Бөрйән ҡыҙы Алһыу Алтынбаева – үҙнәшер юлы менән сыҡҡан өс шиғыр китабы авторы. “Мөхәббәттән ваз кисмәйем”, “ Өмөт йондоҙо”, “Килер көнгә ышанам” киитаптары менән ул үҙ уҡыусыһын ғына түгел, рус телендә яҙышҡан башҡорт әҙәбиәтселәренең араһында ла үҙ урынын тапты.
“Класташтар” селтәрендә лә үҙ һүҙе бар Алһыуҙың – ниндәй генә шиғри конкурстарҙа ҡатнашмай һәм еңмәй!
Бына бөгөн Алһыу Ғәйфи ҡыҙы редакцияға өр-яңы альманах тотоп килгән – нәшриәтсе Д.Рогачев баҫмаһында “ Тереһыу” альманахында Алһыуҙың шиғырҙары ла донъя күргән!
“Тереһыу” әҙәби альманахы ай һайын китап формаһында сыға. Унда Рәсәйҙән генә түгел, элекке СССР-ҙан айырылып сыҡҡан бөтә илдәрҙән, улай ғына ла түгел, хатта Германия, Көньяҡ Корея, Палестинанан сыҡҡан авторҙар әҫәрҙәрен баҫа икән. Альманах киң интернет селтәрендә таралған шиғырҙар авторҙарын бергә туплай. Был уникаль проект арҡаһында оҙаҡ йылдар шиғырҙарын баҫтыра алмай сират көткәндәр үҙ уҡыусыһын тиҙ таба. Альманахта баҫылыр өсөн электрон адрестарына мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Ағымдағы йылдың октябрь һанындағы альманахта үҙебеҙҙең Бөрйән ҡыҙының шиғырҙары урын алыуы – үҙе мәртәбә, барыбыҙ өсөн уртаҡ шатлыҡ.
Бөрйән ере, Урал батыр Тереһыу бөрккән ерҙәр, шөкөр, тере һүҙҙән тере һәм бәрәкәтле!