Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
1 Декабрь 2023, 19:10

Айыухандың аҡыл тапҡаны

Әкиәт - тәнәйҙәргә уҡығыҙ!

Айыухандың аҡыл тапҡаны
Айыухандың аҡыл тапҡаны

Бөрйән урмандары төпкөлөндә Айыухан йәшәгән. Януарҙарҙан иң көслөһө булған ул – бөтә урманды дер һелкетеп тотҡан. Айыухандан ҡурҡмаған бер йәнлек-януар, ҡош-ҡорт булмаған был төбәктә.

Бөтәһе лә үҙенән ҡурҡып-шыртлап торғандарын белгәс, бер заман Айыухандың мин-минлеге ҡалҡып, тәкәбберлеге еңеп киткән.

“ Туҡта әле,  был урманда ысын хужа  мин икәнлегемде күрһәтәйем әле барыһына”, -тип уйлаған да, эргә-тирәләгеләргә түҙеп торғоһоҙ хәлдәр тыуҙырған, насар холҡ күрһәткән.

Иң беренсе үҙенең биләмәһенән Бүребайҙы ҡыуып сығарған: “ Йөрөмә бында барыһын өркөтөп, күккә ҡарап олоп , тыныслыҡты боҙоп. Минең хужалығым да еткән!”-тигән.

Артабан сират Төлкөбикәгә еткән: “ Хәйләң менән башты ҡатырып йөрөмә”,-тип, уны ла баҫтырған.

Шешҡолаҡ Ҡуян бахырҡай, Айыухандың боларып йөрөгәнен күреп, үҙе үк икенсе биләмәгә һыпыртҡан.

Йыуан ҡарағай башындағы безелдәк солоҡ ҡорттарын да, Айыухан , ағасты туҡмап, ҡурҡытып ҡыуалап ебәргән, ти.

Шыҡырыҡлап, сырҡылдап, туҡылдап, һайрап теңкәмде ҡоротаһығыҙ, тип барса ҡоштарҙы ла урманынан биҙҙергән был.

Хатта күбәләй иләүен ташлап, егәрле ҡырмаҫҡалар ҙа икенсе ергә күсенгән. Леперҙәк күбәләктәр, тынғы бирмәҫ себен-серәкәй ҙә биҙгән яман холоҡло Айыуҙан.

Бер заман ҡарурман шырлығында бер үҙе ҡалған хужа Айыу.

“ Ҡайһылай һәйбәт булды әле – бөтәһенән бер юлы ҡотолдом, тыныс та, рәхәт тә, маҙаға тейеүсе берәү ҙә юҡ”-тип үҙен- үҙе йыуатҡан.

Урман тынып, ҡотһоҙайып ҡалған. Бөжәктәр һеркәләндермәгәс, муйыл-әлморондар, ҡурай еләктәре, Айыухан яратып һыпырып ашаған көртмәле лә, балан-мышар ҙа уңмаған – емеш бирмәгән. Ҡоштар һайрамағас, тирә-йүн ҡотһоҙ, шомло булып ҡалған. Тумыртҡалар туҡылдап ағас ҡайырындағы бөжәктәрҙе сүпләмәгәс, ағастарға ҡорт төшөп серегән, улары Айыухандың йөрөгән юлына ауып, ҡамасаулыҡ тыуҙырған.Бал ҡорттары солоҡтарын ташлап киткәс, Айыухан көҙгөһөн тәмле балдан да ауыҙ итә алмаған.

Бер үҙе зарығып йәйҙе, көҙҙө үткәргән, унан инде ҡыш еткән. Тейешлесә ризыҡ ашап, май йыя алмағас, ҡышҡы йоҡоға йонсоп, арып-талып талған Айыухан.

Өңөндә лә тыныслыҡ таба алмаған. Оҙайлы йоҡоһон һаташып, ҡурҡыныс төштәр күреп үткәргән.  Уның төшөнә үҙенең матур ҡарурманы, һәр береһе үҙенсә йәшәп ятҡан януар –кейектәр, ҡош-ҡорттар ингән. Улар Айыуханға ҙур үпкә һаҡлауҙарын, рәнйеүҙәрен белдергән. Йонсоу ғына яҙҙы еткергән Айыухан. Йөрәге әрнеп, ҡылғандарына үкенеп бөтә алмаған.  Имен-аман күгүләнгә баҫһам, холҡомдо ҡырҡа үҙгәртәм, бынан башҡа берүҙе лә рәнйетмәйем, тип үҙенә-үҙе һүҙ биргән. Күтәртә яҙып саҡ өңөнән сыҡҡан Айыу. Һаулығын, кәйефен, көрлөгөн юғалтһа ла, артабан күңелен тынысландырырҙай аҡыл тапҡан, ти, ул ошо хәлдән һуң.

Үкенеп, ҡайғырып, илап бөткән, ти , хатта урман хужаһы: “Эй, йәнлек-януарҙар, минең яҡын, яратҡан дуҫтарым, иптәштәрем, зинһар өсөн кире урманға ҡайтығыҙ. Мин һеҙһеҙ йәшәй алмайым. Яңғыҙ бик ҡыйын һәм ауыр. Мине ғәфү итегеҙ! Бергә һәм берҙәм булып йәшәйек.Берҙәмлектә - көс һәм матур тормош икәнен аңланым, был биләмә  минеке генә түгел, барыбыҙ өсөн уртаҡ!”-тип бар донъяға яр һалып үкергән.

Уның тауышын ишеткән януар-кейектәр, эреле-ваҡлы йәнлектәр, ҡош-ҡорттар , бөжәктәр кире үҙ биләмәләренә ҡайтҡан.

“Тыуған ер, йәшәгән ер һағындыра бит ул. Тыуып үҫкән ерҙән артыҡ ер юҡ. Артабан да бергә-бергә дуҫ һәм татыу йәшәйек, ризыҡ һәм ер бөтәбеҙгә лә етә!” – тиешкәндәр улар,  шау-гөр килеп.

Йәнлек-ҡоштар Айыуханды, шулай аҡыллы ҡарарға килә алғаны, дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәне өсөн тағы урманға  - хужа, үҙҙәренә баш итеп һайлаған.

Башҡаларҙың ышанысын аҡларға тырышҡан Айыухан бынан һуң гел аҡыллы, сабыр, үҙ еренең, биләмәһенең ысын һәм ышаныслы хужаһы булырға тырышып ята , ти, әле лә. Шуға ла Бөрйән урмандарында рәхәт, тыныс һәм күңелле икән!

Айһылыу Ғарифуллина

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: