Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
21 Ноябрь 2023, 21:10

Саған япраҡтары ниңә ҡаҙ тәпәйенә оҡшаш?

(әкиәт)

Саған япраҡтары ниңә ҡаҙ тәпәйенә оҡшаш?
Саған япраҡтары ниңә ҡаҙ тәпәйенә оҡшаш?

Борон-борон заманда, көҙгө сыуаҡтар бөткәс, кейек ҡаҙҙар тубы көньяҡҡа юл алған, ти. Осоп-осоп арығас, бер матур  күл буйына ялға туҡтағандар былар.

Эргәлә генә матур урман икән. Ул ҡыҙыл муйынсаҡлы миләштәр, баландар, ул ҡара суҡ мәрйенле муйылдар, ялҡын төҫлө янып ултырған уҫаҡтар, мәңге йәшел ҡарағайҙар, һары керпекле ҡарағастар – барыһы ла бар икән.

Тик бер Саған ғына бик моңһоу тора икән. Бөтә ағас-ҡыуаҡтар үҙҙәренең көҙгө сағыу күлдәген кейгәндә, ул бер үҙе шыр яланғас булып, ҡотһоҙ ғына тора, ти. Ботағында япраҡ әҫәре лә күренмәй икән.

Ҡаҙҙар, матур-матур ситектәрен сисеп, Саған ботаҡтарына киптерергә элгәндәр, ти. Саған шундай йәмләнеп, балҡып киткән.

Шул ваҡыт, ҡуйы урман эсенән аңғармаҫтан килеп сығып, ҡоторған төлкөләр өйөрө ҡаҙҙарға ташланған, ти. Ҡайһы бер ҡаҙҙар ситектәрен эләктереп кейеп өлгөргөн, ҡайһы бер бахырҡайҙар яуыз төлкөләргә ризыҡ булып яҙған, бәғзеләре ялан тәпәй  осоп та киткән, ти.

Ситекһеҙ осҡандарының тәпәйе ныҡ өшөп, алһыу-ҡыҙыл булып ҡалған, ти.   Ә Саған ағасында элеүле ҡалған ҡыҙыл, һары, көрәнһыу, йәшкелт, һоро ситектәр, тора-бара кибеп, ҡаҙ тәпәйен хәтерләткән япраҡтарға әүерелгән, ти. Ел уларҙы өҙгөләп ергә осороп төшөргән.

Яҙ етеп, ҡоштар ҡайтҡас, шәрә Саған ут йәшелдән кейенгән – теге ҡаҙ тәпәйҙәре эленгән ботаҡтары йәп-йәшел япраҡ менән ҡапланған. Ә көҙөн улар төрлө  төҫтәргә инеп балҡыған. Саған иһә хәҙер урманда иң матур япраҡлы ағастарҙан иҫәпләнгән. Һәр көҙ һайын ул осор ҡоштарҙы ҡаҙ тәпәйе төҫлө япраҡтарын елберләтеп, ботаҡ-ҡулын болғап оҙатып ҡалған.

Бер тапҡыр ауыҙҙары бешкәс, ҡаҙҙар башҡа бер ваҡытта ла ситектәрен сисмәҫ булып киткәндәр, ти.

Саған япраҡтары ниңә ҡаҙ тәпәйенә оҡшаш?
Саған япраҡтары ниңә ҡаҙ тәпәйенә оҡшаш?
Саған япраҡтары ниңә ҡаҙ тәпәйенә оҡшаш?
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: