Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Ноябрь 2023, 20:35

ҠЫШ ҠЫЛЫР

  Ҡусҡыл болоттар түгелер Ынйы һәм мәрйен булып.

ҠЫШ ҠЫЛЫР
ҠЫШ ҠЫЛЫР

Ҡусҡыл болотонан иләп,

Ҡыш күндерҙе сәләмен.

Берауыҡҡа йәйҙе унан

Күҙ сағылтҡыс әләмен.

Ирене яуған ҡары ла,

Туңаҙытмай болғаны.

Ашып китте, ташып китте

Шундуҡ инеш-йылғаһы.

Ноябрҙә йылы тора,

Ҡырауһыта иртә-кис.

Мал иркенләп ҡырҙа йөрөй –

Һәрмәнеүҙән ялҡмай һис.

Шыҡырайтыр инде килеп –

Һәр нәмә көтә мөҙҙәт.

Ҡарышмай, биләмә бирер

Сираттағы был көҙ ҙә.

Ҡусҡыл болоттар түгелер

Ынйы һәм мәрйен булып.

Ҡыш бит ул. Ажарын юймаҫ –

Ҡылыуын ҡылыр ҡылыҡ...

Айһылыу Ғарифуллина

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: