Бик элгәре, борон замандарҙа булған был хәл. Әҙәм заттарына гел генә боҙоҡлоҡ уйлап йөрөүсе яуыз Мәскәй әбейҙең типһә тимер өҙөрлөк йәш сағы булған. Күңелендә хөсөтлөк кенә булғас, яҙҙың айлы-йондоҙло бер төнөндә, оҙон һаплы алама һеперткеһенә атланған да, күккә юл алған, ти был. Һәм, күп уйлап тормаҫтан, бумалабаш һеперткеһен уңлы-һуллы һелтәп, һә тигәнсе күк көмбәҙен матурлап, ем-ем итеп янып тороусы алтын тәңкәләй йондоҙҙарҙы ергә һепереп төшөргән, ти. Һепертке осо ҡағылмаған йондоҙҙар ғына күк йөҙөнә саҡ-саҡ йәбешеп ҡала алған, ти. Үҙе уйлап сығарған был бысраҡ шөғөлөнә ҡыуанып, Мәскәй, һеперткеһенә атланып, кире ергә төшкән, ти. Ул арала һыҙылып ҡына таң да атҡан, тәүге әтәстәр һөрәненән убыр-ендәр, мәскәй-шүрәлеләр урман шырлығына һыпыртҡан, ти.
Бәрәкәтле ергә төшкән йондоҙҙар, ерҙән һут алып, йәнләнеп, бәпембә тигән һап-һары сәскәләргә әүерелгән, ти.
Үҙҙәренең тәүтөйәген һағынып, күккә – ҡояшҡа табан күпме генә ынтылһалар ҙа, ерҙең тартыу көсө уларҙы башҡаса ебәрмәгән.
Йомортҡаны ярып яңы ғына сыҡҡан һап-һары бәпкәләрҙәй был сәскәләр, ҡояш йылыһына һырттарын ҡабартып, тирә-йүнгә йәм, наҙ өҫтәп торған.
Ваҡыт үтеү менән бумалабаш-бәпембәләргә сал кергән, кескәй генә бихисап сатырҙар, ипкенгә лә ирәйеп, елкенеп күккә осҡан.
Аяҙ күктә томанһыу-аҡ булып һыҙылған, йомро һуҡмаҡ ише Ҡош юлын күҙәткәнегеҙ барҙыр бит? Үҙҙәренең тәүтөйәген һағынған бәпембәләр, ап-аҡ сатырға әйләнеп, үҙ күктәренә шулай ашҡандар ҙа, Ҡош юлын хасил иткәндәр икән. Ҡасандыр йондоҙ булған бәпембәләрҙең тарихы ошонан ғибарәт, балалар.
Күрҙегеҙме, сәскәгә әйләнгән йондоҙҙар ҙа үҙ тыуған ерҙәрен ҡалай ярата, һағына белә. Ә һеҙ?
Айһылыу Ғарифуллина