Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Октябрь 2023, 20:25

БАЙРАМДАР ИТӘ ХАЙРАН!

Ниндәй генә көн юҡ хәҙер, Юҡ ниндәй генә байрам!

Ниндәй генә көн юҡ хәҙер,

Юҡ ниндәй генә байрам!

Бөтмәҫ байрамдар сылбыры

Халыҡты итә хайран.

Быйма көнө, ҡоймаҡ көнө,

Ҡәйнә, ҡыҙҙар, ул көнө.

Гөжләй чаттар һәм төркөмдәр

Ҡотлауҙан көнө-төнө!

Һөйөү көнө, сәскә көнө, 

Бәлеш-фест, ҡабаҡ-байрам.

Ҡайҙалыр – утлы өйөрмә,

Ҡайҙалыр донъя вайран

Булһа ней, унда ни эш бар –

Байрам көн бөгөн, туған!

Байрам үткәреп кем бөлгән,

Кем рәхәттән йонсоған?

Мең-мең байрам араһында

Көнө юҡ имен, тыныс.

Ҡыҙарып бөтөр календарь,

Йөҙ ҡыҙармау ҡурҡыныс!

Айһылыу Ғарифуллина

БАЙРАМДАР ИТӘ ХАЙРАН!
БАЙРАМДАР ИТӘ ХАЙРАН!
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: