Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
14 Ноябрь 2023, 18:05

“Ҡотлобикә ҡарсыҡ ҡарты Ҡәҙербирҙене, ҡупшылап ҡарын ҡаҡҡылап, ҡултыҡланы...”

Яңы Монасип сәсәниәһе Нәсимә апай Сәғитова “Ҡ” хәрефенә генә башланған һүҙҙәрҙән тотош ҙур хикәйә яҙған. Мәғәнәле, фәһемле хикәйә. Үәт, исмаһам, тел! * Ҡыш ...- Ҡыл ҡыбырлатырлығым да ҡалманы.Ҡолап ҡуймайым, ҡайтайыҡ, ҡарсыҡ. - Ҡайнары ҡайнаған, ҡуйыры ҡуйылған, ҡойоро ҡойолған . Ҡайттыҡ, ҡартым, ҡайттыҡ. Ҡотлобикә ҡарсыҡ ҡарты Ҡәҙербирҙене ҡупшылап ҡарын ҡаҡҡылап, ҡултыҡланы... Ә беҙ, хикәйәнең аҙағын сайтта уҡығандан һуң, Нәсимә апайға “Ҡ” хәрефтәренә генә башланған маҡтау һүҙҙәре яҙайыҡ.

“Ҡотлобикә ҡарсыҡ ҡарты Ҡәҙербирҙене, ҡупшылап ҡарын ҡаҡҡылап, ҡултыҡланы...”
“Ҡотлобикә ҡарсыҡ ҡарты Ҡәҙербирҙене, ҡупшылап ҡарын ҡаҡҡылап, ҡултыҡланы...”

 Ҡайҙа ҡарама - ҡар: ҡырлас ҡаяларҙа, ҡалҡыулыҡтарҙа. Ҡаратауҙа, Ҡаршытуғайҙа, Ҡаранйылғала. Ҡура- ҡаралтыларҙы, ҡоймаларҙы ҡалын
ҡар ҡаплаған. Ҡалайтаң, ҡыш ҡанундары ҡаты: ҡапыл ҡары ҡотора, ҡапыл ҡаты ҡалтыратып ҡаҡшата, ҡапыл ҡыраулап та ҡуя.
Ҡотлобикә ҡарсыҡ ҡуңалтаҡ ҡына ҡуңыслы ҡатала ҡураға ҡыптырланы. Ҡура-йортоноң ҡапҡаһынан ҡараһа, ҡарты Ҡәҙербирҙе ҡар ҡыра, ҡыштырлап.
- Ҡарҙы ҡайҙа ҡуяйым? Ҡырам, ҡырам, ҡымшанмай ҙа . Ҡыйыҡҡа ҡәҙәр ҡаплаясаҡ, ҡырмаһың. Ҡутара ҡарҙы ҡырып, ҡулым ҡабырсыны, ҡулбашым ҡалтыраны, ҡабырғам ҡатты,-
ҡаңғырып ҡаршыланы ҡаҡса ҡарты ҡарсығын. Ҡотлобикә ҡарға ла, ҡартына ла ҡарап ҡуйҙы.
- Ҡана ҡырышайым.
-Ҡуй, ҡарсыҡ, ҡыҫтырылма ла!
Ҡабаланып ҡоро-һары ҡапҡылағайным, ҡорһағым ҡыуылдай. Ҡайтып, ҡуҙыңды ҡағыштырып, ҡабыҙып ҡуй. Ҡаҙаныңды, ҡоштабағыңды ҡара. Ҡоймаҡ ҡой. Ҡаҡланған ҡаҙҙы, ҡаҙы ҡуй. Ҡойҡаны, ҡарынды, ҡартаны ҡуйма, ҡалһын. Ҡайнатма, ҡарағаттың ҡағын ҡуй, - ҡабалана- ҡабалана ҡутаранан ҡабатланы ҡарты, ҡашын ҡабартып ҡарсығына ҡарай- ҡарай.
Ҡотлобикә ҡартын ҡупайтып ҡеүәтләй:
-Ҡартым, ҡурғаусым! Ҡартаймасы, ҡурсалаусым!
Ҡотлобикә ҡапыл ҡыуанып ҡуйҙы. Ҡатын - ҡыҙ ҡыуанысында, ҡәҙер- хөрмәттә ҡартайҙы.
Ҡояшлы ҡышта ҡауышҡайнылар.
Ҡарсығалай ҡыйыу ҡарашлы Ҡәҙербирҙе ҡарлуғас ҡанатылай ҡап -ҡара ҡыйғас ҡашлы, ҡараҡас ҡына ҡупшыҡай Ҡотлобикәгә ҡарағанығайы, ҡаны ҡайнаны, ҡыҙыу ҡуҙҙар ҡабынды.
Ҡыҫҡа ҡыландылар, ҡултамғаларын ҡуйып, ҡағыҙлаштырылып та ҡуйҙылар.
Ҡәҙербирҙе ҡатынын ҡаҡманы, ҡыҙғанып ҡаңғыртманы, ҡотһоҙҙарҙан ҡыйырһыттырманы. Ҡайны - ҡәйнәһе лә Ҡотлобикәне ҡуш ҡуллап ҡаршыланылар, ҡоҙа- ҡоҙағыйҙарын ҡара- ҡаршы ҡунаҡ ҡылдылар. Ҡайнаға, ҡәйнештәре, ҡайынбикә, ҡайынеңгә, ҡайынһеңлеләренең дә, ҡалған ҡәрҙәштәренең дә ҡәҙер- хөрмәтендә ҡалды Ҡотлобикә.
Ҡуша ҡушылып, ҡор ҡороуҙарына ла ҡырҡынсы ҡат ҡырпаҡ ҡарҙар ҡойолоп, ҡырҡынсы ҡат ҡырҙан ҡыуанышып ҡара ҡарғалар, ҡалған ҡоштар ҡайтҡан да.
 Ҡапылғара ҡашығаяҡтары ҡалтырап, ҡыңғырауҙары ҡыңғырап ҡуйҙы ҡуйыуын, ҡапма- ҡаршылыҡтарҙы ҡуйыртмай, ҡайберәүҙәрҙең ҡотҡоһона ҡарамай,ҡаршыларҙы ҡотайтмай, ҡайтанан ҡорған ҡоттарын ҡушып ҡуйҙылар.
Ҡулы ҡотло Ҡәҙербирҙеһенең. Ҡоймаланған ҡурсаҡтай ҡупшы ҡура- йортон -ҡаралтыларын, ҡамыт- ҡорантыһын ҡасан да ҡырмыҫҡалай ҡараны, ҡорҙо, ҡоршаны. Ҡартайғансы ҡуй ҙа, ҡолон да, ҡорт та ҡараны. Ҡаҙаныштары ҡупайырлыҡ, ҡупайып ҡыланманы. Ҡайберәүҙәргә ҡапҡан ҡорманы, ҡарауһыҙ ҡалғандарҙыҡын ҡармаҡҡа ҡаптырманы, ҡарпыш ҡолаҡлап, ҡаушатып ҡалдырманы.
Ҡотлобикә лә ҡоро ҡуллыланып, ҡул ҡаушырманы.Ҡартына ҡошон да, ҡортон да ҡарашты. Ҡәҙерлеләрен ҡымыҙһыҙ , ҡоротһоҙ, ҡаймаҡһыҙ, ҡурмасһыҙ, ҡуликмәкһеҙ ҡалдырманы. Ҡасан ҡараһаң да ҡаҙаны, ҡоштабағы
ҡырын ҡуйылманы. Ҡышҡылыҡҡа ҡутарылдырып ҡарағаттан, ҡайынеләгенән ҡайнатмалар ҡайнатты, ҡабаҡ, ҡыяр, ҡарбуздары ҡалғандары ла ҡараулы ҡалды.Ҡыр- урмандар ҡыҙырып, ҡосаҡ - ҡосаҡ ҡымыҙлығын, ҡуҙғалағын, ҡаҡыһын, ҡомалағын, ҡуянтубығын ҡалдырманы. Ҡыҙҙарына ҡашмау, ҡушъяулыҡ, ҡулъяулыҡ ҡайыны, ҡушаҡ, ҡаранды, ҡорғандар ҡораны. Ҡаҡашланманы, ҡарһаланманы, ҡарунланманы. Ҡарты ла, Ҡотлобикә лә ҡасан да ҡунаҡсыл ҡалдылар. Ҡәҙербирҙеһе ҡурайын ҡыжҡылдатһа, Ҡотлобикә ҡумыҙҙа ҡушылды.
🌹Ҡыуанышып , ҡәҙерләп ҡошсоҡтарын ҡаранылар, ҡул- ҡамытлы ҡылдылар.
Ҡырҙалар ҡошсоҡтары. Ҡәҙриәләре Ҡаҙағстанда, Ҡадирҙары Ҡырымда.Ҡырҙа ҡулайлашып, ҡушарланып, ҡулдарынан ҡыуаналар.
Ҡара ҡайғыға ла ҡалдылар,
Ҡылысбайҙары Ҡаф ҡаяларында ҡораллы ҡарауылда ҡоторонғандарҙы ҡоралһыҙландырғанда ҡазаланып, ҡанһырап ҡуйҙы.
Ҡояштары ҡараңғыланып ҡалғайны, ҡоттары ҡайтанан ҡунып, Ҡәҙриәгә, Ҡадирға ҡусты- Ҡотлобай ҡайтты, ҡыуаныс- йыуаныстарына.
Ҡотлобай ҙа ҡырҙа, ҡалмыҡ ҡалаһында ҡалды.
Ҡошсоҡтары ҡырпағайҙа ҡайтып, ҡарттарҙы ҡыуандырғайнылар.
Ҡайтһалар, ҡалын ҡарҙы ҡупшылап ҡуйырҙар, ҡуй.
-Ҡарсыҡ, ҡарасале!Ҡайтмай, ҡатып ҡалдынмы?
Ҡапыл ҡартының ҡысҡырыуынан ҡаушап ҡалды Ҡотлобикә, ҡыбырлап ҡуйҙы.
- Ҡыл ҡыбырлатырлығым да ҡалманы.Ҡолап ҡуймайым, ҡайтайыҡ, ҡарсыҡ.
- Ҡайнары ҡайнаған, ҡуйыры ҡуйылған, ҡойоро ҡойолған . Ҡайттыҡ, ҡартым, ҡайттыҡ.
Ҡотлобикә ҡарсыҡ ҡарты Ҡәҙербирҙене ҡупшылап ҡарын ҡаҡҡылап, ҡултыҡланы.
Ҡыш... Ҡыш ҡаты ҡыйын. Ҡартлыҡ та ҡыйын.
Ҡыйынлыҡҡа ҡарамай, ҡыштар ҡалһын, ҡары ҡалындан ҡаплаһын ҡараерҙе.
Ҡарттарға ҡартайғанда ла ҡушарлап ҡалырға
ҡушһын - ҡараулы, ҡурсаулы...

Насима Сагитова

 

 

Автор:
Читайте нас: