Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
14 Декабрь 2023, 11:30

Минең телем

Минең телем - һөтлө елен, Эйгәне лә аҡ ҡына. Юҡ уны үлсәр бизмәндәр, Баһаларҙай хаҡ бына.

Минең телем
Минең телем

Минең телем - һөтлө елен,
Эйгәне лә аҡ ҡына.
Юҡ уны үлсәр бизмәндәр,
Баһаларҙай хаҡ бына.
Минең телем - мәҡәл-ғилем,
Уйлыны уйға һалыр.
Сөңгөлдәре, сөмбәйҙәре
Үҙенә тартып алыр.
Минең телем -әсәм һүҙе,
Камиллыҡтың үҙелер.
Рухыбыҙҙың таянысы,
Милләтебеҙ йөҙөлөр.
Минең телем - ҡот-бәрәкәт,
Хоҙайҙан насип ырыҫ.
Уны балама тапшырыу -
Минең беренсе бурыс...

АЙһылыу Ғарифуллина

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: