Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
10 Ғинуар , 20:10

Ылыу йылына теләк

Бирешмәйек ылыу сәсһә лә ыу, Уралдарҙан ҡалған бит Тереһыу! Рухты ҡалҡытайыҡ бер тыу итеп – Аждаһалар торһон иҫе китеп!

Ылыу йылына теләк
Ылыу йылына теләк

Ылыу йылына теләк

Ерҙән атлап килә ылыу йылы –

Була күрһен бәхет булыу йылы,

Изгелектәр генә ҡылыу йылы,

Мөнәсәбәт, ара йылыу йылы!

Йөрәк уттарына йылышайыҡ,

Изге ғәмәлдәр беҙ ҡылышайыҡ,

Ауыр хәллеләргә булышайыҡ,

Кеше булырға бер тырышайыҡ!

Ерҙән атлап килгән был ылыуҙың

Башы нисә – мәсьәлә булыуҙыр.

Бер баштан яҡшылыр икәү, өсәү –

Аҡылды эшкә ек, бәндәм, көсән.

Бирешмәйек ылыу сәсһә лә ыу,

Уралдарҙан ҡалған бит Тереһыу!

Рухты ҡалҡытайыҡ бер тыу итеп –

Аждаһалар торһон иҫе китеп!

                Айһылыу   Ғарифуллина

Ылыу йылына теләк
Ылыу йылына теләк
Ылыу йылына теләк
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: