Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Ноябрь 2023, 14:55

Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!

Яҡташтар ижадын белеп үҫә балалар

Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!
Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!

Бөгөн Ағиҙел ҡасабаһындағы мәктәптә шағирә, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, райондың Самат Ғәбиҙуллин исемендәге әҙәби премияһы лауреаты Айһылыу Ғарифуллинаның тормош һәм ижад юлына арналған кисә үтте.

Мәктәптең директор кәңәшсеһе Гөлнәзирә Исҡужина сараны бик матур, йәнле итеп алып барҙы.

А.Ғарифулинаның биографияһы менән таныштырғас, һүҙ шағирәнең үҙенә бирелде.

Ул бик мауыҡтырғыс итеп бала сағы, ижадҡа килеү осоро, Байназар мәктәбендә, БДУ-ла “Шоңҡар” әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләнгән йылдары хаҡында ихлас бәйән итте.

Уҡыусылар  шағирәнең шиғырҙарын тасури ятлап ишеттерҙе, авторға  һорауҙар бирҙе.

Мәктәптең ҡурайсылар ансамбленең сығышы, Эльвира Йомағужинаның өҙә баҫып бейеүе сараға йәм, йән өҫтәне.

Уҡыусылар Айһылыу апайҙың нисек итеп дингә килеүе хаҡында ла һораны, тәүге әҫәрҙәрен ҡайҙа баҫтырыуы, әле ниндәй әҫәрҙәр өҫтөндә эшләүе менән дә ҡыҙыҡһынды.

Ике яҡтың йәнле аралашыуы ихласлыҡҡа ҡоролғас, осрашыу “Һә” тигәнсе үтеп тә китте. Матур сара уҡытыусылар коллективының  А.Ғарифуллина һүҙҙәренә яҙылған  “ Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма” йыры һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!
Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!
Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!
Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!
Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!
Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!
Ағиҙелдә - шиғыр байрамы!
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: