Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Ноябрь 2023, 16:45

Ҡыш булыр ул...

Моғайын...

Ҡыш булыр ул...
Ҡыш булыр ул...

Эх, ҡышты һағындыра,

Туң суҡраҡ абындыра.

Тайҙыра ла ҡолата,

Болот көнөн илата.

Ҡышы ҡыш түгел хәҙер –

Ямғыр яуырға әҙер.

Катоктан йөрөгәндәй,

Шыуып йөрөйбөҙ хәҙер.

Әллә ниндәй көн, тиеп,

Һүгәбеҙ бер йыбанмай.

Бәндә зары ни генә –

Теләгән ҡыш булалмай.

Тая-тая йүрмәләп,

Киттек ҡышҡа үрмәләп.

Ноябрҙең аҙағы

Ямғырлы – иң ҡыҙығы.

Килер әле ҡышы ла,

Һыуытыр был тышы ла.

Яуыр ҡар ҙа, көттөрмәҫ.

Ҡыш булыр ул, төттөрмәҫ...

Айһылыу Ғарифуллина

Ҡыш булыр ул...
Ҡыш булыр ул...
Ҡыш булыр ул...
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: