдән үк аңғарҙым. Өлкәне тағы еңгәңдәрҙең баллары менәндер. Ныҡ урамдатма аныңды. Төнәгөн дә уларҙа йоҡтарға ҡалған ине.  Ҡыҙ баланың урыны өйҙә. Ҡыҙ балаға ҡырҡ йоҙаҡ кәрәк. Алаҡандап, үҙе теләгәнен ҡылып, кешегә, урамға ҡасырға торған ҡыҙҙың йүне булмай. Ҡулыңдағы эшеңдең яртыһын уға бушата башларға ваҡыт. Туғандарын өйҙә лә ҡарап ултыра алыр йәштә бит. Ыръяндатма! Ыштубы ҡабат бында килеп ҡалһын.

-Ҡәйнәәәм, ә Мәндүҙәгә икәнде нисек белдееең?

-Ғүмере буйы ауыл урамынан һәр кемдең өй тирәһен, тәҙрәләрен тикшерә-тикшерә, симешкә сира-сира, йәйрәп атлап магазинға ыстрого көнөнә ике тапҡыр үтә һәм ике сәғәттән, төш ауыуға, ире ҡайтыуға ҡулына һөкәмәт билмәне елберҙәтеп өйөнә ҡарай артыҡ бошонмай ғына ишә баҫып симешкә ҡабығын уңлы-һуллы сиртеп ҡайтып бара торған төптән йыуан Мәндүҙә әхирәтең бөгөн, ана, төш еткәнен дә көтмәй, арт һынын биш метр артҡа, башын биш метр алға һоноп, ике ҡулына ике пакет ризыҡ тотоп, алаҡандап өйөнә ҡарай тәгәрәләп ултыра ине.

Ярай, бар, иҫәп башланды, - тип сәғәткә күҙ һалып оҙатты ла киленен, тегеһе ишекте ябыу менән үҙе шарҡылдап көлөргә тотондо. Уға тәгәрәләп китеп барған төптән йыуан Мәндүҙәне күҙ алдына килтергән Мәүлиҙә ҡушылды.

Көлөп туҡтағас: “Килен – ҡәйнә буҫағаһынан, тиҙәр бит. Мин дә йәш саҡта, саҡ ҡына буш ваҡытым булһа, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә магазинға, медбункытҡа китә лә бара торғайным. Ауылда бүтән ҡайҙа бараң инде. Ә уларҙа – ауылдың бөтә яңылығы. Ашығып ҡайтып, ҡайныңа һөйләй башлаһам, юҡҡа «Итар-ТАСС»-ҡа эшкә бармағаның, һиңә еткән кәрисбәндит булмаҫ ине, тип көлөр ҙә аҙағынан, миңә урамсы бисә кәрәкмәй, тип көйөп ҡуйыр ине. Ә килен артыҡ ыръяндай алмай – Йәдкәр ҡайнағаңдың дилбегәһе атаһыныҡынан ҡыҫҡараҡ. Былай мине уҙҙырыр ине билләһи. Ҡайның да уҫал ғына булды ул. Бер-беребеҙҙе еңә алмай, зыу булдыҡ йәш саҡта. Шулай ҙа, хатта эстән килешмәгәндә лә, ул ҡыҙа башлағанын аңғарыу менән, ҡайныңдың һүҙен өҫкә сығарған булып, буйына һыпырам да, аҙаҡ барыбер йәтешләп үҙемдекен эшләтеп ҡуя торғайным - “Еңеүсе” пелингә төшкәнен белмәй ҙә ҡала. Утҡа ут өҫтәһәң, бажар сығыуы бар.

Яйлап, Баймораттың көйөн көйләргә, әсәһе әйтмешләй, килешеп етмәһә лә, тегенең ыңғайына һуғырға - абышҡаһының тирмәненә һыуҙы йышыраҡ ҡойғолап торорға өйрәнде Мәүлиҙә лә. Тик холоҡ тигәнең үҙенекен итә инде. Әле лә, олатайҙың ейәндәренә ҡыуана-ҡыуана әүһелдәк эшләп йөрөүен күргәс, йөрәгендә сей яра булып һаҡланған теге бер ваҡиға тағы иҫенә төшөп, күҙенә йәш булып тығылды. Барыһы ла артта ҡалды һымаҡ, тик йөрәктәге яра һирәк-һаяҡ булһа ла һыҙлап ҡаңғырта. Тештәнмә даны сыҡҡан Мәүлиҙәне лә сәсән иткән, уҫал иткән ул мәлдәр оноторлоҡ түгел шул…

*

-Ҡарале, Байморат, барыбер яңылыштыҡ, шикелде ул…

-Нимә-ә? – Инде маз булып әүен баҙарында һатыулаша башлаған ир, йәне көйгәнен белдереп, һырт ҡуйып әйләнеп ятты.

Мәүлиҙә тороп уҡ ултырҙы.

-Мәликә тураһында әйтәм.

-Ете төн уртаһында йүнде нәмә һөйҙәйме, тиһәм, һаман шул бер балыҡ башы. Нимештәр тейең, ҡайҙа барһын ул, әйҙәнер ҙә ҡайтыр. Биҙунданып еңергә маташып йөрөүе инде.

Ҡатын ауыр уфтанды ла, тороп уҡ китте. Бер нәмә белмәй ярты диван булып һуҙылып йоҡлап ятҡан Мыраубайының аяҡ осона барып ултырғас, ҡулдары менән йөрәген ҡосто.

-Нимәңде ҡарап төн мәскәйе булып ултыраң? Ят! Ете төн уртаһында ла шул ҡарышҡырыңды иҫкә төшөрөп, йоҡоно осорҙоң. Ишеү мине ғүмере әйләнеп ҡарамаҫлыҡ кешеләр менән ҡоҙа итмәксе булып маташа. Шулайтырмын! Атаһын ашаҡлап алыҫ барырмын тейҙер. Йөрөр-йөрөр ҙә, һыуынғас, әйләнеп ҡайтыр. Нервыны ғына ашаның былай ҙа көнө буйы уфылдап йөрөп. Үҙең ғошап ҡарышҡыр, үҙһүҙле.

… Барыһы ла бер хәбәрҙән башланды. Ҡалала эшләп йөрөгән ҡыҙҙары тотош аҙнаға көн һорап ҡайтып ингәс үк эштең ҡалайыраҡ икәнен самалаған әсә  йәтешләп магазиндан уныһын-быныһын йүнәтештерә башланы. Район үҙәгенә баҙарға май-ҡаймаҡ һатырға барғанда ла юлайҡан байтаҡ нәмә тейәп ҡайтты. Юғиһә, ауыл магазинынан күберәк нәмә ала башлаһаң, кибетте ләстит һатыу ояһы итеп, шунда тамыр ебәреп алған бер нисә эшһеҙбикә ҡыҙыҡһына, ҡунаҡ киләме әллә, ҡоҙа киләме әллә, тей башлайҙар. Өйҙә еткән ҡыҙ булһа, етә ҡала инде быларға.

-Үҙем бәхеттең төҫөн күреү түгел, еҫен дә тоймай ғүмер иттем, хәҙер ҡыҙыма еттеме сират? – Артығырағын ысҡындырғанын һиҙһә лә, сигенмәне ҡатын.

Ғүмере буйы башын баҫып донъя көткән, артыҡ сарбайлап бармаған Мәүлиҙәһенең теле асылыуына аптырап ҡалды Байморат. Һыйыр тулаһа, аттан яман, тип бушҡа әйтмәйҙәр икән. Ана бит, ниндәй йыуаш ҡына, тауыш-тынһыҙ, өркәк кенә булып йөрөгән тауыҡ та, баҫырға ятһа, буйы менән ҡурҡылдай башлай – һөйҙәнсеккә, уҫалға әйләнә. Ә себештәрен эйәртеп йөрөгән сағында яҡын барып ҡара.

-Моратың һинең диктаторлығыңдан биҙеп, ана, себер сығып китте. Әгәр Мәликә өйгә ҡайтмаясаҡ икән, миңә лә был өйҙә урын юҡ. Мин йөрәгемде ярып сыҡҡан баламды һайлаясаҡмын! Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй ул.

- Аҫраған башмаҡ артҡа тибә, һимергән эт эйәһен талай, тигәндәре дөрөҫ икән. Миңә эсе эскә йәбешкән сысҡаҡ быҙау, әштер-көштөр яһалған ус аяһындай  ғына һандыҡ менән генә килеп ингәнеңде тиҙ оноттоң.

-Мин һиңә килеп инмәнем, артымдан йүгереп йөрөп алдың. Ул мәлдә әсәйем алдында нисек ҡыҙыл телеңдән ҡырҡылғаныңды ла онотма. Эйе, һандығым семәрһеҙ, үҙем мәһәрһеҙ килен булып төштөм дә ҡолға әйләндем. Бай булһағыҙ ҙа, өҫтәлгә бит мулла һораған мәһәрҙе лә һалырға теләмәнегеҙ. Үҙең ҡалай ҡабаландырҙың туйҙы. Ай-вайға ҡуймағасың, әсәйем, тиҙ генә һандыҡ эштәтергә буш оҫта таба алмағас, мәңге шимдәп йөрөүсе Иштимер ағайҙан әтмәләткән булғайны. Шуны битемә ҡапларыңды белһәм, лутсы кесерткән тоғона тултырып килер инем бирнәмде. Тотаң да шул һандыҡҡа бәйләнгән булаң. Кешенеке һымаҡ семәрһеҙ булһа ла, аҡсаңа тиклем шунда һаҡлайың бит үҙең. Ә ҡыҙыңа нишләп һандыҡ эшләтеп ҡуйманың?

-Нормальный кейәү тапһа, һандыҡтың иң шәбен табып бирермен.

-Аҫраған башмаҡ менән тиңләмәксеһең. Һинән аҫралып йәшәгәнем юҡ! Һиңә килгәндә лә эшләй инем, әле лә көн яҙлыҡтырғаным юҡ. Аҡсаһын да эшләп, донъя көтөп тә ярай алманым инде. Ана, эшләмәгән бисәләр минән артығыраҡ кейенеп йөрөй. Ә мин аҡса эшләп йөрөһәм дә, һинән үтеп, алмаш күлдәк тә һатып ала алмайым.

Мине күпме кәмһетһәң дә түҙә килдем, инде балаларға йәбешеүеңде кисерә алмайым. Миңә донъя кәрәкмәй, миңә тыныслыҡ кәрәк тә балаларымдың бәхетле булыуы кәрәк. Енләнгән саҡтарыңда, өндәшмәһәм, бәлки, тынысланыр, тип тешләнеп йөрөп, бына, ауыҙымда тешем ҡалмай бара. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тип, балаларым, ниндәй генә булһа ла, үҙ атайҙарына атай тип әйтһен, тип түҙҙем. Инде балаларымдың яҙмышына тығылырға йыйынаһың икән, минут та түҙеп тормаясаҡмын был йортта. Миңә сығып китер өсөн күп нәмә кәрәкмәй – булған кейем-һалымым семәрһеҙ һандығымдан ашмай.

Шымыҡай Мәүлиҙәһенең быуаһы йырылыуына, дөрөҫтө битенә бәрә әйтә алыуына шаҡ ҡатҡан ир бер аҙға телһеҙ ҡалды.

…Ошо көндөң етерен һиҙеп йөрөнө. Ҡыҙы Мәликәнең күрше ауыл егете Дәмин менән дуҫлашыуын ишеткәс тә, ошо болғаҡтың сығырын самалап, алдан уҡ йөрәге яна башлағайны инде әсәнең.

Быны ҡыҙына нисек әйтергә белмәй уйланды, ҡайғырҙы бер гилке. Тәки әйтә алманы. Ярай, атаһына үҙе әйтеп ҡараһын. Бәлки, тине…

Ул һөйләшеү иҫенә төшһә, йөрәге янып-һыҡрап бер була ҡатындың.

-Атай, минең һиңә әйтә торған бер етди генә хәбәрем бар ине.

-Ниндәй хәбәр тағы? – Атаһы, ғәҙәтенсә, рыя ҡыланған булды.

-Ултыр әле, атай. – Үҙенә артын ҡуйып баҫып, тәҙрәнән нимәлер ҡарап маташҡан булып ҡыланған атаһын үҙе ултырған диванға саҡырҙы Мәликә.

-Нимә, тороп тыңлаһам, ишетмәҫ тейеңме әллә?

Атаһының мин-минлеген еңә алмаҫын аңлаған ҡыҙ, ахыры, үҙе лә аяғөҫтө баҫты.

-Атай, ней… Миңә ҡоҙа килә был йомала.

Тәҙрә эргәһендә торған ир тертләгән һымаҡ тойолһа ла, һыр бирмәгән булып ҡыланды - әйләнеп тә ҡараманы.

-Ярай, мәлең еткән, сығаң инде. Бер һинән генә ҡалмаған.

-Быны фатихаң тип ҡабул итәйемме, атай. – Шулай тине лә, яуап булмағас, Нәфилә шәп-шәп атлап ишеккә йүнәлде. Шундай ҙур яңылыҡты әйткәндә лә үҙенең тәккәбберлеген еңә алмаған атаһына рәнйеүен күҙ йәштәре менән йыуырға…

-Туҡта! Тороп тор. Ата тине ни ҡалған. Ҡылт итеп кенә барағыҙ бөтәгеҙ ҙә. Ҡайһы яҡтан киләләр?

Ҡыҙ туҡтаманы. Картуф баҡсаһы аша сығып, кәртә арттарынан аҡҡан шишмә буйына уҡ йүгерҙе. Ярай әле, ошо аулаҡ мөйөш бар Ер шарында. Бәләкәй саҡтарында Морат ағайы менән ултыртҡан муйылдары хәҙер ҙур булып үҫеп китте. Шуның ышығындағы ике түмәргә таҡта ҡатылып ҡына әтмәләнгән эскәмйәләренә ашыҡты ҡыҙ. Аталары утын алып ҡайтҡас, ул өйҙә юҡта, ағайы менән икеһе ике түмәрҙе урлап, көлә-көлә ошо муйыл төбөнә тәгәрәткәндәре иҫенә төштө. Морат ағайы таҡта киҫәген йышып, шул түмәрҙәр өҫтөнә нығытҡайны.

*   *   *

-Ҡайһы яҡтан киләләр, моғайын, һин белгәнеңдер, нимә өндәшмәй йөрөнөң? - Ир ҡатынына ябырылды.

-Бала башланып ҡына торған тормошондағы был мөһим ваҡиға тураһында һиңә үҙ теле менән әйтһен, тигәйнем. – Ата менән ҡыҙ араһындағы һөйләшеүҙе аш бүлмәһендә тыңлап тороп, балаһы өсөн йөрәге ярылырҙай булған әсә күҙ йәштәрен йота-йота шулай яуапланы.

-Нишләп ундай хәбәрҙе мин иң аҙаҡтан беләм, ә? Атайҙы атай иткән кеше юҡ был өйҙә. Һәр кем үҙе герой булып алған.

Ҡатын өндәшмәне.

-Шул тештәнеп теңкәгә тейәң бит һин. Кәрәк саҡта ҡырҡып алһаң да өндәшмәйһең.

Тыныслана төшкән Мәликә ҡайтып ингәндә әсәһе ярҙамы менән инде әҙерәк артына ҡайтҡан атай кеше диванда гәзит уҡыған булып ҡылана ине.

Башлап һүҙ ҡушыусы булмағас, тәккәберлеген еңеп, һүҙҙе үҙе башланы.

- Ҡоҙалар ҡайҙан килә?

-Күрше Сатрайҙан. – Ҡыҙ теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙе.

-Кемдәр араһы? Кейәү буласаҡ кеше кем?

- Дәмин.

-Ке-ем? Ҡайһы Дәмин?

-Мирзаһитов.

Ултырған урынынан ырғып уҡ китте Байморат.

-Тапҡаның икән кешене! Улар менән ҡоҙа булаһым юҡ!

Мәликә аптырауҙан шаҡ ҡатһа, ошо хәлдең булырын самалап йөрөгән Мәүлиҙә, балаһын ҡурсыған инә ҡоштай, ҡыҙының эргәһенә барып баҫты.

Ярһыған ир ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәне лә, әсә менән ҡыҙҙы нимәлә генә ғәйепләмәне – уныһы сит ҡолаҡтар өсөн түгел.

Төнө буйы илап сыҡҡан ҡыҙ иртәнсәк атаһы уянмаҫ борон уҡ тороп, әйберҙәрен йыйып бөткәйне инде. Такси ғына оҙаҡланы.

Өйҙәге хәрәкәткә уянған ир залға сығыу менән ҡыҙының иҙәндә ултырған юл сумкаһына күҙ һалды һәм хәлде аңланы. Хатта ҡыуанып ҡуйҙы. Тимәк, сүтәки лә ата һүҙенә ҡолаҡ һалған.

Ул арала өй янында машина сигнал бирҙе.

Атаһының күҙенә ҡарамаҫҡа тырышып, юл сумкаһын эләктереп сығырға уҡталған ҡыҙ, ишеккә еткәс, артынан ҡалмай иламһырап эйәреп йөрөгән әсәһен ҡосаҡлап:

-Атай, тыныс бул. Дәмингә хәбәр иттем. Ҡоҙалар килмәйәсәк. Һәм, ғөмүмән, мин кейәүгә сыҡмаясаҡмын. Сөнки атайым ҡушмай! Беҙҙә бит атай диктатураһы. Беҙ бит был өйҙә ҡолдар. Үҙебеҙҙең һүҙебеҙ ҙә, фекеребеҙ ҙә юҡ. Атай һүҙе генә бар. Ул нимә теләй, шуны ғына үтәргә тейешбеҙ. Хатта яҙмышыбыҙҙы ла атай билдәләй!  Хуш, атай! Һин ошо ҡылығың менән үҙеңде ейәндәр һөйөүенән дә мәхрүм итә икәнеңде онотма. Мин бит һин дошманлашҡан Мират Мирзаһитовҡа сығырға уйламайым, уның улына сығырға йыйынғайным. Һеҙҙең нимәнелер бүлешә алмауығыҙҙа Дәминдең дә, минең дә тамсы ла ғәйебебеҙ юҡ.

Атай кеше бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

-Әсәй, Хоҙай һиңә сабырлыҡ бирһен! Был өйҙә һинең кеүек мин дә бәхет татый алмам, ахыры. Ләкин мин һинең кеүек ғүмеремде ҡоллоҡта үткәргем килмәй, әсәй. Һине ныҡ яратам! – тип әсәһен ҡосаҡлап үпте лә тышҡа атылды атаһынан тураһын яра әйтеү холҡон алған Мәликә.

Машина ҡуҙғалып киткәнен пәрҙә ситенән генә күҙәткән атай кеше, тешен шығырҙатып:

-Ҡайтыыыр. Әллә ҡайҙа барыр тейеңме Ҡыш етһә, ит алырға тып итеп кенә ҡайтып инер, - тип ҡуйҙы.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: